Гөлнур ҠЫУАТОВА
Мөғжизәгә ышанам
(Хикәйә)
Айзилә Яңы йылды быйыл өмөт шәмдәлдәрен ҡабыҙып, бәхет тойғолары менән ҡаршы алды. Киләсәгенең нисек булырын белмәй әлегә, Әхтәм менән мөнәсәбәттәре артабан нисек үҫешерен дә юрамай. Хатта бәхетенә тулыһынса ышанырға ла ҡурҡа. Шулай ҙа ул күңел талпыныуын баҫа алмай, йә үҙ алдына көйләп ебәрә, йә һуңғы ике аҙналағы ваҡиғаларҙы иҫләп, йылмайып ҡуя. Ҡыҙының бәхетенә Әсмә апай ҙа һөйөнә, эстән генә Аллаһы Тәғәләнән шәфҡәтлелек, оҙайлы һөйөнөс һәм ейәнсәре Илнараға атайлы тормош теләй.
...Айзилә ата-әсәләр йыйылышына һуңлап килеп етте. Балалар баҡсаһында үтәсәк шыршы байрамы тураһында һөйләшеү була, тигәс, эшенән иртәрәк ебәреүҙәрен һорап тормағайны шул. “Күпмешәрҙән аҡса йыйылырға икәнлеген төркөм чатына ғына яҙһалар ҙа була инде...” – тип тә уйлап ҡуйҙы хатта. Хисапсы эшенең мәшәҡәте күп шул, шуға ла ҡыҙы йөрөгән балалар баҡсаһының тормошона артыҡ ҡыҫылып бармай – ваҡыты юҡ. Шуға был юлы ла йыйылышҡа шым ғына инеп ултырырға ла, тамамланғас та сығып китергә йыйынғайны. Тик килеп сыҡманы...
Беренсенән, йыйылыш барған уйын бүлмәһенең ишек төбөндә урын ҡалмағайны. 25 пар күҙ оҙатыуы аҫтында ғәфү үтенә-үтенә түргә үтергә тура килде. Икенсенән, өлкән тәрбиәсе янындағы буш ултырғысҡа барып ултырыуға, әсәйҙәрҙең береһе:
– Бына бит, ҡойоп ҡуйған Ҡарһылыу! Үҙе һомғол, үҙе йәш, үҙе матур... – тигәс, һүҙҙең кем тураһында барыуын да аңламаны.
– ...Быйыл ҡар юҡ тип әйтергә лә була. Һыуыҡтар ҙа артыҡ ҡыуандырмай. Шуға күрә балалар баҡсаһы майҙансығындағы ағастарҙы мөмкин тиклем матур итеп биҙәргә кәрәк, – тип сығышын дауам итте баҡса мөдире. – Шыршы ҡуйҙыҡ, гирляндалар бар. Уйынсыҡтарҙы йыйған аҡсаға алырбыҙ. Әйҙәгеҙ, киләһе йәкшәмбелә иртәнге сәғәт унға ярҙам итергә килегеҙ. Һәр төркөмдән ете кеше булырға тейеш, тип һөйләштек. Ир-егеттәргә эш күп, шулай булғас, атайҙарҙы ебәрегеҙ. Исемлеккә кемде индерергә? Әхтәм Әхмәт улына башҡаса эш ҡушмағыҙ, балаһының беҙгә урынлашыуына бер ай ғына, йыллыҡ йөкләмә бирҙегеҙ инде, етер. Башҡалар ҙа ҡатнашһын. Кемдәр килә?
Һүлпән генә исемлек төҙөү башланды. Теләүселәр булмағас, өлкән тәрбиәсе алфавит буйынса фамилияларҙы барлап, берәм-берәм өгөтләргә тотондолар. Сират Айзиләгә етте.
– Мин риза. Тик үҙем сығам инде, ғаиләбеҙҙә ир-ат юҡ... – тине йәш ҡатын уңайһыҙланып ҡына.
– Әйтәм бит, уны Ҡарһылыу итәйек тип, – баяғы тауыш тағы яңғыраны. – Ағастарға үрмәләп йөрөү ҡатын-ҡыҙ эше түгел бит...
– Эйе шул, булһын Ҡарһылыу.
– Бәй, башҡа йылдарҙа аҡса йыйып, театрҙан актер яллай торғайныҡ бит һуң?.. – Айзилә аптырап ҡалды.
– Быйыл байрамды үҙ көсөбөҙ менән үткәрергә булдыҡ, – тип асыҡлыҡ индерҙе мөдир. – Ысынлап та, Айзилә Маратовна, әйҙәгеҙ, һеҙ Ҡарһылыу булығыҙ. 25 декабрь көнө өс төркөмдә байрам сараһы үтә. Бер үк сценарий буйынса Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып, балаларҙы ҡотларға һәм бер нисә уйын ойошторорға ғына кәрәк.
Ҡатынға ризалашырға тура килде. Ҡыш бабай роле бирелгән Әхтәм менән улар шул көндө танышып, сценарийға ярашлы шиғырҙарын алып, ҡайтырға сыҡтылар. Фатирҙары күрше йорттарҙа ғына булып сыҡты. Бер нисә көндән улар тәрбиәселәр менән репетиция яһау өсөн балалар баҡсаһында тотҡарланды ла, тағы ла бергә ҡайтырға сыҡты. Илнара менән Әхтәмдең ҡыҙы Альбина рәхәтләнеп йүгерә-шаяра алдан китте. Юл сатына еткәс, Альбина:
– Иртәгә мин торт алам да, Илнараны ҡунаҡҡа саҡырам. Ул минең яңы дуҫым! – тип хәбәр һалды. Айзилә уңайһыҙ хәлдән нисек сығырға белмәне:
– Саҡырыуыңа рәхмәт. Тик ҡунаҡты ололар саҡыра, һылыу. Бына икенсе йылда, тыуған көнөңә үҙебеҙ торт тотоп барырбыҙ, йәме?
– О-о-о, минең бит тыуған көнөм йәй еткәс кенә була. Ә мин һеҙҙе иртәгә саҡырғым килә.
– Ысынлап та, Айзилә, Илнара, әйҙәгеҙ, ҡунаҡҡа түгел, ә сәйгә инегеҙ. Ауылда сәй эсергә күршеләр инә бит, шуның кеүек. Һәм иртәгә түгел, ә хәҙер. Анау магазиндан торт ҡына алайыҡ та... – Әхтәм уларҙы ихласлап үҙҙәренә саҡыра башланы.
– Ур-ра-а! – ҡыҙҙар шатлығынан һикерешеп алды.
– Әлләсе... Ҡатынығыҙ асыуланмаҫмы? – Айзилә һаман баш тартырға уйлай ине.
– Ҡатыным юҡ шул. Әсәйем менән өсәүләп кенә йәшәйбеҙ. Ул да бөгөн бер туған һеңлемдең балалары янына китте. Шулай булғас, уңайһыҙланмай ғына сәй эсергә инһәгеҙ була...
Торттан ҙур ғына киҫәк ашап, күңелдәре булған балалар уйнарға сығып китте. Аш бүлмәһендә икәүҙән-икәү ҡалғас ҡына Әхтәм яңы танышына үҙ тормошон бәйән итте. Ҡатыны йыл ярым элек яман шеш ауырыуынан шәбәйә алмай вафат булған ир, ҡыҙын ҡарашырға ярҙам кәрәккәс, әсәһе янына күсеп килгән. Үҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡта электрик һәм шофер булып эшләп йөрөй икән. Альбина тәүҙә күрше кварталдағы балалар баҡсаһына йөрөгән дә, урын бушағас, бер ай элек кенә, яҡыныраҡ тип, әлегеһенә күсергәндәр. Алтын ҡуллы атайға тәрбиәселәр бик һөйөнгән, шуға ла уға аҙна һайын ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Был юлы юҡ, тип әйтмәҫен белгәс, йылылыш башланыу менән уға Ҡыш бабай ролен дә тапшырып ҡуйғандар. Айзилә лә үҙенең ҡыҙына йәш тулыр-тулмаҫтан эсергә яратҡан, ҡул күтәргән ире менән айырылыуын, уның менән бер ауылда йәшәп булмаҫын аңлағас, ҡалаға күсенеүен, әле ипотека түләр өсөн ике эштә эшләүен, бала менән ярҙам итер өсөн әсәһен дә үҙе янына алыуын һөйләне. Ир менән ҡатын һөйләшә-һөйләшә ваҡыт үткәнен дә һиҙмәне. Ҡыҙының өйгә ҡайтмауына борсолған Әсмә апайҙың шылтыратыуынан һуң ғына иҫенә килгәндәй, Айзилә табынды йыйышып, ҡыҙын ҡайтырға өгөтләй башланы.
Яңы йыл кисәләре бик матур үтеп китте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа үҙ ролдәрен ышандырырлыҡ итеп уйнаны, хатта үҙҙәренең ҡыҙҙары ла уларҙы таныманы. Кисә үткәс, Айзилә бер аҙ моңһоуланды: Әхтәм менән күрешер, аралашыр сәбәп ҡалмағайны. Етмәһә, йыл аҙағы булғас, эшендә лә мәшәҡәт артты. Байрам алды көндәрендә Илнараны баҡсанан өләсәһе барып алды. Һуңғы арала ул һәр ваҡыт Әхтәм тураһында ғына уйлай ине. Күрешергә сәбәп итеп, ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тип сәйгә саҡырырға ла уйланы. Тик артыҡ иғтибар күрһәтә, тип уйлауҙан ҡурҡып, уйынан кире ҡайтты.
31 декабрҙә ҡатын әсәһе менән ҡыҙын эйәртеп, ҡала үҙәгендәге ҙур гипермаркетҡа аҙыҡ-түлек, бүләктәр алырға барҙы. Касса янына килеп тороуға:
– Һаумыһығыҙ, күршеләр! – тигән таныш тауышҡа башын күтәреп ҡараны ла, шатлығынан йылмайып ебәрҙе. Ике кеше аша ғына ҡыҙы менән Әхтәм тора ине. Хәл-әхүәл һорашыуға уларҙың сираты етте. Шулай ҙа китергә ашыҡманылар, Айзиләләрҙең кассанан үтеүҙәрен көтөп торҙолар.
– Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡайтайыҡ. Тығыныраҡ булһа ла, машинала урын етә бит, – тип ярҙам тәҡдим итте. Ҡыҙҙар ололарҙың килешеүен дә көтөп тормай, етәкләшеп сығыу юлына ыңғайланы. Айзилә Әхтәм менән әсәһен таныштырҙы ла, ризалыҡ белдереп, балалар артынан эйәрҙе.
Ҡайтып еткәс, ярҙамсыл ир уларға сумкаларын фатирҙарына индереште. Сәйгә саҡырыуҙан баш тартты: “Әсәй табын әҙерләй, ваҡ-төйәк алырға ҡушҡайны, көтәлер. Ҡунаҡ саҡырабыҙ”, – тине. Осрашыуҙарына шатланһа ла, был һүҙҙәрҙән һуң Айзиләнең күңеле тағы ла болоҡһоп алды. “Яңғыҙ ирҙең, моғайын, күҙ һалып йөрөгән кешеһе барҙыр. Бушҡа күңел осондороп, төптө белмәгән кешене уйлап йөрөргә ярамай”, – тип үҙен тынысландырырға тырышты.
Табын әҙерләүгә көн кискә ауышты. Илнара ғына бер аҙ ярҙам итеүҙән баш тартып маташты: “Мин ҡунаҡҡа барам. Унда тәмле нәмәләр күп була!” Ҡала ситендәге ҡасабала йәшәгән ағалары уларҙы яңы йылдың тәүге көнөнә үҙҙәренә мунса инергә саҡырғайны, шуға ла Айзилә ҡыҙын тынысландырырға тырышты:
– Ҡунаҡҡа тиклем оҙаҡ әле. Әйҙә, ҡалаҡ, сәнскеләрҙе өҫтәлгә ташыш, уларҙы урынлаштыр. Аҙаҡ йәнһүрәт ҡарарһың.
Киске сәғәт 10-дар тирәһендә ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Ҡунаҡ көтмәгән хужабикә аптырап, һаҡ ҡына ишек асты. Унда гөлләмә тотҡан Әхтәм тора ине.
– Байрам менән! Был һиңә, – тип сәскәләрҙе Айзиләгә һуҙҙы. – Мин һеҙҙе ҡунаҡҡа алып ҡайтырға тип килдем.
– Нисек?! Һин бит, ҡунаҡ саҡырабыҙ, тинең... – ҡатын аптырауҙан нимә әйтергә белмәне.
– Алдан әйтһәм, баш тартырһың, тинем. Шуға ла мәле еткәс, үҙем килеп алырға булдым. Альбина ғына яңылыш Илнараға ысҡындырған шикелле. Көткән ҡунаҡтарыбыҙ – һеҙ!
– Әйтәм, ҡунаҡҡа барам, тип йөрөй шул...
– Эйе, әйҙәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә беҙгә. Өҫтәл мул, шулай ҙа әҙерләгән ризыҡтарығыҙ әрәм була тиһәгеҙ, бер аҙ күстәнәскә алып барһағыҙ ҙа була...
Әсмә апай тәүҙә таныш булмаған кешеләргә барыуҙан баш тартырға уйлағайны ла, тик йәш ҡатын менән ирҙең бер-береһенә тартылыуын күреп, тиҙ генә йыйына башланы.
– Йә, Раббым, балаларыма бәхет асҡыстары бир, матур киләсәк алып кил. Доғаларым ҡабул булып, парлы, бәхетле булырға торалар түгелме?...
Айзилә лә, Әхтәм дә тәүге тапҡыр байрамды өйрәнелмәгән, шулай ҙа күңелдәренә яҡын мөхиттә ҡаршы алды. Ике әсә тәүҙә бер-береһенә лә, йәштәргә лә һынап, бер аҙ һаҡ ҡына ҡарап ултырҙы әле. Шулай ҙа уртаҡ тел таптылар. Төн уртаһы үтеп, Әхтәм табындағыларға ҡала үҙәгендәге Шыршы байрамына барырға тәҡдим иткәс, улар бер булып өҫтәл йыйыштырырға, һауыт-һаба йыуырға кәрәклеген һылтау итеп баш тартты. Ейәнсәрҙәрен дә үҙҙәре менән ҡалырға өгөтләй башланылар. “Йәштәрҙе” аулаҡ ҡалдырырға теләгәндәрен тел төбөнән аңларға була ине инде, шуға ла Әхтәм менән Айзилә икәүһе генә байрамға юлланды.
Тау шыуып, бейеп, төн таңға ауышыуға ғына ҡайтырға сыҡты улар. Ҡатынды ишек төбөнә тиклем оҙата килгәс, Әхтәм үҙенең уйҙарын еткерергә батырсылыҡ итте:
– Айзилә, миңә һин тәү ҡараштан оҡшаның. Әгәр һин дә миңә битараф булмаһаң, әйҙә, яҡынданыраҡ аралашайыҡ, дуҫлашайыҡ, йәме. Хәҙер инде бала-саға түгелбеҙ. Бер аҙ бер-беребеҙҙе һынайыҡ, бәлки, яҙмыштарҙы бәйләргә лә хәл итербеҙ...
– Мин риза, – тине Айзилә лә.
Һуңғы йылдарҙа яҙмыш һынауҙарынан, донъя мәшәҡәттәренән моңһоулана төшкән ҡатындың күңелендә Яңы йыл тылсымына, мөғжизәгә ышаныс уянды. Һөйөү хисе менән килгән байрам һәм йыл уға, ҡыҙына бәхет, ысын мөхәббәт алып килеренә ышана ул...
Фото Лоон.сите сайтынан алынды.