Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Август 2024, 06:53

Һеҙгә нимә кәрәк: байлыҡмы, һаулыҡмы?

– Ярай, артымдан эҙҙәрем буйынса килеп тапҡаның өсөн, бер теләгеңде үтәйәсәкмен. Әйт, ниндәй теләгең бар?

Һеҙгә нимә кәрәк: байлыҡмы, һаулыҡмы?Һеҙгә нимә кәрәк: байлыҡмы, һаулыҡмы?
Һеҙгә нимә кәрәк: байлыҡмы, һаулыҡмы?
Бер кеше ҡыш көнө иртән уянып, урамға сыға һәм ҡар өҫтөндә эҙ күрә. Эҙҙәр өйгә табан килмәгән, ә сығып киткән. Эҙ буйынса бара торғас, был кеше тау ҡыуышлығына барып сыға.

– Бөгөн йортобоҙға ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдырмайынса килеп, эҙ ҡалдырып китеүсе бындамы? – тип өндәшә.

– Эйе, – тигән яуап ишетелә.

– Һин кем? – тип һорай кеше.

– Мин – бәрәкәт.

– Ниңә киттең?

– Һиңә асыуландым.

– Аллаһ ризалығы өсөн, зинһар, ғәфү ит. Мин – бик ауырлыҡ менән донъя көткән фәҡир кеше. Һин киткәс, бөтөнләй астан үләсәкбеҙ, зинһар, кире ҡайт, – тип илай-илай үтенә.

– Ярай, артымдан эҙҙәрем буйынса килеп тапҡаның өсөн, бер теләгеңде үтәйәсәкмен. Әйт, ниндәй теләгең бар? – тип һорай бәрәкәт.

– Нәмә һорарға ла белмәйем, шуға күрә, рөхсәт бирһәң, өйгә ҡайтып, ғаиләм менән кәңәшләшһәм, һәйбәт булыр ине, – тип, бәрәкәттән рөхсәт алып, ҡайтып китә.

Ғаилә ағзалары төрлө кәңәштәр бирә. Ҡайһы берәүҙәре – байлыҡ, икенселәре – сәләмәтлек, өсөнсөләре яңы йорт һорарға ҡуша. Был хаҡта һәр береһе үҙ теләген әйтеп, талашып-ыҙғышып бөткәнсе, килен кеше барыһын да тынысландырып: “Әйҙәгеҙ, үҙ арабыҙға берҙәмлек һорайбыҙ”, – ти. Ни хикмәт, бөтәһе лә әлеге фекер менән килешә.
 
Һәм был кеше бәрәкәт янына барып “Беҙгә берҙәмлек кәрәк” тигәс, бәрәкәт:

– Мине ҡыҙыҡ иттегеҙ, сөнки берҙәмлек – икенсе исемем. Берҙәмлек булған ерҙә минән башҡа булмай. Тимәк, миңә киренән һеҙгә ҡайтырға тура килә, – ти һәм был кеше менән китә.
Автор:
Читайте нас