Шоңҡар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Ғинуар , 22:00

Үкенес (хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

– Күҙемдән юғал! Һинең бында булырға хаҡың юҡ! Ҡәһәрләп әйтәм – бында килеп йөрөмә башҡаса. Күҙ йәштәреңә мохтаж түгел ул. Ваҡытында үҙең, йылы һүҙең, ярҙамың кәрәк саҡта, иң ауыр ваҡытта киттең. Ә шул саҡта янында булһаң, аяҡҡа баҫырға көс бирер инең. Шәбәймәһә лә, тыныс күңел менән, бәхетле булып китер ине. Хәҙер инде уға һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Бар, кит! Иҫән сағында кәрәкмәгән икән, хәҙер илап, кеше ышандырып йөрөмә!..  

Үкенес  (хикәйә)   Гөлнур ҠЫУАТОВА
Үкенес (хикәйә) Гөлнур ҠЫУАТОВА

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Үкенес

(хикәйә)

 

Рәүфә ауылға ҡайтҡан һайын, яңғыҙы булғанда, зыярат янында туҡтап, тәрән уйҙарға бирелеп ала. Күңеленә яҡын кешеһенең – берҙән-бер мөхәббәтенең, ҡәбере урынлашҡан яҡҡа күҙҙәрен төбәп, бар тормошон күҙҙән үткәрә. Бөгөн дә, уның вафат булған көнөн тап килтереп, ауылға ҡайтты ла, ғәҙәттәгесә, машинаһын юл ситендә туҡтатты. Элек, зыярат бағаналарға өс рәт ҡағылған таҡта менән генә кәртәләнгән саҡта, Зарифтың ҡәбере күренеп тора ине. Ике йыл элек ауыл халҡы аҡса йыйып, уны профнастилға алыштырҙы. Һөйгәне менән яҙмыш айырһа ла, үҙҙәрен ниндәйҙер нур бәйләгән кеүек тоя ине әле Рәүфә. Ә хәҙер араларында ысынлап емерелмәҫлек кәртә ҡоролдо кеүек – хатта ҡәберен күреүҙән дә мәхрүм ҡалды.

Ә зыяратҡа инә алмай ул. Хаҡы юҡ. Бынан 23 йыл элек, Зарифтың үлгәнен ишетеп ҡайтҡанында, сәскәләр тотоп килгәйне. Бәләкәй генә ҡалай киҫәге беркетелгән бағана ҡағылған һәм ике рәт ағас һалынған ҡәбергә ҡапланып, үкһеп-үкһеп иланы. Үкенес, һағыныу, яратыу, яҙмышына ризаһыҙлыҡ, выждан ғазабы – барлыҡ ауыр тойғолар күҙ йәштәре аша тышҡа урғылды. Уларҙан арынырға теләгәйне лә, тик, киреһенсә, тағы ла ҙурыраҡ һәм ғүмер буйы оҙатып йөрөр йөк – рәнйеш менән китергә тура килде.

– Кеше ышандырып илап ултырған булаһыңмы? Үҙең дә, сәскәң дә, күҙ йәштәрең дә кәрәкмәй! Иҫән сағында ҡәҙерен белергә ине... – Зарифтың әсәһе Зөлфиә апайҙың янына килеп торғанын да абайламаған икән, ҡырҡыу, асыулы тауышын ишетеп, тертләп китте. – Бар, тай бынан! Башҡаса был ҡәбер янында эҙең булмаһын!

Быға тиклем сибәрлеге, мөләйемлеге һәм сабырлығы менән ихтирам ҡаҙанған ҡатынды танырлыҡ түгел ине: йөҙө йәмһеҙ йәмерәйгән, ҡаштар төйөлгән, йоҙроҡ төйөлгән – бына-бына йыртҡыстарса уға ташланыр кеүек. Ике ай элек кенә бөҙрәләнеп торған ҡара сәстәргә сал төшкән, матур йөҙөн дә йыйырсыҡ баҫҡан. Аҙ ғына аралыҡтағы үҙгәреште күреп, ҡыҙ бер аҙ аптырап ҡалды – бала ҡайғылары кемдәрҙе генә бөгөлдөрмәй икән... Һәм был хәлдәрҙә үҙенең дә ғәйебе барлығын аңлаған ҡыҙ нимә әйтергә лә белмәне.

– Апай...

– Күҙемдән юғал! Һинең бында булырға хаҡың юҡ! Ҡәһәрләп әйтәм – бында килеп йөрөмә башҡаса. Күҙ йәштәреңә мохтаж түгел ул. Ваҡытында үҙең, йылы һүҙең, ярҙамың кәрәк саҡта, иң ауыр ваҡытта киттең. Ә шул саҡта янында булһаң, аяҡҡа баҫырға көс бирер инең. Шәбәймәһә лә, тыныс күңел менән, бәхетле булып китер ине. Хәҙер инде уға һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Бар, кит! Иҫән сағында кәрәкмәгән икән, хәҙер илап, кеше ышандырып йөрөмә!

Рәүфәгә сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Уның хаҡлы икәнен белә ине ул. Былай ҙа ике ай буйына, үҙенең ҡылығын аҡларға тырышып, һағыныуы менән көрәшеп йәшәне. Зарифтың ауырыуҙан аяҡҡа баҫа алмаҫын да һиҙҙе, тик бына шулай тиҙ генә үлер, тип башына ла килтермәне. Белгән булһа, сабыр итер ине лә бит...

...Улар 10-сы класта уҡығанда дуҫлашып китте. Әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы булған иркә, һылыу һәм наҙлы ғына Рәүфәне күп егеттәр оҡшатты. Әммә уның күңелен Зарифтан башҡалар яулай алманы. “Һин – донъялағы иң-иң ҡәҙерле бала, шуны бел. Иң яҡшыға торошлоһоң, “ваҡ-төйәк”кә иғтибарыңды, ваҡытыңды әрәм итмә!” – тип үҫтергән әсәһенең һүҙен тыңланы: уҡыу алдынғыһы, спортта ал бирмәгән, төҫкә һылыу булған егетте үҙ итте. Ғаиләләре лә абруйлы ине, өс улдарына ла матур тәрбиә биргәндәр. Зариф менән дуҫлаша башлағас, әсәһе лә шатланды: матур нәҫел, аҡыллы егет. Йәштәр икәүләшеп барып Өфө вуздарында белем алды ла ауылға эшкә ҡайтырға булды. Диплом алған көндө егет уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ике йыл – мәктәптә, биш йыл Өфөлә ҡарап, ҡурсып, кәрәккәндә ярҙам итеп торған һөйгәненән был һүҙҙәрҙе күптән көтә ине инде – Рәүфә риза булды. Ауылға ҡайтып, береһе – мәктәпкә, икенсеһе урман хужалығына эшкә урынлашты ла, йәштәр никах уҡытты. Туйҙы август аҙағында, бесән эшләп бөткәс, үткәрергә һөйләштеләр. Шулай һәр яҡ был мәжлескә ныҡлы әҙерләнергә тотондо. Өфөгә барып, күлдәк, балдаҡтар һатып алдылар, ҡыҙ яғы бирнә һандығы барланы. Ә егет яғы саҡырған ҡунаҡтарын һыйлау өсөн ихата тултырып урын әҙерләй башланы.

Тик уйламағанда бәлә килеп, бәхет көткән йәштәрҙең тормошо селпәрәмә килде. Әллә ҡыҙыу ҡояш аҫтында эшләү килешмәнеме, әллә туй алды мәшәҡәттәренә борсолоуҙанмы – бер көндө кинәт Зарифҡа инсульт булды. Һин дә мин йөрөгән йәш егет ҡапыл килеп кеше көнлө булыр, тип бер кем дә уйламағайны. Был уның үҙенә лә, яҡындарына ла ҡот осҡос хәл кеүек тойолдо. Шулай ҙа әсәһе Зөлфиә апай менән бер туған Ирек ағаһы ғына Зарифтың шәбәйеренә, аяҡҡа баҫырына ышанды. Улар көрәшкә әҙер ине.

– Килен, һин бирешмә, йәме. Бер ауырлыҡ та һалмам, бары тик киләсәккә өмөт биреп, янында бул, – тип инәлде ҡәйнәһе килененең баҙап ҡалғанын һиҙеп. – Яратҡан кешеләре янында булһа, мотлаҡ шәбәйәсәк...

Ә Рәүфә нимә эшләргә белмәй аптырап, юғалып ҡалды. Бер нисә аҙна элек кенә ер емертеп эшләп йөрөгән, һин дә мин һөйләшкән, ғүмер буйы уны ҡурсалап, яратып йәшәргә вәғәҙә биргән егеттең кеше көнлө булып ултырыуын ҡабул итә алманы. Ҡулына ҡалаҡ та тота алмағанын, телен көскә әйләндереп һөйләшкәнен күрһә, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе аҡты. Етмәһә, атлай алмай, ҡайһы саҡта, эргәһендә кеше булмаһа, ярауын да урында бөтөрөп ҡуя. Бындай саҡта ҡыҙ бөтөнләй уны йәлләүҙән ауырыуға һабыша яҙа. “Һеҙгә сабырлыҡ теләйем... Был шундай ауырыу – иртәгә нисек булырын әйтеп булмай. Кемдәрҙер аяҡҡа баҫа ла, 40-ар йыл ошо ауырыу менән көрәшә-көрәшә булһа ла, ҡәҙимгесә йәшәй. Кемдәрҙер ғүмерлеккә инвалид коляскаһында ҡала. Иң мөһиме, хәлдәр насар яҡҡа үҙгәреп, бөтөнләй ятып китмәһен. Барыһы ла ауырыуҙың кәйефенән, йәшәргә ынтылышынан тора. Ә ул кәйефте уға һеҙ, яҡындары, бирәһегеҙ. Артабан үҙегеҙҙе генә түгел, уны ла уйлап, һаҡлап, тәрбиәләп йәшәргә тура килер. Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: һөйләшеп киткәненсә бер йыл, аяҡҡа баҫырына йыл ярым тирәһе ваҡыт кәрәк. Был иң яҡшы осраҡта,” – табип нисек кенә булмаһын, ауырыуҙың ысын хәлен яҡындарынан йәшермәй, дөрөҫөн һөйләп бирҙе.

Ҡәйнәһе менән ҡайнағаһы өмөттәрен өҙмәне. Ҡайныһы артыҡ ышанмаһа ла, улына терәк булырға тырышты. Ә бына Рәүфә... Балауыҙ һығырға ғына торған ҡыҙҙан ярҙам булмаҫын аңлағайнылар инде. Шулай ҙа уны күрһә, йылмайып ебәргән улдары хаҡына уға һүҙ өндәшеүсе булманы. Янында һөйләшеп, ҡулынан тотоп ултырһа ла файҙа, тип яйына ғына торҙолар. Ә Зариф дауахананан сыҡҡас, телен көрмәлдерә-көрмәлдерә туй тураһында һүҙ ҡуҙғатты.

– Эйе шул, балаҡайҙар, әллә үткәреп ҡуяйыҡмы? Күлдәк-костюмдар, балдаҡтар, эсемлектәр, хатта ҡайһы бер боҙолмай торған ризыҡтар ҙа алынған. Ниәтте үтәп ҡуяйыҡ. Әлбиттә, тәүҙә уйлағанса 120 кеше саҡырмайбыҙ, шулай ҙа иң яҡындар йыйылһаҡ, 40-лап ҡунаҡ йыйылыр ул. Киленде лә оҙатып алырбыҙ, әтеү ҡунаҡҡа килгән кеүек кенә – иртән килеп, кис ҡайтып йөрөй. Аллаһ бирһә, ошо йортта рәхәтләнеп бергә йәшәрбеҙ, – ҡәйнәһе улының артабан йәшәргә теләге барлыҡҡа ҡыуанып, һүҙен күтәрмәләп алды.

Тик ҡыҙ бындай боролошҡа әҙер түгел ине. Ул тормошон донъя көтөрлөк һау-сәләмәт, һөйгәненең һәр теләген үтәргә әҙер булған, уның өсөн тауҙар аҡтарырлыҡ Зариф менән бәйләргә теләгәйне. Йылдар буйы ауырыу ҡарарға, етмәһә, ҡәйнә менән бер йортта йәшәргә хыялланманы бит. Әсәһе лә көн һайын тигәндәй бер балыҡ башын сәйнәй: “Өмөт бирмәҫ элек баш тарт. Минең әле инсульттан һуң кеше булып киткәндәрҙе күргәнем юҡ. Үрге ос Ғәлимдең атаһы 12 йыл урын өҫтөндә ятып, вафат булды. Еңгәм мәрхүмә һөйләшә алмай ҡалды. Мейе ауырыуы бит ул. ЗАГС-ың юҡ... Ни эшләй алмай, ни бала тапмай еләк кеүек сағың үтер ҙә китер”, – ти. Ә туй тураһында һөйләшеү булғанын әйткәс, бөтөнләй сәсрәп сыҡты:

– Күрәһеңме, законлаштырып, ауырыу балаларын бөтөнләй һинең өҫкә һалып ҡуймаҡсылар! Аҙаҡ һин бер нисек тә баш тарта алмаясаҡһың. Ни за што! Иртәгәнән ул йортҡа ике аяғыңдың береһен баҫмайһың. Мин бер бөртөк баламды ауырыу һыҡраһын йыуып, немой иргә ҡарап ултырырға үҫтермәнем. И вапшы, был ауылда хәҙер һиңә бер ниндәй перспектива юҡ. Документтарыңды ал да Өфөгә йә Стәрлегә барып эшкә урынлаш. Бында ҡалһаң, шул Зарифыңдан айырыла алмаясаҡһың барыбер!

– Нисек итеп ошондай мәлдә мин уға, ҡалаға китәм, тип әйтәйем?

– Юҡҡа борсолма, үҙем әйтермен, аңлатырмын. Ҡурҡма, ҡаты бәрелмәм. Һүҙҙәр табырмын, үҙҙәре үк хәйерле юл теләп оҙатып ҡалырҙыр...

Бер кем дә оҙатманы. Үҙе лә ярамаған эш эшләгәнен һиҙеп, ҡасып тигәндәй ауылдан сығып китте. Зариф менән хушлашырға ла, ғәфү үтенергә лә үҙендә көс тапманы. Ә ике айҙан ул дауаханала вафат булды. Аҙна эсендә тағы ла ике тапҡыр инсульт булған, тинеләр.

Бөгөн – уның үлгән көнө. 23 йыл элек йәп-йәш егет яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа күсте. Әллә яҙмышы шул булды, әллә был донъяла йәшәтер өмөтө һүндеме – бер кем дә әйтә алмаҫ. Әммә Рәүфә генә күңелендәге оло йөк менән йәшәй. Беренсе мөхәббәтен онота алманы ул, йөрәгенә ятҡан башҡа кешене осратмағас, кейәүгә сыҡманы. Эшендә лә артыҡ уңышҡа өлгәшмәне, урта ҡуллы белгес булып уҡытыу үҙәгендә көн үткәрә. Ер емертеп йөрөгән әсәһе лә, былтыр ҡапыл ғына вафат булып, ҡыҙын был донъяла япа-яңғыҙын ҡалдырҙы.

“Шул саҡта ике-өс ай ғына түҙһәмсе! Туй үткәреп, яратыуымды әйтеп, Зарифты бәхетле итеп оҙатһам, былай ғазапланмаҫ инем. Ғүмер буйы уны яраттым бит, бары тик ауырлыҡтарҙан ҡурҡыуым ғына һынауҙарҙы үтергә ҡамасауланы”, – тип, үкенестәр менән көндәрен үткәрә. Ә хәҙер ул һөйгәненең ҡәберенә лә барырлыҡ хаҡы юҡ...

 

Фото Лоон.сите сайтынан алынды.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: