Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Октябрь , 19:00

Барыһы ла үтер һымаҡ ине

Мин тиҙҙән өләсәй булырға йөрөйөм. Ул да ғаиләле, ейәне лә бар хатта. Ә икебеҙ ҙә һөйөүҙән аҡылдан шашыр сиккә еттек.

Барыһы ла үтер һымаҡ ине
Барыһы ла үтер һымаҡ ине

Йөрәк сере

Кейәүгә сыҡҡанда миңә егерме йәш тә тулмаған ине. Бик иртә, тиерһегеҙ. Эйе, килешәм.

Тик мин асыуыма хужа була алмай сығып киттем. Өҙөлөп яратҡан егетемде армияға оҙаттым. Беҙ уның менән мәктәп йылдарында уҡ осраша башлағайныҡ. Уҡыуҙан һуң ул училищела уҡыны ла, армияға китте. Мин илап, көтөргә вәғәҙә биреп ҡалдым. Һәм һүҙемдә торҙом да. Тик беҙҙең араға кешеләр төштө. Дөрөҫөрәге, минең әхирәтем һәм хәҙерге ирем. 

Әхирәтемдең тыуған көнөндә мине ҡыҫтай-ҡыҫтай эсерҙеләр. Бер нәмә лә иҫләмәйем. Әммә минең хәҙерге иремдең алдында ултырған фотоларым егетемә барып еткән ине. Күпме генә аңлатырға тырышһам да, егетем аңларға теләмәне. Онот мине, күрә алмайым һине! тигән һүҙҙәренә йәнем көйөп, кейәүгә сығып киттем.

Ирем йәһәтләп мине себер тарафтарына алып китте. Ә әхирәтем армиянан ҡайтҡан егетемә кейәүгә сыҡҡан. Нисәмә йылдар үткәс осраштыҡ. Мин ауылға яңғыҙым ҡайтҡайным. Ул да. Яратҡан урыныбыҙҙа осраштыҡ. Уйламағанда. Барыһын да һөйләшеп аңлаштыҡ. Һәм хистәр һүрелмәгән булып сыҡты. Осраша башланыҡ. Мин тиҙҙән өләсәй булырға йөрөйөм. Ул да ғаиләле, ейәне лә бар хатта. Ә икебеҙ ҙә һөйөүҙән аҡылдан шашыр сиккә еттек. Барыһы ла онотолған кеүек ине бит! Хәҙер элеккесә лә, яңыса ла йәшәп булмай. Ғаиләмдән дә оят, мөхәббәтемдән дә баш тартҡым килмәй. Яратҡан кешем ситкә, алыҫҡа кешеләр белмәгән яҡҡа сығып китәйек тип өгөтләй. Нимә эшләргә икән миңә? 

Автор:
Читайте нас: