– Гүзәл ханым, ә һеҙ үҙегеҙ әҙәби әҫәрҙәр ижад итеп ҡарағанығыҙ юҡмы?
– Ижад эше менән булышҡас, йыш ҡына үҙемде атайым менән сағыштырам. Ул әҙәбиәткә, урау-урау, оҙон һәм ҡатмарлы юлдар аша, ҙур тормош мәктәбен үтеп, бай тормош тәжрибәһе туплап килде. Белеүебеҙсә, яҙыусылар араһынан производство тураһында әҫәр ижад итер өсөн, шул өлкәне өйрәнеү маҡсатында ижади командировкаларға барып, заводтарҙа эшләп тә алған әҙиптәр бар. Атайым иһә ундай практикаға мохтажлыҡ кисермәне. Эшселәр хеҙмәтен дә, ауыл хужалығын да, милиция һәм етәкселек, комсомол, партия һәм совет ойошмалары эшен, республикабыҙ райондарын яҡшы белә ине. Һуғыш тураһында ла, уның михнәттәрен үҙ елкәһендә татып яҙған. Ә инде белеме буйынса ул тарихсы ине.
Күпте күргән, ярым етемлектә үҫкән эшһөйәр атайым менән әсәйем мине ҡурсалап, иркәләп үҫтерҙе. Бай булмаһаҡ та, минең өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тырыштылар. Үҙем дә һәйбәт уҡыным, мәктәпте алтын миҙалға, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, уларҙы ҡыуандырҙым.
Бер яҙыусы мине атайыма ҡарағанда ла талантлыраҡ тип әйткәйне. Бының менән һис тә килешә алмайым! Төптө буш фекер.
Әҙәбиәткә һәләтем булғанда ла, атайымдың масштаблы талантына етеү буй етмәҫлек ғәмәл. Мин уның һымаҡ ҙур күләмле романдарҙы бер ҡасан да яҙа алмаҫ инем, мәҫәлән. Ундай әҫәрҙәр яҙырлыҡ атайыма хас сифаттар миндә юҡ. Ҙур талант эйәһе гел ижади пландар менән йәшәй һәм уларҙы һәр ваҡыт тормошҡа ашырырға ынтыла, тырыша. Мин иһә үҙемдә әҙәби әҫәр яҙырға күңел талабы тоймайым.
Атайым “Порт-Артур” менән бәйле тарихи роман яҙырға ниәтләнеп, материалдар туплағайны. Тик ошо хыялын, башҡа пландарын да тормошҡа ашырырға өлгөрмәне... Ундай әҫәрҙе яҙырҙай әҙип табылыр микән? Үҙем булдыра алмайым, әлбиттә...
Минең янымда атайым – оло ҡаяташ. Беҙ икебеҙ – ике замана кешеләре. Атай менән әсәйем минең өсөн бөтә шарттар булдырҙы. Мин, ҡала мөхитендә үҫеп, мәктәпте тамамлағас та университетҡа кереп юғары белем алдым. Унан һуң, немец телен һайлаһам да, барыбер төп һөнәрем – филолог, диплом эшен дә сит ил әҙәбиәте буйынса яҡланым. Атайым менән сағыштырғанда миндә замана өҫтөнлөгө бар – шул ғына инде...
Ғилемгә, ижад эшенә үҙ теләгең менән генә, күңел талабы буйынса, әйтер һүҙең булғанда ғына тотонорға кәрәк.
Әҙәбиәткә һәләтемде тәржемә эше аша тормошҡа ашырам. Әйтер һүҙемде, һуңлабыраҡ булһа ла, ғилем өлкәһендә әйттем һәм ҡаҙаныштарға өлгәштем. Ике ғилми-популяр китабым бар. Күңелем талабы – этимология өлкәһендә эҙләнеүҙәр. Телдәрҙең сығышы менән, һүҙҙәр сығанаҡтары менән ихлас ҡыҙыҡһынам. Ни өсөн фәнни-популяр китаптарға өҫтөнлөк бирәм, тиһәгеҙ, ҡоро тел менән яҙылған хеҙмәттәр миңә оҡшамай. Уҡыусыны ла, үҙеңә ҡыҙыҡ булһа ғына, ылыҡтырырға мөмкин. Ә этимология, исемдәр менән тел белгестәре генә түгел, башҡалар ҙа ихлас ҡыҙыҡһына.
Ғүмер буйы немец теленән уҡытып, 320 битлек ҙур дәреслек әҙәрләнем. Ул Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы грифы аҫтында баҫылып сыҡты һәм шул системалағы юғары хоҡуҡ уҡыу йорттарында уҡығандар өсөн тәғәйенләнде. Китапты үҙем баҫтым, биҙәнем, макетын да үҙем эшләнем. Шулай итеп, һөнәрем буйынса эшмәкәрлегемде йомғаҡлап ҡуйҙым.
– Яныбай Хамматовтың исемен мәңгеләштереү буйынса яҡташтары, белеүебеҙсә, байтаҡ эштәр башҡара. Уның исеме Белорет ҡалаһындағы башҡорт гимназияһына бирелгән. Сермән модель китапханаһы ла әҙип исемен йөрөтә, буғай. Яҙыусы исемендәге премия булдырылған. Беҙ белмәгән тағы ниндәй саралар ойошторола?
– Бынан тыш, Белореттың төҙөлөп ятҡан яңы биҫтәһендәге урамға атайымдың исемен ҡушҡандар. Шулай уҡ Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ла ундай урам бар. 2014 йылында атайыма Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы тигән исем бирелде. Уның тыуған ауылы Исмаҡайҙа ижтимағи-мәҙәни үҙәк асҡандары өсөн беҙ район етәкселәренә бик рәхмәтлебеҙ.
Белорет ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы атайыбыҙҙың исемен 2006 йылдан алып йөрөтә. Шунан бирле бик татыу, әүҙем, тырыш һәм эшсән коллектив йыл һайын төбәк йә республика күләмендә “Хамматов һабаҡтары” тип исемләнгән конференциялар үткәрә. Уларҙың күп яҡлы эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Беҙ тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ. Атайымдың юбилейҙарын да Белорет районында уларҙың әүҙем ҡатнашлығында гөрләтеп үткәрәләр.
Эйе, атайым киткәндән һуң районда уның исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп изге эштәр башҡарылды һәм башҡарыла. Яҡташтарына оло рәхмәт!
– Һеҙҙең ғаилә – ижади ғаилә. Быйыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һеҙ үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙҙән сығып, ғаиләлә нисек ижадҡа мөхәббәт тәрбиәләргә була, тип уйлайһығыҙ? Эште нимәнән һәм ҡасан башларға – шул хаҡта фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине.
– Барыһы ла ғаиләнән башлана, әлбиттә. Балалар өйҙә күргәндәрен, ишеткәндәрен үҙләштерә – яҡшыһын да, яманын да. Ижади ғаиләләрҙә, ҡағиҙә булараҡ, улар бәләкәйҙән ижадҡа күнегеп үҫә. Балаларҙы, һәләте булһа, махсус рәүештә өйрәтергә, күндерергә лә кәрәкмәй – барыһын да күреп, тыңлап үҫһендәр. Йөҙ тапҡыр ишетеүгә ҡарағанда бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ.
Мин, мәҫәлән, ҡыҙымды һүрәт төшөрөргә махсус өйрәткәнем булманы. Үҙем өйҙә йыш рәсем төшөрҙөм, альбомдар, стена газеталары эшләнем. Ул шуларҙы күҙәтеп үҫте. Дүрт йәшенән башлап музейҙарға, төрлө күргәҙмәләргә йөрөттөм. Олатаһы яҙыусы булғас, уға ҡарап, “китап” та яҙып, һүрәттәр менән биҙәп “сығара” ине. Нигеҙ шунда һалынды ла инде, тип уйлайым. Ә үҙенең ҡыҙҙары әсәләренең нисек китаптарын әҙерләгәндәрен күреп үҫә.
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.
– Ҡыҙығыҙ ҙа тәржемә менән шөғөлләнә. Рәссамлыҡ һәләте лә бар. Фотоға ла оҫта төшөрә. Бөтә ошо һөнәрҙәрен ҡулланып бик үҙенсәлекле китап та сығарғайны. Әле ниндәй ижади пландар менән йәшәй?
– Бер генә китап түгел – өсәүҙе әҙерләп сығарҙы. Тәүгеһе – Шарль Перро әкиәттәре – теүәл 10 йыл элек сыҡты. “Күмәс өй” китабы баҫылғандан һуң 5 йыл үтте. Сергей Аксаковтың 225 йыллығына “Ал сәскә” китабы Алһыу биҙәлешендә донъя күрҙе. Әкиәтте тәржемә итеп Гөлнур Яҡупова Аҡсаҡовтың 200 йыллығына тәржемә иткән булған.
Әҙер текст булһа ла, мәшәҡәте барыбер күп ине, сөнки ашығыс рәүештә әҙерләргә тура килде. Тәүгеләрендә декрет ялын файҙаланғайны. Был юлы төп эшенән айырылмай атҡарҙы. Шуның өсөн, китап сыҡҡас та, “арытты” тине лә Алһыу “тайм-аут” алырға булды. Тәржемә итеүгә ҡарағанда китапты биҙәү эшен өҫтөн күрә. Иң яратҡан шөғөлө шул. Күңел талабы булғас, шул йүнәлештә эшләүен артабан да дауам итер, тип ышанам.
– Ейәнсәрҙәрегеҙ киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға ниәтләй? Хамматовтар ғаиләһенең өс быуын династияһын дауам итергә уйламаймы?
– Ейәнсәребеҙ икеһе лә ижад эшен ярата. Әсәләренең эшен күҙәтеп үҫкәс, үҙҙәре лә бик матур, зауыҡлы итеп һүрәт төшөрә белә, биҙәй, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, грамоталар менән бүләкләнде. Әйшә 11 йәшендә хатта (танытмаһы менән бергә) ысын миҙал алды. Әммә ижад эшен улар төп һөнәр итеп һайламаҫ, тип уйлайым. Хобби булып ҡалыр. Әйшә ғилем менән мауыға, Наилә әсәһенә ҡарап, табип булам, ти. Икеһен дә “Тамыр” студияһына йөрөттөк.
– Башҡа яҙыусыларҙың балалары менән аралашаһығыҙмы?
– Яҙыусыларҙың күбеһе, йәштән үк танышып, ғүмер буйы аралашып йәшәй. Бер-береһе менән йөрөшкәс, балалары ла бергә уйнап үҫә. Башҡа өлкәнән килгән атайым яҙыусылыҡҡа һуңлабыраҡ тотонғас, беҙ ҙә, уның ғаиләһе, өр-яңы мөхиткә килеп эләктек. “Аҡлан”ыбыҙ булмаһа, күп яҙыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән яҡынса таныша алмаҫ инек.
Яҡында ғына йәшәгән Назар Нәжми ағайҙың Алһыу исемле ҡыҙын бәләкәйҙән беләм. Әнғәм Атнабаевтың, Ғабдулла Байбуриндың улдары, Ғайса Хөсәйеновтың, Ғилемдар Рамазанов менән Фәниә апай Чанышеваның, Хәким Ғиләжевтың, Яҡуп Ҡолмойҙоң балалары менән танышырға насип булды. Хәниф Кәримдең ҡыҙҙары менән танышмын. Шәриф ағай Биҡҡолдоң малайы менән университетта бергә уҡый башлағайныҡ та, ҡыҙғанысҡа, ул 18 йәшендә, бер бәндәнән яраланып, һәләк булған...
“Аҡлан”дағы иң йыш аралашҡан әхирәтем – шағир Александр Филипповтың яғымлы ҡыҙы Татьяна Лицкевич. Вәзих Исхаҡовтың Венера исемле ҡыҙы менән дә аралашып үҫтек. Хәҙер ул Канадала йәшәгәс, бик һирәк күрешергә тура килә. Әле баҡсала улдары йәшәй. Ҡыҙым Алһыу Хәким һәм Яҡуп ағайҙарҙың, Фәниә апайҙың ейән-ейәнсәрҙәре менән уйнап үҫте. Ә инде уның ҡыҙҙары, йәғни минең ейәнсәрҙәрем, Дмитрий Швецовтың, Кирәй Мәргәндең бүләсәрҙәре менән аралаша.
– Үҙегеҙ тағы нимә өҫтәп әйтер инегеҙ?
– Атайымдың тормош юлын башҡа яҙыусыларҙыҡы, хатта замандаштарынан һуғышта ҡатнашҡандарыныҡы менән сағыштырып ҡараһаң, уныҡы күпкә байыраҡ та, ҡатмарлыраҡ та. Күптәренең биографияһы бер үк: ауыл мәктәбе – юғары уҡыу йорто – филологияға бәйле журнал йәки гәзит редакцияһында, телевидениела эшләү. Кемдәрҙер армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан йә уҡытыусы булып эшләп киткән.
Ошондай самалы биографиялы кешеләр атайымдың ижадын ҡыҫҡа ғына үлсәмдәр менән баһаларға маташа, ҡаҙаныштарын кәмһетергә, талантын түбәнәйтергә тырыша. “Үҙең бик ҙур булмаһаң да, ҙур тип танырлыҡ балаларың булһын ул...” – тип яҙғайны берәү атайыма бағышланған тапшырыуҙы тыңлағандан һуң...
Әммә ғәҙел баһаны әҙиптәргә уларҙың уҡыусылары бирә. Яныбай Хамматовтың әҫәрҙәре китапханалар, магазиндар кәштәләрендә бер ҡасан да саң йыйып ятҡаны юҡ, шөкөр.
Ҡайһы бер кешеләрҙә була торған тар күңеллелек, көнсөллөк кеүек сифаттарға эйә булыусыларға Далай-ламаның әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөргөм килә:
“Кемделер тикшерерҙән алда, уның аяҡ кейемен кей ҙә ул үткән юлдан атла, уның ауырыу-һыҙланыуҙарын той, күҙ йәштәрен кисер. Ул эләгеп тәгәрәгән таштарға бәрел. Бары тик шунан һуң ғына, нисек дөрөҫ йәшәргә беләм, тип әйт”.
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.
Архив, 2018 йыл.