Кемел Тоҡай улы Тоҡаев (1923 — 1986) — күренекле яҙыусы, мөхәррир, ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә детектив жанрына нигеҙ һалыусы. Төрлө телдәрҙә сыҡҡан китаптары Совет илендә киң танылыу яулай.
Ҡаҙағстандың Талды-Ҡорған өлкәһе Ҡаратал районында тыуған. Коллективлаштырыу йылдарында ғаиләһе Фрунзе (Бишкәк) ҡалаһына күсә. Ата-әсәһенең, һеңлеһенең фажиғәле үлеменән һуң, бер туған ағаһы Ҡасым менән балалар йортона эләгә.
1942 йылда Ҡыҙыл армияға алынып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң, 1944 йылда, һуғыштан ҡайтарыла.
1948 йылда С. М. Киров исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Республика гәзит-журналдарында яуаплы вазифалар биләй. 1960 — 1977 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ның “Ведомости” баҫмаһында баш мөхәррир. 1980 — 1986 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзының әҙәби кәңәшсеһе.
I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы орденына, ике тапҡыр ”Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына, СССР Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһына, күкрәккә таға торған билдәһенә лайыҡ була.
Тормош иптәше Турар Шабарбай ҡыҙы менән биш бала үҫтергән. Өлкән улдары Ҡасым-Жомарт Тоҡаев — Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты.
Кемел Тоҡаев
Билдәһеҙ эҙ
Повесть (1)
Төндә беҙҙең позицияға артиллерия һөжүм итте, атыш барышында разведчиктар төркөмө командиры Сөләймәнов үлде. Унда, үҙе менән бергә, дошман оборонаһын өҙөр өсөн төҙөлгән йәшерен карта бар ине. Атыш бөтөүгә планшетнигынан ул документ юҡ булған. Был турала шунда уҡ фронт штабына хәбәр иттеләр. Контрразведка бүлеге, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, енәйәт урынына майор Родионовты ебәрҙе.
— Сөләймәновтың үлеме, — тине полковник Ильин Родионовты юлға оҙатҡанында, — ҙур юғалтыу. Эҙемтәләре көтөлмәгәнсә булыуы бар. Картаның дошман лазутчиктары ҡулына эләгеүе лә ихтимал. Быға һис юл ҡуйырға ярамай. Фронт командующийы уға бөтә яңылыҡтарҙы еткереп торорға ҡушты.
Полковник башҡа әмерҙәр бирмәне. Уныңса енәйәт урынын күрмәйенсә, ниҙер ҡушырға, өйрәтергә ярамай. Кемделер заданиеға ебәргәндә Ильин һәр ваҡыт хеҙмәткәренең тәжрибәһенә, инициативаһына, үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итә белеүенә таяна. Хужаһының был холҡон яҡшы белгән Родионов полковниктан иструкция ла, аҡыл өйрәтеү ҙә көтмәй. Ул Ильинға честь бирҙе лә юлға сыҡты.
Алда Родионовты оҙон юл, ауыр эш көтә. Майор шоферҙы туҡтауһыҙ ҡабаландырҙы, ә үҙе был хәлдең нисек килеп сығыуы тураһында уйланды. Сөләймәнов нисек үлгән? Атыш ваҡытында уның эргәһендә кем булған? Шпион штаб һаҡсылары араһынанмы икән? Сөләймәнов тәжрибәле, тыныс, аҡыллы, ипле разведчик ине. Штаб алғы линиянан алыҫ урынлашҡан, яҡшы итеп йәшерелгән. Атһалар, тик алыҫ атыу ҡоралдарын ғына ҡуллана алалар. Иң сәйере — атыш тап Сөләймәновтың штабҡа барыуы менән тап килгән. Немецтар төнгө атышты яратыусыларҙан түгел, етмәһә, был юлы ғәҙәттәгесә йонсотҡос системалы ут булмаған. Тимәк, артиллерия һөжүмен, осраҡлы хәл тип әйтеп булмай.
— Ул карта хәҙер ҡайҙа икән? — Майор үҙ-үҙенә һорау бирҙе. — Дошман ҡулына эләкмәгәндер бит?
Был уй төнгө һөжүм шаһиттарынан һорау алғанда ла башынан сыҡманы. Әммә яуап һис табылмай. Буталсыҡ, аңлайышһыҙ хәлгә саҡ ҡына булһа ла аныҡлыҡ индерә алғандар менән һөйләшкәс, майор ҡабаттан штаб һаҡсыларының начальнигы лейтенант Малярҙы саҡыртты. Йылғыр, хәрбиҙәрсә төҙ һынлы лейтенант был юлы юғалып ҡалғандай, һөмһөрө ҡойолғандай күренде. Атыш ваҡытында уның бер туған ҡустыһы сержант Маляр ҙа вафат булған. Уның үлемендә лә сәйер ваҡиғалар күп. Ул үҙенең посын ташлап киткән дә, штаб землянкаһынан алыҫта йән биргән.
Ул төндә нимә булған? Лейтенант йүнләп аңлата ла алманы. Ҡустыһының үлеме, сәйер хәлдәр арҡаһында картаның юғалыуы уны ныҡ шаңҡытҡан. Маляр артабанғы яҙмышына ла күнгән, яза алырға ла әҙер. Лейтенант кешеләргә, айырыуса, ҡустыһына, артыҡ ышанысы арҡаһында Сөләймәновты яҡлай алманым, тип белдерҙе. Ҡустыһы, йәнәһе, ҡурҡаҡ булып сыҡҡан, посын ташлап киткән. Әгәр үҙем поста торһам, Сөләймәновтың сумкаһында бер кем дә соҡонмаҫ ине, ти. Ә бына ҡустыһы ҡасҡан да, кемгәлер картаны урларға мөмкинлек биргән.
Малярҙың хатаһын таныуы бер нисек тә эште алға этәрмәй. Родионов ғәйеплене табып, яза бирер өсөн генә килмәне бит. Йәшерен документ кемдең ҡулында — бына төп һорау. Аңлашылып тора, Маляр картаны урламаған. Бәлки, ҡустыһылыр? Юҡтыр. Кем һуң? Кем штабҡа ингән? Билдәһеҙ. Лейтенант Родионов ҡаршыһында ултыра, әммә уйҙары ҡайҙалыр алыҫта. Майор унан ҡабат-ҡабат төндә булған ваҡиғаларҙы һөйләтте, тыңлағанда бер деталде лә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышты. Маляр һорауҙарға саҡ яуап бирә, бутала. Күренеп тора, ныҡ ҡайғыра, тулҡынлана.
— Нимә булғанын аңлап етәһегеҙме? — тип һораны майор. — Һеҙ штаб офицеры һәм ни тиклем сетерекле хәлдә ҡалғанығыҙҙы белергә тейешһегеҙ.
— Ғәйеплемен, — тип саҡ телен әйләндерҙе Маляр. — Тик нисек улай килеп сыҡҡанын әйтә алмайым.
— Ентекләп һөйләгеҙ, — тип бойорҙо майор. — Һәм, зинһар, алдашмағыҙ.
— Мин һеҙгә бөтәһен дә һөйләнем, — тип мыңғырланы Маляр.
— Тағы берҙе һөйләгеҙ.
— Миша менән, — тип башланы Маляр, — ҡустым сержант Маляр менән посты алмаштырырға сыҡтыҡ...
Ҡустыһын телгә алғас, лейтенанттың тауышы ҡалтыраны, башы үҙенән-үҙе аҫҡа эйелде.
— Тынысланығыҙ, — тине майор, — ентекләберәк һөйләгеҙ.
— Сержант Маляр штаб эргәһендәге посҡа торҙо. Ул өлкән сержант Ефремовты алмаштырғайны. Мин Ефремов менән кире блиндажға барҙым. Инеп, тәмәке тарта башлағайныҡ ҡына, тышта көслө шартлау ишетелде. Блиндаждан йүгереп сыҡтыҡ. Беренсе шартлауҙан һуң тыныс булып ҡалды, әммә ул тынлыҡ миңә шомло кеүек тойолдо. Ниндәйҙер хәүеф янағандай һымаҡ ине. Болот араһынан ай күренде, ә тирә-яҡта әллә томан, әллә төтөн. «Яңылыш килеп эләккән снарядтыр, — тине Ефремов. — Була торған хәл, ҙур бәлә түгел».
Ефремовтың һүҙҙәре мине бер ҙә тынысландырманы. Шомло тынлыҡта бәлә йәшенеп торған кеүек. Шулай булды ла. Дошман яғынан ниндәйҙер геүелдәү ишетелде лә тирә-яҡта ҡабат снарядтар шартлай башланы. Унан алда ғына мин постарҙы тикшереп сығам тигәйнем, атыш ҡамасауланы. Ефремов мине траншеяға һөйрәп төшөрҙө. Тирә-яҡ тамуҡҡа әйләнде, бар ерҙә — ут. Снаряд ярсыҡтары сыйылдап баш осонан осалар, траншеяға туҡтауһыҙ тупраҡ яуа. Мин шулай ҙа мәлен тура килтереп траншеянан башымды күтәреп ҡараным. Һулда, боеприпастар склады эргәһендә, янғын сыҡҡанын күреп ҡалдым. Ефремовҡа ҡысҡырҙым да складҡа йүгерҙем. Барышлай артта кемдер нимәлер тип ҡысҡырҙы. Берәй яралы ярҙам һорайҙыр тип уйланым. Склад эргәһендәге часовой урынында тора ине. Икәүләп тиҙ генә утты һүндерҙек тә, мин штабҡа ашыҡтым... Шунан, иптәш майор, — тине тауышы ҡалтыранған Маляр, — блиндажға ингән урында Сөләймәновты күреп ҡалдым. Ерҙә аунап ята, башына ярсыҡ эләккән. Артымдан өлкән сержант Ефремов килеп етте. Икәүләп Сөләймәновтың кәүҙәһен блиндажға индерҙек. Сумкаһы асыҡ ине инде, ә эсендә ҡан тамсылары күренә. Шул ваҡытта ғына штабта часовой, минең ҡустым, юҡ икәнен абайланым. Бер нисә тапҡыр уны ҡысҡырып саҡырҙым, бер кем дә яуап бирмәне.
— Постарҙы алмаштырғанда берәй кешене күрмәнегеҙме? — тип һораны майор.
— Юҡ, часовойҙарҙан башҡа бер кем күренмәне.
— Һеҙгә ҡысҡырған кешенең тауышын иҫләгеҙ әле, таныш инеме?
— Бер нәмә лә аңламаным, — тине лейтенант. — Ҡолаҡ шаулап торҙо бит.
— Ярҙамға саҡыра инеме?
— Белмәйем, — тип дауам итте лейтенант. — Ефремовты штаб эргәһендә ҡалдырҙым да ҡустымды эҙләргә сыҡтым. Тик төндә таба алманым. Иртәнсәк кенә мәйетен имән эргәһендәге соҡорҙа күреп ҡалдыҡ.
— Һеҙ уны күмдегеҙме? — тип һораны майор.
— Юҡ, — тине лейтенант, ә күҙенән йәштәре аҡты. — Ерләй алманым. Хәлемдән килмәне. Нимә ҡылаһың инде: сержант Маляр, посты ташлап, присяганы боҙҙо. Ул дезертир һәм хыянатсы. Бер туғаның тураһында улай һүҙҙәр әйтеүе ҡыйын, әммә факттар шуны һөйләй.
Родионов уны ни тиклем оҙағыраҡ тыңлаһа, шул тиклем үк күңелендә лейтенантҡа ышанысы кәмей барҙы. Ни өсөн Маляр, ҡустыһын үҙе эргәһендә тотҡан? Ниңә ул төндә иң мөһим посҡа тап уны ҡуйған? Бәлки, енәйәтте йәшерергә тип юрый шулай иткәндәрҙер? Поста торған Маляр Сөләймәновтың картаһын урлаған кешене нисек булһа ла күрергә тейеш. Моғайын, уның ҡатнашлығында эшләнгән эштер был.
Хәл ошолай булды тип күҙ алдына килтерергә мөмкин: енәйәтселәргә Сөләймәновтың штабҡа ҡасан килеүе билдәле булған. Уның картаһында ниндәй сер барлығын да белгәндәр. Капитан үлемесле яра алғас, Маляр картаны урлап, ҡасып маташҡан. Әммә юлда үҙе лә вафат була. Уның менән, тимәк, тағы берәү булырға тейеш. «Икенсе кеше кем икән? — Майор үҙенә һорау бирҙе. — Ағаһы, лейтенант Маляр, түгелме икән?»
Майор улай ҙа, былай ҙа уйлап ҡараны, әммә осона сыға алманы. Лейтенантҡа ышанмаһа ла, уны ебәрҙе. Шик — дәлил түгел. Ә дәлилдәр юҡ, тап шуларҙы табырға кәрәк. Родионов вафат булған сержанттың әйберҙәрен кире тоҡсайға һалды ла тәмәкеһен тоҡандырып уйға батты. Шунан ул штабҡа шылтыратты.
— «Ҡайын»! «Ҡайын»! Мин — Родионов, мине «Бөркөт» менән тоташтырығыҙ. — Тиҙҙән трубкала ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Майор шунда уҡ тәфтишсе-эксперт Зайцеваның тауышын таныны. — Миңә һеҙҙең ярҙам кәрәк. Буш булһағыҙ, килеп етегеҙ.
Күрәһең, майорға ыңғай яуап бирҙеләр. Ул тиҙ генә йыйынып землянканан сыҡты ла ординарсыһына лейтенант менән өлкән сержант Ефремовты саҡырырға ҡушты. Майор енәйәт урынын ҡабаттан ҡарамаҡсы ине.
Көн аяҙ, тыныс. Ҡояш урман өҫтөнән генә йөҙөп, һомғол ҡарағайҙарҙың остарын йылыта. Бындай һиллектә, тынлыҡта эргәлә генә барған һуғыш тураһында ла онотаһың. Хатта ботаҡтар, үләндәр менән ҡапланған траншеялар, блиндаждар урмандың тәбиғилеген боҙмай. Родионов менән Зайцева траншеялар янынан атлап тирә-яҡты күҙәтте. Эргәләренән ҡаплаулы йөк машинаһы үтте лә ерҙә ҡаҙылған ябыулы урынға инеп китте. Һалдаттар туҡтаған машинаға маскировка сеткаһын япты. Шул мәл бортта шат йылмайған ҡыҙ күренде. Ул еңел генә итеп машинанан һикереп төштө.
— Ҡарағыҙ әле, ҡалай кәзә бәрәселәй, — тип һоҡланды Зайцева. — Парашютист һымаҡ бит. Ул, моғайын, рәхәт кенә итеп юғары бейеклектән дә һикерә алыр ине. Ҡыйыу күренә.
— Булыр, — тип ризалашты Родионов. Ул үҙе лә ҡыҙҙың еңел, етеҙ хәрәкәттәренә аптырап ҡуйҙы. Йылмайыу балҡыған йөҙө, шаян күҙҙәре, ябай формаға кейенгән йомро кәүҙәһе — нисектер үҙенә ылыҡтырып тора.
— Һылыу ҡалай, ивет, Виктор Леонидович, — тине күҙен ҡыҙҙан ала алмаған Зайцева. Ҡыҙҙың матурлығы Зайцеваға йәшлеген хәтерләтте. Ҡасандыр үҙе лә шулай еңел генә итеп, ергә аяғы теймәй атлай ине. Ул замандарҙа уны хәҙерге кеүек «иптәш Зайцева» тип атаманылар. Егеттәр наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәй ҡолағына «Галя» тип шыбырлай торғайнылар. Күңелле, дәрте ташып торған һылыуҙы күптәр оҡшатты, күптәр уға ғашиҡ булды. Ә хәҙер йөҙөндә — һырҙар, сәсендә — сал. Ваҡыт үҙенекен итә шул.
— Ҡиәфәтенә зарланырлыҡ түгел, — тип ризалашты Родионов, әммә уйы инде ҡайҙалыр алыҫта.
— Йәшлек, — тип уфтанды Зайцева, — ғүмерҙең иң бәхетле сағы.
Майор машинаға ашыҡты. Маляр менән Ефремов уларҙы күптән көтә. Родионов Зайцеваны машинаға индерҙе лә үҙе шофер эргәһенә ултырып, ҡуҙғалырға ҡушты. Төндә фажиғә булған урында ул нимә күрер? Берәй нәмә асыҡланырмы икән? Майор ҡабат-ҡабат Малярҙың әйткәндәрен иҫенә төшөрөп, анализ яһаны. Ни өсөн ул шул тиклем шаңҡып ҡалған? Бәлки, алдайҙыр? Майорҙың уй-фекерҙәре юғалған карта тирәһендә өйрөлдө.
Кем картаны урлаған? Быны йә штаб эргәһендә торған часовой, йә ҡарауыл начальнигы Маляр ғына эшләй ала. Тик улар ғына картаны ҡасан алып килеүҙәрен, ниндәй эстәлекле икәнен белде, сөнки Сөләймәновты тап улар һаҡларға тейештәр ине. Был версияны тағы бер тапҡыр күҙ алдынан үткәрҙе. Ағалы-ҡустылы картаны ҡулға төшөргәс, ҡасырға булалар. Ҡустыһы үлә, ә ағаһы уға ышанып етмәй, үҙе капитан Сөләймәновтың сумкаһын тикшерә. Әммә ошо урында Ефремов килеп инә лә лейтенанттың планын боҙа. Әгәр шулай булһа, хәҙер лейтенант Маляр дошманға барып эләгер өсөн әмәл эҙләй.
— Ана теге имән. — Маляр майорҙың фекерен бүлдерҙе. — Боролоғоҙ.
— Юҡ! — тине Родионов. — Ошонда туҡтағыҙ.
Машина, урынында бер һелкенде лә, туҡтаны. Родионов Зайцеваға, Ефремовҡа шофер менән машинала ҡалырға ҡушты, үҙе алдан атланы. Уның артынан, саҡ аяғын һөйрәп, башын аҫҡа эйгән Маляр эйәрҙе. Тирә-яҡта көйөк еҫе сыға. Янған ботаҡтар аяҡ аҫтында шытырлап һына, итектәргә йәбешә. Тәрән соҡорҙар эргәһендә снаряд ярсыҡтары ята. Ингән урыны емерелеп туҙған блиндаж эргәһенә килеп еттеләр. Маляр, ишек урынында соҡор булған ергә төртөп күрһәтеп:
— Бында ҡарауыл урыны ине, — тине.
Блиндаж эсендә дым еҫе аңҡый. Шартлау бөтә нәмәнең аҫтын өҫкә әйләндергән. Тәфтишсенең күҙенә тартылып бөтмәгән папирос ташланды. Төпсөк яңыраҡ ҡына һүнгән. Кемдер бында килеп яңы ғына көйрәткән төҫлө. Папирос көлгә буялһа ла, мундштук һарғайып өлгөрмәгән. Кем тартҡан? Ул кеше бында ҡайһы арала булып өлгөргән? Родионов Малярға ҡараны, уныһы ағарҙы.
Бөтә нәмә лейтенантҡа ҡаршы. Был төпсөк тә уның ғәйебен күрһәтә. Складтарҙа инде бер ай тирәһе «Беломор» юҡ, офицерҙар «Дели» маркаһының папиросын тарта. Был бәхетһеҙ хәлгә тиклем Маляр өйҙән папирос менән посылка алған. Һорау алғанда майорға тәмәкеһен тәҡдим иткәйне. Маляр посылка тураһында ла үҙе әйтте. Тимәк, бында ул ғына көйрәтә алған. Тик папирос бер сәғәт элегерәк тартылған тип алһа, Маляр енәйәт урынында була алмай. Родионов ул ваҡытта лейтенанттан һорау алды.
Дауамы бар.