Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Ноябрь , 15:04

Тәрбиә Хикәйә Гөлнур ҠЫУАТОВА

– Эй, ауыҙыңды яп, тауыҡ баш! Баламды мыҫҡыл иткән өсөн судҡа бирәм һине.

Тәрбиә Хикәйә Гөлнур ҠЫУАТОВА
Тәрбиә Хикәйә Гөлнур ҠЫУАТОВА

Миңлебай йоҡоһонан һаташып килеп уянды ла йоҡо аралаш тороп китмәксе булды. Бары тик аяҡтарын бер иле лә ҡуҙғалта алмауы ғына йоҡоһонан айнытып ебәрҙе.
– Шайтан алғыры!.. – Ир йән асыуы менән һүгенеп ебәрҙе лә йоҙроғо менән түшәген төйгөсләп алды, күҙҙәренән сыҡҡан йәштәрҙе һөрттө.
Көн һайын тиерлек ҡабатланған бер күренеш – йоҡонан уянған һайын ысынбарлыҡҡа ҡайтыу уның йөрәген өҙгөләй. Хатта кеше көнлө булып ятыуы ла, бөртөкләп йыйған донъяһының юҡҡа сығыуы ла, бер эште башҡара алмауы ла уны былай ғазапландырмай. Татлы төштәрендә ул элекке Миңлебай: йөрөй, йүгерә, машина йөрөтә, әрләшә, эшләй. Һәм шуларҙан тертләп уяна ла ысын донъяға ҡайта. Ә унда – ауырыу, һыҙланыу, йотом һыуға тилмереп ултырыу, күҙ йәштәре, нәфрәт. Һәр көн сараһыҙлыҡты яңынан аңлау, күңеленән үткәреү типһә тимер өҙөрҙәй булып йөрөгән, үҙен ер кендеге итеп тойған иргә бик ауыр. Әллә күпме үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла уйлап ҡуйҙы, тик һуңғы аҙымды эшләргә ҡыйыулығы етмәй.
Ир тәҙрә төбөнә ҡуйылған һауытты алып сәй эсергә уйлағайны ла, уныһы буш булып сыҡты. Тимәк, Миләүшәһе һаман ҡайтмаған. Сәғәт нисә һуң әле? Ҡышҡы төндөң шуныһы яман, төн менән таңды һис айырып булмай. Кисә кистән видео ҡарап, телефоны ултырғайны. Зарядка шнурын таба алмай йоҡлап ҡалды. Миңлебайға кире ятыуҙан башҡа сара юҡ ине.
– ...Һыңҡ-һыңҡ... Һыңҡ-һыңҡ...
Өйҙөң төнгө тынлығын шым ғына үкһеү боҙа. Тимәк, Миләүшәһе өйҙә. Тағы нимәлер кәйефен төшөргән – ҡайғыһын күҙ йәштәре менән йыуа. Атаһына һиҙҙермәҫ өсөн төн еткәнен көтөп ихатала ултырған да, инеп ятҡас та тыныслана алмай. Миңлебай берҙән-бер ҡыҙы янына сыҡҡыһы, уны йыуатҡыһы килә лә бит, ҡулынан, дөрөҫөрәге, аяғынан килмәй. Өндәшеүҙән иһә фәтүә юҡ, ҡыҙы барыбер йоҡлағанға һалышасаҡ. Иркәләп, наҙлап ҡына үҫтергән балаһы алдында үҙен ғәйепле тоя атай кеше. Бындай тормош теләмәне бит уға. Батшабикәләр кеүек йәшәткеһе, иң матурын, иң затлыһын алып биргеһе килде. Сабый сағынан етеш тормошта йәшәтергә тырышты һәм шуға әҙерләне. Бөгөн килеп яҙмыш уның кескәй иңенә һынау өҫтөнә һынау өйә генә. Проблемаларының да осо-ҡырыйы күренмәй. Бурыстар, йорт эштәре, яңғыҙлыҡ, етмәһә, ауырыу атай...
Оло йорттоң ике бүлмәһендә атай менән ҡыҙ, яҙмыштарына үпкәләп, илай-илай таң аттырҙы. Бындай таңдарҙың иҫәбе-һаны юҡ ине инде.

* * *

Йоҡоһоҙ төн Миңлебай өсөн эҙһеҙ үтмәне: таң атыуға ҡан баҫымы күтәрелде. Йәшерергә тырышһа ла, Миләүшә хәлен тәү ҡараштан аңланы:
– Атай, икеһенең береһе: йә “Тиҙ ярҙам” саҡыртам, йә мин эшкә бармайым. Һайла! Тик бел, бөгөн эшкә бармаһам, иртәгә китергә ҡушасаҡтар. Ә беҙҙең әле ике кредит ябылмаған, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алырға ла кәрәк.
– Беләһең бит, оҙаҡламай үтә ул. Табип килһә лә шул: укол һала ла китә. Дарыу ни, укол ни – айырма юҡ. Шулай булғас, эшеңә бар.
– Юҡ! Ҡан баҫымы юҡҡа ғына күтәрелмәй.
– Төндә йоҡлай алмағайным, шуға инде. Хәҙер бер-ике сәғәт йоҡлап алһам, барыһы ла яйланасаҡ.
– Ярай, яйланғансы яныңда булырмын. Эшһеҙ ҡалам, тимәк.
– Ҡыҙым... – Миңлебай нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалды. Үҙ һүҙле ҡыҙы барыбер әйткәненсә эшләйәсәк. – Ярай, табип саҡырт әтеү. Тик уларҙың килгәнен көтмә, эшеңә бар. Кәрәкһәң, шылтыратырмын.
– Килештек. Ә инде дауаханаға ятырға тиһәләр, баш тартмайһың! Кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләгәнмен.
– Эйе. Ә хәҙер эшеңә йүгер.

* * *
– Нәсимә Бүләковна?!. Һеҙ?.. Нисек?
– Һаумыһығыҙ. Эйе, мин. Ҡурҡмағыҙ, дипломым бар. Ҡулды ҡайҙа йыуырға була? – Миңлебай аптырауҙан телһеҙ ҡалғайны, шуға ҡайһы бүлмәгә инергә икәнен ҡулы менән генә күрһәтте.
Ә Нәсимә ҡабат бүлмәгә ингәс, медицина кәрәк-яраҡтары һалынған сумкаһын асып, танометр сығарҙы.
– Ҡан баҫымын төшөрөргә берәй дарыу эстегеҙме? Ҡасандан юғары?
– Төнөн йоҡлай алмағайным, шуға шаяралыр. Хәҙер үтер, борсолмағыҙ, беренсегә түгел бит. Миләүшәгә әйттем дә бит, саҡырмайыҡ, тип. Тыңламаны.
– Дөрөҫ эшләгән. Ҡан баҫымы уйын түгел. – Ҡатын уны әйләндерә биреп һалды ла янбашына укол ҡаҙаны. – 15 минуттан тағы үлсәйем дә, төшмәһә, үҙебеҙ менән алып китәбеҙ. Әгәр һәйбәтләнһә, кискә тиклем үлсәп тороғоҙ. Кәрәк икән, тағы беҙгә шылтыратығыҙ, килербеҙ.
– Ярай... – Миңлебай артабан нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалды. – Ә һеҙ күптән дауаханаламы?
– Ике ай була.
– Теге юлы ситкә күсеп китте, тигәйнеләр шул... Мине бындай хәлдә күреп аптырауға ҡалманығыҙ. Тимәк, хәл-әхүәлемде ишетеп беләһегеҙҙер?
– Ҡасаба бәләкәй, барыһы ла бер-береһен белә. Мин бит ике баламды ғына алып киттем. Туғандар ҙа, дуҫтар ҙа бында ҡалды. Авария тураһында ишетеү менән һөйләнеләр. Икенсенән, “Тиҙ ярҙам” ебәрер алдынан, беҙгә саҡырыусы тураһында мәғлүмәт бирәләр.
– Моғайын, эстән генә шатланып ултыраһығыҙҙыр...
– Юҡ.
– Ә күптәр шатланды. Төрлө сәләмдәр ҙә килеп етте. Бөгөн ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһағыҙ ҙа аңлар инем.
– Башҡалар өсөн яуап тотмайым. Ә мин, медик булараҡ, һәр ауырыу өсөн борсолам, һәр кешегә һаулыҡ теләйем. Ярҙамдан да баш тартмайым – биргән антым бар.
– Ә ни өсөн медицина юлынан киттегеҙ?
– Ҡайҙа барырға ине һуң? Оноттоғоҙмо ни, мине башҡаса балалар менән эшләмәҫлек итеп эштән ҡыуҙырҙығыҙ. Юлдан яҙмаҫ, үҙ-үҙемде юғалтмаҫ өсөн икенсе һөнәр һайларға кәрәк ине. Химия-биология уҡытыусыһы булараҡ, миңә медицина институтына уҡырға инергә тәҡдим иттеләр. Тик ике баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн эшләргә лә кәрәк ине. Шуға санитарка булып урынлаштым да колледждың киске бүлегендә белем алдым. Өс йыл Өфөлә эшләгәндән һуң, быйыл ҡайтырға булдым. Ни тиһәң дә, бында йәшәргә өйөм бар. Эш тә табылды. Хәйер, медиктарға һәр ерҙә эш була инде. Йәгеҙ әле, тағы бер ҡан баҫымығыҙҙы үлсәп ҡарайым, төштөмө икән? – Нәсимә тағы ла танометрға тотондо. Тик Миңлебай ҡулын һонорға ашыҡманы.
– Ғәфү иттем, тиһәгеҙ ҙә һаман да асыу йөрөтәһегеҙ, тимәк. Тик суд һеҙҙе эшегеҙҙән ебәргән икән, тимәк, ғәйебегеҙ ысынлап булғандыр.
– Хөкөм нисек сығарылғанын һеҙ ҙә, мин дә яҡшы беләм, Миңлебай ағай. — Нәсимә күңелһеҙ йылмайып ҡуйҙы. — Барлыҡ уҡытыусылар Миләүшәнән биҙеп бөткән ине. Әммә береһе лә һеҙҙән ҡурҡып, судта сығыш яһарға риза булманы. Ә ата-әсәләрҙе аҡсаға һатып алғанығыҙҙы адвокатҡа суд булғансы уҡ еткерҙеләр. Бирегеҙ ҡулығыҙҙы, ҡан баҫымығыҙҙы үлсәйем. – Иргә ҡулын һоноуҙан башҡа сара ҡалманы. – Ярай, үткән эшкә салауат, тиҙәр. Булған – бөткән. Тынысланығыҙ, һеҙгә хәҙер бөтөнләй борсолорға ярамай.
– Мин ҡыҙымдың намыҫын ғына яҡланым. Ҡулымдан килгән тиклем.
– Ә мин уның намыҫына ҡул һуҙманым. Дәресен әҙерләмәгән, башҡа класташтарын мыҫҡыл иткән һәм миңә тауыш күтәргән өсөн дәрестән генә ҡыуып сығарҙым. Шул ҡылығым өсөн данымды республикаға таратып, интернет селтәренә яҙып сыҡтығыҙ һәм суд менән эшемдән ҡыуҙырҙығыҙ. Ялған яла яғып. Имеш, ҡул күтәргәнмен...
– Ғәфү итегеҙ...
– Әйттем бит, күптән ғәфү иттем. Был һөйләшеүҙе үҙегеҙ башланығыҙ. Шулай ҙа, элекке булһа ла, мин уҡытыусы бит, бер фекеремде әйткем килә. Һеҙҙең тәрбиәнән, ҡылыҡтан иң ҙур зыян күреүсе ул – ҡыҙығыҙ Миләүшә. Уның бөтә тормошон емерҙегеҙ. Хәҙер аяғына баҫырға, алға барырға, тип ныҡ тырыша ла бит. Тик һеҙҙең тәрбиә уға ҡамасаулай.
– Нисек?
– Мин бит беләм: һеҙ үҙ көсөгөҙ, аҡылығыҙ менән бизнес өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәштегеҙ. Миләүшәне лә шуға өйрәтер урынға, уны иркәләнегеҙ, бар теләген һүҙһеҙ үтәнегеҙ. Маһайттығыҙ, әллә кем иттегеҙ, дуҫтарын, уларҙың ата-әсәләрен һанға һуҡманығыҙ. Шуға ла ул бөгөн япа-яңғыҙ. Өфө гимназияларында белем алырлыҡ аҡыллы бала ине. Ә һеҙ ялҡаулығына ирек биреп, уҡытыусыларға юғары билдә ҡуйырға ҡуштығыҙ. Аҙаҡ белеүемсә, институтта уҡый алмаған һәм һөнәрһеҙ ҡалды. Хәҙер магазинда эшләп маташа ла бит, тик кешеләр менән аралашырға, ихтирамлы, мөләйем булырға өйрәтмәгәнһегеҙ.
– Ә быларын ҡайҙан беләһегеҙ?
– Ул эшләгән магазин минең улымдыҡы. Миләүшә көн һайын тигәндәй насар хәлгә тарый. Сөнки мин-минлеге көслө, теле оҙон... Ине. Хәҙер бер аҙ тыйыла бара яйлап. Тормошта кешелекле булыу кәрәклеген аңлай, күрәһең. Башҡа хужа булһа күптән ҡыуыр ине. Ә улым менән киленем тәү сиратта кешенең социаль хәленә ҡарай. Ауырыу атаһын ҡараған ҡыҙҙы күрәләтә урамға сығарып ебәрә алмайбыҙ, тиҙәр.
– Рәхмәт...
– Эх-х, Миңлебай ағай, ғүмер буйы бай, көслө, сәләмәт булырмын, донъяның артына тибеп йәшәрмен, тип уйлағанһығыҙҙыр ҙа... Бөтәбеҙ ҙә шулай уйлайбыҙ. Тик яҙмыштың ниндәй һынауҙар әҙерләрен белмәйбеҙ бит. Шуға тәү сиратта балаларға матур һәм лайыҡлы тәрбиә бирер кәрәк. Ныҡлы баҫып торорлоҡ, ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмаҫлыҡ. Үҙебеҙ, донъя күргән кешеләр нисек тә артабан атлар көс табабыҙ. Ә һынау алдында ҡалған балаларҙың рух көсө булмаһа, юҡҡа сығыуы бар бит... – Нәсимә танометрға күҙ һалды ла йылмайып ҡуйҙы. – Бына бит, байтаҡҡа кәмене. Әлегә дауаханаға алмай торабыҙ. Шулай ҙа кискә табан үҙем йәки ошо яҡта йәшәүсе икенсе берәй шәфҡәт туташы кереп хәлегеҙҙе белер. Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, мотлаҡ “Тиҙ ярҙам” саҡырығыҙ...
– Рәхмәт, Нәсимә Бүләковна. Һеҙ – намыҫлы кеше.
– Һау булығыҙ...
...Эйе, ул саҡта Миңлебай эшлекле, бай, тәкәббер ине. Ҡасабалағы шәкәр заводында шофер булып эшләп йөрөгәндә, ойошма бонкротҡа ултырыу сәбәпле, барлыҡ эшселәр ҡыҫҡартыуға эләкте. Шул саҡта ҡатыны уға тәүге һөнәрҙәрен иҫкә төшөрөп, көнкүреш йорто асырға тәҡдим итте. Фәүзиә менән улар һөнәрселек училищеһында танышҡайны. Үҙе – электр техникаларын йүнәтеүсегә, ҡатыны тегенсегә уҡып сыҡтылар. Бәләкәй генә бинаны ҡуртымға алып башлаған эштәре алға китте. Юҡлыҡ, дефицит заманы – кешеләр иҫкеләрен йүнәтә-йүнәтә һаҡлап тотондо, кейемде лә йә үҙҙәренә тектереп, йә үҙенекен ҡыҫҡартып балаларына кейҙерҙе. Заказдар күбәйеп, үҙҙәре генә өлгөрмәй башлағас, эшселәр ялланылар. Шунан инде Миңлебай аҙыҡ-түлек магазиндары, автосервистар, кафе асты. Ҡатыны матурлыҡ салоны хужабикәһе булып китте. Тәүҙә ҙурыраҡ йорт һәм өр-яңы машина алырға тип кенә хыялланалар ине, тик байлыҡ артҡан һайын, нәфселәре лә артты. Аҡса ярҙамында барлыҡ ишектәрҙе асып булғанын белгәнгәме, Миңлебай менән Фәүзиә үҙҙәрен әллә кем итеп тоя башланы. Етмәһә, һәр саҡ ярҙам һораған туғандары, дуҫтары ла уларҙы маҡтаны, ҙурланы, ялағайланы.
Бәхеттәре бер аҙ ғына китек булды: Фәүзиә ауырға ҡала алмай оҙаҡ йөрөнө. Ә инде ҡыҙҙары Миләүшә тыуғас, табиптар уға башҡаса бала табырға ҡушманы: бөйөрҙәрең сәләмәт түгел, тинеләр. Бер бөртөк ҡыҙын ата-әсәһе ҡулдан төшөрмәй үҫтерҙе. Теләгәне алдына килеп торғас, ул да иркә, наҙлы, үҙ һүҙле булып буй еткерҙе. Балалар баҡсаһында, мәктәптә шаярып ҡына ла ҡағылыуҙы, һүҙ ташлауҙы оло янъялға әйләндерҙе. Миңлебай менән Фәүзиә татыулыҡҡа өндәр урынға, киреһенсә, уны хаҡлы ҡалдырып, башҡа балаларҙы класс алдында мыҫҡыллап, ата-әсәләрен саҡыртып, ғәфү үтендертеп ҡуя килделәр. Аҙаҡ инде уҡытыусыларға ла ҡаршы өндәшә башлаған, тинеләр. Әммә быға иғтибар итмәне ололар. Иң матур, иң аҡыллы һәм иң ҡәҙерле кешеләренең үҙен башҡаларҙан бер аҙ өҫтөн тойоуында улар бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәне.
Туғыҙынсы класта уҡып йөрөгәндә Миләүшә төш етмәҫ элек илай-илай өйгә ҡайтып ингәс, Миңлебай аптырап ҡалды.
– Нәсимә Бүләковна мине бөтә класс алдында кәмһетте, дәрестән ҡыуып сығарҙы. Башҡаса минең дәресемә килеп йөрөмә, икенсе мәктәпкә уҡырға бар, ти. Мин сығырға риза булмағас, китап-дәфтәрҙәремде, сумкамды коридорға сығарып ырғытты, – тип аңлатты уныһы.
– Ярай, һине уҡытҡыһы килмәй икән, үҙе икенсе мәктәптән эш эҙләр!
Миңлебай тәүҙә мәктәпкә барып, уҡытыусыны урынына ғына ултыртырға уйланы. Башҡа ваҡытта уны күреү менән уҡытыусынан алып директорға тиклем, ғәфү үтенеп, Миләүшәне маҡтап, үҙенә ярамһаҡлана башлайҙар ине. Тик 30 йәштәр тирәһендәге Нәсимә Бүләковна уның ҡурайына бейергә теләмәне:
– Мин бары тик Миләүшәнән класташтарына һәм уҡытыусы булараҡ үҙемә ихтирам талап итәм. Уға, бәлки, уҡыуы ҡыҙыҡ түгелдер, әммә ул бит уҡырға теләгән башҡаларға ҡамасаулай. Ни өсөн кластан сығарып ебәргәнде унан һоранығыҙмы? Дәрес буйы телефонынан ҡысҡыртып музыка тыңлап ултырҙы. Өйгә эште яҙырға таҡтаға сығырға ҡушҡас, китабын иҙәнгә елләне. Был осраҡта һеҙ нимә эшләр инегеҙ?
– Әгәр уға дәрестә ҡыҙыҡ түгел икән, тимәк, уҡытыусы булараҡ һин эшләй алмайһың тигән һүҙ. Бында минең нимә эшләүем мөһим түгел, педагог – һин! Әгәр һәр шаярған баланы дәрестән ҡыуып сығарып, уҡытыуҙан баш тартаһың икән, һиңә мәктәптән китергә кәрәк тигән һүҙ. Ана, магазиндарыма һатыусы кәрәк, кил – алырмын.
– Һин түгел, һеҙ! Икенсенән, шаярған өсөн генә уҡытыуҙан баш тартҡаным юҡ...
– Эй, ауыҙыңды яп, тауыҡ баш! Баламды мыҫҡыл иткән өсөн судҡа бирәм һине. Миләүшә ошо мәктәптә уҡыясаҡ! Ә бына һин ҡайҙа уҡытырһың – уныһы билдәһеҙ...
Ысынлап та, Нәсимә эшһеҙ ҡалһын өсөн ул барыһын да эшләне. Ата-әсәләрҙән уның эше менән риза булмауы тураһында ғаризалар яҙҙырып алды, Миләүшәнең “күңелен тынысландырыу” өсөн психологка йөрөттө. Мәктәп директоры ла “тейешле” характеристика бирҙе. Һәр ваҡыт спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән журналисҡа иһә бер шылтыратыуы етте – баланы рәнйеткән уҡытыусы тураһындағы яҙма республика гәзитендә донъя күрҙе, интернет селтәренә лә сығарҙылар. Суд ултырышына үҙе барып торманы Миңлебай, бөтә эштәрҙе адвокаты башҡарҙы. Миләүшәне ҡасабалағы икенсе мәктәпкә йә һөнәрселек училищеһына эшкә күсер тип уйлағайны. Ә уны бөтөнләй уҡытыуҙан тыйҙылар. Бының өсөн артыҡ борсолманы ир. Судтан һуң Нәсимә Бүләковна ситкә сығып китте, тинеләр.
Был хәл шуның менән онотолдо. Миңлебайҙың эштәре элеккесә алға барҙы. Миләүшәгә башҡаса һүҙ тейҙереүсе булманы. Мәктәпте тамамлағас, институттың түләүле бүлегенә уҡырға инде. Ата-әсәһе аҡса түгергә әҙер булһа ла, ҡыҙҙың белем кимәле түбән булғас, уҡыуын алып бара алманы. Этеп-төртөп 3-сө курсты тамамланы ла ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте. Аҙаҡ бөтөнләй ташланы. Фәүзиә, эшкә өйрәнмәҫме тип, матурлыҡ салонының береһен ҡыҙына бүләк итеп ҡараны. Тик Миләүшәне эш ҡыҙыҡһындырманы. Һәр ваҡыт үҙен өҫтөн ҡуйып, башҡаларҙы һанға һуҡмауы мөхәббәттә лә үҙ емешен бирҙе – сибәр ҡыҙ үҙенә күҙ һалыусы егеттәрҙең береһен дә тиң күрмәне. Миңлебай быға артыҡ ҡайғырманы. Баш ҡаланан хеҙмәттәшлек иткән бер танышының улына күҙ һалып ҡуйғайны инде. Танышы ла ҡаршы түгеллеген белдерҙе. Йәштәрҙе таныштырырға ғына ҡалды. Тик...
Дүрт йыл элек эшҡыуар ҡатыны менән аварияға осраны. Руль артында ултырған Фәүзиәһе шунда уҡ йән биргән. Миңлебай иһә бер йылға яҡын дауахана, шифахана юлдарын тапап, шәбәйеп сыҡты. Тик бына аяғынан яҙҙы. Табиптар бөтөнләй өмөтөн өҙөп, инвалидлыҡ биреп ҡайтарҙы. Ул ваҡыт арауығында ярты ҡасабаны биләгән шәхси ойошмалары, магазиндары банкротлыҡҡа ултырҙы. Бизнесын үҫтереү өсөн алған кредиттарының проценты артты. Янында йөрөгән дуҫтары ла, партнерҙары ла, гөрләп торған тормошо ла юҡҡа сыҡты. Һуңғы өс йылда элекке эшҡыуар бушап ҡалған биналарын, ҡоролмаларын ҡуртымға биреп, һатҡанын һатып, осон осҡа ялғап тигәндәй көн күрергә тырыша. Пенсия аҡсаһы дарыуҙан үтмәй. Ҡыҙының эш хаҡы ла артыҡ мулдан түгел. Бер ерҙән икенсеһенә күсә торғас, өмөтһөҙлөккә бирелә башланы. Ярай был магазинда тотҡарлана – өс айҙан ашты. Хәҙер ни өсөн икәне лә билдәле булды: йәлләйҙәр.

* * *

– Миңлебай ағай... Уянығыҙ.
Миңлебай күҙен асыуға Нәсимәне күреп, бер аҙ шомланып ҡуйҙы.
– Ә-ә... Миләүшә ҡайҙа? Сәғәт нисә ул?
– Кис инде. Борсолмағыҙ, Миләүшәне минең ҡыҙым ҡунаҡҡа алып ҡайтып китте. Хәтерегеҙҙәме, улар элек яҡын әхирәттәр ине? Бөгөн магазинда күрешкәндәр ҙә дуҫлыҡтарын яңыртырға булғандар. Бәлки, был ялда көнөнә генә тау шыуырға ла барып ҡайтырҙар. Мин хәлегеҙҙе белешергә индем бына.
– Һәйбәт... Барыһы ла һәйбәт.
– Хәҙер ҡан баҫымығыҙҙы үлсәйем дә шунан ҡарайым инде: ышанырғамы, юҡмы. Ғәфү итегеҙ, зинһар, иртәнсәк килгәндә артығыраҡ һөйләп ташланым. Ауырыу кешегә тыныслыҡ кәрәк, ә мин... Тә-әк, ысынлап та, ҡан баҫымығыҙ тәртиптә. Хәҙер сәй эсерергә лә була.
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй...
– Мин, мотлаҡ сәй эсерәм, ашатам, тип Миләүшәгә һүҙ бирҙем. Тимәк, үтәргә тейешмен. – Ҡатын ишеккә ыңғайланы ла, кире боролдо. – Ошонда ашайһығыҙмы, әллә коляскаға ултырырға ярҙам итәйемме?
– Ошонда ғына...
– Ярай улайһа, ярты сәғәттән, хан һыйы уҡ булмаһа ла, ашарға әҙер булыр.
– Нәсимә һеңлем, рәхмәт йәме...
– Ашағас әйтерһегеҙ.
– Мин барыһы өсөн дә тием. Айырыуса Миләүшәне саҡырған ҡыҙығыҙ өсөн. Юғиһә, ул өс йыл инде эштән ҡайта ла өйҙә ултыра. Бер ергә сыҡҡаны юҡ...
– Ә ни өсөн беләһегеҙме? Мин бая дөрөҫ тәрбиә бирмәгәнһегеҙ, тип яңылыш әйткәнмен. Насар яҡтары бер, әлбиттә, әммә күңеленә матур бер сифат һалғанһығыҙ. Ул һеҙҙе лә, әсәһен дә өҙөлөп ярата, хөрмәт итә. Был бик мөһим. Дауаханала сағыштырмаса оҙаҡ эшләмәйем, шулай ҙа күпте күрҙем. Ауыр хәлдәге яҡындарының килеп хәлен дә белмәгән балалар була. Йылдар буйы тәрбиәләүҙе әйтеп тә тормайым. Ә Миләүшә һеҙҙең өсөн йән ата. Ҡунаҡҡа барырға саҡ өгөтләнем. Ашатам, һаулығын тикшерәм, тип вәғәҙә биргәс кенә риза булды. Эштән арыһа ла, кәйефе булмаһа ла, ул һеҙҙе ҡайғырта, һеҙҙең янға ашыға. Тимәк, унда кешелеклелек сифаты бар. Ышанам, уның тормошонда барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һынауҙар бер аҙ ҡаҡҡылап, һуҡҡылап, үҙ яйына төшөрөп ебәрә ул... Ярай, ағай, мин кухняға киттем.
Ишек ябылыу менән Миңлебай устары менән битен ҡаплап илап ебәрҙе. Тик был һыҙланыу ҙа, әрнеү ҙә түгел, ә шатлыҡ йәштәре ине...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: