Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Август , 15:44

“Ҡурай булып ҡайтырмын...”

– Ағай, мин Өфөнән килгәйнем. Айгиз Баймөхәмәтов булам. Ошо китапҡа автограф ҡуйһағыҙсы...

“Ҡурай булып ҡайтырмын...”
“Ҡурай булып ҡайтырмын...”

Әсәй тураһындағы күңелгә ятышлы ошо йырҙарҙы беҙҙә белмәгән кеше юҡтыр:
“Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан,
Сөн һыуында йыуған иң элек...”
Йәиһә икенсеһе:
“Ташлама, әсәй, ташлама
Мине изге доғаңдан!
Ташлаһаң изге доғаңдан
Мин бәхетле булалмам...”
Эйе, был йырҙарҙы тыңлап хәҙер инде бер-нисә быуын үҫте. Мәктәптә уҡығанда әсәй тураһында ниндәй йырҙы беләһең тип һораһалар, тап ошоларҙы хәтергә төшөрөр инем. Ҡыҙыҡ бит ул тормош. Ул саҡта авторы кем тип уйланған да юҡ ине. Йылдар үткәс ошо юлдарҙы яҙған арҙаҡлы замандашыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Миңнуллин икәнен белеп үҙемә ҙур асыш яһағандай йөрөрмөн. Улай ғына ла түгел, Роберт ағай менән яҡындан аралашырбыҙ, фекерҙәш, рухташ булырбыҙ тип кем уйлаған!?
Роберт ағай Миңнуллинды студент саҡта уҡ күрергә насип булды. Ул йылдарҙа яҡташыбыҙ Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары булараҡ Өфөләге байтаҡ әҙәби-мәҙәни сараларҙа ҡатнаша торғайны. Мостай Кәримдең вафатына бер йыл тулыу уңайынан Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарылған хәтер кисәһенә лә килгәйне. Роберт ағайҙың ундағы сығышын беҙ йотлоғоп тыңланыҡ. Сәхнәнән әйткән һүҙҙәре әле булһа ла хәтерҙә:
“Мостай ысынлап та хикмәтле исем. Уның төп кигеҙендә беҙҙең “оста” тигән бик мәғәнәле һүҙ ята. Тел оҫтаһы, шиғыр оҫтаһы! Мостай исеменә “ай” һүҙе лә йәшеренгән. Уның “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле” тигән драмаһы ла шул һүҙ менән башлана. Ул үҙе лә ай йөҙлө, ай кеүек нурлы булды. Мостай исемендә “тай” тигән һүҙ ҙә ырғылып тора. Ул оло йәшендә лә тай шикелле ярһыу, йәш тай шикелле йүгәнһеҙ һәм эйәрһеҙ ине. Уға бер кем дә йүгән кейҙерә алманы, уны бер кем дә эйәрләй алманы. Мостай һүҙендә ос тигән башҡорт һүҙе лә бар. Аҡһаҡалдың бөтә ғүмере осоу менән бәйләнгән ине. Бөркөттәр кеүек бейектә осто. Тағы мост тигән урыҫ һүҙе лә бар. Мост – күпер! Ул ижады менән күпме халыҡтарға, күпме күңелдәргә күпер һалды!”
Шәп сығыш яһаны шағир! Роберт Миңнуллин һөйләп бөткәс, халыҡ геү килеп ҡул сапты! Мин ул саҡта БДУ-ның беренсе курс студенты үткер һүҙле яҡташыбыҙҙың һүҙҙәрен күңелемә һеңдереп ултырҙым. Шулай булмаһа, хәтерҙә ҡалыр инеме?!
Ә инде Роберт Мөғәллим улы менән яҡындан танышыу 2015 йылда Ҡазанда булды. Унда Төрки донъяһының йәш яҙыусылары йыйыны үткәйне. Сараға төрлө республикаларҙан, илдәрҙән абруйлы әҙиптәр ҙә саҡырылған. Шул ҡунаҡтар араһында Роберт ағайҙы күреп ҡалдым. Бында китап һатыу ҙа ойошторолғайны. Уңайҙан файҙаланып, шунда яҡташыбыҙҙың “Мыйыҡ аҫтынан ғына...” тигән юмористик китабын һатып алдым да, йүгерҙем эргәһенә.
– Ағай, мин Өфөнән килгәйнем. Айгиз Баймөхәмәтов булам. Ошо китапҡа автограф ҡуйһағыҙсы...
Роберт ағай ихлас йылмайым ҡуйҙы:– Ә-ә-ә, Айгиз тигәндәре тимәк бына кем. Гәзиттән уҡып барам үҙеңде. – Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түбәм күккә тейгәндәй тойолдо. – Ә ниңә китабымдың шул хәтлем ҡалынын алғанһың? Өфөгә алып ҡайтыу ауыр була бит...
– Роберт ағай, һеҙҙең китаптарығыҙ беҙҙең өсөн бер ҡасан да ауыр түгел. – Шағир миңә ҡарап, мут йылмайып ҡуйҙы:
– Ну, телгә бөткәнһең, ҡустым.
Ағай тиҙ генә теләктәрен яҙып, китапты миңә һуҙҙы.
“Айгиз яҡташым! Уҡып барам, шатланам! Йәш саҡта яҙып ҡал! Иң изге теләктәр менән – Роберт ағаң.” Шул осрашыуҙа танышыуға ҡанатланып, үҙем дә беренсе китабымды матур һүҙҙәр яҙып, бүләк иттем.
2015 йылда мине Башҡортостандың Яҙыусылар союзы мине Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим иткәйне. Шул ваҡытта «Кызыл таң» гәзитендә Роберт Миңнуллиндың минең хаҡта ихлас яҙылған мәҡәләһе лә донъя күрҙе. Халыҡ шағиры хуплап, тәүге әҫәремә ҡарата йылы һүҙҙәрен яҙған. Был, әлбиттә, минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды.
“Минең ҡул артым еңел ул. Шуға хуплау һүҙемде яҙырға булдым” – тине телефондан һөйләшкәндә.
Аҙаҡ ошо уҡ мәҡәләне Ҡазанда сыҡҡан публицистик китабына ла индерҙе ағай. Ниндәй генә уңыштарға өлгәшһә лә, кеселекле һәм йәштәргә иғтирамлы булыуы менән дә ҡәҙерле Роберт ағай.
Белеүебеҙсә, Роберт ағай сығышы менән Илеш районынан. “Илеш минең тыуған ерем генә түгел, Илеш – минең бабам да. Эйе, эйе, нәҡ шулай. Тарихи сығанаҡтарға, ауылдаш ҡарттар ҡалдырған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, минең шәжәрәм Илеш исемле бабамдан (Илеш ауылына нигеҙ һалыусы) башланып китә” – тип яҙғайны үҙе “И, ғәзиз яҡташтарым!” китабында.
Роберт Мөғәллим улы тәү сиратта – иҫ киткес талантлы балалар шағиры. Уның кескәйҙәр өсөн ҡыҙыҡ шиғырҙары үҙенән-үҙе ятланып тора, улар еңел, хәтерҙә тиҙ ҡала. Был юҡтан ғына түгел. Шағир үҙе балаларҙың эске психологияһын аңлап, уларса уйлап ижад иткән һәр шиғырҙы. Шуғалыр ҙа уның ижады совет осоронда уҡ юғары баһаланып, һәр китабы йөҙәр мең тиражлап тотош илгә таралған. Уның китаптары бихисап телдәргә тәржемә ителеүе лә – быға асыҡ дәлил.
Йәнә Роберт Миңнуллиндың әсәйҙәр тураһында иң күп яҙған шағир булараҡ даны бар. Эйе, уның бик күп үҙәккә үтерлек әҫәрҙәре тәү ғәзиз әсәһе – Гөлжәүһәр апайға бағышланған.
Гөлжәүһәр апайҙың яҙмышы еңелдән булмаған. Кескәйҙән үҙе балалар йортонда тәрбиәләнгән. Йәшләй генә тол ҡалып, яңғыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтырған. Яңғыҙ ҡатындың биш бала менән ниҙәр генә күргәндәрен, йоҡоһоҙ төндәрендә ниҙәр генә уйлағандарын бер үҙе генә белгәндер. Аҙаҡ шағир үҙе былай тип яҙыр йырға әйләнгән шиғырында:
“Беҙ биш бала үҫтек әсәй менән
Тик үҫмәнек иркә ҡосаҡта.
Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек,
Биш ҡайғыһы булдыҡ ҡай саҡта”.
Миңнуллиндар ғаиләһендәге биш бала ла тормошта үҙ урынын таба. Роберт ағай – Татарстандың халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты дәрәжәһенә ирешә, күп йылдар Татарстан дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары була, Ким Мөғәллим улы – филология фәндәре докторы, Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының директоры, Татарстан фәндәр академияһының ағза корреспонденты. Гөлжәүһәр апайҙың өс балаһы иһә - Фән, Рим, Люциә - уҡытыусы һөнәрен һайлап, ғүмерен белем биреү хеҙмәтенә арнайҙар.
Шуға ла Роберт Миңнуллиндың әсәһенә сикһеҙ рәхмәте, мөхәббәте – уның бөтөн ижадында төп урындарҙың береһен биләп торҙо.
Роберт ағайҙы ике республика араһында дуҫлыҡ күперҙәрен нығытҡан шәхес булараҡ та беләбеҙ. Үҙе әйтмешләй, “Өфө-Ҡазан араһын тапап үтте инде ғүмер.”
Бик күп башҡорт яҙыусылары менән дуҫ йәшәне, күптәренең китаптарын татарсаға тәржемә итеп, Ҡазанда нәшер итте. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаевтарҙы – үҙенең остаздары тип һанаһа, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатовтар менән һәр саҡ дуҫтарса аралашып, бер-береһенә кәрәк саҡта шиғыр аша йылы һүҙҙәрен әйтеп йәшәнеләр. Был йәһәттән оло быуын әҙиптәре беҙгә, йәштәргә, үрнәк булып тора.
Роберт Миңнуллин йөрәгендә Татарстан менән Башҡортостанды берләштергән оло шәхес. Шағир үҙе бүләк иткән “Путешествие с поэтом Робертом Миннуллиным в Уфу и обратно” тигән китап бар миндә. Уның авторы – Удмурт республикаһының халыҡ яҙыусыһы Вячеслав Ар-Серги. Ике әҙиптең Башҡортостанға сәфәргә барыу тәъҫораттары нигеҙендә тыуған публицистик китап ул. Унда ошондай юлдар бар.
“Мин үҙем татар менән башҡорт сәнғәте бишегендә үҫкән кеше. Башҡорт моңо, ҡурайы, эпосы, ҡобайырҙары... Иҫкиткес фольклоры бар уның. Үҙем татар мәктәбендә уҡыным, әммә гел башҡорт радиоһын тыңлап үҫтек, шуға башҡорт телен туған телем кеүек беләм. Бала саҡтан башҡортса уҡыным, сөнки өйөбөҙҙә шул телдә гәзит-журналдарҙы алдыралар ине.
... Ҡазанда мине – башҡорт, ә Баш­ҡор­тос­тан­да – татар тип иҫәпләйҙәр. Яҙмыш шулай инде: әсәйем – татар, атайым паспорт буйынса - башҡорт”.
Был юлдарҙы килтергәнде әҙиптең милли тамырҙары хаҡында һүҙ йөрөтөргә теләмәйем. Беҙҙең өсөн ул Роберт Миңнуллин булыуы менән ҡәҙерле. Ике халыҡтың да яратҡан улы, ике халыҡтың да әҙәбиәтенә, сәнғәтенә байтаҡ мираҫ биргән шәхес. Ҡазанда ағайҙың фатирында булғанда, шәхси китапханаһына иғтибар иттем. Башҡорт яҙыусыларының китаптары күп булыуы һоҡландырҙы. Әҙәби әҫәрҙәр генә түгел, сәнғәт әһелдәре хаҡындағы альбомдар, тарихи китаптар бихисап ине. Был, әлбиттә, әҙиптең юғары мәҙәниәтле кеше булыуы, шулай уҡ ике туғандаш милләтте лә берҙәй яҡын күреүе хаҡында һөйләй.
“Беҙ бик яҡын халыҡ. Татар яҙыусылары менән дуҫлыҡта бул. Ҡазанға йышыраҡ кил!” – тип бер-нисә тапҡыр әйткәне булды ағайҙың. Ә инде күрше республикаға барһам, Роберт ағай менән күрешеү үҙе бер байрам ине.
“Һинең уңыштарыңды күреп ҡыуанам. Бер туған ҡустым һымаҡ күрәм үҙеңде” – тигән һүҙҙәре әле лә хәтерҙә.
Бер тапҡыр ағай фатирына ҡунаҡҡа ла саҡырҙы. Клара еңгә былау бешереп ҡуйған ине. Мин инде Ҡазанды насар белгәнгә күрә, саҡырылған ваҡытҡа бер аҙ һуңлаңҡырап килдем. Еңгәбеҙ ашты бер-нисә тапҡыр йылытып та өлгөргән. Роберт Мөғәллим улы, ғәҙәттә, төрлө сараларҙа гел яңғыҙы йөрөй ине, шуға еңгә менән аралашыу форсаты ла сыҡмағайны. Ә бында бик ихласлап аралашып ултырҙыҡ, күңелле булды. Ҡайтыр саҡта, ағай ете томлыҡ китабын матур һүҙҙәр яҙып бүләк итте.
Шул мәлдә ике кешенең мөхәббәтен күреп, һоҡланып ҡуйҙым. Һәр ирҙең уңышы артында – бөйөк ҡатын тора тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр! Минеңсә, Клара апайҙың аҡыллығы, түҙемлеге, тыйнаҡлығы бик ярҙам иткәндер шағирға. Ижад кешенең күңелен аңлаусы булмаһа, кәрәк саҡта терәк-таяныс булмаһа – ағайыбыҙ шундай уңыштарға ирешә алыр инеме?!
Әйткәндәй, Клара Миңнуллина – Башҡортостан ҡыҙы, Илештеке. Күп йылдар матбуғат өлкәһендә эшләгән, “Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме лә бар. Улар Алмаз менән Таңһылыу исемле балаларға ғүмер биргән.
“Бынан бер-нисә йыл элек телевидение программаһын ҡараштырып ултырғанда, “Клара һәр Роберт” тигән нәфис фильмға тап булғас, ҡатыным менән, нисектер, аптырап та, тулҡынланып та, сәйерһенеп тә ҡалған инек. Тура килеүен ҡара әле һин уның! Баҡһаң, бөйөк немец композиторы Роберт Шуман һәм уның ҡатыны Клара тураһында булып сыҡты ул фильм. Ҡыҙыҡ бит әй! Ҡасан да булһа берәр заман тағын да “Клара һәм Роберт” исемле яңы әҫәр яҙылмаҫ, тип, кем әйтә ала? Бәлки, ул шағир Роберт Миңнуллин һәм уның ҡатыны Клара тураһында булыр. Белмәҫһең был донъяны!” – тип яҙғайны шағир иҫтәлектәрендә.
Роберт Миңнуллин менән һуңғы йылдарҙа телефондан йыш аралашып торҙоҡ. Уны ҡаты сир менән айҡашыуын да белә инем. Һәр саҡ йө­ҙөнән йылмайыу китмәгән теремек ағайҙың күҙ алдында һүнә барыуын күреүе бик ҡыйын ине.
“Хәлемде кешеләргә генә әйтеп бармайым. Ике ай дауаханала яттым, дүрт операция кисерҙем. Терелеп киләм... ” – тигәйне бер һөйләшкәндә. Ҡыҙғанысҡа, әжәл көслөрәк булып сыҡты.
Был яҙмам - арҙаҡлы замандашыбыҙҙың яҡты рухы алдында баш эйеү билдәһе генә. Әллә ни артыҡ әйтә лә алмам, кеүек. Киләсәктә, уның ижадын төрлө яҡлап өйрәнеп (Роберт Миңнуллинды йырҙар авторы, балалар шағиры, дәүләт эшмәкәре, публицист булараҡ) байтаҡ хеҙмәттәр яҙылыр әле.

“Ҡурай булһа – боронғонан
Күңелдәргә ҡайтыр моң...
Тыуған яҡҡа мин үҙем дә
Ҡурай булып ҡайтырмын!

Ҡурай булып ҡайтырмын да,
Моңдар булып тулырмын.
Ҡурай күрһәгеҙ – тыңларғыҙ,
Ул ҡурай – мин булырмын...” – тигән шиғри юлдарын уҡып, тертләп ҡуйҙым. Шағир бит тыуған еренә бар мөхәббәтен, эске кисерештәрен, уй-хыялдарын ошо юлдарға һалған түгелме?..
Роберт Миңнуллиндың беҙҙең аранан китеп барыуына ярты йыл да үтеп китте. Бик һағынабыҙ, юҡһынабыҙ һине, ағай! Һинең аҡыллы һүҙҙәреңде ишетәһе, яғымлы итеп шиғыр уҡыуҙарыңды тыңлайһы, сәхнәнән төртмә телле сығыштарыңды күрәһе килә... Үлемһеҙ йырҙарың, үҙәккә үтерлек шиғырҙарың ғына йыуата беҙҙе.
Башҡортостан ерендә ҡурай моңо тыңғаны юҡ, тынмаҫ та! Шулай булғас, Роберт ағайҙың рухы ла һәр саҡ тыуған ерендә.
Шағирҙың күрәҙәселек кеүек яҙған юлдары һәр саҡ ҡолаҡта сыңлап тора:
Ҡурай булып ҡайтырмын да,
Моңдар булып тулырмын.
Ҡурай күрһәгеҙ – тыңларғыҙ,
Ул ҡурай – мин булырмын...

Айгиз Баймөхәмәтов.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: