- Әсәй, әсәй, мин күп итеп еләк йыйҙым, эй унда еләк күп, сәй эсәйек тә, кеше йыйып бөткәнсе барайыҡ. Һин еләктән ҡаҡ яһарһың, бик тәмле була бит, - тине лә, ҡапыл туҡтап ҡалды. Ярай әле әсәһе ҡайҙа тәмле ҡаҡ ашағанын һорашып торманы. Күрше Хәҙисә инәйҙең ҡағын яланыҡ, тип әйтеп булмай ҙа инде.
Сания улының арҡаһынан һөйөп алды, тик бер нимә лә өндәшмәне. Ул арала самауыр ҙа ҡайнап сыҡты.
- Әйҙә, улым, тәмле итеп сәй эсәйек тә, еләккә китербеҙ.
Фәрит ҡулдарын йыуып, кәпәсен һалған ине, берәм-берәм тәмәке төпсөктәре ҡойолдо. Әсәһе күреп тә ҡалды:
- Әһә, бына кемдән ҡойола икән төпсөктәр, ниңә йыйҙың, нимәгә кәрәк улар һиңә?
Фәрит ҡасып өлгөрмәне, әсәһе эләктереп алды, башындағы яулығын алып эй һуҡҡан була, эй туҡмаған була, Фәрит илаған була.
Нисек кенә булмаһын, ошо хәлдән һуң Фәрит үҙенә һүҙ бирҙе: төпсөк тә йыймаҫҡа, тәмәке лә бер ҡасан да тартмаҫҡа. Ул һүҙендә торҙо, үҫкәс тә иптәштәре тартһа, ситкәрәк китер ине. Әсәһе биргән «дәрес» эҙһеҙ үтмәнеме, әллә үҙе һүҙендә торҙомо?
Ә төпсөк йыйыуҙың сере былайыраҡ ине. Олораҡ малайҙар төпсөк йыйһағыҙ, балыҡ ҡармаҡларға алып барабыҙ тип өмөтләндергәндәр. Ә балыҡ тотоу - Фәриттең ҙур хыялы ине, сөнки ул балыҡ ашарға бик ярата. Күршеһе Харис ағай күҙҙе ҡыҙҙырып, тәмле итеп балыҡ ашағанда ҡарап тора ла, тамағында юҡ балыҡты уның менән бергә йота ине. Шуға ла балыҡ ҡармаҡлау - уның ҙур хыялы, ә балыҡ тотоу ҡорамалдары юҡ бит инде. Шулай булғас, ризалашмай ни эшләйһең, башҡа сара юҡ.
Матур, ҡояшлы бер көндө Фәрит дуҫы Фәнис менән балыҡҡа барырға булды. Фәнистең атаһы уға оҙон ҡолғанан балыҡ тота торған ҡармаҡ яһап биргән, икеһенә лә булыр, алмашлап тоторға килеште малайҙар. Бына улар күл буйында. Баҡалар баҡылдаша, балыҡтар һикереп уйнай, ҡайһылай күңелле икән бында, тип уйланы Фәрит. Теҙелешеп ултырып, тауышланмай ғына балыҡ тота башланылар. Олораҡ малайҙар өйрәнеп бөткән шул, балыҡты шыпылдатып ҡына торалар, Фәнис тә ҡармаҡлай, ә Фәрит ҡыҙышып ҡарап тора.
Сират Фәриткә етте. Ул ҡармаҡты шатланып ырғыта, ә балыҡ эләгеп бармай шул, етмәһә, ҡармаҡ ебе лә уралып-сырмалып китә.
Шулай ҙа Фәрит бик шат, хәҙер ул күп итеп балыҡ тотор, әсәһе лә шатланыр, улар тәмле итеп балыҡ ҡыҙҙырып ашарҙар. Шулай уйланып торғанда ҡалҡыуыс ҡыймылдай башланы, Фәрит ҙур ғына балыҡты тартып сығарып, шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе, хатта. Ләкин, Фәрит балыҡты ысҡындырып алдым тигәндә генә балығы күлгә төштө лә китте. Уның артынан Фәрит һыуға ҡолап төштө. Ярай әле малайҙар ярҙамға килеп, вәт, исмаһам, ҙур балыҡ, тип тартып алдылар.
Фәрит башҡаса балыҡҡа бармаҫлыҡ булып ҡайтты, ҡурҡыуы ла бар ине, балыҡ ашамаһа ла йәшәр әле, ашаған ана, Харис ағай ашаһын.
Фәрит өйгә инмәне, әсәһен борсомаҫҡа булды, өҫтө лә еүешерәк. Һарай башына менеп, бесәнгә ятты. Бала булһа ла, башында уй юҡ түгел шул, ә иң борсоған уйы - ниңә минең атайым юҡ, бармы ул, ҡайҙа? Ошо һорауҙар һәр саҡ уның уйында, ә бөгөн уға бигерәк ауыр, бәлки, атаһы булһа, ул бөгөнгө хәлгә ҡалмаҫ та ине. Малайҙар аталарын һөйләһә, ул өндәшмәй тора, сөнки ул уны белмәй, күргәне лә юҡ. Әсәһенән бер нисә тапҡыр һорарға ынтылды, әллә ҡыйманы, әллә ҡурҡты.
...Бына Фәрит ҙур ғына балыҡ тартып сығарҙы, тик ул ябай түгел, ә алтын балыҡ һәм ул телгә килде:
- Һин аҡыллы малай, ебәр мине, нимә теләйһең, шуны эшләйем.
- Эй, алтын балыҡ, миңә атай бир, ул миңә бик кәрәк, минең уны күргем киләәәә!..
Бына шундай ғәжәп төш күрҙе Фәрит хуш еҫле бесән өҫтөндә ятҡанда.
Әлиә РӘХИМОВА.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.