Гөлнур ҠЫУАТОВА
Ай ҙа ярамай, ҡояш та...
(Хикәйә)
Өләсәйем гел генә: “Кешегә ай ҙа ярамай, ҡояш та ярамай,” – ти торғайны. Балалыҡ, йәшлек менән уға артыҡ иғтибар итмәгәнмен. Хәҙер генә, тормош юлының яртыһынан күбен үткәс, уның хаҡлы булғанын аңлайым. Кеше бит һәр ваҡыт ризаһыҙлыҡта йәшәй. Бәлки, үҙе лә һиҙмәйҙер. Ҡышын – буранға, йәйен эҫе ҡояшҡа зарлана. Эш хаҡы аҙ булыуына, ә күберәк булһа – эштең ауырлығына. Үҙ миҫалымдан алып әйтәм – ерҙә бөтөн генә камиллыҡ юҡ. Булған хәлдә лә кеше уны таба алмай.
30 йыл элек тәүге мөхәббәтемә кейәүгә сыҡтым. Ерҙәге иң бәхетле кеше инем ул саҡта. Тик бәхетем оҙаҡҡа барманы: 3 – 4 йылдан ирем Таһир эсә башланы. Тағы ла 15 йыл йәшәгәндән һуң айырылыштыҡ. Сөнки уның иҫерек йөҙөнән, иртәнге “бахмуры”нан, араҡы еҫенән ғарҡ булдым. Ҡунаҡ-туйҙарға барһаҡ, ул иң тәүҙә иҫереп, ҡайтырға сыға. Ә башҡалар табын аҙағына тиклем бергә ашап-эсеп, күңел асып ултыра, парлашып ҡайтып китә. Ә мин яңғыҙ бисә кеүек ултырам. Уның менән бергә ҡайтыуҙан да фәтүә юҡ, ул йоҡлай, ә мин, уның шундай булыуына йәнем көйөп, төнө буйы илап сығам.
Бер-бер артлы тыуған балаларым буй еткереп, береһе – институтҡа, икенсеһе колледжға уҡырға ингәс, Таһирҙан айырылып, яңғыҙ ҡалған атайым (әсәйем мәрхүмә ине) янына күсеп ҡайттым. Ике йылдан ул да үлеп китте. Шунан һуң туған-тыумаса, дуҫ-иштәр мине кейәүгә сығырға димләй башланы. Билдәле инде – ир менән йәшәгәндә һәр ваҡыт эсмәгән кеше тураһында хыялландым. Шуға ла димселәргә: “Эсмәгән ир тапһағыҙ, мин – риза”, – тип әйтеп ҡуйҙым. Аллаһы Тәғәләнең “амин” тигән сағына тура килгән икән, бер аҙҙан хыялымда йөрөткән кеше – эсмәгән, тартмаған ирҙе осраттым. Дөрөҫөрәге, класташым Альбина үҙенең өс туған ағаһы менән таныштырҙы. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа харам ризыҡты ауыҙына ҡапмаған, тартмаған, 44 йәшкә тиклем бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән егет миңә аҡбуҙаттағы әкиәт батыры булып күренде. Ике балам барлығы, ирҙән айырылыуым да ҡауышыуға кәртә булманы. Беҙ никах уҡытып, Юнир менән бергә йәшәй башланыҡ.
Бәхетте таптым, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә бәхете эскән йәки эсмәгән ирҙән генә тормай икән. Һәм беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, быны аңламайбыҙ. Донъя көтөргә әүәҫ, эшсән, бай һәм бөтөнләй эсмәгән иремә ҡарап, дуҫ-туғандарым: “Бәхетең асылды, бынамын тигән ир менән йәшәп ятаһың. Юнир – алтын!” – тиҙәр, бәхетемә көнләшәләр. Ә мин элеккегә ҡарағанда ла бәхетһеҙерәк.
Таһирҙың бер генә алама холҡо эскелек булһа, Юнирҙә улар һанап бөткөһөҙ. Иң ауыры – уның һаранлығы, аҡса ҡоло булыуы. Кешегә һөйләһәң, ышанмаҫтар, ул хатта ашаған икмәкте лә һанап, самалап ҡына телә. Элек ғаиләмә көн һайын тәмле ризыҡтар бешерә торғайным, ә хәҙер ике айға бер ҡайтҡан балаларымды ла һыйлай алмайым. Аҡса биреү тураһында һүҙ сыҡһа, янъял ҡуба. Улым былтыр йәй өйләнергә теләүе тураһында һүҙ сығарғайны: “Үҙеңдең туй үткәрерлек аҡсаң булһа, рәхим ит!” – тине. Беҙ өйләнешкәндә миңә 42 йәш тула ине. Бала табырға теләгем барлығын әйткәс, риза булманы:
– Елкә кимереүселәр былай ҙа етерлек!
Шул мәлдә яңылышыуымды аңланым, әммә һуң ине. Юнирҙең күңелендә наҙ, һөйөү, изгелек, ярҙамсыллыҡ тигән төшөнсәләр бөтөнләй юҡ. Хатта бешергән ашты ла ризаһыҙ ғына ултырып ашай. “Итте муллама, тип әйткәйнем, тыңламайһың. Һуғанын да күп һалғанһың. Ризыҡты самалай белергә кәрәк...” Ә инде ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡайнатма, салат атһа, бешергән аш әсеһә, мине 2 – 3 көн буйы ялҡаулыҡта ғәйепләп, әрләп йөрөй. Иҫке кейемде лә, һауыт-һабаны ла ташларға ярамай. Йәшәгән йортта, йыйған донъяла минең өлөшөм юҡлығын, “әҙергә хәҙер генә” йәшәп ятыуымды аҙна һайын тигәндәй иҫкә төшөрөп тора.
Икенсенән, ирем кеше яратмай. Ҡапҡа төбөндә быҙау ҙурлыҡ ике эт тора. Ә тышта – ҡыңғырау төймәһе. Килгән кеше йортҡа инә алмай. Йылына бер тапҡыр үлгән ата-әсәйҙәребеҙгә Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ. Унда ла ирем үҙе баҙарға барып, иң арзан емеш-еләкте, кәнфит-печеньены һатып ала. Хәйергә таратыу өсөн дә ҡулланыу ваҡыты үткән һабын йәки хаҡы төшөрөлгән (йә йөйө насар, йә төҫө сыҡҡан) ҡулъяулыҡ, таҫтамал алып ҡайта. Һигеҙ йыл йәшәү дәүерендә унан бер генә бүләк алдым – никах көнөнә күлдәк алып бирҙе. Кистәрен өйҙә үле тынлыҡ. Һөйләшер һүҙҙәр ҙә юҡ. Балаларым менән телефондан һөйләшкәнде лә яратмай. Ә, ҡайталар, тиһәң: “Аҡса һорарға ҡайталармы? Ризыҡтары бөткәнме?” – тип әрләй башлай.
Хәҙер уйлайым да, Таһир менән йәшәгән йылдар ожмах булған, тип ҡуям. Балалар өсөн дә, минең өсөн дә өҙөлөп торҙо. Эшләп тапҡан аҡсаһын тиненә тиклем ҡайтарып бирә ине. Нимәгә тотоноуым менән дә ҡыҙыҡһынманы. Күрше-тирәләге яңғыҙ әбейҙәрҙең утынын ярып, кәртә-ҡураларын төҙәтеп, гел ярҙам итте. Килгән кешеләрҙе йылмайып ҡаршы алды, ҡунаҡ саҡырғанды яратты. Тыуған көн, 8 Март, Яңы йыл кеүек байрамдар бүләкһеҙ үтмәне. Йәй көндәрендә мотлаҡ ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығып ял итә инек. Балалар менән Мәскәү, Ҡазан ҡалаларына ла барып ҡайтҡайным. Ә аш-һыу тирәһенә бөтөнләй ҡыҫылманы. Нимә бешерһәм дә риза булып ашаны, маҡтап алырға ла онотманы. Өҫтәл тулы ризыҡ, өй тулы бәхет менән йәшәгәнбеҙ.
Эскелеге лә ҡурҡыныс булмаған икән, тип уйлап ҡуям. Янъял ҡуптарған сағы булманы. Иҫерә башлағанын тойһа, ҡайта һалып йоҡларға ята ине. Икенсе көндө араҡыға күтәрелеп тә ҡарай алмай, башы ауыртыуҙан ыҙалай. Бар нәмә сағыштырыуҙа беленә, тиҙәр бит. Мин дә яңылышҡанымды һуңлап аңланым. Тәүге иремдең бәләкәй генә ҡылығына сабырлығым етмәй, үҙемде күрәләтә тамуҡ утына дусар иттем. Балалар бөтөнләй биҙҙе, тиерлек. Юнир иһә улар килмәһә шатлана ғына. Унан айырылырға ла уйлап ҡуям, әммә кеше алдында оят. Ярай тәүге айырылыуҙы туғандар аңлап ҡабул итте, ә икенсеһендә ғәйепте минән күрәсәктәр. Ике йыл элек апайым менән кәңәшләшеп ҡарағайным:
– Бәхеттән туйып һикерәһең! Эсмәгән, тартмаған ирҙең ҡәҙерен белмәйһең. Таһирға зарланып, илап ултырғаныңды оноттоңмо ни? Ә һаранлыҡҡа килгәндә, донъя көткән кеше шулай була. Бер ҡулың – балда, икенсеһе майҙа йәшәйһең. Ике ҡатлы йортта көн итәһең, ултырып йөрөргә машинаң бар, – тип әрләй башланы.
Ситтән ҡарағанда ул хаҡлы. Тик беҙҙең ҙур йортта шатлыҡ хисе юҡ. Машинаға ултырып ҡайҙалыр барған һайын бензин хаҡының артыуына зар тыңлайым. Ә алты һыйырҙың һөтөн эш итһәм дә, балаларыма бер кило май ебәреү өсөн өс тапҡыр рөхсәт һорап ҡына ризалыҡ алам. Хәйер, үҙебеҙгә ашарға ла оҙон ҡышҡа биш килоны еткерәбеҙ, ә ҡалғаны һатыуға китә.
Һуңғы сиккә килеп еттем кеүек: 50 йәштә артабан нисек йәшәргә белмәйем. Улым кисә телефондан өйләнергә теләүе тураһында тағы һүҙ ҡуҙғатты. “Никах булһа ла үткәрергә кәрәк бит!” – ти. Ә минең уға ярҙам итер мөмкинлегем, дөрөҫөрәге, аҡсам юҡ. Иң ахыры ул: “Атайымдан ярҙам һорап ҡарармын”, – тип ҡуйҙы. Ҡаршы һүҙ әйтә алманым. Ҡасандыр балаларыма матур тормош бүләк итергә теләп, эскән атайҙан кәмһенеп йәшәмәһендәр, тигән ниәт менән Таһирҙан айырылдым. Ә бөгөн улым уға баш эйеп бара.
Атайым янына күсеп ҡайтҡас, Таһир, кире ҡауышырға теләп, өс тапҡыр яныма килде. Мин һаман да шул эскелеген сәбәп итеп, риза булманым. Их-х, шул саҡтарҙы кире ҡайтарырға ине. Булған бәхетемә риза булып йәшәр инем. Ә ул үҙ ауылындағы бер ҡатынға өйләнеп, һин дә мин донъя көтөп китте. Элеккесә эсештереп ала, әммә яманаты сыҡҡаны юҡ. Донъялары һәүетемсә алға бара. Ҡатыны балаларҙы артыҡ үҙ итеп бармаһа ла, килеп йөрөүҙәренә ҡаршы түгел, ти. Ҡыҙым Яңы йыл байрамдарын тулыһынса шунда үткәрҙе, сөнки Юнир ул килеп инеү менән үҙенең яман холҡон күрһәтә башлай. “23 йәшкә тиклем йәшәп, һаман эшкә урынлаша алмайһыңмы? Мин 2-се курсты тамамлау менән үҙемде үҙем туйҙыра башлағайным. Һуңғы курста дәрестәр юҡ, тиерлек. Көнө буйы ҡала ҡыҙырғансы, эшлә!” – ти. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙым кафела эшләп йөрөй. Тик мин был турала иремә әйтмәҫкә ҡуштым, сөнки белһә, ярҙам итеүҙән бөтөнләй баш тартасаҡ. Туй үткәрмәһәм, улым да минән биҙәсәк.
Үҙ хаталарымдан сығып, йәштәргә кәңәш биргем килә. Донъяла идеаль кеше булмай, һәр кемдең кәмселеге бар. Бәләкәй генә кәмселектәрҙе айырылышыуға оло сәбәп итеп, бәхетегеҙҙән баш тартмағыҙ. Юҡҡа ғына элекке быуын сабырлыҡты алтын менән тиңләмәгән.