Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Ноябрь 2024, 07:55

Вертолет йәки нисек мин әсәйемде ял иттерҙем

-Төргәк түгел, ә сабыйҙар. Игеҙәк балалар арҡалары менән ҡушылып тыуҙы, уларҙы айырырға ҡатмарлы операция кәрәк. Уны тик ҡалала ғына яһайҙар. Минең ҡотом осто, теҙ быуындарым ҡалтыраны.

Вертолет йәки нисек мин әсәйемде ял иттерҙемВертолет йәки нисек мин әсәйемде ял иттерҙем
Вертолет йәки нисек мин әсәйемде ял иттерҙем

Мәктәптән ҡайтыуға йоҙаҡлы ишек ҡаршыланы. Хәйер, быға өйрәнеп тә бөткәнмен: атай менән әсәй – эштә, ағайҙарым-уҡыуҙа.
Өйгә инеп өҫ кейемдәремде алыштырҙым. Туҡта, ҡайтыуҙарына төшкө аш бешерәйем әле! Үҙемдең уйымдан үҙем шатланып ҡуйҙым. Ә ниңә, бешермәҫлек мени - мин бит хәҙер ҙур! Тәк, нимә әҙерләргә? Әһә, белдем-туҡмас бешерәм: үҙе тәмле, үҙе йәһәт тә бешә. Вәт, аптырарҙар инде ағайҙарым, ә әсәйем менән атайым-маҡтап туялмаҫ! Мин хыялдарға бирелеп йылмайып ҡуйҙым. Электр плитәһен тоҡандырып таба ултырттым. Ул ҡыҙғас, туҡмасты һалып ебәрҙем, май өҫтәнем.
Шул ваҡыт ҡапыл өй һелкенә башламаһынмы! Мин ҡурҡып тәҙрәгә ҡапландым -тышта ҡар бураны уйнай, ниҙер ныҡ итеп геүләй ине. Кейенеп тышҡа атылдым. Беҙҙең йорт ҡыйығы башынан ғына вертолет осоп бара! Бына, ғәжәп, нишләп йөрөй икән ул, етмәһә шундай түбән оса. Беҙҙең урамдағы бөтә бала-саға был тамашаны күрергә сыҡҡан.
Вертолет яҡында ғына йылға үҙәненә төштө. Беҙ алыҫҡараҡ баҫып уны күҙәтәбеҙ, ҡайҙа ул яҡын барыу! Пропеллер әйләнгән ыңғайы көслө ел иҫеп, ҡарҙарҙы туҙҙыра, бер-беребеҙҙең тауышын ишетерлек тә түгел.
Бына вертолет ишеге асылып китте лә, унан аҡ халатлы кешеләр төштө. Ана, уларға ҡаршы балнистан бер төргәк тотоп йүгерәләр, әсәйем дә шунда. Төргәкте теге килеүселәр алдылар ҙа кире вертолетҡа инеп киттеләр. Ҙур һауа машинаһы ҡар-буран уйнатып өҫкә күтәрелде. Беҙ тағы шаҡ ҡатып ул күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡалдыҡ.
Әле генә күргән мажара тәьҫиренән, ҡапҡа тышына уҡ сыҡҡан көйөк еҫе айнытып ебәрҙе. Туҡмас ҡап-ҡара булған...
Әсәйем дә ҡайтып инде. Туҡмасты ҡайнаған һыуға һалып бешерергә, шунан ғына табала ҡыҙҙырырға кәрәк икәнен аңлатты. Янған туҡмас өсөн әрләмәне лә.
-Әсәй, ниңә вертолет килде ул?- тинем. –Ниндәй төргәк алып киттеләр?
-Төргәк түгел, ә сабыйҙар. Игеҙәк балалар арҡалары менән ҡушылып тыуҙы, уларҙы айырырға ҡатмарлы операция кәрәк. Уны тик ҡалала ғына яһайҙар.
Минең ҡотом осто, теҙ быуындарым ҡалтыраны.
-Ә улар төҙәлерме, йәшәйәсәкме,- тинем әсәйемә ҡурҡып ҡарап.
-Әлбиттә,- тине ул ышаныслы тауыш менән.
Мин әсәйемә һыйындым. Унан дарыу еҫтәре килә. Көн, төн тип тормай әсә һәм бала ғүмерҙәре өсөн көрәшә бит ул- ысын герой! Мин әсәйемә ҡарап ғорурланып та, уны йәлләп тә ҡуйҙым. Эшенән әҙерәк ял иттереп алғым килде.
-Әсәй, һине бер кем дә эҙләп тапмаҫлыҡ ергә алып барам, - тинем.
-Ҡайҙа инде ул урын?
Ул көлөмһөрәп миңә ҡараны,сәстәремдән һыйпап арҡамдан яратты.
-Клубта!- тинем мин үҙемдең асышыма һөйөнөп.- Бөгөн һинд киноһы була. Беләһеңме улар шундай ҡыҙғаныс, йыр-бейеүҙәре һушты алырлыҡ,вәт!
-Ярай, ҡыҙым, барырбыҙ. Тик бөгөн түгел, йәме. Шул тиклем арыным, төндә керпек тә ҡаҡманым бит, ауыр операция яһарға тура килде,- тине ул.
Көн артынан көн үтеп, яҙ ҙа яҡынлашты. Әсәйемдең мәшәҡәтле эшенең осо-ҡырыйы күренмәй: көндөҙ ҙә, төндә лә- балниста. Бәләкәй бәпестәр көн дә әллә -нисәү тыуып тора. Күрше ауылдарҙан да бәпес килеп алалар, ат менән, машина менән дә.Шуныһы ғәжәп, ниндәй ауыр булһа ла, әсәйем эшенә бер ҙә зарланмай.
-Әсәй, әйҙә бөгөн киноға. Инде ҡасанан бирле әйтәм, эш тә эш һинең,- тим.
Әсәйемдең бөгөн дә йоҡоһоҙ төн үткәргәнен беләм инде. Ул әллә минең һүҙҙе йыҡмайым тип киноға барырға риза булды. Үҙем эстән генә шатланам, әсәйемде бер кем дә тапмаясаҡ, балнисҡа ла саҡырмаясаҡ...
Бына клуб эсендә ут һүнде. Киномеханик ағай ҙур аҡ япманы тартып ҡуйҙы. Мин әсәйемә һыйынып ҡына ултырып экранға төбәлдем. Киноның эстәлеге лә, йөкмәткеһе лә мине ҡыҙыҡһындырмай- иң мөһиме әсәйем ял итһен.
Ипләп кенә уға ҡарайым- әсәйем рәхәтләнеп йоҡлап киткән икән дә. Ярай, хәл алһын. Өйҙә ҡатын-ҡыҙ эшенә лә өлгөрә ул, бушағанда беҙгә тәмле-татлы ризыҡтар ҙа бешерә. Ниндәй генә йоҡоһоҙ төн булһа ла, беҙҙән алда тороп донъя мәшәҡәттәренә өлгөрә.
Ҡапыл кино залында утты ҡабыҙҙылар. Балнистан әсәйемде эҙләп килгәндәр икән. Ул йәһәт кенә тороп ишек яғына ыңғайланы...

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас