Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Октябрь , 21:05

Ерҙә яралған йәнемде мөхәббәтем итте нурҙай

Уразаев Мәхмүт Һибәт улы  — яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе.

Ерҙә яралған йәнемде мөхәббәтем итте нурҙай
Ерҙә яралған йәнемде мөхәббәтем итте нурҙай

Уразаев Мәхмүт Һибәт улы (14 май 1936 йыл — 6 сентябрь 2021 йыл) — яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе.

Мәхмүт Һибәт улы Уразаев 1936 йылдың 14 майында Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс мәктәп, күрше Муйнаҡ ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Абҙан ауылында урта мәктәп тамамалай. Өс йыл колхозда эшләй. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә.

Башҡортостан телевидениеһы һәм радио комитетында, «Ленинсы»«Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында эшләй.

Тәүге шиғырҙары матбуғатта 1957—1958 йылдарҙа донъя күрә. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2021 йылдың 6 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Китаптары

Йылдар юғалмай.

  • Сал офоҡ.
  • Алпамыша.
  • Биллеғылыс.
  • Ғүмер ҡиссалары.

* * *
Мин ҡалдырған ғаләм иңендә
Таңдар мөғжизәһе һүрелһә,
Эңерҙәрҙең сихри өнөндә
Тыуыр нуры тынлыҡҡа күмелһә, —

Минең йөрәгемдән ағылған
Ғашиҡ уты етмәй, белегеҙ.
Ғашиҡ уты — моң ул яғылған
Һәр йәнгә лә. Һөйһөн йәнегеҙ.

Һөйөп йәшәү — үлмәй йәшәүҙер,
Баҙыҡ таңдар, серҙәр шикелле.
Ер, Күк, Ғашиҡ — улар өсәүҙер,
Бер-беренә оҡшаш, иш йөҙлө.

Ер, Күк, Ғашиҡ. Ғашиҡ етмәһә,
Ғаләм тоноҡланып, тарайыр.
Ян, йөрәгем, янып һип йәнә
Ғашиҡ утын. Үрҙәр һорай йыр.

Мин йырлайым

Ерҙә яралған йәнемде
Бөйөк киңлек — Йыһан тартты,
Ғашиҡ түгелдәр йәл инде:
Хәтерләтте хәлһеҙ ҡартты.

Ерҙә яралған йәнемде
Мөхәббәтем итте нурҙай:
Ҡанатлылыр һәр мәл инде,
Сәмем түгел юйылырҙай.

Ерҙә яралған йәнемде
Гүргә нисек һыйҙырайым?!
Ғашиҡ түгелдәр йәл инде,
Ти таңым да. Мин йырлайым.

Мин йырлайым, берләшкәндәй,
Таң менән, ғаләм менән
Бер үк йырҙы. Сер үҫкәндәй,
Йыр ҙа сер арбай белгән!


* * *
Йәркәй Ғәбделхәй улы Теләүбирҙинға

Йәркәй тигән исемде һин баҙығайттың
Йәшәүеңдең нуры менән. Аҙаҡ ҡайттың
Ата-баба зыяратына. — Аҡһарыҡтың
Тулҡыны һин, юҡтыр көнөң ҡәберҙәге.

Теләк үлмәй: йүн-яҡшылыҡ, ҡот-йәм теләү,
Йәмең кеүек, ҡырмыҫҡалар ҡорған иләү,
Тере тупраҡ ҡатламында бара түлләү, —
Бешкән, ана, ҡәбереңдә ер еләге.

Һинең кеүек үре ҡалмай шул тарлыҡтың,
Аҡһарыҡтан килгән моңдай, һин барлыҡһың.
Бешкән, ана, ҡәбереңдә ер еләге,
Мин бит, ти ул, өҫкә ҡалҡҡан ир йөрәге.

Күҙҙәреңә ҡарап

Күҙҙәреңә ҡарап, һүҙҙәремдә
Наҙ ярала ошо мәлемдә.
Наҙыбыҙҙың нурлы үрҙәрендә
Тойҙорт онотолоу тәмен дә.

Күҙҙәреңә ҡарап оҙаҡ-оҙаҡ,
Килә мәл берлеген оҙайтҡым,
Ғаләм киңлегендә йыраҡ-йыраҡ
Араларҙы үтер юл тапҡым.

Күҙҙәреңә ҡарап, килә һине
Һулышым тип тойғом был мәлдә.
“Юлығыҙ — мин!”— тиһен йыһан иңе,
Ҡанатһыҙмы йән-хис һөйгәндә?

* * *
Аҡҡондоҙҙан Йылайырға табан үтәм. Зыярат:
Бәҫен аса унда ла мәл үре, бармай ҡыйрап,
Йәшәүебеҙҙәй, унда бер ни ҙә түгел ялған.
Ғаләмшә инәйем дә ошо ғаләмдә йәшәп,
Үҙенә әжәл язаһын түгел, сер тынлығын,
Шунда һеңгәндәрҙең нурлы ризалығын алған.

* * *

Ил иләүе эсендә
Йәшәнем. Намыҫ йөгө
Булды һәр саҡ иңемдә,
Унан да ни бар изге?

Илде иләү ишетәм,
Күгем — үлмәҫ йәшенле.
Йәшенле күк уты һеңгән
Тупраҡ ҡына — йәш көнлө.

* * *

Мин, донъя-Ер, һине йәшәтәмен әле:
Тын алғанда, атҡарғанда эштәремде.
Мин барҙа һәм Кеше барҙа һин — иҫәнһең,
Кешеһеҙ донъя өйрөлтмәҫ күсәреңде.

Көнөң тыуған хәлдә лә, булыр ул етем,
Улай ғынамы: үле, гүр төбө, тып-тын.
Һине һаҡлай-һаҡлай, шуға барып еттем:
Бер мәлем ҡөҙрәт бөркә — юҡ була упҡын:

Мин, донъя-Ер, һине йәшәтәмен әле,
Тик күпкә сыҙармы көстәремдең хәле?..

 

Автор:
Читайте нас: