Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Ғинуар , 22:00

Бала рәнйеше (хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Аллаға шөкөр, Наил һау-сәләмәт, теремек бала булып тыуҙы. Йәше тулмаҫ борон уҡ атлай башланы, йәш ярымда тәтелдәп теле асылды. Улым менән бергә өйгә шатлыҡ, бәхет ингәндәй тойолдо. Көнө-төнө уны ҡарайым, тәрбиәләйем. Оло балаларымдан бөтөнләй һыуындым да ҡуйҙым. Ирем был битарафлығымды ҡабул итә алмай, әрләшә башлағайныҡ инде. Бер мәл телевизорҙан һөйләшә алмаған балалар өсөн күрше өлкәлә махсус мәктәп асылыуы тураһында тапшырыу күрһәттеләр. Быны мин ғаиләбеҙҙе ҡотҡарыу ысулы итеп күрҙем...  

Бала рәнйеше  (хикәйә)  Гөлнур ҠЫУАТОВА
Бала рәнйеше (хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Бала рәнйеше

(хикәйә)

 

– Йәш саҡта, һаулыҡ барҙа, тормош матур барғанда нисектер үҙеңдең ҡылыҡтарыңа, әйткән һүҙҙәреңә, яңылышлыҡтарыңа иғтибар итмәйһең икән. Ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә. Ярамаған эш эшләһәң дә, үҙеңде аҡлау өсөн мең дәлил табаһың да тынысланаһың. Әммә Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә ҡылған ғәмәлдәренә күрә яуап ебәрә. Бына шул саҡта ғына уйлана башлайһың. Һәм берәм-берәм бар гонаһың күҙ алдыңа килә. Иң үкенеслеһе – уларҙы төҙәтеп булмай...

Фатиха инәй менән таксиҙа бергә ҡайтҡанда танышҡайныҡ. Оҙон юлды бер аҙ ҡыҫҡартмаҡ булып, хәл-әхүәлдәрен һорашып һүҙ ҡаттым. Әллә үҙе шулай телгә әүәҫ булып сыҡты, әллә күңелендәге юшҡындан бушанғыһы килде, өс сәғәттә тормошон бәйән итеп тә бирҙе. Улай ғына ла түгел, оло гонаһтарын да, үкенестәрен дә, ҡайғыларын да бушатты. Хәйер, уның ҡылыҡтарын гонаһ тип атарға беребеҙҙең дә хаҡы юҡ. Бары тик бер Аллаһ Тәғәлә беләлер.

– Мәктәпте тамамлағас, институтҡа уҡырға инергә уйлағайным. Тик имтихандарҙы бирә алманым. Шунда, ике йыл ауылда эшләгәндәрҙе конкурстан тыш алалар, тигән иғлан күреп ҡалдым, – тип һөйләй башланы ул үҙ тормошон. – Уйлап та тормай үҙебеҙҙең райондың төпкөл бер ауылына уҡытырға киттем. Аҡса ла эшләрмен, стаж да йыйырмын, тип уйланым. Эш башлап, аҙна ла үтмәне, Ринат исемле егет менән таныштыҡ. Фатирға төшкән инәй: “Ринат кеүек ир эләкһә, уҡыу ҙа, эш тә кәрәкмәй. Алтын кеүек егет, аҡылың булһа, ысҡындырма”, – тип кәңәш бирҙе. Ысынлап та, шул тиклем аҡыллы, уңған, ярҙамсыл кеше булып сыҡты. Башланғыс мәктәптә шул ике уҡытыусы ла, берәр ашнаҡсы менән иҙән йыуыусы ғынабыҙ бит. Утын да кәрәк, ремонтын да эшләргә, райондан кәрәк-ярағын да алып ҡайтырға – Ринат бер ваҡытта ла, юҡ, тимәне, ярҙам итеп торҙо. Шофер булып эшләгәс, машина үҙ ҡулында. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Тәүге өс йыл рәттән пединституттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә барып ҡараған булдым – белемем самалы булғандыр, күрәһең, инә алманым. 12 йыл эшләнем әле шулай ҙа, төпкөл ауылға эшкә килергә теләк белдереүсе бик булманы.

Ринат менән матур ғына йәшәп киттек. Донъя көтөргә әүәҫ ине, юҡлыҡты белмәнек. Дүрт йыл тигәндә йорт бөтөрөп сыҡтыҡ. Тәүге осорҙа ауырға ҡала алманым, ә был ауыл өсөн иң ҙур ғәйеп һанала. Тәүҙә күҙгә бәреп әйтмәһәләр ҙә, тора-бара ҡәйнәм, бикәстәрем аша һүҙҙәр килә башланы. Бәлки, улар шулай үҙҙәренең фекерен дә еткергәндер, кем белә. Йәшәй башлауыбыҙға ете йыл тигәндә тәүге улыбыҙ Мөнир тыуҙы. Ул саҡтағы шатланыуҙар! Иң-иң бәхетле кеше инем мин. Тик һөйөнөс оҙаҡҡа барманы – йәше тулып үтеүгә уның телһеҙ, йәғни һөйләшә алмауы асыҡланды. Был хәбәр мине аяҡтан йығырҙай кеүек тойолдо. Көтөп алған, һау-сәләмәт булып тыуған улымдың бер һүҙ ҙә әйтә алмауын күҙ алдына ла килтермәй инем. Табиптарға ышанмайынса уны һөйләштерергә тырыштым, күнекмәләр эшләткән булдым. Аңы бар, теремек, матур – әйткәнде аңлай, эшләй. Ә өнө-тыны юҡ. Шул арала икенсегә ауырға ҡалдым һәм ҡыҙым Гөлнара тыуҙы. Был юлы инде минең аҙмы-күпме тәжрибәм бар бит – ярты йыл үтеүгә уның да сәләмәт түгеллеген аңланым. Һаман да аптырайым: Ринат та, мин дә аҙып-туҙып, эсеп йөрөгән кеше түгелбеҙ, нәҫелебеҙҙә бөтөнләй ауырыуҙар юҡ – ә ике балам да һөйләшә алмай. Иң ауыры – кеше һүҙе булды. Ауылда тыумыштан ғәрип бер кеше лә юҡ ине, беҙҙең ғаиләләге бәхетһеҙлек ғәҙәттән тыш хәл кеүек ҡабул ителде. Кемдер йәлләне, кемдер мыҫҡыл итте. Иң ҙур ғәйеп миңә ябылды: имеш, ата-әсәйем эсә икән, уларҙың алама гены балаларға ғәриплек булып килгән. Мин дә мәктәп йылдарынан уйнаш итеп йөрөгәнмен, ә өләсәйем бөтөнләй сихырсы булып, кешеләрҙең күҙ йәше төшкән. Ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәнем мин?! Ә Ринатҡа һүҙ тейҙереүсе юҡ – ул ошо ауылда, барыһының күҙ алдында аҡыллы егет булып буй еткергән. Тамсы тама-тама ташты тишә, тигәндәй, бер заман үҙемде бар нәмәлә ғәйепле тоя башланым. Ярай ирем һәйбәт кеше булып, миңә ҡырын ҡараш һиҙҙермәне.

Үҙем дә балаларым менән рәхәтләнеп һөйләшә алмай, уларға нимә кәрәклеген аңламай йән әрнеүенә дусар булдым. Ҡыҙып китеүсәнгә, илаҡҡа әйләндем. Бер шулай Мөнир урамдан ярһып, илай-илай ҡайтып инде, бөтә тәне ҡалтырана, сәбәләнә, тыпырсына – истерика башланды. Бер нәмә аңламайым, белмәйем. Тынысландыра алмағас, үҙем ҡыҙып китеп, балаға һуҡҡыслай башлағанмын. Ярай шул мәлдә өйгә Ринат килеп инде лә баланы күтәреп алды. Күршеләрҙең һунар эте бауынан ысҡынып, Мөниргә абалаған икән. Был ваҡиғанан һуң балаға эпелепсия өйәнәге лә өҫтәлде. Мин балаларымдың ауырыуын ҡабул итә алманым. Аңым менән дә, күңелем менән дә. Нисек тәрбиәләргә, аңлашырға, артабан нисек йәшәргә күҙ алдыма ла килмәй ине. Бер йыл тирәһе эскелек менән дә мауығып алдым, балаларҙан бөтөнләй ситләштем. Улар аталарына нығыраҡ тартылды.

Өсөнсөгә ауырға ҡалғас, табырға теләмәнем – уның да ауырыу булып тыуырына ышандым. Абортҡа барырымды һиҙенгән ирем, аяғыма ятып тигәндәй, ҡалдырырға инәлде. Ҡәтғи рәүештә кире яуап биргәнемә: “Улайһа, айырылабыҙ”, – тине. Аптырап ҡалдым. Төнө буйы йоҡламай, уйланып сыҡтым. Ғаиләне тарҡатҡым килмәй – сабыйҙарымды сит күрһәм дә, иремде яратам, ихтирам итәм бит. Шул уҡ ваҡытта ауырыу бала табырға ла ҡурҡам. Иртәнсәк: “Табам, әммә ул да ауырыу булһа, барыһын да һиңә ҡалдырып сығып китәм”, – тинем. Ринат өндәшмәй генә баш ҡаҡты.

Аллаға шөкөр, Наил һау-сәләмәт, теремек бала булып тыуҙы. Йәше тулмаҫ борон уҡ атлай башланы, йәш ярымда тәтелдәп теле асылды. Улым менән бергә өйгә шатлыҡ, бәхет ингәндәй тойолдо. Көнө-төнө уны ҡарайым, тәрбиәләйем. Оло балаларымдан бөтөнләй һыуындым да ҡуйҙым. Ирем был битарафлығымды ҡабул итә алмай, әрләшә башлағайныҡ инде. Бер мәл телевизорҙан һөйләшә алмаған балалар өсөн күрше өлкәлә махсус мәктәп асылыуы тураһында тапшырыу күрһәттеләр. Быны мин ғаиләбеҙҙе ҡотҡарыу ысулы итеп күрҙем.

– Үҙҙәре кеүек балалар араһында еңел булыр. Белем генә түгел, һөнәр алып та сығалар бит. Ә ауылда уларға ауыр, балалар көлә, мыҫҡыл итә, уйнарға теләмәй. Оҙаҡламай Наил ҙурая, ул да туғандарының һөйләшә алмауын аңламаясаҡ. Мөмкинлек булғанда барып йөрөрбөҙ, каникулдарҙа алып ҡайтырбыҙ. Алыҫ ара түгел бит, – тип иремде лә өгөтләп күндерҙем.

Интернатты барып күрҙек. Ашау яҡшы, үҙенсәлекле балалар менән эшләү өсөн уҡыған уҡытыусылар ҙа һәйбәт күренде, йәшәү шарттары ла бар. 11-се класты бөтөүгә ҡыҙҙарға – тегенсе, малайҙарға электрик һәм иретеп-йәбештереүсе һөнәренә танытма бирәләр икән. Хатта, инвалид бала булараҡ, уларҙы эшкә урынлаштырыуҙы, торлаҡ проблемаларын хәл итеүҙе лә уҡыу йорто күп осраҡта үҙ өҫтөнә ала, тинеләр. Ринат быларҙы күреп, йөҙө асылып китте. Мөнир менән Гөлнараға барыһын да аңлатып, уҡыу йылы башланыуға үҙе алып барып ҡалдырҙы. Ә мин балаларҙың һәйбәт ергә урынлашыуын күрҙем дә, тынысландым. Башҡаса улар янына барманым. Аталары ғына ташламаны, һәр ваҡыт барып, каникулдарға алып ҡайтып йөрөнө. Ҡайтҡандарында тәмле-татлы бешерәм, кейем-һалым алам – шуның менән бурысым да тамам була.

Хәҙер уйлайым да, үҙ ҡанымдан яралған, тулғаҡ ғазаптары менән тапҡан ул ике балаға битарафлыҡ ҡайҙан килде икән, тип аптырайым. Урамда уларҙан ситләшкән, мыҫҡыллаған кешеләрҙән бер ерем дә артыҡ булмаған бит. Интернатҡа киткәндәренән алып бер ҡосаҡлап яратмағанмын, хәлдәрен һорашмағанмын. Ринат бер аҙнаға барып, махсус рәүештә дәрестәр алып, улар менән бармаҡтар һәм мимика ярҙамында “һөйләшә” башланы. Улар тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы.

Ә мин бар мөхәббәтемде Наилгә бирҙем. Өф итеп, иркәләп үҫтергән балам йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Мәктәпте миҙалға тамамлап, институтҡа уҡырға инде. 3-сө курстан уҡ эшләй башланы, диплом алғас, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтты. Ара алыҫ, тип тормай, ауылға йыш ҡайтып йөрөнө. Яңы йыл байрамында йөрөгән ҡыҙын алып ҡайтып таныштырғайны, йәйгелеккә никах уҡытырға һөйләштек. Мин хыялымда өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр ҡарап ултыра инем инде. Тик ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде – яҙын дуҫтары менән балыҡҡа барғанда һөйөклө улым боҙ аҫтына китеп, батып үлде.

Был ҡайғы мине бөтөнләй аяҡтан йыҡты. Ике тапҡыр инфаркт менән дауаханала ятып сыҡтым, аяҡтарым йөрөмәҫ булды. 60 йәшем тулыр-тулмаҫ кеше көнлөгә әйләндем. Ринатыма рәхмәт – үҙе ҡара ҡайғыға батып йөрөһә лә, мине ҡурсып, ҡарап ҡына торҙо. Йөрөтмәгән дауахана, шифахана ҡалманы – ярайһы ғына шәбәйеп киттем. Тик тәнем шәбәйеү менәнме ни, йәнем тулы ғазап булғас... Тәүҙә улымды юғалтыуға иланым. Аҙаҡ выждан ғазабы килеп ҡушылды. Ҡартайған көнөмдә генә балаларымды рәнйеткәнемде аңланым. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған бер гонаһһыҙ сабыйҙарымды әсә һөйөүенән мәхрүм итеп, үҙемдең кисерә алмаҫлыҡ гонаһҡа батҡанымды аңланым...

– Ә хәҙер аралашаһығыҙмы һуң? – Фатиха инәйҙең үҙ уйҙарына батыуын күреп, һорамай түҙмәнем.

– Эйе, Аллаһ уларҙы аталарына оҡшатып, изге күңелле иткән. Ҡустыларының үлемен ишетеү менән ҡайтып, беҙгә ярҙам иттеләр. Гөлнарам дауаханала көн-төн тигәндәй эргәмдән китмәне. Һиҙгерлеге көслө икән: әйтеп өлгөрмәйем, ҡарашымдан һыу кәрәкме, дарыумы, әллә бәҙрәфкә тораммы – аңлап, килтереп тә тоттора. Ә бит мин уның иң-иң ауыр мәлдәрен дә вайымһыҙ үткәреп ебәргәнмен. Ике балам да интернатта үҙҙәре менән бергә булған балалар араһынан пар табып, ғаиләле булғайны. Сират буйынса фатир ҙа бирҙеләр. Аллаға шөкөр, Мөнир менән килен матур ғына йәшәп ята. Һау-сәләмәт ҡыҙ балаға ғүмер бирҙеләр. Ә Гөлнарамдың ире, телһеҙмен, тип тормай, ҡатын-ҡыҙға йомшаҡ икән – әллә нисә тапҡыр хыянат менән тотолған. Улай ғына ла түгел, айырылыуға ғариза яҙған да, икенсе ҡатынды фатирҙарына йәшәргә алып ҡайтҡан. Ҡыуып сығара алмай – торлаҡ икеһенә лә бирелгән. Сығып та китә алмай – барыр ере юҡ. Хәҙерге аҡылым булһа, барып алып ҡайтыр инем, йә булмаһа теге ирҙе елтерәтер инем дә бит. Ярай, шул саҡта Ринатым барып, риелтор яллап, ике бүлмәле фатирҙы ике дөйөм ятаҡ бүлмәһенә алмаштырып биргән. Хәҙер үҙ мөйөшө бар. Шулай булһа ла, күпселек беҙҙең янда ул хәҙер. Бына мин дауаханаға ятыу менән атаһы янына ярҙам итергә ҡайтып китте. Ҡаршы килеп алырға тейеш. Шөкөр, водителгә уҡып алды. Үҙенең машинаһы юҡ, әлегә атаһыныҡында йөрөй. Ҡулы ла алтын, тегенсе бит. Ауылға ҡайтыуға ҡатындар күлдәк, тәҙрә пәрҙәһе, япмалар тектерергә сират тора. Арыу ғына әҙәм осрап, парланһа, тыныс күңел менән үлер инем. Хәҙер яныма килә лә ҡосаҡлап ятҡан була. Бала саҡта алмаған наҙҙы, яратыуҙы эҙләйҙер инде. Үҙемдең ҡаты бәғерле булыуыма һаман аптырайым. Әллә шул һөйөү күрмәгән ғәрип сабыйҙарымдың рәнйеше төшөп, уларҙың ҡәҙерен аңлау өсөн сәләмәт баламды юғалттыммы икән, тип уйлап ҡуям...

Фатиха инәйгә нимә тип тә яуап бирергә белмәй:

– Улай түгел, инәй. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, Аллаһтан бирелгән ғүмере бит... – тигән булдым.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: