Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Ғинуар , 22:00

Эш бәхете (хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Юныс һүҙҙең быҙау фермаһында эшләгән Миңзәлә тураһында барғанын аңлап алғайны инде. Ысынлап та, бер класҡа алда уҡыған был ҡыҙҙың уңған тигән даны барлығын белә. Норманы арттырып үтәп, былтыр республикала икенсе урын яулаған, тип гәзиттә яҙып сыҡҡайнылар. Төҫ-ҡиәфәтен иҫкә төшөрөп маташһа ла, егет аныҡ ҡына ҡыҙҙы күҙ алдына килтерә алманы. Күңел күҙе күрмәһә, маңлайҙағы ботаҡ тишеге, тигәндәре хаҡ икән, тип ҡуйҙы. Сәриә тип йөрөп, башҡа ҡыҙҙарға күҙ һалмаған бит. Ҡыҙыҡ өсөн, бәлки, һөйгәненә үс итептер, ул Миңзәләгә ҡармаҡ һалып ҡарарға булды...  

Эш бәхете  (хикәйә)   Гөлнур ҠЫУАТОВА
Эш бәхете (хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Эш бәхете

(хикәйә)

 

Юныс ҡарт Миңзәләһенең алдына ҡалтыранған ҡулдары менән сайпылдыра-сайпылдыра тулыр-тулмаҫ кәсә менән һөтлө сәй ҡуйҙы.

– Ай, әттәгенәһе, түктең бит, бабай. Анау таҫтамалды алып бир әле, һөртә һалайым...

Тыныс булырға тырышһа ла, әбейенең эсендә ут янғанын ул яҡшы аңлай. Электән таплы кейем-һалымды, урын-ерҙе яратманы. Сәйҙе сайпылдырған үҙенә лә асыуы килде.

– Батмусты тапманым, шуға теҙеп кенә килтергәндә түгелһә лә бысранмай инең.

– Илгизә ҡайҙа һуң?

– Магазинға китте. Икмәк килергә тейеш, ти ине.

– Ҡуй инде, көн хөкүмәт икмәгенә ҡалды, тиң... Ҡайҙа эләһең?! Кисә лә шуны тотондоҡ, ырғыт йыуырға. Машина әйләндерә бит! – ҡартының таҫтамалды ҡабат сөйгә элеүен күреп, ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уныһы ярай үпкәләмәй:

– Кешеләр, ана, аҙналар буйы бер таҫтамалды тотона, үлгәндәре юҡ. Йыуырға дек – йыуырға, ярар, – таҫтамалды алып барып, кер кәрзиненә тыҡты ла, шкафтан таҙаһын сығарып элде. – Ә ашарға, һаулыҡ булһа, ниндәй икмәк булһа ла ярай беҙгә. Аллаға шөкөр, аслыҡ күрмәнек, һинең көн аша мейес тултырып һалған икмәгеңде умыра тешләп ашаныҡ. Сипараттан төшкән ҡаймаҡтың тамсыһы ла ҡалмай торғайны...

– Эш менән асығып йөрөгәнгә инде. Малайҙар ҙа үҫә торҙо – ҡул араһына инә торҙо. Биш йәштә балта тоттолар шикелле, ивет?

– Алтыла. Биштә сүкеште арыу ғына уйната торғайнылар инде. 12-лә трактор йөрөттөләр.

– Шулай булғас, ашалған инде. Ашты ла ҡәйнәм мәрхүмәнең 15 литрлыҡ ҡаҙанында бешерә торғайным бит... – бер аҙ тын ултырғас, Миңзәлә әбейҙең күҙе йәшләнеп ҡуйҙы. – Ә хәҙер бына ултырам, ни аштың тәме юҡ, ни ҡулдан эш килмәй...

– Ҡуй, әбей, юҡты һөйләмә. Эшләнек инде, хәҙер ултырһаҡ та ярай. Ә ашҡа килгәндә, шөкөр бит, тамаҡҡа аш үтә...

Эй-й, ҡартлыҡ тигәнең... Ниндәй генә кешене юҡҡа сығармай бит, ә?! Юныс үҙенән бигерәк әбейе өсөн әсенеп ҡуйҙы. Типһә тимер өҙөр ир түгел, ә ҡатын ине бит ул. Юҡтан бар яһар, көлдө гөл итер уңғанбикәнең бөгөн кеше көнлө булып ятыуына йәне әсеүен яҡшы аңлай ул. Үҙенең дә хәле саҡ-саҡлы – йә ҡан баҫымы күтәрелә (бөгөнгө кеүек), йә бөйөрө һыҙлай. Ҡыҙҙары Илгизә лә һау-сәләмәт түгел шул, әсәһенә оҡшап эш рәтен белә лә бит, тик аяҡ-ҡулдарының хәле булмағас, урын-еренә еткерә алмай. Юныс быға артыҡ иғтибар итмәй: иң мөһиме – ҡыҙҙары кеше көнлө булып ултырмай, үҙен үҙе ҡарай ала. Үҙҙәренең дә йәше оло бит, берәй заман әхирәткә күсер мәл етер. Ата-әсә өсөн үҙеңдән һуң кеше ярҙамына, мәрхәмәтенә мохтаж балаң ҡалыу – иң-иң аяныслы хәл икән ул. Илгизәһенең үҙ аяғында йөрөүенә, үҙ аҡылында булыуына шөкөр итә. Ашарға әҙерләй, кейемен машина йыуа, ә иҙәндең бер аҙ сүпле булыуына, ҡайһы бер һауыт-һабаның тышына май ҡатыуына күптән өйрәнеп бөттө. Ә бына былар Миңзәләнең һарһыуын ҡайната. Элегерәк, Юныстың көсө бар саҡта, коляскаға күсеп ултырырға ярҙам итә лә, етмәгән ерен еткереп, башҡарып ҡуя ине. Ә хәҙер карауатынан тора алмай, хәжәтен үтәргә лә бабайы саҡ урынынан ҡалҡыта. Шуға ҡарамаҫтан, һаман таҙалыҡ тип тырыша.

...Юныстың Миңзәләне күҙгә лә элгәне юҡ ине. Әрме хеҙмәтенә оҙатып, көтөп алған Сәриәһе менән ҡауышыу көндәрен көтөп йөрөгән мәлдә, ҡыҙҙың атаһы яусыларҙы кире борҙо. Йәнәһе, уҡыған ҡыҙына тракторист егет пар түгел. Йәнәһе, Сәриә үҙенә тейеш өс йылды эшләү менән уны ҡалаға эшкә оҙата. Ныҡ ғәрләнде егет. Атаһының һүҙенән сыҡмаған һөйгәненә лә асыуы килде. Шул мәлдә бергә эшләгән егеттәрҙең һөйләшкәне ҡолағына ҡағылды:

– Ул булдыры-ы-ыр... Тәүге йылды уҡ фермала алдынғы булған Рәшиҙә апайҙы уҙҙырғайны бит.

– Шуға һыйҙырманылар ҙа инде.

– Һы, уңған кеше ҡайҙа ла алдынғы инде. Миңзәләгә ышанһаң, бөтә ферманың һыйырын бер үҙе һауыр. Быҙау ҡарарға күсерҙеләр ҙә, хәҙер вапшы районда алдынғы. Үәт бит, ниндәй ҡыҙ әрәм булып йөрөй!..

– Ниңә әрәм? Ана бит, Мәскәүгә, алдынғылар слетына бара, тип һөйләп ултыраһың.

– Ундай ҡыҙ – ҡатын, парлы булып, үҙ йортон ҡарарға тейеш. Быҙауҙарҙы ни, күпме ҡараһаң да шул быҙау була инде ул. Ә бына шул уңғанлығы менән үҙ донъяһын көтһәме!?

– Өйлән һуң, нимә ҡарап йөрөйһөң?

– Былтыр уҡ тәҡдим яһаным, баш тартты. Һөйләшеп, аңлатып та торманы...

Юныс һүҙҙең быҙау фермаһында эшләгән Миңзәлә тураһында барғанын аңлап алғайны инде. Ысынлап та, бер класҡа алда уҡыған был ҡыҙҙың уңған тигән даны барлығын белә. Норманы арттырып үтәп, былтыр республикала икенсе урын яулаған, тип гәзиттә яҙып сыҡҡайнылар. Төҫ-ҡиәфәтен иҫкә төшөрөп маташһа ла, егет аныҡ ҡына ҡыҙҙы күҙ алдына килтерә алманы. Күңел күҙе күрмәһә, маңлайҙағы ботаҡ тишеге, тигәндәре хаҡ икән, тип ҡуйҙы. Сәриә тип йөрөп, башҡа ҡыҙҙарға күҙ һалмаған бит. Ҡыҙыҡ өсөн, бәлки, һөйгәненә үс итептер, ул Миңзәләгә ҡармаҡ һалып ҡарарға булды.

Тик ҡыҙ киске уйындарға йөрөмәй. Бер аралашмаған ҡыҙҙың өйөнә барыуҙы ла өнәп етмәне. Эшендә һүҙ ҡушып ҡарарға булыр ине лә бит, трактористарҙы фермаға ебәреп бармайҙар – аҙыҡ, тиҙәк ташыуға тәғәйен кешеләр бар. Нимә эшләргә белмәй йөрөгәндә, Миңзәлә клубҡа, дөрөҫөрәге, клубта урынлашҡан китапханаға килде. Юныс та шунда йүнәлде. “Әйтерһең, китап уҡыған бар. Өйгә килгән журналдарҙы ла асып ҡараған юҡ...” – тип уйлап алды шул арала.

...Булған бит заманалар, тип уйлап, үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы Юныс ҡарт. Кәләште тышҡы матурлығына, байлығына ҡарап түгел, уңғанлығына ҡарап һайлағандар. Артыҡ матур булмаһа ла, ауыл егеттәре Миңзәлә тип өҙөлөп торған икән дә баһа.

Китапханаға, уға эйәреп, 4 – 5 егет барып инде лә, кемеһе – шаяртып, кемеһе хәл белешкән булып, уңғанбикәгә һүҙ ҡушып маташтылар. Тик ҡыҙ артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы, алған китаптарын ҡосаҡлап, ишеккә йүнәлде. Юныс ҡапыл уянғандай:

– Ярҙам итәйемме әллә? – тине, шаҡтай йөгөнә ымлап.

Миңзәлә бер аҙ икеләнеп торҙо ла:

– Ярай һуң, – тип китаптарҙың яртыһын уға тотторҙо.

– Иҫәр булмаһаң, бәхетеңде ҡулыңдан ысҡындырма. Быға тиклем берәүҙән дә оҙаттырғаны юҡ ине, – тип бышылданы эргәһендә торған Ғилман исемле көтөүсе егет. Бер ыңғайҙан тос ҡына йоҙроғо менән арҡаһына төйөп, көнләшеүен дә белдереп ҡуйҙы.

Ярты юлды һүҙһеҙ генә үттеләр. Юныс нимә тип һүҙ башларға белмәй ине. Шулай ҙа Мәскәү тураһында һорашырға булды.

– Әллә, Мәскәү тип ауыҙ һыуҙары ҡорой, ә мин әллә ни матурлығын да, данын да күрмәнем. Баштан уҡ барғым килмәй ине ул, отказ итеп маташҡайным да, ярамай, тинеләр. Шуға барырға тура килде инде.

– Мавзолейға барып, Ленинды күрҙеңме һуң?

– Ю-ю-юҡ, мин үлгән кешенән ҡурҡам бит ул. Икенсенән, уның бөйөк эштәре, идеялары бөгөн дә йәшәй. Беҙ уның башлаған юлын дауам итәбеҙ. Мәктәптә лә: “Ленин жил, жив и будет жить!” – тип өйрәттеләр бит. Шуға уның үле кәүҙәһен күреүҙән бер фәтүә лә булмаҫ ине.

Ҡыҙҙың үҙенсәлекле фекеренән Юныс йылмайып ҡуйҙы. Үҙенең әрменән ҡайтышлай, мавзолейға инергә теләп, өс сәғәт сиратта торғанын һөйләргә иткәйне генә, Миңзәләләрҙең ҡапҡа төбөнә килеп тә еттеләр. Ул хушлашып, инеп китте. Оҙатыуға риза булғас, дуҫлыҡҡа өмөт бар, тип уйланы егет. Иртәгәһенә кис етеү менән ҡыҙҙың тәҙрә төбөнә килеп, һыҙғырып та ебәрҙе. Осрашыуға сығара, имеш. Тик йоҡа пальтоһын иңенә генә һалып сыҡҡан ҡыҙ һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:

– Йәшем 22-гә етеп, егет эйәртеп урамда йөрөгән юҡ, йөрөмәҫмен дә инде. Әгәр уйҙарың етди икән, яусы ебәр, кейәүгә сығырмын. Ә инде һөйгәнең яралаған күңелеңә дауа кәрәк икән, башҡаны эҙлә, минең данды сығарып йөрөмә, – тине лә ҡапҡаһын танау төбөндә шартлатып ябып та ҡуйҙы.

Ике көндән ул ҡапҡаны яусылар ҡаҡты. Уңған тигән даны таралған ҡыҙҙың килен буласағын белгәс, әсәһе Юнысты ҡосаҡлап уҡ алды. “Донъя көтәсәкһегеҙ былай булғас! Кәм-хур булмаҫһығыҙ,” – тип ҡуйҙы. Ысынлап та дан йәшәне улар. Эштәре лә алға барҙы, йортто ла онотманылар. Совхоз тарҡалғас, ҡатыны тиҙ генә йыйынтыҡ аҡсаһына трактор алдыра һалды, малын да ишәйттеләр. Кешегә баҡса ере һөрөп, фермерҙарға ялланып эшләп, утын әҙерләп һатып, байтаҡ аҡса эшләнеләр. Алты малайҙарын да уҡытып, башлы-күҙле итеп, үҙ аллы тормошҡа сығарҙылар. Берҙән-бер ҡыҙҙары Илгизә генә, ДЦП ауырыуы менән тыуып, уларҙың бәхетенә бер аҙ күләгә төшөрҙө. Ауырыһа ла, әсәһе йәлләмәй, уны эшкә өйрәтте, уҡырға ла йөрөттө. “Ҡулың эшләһен, унан былайыраҡ башыңды эшләт,” – ти торғайны.

Юныс башлыса табыусы ғына булды. Ә бөтә донъяны ҡатыны алып барҙы. Колхоз эше араһында ихатаһына утын, бесән алып ҡайтып ауҙара – ҡатыны урынлаштыра. Баҡса һөрә – ул үҫтерә. Өйҙәге ете ир затына нисек ашарға әҙерләп өлгөргәндер ҙә, нисек өҫ-башын тәрбиәле тотҡандыр – хәҙер генә ул турала уйлап, аптырап ҡуя Юныс. Бер генә лә тишек ойоҡбашта йәки керләнгән яғалы күлдәктә йөрөгәнен хәтерләмәй. Өҫтәлдәренән икмәк-һөт өҙөлмәне. Бер шулай өйҙәренә тикшереү килеп инде. Инвалид бала ҡараусы ғаиләләргә шулай йөрөйҙәр икән. Ситтән килеп, яңы эш башлаған партком рәйесе килеүселәргә: “Зинһар, ҡаты бәрелмәгеҙ, был ғаиләлә алты ир бала бар тағы ла. Хужабикә бер үҙе өлгөрмәйҙер ҙә...” – тигән була. Инделәр, ҡаранылар. Гөл-сәскәгә күмелгән ихатаны, таҙа йортто күреп, бер аҙ аптырап ҡалдылар. Миңзәлә бер биҙрә итеп ҡамыр туҡып, ҡоймаҡ ҡойоп тора ине, сәй эсереп ебәрҙе. Сығып барғанда Юныс түҙмәне, теге ҡатынға:

– Һеңлем, Миңзәлә апайың өсөн өлгөрмәйем, эшләмәйем, тигән һүҙ юҡ ул. Кәрәкһә, һинең өйөңдө лә барып тәрбиәләй ала, – тип ҡуйҙы.

Бына шулай рәхәтләнеп, эштең ҡәҙерен белеп йәшәне улар. Үкенерлек түгел. Бары тик ут бөрсәһе кеүек ҡатынының бөгөнгө хәленә генә бер аҙ борсола Юныс ҡарт. Уйлаған ғынаһы эш, хеҙмәт булған кешегә тик ултырыу ауыр икәнен дә аңлай.

...Ә теге юлы, осрашырға саҡырыу менән өйләнешеү тураһында һүҙ сығарғас, ул Миңзәләне, әллә үҙенә ғашиҡ булып, яуапһыҙ һөйөү утында янып йәшәгән дә, шуға бер кем менән дә дуҫлашмаған, тип уйлап ҡуйғайны. Яңылышҡан икән. Никах төнөнән һуң был турала һорағас, алған яуабына үпкәләп йөрөнө әле бер аҙ. Аҙаҡ күнде, хатта ҡатынының шундай уйлап эш итеүенә шатланып та ҡуйҙы.

– Юҡ, оҙата килгәсең, икенсе көнө уйлап, һинән дә яҡшы ир булмаҫ, тигән һығымта яһап ҡуйғайным. Хәҙер бит колхоздан техника алыу ауыр, ә һинең ул үҙ ҡулыңда. Кәрәкһә, төндә булһа ла өйгә утын-бесән килтерә алаһың. Ихата-ҡаралтығыҙ төҙөк – тимәк, үҙең дә, атайың да – эш белгән кешеләр. Етмәһә, өйөгөҙ шишмә буйында ғына. Рәхәтләнеп баҡса сәсергә була – көйәнтә менән һыу ташырға түгел. Йәһәннәм итеп ҡаҙ-өйрәк аҫырарбыҙ, әтеү һыйыр менән атты берәүҙән арттырырға рөхсәт юҡ бит. Шулай, рәхәтләнеп муллыҡта йәшәйем тигән кешегә һинең менән ҡауышыу – оло бәхет ул, – тине шул саҡта ҡатыны.

 

Фото Лоон.сите сайтынан алынды.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: