Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Август 2024, 18:56

ҠӘҘЕРҺЕҘ БҮЛӘК

— Тормош алдын йә артын күрһәтеп, үҙгәреп тороусан әле, сабырлы булайыҡ. Беҙгә лә килер әле яҡты көн...

ҠӘҘЕРҺЕҘ БҮЛӘК
ҠӘҘЕРҺЕҘ БҮЛӘК

Әхтәм 7-се класты тамамлаған йылды ауылға тракторҙар килеп, тирә-яҡтағы яландарҙы, ағас араһындағы асыҡтарҙы һөрә башланылар. Уны ла тиҫтерҙәренә ҡушып һабанға ултырттылар. Мәжбүри тулы булмаған урта белем алған Әхтәмдең ары уҡырға мөмкинлеге лә, теләге лә юҡ ине. Ары ҡайҙа уҡырға кәрәклеген аңлаған үҫмер һабанға ихлас ултырҙы.Инде хәҙер олоғайып, колхоз эшенә ҡарыуы юҡлыҡтан өйҙә ултырған һәм тормоштарында ҡытлыҡ кисергән әсәһе лә улының эшләй башлауына ҡыуанды ғына...

— Әйҙә, әйҙә, хәрәкәттә — бәрәкәт. Эшләгән тешләгән тигәндәр, — тип күңелен күтәреп ебәрҙе.
Әхтәм бик әрһеҙләнеп эшкә тотондо. Уҡыу ялҡытҡан да икән. Хәҙер башы ял итә. Юғиһә, һуңғы һынауҙың мәғәнәһеҙ һорауҙары тамам теңкәһенә тейгәйне. Эскән һыуҙың, ашаған тоҙҙоң формулаһын, нимәләрҙән торғанын һорайҙар. Ана, ауыл осонда Һаҡмар йылғаһы, ә Ҡаран буйында өс-дүрт ҡоҙоҡ – барсаһы ла шунан эсә. Берәүгә лә формулаһы ла, кислороды ла, водородының атомы ла кәрәкмәй. Уларҙың хәжәте лә юҡ. Алалар ҙа эсәләр. Йома сәйенә генә ололар Зәйнәп, Бәләкәй йылға шишмәләренән ат менән барып алалар. Ул һыуҙың һалҡынлығына тештәрҙең сатнауы ихтимал. Имеш, һыуҙың формулаһы тормошта кәрәк! Уйлап сығарғандар шунда булмаҫты. Тоҙҙо әйт әле һин. Натрий хлор, имеш. Ауылда уның мал ялаған эреһен ата тоҙ, вағын аш тоҙо тип кенә йөрөтәләр. Еңел дә, рәхәт тә, аңлайышлы ла. Вағы бөтһә, эре ата тоҙҙо сүкеш менән онтап, таҡтала өҫтөнән шешә тәгәрмәләтеп, тызып ваҡлайҙар ҙа алалар.

Уф-ф, ҡотолдо Әхтәм уҡыуҙан. Һуҡа өҫтөндә һыҙғырынып, белгән таҡмаҡтарын һамаҡлап ҡына ултыра. Ҡырҙа күңелле лә. Ҡоштар күп, шуларҙы күҙәтә. Төйлөгәндәр гелән күк көмбәҙендә юғары күтәреләләр ҙә ҡара нөктәләй генә күренеп йөрөйҙәр, хатта ҡанаттарын да ҡаҡмайҙар. Эх-х, осһаң ине төйлөгәндәр кеүек! Ҡара ҡарғалар һуҡа артынан ҡалмай, һөрөлгән ерҙә ҡорт, селәүсен, сысҡан сүпләйҙәр. Әскернәләр, табышҡа талашалар үҙ-ара. Улар араһында сәркелдәшеп сәүкәләр ҙә йөрөйҙәр. Әхтәмгә иң ҡыҙығы – бүҙәнә менән төлкөнө күҙәтеүе. Бүҙәнә һис тә осоп ҡасмай. Тракторға юл биргәндәй йүрмәләп кенә ситкә тайшана ла боҫа ла ҡуя. Ә үҙе ҡарашы менән Әхтәмде оҙатып та ҡуйған һымаҡ. Трактор ҡайтанан урап килеүгә шул тирәлә осрай ҙа йәнә тайшана. Әхтәм көнө буйы күҙәтһә лә, бүҙәнә һис һөргән ергә сыҡмай, сиҙәмдә генә йөрөй һәм һөрөлмәгән ергә генә шыла. Трактор көндән-көн бүҙәнәгә сиҙәмде тарайта. Үҙен урманға ҡыҫырыҡлай, тыуып-үҫкән еренән ҡыуа.

Төлкө иһә һуҡа артынан һөрөлгән ерҙә сысҡансыларға төндә килә. Төндә төлкөнө тәүгә күргәндә Әхтәм аңламайыраҡ ултырҙы. Бер саҡ артындағы ҡараңғылыҡта ике нөктә баҙлаған ут сағылды күҙенә. Аптыраңҡыраны. Ағас сөрөгөнөң ҡорто баҙлай тиергә урманда түгел. Уттар һуҡа атындағы һөрөлгән ерҙә ине. Эт йәки бесәй булырға ауылдан алыҫ. Фаралар яҡтыһында ғына аңғарҙы Әхтәм төлкөнө. Ә ул, һис ҡурҡыныс тоймаҫтан, сысҡансылауын ғына белде. Алғы аяҡтарының береһен күтәрә лә, шаҡ ҡатҡан рәүештә тора сысҡанды һиҙгән урында. Сысҡандың һуҡа туҙҙырған ояһынан ер өҫтөнә сығыуына өҫтөнә лә баҫа.
Тәүге төлкө оҙаҡ йөрөнө һуҡа артынан. Таң һыҙылғайны, ул юғалды. Икенсе төндә тағы ла килде. Был юлы ифрат әрһеҙ, самаһыҙ ҡылана, һуҡаға яҡынлап ҡына сысҡансылай. Әхтәм өс-дүрт әйләнештән һуң һиҙҙермәй генә һуҡанан төшөп ҡараңғылыҡҡа сумды. Әхтәмдең мәкерлеген, хәйләһен һиҙмәгән төлкө сысҡансылауын ғына белде. Төлкө дүрт-биш аҙым самаһына яҡынлағас, Әхтәмдең йөрәге дөп-дөп тибә ине инде.
— Һа-айт!
Төлкө тәүҙә һауаға тура ырғыны, дүрт аяғына баҫҡас та башын сайҡаны, шунан атылды ҡараңғылыҡҡа. Әхтәм януарҙы ҡурҡытыуына рәхәтләнеп көлдө генә. Икенсе тракторҙың һуҡаһында йөрөгән Ирек иртәгәһенә атаһының ун алтынсы калибрлы һыңар көбәкле мылтығын алып килде. Мылтыҡ булғас инде Әхтәм дә төлкөнөң килеүен ихлас көттө. Төнө буйы ҡарап йөрөһәләр ҙә, ике тракторҙың да һөргән еренә төлкө килмәне. Иртәнсәк, смена бөткәс, Ирек ризаһыҙ ғына:
— Ҡурҡытып әрәм иттең, бөгөн килмәне, — тип Әхтәмгә үпкәләгәндәй һөйләнде.
Иртәгәһен мылтыҡһыҙ килгәйнеләр, төнө буйы төлкө сысҡансыланы. Ә мылтыҡ менән килһәләр, теге сысҡансыламай ҙа ҡуя. Төлкө, мәкерлекте тәбиғәттән килгән һиҙемлеге менән тойоп, үҙен аттырманы.

Һуҡала йөрөү гелән мажараларҙан һәм мәрәкәнән дә тормай икән. Эштең үҙ талаптары, һәм улар эште башҡарғандарҙың йәшенә ҡарап үҙгәрмәй. Бигерәк тә ямғырҙа эшләүе ауырлаша. Ҡайһы мәрхәмәтле тракторист кабинаһына ултырта ямғырҙа, бәғзеләре уйламай ҙа, һөрөүен генә белә. Әхтәмгә ҡыйын көҙгө төндәрҙә. Ҡырау һыуығы таңға көсәйеп, һыуыҡ үҙәккә үтә. Ҡояш сығырын көтә Әхтәм түҙемһеҙләнеп, шунан йылып китә бит.
Трактористарҙың да төрлөһө бар. Ҡайһылары ятып йоҡлай ҙа ҡуя.
— Рулгә ултыр ҙа һөр әле, — тип әмер генә бирә. Һәр тракторист ярҙамсыһын трактор йөрөтөргә өйрәтеп алырға тырыша. Улай уңайлы. Әхтәм дә өйрәнеп алғайны инде. Ай самаһы һабанда эшләгәс тә, тракторҙы үҙаллы йөрөтә ине. Һәр ваҡыт бер тракторҙа эшләгәндә уңай ҙа ул, тик ҡыйрап та ҡуя. Шундай хәлдә икенсе тракторисҡа ҡушалар.
Ҡайһы тракторист һабансыһын йүңкетә генә. Һабандың яп-ялтыр төрәндәрен кирбес, сар таш менән ышҡытып үткерләтеүселәр ҙә бар. Һабанды ғына түгел, тракторҙың барса урындарын майлатыусы ла табыла. Үҙе тәмәке көйрәтеп сиҙәмдә генә ята ул.

Әхтәм рулдә саҡта тракторист өсөн дә эшләй, үҙенең бурыстарын да башҡара. Улай эшләү икеләтә ауыр. Сөйҙә ултырған һымаҡ урынында өйөрөлөп-сөйөрөлә, йоҡоһон туйҙырып торған тракторист эшенән ҡәнәғәт булмай асыуланмаһын өсөн тырыша. Уларҙан яман һүҙ ишеткәнсе тыныс эшләгәнең хәйер. Шуға ла трактористар нимә ҡуша, шуларҙы һис һүҙһеҙ башҡара. Хәрәмләшеп, иҫәпләшеп эшләү Әхтәмдең уйында ла юҡ, үҙе лә хәҙер ҡатыланды. Үҫмер ғәмһеҙлегенән, йомшаҡлығынан ирлеккә әүерелеп барыуы ошолор инде. Хәҙер уның ҡыҙыҡһыныуын ҡоштар ғына яуламай.
* * *
Сиҙәм күтәреү башланғанға ике йыллап ваҡыт уҙғас, ауылда яңы хәбәр таралды. Өйҙә Әхтәмдең әсәһе:
— Сиҙәмселәрҙе бүләкләйҙәр икән, һиңә лә булһа ярар ине, — тип һөйләнде. Был яңылыҡты Әхтәм дә ишеткәйне.
— Иртәгә йыйылыш була, — тип өҫтәне.
— Баштан аҙағына тиклем эшләнең, бүләк бирмәй ҡуймаҫтар әле, – тип әсәһе өмөтөн өҙмәне.
Ысынлап та, иртәгеһенә колхозда йыйылыш булды. Әхтәмде лә «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеләр. Миҙалға һәм төрлө бүләккә лайыҡтар байтаҡ икән. Миҙалдан башҡа кейем менән дә бүләкләнеүселәр бар. Йыйылыш бик тантаналы һәм гөрләп үтте.
Колхоз рәйесе сәхнәгә саҡырып түшенә миҙал таҡҡан арала Әхтәм шабыр тиргә батты. Ауылдаштарының алдында сәхнәгә сығып бүләк алып тороуы уңайһыҙ ине уға. Сәхнәнән төшкәс тә, миҙалды түшенән ысҡындырып кеҫәһенә тыҡты.
Өйгә ингәс тә әсәһенең тәүге һорауы:
— Бүләк алдыңмы? — булды.
Әсәһенең ҡыҙыҡһыныуы көслөлөр, ахырыһы, ике күҙе улында.
— Алдым.
— Нимә?
— Түшемә миҙал таҡтылар.
Әсәһе аптырағандай итеп һорай һалды:
— Аһ-аһ! Миҙал тисе, кейем бирмәйҙәрме?
— Кейемде башҡаларға бирҙеләр.
— Шулай инде ул... Кейемде кемдәр алды?
Әхтәм үҙенең тиҫтерҙәре араһынан кейем менән бүләкләнгәндәрҙең исемдәрен әйтте.
— Ҡара һин уларҙы! Байҙарға — аталы балаларға кейем, фәҡир-фоҡор, етем-еһергә тимер икән!
Бүләге миҙал булғас, Әхтәмгә лә уңайһыҙ әсәһе алдында. Ысынлап та, пинжәк менән салбар бирһәләр бик ярап ҡалыр ине лә. Юҡ бит.
— Кешене айырып ҡарау бөтмәне беҙҙең колхозда, - әсәһенең асыуы ҡабара ғына ине.
— Тырышып-тырмашып эшләһәң дә һине күҙгә лә элмәнеләр инде ул. Һәр көн һайын ҡарасуманға әйләнеп ҡайта инең.
Әсәһенең ризаһыҙлығына Әхтәмдең күңеле бойоҡто, эсе бошто.
— Бар ғына кейемеңде туҙҙырып бөттөң тимер-томор, май-һай араһында. Хәҙер кейергә өҫтөңдә лә юҡ бит әле.
Әхтәм һис ауыҙ асып өндәшмәне, һүҙ атманы әсәһенә. Кейеменең юҡлығына, әсәһенең мохтажлығына ҡайғыра шул. Пинжәгенең терһәктәре, салбарының ултырышы һәм тубыҡтары ямаулы булғанға Әхтәм үҙе лә уңайһыҙлана.
Ысынында ла, ошо ҡалаҡ башындай ғына ялтырауыҡ тимерҙе алғансы, кейем булһа икән дә, эләкмәне шул Әхтәмгә. Үҙе уйлаған арала кеҫәһендәге миҙалды ҡапшап ҡарай. Клубта ҡулына алып ҡарарға ҡыйманы бит. Кеше күп ине. Өйгә ҡайтҡас та ҡарарға форсат теймәй. Асыулы әсәһе алдында миҙал менән булашып ултырғыһы килмәй.
—Ҡайҙа миҙалың?
Әсәһенең һорауы Әхтәмде уйынан айырҙы.
— Кеҫәмдә.
— Күрһәт бүләгеңде. Дөйә лә, төймә лә бүләк тиҙәр былай. Әхтәм кеҫәһенән миҙалы менән ҡатырғыһын сығарып өҫтәлгә һалды. Әсәһе миҙалды ҡулында һәлмәкләй-һәлмәкләй оҙаҡ тикшерҙе. Шунан ғына үҙ алдына һөйләнеүгә күсте.
— Мәғдәненә алтын ялатҡандар, ахырыһы. Алтынға тартымлап торған була әле ул. Юҡ-барҙы килештереп эшләйҙәр инде беҙҙә. Бойомға ашҡандай әйбер булһа тәп-ләп һуғырҙар ине. Ә быны оҫта ҡойғандар...

Әхтәм һиҙә, хәҙер әсәһенең асыуы оҙаҡҡа түҙмәйәсәк, ҡулындағы әйберҙе ҡарап бөтөүгә тынысланып элекке алсаҡ һәм асыуһыҙ хәленә ҡайтасаҡ.
— Таҫмаһы затлы, йәлләмәгәндәр былай, — тине лә әсәһе, уң ҡулының ике бармағына ғына ҡыҫып, миҙалды үҙенән ҡырғараҡ һоноп, ҡояш нурында уйнатҡандай ҡыланды. Ошо хәлгә ҡыуанғандай миҙалдың нуры өйҙә ялт-йолт килде.
— Бүләк аттың тешенә ҡарамайҙар, тиҙәр. Әйҙә, бүләгеңде элеп ҡуй түргә, — тине лә әсәһе миҙалды өҫтәлгә һалды. - Торор әле шунда тутығып, — тип тә өҫтәне.
Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Әхтәмгә ауыр ошо хәлдә ҡалыуы.
— Аталы бала һәр саҡ алдын инде. Талир тәңкәгә алданғанса, улдарын бушҡа кейендереп ҡала инде улар...
Әхтәм әсәһенең үпкәле һүҙҙәрен сабыр ғына тыңланы.
— Тормош алдын йә артын күрһәтеп, үҙгәреп тороусан әле, сабырлы булайыҡ. Беҙгә лә килер әле яҡты көн...
Әсәһе ҡытыршы хәлдән һуң һәүетемсә һөйләнә башлаһа, Әхтәм быны һүҙҙең ахырыһы итеп аңлай, шунан әсәһенең тынысланыуына оҙаҡ ҡалмай.
— Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ. Һис кенә тоғро йәшәргә тырышмай һәм теләмәй. Замана алдыҡ, шуға әҙәм бәндәгә әүерелде. Ахырызаман яҡынлашалыр, бәлки...
Әсәһенең үҙ алдына һөйләнә башлауынан үҙ ихтыярына күсергә ваҡыт икәнен аңланы. Миҙалын стеналағы сепрәккә эләктереп ҡуйҙы. Ул сепрәктә барса йыйған нәмәләре – әртистәрҙең фотолары, маркалар, ат, эт һүрәттәре бар. Шулар араһында хәҙер миҙалы элеүле тора. Өйҙәрендә башҡаса ул миҙал тураһында һүҙ ҙә сыҡманы, иҫләгән кеше лә булманы.
Әхтәм егет ҡорона сыҡҡас та сепрәктәге бала сағынан йыйған әйберҙәрен ташлағайны, шунда миҙалды ла өйҙәге күҙгә салынған байлыҡ — ҡара күн тышлы сумаҙан төбөнә ырғытты. Бында ғаиләнең тере һәм үлеләренең документтары һаҡлана. Фронттан килгән ҡағыҙҙар ошо сумаҙанда. Ғүмере буйы әсәһенең йылдың-йылы түләп килгән заемдары бер нисә төргәк йыйылған. Башҡа һалым ҡағыҙҙары айырым төрөлгәндәр. Улар ифрат күп: иттеке, майҙыҡы, йөндөкө, тиренеке, йомортҡаныҡы... Йыл һайын илай-илай тикшерә-тикшерә ул ҡағыҙҙарға әсәһенең күҙ йәштәре һеңгән кеүек Әхтәмгә. Шуға уларға сирҡанып, сытырайып ҡарай. Шулар урынына түләгән аҡса өйҙә булһа, йыртыҡ, иҫке-моҫҡо кейем менән дә йөрөмәҫ ине. Әсәһе баҙарҙан алыр ҙа кейҙерер ине.
Ә Әхтәмдәрҙең өйҙәрендә ҡайһы саҡта ҡабым риҙыҡ булмай. Ата тоҙ ялап ҡайнаған һыу эскән көндәре лә булғыланы. Әхтәмдең һис күңеле тартмай сумаҙандағы һалым ҡағыҙҙарын күрергә. Әсәһенән башҡа асып та ҡарамай. Шуға ла миҙалды сумаҙанға ырғытҡас та онотто. Өлкәнәйеңкерәп үҙенең дә документтары йыйыла башлағас, сумаҙандың кәрәге тейҙе һәм үҙе лә ҡағыҙҙарын ошонда һалды. Әммә миҙал күренмәне. Кәрәген тапмағас, уны эҙләмәне лә, иҫләмәне лә. Ә миҙал сумаҙан төбөндә үҙ сиратын көтөп йәшеренеңкерәп ятҡан икән.
* * *
Әхтәмгә пенсияға сығырға ла ваҡыт етте. Алтмыш йыл ғүмер үтеп тә киткән икән шул. Артына бағып, уҙған ғүмерен барлау ғына ҡалған хәҙер уға. Алтмыш йыл булһа ла, ныҡ көрһөнөп ауыр тын алырлыҡ ҡына ваҡыт үткәндәй тойола. Төрлө сағы булды ғүмеренең: булмышына күрә яҙмышының ауыр сағы ла осраны, шәп, форсатлы дәүере лә юҡ түгел.
Ир уртаһы ике утыҙ тип йырлаһалар ҙа, ғүмеренең ахырылыр алтмыш йәш. Әхтәм шулай һиҙемләй. Сырхап та киткеләй, буйтым шәбәйеп тә ала. Тормошонда ла төрлө хәлдәргә осраны һәм шунда ҡайнаны. Зарланып үкенерлек тә түгел буғай. Шуныһы артыҡ булды, быныһы етеңкерәмәне тип тә аныҡлай алмай үҙе. Бәлки, хәҙер, ғүмеренең ахырында, тормошто нисек бар шулай, риза булып ҡабул итмәкселер ҙә.
Пенсия юллау хәстәре менән мәшғүл Әхтәм барса кәрәкле һаналған ҡағыҙҙарҙы йыйырға ниәтләнде. Сумаҙаны, ҡара күн остары өлтөрөп тош-тош урынынан йыртылып иҫкерһә лә, ҡағыҙ һандығы сифатында ине әле. Сумаҙанда аҡтарынғанда ул әлеге миҙалға тап булды. Бүләк ҡатырға кинәжкәһенә ҡаптырған килеш иң төптә сатай-ботай ята ине.

Әхтәм, бәлки, кәрәк булыр пенсияға, тигән уй менән дә,
ҡыҙыҡһыныуынан да тыйыла алмай миҙалды ҡулына алды. Мәғдәненә һәм таҫмаһына күкһел-йәшел төҫтә тут төшкән. Кәзә йөнөнән һуғылған урындыҡ балаҫында ихлас ҡына ышҡығайны, мәғдәне лә, таҫмаһы ла тәүге төҫөнә ҡайттылар. Әхтәм йылмайып әсәһенең талир тәңкә тигәнен иҫләп алды. Миҙалды ҡулында тотоп әсәһен иҫләүгә шул осорҙағы тормош күҙе алдына килде. Ирекһеҙҙән һағышланған күңеленән тиҫтерҙәрен барланы, күҙе алдынан үткәрҙе. Ошоға тиклем тас әлегеләй ихлас ҡына уйланырға ваҡыт та етмәгән, форсат та теймәгән, ахырыһы, йәнә сәбәбе лә тура килмәгәндер. Заманындағы ҡәҙерһеҙ бүләк, утлы иҫтәлектәй, ҡулын өткән килеш йәнен өшөтөп үк ебәрҙе. Әхтәм мәрхүмә әсәһен гелән иҫләй ул, ә бына тиҫтерҙәренә әһәмиәт биргәне юҡ ине. Ғәйепле икән ауылдаштары, бигерәк тә тиҫтерҙәре алдында. Онотҡан бит үҙҙәрен.
Миҙал алған осорҙа тиҫтерҙәре ун бишләп ине, хәҙер Әхтәмдең барлауынса бишәү-алтау ғына ҡалған. Уларҙың да күбеһе тыуған ауылдан ситтә йәшәйҙәр икән. Ғибрәтле яҙмышлылары ла булған араларынан, булмыштарына ризаһыҙҙары ла табылған икән. Икәү-өсәүһе үҙ ихтыярҙары менән хушлашҡандар фани донъя менән, ауырыу сәбәпле бөгөнгө көндө күрмәгәндәре лә байтаҡ. Ауырыуҙың хәлен һау белмәҫ тигәндәй, уларының ғәме инде башҡаларға ҡараңғы. Һүҙһеҙ, хәбәрһеҙ ситкә олағып юғалғандар ҙа бар икән әле.
Теше-тырнаҡтары менән тормошҡа мөкиббән ынтылышлылары булмаған һымаҡ тиҫтерҙәренең араһында. Тереләре, һауҙары һәүетемсә генә йәшәргә тырышҡандар, тормоштан артҡа ла ҡалмағандар, нәфселәнеп тә ҡыланмағандар.
Әхтәм иҫләгән тиҫтерҙәренең барыһын да һағынған кеүек. Һәр ҡайһыныһы менән осрашып һөйләшкеһе килгәндәй ҙә. Осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре лә бөтмәгәндәй һымаҡ. Әхтәм үҙенең буш хыялға сумғанын аңланы, тертелдәгәндәй итте лә миҙалға йәнә текләне.
Хөкүмәттән оло бүләк алып өйрәнмәгән Әхтәм ваҡытында әсәһе хупламаған, ҡәҙерһеҙ күргән миҙалды әле генә йөрәге менән ҡабул иткәндәй тойҙо. Былай үҙе бүләккә, данға әрһеҙ ҙә түгел ул. Үҙен маҡтап, эшен, ғәмен хуплап тороуҙы ла өнәмәй.
Бөгөн килеп миҙалдың барлығы ҡыуаныс та, ваҡытында ҡәҙерһеҙ тойолоуы үкенесле лә кеүек. Ысынлап та, үкенерлек инде. Был фәҡирлек бәләһеме, әллә ғәмһеҙлек ғәләмәтеме? Фәҡирлектән миҙалды кәмһетеү Әхтәмгә бөгөн бигерәк ситен һымаҡ. Хеҙмәтен тәбрикләгәндә кейем бирһәләр, бөгөнгө көндә уның ебе, һүрентеһе лә ҡалмаҫ ине. Ниндәй төҫтә икәнен дә Әхтәм онотор ине быға хәтлем. Ә миҙал иҫтәлек өсөн һаҡланған. Көнөндә, бәлки, фәҡирҙең өмөтө ярты икмәк тигәндәй, кейем, ризыҡ наҡыҫлығы йонсотҡандыр ҙа, шуға миҙал ҡәҙерһеҙ һаналғандыр.

Мозафар Абдуллин

 

Автор:
Читайте нас: