– Көндәлек тормошта ниндәйерәк кеше ине атайығыҙ? Беҙ уның шәп баҡсасы икәнен ишетеп беләбеҙ. Тағы ла ниндәй шөғөлдәре бар ине?
– Эйе, баҡсаһын тәртиптә тотто, ул үҫтергән бөтә нәмә мул уңыш бирә торғайны. “Аҡлан”да көсөргәнешле ижад эшенән тыш, баҡса менән дә етди шөғөлләнде. Махсус белеме булмаһа ла, күҙәтеүсәнлеге арҡаһында барыһын да ысын белгестәй башҡарҙы.
Йырларға яратты. Иң яратҡан йырҙары – “Илсе Ғайса” менән “Ҡаһым түрә”не йыш башҡарҙы. Бала сағында шарттар булһа, бәлки, рәссам һәләте лә асылыр ине. Мәҫәлән, архивтарҙа эшләгәндә, реаль геройҙарының портреттарын дәфтәренә үҙе күсерә барған (ксерокс кеүек нәмә булманы әле шул замандарҙа).
Ҡыҙыҡ, йәнле итеп һөйләй торғайны – кешеләрҙең ҡыланыштарын шәп итеп бирә белә ине. Артислыҡ һәләте лә булды.
Унан, бәлки, ҙур ғалим да сығыр ине. Тарихи ваҡиғаларҙы ул үҙ концепцияһы аша бирә торғайны һәм уны документтарға таянып иҫбаталарға әҙер булды. Уның тарихи темаға яҙған һәр романы – үҙе бер ғилми тикшереүҙең һөҙөмтәһе.
Ҡәләмдәштәренең әҫәрҙәрен дә бик оҫта, төплө, конструктив анализлай ине – тимәк, ғәҙел һәм объектив тәнҡитсе була алыр ине, тип уйлайым.
– Һеҙгә атайығыҙҙың ниндәй сифаттары күскән, тип уйлайһығыҙ?
– Атайыма төҫкә ныҡ оҡшаһам да, холоҡ сифаттарының күбеһе миңә күсмәгән. Үҙем хаҡында, уның һымаҡ, көслө, ныҡышмалы, үткер күҙле, тип әйтә алмайым. Көрәшсе лә түгелмен.
Ваҡыты бик тар булғас, барыһына ла өлгөрөр өсөн, атайым тиҙ эшләй ине. Ә мин улай ырамлы башҡара алмайым, икеләнеп, бер туҡтауһыҙ төҙәтәм, шымартам. Быны күреп: “Һинең һымаҡ аҙапланһам, бер нәмәгә лә өлгөрмәҫ инем”, – тип аптырап әйтә торғайны атайым. Ысынлап та, етештереүсәнлегем шуға күрә түбәндер ҙә.
Йәнә миңә атайыма хас күҙәтеүсәнлек, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ етмәй. Хәтерем дә уныҡы һымаҡ шәп түгел.
Йыш ҡына: “Бер быламыҡ ҡына ҡыҙым бар инде...” – тип, минән шаяртып көлә торғайны. Шулай булһам да, кемгәлер ышанып ҡул ҡаушарып ултыра алмайым, үҙем башҡараһы эште бүтәндәргә ҡушмайым. Хәҙерге эшмәкәрлегемде күрһә, атайым, һис шиҡһеҙ, шатланыр ине, тип уйлайым.
Ә ниндәй сифаттары күскән һуң?.. Эмоциональ яҡтан оҡшағанмын, уның һымаҡ, хискә бирелеүсәнмен. Икебеҙгә лә ултырышлыҡ, ғилми эшкә әүәҫлек, фәнни анализға һәм ижадҡа ынтылыш хас. Стилебеҙ ҙә оҡшаш. Интернеттағы “Бәйләнештә” Хәйбулла районынан Мәнәүәрә ханым Бохарбаева: «Яныбай Хамматовтың бер һөйләме бер биткә һуҙыла ҡай саҡ, әммә фекер ебен сыуалтмайынса, тәмләп, бәпләп, кәрәк ерҙә кинәйәләп әйтеп бирә ала...” – тип яҙған.
Атайыма оҡшап, мин дә оҙон һөйләмдәр яратам. Быға үҙем ҙә аптырап ҡуям: тимәк, ижади стиль дә күсә торған нәмә икән. Урыҫса ғына түгел, немецса яҙғанда ла оҙон итеп һөйләмдәр төҙөйөм – шуныһы ғәжәп...
Музыкаль һәләтлегем дә атайымдан күскән. Ә минән кесе бүләсәренә бирелгән...
– Ҡыҙығыҙ Алһыу, Яныбай ағайҙың ейәнсәре, башҡортса матур һөйләшә. Табип һөнәрен һайлаһа ла, ижад менән дә шөғөлләнә. Хатта уның ҡыҙҙары ла ижадҡа мөкиббән. Быға өлгәшеүгә һеҙҙең дә, Яныбай ағайҙың да тырышлығы ҙур булғандыр. Йәшерен-батырыны юҡ: күп яҙыусыларҙың ҡала ерендә үҫкән балалары үҙ телдәрендә һөйләшә белмәй. Ә һеҙҙең ғаилә башҡаларға өлгө булып тора. Сере нимәлә икән?
– Эйе, ҡыҙғанысҡа күрә, атайымдың быуынынан ҡорҙаштарының балалары туған телен белмәй, күбеһе аңламай ҙа. Ейәндәре тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Әлеге көндә яҙыусыларҙың “Аҡлан” ҡасабаһында, беҙҙең баҡсанан башҡа, башҡортса һөйләшеүҙәре ишетмәҫһең. Татарса ла һөйләшеүсе юҡ.
Ошондай һорау биргәс, бер ваҡиға иҫкә төштө әле. 2015 йылдың 17 декабрҙә Милли йәштәр театрында Әҙәбиәт йылына тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды. Программаға беҙҙе, Яныбай Хамматовтың ижади династия вакилдәрен, индерҙеләр. Сәхнәгә дүртәүләп сыҡтыҡ: мин, ҡыҙым һәм ейәнсәрҙәрем. Башта үҙем һөйләнем: Әҙәбиәт йылы атайыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына тап килгәнен һәм уның арабыҙҙан киткәненә 15 йыл үтеүен әйттем... Ҡыҙым олатаһының китаптарын биҙәгәнен, яратҡан китабы бала сағы тураһында булыуын әйтеп, ҡыҙҙарына һүҙ бирҙе. Өлкәне, Әйшә, атайымдың әҫәренән ятлаған өҙөктө һөйләне, уға Наилә лә ҡушылды. Алты йәшлек Яныбай үҙ теләге менән уҡырға киткәнен алты йәшлек ейәнсәрем һүрәтләп күрһәтте.
Барыһы ла сығышыбыҙҙы хупланы, беҙҙе алҡыштарға күмделәр. Мәҙәниәт министрлығы етәкселәре тарафынан да маҡтау һүҙҙәре булды. Бер-ике көндән һуң ошо сара хаҡында гәзиттә репортаж баҫылып сыҡты. Барыһы ла телгә алынған, тик беҙҙең турала ғына – ләм-мим… Бына шулай. Ә һеҙ “өлгө” тип әйтәһегеҙ...
“Сере нимәлә?” тип һоранығыҙ… Бер ваҡыт ошондай һорауҙы ҡыҙыма ла бирҙеләр. «Сере юҡ. Тик туған телдә һөйләшергә генә кәрәк, – тине лә өҫтәп ҡуйҙы: – Һәм балаларға башҡортса китап уҡырға». Үҙе лә дүрт айлыҡ балаһына шиғыр уҡып ишеттерә торғайны. Башҡортса уға күп китап уҡыны. Шарль Перро әкиәттәре менән дә таныштырырға булғайны – таба алмағас, үҙе тәржемә итә башланы. Аҙаҡтан яҙып та алды. Ҡурсаҡтар төшөрөп һүрәттәр яһаны. Компьютерҙа эшкәртте лә китап итеп биҙәне. Шул көйө бер дана ғына булып ҡалыр ине әҫәр, “Китап” нәшриәте баҫтырып сығармаһа.
– Әсәйегеҙ Фидан апай Яныбай ағайға ҡулъяҙмаһын баҫырға ярҙам итә инеме әллә әҙип туранан-тура баҫыу машинкаһында яҙа инеме?
– Тәржемә менән булышҡас, әсәйем атайымдың ҡулъяҙмаларын баҫманы. Әҙер подстрочниктарын Мәскәүгә ебәреп торҙо. Мәскәү яҙыусылары эшкәртеп нәшриәткә тапшыра ине. Башта әсәйем тәржемәне ҡул менән яҙып ултырҙы, аҙаҡ, ныҡлап күнеккәс, туранан-тура машинкала баҫа башланы. Атайым киткәс, компьютерҙа эшләргә өйрәнеп, көндәлектәрен баҫты. Шуның өсөн мин уға бик рәхмәтлемен.
Аҙаҡ атайым хаҡында бер яҙыусының иҫтәлектәре сыҡҡайны. Шунда ул: Яныбай әҫәрҙәрен машинкала баҫып сығара ине, тип яҙғайны. Бер ҡасан да улай булманы! Хатта автобиографик әҫәрҙәрен дә атайым ҡулдан яҙҙы. Тотошлайы менән ҡағыҙға төшөргәс кенә, машинкаға тотондо, бер ыңғай төҙәтеп, эшкәртеп, үҙгәртеп сыға ине.
Иң яҡын кешеләре генә дөрөҫөн әйтә ала. Башҡалар уны ҡайҙан белһен! Ҡулъяҙмалар бит әле лә һаҡлана, улар бихисап!
Машинкала күсереп баҫыу – үҙе бер айырым, үтә ауыр эш. Компьютер ижад эшен күпкә еңеләйтә: нисәмә тапҡыр төҙәтергә, шымартырға мөмкинлек бирә. Шаҡылдаған тауышы ла юҡ. Атайым, заманында компьютерҙар булһа, ҡулдан яҙып та, машинкала баҫып та интекмәҫ ине моғайын.
– Атайығыҙҙың әсәйегеҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре нисек булды?
– “Мине аңлаған берҙән-бер кеше – ул минең бисәкәйем. Мин уның менән бөтә нәмә хаҡында ла уртаҡлашам, бөтәһе менән дә бүлешәм, унан минең бер ниндәй ҙә серем юҡ. Ул – аҡыллы кәңәшсем дә. Ҡайһы саҡ, мин унһыҙ яҙыусы була алмаҫ инем, тип тә уйлап ҡуям. Ҡатыным – минең намыҫым”, – тип яҙган атайым көндәлектәрендә.
Быларға нимә тип өҫтәп әйтәһең тағы? Атайым менән әсәйем ғүмер буйы бер береһенә тоғро, терәк булды. Ярҙамлашыр кешеләре юҡлыҡтан, өйләнешкәндәренең тәүге көндәренән үк тик бер-береһендә таяныс күреп йәшәне. Шуға күрә ғаиләбеҙҙә был ирҙәр, был ҡатындар эше, тип ҡарау булманы. Берәй кейеменең төймәһе төшһә, атайым әсәйемдең эштән ҡайтҡанын көтөп ултырманы – үҙе тегер, кәрәк булһа, хатта ямауын да һалыр ине. Аяҡ кейемдәрен төҙәтә белде ул. Ваҡ әйберҙәрен тиҙ генә йыуып элер ине. Бешеренергә лә аптырап торманы.
Йәйгеһен атайым күберәк баҡсала эшләп ятты. Ял көндәрендә беҙ ҙә барабыҙ. Алкин станцияһына килеп ҡаршы ала. Әсәйем менән килеүебеҙгә иҙән таҙа, һурпа ҡайнаған, картуф әрселгән. Әсәйҙән бик иртә ҡалған атайым барыһын да йәһәт кенә эшләргә өйрәнеп үҫкән.
Атайым бер ҡасан да байҙарса ҡыланманы. Ифрат ауыр хәлендә лә үҙен-үҙе хеҙмәтләндерергә тырышты. Быны йә тегене кемдер башҡа берәү эшләр әле, тип кешегә һалышманы. Иҫ китмәле егәрле ине – эшләгән урынында ла, ижадында ла, баҡсала ла... Туғандарыбыҙҙың берәйһенә ярҙам кәрәкһә, атайым икеләнеп тормай бара торғайны. Улар ҙа: “Яныбай булғанда, бүтәндәрҙең кәрәге лә юҡ”, – тип өйрәнеп бөткәйне. Хатта “Бельские просторы” журналының элекке баш мөхәррире мәрхүм Юрий Андрианов та: “Яныбай Хамматов тотош бригада эшләй торғанды бер үҙе башҡара ине”, – тип әйтте миңә бер осрашҡанда.
– Яныбай ағай үҙенең ҡайһы әҫәрен иң төп китабы тип һананы?
– Уныһын мин әйтә алмайым. Бирелеп эшләгәс, бик күп көс түккәс, һәр китабы ла уның өсөн ҡәҙерле булғандыр, тип уйлайым. Әҫәрҙәре гел ҡыйынлыҡ менән, төрлө кәртәләр аша үткәрелеп баҫылып сыға ине, шуға һәр береһе өсөн ҡайғырып, борсолоп йөрөнө...
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште
Архив, 2018 йыл