Тормош юлдарын үткәндә әҙәм балаһы әллә күпме хаталы аҙымдар эшләй, яңылыша, уйламаған ҡылыҡтар ҡыла. Аҙаҡ үкендерә лә бит, тик ваҡытты ғына кире ҡайтарып булмай. Әлеге ваҡытта мин дә уйламайынса эшләнгән бер ҡылығыма үкенеп, әсенеп йәшәйем. Юҡ, үҙемдең тормошомда барыһы ла һәйбәт ул. Ә бына йәшлек мөхәббәтем ғаиләһендәге берҙән-бер балаһын юғалтып, бөтә туғандары менән ҡара ҡайғыға мансылып ғүмер итә.
Беҙҙең айырылыу бик матурҙан булманы. Шул саҡта артынан: “Мине нисек нахаҡ яғып илаттың, һинең дә ғүмерең шулай әсенеп, күҙ йәше түгеп үтһен!” – тип ҡысҡырып ҡалдым. Аҙаҡ әсәһенә лә хат юлланым: “Илдә сәпсек үлмәй, бер баланы нисек тә үҫтерермен. Ә бына һеҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы күрергә насип булмаһын тип ҡарғайым. Һеҙҙең һүҙҙән сыға алмаған улығыҙҙан да изгелек күрә алмаҫһығыҙ”, – тип яҙғайным. Бына хәҙер, бөгөнгө матур тормошомдан сығып үткәндәргә ҡарайым да, Аллаһы Тәғәләгә генә һыйынып, артыҡ сәбәләнмәй, ҡарғыш яуҙырмай ғына көтөргә кәрәк булған тип уйлайым.
Фәнис менән беҙ студент йылдарында танышып, дуҫлашып киттек. Икебеҙ ҙә ауыл хужалығы техникумында уҡый инек. Һуңғы курста уҡығанда бер-беребеҙҙең атай-әсәйҙәре менән таныштыҡ. Вәсилә апайҙың мине оҡшатмауын шунда уҡ һиҙҙем. “Ҡауышыу тураһында әлегә уйламағыҙ ҙа. Юғары белем алырға кәрәк”, – тип һүҙ башланы. Һөйгәнем барыһын да шаяртыуға борорға тырышты:
– Әсәй, мин тағы биш йыл буйы парта артында ултырмайым инде. Ә институтты ситтән тороп тамамларға ла була. Эшләһәм, үҙеңә еңелерәк булыр. Юғиһә, яңғыҙ студент аҫрайым, тип ҡаҡ һөйәккә ҡалдың бит инде...
– Ситтән тороп алған белемдең ниндәй икәнен беләбеҙ инде! Ә миңә килгәндә, берҙән-бер баламды уҡытырлыҡ ҡына рәт табырмын. Иң мөһиме, институтҡа ин. Өсөнсө курсты тамамлаһаң, ғаилә ҡороуыңа ҡаршылығым булмаҫ.
Беҙҙең күңел төштө, әммә һыр бирмәҫкә тырыштыҡ. Диплом алғас, үҙебеҙҙең райондағы ҙур ғына малсылыҡ хужалығына эшкә урынлаштым. Ә Фәнис институтҡа уҡырға инә алманы. Көҙгөлөккә әрме сафтарына саҡырыу килде. Оҙатырға барғанда, Вәсилә апай ипләп кенә уңышһыҙлыҡтарҙа мине ғәйепләп ҡуйҙы.
– Ҡыҙҙар артынан сабып, уҡымаһаң, институтҡа инеп булмай инде ул. Ярай, техникумды тамамланы әле...
Был юлы ла өндәшмәй ҡалдыҡ. Егетем Екатеринбург ҡалаһы янында ике йыл хеҙмәт итте. Бер йылдан ялға ҡайтырға тейеш ине, ниңәлер килеп сыҡманы. Йәш саҡ, бөтә проблемаларға ла еңел генә ҡараған мәл. Йылдан артыҡ эшләгәс, йәш белгестәргә мул ғына итеп аҡса биргәйнеләр, отпуск алып, һөйгәнем янына сыҡтым да киттем. Фәнискә биш көн ял биргәйнеләр, ҡалала ҡуртымға фатир алып, бергә йәшәнек.
Ул студент йылдарында уҡ мине үҙенең класташтары, дуҫтары менән таныштырғайны. Ләйсән менән яҡын әхирәттәргә әйләндек. Һөйгәнем армияла саҡта ул кейәүгә сыҡты һәм туйына шаһит итем миңә әйтте. Юлым төшкәндә тип Вәсилә апайҙың да кереп хәлен белеп сыҡтым. Кискелеккә үҙенә йоҡларға саҡырғас, риза булдым. Сөнки Ләйсәндәрҙә былай ҙа ҡырҙан ҡунаҡтар күп ҡайтҡан ине. Табын таралғас, йәштәр менән клубҡа сыҡтыҡ. Мине туйҙағы йәштәр һөйгәнемдең йортона тиклем күмәкләшеп оҙатып ҡуйҙы.
Иртәнсәк Вәсилә апай сәй табыны әҙерләгән ине, ихлас ултырып сәй эстек. Мин шунда уға әлегә Фәнис тә белмәгән серемде систем: ауырлы икәнемде әйттем. “Бына һиңә яңылыҡ?!” – тип кенә ҡуйҙы ул. Шатлығын да, ҡаршылығын да белдермәне.
Ләйсәндең ике туған ағаһы менән еңгәһе район үҙәгенә ҡайталар ине, мине ултыртып алдылар. Вәсилә апай менән йылы хушлашып, айырылдыҡ. Дүрт айҙан, Фәнис армиянан ҡайтҡас, тағы ла күрешеребеҙгә ышана инем. Тик һөйгәнемдән көтмәгәндә: “Һинең менән башҡаса аралашҡым килмәй. Мине онот!” – тигән хат килеп төштө.
Тәүҙә аңламаным. Ауырлы икәнемде әйтеп хат яҙҙым. Башҡаса яуап булманы. Әрменән ҡайтҡас та, күрешергә теләмәне. Иң ахыры Ләйсәндән осрашырға ярҙам итеүен һораным. Сөнки бына-бына бала тыуыр көн етеп килә, ә мин киләсәкте нисек дауам итергә белмәйем. Атай-әсәйемде лә, Фәнис миңә мотлаҡ өйләнәсәк, тип ышандырғайным, бит.
Әхирәтем нисек итһә итте, Фәнистең Өфөгә килгән мәлен тап итеп, мине лә саҡырҙы. Әммә өмөттәрем бушҡа ине.
– Көтәм, тип вәғәҙәләр бирҙең дә, үҙең ике йыл буйы рәхәтләнеп йөрөнөңмө? Ә хәҙер кемдеңдер балаһын миңә таҡмаҡсы булдың инде? Килеп сыҡмаҫ! Ҡапҡаныңа эләктерер өсөн Екатеринбургка ла килеп етергә иренмәнең хатта. Онот, тип яҙҙым бит, онот! Башҡаса мине эҙәрлекләмә.
– Нимә һөйләйһең һин? Мин һине генә яратам, бер ваҡытта ла хыянат иткәнем булманы.
– Әкиәтеңде башҡаларға һөйлә. Иҫәрҙәр күп ул. – Фәнис сығып китте.
– Мине нисек нахаҡ яғып илаттың, һинең дә ғүмерең шулай әсенеп, күҙ йәше түгеп үтһен! – Артынан илай-илай ҡысҡырып ҡалдым.
Уның киткәнен күргән Ләйсән фатирына килеп инде лә мине ҡосаҡлап иларға тотондо.
– Ләйлә, зинһар, ғәфү ит, ярҙам итергә тырыштым, килеп сыҡманы. Яңғыҙыңды ғына туйға саҡырырға кәрәкмәгән икән. Бөтә бәләләрҙең дә башы шунда. Вәсилә апай Фәнискә барыһын да бишкә арттырып, хат яҙған. Имеш, һин туйҙа эсеп артығын ҡыланып ташлағанһың, әллә ниндәй егет оялмайынса уларҙың өйөнә тиклем оҙатып ҡуйған да, ярты сәғәт буйы ҡосаҡлашып, хушлаша алмай торғанһығыҙ. Ә иртәнсәк бөтөнләй кәләше булған, әммә уйнаш тигән даны сыҡҡан бер ир машина менән килеп алып, ҡалаға алып киткән, имеш.
– Улай булманы ла инде!
– Фәнискә аңлатып ҡараным, тыңларға ла теләмәй. Етмәһә, бергә гулять иткәс, яҡлашаһың инде, тип миңә лә яла яғып маташа...
Ул саҡта нимәләр күреп, нимәләр кисергәнемде үҙем генә беләм. Ярай, атай-әсәйем “атайһыҙ” мөһөрө менән тыуған ҡыҙымды ситкә типмәне. Әммә беҙгә әллә күпме мыҫҡыллауҙар, ғәйбәттәр ишетергә тура килде. Бер шулай түҙмәнем, рәнйеш-ҡарғыштарымды хатҡа яҙып, Вәсилә апайға ла ебәрҙем.
Тәүҙә кеше һүҙе күп булһа ла, аҙып-туҙып йөрөмәгәс, атай-әсәйем менән бергә матур донъя көткәс, һората килеүсе ир-егеттәр йылдан-йыл артты. Тик улар затына күңелем ҡалған ине, кейәүгә сығырға ашыҡманым. “Зәлиә ҡыҙың аңды-тоңдо белгәнсе парлы булыуың яҡшыраҡ булыр. Өйрәнеп китер, үҙ атаһылай күреп үҫер. Үҙең дә күнерһең, донъяла барыһы ла яратып ҡауышмай ул. Иң мөһиме ихтирам һәм хөрмәт булһын”. – Әсәйемдең ошо кәңәшен тотоп, Ғәлинур исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Эшлекле, ихлас, йомшаҡ күңелле, шул уҡ ваҡытта ныҡышмал кеше ул.
Баш тартыуыма ҡарамайынса, дүрт йыл буйы артымдан йөрөгәйне. Бәләкәй генә табын йыйҙыҡ та бергә йәшәп киттек. Ҡыҙымды ла, үҙемде лә яҡын күрә. Мохтажлыҡ кисермәнек – йорт һалып сыҡтыҡ, машина алдыҡ, хужалыҡты ҙурайттыҡ. Уға ла ике ҡыҙ бала табып бирҙем. Үткән йыл Зәлиәбеҙ кейәүгә сыҡҡайны, быйыл Яңы йыл байрамынан һуң олатай-өләсәй булдыҡ. Ул Ғәлинурҙың үҙ атаһы түгеллеген яҡшы белә, әммә бер ваҡытта ла минән: “Минең атайым кем?” – тип һораманы, үҙем дә һөйләмәнем. Бәлки, “оҙон тел”дәр барыһын да еткергәндер, бәлки, тәрбиәләгән атаһының йөрәк йылыһы етеп, етемлекте тойоп йәшәмәгәнгә был мәсьәләгә битараф ҡалғандыр.
Хәҙерге тормошомдан сығып, шуны әйтә алам: Фәнис менән ҡауыша алмағанға шатмын. Уға булған яратыу ҙа, рәнйеш тә онотолдо. Тик бына өс аҙна элек Ләйсәндең “Бәйләнештә” селтәренән ебәргән хәбәре мине утҡа һалды. “Ике ай элек Фәнистең 18 йәшлек кенә улы юл фажиғәһенә эләгеп, вафат булды. Эскән килеш руль артына ултырып, машинаһы менән КамАЗ-ға бәрелгән. Был хәбәрҙе һиңә әйтмәҫ тә инем, үткән ялда ауылға ҡайтҡанда Вәсилә апайҙы күрҙем. Һинең адресты, телефон номерыңды һорай. Ғәфү үтенгем, Зәлиә менән күрешкем килә, ти. Аманат төҫлө сәләмде еткерергә булдым, ҡалғанын үҙең хәл ит”.
– Уның менән аралашмайым, ҡайҙалығын белмәйем, тиң. Ҡайғыларының бик ауыр икәнен аңлайым, әммә уларҙың барлығын да белмәгән Зәлиә генә хәлдәрен еңеләйтә алмаҫ. Ә ғәфү үтенеүгә килгәндә, күптән инде ғәфү иткәнмен һәм онотҡанмын, – тип кенә яуап яҙа алдым.
Мин күптән инде рәнйеш-ҡарғыштарымды онотҡайным. Бер осрашҡанда ғына Ләйсән Фәнистең өйләнеүен, улы тыуыуын һөйләгәйне. Башҡаса уның хәлдәрен һорашҡаным булманы. Эйе, нахаҡҡа рәнйетелеп, ауырлы килеш нимә эшләргә белмәгәндә, баламдың кәмһетелгән сағында асыуым килеп, уйламаған һүҙҙәр әйттем, хат та яҙҙым. Әммә ул тормошҡа ашыр тип уйламаным. Өс аҙна инде, йоҡом – йоҡо, ашым аш түгел. 18 йәшлек баланың үлемендә үҙемде ғәйепле тоям. Һәм күңелдәге ауыр йөктө кем менән бүлешергә лә белмәйем.
Ләйлә Юнысова,
Мәләүез ҡалаһы