Әхиәр Хәкимов
Эшелон
Повесть (5)
Урманда тынлыҡ. Күккә олғашҡан ағас сатырҙарын аралап, ергә нур һөңгөләре һуҙылған. Йәшендәй ялтлап, ботаҡтан ботаҡҡа тейендәр һикерә. Йылы, яҡты. Тәбиғәттең һиллегенән, илаһи гүзәллегенән хозурланып, Ирназар бер мәлгә үҙенең сетерекле хәлен онота бирҙе. Одарканың шәфҡәтле ҡулынан шифа алғас, йәрәхәте лә артыҡ һыҙламай инде, хатта тәүлек буйы емеш-еләктән башҡа ризыҡ күрмәүе иҫендә юҡ. Йәшәй әле, көрәшә әле ул ҡанһыҙ дошман менән!
Ошо уйҙан әҫәрләнеп, ул тар ғына һуҡмаҡ буйлап атлауын абайламай ҡалды. Хатта әскелтем төтөн еҫенә, кемуҙарҙан ярышып осҡан һайыҫҡандарҙың борсоулы шыҡырлашыуына иғтибар итмәне. Иҫенә килгәндә Ирназар урман ауыҙына барып сыҡҡайны инде.
Алда киң аҡлан. Утыҙ-ҡырҡ аҙымдарҙа ғына усаҡ яна. Төтөнгә ҡушылып, бешкән ит, һурпа еҫе килә. Усаҡ тирәләй биш-алты кеше ултыра, арыраҡта яңғыҙ ағасҡа бәйләүле эйәрле аттар баштарын салыҡлап тора. “Партизандар”, – тип ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрә яҙҙы Ирназар, ләкин тыйылды, олпат күренергә тырышып, усаҡҡа табан атланы.
Эх, белһә икән байғош ниндәй кешеләргә тап килеүен! Уға бит, ҡабат урман шырлығына инеп, эҙ яҙҙырырға кәрәк булған. Ҡасырға, сәсәп йығылғансы йүгерергә!.. Юҡ, нисәмә көндән бирле ымһындырған өмөтөнә алданды ул. Көлөп-йылмайып тегеләр янына барып баҫты ла: “Һаумыһығыҙ!” – тип сәләм бирҙе.
Аҙаҡ аңланы-аңлауын, әммә эш уҙғайны инде. Шулай итеп, Ирназар, унда-һанда ҡасып йөрөгән ҡыҙылармеецтарҙы тоторға сыҡҡан полицайҙар тоҙағына төштө.
Уның кемлеген белгәс, ҡултығына ҡыҫтырыулы һырма тартып алынды, ә кеҫәһенән наган килеп сыҡҡас, тегеләр уғата ҡотороноп, уны уңлы-һуллы һуғып ебәрҙеләр. Күп тә үтмәне ул урман ситендә генә торған утарға алып барылды. Унда, Ирназар кеүек үк, төрлө ерҙә аҙашып йөрөп, полицайҙар тарафынан тотолған унлап ҡыҙылармеец таш келәткә бикләнгәйне.
Полицайҙарҙың, айбарлы һунарсылар һымаҡ, тирә-яҡты айҡарлығы бар икән. Тотҡондарҙың әйтеүенә ҡарағанда, ҡулға алынған һәр ҡыҙылармеец бәрәбәренә һатлыҡтарға бүләк бирелә, дәрәжәләре күтәрелә, имеш. Шуға ла улар ҡасып-боҫоп, ҡайҙа һуғылырға белмәйенсә ҡаңғырып йөрөгән һалдаттарҙы немецтарға тотоп биреүҙе төшөмлө кәсепкә әйләндергән.
Өс көн үткәс, тотҡондарҙы, һаҡ аҫтында Смела тигән станцияға алып барып, немецтарҙың хәрби комендатураһына тапшырҙылар.
Ирназар тәү тапҡыр әсирлеккә төшкән көндәрҙән бирле ике ай уҙғайны. Ошо ваҡыт эсендә тотҡондарҙы ҡарауыллау, ҡайҙа, нисек файҙаланыу ҡаты тәртипкә һалынғанға оҡшай, һис ниндәй ығы-зығы юҡ. Әсирҙәр эшлекле төҫтә ике төркөмгә айырылды. Берәүҙәре, йәрәхәтһеҙҙәре, йә иһә еңел яралылар, бикле вагондарҙа ниндәйҙер төҙөлөшкәме, заводҡамы ебәрелде. Икенселәре, Ирназар кеүек тамам миктәгәндәре, концлагерға оҙатылды. Эшелондар Германияға юл алды. Һуғыш машинаһын хәрәкәткә килтереүсе тамуҡ усаҡтарын дөрләтеү өсөн, ҡолдар хеҙмәте кәрәк ине немецтарға...
3
Бер уйлаһаң, Ирназарҙың ҡабат тоҙаҡҡа төшөүе осраҡлы хәл кеүек. Ысынлап та, әгәр ул ауыҫҡал булмаһа, аҡланда усаҡ яғып ултырған кешеләрҙе партизандар тип алданмаһа, алдағы яҙмышы бүтәнсәрәк юҫыҡланмаҫ инеме икән? Ҡарамаҡҡа үтә ябай тойолор был һорауға өҙөп кенә ыңғай яуап биреү, ай-һай, еңел түгел. Бәлки, Зөлҡәғиҙә әйткәнсә, бәндәнең хаҡ яҙғанын күрмәйенсә сараһы юҡтыр? Ләкин, иртә уңмаған кис уңмаҫ, тип Ирназарҙың бәләкәйҙән үк мөсәһеҙ үҫеүенә һылтаныу ҙа аслан урынһыҙ был тәңгәлдә. Эш тәрәнерәктә, бындағы хәлдәрҙең ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуында.
Әйтәйек, ул полицайҙар менән аймылышты ла, ти. Ә аҙағы? Ирназар эҙләгән партизандар отрядтары ул ваҡытта юҡ иҫәбе ине әле. Уның аҙаҡ ишетеүенсә, күп тигәндә, ун-ун биш кешелек төркөмдәр, ойоша ғына башлап, урман төпкөлдәрендә база ҡороу, ышаныслы активты көрәшкә ылыҡтырыу, ҡорал туплау, аҙыҡ-түлек әҙерләү менән мәшғүл булған. Партизандар хәрәкәтенең баҙыҡланыуы өсөн ваҡыт кәрәк ине. Ул ваҡ төркөмдәрҙе Ирназар түгел, ерле кешеләр ҙә таба алмағандыр тәүге мәлдә.
Бәхетһеҙгә ел ҡаршы. Ул һуғыштың иң фажиғәле урынына тап килде. Украинаның көнбайыш тарафында оборона тотҡан дивизияларҙың, тиҙ арала ҡамауҙа ҡалып, тар-мар ителеүе һис тә осраҡлы түгел, һуғыш башланған ваҡытта ғәскәрҙе ойоштороу йәһәтенән дә, хәрби техника буйынса ла өҫтөнлөк гитлерсылар яғында булды. Европа илдәрен, бер-бер артлы ҡыйратып, теҙ сүктергән, яу тәжрибәһе туплаған аяуһыҙ дошман ҡапылда туҡтатылмаған икән, бында Ирназар ише ябай һалдаттың ғәйебе юҡ. Меңләгән яуҙаштары һымаҡ, уның әсирлеккә дусар булыуы ла ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ етмәүҙән түгел. Эштең башы юғарыла, фронтта тотороҡло оборона ойошторолмауҙалыр.
Әлбиттә, бындай нәмәләрҙең үҙенә ҡағылған яғын ғына аңлай ине ябай һалдат. Беренсе айҙарҙағы ҡот осҡос ҡыйралыштың төп сәбәбен ул әсир төшкән командирҙарҙың ярһып-ярһып һөйләүенән ишетеп белде...
Бикле эшелон, артыҡ ашыҡмай ҙа, бигүк йыбанмай ҙа, көнбайышҡа, яуыздар ояһы Германияға табан тәгәрәй. Ә көнсығыш тарафҡа ғәскәр, хәрби техника тейәлгән иҫәпһеҙ- һанһыҙ эшелондар ағыла. Көнөнә бер тапҡыр ғына туҡтаған арала тотҡондар тынсыу вагондарҙан һөрөп сығарыла. Ауыр йәрәхәттән, сирҙән йонсоғандарҙы айырып, ҡайҙалыр алып китәләр. Ҡалғандарға берәр көрөшкә һыу, ус аяһындай ғына эрзац икмәк өләшелә.
Винница, Тернополь, Львов ҡалалары артта ҡалды. Ил сигендә әсирҙәрҙе икенсе эшелонға күсереп ултырттылар. Баҡһаң, Европаның тимер юлдары тарыраҡ булыу сәбәпле, беҙҙең поездар унда йөрөй алмай икән. Бындағы вагондар ыҡсымыраҡ, таҙараҡ булып сыҡты. Ләкин бынан ни йыуаныс сараһыҙ юлсыларға. Ҡарауыл көсәйтелде, элекке һаҡсыларҙы эсэс башкиҫәрҙәре алмаштырҙы. Кәбәк ҡатыш сейле-бешле икмәк урынына серегән кәбеҫтә һурпаһы ғына бирелә башланы. Чехословакия, Австрия сиктәрен уҙып, көньяҡ Германияның Мюнхен ҡалаһына еткәндә тотҡондар тамам өшәнгәйне инде. Күптәре ауырып йығылды, дауа булмау арҡаһында уларҙың байтағы үлемен тапты. Иҫән ҡалған биш-алты йөҙ әсирҙе иһә йәйәүләтеп Дахау тигән лагерға алып киттеләр.
Әҙәм балаһы сыҙарҙай түгел ине бындағы шарттарға. Тотҡондар таң һарыһы менән лагерь эсендәге майҙанға ҡыуып сығарыла. Уларҙы ныҡлы һаҡ аҫтында эш урынына алып китәләр. Тупаҫ командалар яңғырай, ауыҙҙарынан күбек сәсеп, бүре ҙурлыҡ уҫал эттәр лауылдашып өрә. Артта ҡалыуҙан, ә унан да яманы – абынып йығылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Шуны ғына көткән кеүек, ундайҙарҙың өҫтөнә овчаркалар ташлана. Ҡырҡ беренсе йылдың көҙөнәсә Ирназар Изар тигән йылғала батып ятҡан иҫке баржаларҙы, эреле-ваҡлы катерҙарҙы һыуҙан сығарыусы төркөмдә йөрөнө. Бер ниндәй ҙә техника юҡ. Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ауыр күтәреүҙән, аслыҡтан, йәбер-золомдан тотҡондар тиҫтәләп, йөҙләп ҡырыла. Шулар рәтендә Ирназар ҙа, эс-бауыры өҙөлөп, сит-ят ерҙә ятып ҡалған булыр ине – йәшлеге, үҫмерлектән эшләп сынығыуы ҡотҡарҙы. Әммә күпме серәшмәһен, бәндәнең көс-ҡеүәте сикһеҙ түгел. Әгәр ҙә аҙаҡҡаса Дахауҙа ҡалһа, уның да яҙмышы билдәле ине.
Тамам өмөтһөҙлөккә төшөп, был яфаларҙан ҡотолоуҙың бүтән сараһын тапмағас, Ирназар ҡасырға уйланы. Юҡ, Дахауҙан ҡасыу мөмкин түгел, әлбиттә. Ирназар быны белә. Ә иҫәбе ябай ғына: тотоп алыу менән уны иң ҡаты язаға тарттырасаҡтар. Шул кәрәк тә инде уға, сөнки эт көнөндә йәшәүгә ҡарағанда, үлгәнең артыҡ, тип иҫәпләне ул. Ошо аҙаҡҡы һәләкәтле аҙымға әҙерләнде.
Эйе, уйлаған хәтәр ниәтен үтәргә төйнәнгәйне инде ул. Ләкин, хәйерлегәме, хәйерһеҙгәме, ҡасып өлгөрмәне, яҙмышы ҡырҡа боролош яһаны. Хәлдәре арыуыраҡ бер төркөм тотҡондо яҡын-тирәләге немец утарҙарына тараттылар. Ирназар ҙа шулар ҡатарына эләкте. Баварияны американдар биләп алғанға тиклем өс йыл ярым ғүмерен батраклыҡта уҙғарҙы.
Утарға күсеү уны үлем тырнағынан тартып алды ла. Билдәле, ул бында ла ят бауыр, ағасынан өҙөлгән япраҡ, немецтар уйлағанса, киләсәктә Германияға тотошлай ҡоллоҡҡа төшәһе илдең хоҡуҡһыҙ бер вәкиле. Ашағаны һамтыҡ, өҫтөндә ылбырап бөткән иҫке-моҫҡо. Утарҙы былар форверк тиҙәр икән. Артыҡ ҙур булмаһа ла, ул үҙенә башҡа хужалыҡ. Уның ҡырылмаһа-ҡырҡ төрлө бөтөн эше батрак иңендә.
Утар хужаһы – Берта исемле утыҙ йәштәрҙәге һәпрәрәк ҡатын. Ире былтыр уҡ армияға алынғас, хужалығын яңғыҙы әмәлләп килгән, бары тик ураҡ ваҡытында ғына көнлөксөләр яллаған. Үҙенә күрә ҡылыҡһырлығы ла бар хужабикәнең. Батрак килгәс, яман ирәйеп, байбисә булып ҡылана башланы. Ирназарға уны-быны бойора ла, асыҡ верандаға сығып ултырып, баҫыуҙа ел ҡырҡҡан битенә, шырауланып бөткән ҡулдарына ниндәйҙер май һөртөргә, кейенеп-яһанып ҡупшыланырға тотона. Тупһанан түргә үткән кешенең үҙгенәһе.
Кәйефе арыу саҡта фрауҙың Ирназарға мөғәләмәһе лә йомшара төшә. Йә теш араһынан йылмайып, уның эшләгән эшен хуплап ҡуя, йә үҙ табынынан уға өлөш сығара. Ә кәйефе туранан-тура фронт хәбәрҙәренә бәйле Бертаның. Ябай бисәләргә хас хәрәкәт менән бөйөрөнә таянып, йыуан аяҡтарын айыра баҫып, ғорур ҡиәфәттә башын күтәрә лә: “Москау капут! Русланд капут!..” – тип шарҡылдап көлә, “Дейчланд, Дейчланд, юбер аллес” көйөнә ирҙәрсә һыҙғырырға керешә.
Көнсығыш фронттағы иренән хат йә күстәнәс килгән көндәрҙә, айырыуса теремекләнеп, ҡыуанысынан ҡайҙа баҫҡанын белмәй фрау. Радионан еңеү марштары ағыла, Германия башлыҡтарының ярһып-ярһып маҡтаныуы яңғырай.
Ә инде иренән хат килмәй торһа, фронт хәбәрҙәре артыҡ ҡыуанырлыҡ булмаһа, Бертаның кәйефе ынйыҡ көнгә әүерелә. Өҫ-башына иғтибары кәмей, ҡарашы ерҙә, ирендәре һытылып ҡаны сәсрәрҙәй булып ҡымтылған. Бындай саҡта Ирназар уның күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Ҡурҡҡандан түгел. Ҡурҡыуҙан үткән инде ул. Эт менән эт булғыһы килмәй.
Ләкин күп тә үтмәй фашистарҙың тағы бер-ике ҡаланы баҫып алыуы ишетелә. Фрауға ҡабат йән керә. Немец телен сала-сарпы аңлай башлағаны бирле, яйы сыҡҡан һайын, Ирназар асыҡ тәҙрәнән яңғыраған радио тауышына ҡолағын ҡарпайта. Дикторҙың харап кәпәренеп хәбәр итеүенә ҡарағанда, Ҡыҙыл армия, имеш, тамам ҡыйратылған, Германияның еңелеү белмәҫ ҡорос дивизиялары Волга буйына барып еткән. Бертаның түбәһе күктә, ә Ирназарға ҡайғы. Тимәк, ҡоллоҡтан ҡотолоу юҡ уға. Ғүмеренең һуңғы сәғәтенәсә ул ошо шыҡһыҙ утарҙа бил бөгөргә мәжбүр.
Ҡасыуҙы уйларға ла ярамай. Ихатанан сығыу менән тотоп аласаҡтар. Аҙағы билдәле: йә үлтергәнсе туҡмайҙар, йә ҡабат анау дәһшәтле Дахауға оҙаталар. Көн аша килеп еҫкәнеп йөрөгән сулаҡ полицай, һүгенеп-янап, шуны тылҡый ҙа. Иманы юҡ быларҙың. Ана ни көнгә төшөрҙөләр күрше утарҙан ҡасҡан әсирҙе тотҡас. Ҡара ҡанға туҙҙырып туҡмап, эттәрҙән талатып, байғошто яҡындағы ауыл майҙанында атып үлтерҙеләр. Етмәһә, был ҡанлы тамашаға, төрлө утарҙа батраклыҡта йөрөгән тотҡондар ҡыуып килтерелде.
Улай ҙа өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәр ҙә баһа. Немецтар Волгаға барып еткәс, һуғыш бөтөүгә ыңғайлаған булып сыға түгелме? Моғайын, аҙаҡ әсирҙәргә лә еңеллек бирелер, бәлки, ҡайтарып ебәрерҙәр. Көнө килер, Ирназар өҙөлөп һағынған әсәһен, һөйөклө Фәйрүзәһен, үҙе юҡта тыуған сабыйын бауырына баҫыр. Хәҙергә иһә ул тешен ҡыҫып түҙергә, ат урынына егелеп эшләргә мәжбүр, бүтән сараһы юҡ.
Утарҙың ике һыйыры, тана-торпоһо, ике ҡарт алашаһы, биш-алты баш сусҡаһы, иҫәпһеҙ ҡош-ҡорто – барыһы батрак өҫтөндә. Уларҙы ваҡытында ашат-эсер, аҙбар-ҡураны таҙартып, тиҙәк-тиреҫен баҫыуға сығарып түк. Көн оҙоно Ирназарҙың ҡулынан көрәк-һәнәк төшмәй. Таң һыҙылыу менән тора ла киске шәфәҡ байығас ҡына, үҙенә тәғәйен ителгән аласыҡтай ғына бүлмәгә инеп, ҡаҡ һикегә ауа. Серемгә китеп өлгөрөр-өлгөрмәҫ тағы торорға, тағы эшкә тотонорға.
Көндөҙҙәрен дә уға ял итергә форсат юҡ. Әҙ генә бил яҙып, тын алырға туҡталыуы була, хужа ҡатын, кәйефенә ҡарап, йә шелтәле төҫтә бармаҡ янарға, йә ене тотҡан ваҡыты булһа: “Sсһwein! Schmarotzer! Аrbeiten! Аrbeiten!* – тип сәңгел-тупаҫ тауыш менән сәрелдәргә тора.
Яҙ йә көҙ етеп, баҫыу эштәре башланғас, Ирназар еңел тын тартып ҡуя. Нисә әйтһәң дә, ул үҙ иркендәрәк, Берта һәр аҙымын һағалап тормай. Байғош хатта, үҙенең аяныслы хәлен онотоп, көндөң матурлығынан, баштарын салыҡлап һабан, сәскес йә урғыс һөйрәгән аттарҙың ырамлы аҙымынан зауыҡланып, шым ғына йырлап ебәрә: “Йәйгенәмде бында йәйләнем дә, ҡышҡынамды ҡайҙа ҡышлармын...” Юҡ, юҡ, бирешергә ярамай. Бынау ҡара көндәрҙең дә сиге барҙыр. Килер зарығып көткән сыуаҡ миҙгелдәр...
Шулай өмөт менән өмөтһөҙлөк араһында көйөнөп йөрөгән саҡта Ирназарҙың сос ҡолағына радионан йыш-йыш “Сталинград” тигән һүҙ салына башланы. Ҡырҡ икенсе йылдың ҡара көҙө ине. Сталинградта яман ҡаты һуғыш бара икән. Тимәк, беҙҙекеләр еңелмәгән, радионың ҡотороноп лаф ороуы ялған икән! Быны хатта фрауҙың теге полицай менән борсолоп һөйләшеүенән үк аңларға мөмкин.
Күп тә үтмәне, ҡырҡ өсөнсө йылдың февраль баштарында Германияла матәм көндәре иғлан ителде, Сталинград һуғышында иҫәпһеҙ-һанһыҙ немец ғәскәренең ҡамалыуы, тамам ҡыйратылыуы мәғлүм булды.
Бынан аҙаҡ ваҡыт та, йәйәүленән һыбайлыға әйләнгән һымаҡ, ағышын уғата тиҙләткәндәй ине. Бер фронттағы ҡаты һуғыштың шаңдауы баҫылып өлгөрмәй, уға икенсеһе, өсөнсөһө килеп ялғана. Сулаҡ полицай Ирназарға бармаҡ янап: “Оҙаҡламай капут һеҙгә! Фюрерҙың дәһшәтле йәшерен ҡоралы бар. Күрмәгәнегеҙҙе күрһәтербеҙ әле!” – тип күпме шәбәймәһен, һуғыш бизмәненең ҡайһы яҡҡа ауышыуын тойомларға мөмкин ине инде.
Бығаса Бертаның иренән аҙна һайын тиерлек хат килеп торҙо. Сталинградтағы ҡыйралыштан аҙаҡ иһә хаттар туҡтаны, хужа ҡатын ҡайғыға ҡалды. Билдәле, ире йә ана шул һуғышта башын һалған, йә әсир төшкән инде. Эйе, таяҡ ике башлы шул ул, тип уйлай Ирназар. Юҡҡамы ни, бер йыл бүҙәнә һимерһә, икенсе йыл тартай һимерер, тигәндәр. Көнөгөҙгә күрә таман...
Ул күңеленең иң тәрән төпкөлөндә һаҡланған ҡәҙерле хәтирәләр ихтыярында. Ҡарашы йыштан-йыш ҡояш сығышына тоҫҡала, күҙ алдына ҡоштар осоп етмәҫ ерҙә ҡалған Уралтау армыттары, терегөмөштәй яҡты һыулы Ҡаҙаяҡ бөгәлдәре, ғәзиз ғаиләһе килеп баҫа.
Нисегерәк ҡаршылар икән уны тыуған ауылы? Үҙгәргәндер Ҡуштирәк, тотҡан ерҙән һындырыу ғәҙәтен ташлағандыр. Ил хеҙмәтендә йөрөп ҡазаға тарыған ауылдашына ла элекке һымаҡ ҡаш аҫтынан ҡарамаҫ, бәғерһеҙлек ҡылмаҫ, моғайын. Шулай йыуана Ирназар. Балалыҡ, йәшлек йылдарының сыуаҡ миҙгелдәрен генә уйларға тырыша. Ләкин хәтерҙе йүгәнләп булмай икән шул. Уның үҙ иҫәбе, үҙ заңы. Ул һалҡын ҡол аҫтындағы тере ҡуҙ. Һинең үткенсе ҡыуаныстарыңа ҡарағанда, яҙмыш туҫтағын тамсыһынаса эсеүең, кисергән ғазаптарың нығыраҡ баҙлата хәтер усағын. Яңы йәрәхәттәр ни тиклем әрнеп һыҙламаһын, иҫкеләре лә онотолмай, һулҡылдай икән.
Хәйер, был нәмәләрҙе уйларға иртә ине әле уға. Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа, иреккә сығыу көндәре томан эсендә, һәр хәлдә, иҫән-һау ҡайтырға яҙһа, Ирназар үҙен нисек тоторға белер ине әле. Табыр ине уртаҡ тел тилбер холоҡло ауылдаштары менән...
Утар тормошо үҙ айышы менән бара. Батрактың хәле билдәле: ул бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем алһыҙ-ялһыҙ эшләргә мәжбүр. Улай ҙа фронт һыҙығы көнбайышҡа табан күсә башлағаны бирле, Ирназарҙың тын алышы иркенәйеп киткәндәй булды. Хужа ҡатын да тәүге йылдағы һымаҡ ҡаҙалып бармай, батрактың эшенә ҡыҫылмай. Ҡайғылы төҫтә башын эйеп, унда-бында һуғылып йөрөй-йөрөй ҙә, бүтән йыуаныс тапмағас, алҡынғансы эсә. Иҫергәс, ул йә ауыҙ эсенән мөңрәп йырлай, йә үкһеп илай. Кейенеп-яһанып көйәҙләнеү ҡайҙа. Өҫ-башы ҡарауһыҙ, өй йыйыштырыу, аш-һыу әҙерләү уйында ла юҡ, асығыуы иҫенә төшһә, ҡоро-һары менән хушһына.
Ике-өс ай буйы толҡа тапмай һуғылғас, Берта ҡапыл баҫлыҡтырғыс йоҡонан уянып киткәндәй булды. Иҫереп боларыуын ташланы, бауырын өйкәгән хәсрәтен эскә йотоп, харап эшлеклегә әйләнде. Бығаса арҡыры ятҡанды буйға алып һалмаҫ бисә, төрлө ергә тоҡлап-тоҡлап ашлыҡ йәшерергә, тәпән-тәпән ит тоҙларға тотондо.
Уның Ирназарға мөғәмәләһе лә үҙгәрҙе: йә иренең иҫкерәк кейем-һалымын, итектәрен сығарып бирә, йә һирәкләп уны хатта үҙ табынына саҡыра. Украинаның уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙәренән имение алып, байбисә булып ирәүәнлектә йәшәү хыялы емерелгәс, ул теше-тырнағы менән үҙенең ғәҙәтсә генә ҡәҙимге утарын бөлгөнлөктән һаҡларға тырышты. Билдәле, яңғыҙ бисә ҡулынан килер эш түгел ине был. Бәхетенә, крәҫтиән хеҙмәтен яҡшы белгән, баҫымсаҡ холоҡло, тос беләкле батрагы бар. Мал һуйыу, аҙыҡ-түлекте йәшерен баҙҙарға күмеү – бөтөнөһөн Ирназар ипләй.
Эш араһында Берта, күҙен кәпесләп йылмайып, Ирназарҙы йыуатырға, өгөтләргә кереште: “Һуғыш бөтөүгә ыңғайланы. Совет ғәскәре бында килеп етеү менән илеңә ҡайтып китерһең. Хәҙергә түҙ инде һин...” Өндәшмәй Ирназар. Ул көндәргә етәһе бар әле, тип уйлап, күңелендә ҡош булып талпынған өмөтөн көнэлгәре өркөтөп ҡуйыуҙан хәүефләнә. Уның өндәшмәүен икеләнеүгә һанай, ахырыһы, фрау. Һаман бер нөктәгә сүкей: “Теләһәң, бында ҡалырһың, ғаилә ҡорорһоң. Күрше утарҙағы батрак үҙенең хужаһы Клараға өйләнде... Мине ҡарт тиһәң, тирә-яҡта йәшерәк тол бисәләр ҙә, ҡыҙҙар ҙа тулып ята. Ысын, вайран булып ятҡан Рәсәйеңдә ни күререң билдәһеҙ...”
Күрше утар батрагы Петрҙы Ирназар күптән белә. Дахауҙан бергә оҙатылғайнылар. Бер мәл аҙаҡ Петр үҙе, уның янына килеп, өйләнеүен әйтте. Йәнә, башын сайҡай-сайҡай, бер ғәжәпләнеп, бер һоҡланып һөйләгәне Ирназарҙың хәтерендә. “Аптырау, әй, ни етмәгәндер был немецтарға. Вәт, исмаһам, йәшәгәндәр! Минең хужаның... эйе... беҙҙең утарҙа ике ат, биш-алты баш һыйыр йәнлеге, унлап сусҡа. Сәскес-урғыс машиналар, һабан-тырмалар кирбес һарайҙа. Мал аҙбарҙары минең тыуған ауылдың өйҙәренән яҡшыраҡ... Булмай, туған, ҡайтыу юҡ Рәсәйгә! Кем көтә мине унда... Эше, төрлө мәшәҡәте күп булһа ла, бында колхоздағы һымаҡ асҡа интекмәйһең, бушҡа көсәнмәйһең...”
Шулай аңлатты Петр үҙенең Германияла ҡалырға ҡарар итеүен. Ирназарҙың: “Германия тар-мар ителәсәк, һуғыштан һуң үҙебеҙҙә лә тормош арыуланыр”, – тип икеләнеүенә Петр ҡул һелтәне. “Әйттең һүҙ. Немец эште ҡоро тота. Волгаға барып етте. Быларҙы еңер көс ҡайҙа!..” – тип яуапланы.
Ҡырҡ өсөнсө йылдың ҡышы ғына ине шул әле...
Бертаның бер ҡатлы, тоҡан тәҡдименән, Петрҙың ҡылмышын хуплауынан көлөмһөрәп, Ирназар хыялында тыуған-үҫкән илендә гиҙә. Аңлаймы ни ирһенеүҙән ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгән немец бисәһе уның эс серҙәрен, кемде, кемдәрҙе һағынып һыҡтауын. Үҙен ҡоллоҡҡа дусар иткән яуыздар илендә ҡалыу үлемгә тиң фажиғә булыр ине Ирназар өсөн. Быны уйлау ҙа яҙыҡ. Тыуған ауылы, бауырмал әсәһе, һөйөклө Фәйрүзәһе бар уның. Иң ауыр мәлдәрҙә йәненә йыуаныс биргән иманы ла, бәпләгән өмөтө лә шулар. Юҡ, Петр юлынан бармаясаҡ ул.
Бер көн Ирназар, Бертанан бер бит ҡағыҙ, ҡәләм һорап алып, хат яҙырға ултырҙы. Ул хатты ебәрә алмаясағын аңлай, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, һис юғы, тулышҡан күңелен бушатырға, хыялында ғына булһа ла, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәһе, һөйөклө ҡатыны менән һөйләшергә кәрәк ине уға.
Уның яҙышып ултырыуын күргәс, Бертаның күҙе дүрт булды.
– Һин уҡый-яҙа беләһеңме ни? – тине ышаныр-ышанмаҫ, иренен бүлтәйтеп. – Һеҙҙең халыҡты тотошлай тома наҙан тиҙәр ҙә баһа. Бына ғәжәп!..
Ирназар яуап биреп торманы, яурынын йыйырып ҡына көлөмһөрәне лә яҙыуын дауам итте. Фашистар ҡотҡоһонан аңы буталып, үҙҙәренән башҡа халыҡтар – мәҙәниәтһеҙ ҡырағайҙар, улар Германияға ҡол булырға ғына яраҡлы, баш бирмәгәндәре юҡ ителергә тейеш, тип күнеккән торпай бисә менән был хаҡта һөйләштең ни, һөйләшмәнең ни. Буш хыялдарынан, яуыз маҡсаттарынан төңөлдөрөү өсөн, Ирназарҙың уйлауынса, немецтарҙы ҡаҙанға һалып ҡайнатһаң да хәләл ине.
Хаттың башында ул, үҙ яҡындарынан тыш, хатта заманында уның ғаиләһенә бәғерһеҙлек күрһәткән туған-тыумасаһына, күрше-күләндәренә суҡ-суҡ сәләмдәрен теҙҙе, унан ауыл хәлдәренә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Барыбер эйәһенә барып юлыҡмаясаҡ хатта рыяланып тормаҫҡа, ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡтан-асыҡ яҙырға булды Ирназар. “Эй, әсәй, эй, Фәйрүзә, ирекле көнөмдәнме ни һеҙгә һис ниндәй хәбәр ебәрә алмауым! Тәүге һуғыштарҙағы буталыш арҡаһында, яралы килеш әсир төшөп, әҙәм күтәрмәҫ ғазаптарға дусар булдым, хәҙерге көндә Германияла бер немец утарында батракмын. Бынан иҫән-аман ҡотолормонмо, юҡмы, әйтеүе ҡыйын. Улай ҙа тыуған илгә ҡайтып, һеҙҙе күрергә өмөтләнәм әле. Һағыныуҙарым сикһеҙ. Фәйрүзәкәйем, онотма мине! Азаматтың ике йәше тулғандыр инде. Кемгә оҡшаған? Ауырымаймы, илаҡ түгелме? Әсәйем ни хәлдә, артыҡ өшәнмәнеме? Их, илгә ҡайтып, ҡолас киреп бесән сапҡым килә. Йәнә Ҡаҙаяҡ буйҙарын шыңғыратып гармун тартаһы ине. Һин ҡушылып йырлар инең. Күрербеҙме икән ул көндәрҙе?..”
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.