Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Август 2024, 15:46

Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (2)

Артҡа сигенеүе малай кешегә оят. Бигерәк тә ҡунаҡ малай алдында. Ҡулына берәй ситән сыбығы эләктергәндә лә ярар ине лә ул...

Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ  (2)
Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (2)

Динис БҮЛӘКОВ 

Эҫе ҡар

Повесть(2)


Икенсе хикәйә, йәки
Ҡыҙыл әтәстең талауынан имен ҡотолоу

Йөҙөкәй инәйҙең бер таба майлы ҡоймағын ялтыратып ҡуйғас, малайҙар урамға сыҡты. Ашап, тамаҡ туйҙырып алғас ни, икеһенең дә күңеле көр. Ирмәк Сашаға ҡарап, Саша Ирмәккә ҡаршы бер өҙлөкһөҙ йылмайҙы. Баяғы ҡар тауындағы ҡылығы өсөн Ирмәк бик ҙур уңайһыҙлыҡ кисерә ине. Әле нисек тә һалам сәсле малайҙың күңелен табырға тырышты. Әкрен генә баҫып түбәгә күтәрелгәс, Ирмәк үҙе башлап теге кәпәсте Сашаға табан тибеп ебәргән булды. Тегеһе лә бик зирәк икән, оҙаҡ көттөрмәне, шунда уҡ яуап итеп йыртыҡ кәпәсте кирегә осорҙо. Ошо мәлдә Ирмәк Сашаның ҡулынан тотоп алды ла, ғәфү үтенгән һымаҡ, башын эйеп алды. Юҡҡа ғына төртөп ебәргәнмен бая, һин шәп малай икән, йәнәһе. Саша тиҙ үк төшөндө:
– Пустяк, – тигән булды.
Әһә, бының тағы бер һүҙе аңлашыла түгелме?
Ирмәк элеп алды:
– Бүстәк түгел шул, оят!
Ошо мәлдә икеһе лә береһен-береһе уҙып сылтырлатып көлөштө. Саша хатта ике мәртәбә Ирмәктең арҡаһынан дуҫтарса ҡағып алырға ла онотманы. Бер аҙҙан Ирмәк, шаярыу күңелле булһа ла, ерҙән Сәмиғулланың кәпәсен алып, бағана башына элеп ҡуйҙы. Ни тиһәң дә, дуҫы бит, был ҡунаҡ малайҙар килер ҙә китер, ә Ирмәккә Сәмиғулла менән тороп ҡалырға. Ошоно ғына көткән кеүек, Саша йүгереп барып тырым-тырағай ятҡан ике тал ағасын йыйып килтерҙе. Береһен шунда уҡ ҡар малайға ҡул итеп эшләп тә ҡуйҙы. Унан инде Ирмәк тә ҡалышманы. Сәмиғулланың йөҙөн матурланылар, күҙҙәрен төрттөләр, кәүҙәһе ҡыйшайып барған кеүек ине, уныһын да бынамын тигән итеп турайтып ҡуйҙылар. Етмәһә, Саша бая уҡ Ирмәк онотоп ҡалдырған еүеш бейәләйҙәрҙе Сәмиғулланың ҡулдарына кейҙереп ебәргәс, ҡар малай һоҡланғыс булды ла китте. Инде кәпәсте яңынан кейҙерәһе генә ҡалды. Шул саҡ Саша дүрт аяҡланып баҫып, быны бик тиҙ төшөнгән Ирмәк, уның арҡаһына менеп, бик йәтешләп Сәмиғуллаға кәпәсен кейҙерҙе. Эй икеһенең дә күңелдәренең булыуын күрһәгеҙ ине ошонан һуң! Саша ҡапыл Ирмәктең еңенән тартып, һырттағы мәктәп яғына ымланы. Әйҙә, атайым янына барайыҡ, тип әйтеүе ине быныһы. Ирмәктең үҙенең дә йәне түҙемһеҙләнә ине баянан бирле. Нимә, нимә, ә Өсөйлө ауылына беренсе мәртәбә кино килгән! Ҡарғалыла әсәһе бер-ике рәт алып барғайны уны. Шул тиклем ғәжәп күренеш, аҡ сепрәктәге кешеләр ҡапыл терелде лә китте. Терелә генәме һуң, кешесә һөйләшәләр, көлөшәләр... Әкәмәт инде. Ошоларҙы уйлап алып түҙемһеҙләнгәнгә Ирмәк ризалыҡ белдерҙе:
– Әйҙә һуң!
Улар, ҡуҡыр ғына баҫып, тыҡрыҡҡа инеп китте. Ирмәк баянан бирле күҙенең сите менән тыҡрыҡ мөйөшөндә йәшәүсе Мөслимәләрҙең лапаҫ башын күҙәтеп килә. Быны ул Сашаға һиҙҙермәҫкә тырыша, сөнки мәғәнәһен әлегә үҙе генә аңлай. Лапаҫ башында әлегә бер кем дә юҡ. Ләкин Мөслимәнең ҡыҙыл яулығы ялпылдап киткәнде ул үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Тимәк, уларҙы шәйләй һалып, этлек уйлай Мөслимә. Нисауа, күрмәгәнен күрһәтер әле Ирмәк тә. Улар Миңлегөл менән икәүлектән файҙаланып, нисек теләй, шулай Ирмәктән көлгән булалар. Таҡмаҡтары ла нисек бит әле, әҙәм мәсхәрәһе:
Малай, малай, малайҡай,
Арт яҡҡайы ҡалайҡай!..
Тфү! Тапҡандар әйтер таҡмаҡ. Ирмәк бына үҙенә һүҙ бирә: ошо ҡунаҡ малай ҡайтып китеү менән шундайын итеп таҡмаҡ сығарасаҡ, хатта тегеләрҙең күҙҙәре атылып сыҡмалы булыр. Әле Ирмәк Мөслимәнең хәйләһен тиҙ төшөндө. Ана, уларҙы күреп ҡалыу менән, йүгереп сығып тыҡрыҡҡа ем һипте. Инде был тирәне имен генә үтеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Артҡа сигенеүе малай кешегә оят. Бигерәк тә ҡунаҡ малай алдында. Ҡулына берәй ситән сыбығы эләктергәндә лә ярар ине лә ул...
Хәҙер Мөслимәләрҙең тауыҡтары ла шул тыҡрыҡҡа ем сүпләргә сығасаҡ. Ә инде уларҙан бер тотам ҡалмай йөрөгән оҙон суҡышлы дәү ҡыҙыл әтәс, юл баҫырға әҙер булып, күҙҙәре ҡыҙарып-аларып, шунда уҡ барып торасаҡ. Ҡыҙыл әтәстән күргән михнәттәрен Ирмәк һөйләп бөтөрә алмаҫ ине. Шуға ҡулынан таяғын төшөрмәй торғайны тыҡрыҡтан үткәндә. Юҡһа, аңшайыбыраҡ барһаң, ул ҡоторған әтәс осоп килеп башыңа ҡунырға ла күп һорамаҫ. Бына әле таяҡ алырға ла баштары етмәгән. Ну, Мөслимә, эләгерһең әле бер үҙең генә...
Малайҙар Мөслимәләрҙең өйөнә етеп килгәндә, ҡапыл, елләнеп, ситән аша осоп сыҡмаһынмы теге һуғыш суҡмары! Маңлайында ус яҫылығындағы ҡып-ҡыҙыл кикреге әллә ҡайҙан уҡ ялпылдап күренде. «Ҡара-ҡара, ҡуштанбикәһе – Миңлегөлө лә ҡалмаған. Ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткән». Бер көлтә бесәнде арҡыры һалдылар ҙа, шуға ултырып, сертләтеп көнбағыш ярырға керештеләр. «Кәмит ҡарарға әҙерләнәләр», – тигән уй килде Ирмәк башына. Ҡыш көнө тирә-яҡта ташы ла ятмай бит әле, кикреген лайлағансы тондорор ҙа ҡасыр ине. Ә... ҡанға батырып икеһен дә талап ырғытһа? Ирмәктең күңелен бер аҙға ғына ҡурҡыу баҫты. Быны ул Сашаға ла аңлатып ҡарарға тырышты, әтәс булып осоп-ҡунып та күрһәтте, ләкин һалам сәстең иҫе лә китмәне. Йылмайған килеш атлауын белде. Ҡунаҡ ҡурҡмағас, Ирмәк нишләһен инде.
Ни булһа ла икеһе бергә күрәсәк. Шулай ҙа ул юл өҫтөндә ятҡан бер нисә йомро ғына туңған ат тиҙәген төҫмөрләп ҡуйҙы, һис юғында, кәрәк саҡта шуларҙы алып өлгөргәндә лә насар булмаҫ. Лапаҫ башында ҡыҙҙар сырҡ-сырҡ килә, түҙемһеҙләнеп әтәстәренә үрелеп ҡарайҙар. Саша уларға телен сығарып күрһәткәс, тегеләр тағы йәнләнә төштө. Хәҙер, хәҙер телеңде күрербеҙ, йәнәһе.
Малайҙар ул-был итеп өлгөргәнсе, теге күҙе аларған ҡыҙыл әтәс, дәү ҡанаттарын шыштырлатып ерҙән һөйрәп, йүгереп килә лә башланы. Тауыҡтары ла бер аҙға юлға һибелгән емде сүпләүҙән туҡтап торҙо. Йәле, беҙҙең әтәс ағайыбыҙ нисегерәк дөмбәҫләр икән быларҙы, ҡарап-ҡарайыҡ, тип әйтеүҙәре шул булғандыр инде. Тауыҡтар ғына түгел, көнбағыш сыртлатыуҙарын онотоп, Мөслимә менән Миңлегөл лапаҫ ситенә үк муйындарын һуҙып килеп ятҡан. Әтәс тигәс тә әтәс инде, ҡоторған булһа ла, кеше айыра. Үҙенә яҡын ҡунаҡ малайҙы күрмәмешкә һалышып, әпәт Ирмәккә уҡталды. Малай, ни булһа ла булды, тине лә сытырлатып күҙҙәрен йомдо, һыңар беләге менән йөҙөн ҡапланы. Ләкин әтәс был юлы Ирмәктең түшенә ҡунып өлгөрмәне, Саша уны һә тигәнсе ике ботонан эләктереп тә алды. Теге донъя ярып ҡурҡылдап ебәреүгә, икеһе лә ергә ҡоланы. Ҡунаҡ малай ҡурҡаҡтарҙан булып сыҡманы, икенсе ҡулы менән йәһәт кенә һуғыш суҡмарының ҡанаттарын ҡайырып тотоп алды ла, аяҡтарына баҫҡас, әтәсте болғап-болғап тороп ситән буйына томорҙо. Теге ҡоторған, әллә күпме ипкә килә алмай, яр һалып ҡысҡырҙы. Быны күргән тауыҡтар ел өргәндәге кеүек ҡасып бөттө. Бер аҙҙан әтәс тә нисек етте шулай ырғып торҙо ла, йөнө йолҡонғанды ла онотоп, ҡанаттары ишелгәнгә ситән аша осоп сыға алмағас, ҡытҡылдай-ҡытҡылдай тыҡрыҡ буйлап түбәнгә елдерҙе. Имен саҡта ҡасып ҡотолғаның хәйерле, тигәндер инде. Уның ҡарауы, лапаҫ башынан бер түгел, ике ҡыҙ һөрән һала башланы:
– Үлтерҙе-е, үлтерҙе!..
– Бөт-тө, харап итте!
– Мөртәт, үләт, ләғнәт!..
– Үл-тер-ҙе-е-е!..
Малайҙар бер-ике аҙым да атларға өлгөрмәне, ҡулына сыбыҡ тотоп, Мөслимәнең әсәһе тыҡрыҡҡа уҡ килеп сыҡты.
– Нимә, хәстрүш малай, шул минең малыма ҡанығыуың бар инде һинең!..
Ирмәктең арт яғына шыйлап төшөргә тейешле сыбыҡ һауала көйө аҫылынып ҡалды. Саша, ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡарап:
– Здрасьте! – тип өндәште.
Мөслимәнең әсәһе бындай уҡ хәлде көтмәгәйне, ни әйтергә белмәне:
– Здрасьте һуң, әләйһәң, – тигән булды. Шулай ҙа Ирмәккә ҡарап янап ҡуйырға онотманы. – Ипле йөрө, Нәжибә малайы тип тормам.
Инде Ирмәк ҡурҡмай, иптәшең булғас, бигерәк тә урыҫ малайы икән – һиңә бер нәмә лә кәртә түгел.
– Ауылда бөгөн кино була, вәт, – тине Ирмәк. – Бына был, белгегеҙ килһә, Саша, киносы ағайҙың улы. – Бер аҙ уйлағандан һуң өҫтәне: – Минең дуҫым!
Мөслимәнең әсәһе бот сапты:
– Ыстағафирулла, кина килгәнме ни? Ҡара әле... Мөслимә, Миңлегөл, кино килгән ти бит ауылға. Өсөйлөнө лә әҙәмгә һанағас, эштәр арыуға табан бара инде. Бер көндө Ғизетдин ағай, гәзиткә яҙҙым әле, тип һөйләнә ине шул.
Лапаҫ башында ике ҡыҙ кем уҙарҙан һикерешә башланы:
– Ур-ра! Кино килгән...
– Беҙҙең ауылда ла кино күрһәтәләр, ур-ра!.. – Ирмәк тегеләргә ҡыҙығып ҡарап торҙо ла, әле генә эшләгән этлектәрен иҫенә төшөрөп, былай тине:
– Ә мин һеҙҙе киноға кереттермәйем!
Мөслимәнең әсәһе ҡапыл ғына аптырап китте, лапаҫ башындағылар ҡурҡып тынып ҡалды.
– Ни-нисек инде ул... кереттермәйһең? Эй, Нәжибә малайы, мин һине... әсәйең кәнсәләрҙә эшләй тип тормам... Улар нимә, совет балалары түгелме ни һиңә?
Ирмәк апайҙың ауыртҡан еренә тейгәнде аңлап, үҙһүҙләнде:
– Булһа ла индермәйбеҙ! – Шунан ҡунаҡҡа боролдо ла: – Шулай бит, Саша, – тине.
Тегеһе, әйтерһең, башҡортса өйрәнеп өлгөргән инде, башын һелкетә.
– Ана ишеттегеҙме, Саша ни тине? Әтәстәрен һуғыштырып ҡарап ултырһындар, тине.
Лапаҫ башындағы ике ҡыҙ, әле генә кем уҙарҙан һикерешкәндәрен дә онотоп, икеһе бер юлы күҙҙәрен ҡаплап илап ебәрҙе.
– Ҡыҙҙар башҡаса әтәс һөсләтмәҫтәр, туғаным, аҡыллы балалар бит улар. Мәхрүм итмәгеҙ инде, ғүмерҙә бер килгән киноны ла ҡарай алмай ҡалһалар, бигерәк ҡыйын булыр бит етемкәйҙәргә. – Апай аҙарына башланы. – Һин үҙең дә, Нәжибә малайы, яңғыҙың морон төртөп ҡалҡып ҡына киләһең, әсәйең уҡымышлы кеше бит...
Ирмәккә йәл булып китте апай кеше:
– Ярай улайһа, барһындар, – тине ул, тура ҡарап, – тик икенселәй мине мыҫҡылламаһындар. Бына Саша әйтте, әтәстәрен тағы бер юлға ҡотортоп сығарһалар...
– Аңлашылды, туғаным, аңлашылды, икенсе улайтмаҫтар. – Шунан апай кеше ҡапыл алсаҡланып китте. – Әйҙәгеҙ, балалар, балан баститы бешергәйнем, ауыҙ итеп сығығыҙ!
Ирмәк тиҙ үк уйлап алды ла баш тартты.
– Юҡ, әле генә Йөҙөкәй инәй ҡоймаҡ менән һыйлап сығарҙы, – тине, һәм малайҙар ары атланы.
Бара торғас:
– Вәт, иптәшең булғас, ниндәй рәхәт, – тип ҡуйҙы Ирмәк үҙ алдына.
Кисенә Өсөйлө ауылының йәше-ҡарты – көллөһө лә мәктәп бинаһына йыйылды. Сашаның атаһы, бик мөләйем кеше, малайҙарҙы иң түргә – сытырлап эшләп ултырған аппарат янына уҡ мендереп ултыртып ҡуйҙы. Ирмәктән аҡса ла һораманы хатта.
Тышта двигатель шартлап эшләп ебәреүгә, стеналағы аҡ экранға хәрефтәр яҙыла ла башланы. Ирмәк әле уҡый-яҙа белмәй, шуға бик эсе бошто. Ул әсәһенең дә эштән ҡайтып килеп ултырғанлығын күрҙе. Ана, Мөслимә менән Миңлегөл әсәләренең ауыҙҙарына инеп бара. Ә Ирмәк улай ҡыланмаҫ. Малай кеше бит, ни тиһәң дә. Эх, урыҫ телен белмәй, белһә, Сашанан бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләтер ине.
Уңарсы булмай, экранда даһырлашып аттар сабыша башланы, ҡылыстарын болғап, ҡыҙылдар елеп үтте. Ай-һай, вәт осалар тәк осалар. Аҡтарҙың киҫелгән баштары тәгәрләп-тәгәрләп китә, ә пуля тейгән бахыр аттары тәкмәсләп-тәкмәсләп барып төшә. Ҡыҙылдар ни батыр булғас, һаман алға саба. Ҡолаҡ төптәрендә ел генә һыҙғырып ҡалалыр инде. Ә ҡылыстары һуң, ҡылыстары!.. Көмөштән эшләнгәнме ни, йәшен йәшнәгәндәге кеүек, йылт та йылт киләләр...
Ошоларҙы ҡарап һоҡланып ултырған Ирмәктең бөйөрөнә Саша төрттө:
– Вон Фрунзе!
Берәй нәмә аңлаған кеүек, баш һелкте лә Ирмәк:
– Эйе, Фрунзе, – тип ҡуйҙы.
Тора-бара уға был һүҙ шул тиклем оҡшаны, ҡайһы яугир батырлыҡ күрһәтә, шуға ҡарап:
– Ур-ра, Фрунзе! – тип ҡысҡырҙы, түҙмәне, урынында һикерҙе. Сашаға ла мәрәкә ине был, ул да Ирмәккә ҡушылып:
– Фрунзе! Ур-ра-а!.. – тип ҡысҡырҙы.
Ҙур ҡыҙыл байраҡ тотоп, дала буйлап һыбайлылар эй елә, эй елә!..
Шуларға ҡарап торған Ирмәк бәхет күгенең етенсе ҡатында тойҙо үҙен. Кино бөтөүгә әсәһен тиҙерәк ҡосаҡлап алды. Юлда өйҙәренә ҡайтып еткәнсе «Фрунзе»ны һөйләне. Әсәһе уның һайын Ирмәктең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп ҡуйырға онотманы.
– Э-эй, ҡолонсағымды, үҫкәнемде!..
Ирмәк көнө буйы йүгереп йөрөп, бөгөн ныҡ арығайны. Өйҙәренә ҡайтып еткәндә йоҡо баҫа башлағайны ине инде. Әсәһе уны сисендереп тә тормаҫтан, түшәгенә һалды. Малай төшөндә атта елеп йөрөнө, һирәк-мирәк ҡысҡырып та ебәрҙе. Бына ҡыҙыл атлылар өҫтөндә ялҡындай булып, ҙур ҡыҙыл әләм елберләй. Ул берсә ҡыйғыр ҡошҡа әйләнә, берсә әләмгә. Хатта әтәскә лә оҡшай биреп ҡуйҙы. Ирмәк уныһын тиҙерәк янынан ҡыуҙы. Аҙаҡтан ҡыҙыл әләм тик ҡып-ҡыҙыл ҡыйғыр ҡош рәүешендә генә тороп ҡалды. Ул берсә күктәргә талпына, берсә тауҙар-үҙәндәр өҫтөнән шыҡыйып оса, берсә уҡтай атылып дошмандарына ташлана. Малай төшөндә лә һоҡланыуынан туҡтамай ине. Тертләй бирә лә: «Фрунзе, Фрунзе!» – тип һөйләнеп ҡуя.
Бына шул ҡиәфәттә уның төшө ғүмерлек хәтерендә ҡалды. Тик иртәгәһенә мәктәп янына Сашаны эҙләп йүгереп барһа, улар юҡ ине инде. Санаға аппараттарын тейәп, иртән иртүк ер туңда күрше ауылға сығып киткәйнеләр. Ирмәк бик ныҡ үкенде. Исмаһам, Саша менән хушлаша ла алманы бит. Әле генә бынамын тигән дуҫы бар ине, хәҙер тағы, бөтә Өсөйлөгә берҙән-бер малай булып, яңғыҙы тороп ҡалды.

Өсөнсө хикәйә, йәки
Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет

Көн артынан көн үтә торҙо. Әле яңы ғына бөтә урман-сауҡалыҡтар, баҫыу-ҡырҙар ҡар юрғанын бөркәнеп сабыр ғына серем итә ине. Әллә ҡайһы арала улар асылды, терелеп китте, гүйә, ҡыш буйы йоҡлаған әкиәт батыры кирелде инде – шытырлап Аҡнөгөш өҫтөндәге боҙҙар сатнаны.
Шулай бер аҙна тирәһе килделе-киттеле ятты ла йылға, ирәйеп тын алғандағы кеүек, бер көсәнеп ҡуйҙы, шикелле. Ошонан һуң әкрен генә боҙҙар ҡуҙғалышып ҡуйҙы. Йылы яҡтарға көҙөн осорға әҙерләнгән ҡоштар кеүек, улар ҙа хәл йыйып ята башланы. Сөнки уларҙың да юлдары алыҫ шул. Ҡояш уның һайын йомартланыбыраҡ нурҙарын һипте. Бар Өсөйлө халҡы хәҙер Аҡнөгөш ярынан ҡайта белмәй. Кистәрен шуның ярында усаҡ яғыу булһынмы, күптән кибеп, таҡырланып алған тәңгәлдәрендә йәш-елкенсәк, еңгә-ағайҙар шул усаҡ яҡтыһында уйындар асып ебәрһендәрме, мәрәкә, уйын-көлкө һөйләшеүме – көллөһө лә яр буйына күсте. Тәбиғәт көткән яңырыу кешеләрҙе үҙгәртеп, дәртләндереп ебәргәйне.
Ирмәк тә бик ярата ошо миҙгелде. Боҙ китеүен ҡарау бигерәк тә мәрәкә бит ул. Донъя үҙе ҡутарылып аҡҡан кеүек. Бындай саҡта ағайҙар багорҙарын һаплап, осона оҙон арҡан тағып әҙерләп ҡуя. Боҙ менән бергә юғарынан йыуан-йыуан бүрәнәләр ҙә ағып төшә, шуға багор менән атып ебәрәһең дә, барып ҡаҙалғас, арҡанынан тартып та алаһың. Хатта ҡайһы йылдарҙа ярты өйлөк ағас та йыйып алғылаған кешеләр булғылай. Боҙ өҫтөндә нимәләр генә аҡмай: ул сана, ул арба... Ә бер йылды башмаҡ ағып төшкәнде Ирмәк үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Аңғыра мал ни, көйшәп баҫып торған да инде ҡояшта боҙ өҫтөндә, ағып киткәнен дә һиҙмәгән.
Ирмәктәрҙең Аҡнөгөшөндә боҙ ике мәртәбә китә. Тәүгеһен – үҙебеҙҙең урындағы боҙ, тиҙәр, уныһы киткәс, йылға бер-ике көн асылып, тын алып тора, шунан иң юғарынан урман боҙо килә башлай. Урман боҙо бөтөнләйе менән айырыла, уның төҫө зәп-зәңгәр йә иһә йәп-йәшел була. Ундай саҡта Аҡнөгөш ярһый, ҡайнай, ажғыра. Йылға күп урында ярҙарынан сыға, морондар емерелә; ҡайһы саҡ яҡындараҡ ултырған ҙур-ҙур тирәктәреңде лә төбө-тамыры менән йолҡоп ауҙара. Бындай саҡта кешеләрҙең мунсалары ағып киткән саҡтар ҙа осраштыра. Урман боҙо уҫал, мәкерле була, ул ҡаҙанда бығыр-бығыр ҡайнаған аш кеүек, урғып-һикереп ажарланып китә. Шуға ундай саҡта ярға яҡын бармауың хәйерлерәк.
Ирмәктең күптәнге хыялы – Ғизетдин бабаһынан бәләкәй генә бер багор һаплатып алыу ине. Бүрәнәләргә атмаһа ла, ваҡ-төйәк ағастарҙы тартып сығарып торор ине. Тик нисек яйын тура килтереп әйтергә?
Әмәлгә ҡалғандай, Ғизетдин бабай ауырыбыраҡ киткән икән. Шулай ҙа уларҙың өйө яғына йүнәлде Ирмәк. Бәлки, берәй әҙер багорын булһа ла бирер.
Шулай тип уйлап та өлгөрмәне малай, тәҙрә ҡаҡтылар. Ҡараһа, Ғизетдин бабай ҡарап тора.
– Эй, ир-егет, инеп сыҡ әле, йомошом бар ине!
– Хәҙер, бабай! – Ирмәк, был хәлгә ҡыуанып бөтә алмайынса, тегеләрҙең ишегенән барып та инде. Керһә, ни күрә: бабай ҡаҡ һикегә һуҙылып төшөп ятҡан, билен яланғаслап, таҫтамал менән уратҡандар. Шәмсиҡәмәр әбей табала тоҙ ҡыҙҙыра ла шунда килтереп һала, ҡыҙҙыра ла килтереп һала.
Ваҡыт-ваҡыт бабай ҡысҡырып уҡ ебәрә:
– Алла билем, Алла!.. Ну, кәрәкте бирә бит был. – Башын Ирмәк яғына бора. – Хәҙер, ултырып ҡына торсо, улым. Әбейең тоҙ менән йылытһын да бер аҙ... Урманға утынға барғайным бит, гонаһ шомлоғо. Йоҡа кейенгәнмен, ахыры. Ҡайһы ике арала эләктергән.
Ирмәккә был хәл ҡыҙыҡ. Шундай ҙур кәүҙәле кеше лә бирешеп ятыр икән.
Бәһлеүән бит әле үҙе.
– Һыуыҡ үтмәгән ул, Ғизетдин, – тип һүҙгә ҡушыла Шәмсиҡәмәр инәй, – ауыр күтәргәнһең. Әйтеп торам бит. Ана, килтереп йыҡҡан утындарын ҡара әле, балам! – Инәй кеше түр тәҙрәһенән ихата эсендәге ҙур өйөмгә күрһәтә. Ирмәк һонолоп ҡарағайны, иҫ-аҡылдары китте: умарта йыуанлыҡ имән ағастары ята ине.
– У-уу!.. – тип аптыраны малай.
– Әллә ысынлапмы, улым? – тип белеште бабай.
– Бигерәк йыуандар бит, былар ни, биш билеңде лә муртайтыр, – тип ебәрҙе Ирмәк.
Ғизетдин бабай эҫе тоҙға бер аҙ түҙеп ятты ла бер аҙ һелкенеп ҡуйҙы.
– Тоҙоңдо йыйып ал булмаһа, әсәһе, – тине ул, күлдәген башы аша һыпырып ташлап. – Улым, кил, билемде тапа! Хәҙер беҙ уны шәбәйтеп алайыҡ та Аҡнөгөштән бүрәнә тоторға китәбеҙ.
Шәмсиҡәмәр инәй ҙә дәртләндереп ебәрҙе:
– Бөтә ауылыбыҙға әлдә берҙән-бер малай һин бар әле. Кемдән билеңде тапатыр инең. Малай кеше тапаһа, хәҙер яҙыла ла китә ул. Был ваҡытта инде Ирмәк тырышып-тырышып Ғизетдин бабаһының билен тапай ине. Тегеһе бер аҙ ыңғырашҡан кеүек ятты ла үҙе үк өйрәтә башланы.
– Ҡалаҡ һөйәктәренә лә баҫ, балам. Хәҙер яйлап ҡына билгә күс, ана шулай, а-ана шу-шулай... Вәт бит, ебәрҙе билде. Ебәрҙе... һиндәй егет табаны аҫтынан да ауырыу ҡасмаһа тағы... Мол-лодец!..
Ирмәк иң уңайлы мәл тура килгәнде аңлап:
– Ғизетдин бабай, миңә бәләкәй генә багор һаплап бирмәҫһеңме икән? – тине.
Бабай кеше йылмайып ятты ла:
– Ана, инәйеңдең дә билен тапап бирһәң, ҡыуалдан еңел генә итеп эшләп бирермен, – тип көлдө. – Икәүләп бергә ағас тоторбоҙ.
Уңарсы булмай, урамда ҡысҡырышҡан тауыштар яңғыраны:
– Аҡнөгөш ҡуҙғалды!..
– Боҙ китә, боҙ...
Ошо хәбәрҙе ишетеп, әле генә ыңғырашып ятҡан Ғизетдин бабай тороп ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Әбей, ҡайҙа минең итектәр?..
Ғизетдин бабай тәки һүҙендә торҙо. Ишек алдына сығыу менән иҫке бер багорын сүкеп, әҙер һәнәк һабына ултыртты ла бирҙе.
– Әйҙә, улым, йүгерҙек!
Ә Аҡнөгөштә боҙ ныҡлап ҡуҙғалып киткәйне инде. Ғәм халыҡ – яр башында, мәж килә. Бына усаҡтар төтәй башланы. Кемдер яр ситендәге тиреҫкә ут төрттө. Йәшерәк килендәр йыр һуҙып ебәрҙе. Инәйҙәр шунда уҡ бүрәнә өҫтөнә ултырып ойоҡ-башалтай бәйләүен дауам итте. Ә инде арҡанлы багор тотоп алған ирҙәр тыныс ҡына бер ситтә тәмәке көйрәтә. Ләкин был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола, һәр ҡайһыһы күҙенең сите менән генә йылға өҫтөн күҙәтә. Боҙ араһында бүрәнә күренеп кенә ҡалһын, тегеләр тиҙ үк тәмәкеләрен атып бәрәләр ҙә яр буйлап ҡаршы йүгерәләр. Ундай саҡта арҡандың бер осо һул ҡулға уралған була, ә бау тағылған оҙон һаплы багор, боронғо һунарсыларҙың һөңгөһөнә оҡшап, уң ҡулға күсә. Кем нисек атып багорҙы бүрәнәгә ҡаҙай – уныһы инде таһыллыҡтан килә. Ағайҙар араһында Ирмәк тә буталып йөрөй. Ул да ир кеше бит әле. Ҡыҫҡа һаплы багор менән ярға уҡ килеп менгән боҙҙарҙы төртөп төшөргән була. Ошолай байтаҡ ҡына яр буйында ғүмер үткәргәс, халыҡ төшкөлөккә лә тарала башланы. Боҙ китеүҙең ҡыҙығы саҡ ҡына кәмей төшкәндәй итте.
Ирмәк тә Йөҙөкәй инәһе янына ҡайтырға уйлабыраҡ тора ине, һаман таралмай яр башында ултырған еңгәләр ҡапыл сәрелдәп ебәрҙе:
– Бүре, бүре!..
– Бүре ағып килә!
– Төлкө лә инде, бүре түгел.
– Бүре, әхирәт, ана, күҙҙәре нисек баҙлай. Ҡайҙа багорлы ирҙәр, һыуға төртөп төшөрөргә кәрәк үҙен.
– Эйе шул, бындай саҡта улар ҡотора, ти бит.
– Шул инде, шул, ҡотормаһа, боҙ өҫтөндә ағып киләме ни ул.
– Ана, шыңшый түгелме? Абау, ярға сығырға ынтыла бит был.
Ҡатындар ҡул аҫтындағы таяҡ-таш менән ҡораллана башланы.
Ирмәк йүгереп ярҙың иң ҡалҡыу еренә менеп баҫҡас, ҡапыл йөрәге «дарҫ-дарҫ!» һуғып ҡуйҙы. Был бит... был бүре түгел, һалпы ҡолаҡлы ҙур һары эт тә баһа! Малайға әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Ҡулынан багоры төшөп китте. Нимә эшләргә белмәйенсә, ергә үк сүгәләне. Ҡаршыһында... Эйе, ҙур ғына түңәрәк боҙ өҫтөндә – тиреҫ өйөмө. Күрәһең, был мәхлүк шунда ҡаҙынып ятҡандыр инде. Әле боҙҙоң иң ситенә килеп баҫҡан да, аҡыллы күҙҙәрен кешеләргә төбәп, шыңшый, юҡ, шыңшымай, илай ине бахырҡай. Үҙе һап-һары оҙон йөнлө, быҙау ҙурлыҡ эт. Күрше боҙға ырғырға ла итә, тик быныһы түңкәрелергә итеү менән, артына сигенә һала. Ҡараштары менән эй кешеләргә ялбара, инәлә. Тик бер кем дә ярҙам итергә теләмәй. Ирмәк этте ныҡ йәлләне. Нисек ҡотҡарырға һуң? Эх, ҡотҡарғанда, уға иптәш булыр ине был һарыҡай. Сеү, әллә илай инде? Юҡ, Ирмәктең үҙенең күҙҙәренән йәш тамсылай икән дә.
– Бүре түгел, эт бит был! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул апайҙарға. – Әйҙәгеҙ, ҡотҡарып алайыҡ.
Ошоно ғына көткәндәй, һарыҡай сыйнап-сыйнап торҙо ла «лау-лау!» өрөргә тотондо. Быны күргән ҡатындар таяҡтарын ергә ырғытты. Уларҙың күбеһе был минутта этте йәлләй ине.
– Эй бахырҡай, әрәм генә була бит был.
– Боҙ түңкәрелһә, сығыу бөттө инде. Ҡарәле, ҡалай ярға ынтыла бахырҡай.
– Ни ирҙәр ҡайтышып бөттө...
– Маһ-маһ! Әйҙә, һикер!
Һарыҡай ҡалын тауышы менән тирә-яҡты йәнә һарһылдатты. Бына ул ике күҙен мөлдөрәтеп аралағы берҙән-бер ир кешегә – Ирмәккә ҡараны. Күҙҙәре тулы һағыш, хәсрәт...
Ирмәк кеҫәһенән икмәк һынығы алып ырғытты. Былай тура бәрҙе, һарыҡайҙың алдына ғына барып төштө. Тик ул икмәкте еҫкәп ҡараны ла бышҡырынып, ситкәрәк китеп баҫты. Үлем менән көрәшкәндә, ашау ҡайғыһымы ни, йәнәһе. Яр башында Ирмәк ҡото алынып баҫып тора. Әле һарыҡай баҫҡан боҙ ярға бик яҡын килде. Ана теге бөгөллө ҡаяға еттеме, унда бөттө. Йәйге шаршы тәңгәле. Һыу бында һәр ваҡыт таш ҡаяға бәрелеп аға. Әле боҙҙар бөтәһе лә шунда барып төртөлә лә, урғып-ҡайнап ятҡан һыу эсендә бер нисә мәртәбә әйләнеп-тулғанып тәкмәс атҡас, ҡаянан урталыҡҡа этенеп, юлдарын дауам итә. Бөгөллө ҡаяға етһә, һарыҡай һәләк буласаҡ... Ирмәк шул саҡ Ғизетдин бабаһының яр башында ятып ҡалған оҙон һаплы багорын күреп алды. Ни эшләгәнен үҙе лә аңламаны, шикелле, ауыр һапты күтәреп алды ла бөтөнләй яҡынлашҡан түңәрәк боҙға багорҙы ырғытты. Ни ғиллә менәндер тегенең ырғаҡлы яғы боҙ өҫтөндәге тиреҫкә барып ҡаҙалды. Ҡаҙалды ла ашыҡтырып багорҙы уртаға һөйрәне. Ирмәк ярға тарта, боҙ – урталыҡҡа. Ярҙам килгәнен тойған мәхлүк таяҡ буйлап ярға ынтылырға ла итә, ҡурҡып артына ла сигенә. Багорҙың һабы оҙон, арҡаны һөйрәлә. Быны күреп алған апайҙар ярҙамға ташланды. Кемдер сәйен эсеп бөтөрөп ҡапҡаһынан сығып килгән Ғизетдин бабайға ҡысҡырып өлгөрҙө. Бөтәһе лә күҙ асып йомғансы булды. Һарыҡай әллә ҡайһы арала багор һабынан файҙаланып, алдағы боҙға күсте, шунан, күп тә үтмәне, таҫрайып, аяҡтарын яр ситенә терәгән Ирмәктең башы аша ҡороға ырғыны. Тик ҡапыл... яр емерелеп китте лә Ирмәк ҡайнап аҡҡан һыу эсенә ҡоланы. Бер нәмә лә аңғармай ҡалды үҙе, сытрайып багор һабына йәбешкән, һалҡын һыу малайҙың тәнен өтөп алды. Унан да бигерәк ҡурҡыуынан бөтә кәүҙәһе ҡатты ла ҡуйҙы. Бына багор һабы яр ситенән ысҡынып һыуға төштө, артынан, энә артынан эйәргән еп һымаҡ, арҡан һөйрәлгән. Ул торған һайын ҡыҫҡара, торған һайын... Ярҙың иң ситендә генә Һарыҡай малайға ҡарап өрә, ер тырнай. Минең арҡала һәләк була бит, йәнәһе.
Ҡотҡарығыҙ! Ул яр буйында сыр-сыу килгән бисәләргә лә өрөп ала. Нимә аңшайыштығыҙ, арҡандың осона йәбешегеҙ, тиеүелер, моғайын. Еңгәләрҙән кемдер быны аңлап алды ла арҡанға йәбеште. Уңарсы булмай, башҡалары тотондо. Ҡыуанысҡа ҡаршы, Ғизетдин бабай килеп өлгөрҙө.
– Ах, әрәм була бит балаҡай!.. – Аҙарынып әйткән һүҙе шул ғына булды шикелле, әммә багоры-ние менән Ирмәкте боҙ араһынан тартып алғанда бабай үҙе лә муйындан һыуға сумып алырға өлгөргәйне.
Ҡалғанын Ирмәк яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Башына әллә ниндәй ут ҡапҡайны. Бына Ғизетдин бабай үҙенең һырмаһына төрөп күтәреп, өйҙәренә йүгерә. Арттарынан бер тотам ҡалмай һарыҡай саба. Ара-тирә өрөп үк ебәрә. Йә бөтөнләй ҡыуып етә. Ирмәктең һәленеп килгән ҡулын еҫкәй, йә артта уҡ тороп ҡала, алан-йолан ҡарана, шунан тағы алға – ҡотҡарыусыһы артынан саба...

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: