Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Октябрь 2024, 13:10

Яҙмыштан уҙмыш юҡ Хикәйә

– Минһеҙ нисек йәшәрһең инде? Бер нимә лә эшләй белмәйһең, йә берәй ярҙамсы юҡ, – тип йыш көрһөндө Миңлегөл.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ ХикәйәЯҙмыштан уҙмыш юҡ Хикәйә
Яҙмыштан уҙмыш юҡ Хикәйә

Яҙмыштан уҙмыш юҡ

Мансур дауахананың ишек алдын һепереп йөрөүҙән туҡтап уйға ҡалды. Эх, яҙмыш тигәндәре ошолор инде... Кем уйлаған ҡартайғас, урам һепереп йөрөрмөн тип. Ҡартлыҡта шулай була, тип егерме йыл элек әйтһәләр, ышанмаҫ та инем...

Эш ҡоралы – һеперткеһенә таянып, дауахананың тәҙрәләрен ҡараны. Ҡасан ғына ошонда дәрәжәле кеше булып, туған-тыумасаһын, дуҫ-иштәрен сиратһыҙ, һөйләшеп урынлаштыра ине. Үтте тормош, һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

Дауахананың ишек алдында, ауырыған балалар өсөн эшләнгән майҙансыҡта, әсәйҙәрҙең ҡарамағы аҫтында, шау-гөр килеп, балалар уйнай. Бына, исмаһам, ғәмһеҙ ваҡыт, ҡайтһаң ине шул осорға, рәхәтләнеп уйнап, бер нимә тураһында ла уйланмай йәшәһәң, ҡалай шәп булыр ине, тип уйланы. Икенсе яҡҡа күҙ һалды. Бында яңғыҙ ятыусы өлкәндәр. Берәүҙәре, тартырға ярамағанын белһәләр ҙә, йәшереп тәмәке көйрәтә, икенселәре ширлектә ултырып гәп һата. Ике йыл эшләһә лә Мансур бында өйрәнә алмай. Ҡайһы бер таныштарын күреп, оялып икенсе яҡҡа китергә ашыға. Таныһалар көлөрҙәр һымаҡ.

...Алтмышы тулһа ла хаҡлы ялға сығарырға ашыҡманы. Тик бына гелән түрә булғанғамы, нервы күҙәнәктәре ҡаҡшаны, йөрәге тота башланы. Шуға ла өс йыл тигәндә үҙе эштән сығырға ғариза яҙҙы. Оло табын ҡороп, ҙур вазифа биләгән кешеләрҙе саҡырып һыйланы. Бик күп маҡтау һүҙҙәрен ишетте. Бергә эшләгән Дамир Хәйрулла улы хатта: “Берәй нәмә кәрәк булһа, мотлаҡ рәүештә мөрәжәғәт ит. Ер аҫтынан табып бирәм һиңә, һин мине беләһең”, – тип күкрәген һуға-һуға хәбәрен һөйләне. Ҡалғандары ла ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булыуҙарын әйтте. Дуҫтарым күп, ярҙам итерҙәр әле, тип тынысландырҙы үҙен Мансур.

Ваҡыт үтә торҙо, йыйып һалған аҡсаһы ла бөттө. Мул йәшәп өйрәнгәс, сығымдар ҙа күп булды. Шулай уның ғаиләһе кәритәнең төбөнә төшөп ултырҙы. Ҡатыны арзан аҙыҡ-түлек һайлап өйрәнде. Был ғына етмәне. Уныһы тиҙҙән ауырып китте. Дауахана юлын күп тапаны, тик шифаһы булманы.

– Минһеҙ нисек йәшәрһең инде? Бер нимә лә эшләй белмәйһең, йә берәй ярҙамсы юҡ, – тип йыш көрһөндө Миңлегөл.

Ауырыу менән нисек кенә алышмаһын, әммә уныһы мәкерле булып сыҡты. Бер көн килеп ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Өсөн, етеһен уҡытҡан арала туғандары уны яңғыҙ ҡалдырырға тырышманы. Ләкин һәр кешенең үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәттәре. Бер аҙна үтеүгә фатир бушап ҡалды. Бына шунда Мансур яңғыҙлыҡтың нимә икәнен аңланы. Буш фатир, әҙерләнмәгән аш-һыу... Ҡайғыға батып, ҡатыны менән үткән тормошон иҫләне, йыш ҡына уның фото рәсемен һыйпай-һыйпай һөйләшеп ултырҙы. Йәшәгән, эшләгән ваҡыттарын иҫкә төшөрҙө. Тик бына күҙгә-күҙ ҡарашып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыр кеше табылманы. Быға тиклем анда-бында булһа ла хәл белергә балалары, күршеләре, туғандары инеп сыға ине, хәҙер улары ла юғалды. Телевизор ғына иптәш. Яңылыҡтар тыңланы. Насар хәбәр ишетһә, хужаларҙы әрләне, яҡшыһын ишетһә – маҡтаны.

Өҫтәлдә йыуылмаған ҡашаяҡтар, табала ҡыҙҙырылған йомортҡа ҡалдыҡтары, шыптырҙа икмәк, хатта тәрилкәгә лә һалмаған бит уны. Ә нимәгә һалырға һауытҡа, былай ҙа бара, барыбер берәү инеп тә сыҡмай бында, тип үҙен аҡланы. Көндәр шулай үтеп торҙо.

Ҡайҙа бараһың, үлгән артынан үлеп булмай бит. Сейле-бешле, йә көйҙөрөп, ашарға бешерергә өйрәнде. Почтаға барып, оҙаҡ ҡына сиратта тороп, түләү эштәрен башҡарҙы. Миңлегөлө һәр саҡ күҙ алдында торҙо. Был квитанцияларҙы нисек тултырҙы икән? Ярар сиратта тороусылар бик яҡшы кешеләр булып сыҡты, бөтә нимәне күрһәтеп, ярҙам иттеләр. Түләгәндән һуң, ярты пенсияһын ҡалдырғанын аңланы. Бына нисек ябай кеше йәшәй икән, тип уйланы ул. Был ғына пенсияға нисек йәшәргә, Миңлегөлөм аҡсаны нисек еткерҙе икән? Ул бит бер тапҡыр ҙа аҡса булмағанына һуҡранманы. Ни өсөн ошоға тиклем бер ҙә түләү эштәрен башҡармағанмын? Бәлки, күп кенә әйбергә икенсе төрлөрәк ҡарар инем. Ябай халыҡ менән аралашырға кәрәк бит, эх, һуң аңланым мин быны. Магазиндарға инеп: “Бының сама аҙыҡ араһында үҙемә кәрәклеген ҡайҙан табырға?” – тип йәнә аптыранды. Һуңынан уныһына ла өйрәнде. Улар араһынан осһоҙорағын һайларға тырышты. Ләкин, нисек кенә тырышмаһын, барыбер пенсия алыуға бер аҙна ҡалыуға, янсығында бер нисә һум аҡса ғына ҡалғанын күрҙе. Аҙаҡҡы аҙнаны өйөндә нимә бар, шуны ғына ашарға тура килде. Шул ваҡытта бер пенсияға йәшәй алмаясағына төшөндө. Өйҙә дүрт мөйөшкә текләп ултырғансы, тип эш эҙләргә кәрәк тигән ҡарарға килде.

Эш тигәнең тиҙ генә килеп сығамы һуң! Оҙаҡ эҙләргә тура килде уға. Берәй еңелерәк эш булмаҫмы, тип “дуҫтарына” барҙы. Тик уға ярағаны булманы. Күптәре: “Эш урынында юҡ”, – тип сәркәтиптәренән генә әйттерҙе. Эх, элек үҙем дә шулай булдым бит! Донъя алмаш килә тигәндәре ошолор инде, тип үҙенә үҙе һуҡранды. Ә ваҡытында нисек типтереп йәшәне!

...4-се курста уҡыған саҡта бик матур ҡыҙҙы осратты. Ярты йылдан йәштәр ҡауышты. Институттың аҙаҡҡы курсында уҡығанда уҡ уны, йәш кешене, төрлө сараларға саҡырып, әҙерләй башланылар. Бик тиҙ карьера баҫҡысынан күтәрелде, партия ҡайҙа ебәрҙе, шунда булды. Кешене туплап, эшләтә белде. Хужалар шуның өсөн уны яратты һәм эш ауыр барған ергә ебәрҙеләр. Мансур ең һыҙғанып, эшкә тотондо. Ҡайҙа барһалар, ҡатыны менән балаларына тағы яңы ергә өйрәнергә, яңы кешеләр менән танышыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына Миңлегөлөн аңлай башланы. “Нисек минең менән түҙеп йәшәне икән?” Килгән хужаларҙы һыйлау, командировкалар, көнө-төнө ҡайтмай эшләү. Нисек инде ул “нашальник” ҡайта, унһыҙ эш бармаясаҡ бит! Ә хәҙер эш тә юҡ, шурт та юҡ, берәүгә кәрәге лә юҡ... Шулай булырын белһәм, балаларыма, ҡатыныма күберәк ваҡыт бүлер инем. Юҡ шул, үтте лә китте был ғүмер. Малайҙарын өйләндереп, башлы-күҙле итте, инде һәр береһенең үҙ донъяһы, ғаиләһе. Әсәләре теге донъяға киткәс, бөтөнләй алыҫлашты улар. Былай исмаһам әсәләренең хәлен белешергә китәләр ине. Ә мин уларға нимәгә?

Көндәр, аҙналар үтте. Эш үҙ яйы менән барҙы. Элекке таныштарынан да оялмай башланы. Улар әллә ҡайҙан күреп ҡалып, хәлен һорашты. Кемдер ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Быныһы ла исем өсөн генә икәнен аңлай ул. Үҙ эше менән булышып тик йөрөнө.

...Ваҡытында ҡайһылай күңелле йәшәгән! Күсеп барған ерҙәрҙә яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо. Берәүҙәре уртаҡ һуғым һуйышты, икенселәре мунсанан ҡалдырманы, өсөнсөләре утын рәтләште. Һәр береһен иҫләй башлаһаң... Эх, иҫләргә генә ҡалды...

...Нишләп бөгөн үткәндәрҙе уйлайым әле? Минең эште берәү ҙә башҡармаҫ. Дауаханалағы бер санитарка кран тамсылай ти ине, шуны йүнәтәйем әле. Икенсе нәмә тураһында уйларға тырышып, дауахананың лифтына табан атланы. Ҡаршыһына мөләйем бер ҡатын осраны. “Ҡайһылай Миңлегөлөмә оҡшаған, әллә бөгөн күп иҫкә алғанға шулай күренде инде”, – тип кәрәкле бүлмәгә инеп китте.

Эштән ҡайтҡас та үҙенә урын таба алмай йөрөнө. Иртәгә Миңлегөлөнөң йылы. Шулай тиҙ генә ике йыл да үтеп киткән икән. Эштән һуң мәсеткә барып, аят уҡытыр кәрәк.

Иртәнсәк алдан әҙерләп ҡуйылған хәйерлектәрҙе алып, эшкә сыҡты. Эш урыны алыҫ булмаһа ла яйлап атлай алманы, нишләптер бөгөн йөрәге күкрәгенә һыйманы. Ҡапыл алда барған ҡатындың пакетының тотҡаһы өҙөлөп, бар әйберҙәре ергә түгелде. Ярҙам итергә ашығып, эргәһенә сүкәйеп ултырҙы, ҡатындың йөҙөн күреп, шаҡ ҡатты. Хатта: “Был бит минең Миңлегөлөм!”, – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Ҡатын, Мансурҙың аптырап ҡарағанын һиҙеп, төшкән әйберҙәрен тиҙ-тиҙ  йыйып китеү яғын ҡараны. Мансур, аңына килгәндә, ҡатынға бер нимә менән ярҙам итмәгәнен, бер һүҙ ҙә ҡуша алмағанын аңлап: “Ҡалай минең мәрхүм ҡатыныма оҡшаған, эх, эшенә ашығалыр”, – тип үҙен йыуатты.

Көнө буйы эш менән булышып, ултырырға ла ваҡыты булманы. Бер мәшәҡәт артынан икенсеһе сығып ҡына торҙо. Эш ваҡыты бөтөүгә кейемен алмаштырып, лифт яғына ыңғайланы. Лифттың ишеге асылғанда тағы шул ҡатынды күрҙе. Үҙенең ҡаушағанын күрһәтмәҫкә тырышып, ҡатынға ҡарай етди аҙым яһарға тырышты.

– Иртәнге ярҙамсым! – тип уныһы йылмайҙы. Һүҙгә һүҙ ялғанып, еңел генә аралашып киттеләр. Хатта беренсе ҡатҡа еткәндәрен дә һиҙмәнеләр. Дауахананан бергә сыҡтылар, бер яҡҡа атларға икәнлеген белеп, ярты юлға еткәнсе эш тураһында һөйләштеләр. Шәфҡәт туташы икән, иптәше мәрхүм булып ҡалғас, икенсе ҡаланан Өфөгә күсеп килгән.

Мансур мәсет яғына боролорға йөрөгәндә:

– Туҡтағыҙ әле, беҙ бит танышманыҡ. Мин – Мансур, ә һеҙҙең исемегеҙ?

– Ә мин Миңлегөл. Танышыуға шатмын.

Мансур нимә әйтергә белмәй, һүҙһеҙ ҡалды. Шул арала ҡатын һаубулашып, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ә ир уны, күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо.

– Яҙмыш тигәндәре ошолор, – тип башын өҫкә күтәреп, – Рәхмәт һиңә, Миңлегөлөм! Инде мин тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәйәсәкмен, – тип мәсет яғына юл тотто.

Мансур мәсеткә барып еткәнсе яңы танышы тураһында уйланы. Әллә, ысынлап та, мәрхүм ҡатыны уға шулай ярҙам итергә уйлаймы икән!

Мәсеттә мулланың бушағанын көтөп ултырырға тура килде. Оло йәштә булһа ла ошоға тиклем бында юлы төшмәне. Совет заманында Аллаға ышанманы, ярамай ҙа ине, ә хәҙер шул аят бағышларға ғына килә. Кеше күп булмаһа ла һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл. Өлкән инәйҙәр тәспих тарта, ирҙәр мулланың янында ял көнө үткәреләсәк дини байрам тураһында кәңәшләшә, ә йәшерәк ҡатындар табынға нимә әҙерләргә икәнен ҡайғырталар ине. Уларҙың ихлас һөйләшеүе уны арбап алды. Бер-ике кеше ситтә генә шым ултыра, бәлки был донъяның ваҡытлыса икәнен уйлайҙарҙыр...

Кешеләр яйлап тарала башланы. Мансур имамдың янына барып, үҙенең ни өсөн килгәнен әйтте, мәрхүм ҡатынына аят бағышлап уҡытты һәм күңелен тынысландырып, мәсеттән сыҡты. Үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо.

Ҡайтҡас ашарға әҙерләне. Телевизор ҡараны. Унан йоҡларға ятты. Үҙе ҡатыны менән үткән тормошо тураһында уйланы ла уйланы. Ошолай төн уртаһы ла килеп етте. Төшөнә мәрхүм Миңлегөлө инде, ул уны төштә түгел, ә янында торған һымаҡ күрҙе. Мансур уны күреүенә ҡыуанып, оҙаҡ күҙен алмай ҡарап торҙо. Бөтөнләй үҙгәрмәгән, йәш саҡтағы һымаҡ һылыу. Уның менән һөйләшергә тырышты, тик уныһы бер нимә лә өндәшмәне, йылмайып, йәш саҡтағы һымаҡ күлдәктәренең итәктәрен тотоп, рәхәтләнеп өйрөлдө. Мансурҙы уратып бейене.

Көн һайын иртә торһа ла бөгөн оҙаҡ уяна алмай ятты. Ярар ял көнө. Телевизоры һаман эшләп тора, һүндерер өсөн ваҡытҡа ла ҡуйырға онотҡан икән. Ярар, ял итһен әле, тип пульттың төймәһенә баҫты, сәйнүкте газ плитәһенә ҡуйҙы. Йыуынып, ҡырынып алғансы сәйнүге лә һыҙғыра башланы. Рәхәт икән ундай сәйнүк, онотһаң, үҙе тураһында иҫкә төшөрә. Шул арала кесе улы шылтыратып, хәлен белеште лә ғаиләһе менән ҡунаҡҡа килеүҙәре тураһында әйтте. Ейәндәрен оҙаҡ күрмәгәс, ҡыуанып: “Көтәм-көтәм, килегеҙ, өйҙәмен”, – тип яуаланы. Кәйефе күтәрелеп, телефонын һүндерҙе. Танау аҫтына ниндәйҙер көй мыңғырлап, ейәндәренең килеүенә өйҙө әҙерәк йыйыштырайым, тип аны-быны шылдырҙы, саң һөрттө, саңһурғыс менән балаҫты таҙалап, ейәндәремде тәмлекәстәр менән һыйларға кәрәк бит, тип магазинға барып килде.

Төштән һуң балалар көлөүенән фатир яҡтырып киткәндәй булды. Мансур Марсель менән Руслан ыңғайына булды.

– Тәәәәк, нимә уйнайбыҙ? – тип ул ейәндәренә ҡарай ҡулдарын йәйеп атланы.

– Ҡартатай, әйҙә, ат уйнайыҡ, – тип улар ҡартаталарын йығып алып, өҫтөнә атланып ултырҙылар, ә Мансурҙың ҡыуанысы эсенә һыйманы, улар ыңғайына рәхәтләнеп көлдө, уйнаны.

Килене аш-һыу менән булышты, улы атаһының өйөндә алай-былай эштәрҙе башҡарҙы. Кис етеүен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Килене ҙур табын әҙерләп, бөтәһен дә киске ашҡа саҡырҙы. “Эх, Миңлегөлөм күрһә ине балаҡайҙарҙы”, – Мансур күрһәтмәй генә күҙ йәштәрен һөртөп, ейәнсәрҙәренә:

– Кем тиҙерәк, – тип йыуыныу бүлмәһенә йүгергән булды. Марсель менән Руслан ярышып:

– Мин! Мин! – тип кемуҙарҙан сапты.

“Бына бәхет”, – тип уларҙың арттарынан эйәрҙе. Күмәкләшеп ултырып, рәхәтләнеп һөйләшеп, киске аш ашанылар, ҡараңғы төшкәс кенә яҡындарын оҙатты ул. Ейәндәренең хушлашҡанда: “Ҡартатай, һин ҡасан беҙгә ҡунаҡҡа киләһең? – тип әйтеүе тағы ла Мансурҙың күңелен йомшартты һәм ул: “Киләм, оҙаҡламай киләм”, – тип ейәндәрен ныҡ итеп ҡосаҡланы. Улы:

– Атай, ысынлап та, күпме саҡырабыҙ һине, килеп тә сыҡмайһың, икенсе ял көнө һине көтәбеҙ, – тине һәм ҡатынына боролоп, – Шулаймы кәләш? – тип Рәшиҙәһенә күҙ ҡыҫты. Уныһы инде ихласлап:

– Эйе-эйе, көтәбеҙ, шәмбе көнө, малайҙар менән берәй тәмлекәс бешерербеҙ, шулаймы? – тигәнгә малайҙар ҡыуанып сәпәкәйләне.

Тиҙ йоҡлап китте бөгөн Мансур, ейәндәре ыңғайына уйнап, арығанын ныҡ һиҙҙе. Төшөндә әллә нимәләр күреп бөттө, әллә ейәндәре ыңғайына ныҡ уйнап ташлағанғамы, ә инде таңға ҡарай тағы Миңлегөлөн күрҙе. Ләкин был юлы нишләптер ул яңғыҙ түгел. Берәү менән көлөшә-көлөшә нимәлер һөйләшәләр. Ҡапыл таный алманы уны Мансур. Һуңынан инде икеһе лә эргәһенә килгәс, дауаханала эшләгән Миңлегөл икәнен таныны. Һүҙ ҡушайым тип кенә ауыҙын асҡайны, ҡапыл будильниктың зыңғырлауын ишетеп, уянып китте. Таң да атҡан. Иртәнге эштәрҙе башҡарғанда, төшө тураһында уйланды. Бер нисек тә юрай алманы, эшкә һуңлап ҡуймайым, тип ашығып сығып китте.

Эштә ул Миңлегөлдө ҡараштары менән эҙләне. Тик бына осрашырға форсаттары булманы. Һәр береһе эш менән мәшғүл ине. Көн артынан көн үтә торҙо. “Ағын һыу һымаҡ был тормош, кисә аҙна башы, бөгөн аҙна аҙағы,” – тип уйланы ул дауаханала эшләүселәргә һәм дауаланыусыларға ҡарап. Коридор тулы кеше, берәүҙәре сират көтә, икенселәре кәрәкле табипты таба алмай, коридор буйлап саба.

Ҡайтырға йөрөгәндә, осрашты улар. Бер яҡҡа булғас, Мансур уны көтөңкөрәп йөрөнө. Бына, ниһәйәт, Миңлегөл сыҡты. Көҙгө һыуыҡ көн булыуға ҡарамаҫтан, ул дауахананың ишек алдынан ҡояш кеүек балҡып килеп сыҡты. Күҙен алмай һоҡланып торҙо. Йәш саҡтағы кеүек хистәр ялманы. Йөрәктең йыш тибеүен һиҙҙе. Кәләшен тәүге тапҡыр күргәндә лә шундай тойғолар кисергәйне.

– Мине көтәһеңме? – тине ҡатын, йылмайып.

– Һине... Оҙатып ҡуяйым тигәйнем, рөхсәт итһәң, – тип күҙенә ҡараны.

Яйлап ҡына атлап, юл буйы һөйләшеп барҙылар. Мансур үҙен йәш егеттәй хис итте. Нимәлер һөйләне, шаяртырға маташты. Ә Миңлегөл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылыҡ күрһәтте. Һүҙһеҙ генә йылмайып тыңланы.

– Мин ҡайтып еттем, – тигәнгә Мансур көрһөнөп ҡуйҙы.

– Эшкә яҡын йәшәйһең, – тип ысҡындырҙы. Миңлегөл йылмайып:

– Ярты сәғәт атланыҡ бит, – тип көлөп ебәрҙе.

– Ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнмен, – тип Мансур һаубулашты.

Ул-был эштәрҙе башҡарғас, телевизор ҡарарға булды. Пульт төймәләрен баҫҡылап ултыра торғас “Ҡурай” каналына барып етте. Бында Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшиндың моңло йыры яңғырай ине.

Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс,

Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс...

“Ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, ошоға тиклем йырҙы ишетһәм дә һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәгәнмен...”

Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда

Уларҙы һуң кемдәр яратыр?

Мансур телевизор экранына яҡыныраҡ килеп, йырҙы тыңланы:

Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарҙы

Уларҙы һуң кемдәр яратыр? 

Уйға сумып, әллә нимәләр уйланы. Бер йыр икенсеһен алмаштырҙы, телевизорға ҡарап торһа ла уйы менән әллә ҡайҙарҙа ине.

Мансур аҙаҡҡы ваҡыт үҙен бик насар тойҙо. Йыш ҡына хәле бөттө. Эштән китергә тигән ҡарарға килде. Бер көнө хәле бигерәк насарайғас, улдары Ашығыс ярҙам менән дауаханаға алып барҙы. Ләкин... дауаханаға эләгеүе еңелдән түгел икәнлеген тиҙ төшөндө. Коридорҙа кешеләрҙе күреп: бында ла сират икән, тип көрһөндө.

Шәфҡәт туташы төрлө ҡағыҙҙар тултырған ваҡытта табип килеп ҡараны ла: “Терапия бүлегендә урын юҡ, хатта коридорҙа кешеләр ята. Урын бушаһа – шылтыратырбыҙ”, – тип ҡайтарып ебәрҙе. Балалары нисек кенә тырышмаһын, аталары: “Урын булғас, килермен”, – тип ҡайтыу яғына ыңғайланы. 2-3 көн үтеүгә лә һаулығы рәтләнмәне. Эштән китеүен ишеткәс, Миңлегөл хәлен белергә килде. Мансурҙың баш осона ултырып, адресын нисек тапҡанын, эштәге төрлө яңылыҡтарҙы һөйләне. Ә ул тыңланы ла тыңланы.

...Бына бөгөн өсөн дә уҡыттылар. Миңлегөл менән Рәшиҙә килене өйҙө йыйыштырып, ҡайтырға йөрөгәндә, телефон зыңғырланы.  Телефондың икенсе яғында: “Ауырыуҙы алып килегеҙ, урын бушаны”, – тине шәфҡәт туташы. Рәшиҙә: “Рәхмәт, кәрәкмәй, уның урыны ожмахта инде”, – тип телефонды һалды.

Гөлназ Назарова.  

Автор:
Читайте нас