Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Август 2024, 10:41

Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (3)

Ни кәрәк бында һиңә? Хужаңа ҡайт! Ана бит, һинең арҡала улым сәсрәп ауырый. Бер йүнле мал булһаң, былай һағыҙаҡ кеүек йәбешеп ятмаҫ инең...

Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (3)
Эҫе ҡар Повесть Динис БҮЛӘКОВ (3)

Динис БҮЛӘКОВ 

Эҫе ҡар

Повесть (3)

Дуртенсе хикәйә, йәки
Үлем менән көрәшеү

Ирмәк өсөнсө тәүлек инде сәсрәп ауырып ята. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә. Башы ут булып яна. Үҙенең һөйләшерлек тә хәле юҡ. Һирәк-һаяҡ ҡына күҙҙәрен асҡылап, төҫһөҙ ҡараштарын әсәһенә ташлап ала ла, шуның менән эш бөттө тигәндәй, йәнә онотола. Ишек алдында бер туҡтауһыҙ эт өрә. Берсә лапаҫ артына сығып китә теге ҙур һары эт, берсә ҡашаяҡ яғына килә, инде лә түҙмәйенсә, Ирмәк ятҡан тәҙрә төбөнә ултырып сыйнай, былай ҙа иғтибар итеүсе булмағас, йәнә өрөргә керешә. Нәжибә апай ҙа улы ауырығаны бирле эшкә бара алғаны юҡ. Өйҙә генә тора. Улына әллә ниндәй үләндәр эсереп бөттө. Тирләтергә тырышып, ҡалын юрғанға урап ҡараны. Етмәһә, был ят эт теңкәһенә тейә. Нимә кәрәктер инде уға. Асыуы килеп бер-ике рәт сыбыҡ алып ҡыуып та ҡараны:
– Нөш-ш!.. Ни кәрәк бында һиңә? Хужаңа ҡайт! Ана бит, һинең арҡала улым сәсрәп ауырый. Бер йүнле мал булһаң, былай һағыҙаҡ кеүек йәбешеп ятмаҫ инең...
Һарыҡай саҡ ҡына ситкәрәк китә лә Нәжибә апайҙың күҙҙәренә ҡарап уйланғандай баҫып тора. Ауылдағы ваҡ-төйәк маъмайҙар кеүек сәбәләнеп тә бармай, үҙ дәрәжәһен белеп, өркмәй-ҡурҡмай ғына, ҡойроғон һалбыратып ергә һуҙған көйө, Нәжибә апайҙың һөйләгәндәрен тыңлай. Ҡолаҡтары үрә торған була бындай саҡта.
Ошо мәлдә Ғизетдин бабай хәл белергә тип килеп сыҡҡайны. Ҡулына тал сыбығы тотҡан Нәжибәне күргәс, өндәшмәй генә һары эткә ҡарап уйланып торҙо ла:
– Ҡәрендәш, беҙҙең егет нимә эшләй? – тип һораны.
Шуны ғына көткән кеше кеүек, Нәжибә апай иланы ла ебәрҙе:
– Ҡуй инде, Ғизетдин ағай, мынау эт арҡаһында һәләк кенә була яҙҙы бит.
Сәсрәп ауырып ята, әле мәтрүшкәләп сәй эсереп һалдым.
– Бал бир әле, баллап-мәтрүшкәләп сәй эсереп, тирләтеп алырға кәрәк. Шунһыҙ арыуланмаҫ ул. Тәнен дә ыуырға кәрәк баллы ҡулың менән. Иншалла, аяғына баҫыр. – Шунан, Нәжибәнең ҡулындағы сыбыҡты шәйләп, өҫтәне: – Ә һин, ҡәрендәш, был этте ҡыума. Ашарына бир, инде нисәмә көн өйөң тирәһендә урала бит. Бик тә аҡыллы хайуанға оҡшаған. Малайың бит яңғыҙ үҫә, исмаһам, иптәш булыр. Донъяла эттән дә тоғро хайуан юҡ ул. Ирмәктең, уны ҡотҡарам тип, һыуға төшкәнен аңлайҙыр һарыҡай. Шуға ташлап киткеһе килмәй улыңды. Был, ҡәрендәш, боронғо һунар эттәре нәҫеленән булырға оҡшай. Элек ата-бабалар бүре ауларға йөрөй торғайны шуларҙы эйәртеп.
Нәжибә апай йомшарҙы, сыбығын ситкә үк быраҡтырҙы.
– Ысынлап та, тере йән бит, – тип һөйләнде үҙе, йәлләп. – Өйҙө уратып тик йөрөнө төнө буйы. Исемен генә белмәйем бит әле.
– Туҡтәле, ҡәрендәш, туҡтәле. Ирмәк уға әллә кем тип өндәште бит. Быныһы йүгереп килеп еткәйне. Әллә ниндәй ят исем ине... Фрунзе түгел инде?
Үҙе тураһында хәбәр барғанды аңлап, Һарыҡай яҡын уҡ килеп ултырҙы. Уның күҙҙәренән өҙлөкһөҙ йәш түгелә ине. Быны Ғизетдин бабай күреп алды:
– Ҡарәле, ҡәрендәш, был хайуан илап ултыра бит. Ҡуйсы, бар тиҙерәк ашарына сығар!
Нәжибә апайҙың да иҫе китте. Эт илағанын ул беренсе мәртәбә күрә ине.
– Хоҙайым, был нәмә, ысынлап та, йәш түгә бит. Мин инде эттең йәне юҡтыр тигәйнем...
Нәжибә апай өлтөрәп өйөнә инеп китте.
– Кисәге аш бар ине, үҙем дә ашаманым. Яңғыҙым ни... тамағыма барманы, – тип ишетелде артынан.
– Исемен кем тип ҡушты икән, малайҙан һорарға кәрәк ине. – Ғизетдин бабай Ирмәк ятҡан тәҙрәгә килде.
Уңарсы булмай, тасҡа аш һалып, Нәжибә апай кире сыҡты. Артынан өй ишеген ябырға ла өлгөрмәне, һары эт ашты еҫкәп ҡараны ла, эре-эре баҫып өй эсенә инде лә китте. Нәжибә апай аһ итеп кенә ҡалды. Ни булыр икән тип, ҡобараһы осоп, Ғизетдин бабай торған тәҙрә янына килде.
– Ғизетдин ағай, ул... тешләп ҡуймаҫмы икән улымды?
Был минутта бабай кеше йылмайып аҫҡа ҡарай ине.
– Ниндәй тешләү, ти ул, ана бит, күрмәйһеңме ни, нисек һағынышҡандар.
Нәжибә апай ҙа, өй эсен үрелеп ҡарау менән, аптырап, хайран ҡалды. Әле генә күҙен дә асмай ятҡан Ирмәк ҙур эттең башынан иркәләп һыйпай ине. Тегеһе, бахырҡай, түҙеп ултыра алмай, сыйнап ебәрә, урынынан тороп, ишек алдында йөрөп әйләнә, шунан башын малайҙың күкрәгенә һалып тора ла, хистәре тулышып китептер инде, Ирмәктең битенән ялап-ялап ала.
– Ҡара, ҡара, ҡәрендәш, әйҙә, ятма, урамға сығайыҡ, ти бит, был. Ишек төбөнә барып урауы шул була инде.
– Тыны ағыулы түгелме икән? – Нәжибә апай, әсәй кеше бит, ысынлап хафалана.
– Юҡ, – Ғизетдин бабай баш сайҡай, – был таҙа эт күренә. Ҡараулы хайуан булған. Әле, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, боҙ өҫтөндә ағып киткән дә инде. – Шунан бабай кеше ҡапыл ҡолағын тәҙрәгә терәне. – Сеү, ҡәрендәш! Эткә исеме менән өндәшә Ирмәк.
Нәжибә апай ҙа шым булды. Ватыҡ өлгөнөң сепрәген һиҙҙермәй генә эскә төртөп төшөрҙө.
Ирмәктең хәлһеҙ генә тауышы ишетелеп китте:
– Ҡыйғыр ҡошом минең, Фрунзе! Фрунзе, Фрунзе!.. Кил бында, кил!.. Бына шулай, ҡайҙа башыңдан һыйпайым әле. Ана, һин ниндәй аҡыллы, Фрунзе. Беҙ әле һинең менән бергәләп уйнарбыҙ, ялан буйлап йүгерербеҙ, тау битләүҙәренән сабып үтербеҙ, Аҡнөгөштә һыу инербеҙ, еләккә йөрөрбөҙ, сейәлектә ҡуян баҫтырырбыҙ, йәме! Фрунзе, ҡыйғырым минең...
Һарыҡай, хәҙер инде Фрунзе, эй сыйнай, эй урынында тыпырсына, ултырып түҙә алмай. «Фрунзе, Фрунзе», – тип өндәшкән һайын, үҙе Ирмәктең ҡулын ялап алырға онотмай.
Ҡыҙығып ҡарап торған өлкәндәр үҙ-ара фекер алыша:
– Аһ, аһ, Фрунзе тип өндәшә түгелме был этенә? – Нәжибә апай аптырай. – Уныһы кинола күрһәткән ҡыҙылдар командиры түгелме һуң? Әйтәм, ҡайтып еткәнсе «Фрунзе»нан ғына һалдырҙы. Әсәй, Фрунзе – ҡыйғыр ҡош ул, ана, ҡыҙыл әләмде күрәһеңме, ҡыйғырҙың үҙе инде тип бер булды.
– Эйе, ҡәрендәш, Фрунзе беҙҙең данлы полководецтың фамилияһы. Шуның исеме менән әйтә шул. Ярай, сабый күңелендә был исем ҡыйғыр булып тороп ҡалыр инде. Иң батыр, иң ҡыйыу, иң етеҙ тигәнде аңлаталыр.
Зарар юҡ, ҡәрендәш, яратып ҡушылған исем. Үҫә төшкәс, үҙе үк аңлар әле ул.
– Шулай инде... Ярар, Фруска тип йөрөтөр ҙә ҡуйырмын. Миңә ни... үҙенә оҡшағас. Тик аяғына ғына баҫһын инде улыҡайым.
Эте менән күпмелер һөйләшкәс, Ирмәк әкрен генә һарыҡайҙы ситкә этте. Тегеһе тиҙ үк аңланы шикелле, олпат ҡына баҫып өйҙән сығып китте. Нәжибә апайҙар ихата яғына әйләнеп сыҡҡанда, һарыҡай, хәҙер инде Фрунзе-Фруска, бик теләп тастағы ашты ларҡ-лорҡ ялай ине.
Инде ошонан һуң эт лауылдап өрмәҫ булды. Тамағы туйғас, Ирмәк ятҡан тәҙрә төбөнә килеп ултырҙы ла түҙем генә көтә башланы.
Ирмәк күҙгә күренеп һауыҡты.
– Әсәй, Фрунзе тышта ултырамы? Ашаттыңмы? Эй, ул мине ярата, – тип белешеп кенә торҙо.
Был хәлгә Нәжибә апай ҙа ҡыуанып бөтә алманы. «Ярар, үҙебеҙгә иптәш булыр Фрунзе, – тип фекер йөрөттө, – аҡыллы хайуанға оҡшаған... » Ләкин донъя ҡыҙыҡ бит ул, көҙгө илаҡ көн кеүек, үҙгәреп кенә тора. Әле генә ҡыуанысынан ауыҙ иттерһә, хәсрәтен дә әллә ҡайҙан килтереп еткерә һала.
Улының шәбәйеүенә ҡыуанып ҡына ҡоймаҡ ҡойоп йөрөй ине Нәжибә апай, уларҙың өйө тәңгәленә ат килеп туҡтаны. «Берәйһе һыу эсеп сығырға уйлайҙыр», – тип, Нәжибә апай тиҙ генә яңы йоҡлап киткән улының өҫтөнә япты ла ишек алдына сыҡты. Ләкин арбанан төшкән кеше уларға инмәне, хатта Нәжибәгә әйләнеп тә ҡараманы. Башына кейеҙ эшләпә кейгән мыйыҡлы, ҡыҙыл йөҙлө, уҫлаптай оло кәүҙәле ир әкрен генә Фрунзеға – Һарыҡайға яҡынлашты.
– Бына ҡайҙа икән һин... Нисә көн таба алмайым үҙеңде... – тип һөйләнде. – Олағып сығып китмәһәң булмайҙыр инде һиңә, зимагур! Ә малды кем ҡарарға тейеш? Минме? Мин бит һәр айыу артынан сабып йөрөй алмайым. Ну-ка, кил әле бында...
Ҡыҙыл йөҙлөнөң күҙҙәре уҫал ялтлап киткәнде шәйләп өлгөрҙө Нәжибә апай.
– Һеҙ кем булаһығыҙ, ниңә уға тейәһегеҙ? – тип өндәшә һалды үҙе.
Эшләпәле ир әйләнеп тә ҡараманы, һаман эткә яҡынлашыуын белде.
Шулай ҙа Нәжибә апайҙың тауышын ишеткән икән.
– Үҙемдең мал, нимә теләйем – шуны эшләйем! – тип кенә ебәрҙе.
Нәжибә апай тағы алға уҡталып ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Хәҙер алып китһә, улы нимә әйтер? Саҡ шәбәйеп килә ине бит әле. Шуны ҡотҡарам тип, үҙе үлә яҙғанды һөйләп ҡарарғамы? Юҡ, был әҙәм аңлай торғандан түгел, ахыры, ана бит, нисек инабатһыҙ ҡылана. Әллә... Был минутта Фруска ҡапыл ҡалҡынып баҫты, үҙе лә аңғармаҫтан, элекке хужаһына ҡарап ырылдап, аҙау тештәрен күрһәтеп ҡуйҙы. Быны шәйләгән эшләпәле туҡтаны, ҡулындағы сыбыртҡыны йәшерҙе, тауышын юрый яғымлы итергә тырышып, сүкәйеп ултырҙы.
– Кил бында, ахмаҡ булма. Ит ашатырмын үҙеңә. Теймәйем бит мин һиңә. Тик миңә көтөүҙе генә ҡараш. Кешегә эйәреп йөрөй торған ғәҙәтең булмай торғайны ла, берәҙәк.
Эт тынысланды, ергә ятты. Тимәк, хужаһын таныны. Теге хәҙер килеп етәсәк. Шуға Нәжибә апай, ҡулдарын алъяпҡысына ашығып һөртә-һөртә, һүҙ ҡушты:
– Ул... боҙ өҫтөндә... ағып китеп барған...
Ҡыҙыл йөҙлө беренсе мәртәбә күтәрелеп ҡараны. Уның ҡәнәғәт йөҙөндә, вайымһыҙ күҙҙәрендә ниндәйҙер йылылыҡтың әҫәре лә юҡ ине.
– Боҙ өҫтөндә тиһегеҙ инде? Бынан өс көн элекме?..
– Эйе, эйе, теүәл өс көн элек. Минең улым өс тәүлек ауырый, ҡотҡарам тип...
Эшләпәле тыңлап бөтмәне, ҡәнәғәт көлөмһөрәне:
– Өс көн элек булһа, мин уны сыбыртҡы менән бер шыйырғайным шул. Аяҡ аҫтында буталмаһын өсөн... – Ҡыҙыл йөҙлө этенең муйынсаһынан эләктереп алды ла тиҙерәк сыбыртҡыһының осо менән Һарыҡайҙың моронон һыҡтырып, нуҡталап бәйләп тә өлгөрҙө. Эттең мороно ныҡ ҡыҫылды шикелле, артҡа тартышты, ләкин һуң ине инде. Хужаһы уны шул көйөнсә күтәреп кенә алды ла арбаһының төбөнә һалды һәм иҫке тун менән өҫтөн ҡаплап уҡ ҡуйҙы. Ни эшләргә белмәгән Нәжибә апай, асыуланып, таныш түгел кешенең артынан эйәрҙе. Арбалағы Фрусканың ике күҙе унда. Ниңә биреп ебәрәһең, мине йәнә сыбыртҡы менән ярасаҡ бит, тип ялбарған кеүек ине ҡараштары. Ошо саҡ ни булһа ла булды тине лә Нәжибә апай, инде арбаһына менеп ултырған эшләпәнең еңенән тартты:
– Әллә, мин әйтәм, һатаһыңмы?
Теге һаһылдап көлдө.
– Аҡсаң етмәҫ шул.
– Улым бик ҡаты ауырый бит әле...
Яуап биреү урынына кейеҙ эшләпәле ныҡ итеп дилбегәһен тартты. Әле генә йоҡомһорап торған йонсоу ат, ҡото алынып, ҡапыл алға ырғылды. «Был әҙәм кешене генә түгел, малды ла йәлсетмәй икән», – тип эсе бошоп, әрнеп баҫып ҡалды Нәжибә апай.

Бишенсе хикәйә, йәки
Ирмәк яҡты донъя менән хушлаша

Ошо көндән һуң Ирмәк ләж ятып ай буйы ауырыны ла ҡуйҙы, һирәк-һаяҡ аңына килгән сағында, хәлһеҙ генә ҡулдарын һуҙып, этен янына саҡырҙы.
– Фрунзе!.. Ҡыйғыр...
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Нәжибә апай ыуаланды, ләкин теге аҡыллы ҡарашлы ҙур һары эт башҡа күренмәне. Ул булһа, улы, бәлки, шәбәйеп тә китер ине. Ирмәк хәҙер киҙеү менән генә түгел, ахыры, икенсе бер ауырыу менән дә ауырый ине. Нәжибә апай уны район үҙәгенә дауаханаға ла алып барып ҡараны, файҙаһы теймәне, им-томсоларға ла күрһәтте. Ирмәк көнләп түгел, сәғәтләп һүнде. Нәжибә апай ҡайғыһынан Аҡнөгөш яры буйлап йөрөп иланы. Көн дә хәл белешергә Ғизетдин бабай ҙа килеп йөрөнө. Малайға сәғәттәр буйы ҡарап ултырыр ҙа, уфтанып, башын сайҡап ҡайтып китер булды.
– Эх, ауылыбыҙҙа бер егет ине...
Иң ауыр ҡайғы алда булған икән әле. Нәжибә апай бер көндө көтөүгә һыйырын ҡыуып ҡайтыуға, Ирмәк тын алмай ине инде, һыуынып бөткән. Ҡото осҡан Нәжибә апай өҫтөнә ауған ҡара ҡайғынан телһеҙ ҡалды. Уйынмы ни берҙән-бер балаңдан тороп ҡалыу. Ирең һуғышта ауһын, улың өйҙә. Аҡылдарынан шашыр кеүек ине, ярай әле янында кешеләр булды. Улы янында үҙенең дә үлгеһе килде. Май айы. Тәбиғәттең иң матур, иң уянған мәле, бөтә донъя гөлт итеп тора. Ләкин Нәжибә апайға күк йөҙөндәге ҡояш та ҡара төҫтә күренде.
Ирмәк, үҙе бәләкәй булһа ла, әсәй кеше өсөн ҡайғыһы ифрат ҙур ине шул... Нихәл итәһең, түҙәһең инде. Ауылдағы ирҙәр йыйылышып ҡәбер ҡаҙып ҡайтты. Ғизетдин бабай ишек алдында өндәшмәй-нитмәй ләхет ағасы әҙерләне. Кемдер тауға ат егеп барып, ҡәбер ташы килтерҙе. Ҡуй инде, бөтә Өсөйлө ҡайғырҙы Ирмәктең үлеменә. Һуғыш йылдарында тыуған берҙән-бер ир бала ине бит ауылдарында. Шул атлап үтеп китһә, һоҡланып ҡарап ҡала торғайнылар. Үҙе, килеп тороп, илгәҙәк, теләһә кемдең йомошон үтәргә лә әҙер ине.
...Бына Ирмәкте өй уртаһына ҡуйған өҫтәлгә һуҙып һалдылар. Тере кеше кеүек ята, бер ере үҙгәрмәгән, исмаһам. Йөҙө лә, ҡулдары ла ап-аҡ, тырнаҡ остары ла күгәрмәне хатта.
– Изге йәнле инде улың, – тип йыуатҡан булды Шәмсиҡәмәр инәй. – Изге йәнлеләр үлгәндә лә матур көйө китәләр был донъянан. Йәне йәннәттә булһын сабыйҙың.
– Э-эх, миңә лә бер терәк ине Ирмәк, – тип күҙ йәштәрен һөртә Ғизетдин бабай ҙа. – Билемде тапап йөрөгән була тупылдатып. Бабай, багор һаплап бир әле, тип тартынып ҡына өндәшә бит әле сабый. Бына хәҙер берҙе түгел, унды эшләп бирергә лә әҙермен дә ул, тик...
Өҫтәлде тирәләп ҡарттар ултырған. Мулла «Ясин» сыға. Нәжибә апай улының йөҙөнә төбәлгән дә, ауыр ҡайғыһын саҡ күтәреп, мейес буйында баҫып тора. Ҡапыл хыялланып киткән, ахыры: бына асыҡ ишектән олпат ҡына баҫып ҙур һары эт – Фрунзе, йәки улы аңлауынса, – Ҡыйғыр килеп инә. Инә лә бер кем янында туҡталмайынса Ирмәк янына үтә. Күҙҙәре аҡыллы, сабыр ҡарай. Сыйнап-сыйнап ала. Бына ул улының баш осона килә лә тәүҙә беләгенән ялай, шунан оҙон ҡыҙыл теле менән Ирмәктең битенә тейеп китә. Тегеһе ыжлап та бирмәй. Инде лә уянмағас, ҡапыл ғына «һау!» иттереп бер өрөп ҡуйҙы. Шунда көтмәгәндә Ирмәге көлөп ебәрҙе.
– Шаярттым ғына мин, Фрунзе, һине көттөм, – тигән була малай. –
Килереңде белдем...
Ошоларҙы күҙ алдына килтерә торғас, Нәжибә апай ғүмерҙә булмағанса ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы ла ебәрҙе. Түр тәҙрәнән йәшел үлән өҫтөндә әҙерләп һалынған ҡабыҡ күренә. Шуның эсенә генә ятҡырыр ҙа берҙән-бер улыҡайын, сабый сағындағы кеүек биләп, алып та китерҙәр инде...
Нәжибә апайҙы һис кем тыйманы. Әммә тыйып та ни хәлдәр итәһең. Бына ҡарттар үҙ-ара һөйләшә:
– Нимә, йәмәғәт, тәүәккәлләйбеҙме?
– Ваҡыт инде, төш ауып бара.
– Эйе, эйе, йәйге көн, һуҙырға ярамай. Ярай, йома көндө үлде, йәне йәннәттә булыр, иншалла.
– Кәфенгә матурлабыраҡ төрөгөҙ әле, үҙе лә матур бала ине.
– Әсәһе ҡайҙа? Нәжибә ҡәрендәш, кил, хушлашып ҡал, ҡатын-ҡыҙҙар зыяратҡа бармай бит. Йола ҡушмай.
– Юҡ, юҡ, йәмәғәт, сабыйҙың әсәһе бара ала. Сабый йәне гонаһһыҙ бит. Ҡатын-ҡыҙ ире артынан бара алмай.
– Барыбер килеп хушлаш, Нәжибә ҡәрендәш, өйөңдә хушлашыу менән тегендәгеһе бер түгел ул...
Шулай үҙ-ара ололар фекер алышҡан арала Нәжибә апай ни тере, ни үле түгел көйөнсә улының биттәренән һыйпаны, ғүмерҙә лә онотмаҫлыҡ итеп ҡарап ҡалырға ашыҡты. Үҙенең саҡ ҡына булһа ла ерләүҙе һуҙғыһы килгәне күренеп тора ине. Әсә кешенең хәлен һәр кем аңланы, шуға ашыҡтырманылар. Ошонда аңҡы-тиңке торған Нәжибә апайҙың тәне ҡапыл эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ағарынып китеп, берҙән-бер күҙ күргән яҡын кешеһенә – Ғизетдин бабайға өндәште:
– Һуң был баланы мин тапһам, минән дә яҡыныраҡ күреп иркәләп-ҡарап үҫтергән Йөҙөкәй апай бар ҙа баһа! Ғүмер буйы улым шунан сыға белмәне. Йөҙөкәй апай үпкәләр бит, йөрәгемә гонаһ алғым килмәй һис кенә лә...
Был хәбәргә бөтәһе лә аптырап ҡалды. Йөҙөкәй инәй арала юҡ ине.
– Ысынлап та, йәмәғәт, унһыҙ ерләү килешкән эш түгел бит.
– Эйе, Йөҙөкәй үҙ балаһы кеүек яҡын күрҙе уны.
– Күрҙе генә тиһегеҙ әле, Нәжибә көндәр буйы колхоз эшендә, ә Йөҙөкәй сабыйҙы ҡулынан төшөрмәне. Ул икмәк сәйнәп ҡаптырһынмы, ул кәзә һауып һөтөн эсерһенме. Аслыҡ ине бит һуғыштан һуң...
– Нисек башҡа килмәгән был. Ярай әле һуңлап булһа ла иҫкә төшөрҙөгөҙ. Йөҙөкәй ҡайҙа киткән? Артынан ат ебәрергә кәрәк тиҙ генә...
Асыҡлай торғас, Йөҙөкәй инәй бынан ун һигеҙ саҡрымда ятҡан бер ауылға – берҙән-бер һеңлеһенә ҡунаҡҡа киткән булып сыҡты. Унан башҡа ерләргә бер кем дә батырсылыҡ итмәне. Колхоздың ҡорсаңғы ғына атын егеп алып, Ғизетдин бабай юлға сыҡты...
– Эх, еңелгә ултыртып ебәрергә берәй малайы ла юҡ бит, исмаһам, – тип ҡалдылар артынан.
– Малай бар ине лә бит...
...Йөҙө ҡара янған Йөҙөкәй инәйҙе ултыртып, ҡояш байығас ҡына ҡайтып төштө Ғизетдин бабай. Юлда тәгәрмәстәр ҡойолоп ыҙаланған икән, һуңланылар. Мосолман йолаһы буйынса, ҡояш байығас, мәйет күммәйҙәр. Ошолай һөйләнә-һөйләнә, халыҡ иртәгәгә тиклем таралышты.
Йөҙөкәй инәй арбанан төшөү менән сеңләп ебәрҙе:
– Әрәм генә булды балаҡайым. Сабый ғына ине бит, ҡош ҡына... Бәхеткәйҙәре генә булманы бахырҡайымдың. Атаһының төҫө генә булып йөрөп ятыр ине. Аҡмырҙа кеүек кеше тирә-йүндә юҡ ине. Аҫыл һөйәккәйҙәре ятып ҡалды. Был Аллаһы Тәғәлә Нәжибәнең хәлен уйламай икән һис тә. Былай ҙа етем ҡалғайны бит, тормош йөгөн бер үҙе тол ҡалып тартып килде. Ул минеке ята әллә ҡайҙа. Әллә беҙгә бәхеттән өлөш тейһә, ҡырын китер микән ни?.. Йөҙөкәй инәй һөйләнде лә һөйләнде. Сабыйҙы ҡосаҡлап үкһене.
Кискелеккә үҙе ҡарауыллап ултырырға булып, шәмгә ут алдылар. Арлы-бирле генә түрҙә сәй әҙерләнеләр. Нәжибә апайҙың тамағына бер нәмә лә барманы. – Йөҙөкәй инәй ҡыҫтап сәй эсергә димләне.
– Үҙең дә һурылып киттең. Аша, ҡайғы тип, үлгән артынан үлергә ярамай.
Нәжибә апай тыңлаусан ғына сынаяғын күтәрҙе. Шунда ҡапыл тәҙрәләре төбөндә ҡалын, көр тауышлы эт өрөп ебәрҙе. Нәжибә апайҙың ҡулынан сынаяғы төшөп ватылды. Ҡапыл бөтә йөҙөн ниндәйҙер ҡара һағыш, шом ҡаплап алды. Ҡулдары ҡалтырарға тотондо. Эт өргән тауыш тағы ҡабатланды. Сыйнап, шыңшый теге, Ирмәк ятып үлгән карауат тәңгәлендә стенаны тырнай.
– Фрунзе... Ҡыйғыр... – тип бышылданы Нәжибә апай, күҙҙәренән йәше субырлап аҡты ла китте. – Теге ҙур һары эт... Килгән, эҙләп тапҡан бит...
Ҡурҡынған Йөҙөкәй инәй тәҙрәгә барып этте ситкә ҡыуҙы.
– Себә, кит, тим бит, себә!
Нәжибә апайҙың ҡарайған йөҙөндә, күҙҙәрендә ниндәйҙер яҡтылыҡ сағылып үтте:
– Йөҙөкәй апай, сеү!.. Ҡыума һин уны... Ул бит... улым янына... хушлашырға килгән. Эт күңеле ныҡ һиҙенә, ти бит ул. Белеп тора, тиҙәр. – Шунан ул тәҙрәгә килде, һары эт, уны танып, үрле-ҡырлы һикерҙе. – Ҡана, булмаһа, мәхлүккә ашарына бирәйем. Хәйер булыр, сауабы тейер...
Нәжибә апай һөткә икмәк турап сығарып ултыртты. Фруска сабып килеп уға һырынырға, иркәләнергә кереште, түҙемһеҙлеген белдереп, шыңшып, бер туҡтамай оҙон ялбыр ҡойроғон болғаны. Нәжибә апай уның арҡаһынан яратты, башынан һыйпаны.
– Аша, аша, Фруска, мин һине шулай тип йөрөткәйнем бит, – тип һөйләнде. – Тик бына дуҫың ғына юҡ инде, нисегерәк уйнаған булыр инегеҙ. Улым һине иң ҡаты ауырыған сағында саҡырып ятты. Фрунзе, Ҡыйғыр, тине.
Нәжибә апай күңеле булғансы эт менән һөйләште. Эсе бушап ҡалғандай итте, йөрәге һыҙлауы ла хатта баҫылған кеүек тойолдо. Шунда ғына өйгә инде, артынан эйәреп килгән Фрусканы эскә үткәрмәне. Әрней-әрней һаман һүҙен һөйләне уға.
– Ярамай, хайуан, хәҙер кис бит, ярамай. Иртәгә күмәкләп алып сығырбыҙ улымды. Шунда һин дә эйәреп барырһың...
Йөҙөкәй инәй мәйет янына килеп ултырған да өнһөҙ ҡалған. Ирмәктең өҫтөнә арҡыры бысаҡ һалған. Йола шулай ҡуша икән. Инәй үҙе һөйләшмәй ҙә, ҡымшанмай ҙа. Эстән генә доғаһын уҡый ине, шикелле. Әллә ҡайғынан шулай ултырамы?
– Йөҙөкәй апай.
Инәй кеше ҡапыл йәнләнде:
– Ул һары эт ҡайһылыр ауылда беҙгә эйәреп алды, шикелле. Ғизетдинде таныған кеүек тойҙом. Беҙ ни... ҡайғынан уға иғтибар итерлек инекме ни? Шулай ҙа, Нәжибә, мин ышанып бөтә алмайым. Йөрәгем тетрәп тик тора. Ай буйы күренмәгән эт эйәреп килгәс, иҫке китапта яҙылған, ҡайғы ингән йортҡа эт ҡайтһа, шатлығы ла ситләп үтмәҫ тип. Ҡарәле, йөрәгемә әллә ни булды. Өлпөлдәп тик тора. Бар, Нәжибә, һин түрҙә ятып ал, арып бөткәнһең бит. Мин үҙем һаҡлап ултырырмын улыҡайыбыҙҙы... Нәжибә апай тартҡылашһа ла, уны Йөҙөкәй инәй күндерҙе. Быҙлаҡ шәмде был яҡҡа сығарып ҡуйҙылар. Әллә ҡайҙан – тәҙрә ярығынан үткән елгә лә ул ялпылдап китә, стенала күләгәләр бейеп ҡала. Донъя шомло. Мейес артында сиңерткә үҙенең ялҡытҡыс оҙон көйөн һуҙырға тотондо. Ҙур һары эт тәүҙә ҡайҙалыр ситтә – Аҡнөгөш буйында өрөп йөрөнө. Тәүҙә ярһып-ярһып бер туҡтамай һауланы. Шунан сабып был яҡҡа килде шикелле, тауышы бик тиҙ яҡынайҙы. Ҡапыл тәҙрәгә ярғанат бәрелде. Йөҙөкәй инәй һиҫкәнеп китте, ырғып торҙо. Тәҙрәнән әллә кем ике ҡулын рам ситенә терәп ҡарап тора ине. Ҡото алынып, яҡын килһә, теле һалбырап аяҡ үрә баҫып торған этте таныны. Эсенә йылы инде.
– Себә, һин дә ят инде, серем ит! – тине Йөҙөкәй инәй. Тәне шыбыр тир булғайны. – Кеше ҡурҡытып йөрөмә! Әллә эт аңланы инде, бер-ике генә өрөп алды ла тынысланды, шул тәҙрә төбөндә үк һуҙылып төшөп ятты. Башҡаса үҙен белдертмәне.
...Ошолай төн үтеп китте. Таң яҡтыра башланы. Йөҙөкәй инәй керпек тә ҡаҡмайынса сабый мәйете янында ултырып сыҡты. Нәжибә бик ныҡ арығайны, уятып торманы. Уның өсөн иң ауыры алда әле. Кешене күмгән ваҡытта юғалтыуҙың мәғәнәһе ныҡлап аңлашылып бөтмәй, тиҙәр, аҙаҡ йөрәк һыҙлай ул...
Таң һарыһы өй эсенә һарҡып үткәс тә, Йөҙөкәй инәй әллә ниңә түҙемһеҙләнә башланы. Етмәһә, тәҙрә төбөндә генә ятҡан эт әллә ҡайҙа китеп шундайын абалап өрөргә кереште, әйтерһең дә, баҡса артына бүре өйөрө килеп тулған. Йөҙөкәй инәй аптырап, тиҙгә генә тышҡа ла сығып инде. Баҡса артында бер нәмә лә юҡ, уның ҡарауы, һары эт ләхет таҡтаһы өҫтөнә менеп ҡунаҡлаған да бер өҙлөкһөҙ донъя һарһылта. Лапаҫ артындағы һыйыр ҙа тынысһыҙлана, кәзәләр тыпыр-тыпыр урындан- урынға күсә. Әллә берәй януар бармы тип, лапаҫ эсенә лә башын тығып ҡараны Йөҙөкәй инәй, ләкин шикле бер нәмә лә күрмәгәс:
– Һин, себә, туҡта инде! – тине лә инеп китте.
Көн яҡтыһы матур булып Ирмәктең битенә төшкән. Гүйә, сабый әҙгә генә серемгә тынған да хәҙер килеп уяныр төҫлө. Күҙ ҡабаҡтары шешмәкләнеп тора. Йөҙөкәй инәйҙең башына ҡапыл ғына бер уй килде лә ошо фекеренән үҙе үк ҡурҡып китте. Шулай ҙа, яҡын уҡ килеп, сабыйҙың йөҙөнә ҡарап тора башланы. Үлгән кешенең иң тәүҙә ирендәре күгәреп сығырға тейеш ине, ә Ирмәк тере кеше кеүек ята. Хайран ҡалды Йөҙөкәй инәй. Уҡына-уҡына тәҙрә төбөндә ятҡан көҙгө ярсығын барып алды, икеләнеп, бик оҙаҡ шуны тотоп торҙо. Эт уның һайын ярһыбыраҡ өрҙө. Бына һарыҡай әҙгә генә туҡтап торҙо. Ошо тынлыҡ инәйгә көс биргәндәй итте. Ул шыпырт ҡына килеп, көҙгө ярсығын мәйеттең ауыҙ-мороно тәңгәлендә тотоп тора башланы.
Ошо килеш күпме ваҡыт үткәндер, билдәһеҙ, бер ваҡыт Йөҙөкәй инәй көҙгөнө алып ҡараны ла тилергән кешеләй иҙән буйлап йөрөргә, һамаҡларға кереште. Быны ишетеп, уянып килеп сыҡҡан Нәжибә апай бер нимә лә аңламаны. «Әллә ҡайғынан Йөҙөкәй апай алмашынған инде», – тигән ҡурҡыныс уй үтте башынан. Тынысландырып та ҡараны, ләкин Йөҙөкәй инәйҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Ул хәҙер иҙән уртаһында торған өҫтәлде уратып йөрөргә кереште. Үҙе һамаҡлай:
– Улыбыҙ иҫән. Улыбыҙ иҫән. Бирсе Хоҙай бәхетте!..
– Йөҙөкәй апай, ятып алһаңсы... Арығанһың, ахыры...
– Ята буламмы, Нәжибә. Әйттем бит, эт әйләнеп ҡайтһа, шатлыҡҡа тип. Әйттем... Эйе, улыбыҙ иҫән. Ирмәгебеҙ тере! Тере! Тере...
Һис ни аңламаған Нәжибә апай мейес буйындағы һикегә ултырҙы ла тәүҙә сеңләп кенә иланы, шунан һулҡылдарға кереште. Быны күргән Йөҙөкәй инәй уны тыйманы, киреһенсә, дәртләндереп кенә ебәрҙе.
– Ила, Нәжибә, илап ҡал! Илаһаң да хәләл! Ҡыуаныс йәштәрең аға һинең. Әйҙә, шулай булһын!..
Бынан һуң тағы нимәләр булғандыр, Нәжибә апай хәтерләмәй, әммә улының ҡулы, ята торғас, ҡыймылдап ҡуйғанды үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Күрҙе лә, ҡото алынып, тәҙрәгә ташланды. Барһа, унда Фруска күҙен алмай ҡарап тора. Шунан ишеккә ташланды. Сығып китеп әллә күпме йөрөп ингәс, бөтөнләй аҡылынан шаша яҙҙы: Ирмәгенең күҙҙәре асыҡ, ҡарап ята, бармаҡтары ҡыбырлай. Йөҙөкәй инәй малайға төбәлгән дә, ҡояш сығыуын яңы күргән кешеләй, иҫ-аҡылдары китеп, онотолған. Үҙе шым ғына, әкрен генә тауыш менән Нәжибәгә өндәшә:
– Ҡапыл ҡысҡырып сабыйҙы ҡурҡытып ҡуйма. Бәхет ҡайтты, бәхет! Улыбыҙ терелде!.. Мөғжизә... Йөрәгем һиҙенгәйне лә шул... Мәрткә генә киткән булған, мәрткә. Кисә илтеп күмеп ҡуйһаҡ, ҡуй инде, бөтөнләй әрәм иткән булыр инек сабыйҙы. Үҙ бәхеткәйҙәре үҙе менән. Иншалла!.. Бар, анау һары этте керет. Шул шатлыҡ килтерҙе бит...
Нәжибә апай был хәлдең өнмө, төшмө икәнлеген аңлай алманы. Бер туҡтауһыҙ улының маңлайынан, күҙҙәренән үпте. Тегенең теремек ҡараштарында Аҡмырҙаһының йылылығын тойоп, үкереп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды.
Ирмәктең терелеү хәбәре йәшен тиҙлегендә бөтә Өсөйлө ауылына таралып, шаҡ ҡатырҙы. Халыҡта көтөүгә мал ҡыуыу ҡайғыһы китте, һәр кем мөғжизә күрергә Нәжибә апайҙың өйөнә йүгерҙе. Тәүҙә кешеләр өйгә яҡын килергә ҡурҡты. Үлгән кеше терелеү булған эшме ни? Аҡыл етерлек түгел бит. Шунан әкрен генә баҙнат итеп берәм-берәм тәҙрәгә килделәр. Ултырып торған баланы күргәс, телһеҙ ҡалдылар. Ҡайһы берҙәре ташҡа әйләнгәндәй, шунан йыраҡ китә алмайынса, ҡатып ҡалды, ә икенсе берәүҙәр уҡына-уҡына, ситкә ҡасыу яғын ҡараны... Тик бер генә йән эйәһе хөрәфәткә ышанманы. Ул – Фрунзе, Фруска, Ҡыйғыр, нисәмә саҡрымдар үтеп үҙенең дуҫын тапҡан, уның яҙмышындағы иң киҫкен минуттарында янында булыу бәхетенә ирешкән ҙур һары эт ине. Үрле-ҡырлы һикереп, өй тирәһендә буталып йөрөнө, бер туҡтауһыҙ өрҙө, стенаны килеп тырнаны, кешеләргә бәрелде, ерҙә аунаны, ләкин уны ҡыуыусы кеше табылманы. Бөтәһе лә уға изге йән итеп ҡараны. Ошо шатлыҡтан һуң Ирмәктең ҡаҙып әҙерләп ҡуйған ҡәбере лә, шул килеш онотолоп, яйлап-яйлап ишелеп, ер менән тигеҙләнә яҙҙы. Ҡәбер ташы ла аунап ятып ҡалды. Йөҙөкәй инәй ҡунаҡҡа сығып китеү сәбәпле генә уның кәрәге теймәне...

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: