Гөлнур ҠЫУАТОВА
Ике имән
(хикәйә)
– Баянан бирле өндәшәм-өндәшәм, сыҡмайһың. Аш һыуына бит инде, әйҙә...
Килешеү ҡағыҙындағы ҡатмарлы шарттарҙы өйрәнеп, башы ҡатып ултырған Азаматты ҡатынының өндәшеүе уятып ебәргәндәй булды:
– Ә-ә-ә... Мин ни, документтарға күмелеп, ишетмәй ҙә ултырам. Хәҙер.
– Азамат, үткән аҙнала уҡ әйткәйнем, оноттоң шикелле. Малайҙар менән һөйләш әле. Бәлки ваҡыт табып, дүртәүләп ял итергә сығып, аралашып алырһығыҙ.
– Гөлһыу, күпме әйтергә була: ваҡытым юҡ. Киләһе айҙа мөһим объектты тапшырырға кәрәк, уға тиклем бер нисек тә бушай алмайым.
– Һинең гел генә ваҡытың юҡ. Яңы йылға тиклем планды үтәргә кәрәк ине, аҙаҡ отчеттар менән йөрөнөң. Объектты тапшырһаң, яңы тендерға документтар әҙерләйәсәкһең. Инде нисә йыл ошо бер түңәрәк эсендә йүгерәһең дә йүгерәһең. Әле һин өйҙә кәрәкһең. Аҙаҡ һуң булыуы бар.
Азаматтың асыуы ҡабара башланы:
– Мин бит уйнап йөрөмәйем! Ҙур йортта йәшәү, матур кейенеү, яҡшы ашау өсөн тырышам! Малайҙарға нимә етмәй тағы?! Май эсендәге бөйөр кеүек йәшәйҙәр! Мин улар кеүек саҡта сүплектән табып алып ҡайтҡан сәпиттә йөрөй торғайным. Туйып һикерәләрме?
– Бына шул турала әйҙә үҙҙәре менән һөйләш. Тик бындай тонда түгел, тыныс ҡына итеп...
– Аҡыл өйрәтергә барыһы ла шәп. Ә ниңә үҙең һөйләшмәйһең? Дөрөҫөн әйткәндә, балаларҙы тәрбиәләү – һинең бурыс. Өйләнешкәндә үк үҙем эшләйем, аҡса табам, ә һин йорт, ғаилә менән булаһың, тинем.
– Миңә ниндәйҙер дәғүәләрең бармы? Кеше шикелле магазин ризығы ашап ултырмайһығыҙ, үҙем бешерәм. Өҫтөгөҙ – таҙа, өй тәрбиәле. Ә балаларға килгәндә, улар бит минеке генә түгел. Тәрбиә өсөн атай һүҙе лә кәрәк. Бөгөнгө көндә аҡса проблема түгел ул. Ә бына мөнәсәбәттәр бер боҙолһа, яҡшы яҡҡа үҙгәртеп ебәреү бик ауыр.
– Аҡса проблема түгел, имеш... Әҙер аҡсаны тотоноу еңел ул, ә бына уны табыу өсөн күпме тир түгергә кәрәклеген беләһеңме?! Өс көн дә эшләмәгән килеш ауыҙ күтәреп хәбәр һөйләп тораһың!
– Азамат! 12 йыл йәшәп, бер ваҡытта ла был турала әйткәнем юҡ ине, бөгөн үҙең мәжбүр итәһең. Хәҙерге ваҡытта һинең ҙур фирмаң, ошо иҫәпһеҙ мөлкәтең бар икән, маҡтанма. Сөнки ярҙам иткән атайым булмаһа, быларҙың дүрттән бер өлөшө лә булмаҫ ине. Шуға күрә, эшләмәйһең, тип миңә бер ваҡытта ла тауыш күтәрмә. Ғаилә бюджетына минең яҡтан артығы менән капитал һалынған. Ә инде уны арттырам, тип тырышып ятаһың икән, был һинең нәфсең. Һинән бер ваҡытта ла аҡса, ҙур йорт, алтын, машина таптырманым – улар миндә бала саҡтан бар, – Гөлһыу йән асыуы менән ҡулындағы таҫтамалды Азамат алдындағы документтар өҫтөнә ырғытты. – Мин һинең янға талашыр өсөн инмәгәйнем. Ашарға әҙер, әгәр ғаилә менән бер өҫтәл артында ултырырға ла ваҡыт таба алмайһың икән, биғәйбә.
Азамат үҙенең артығыраҡ ҡыланғанын аңлағайны инде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ҡатынын өҙөлөп ярата ла, шул уҡ ваҡытта бер аҙ шөрләй ҙә. Юҡ, ҡатыны бер ваҡытта ла үҙен өҫтөн ҡуйғаны, ирен һанға һуҡмағаны булманы. Киреһенсә, етеш ғаиләлә иркәләнеп кенә үҫеүгә ҡарамаҫтан, ул күңел матурлығын һаҡлай алған – һәр ваҡыт ирен хөрмәт итте. Институтта уҡығанда танышып аралаша башлағас, Азамат уны үҙе кеүек ауыл балаһы, тип уйлағайны. Ҡала ҡыҙы булыуын белгәс иһә, ябай ғаиләлә үҫкән, тип фаразланы. Йәйен-ҡышын джинсы салбар, ябай кофта кейгән, ҡала транспортында йөрөгән, студент ашханаһында туҡланған кешене башҡаса нисек күҙаллайһың инде? Тәү башлап Өфөгә аяҡ баҫҡандан уҡ хәлле ғаиләнән булған, ата-әсәһе дәрәжәле урында эшләгән ҡыҙға өйләнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған егет Гөлһыуға ғашиҡ булыуын аңлағас, бер аҙ йәне үртәлеп тә йөрөнө. Йөрәгендә бөрөләнгән хистәргә баш була алмай ине, шул уҡ ваҡытта ул бер ваҡытта ла ҡуйған маҡсаттарынан сигенгәне булманы. Мөләйем, аҡыллы, ябай һәм сибәр Гөлһыуҙың һәйбәт ҡатын булырын шунда уҡ аңланы. Башҡа егеттәр йөрәген яулауҙан ҡурҡып, һәр ваҡыт янында бөтөрөлдө, әммә мөнәсәбәттәрҙе тәрәнгә лә ебәрмәне. Үҙенең таныш ҡыҙҙар араһындағы “текә”ләрҙе яҡыныраҡ белгән һайын күңеле ҡалды – нисек итеп ул күрәләтә яҙмышын һауалы, иркә һәм тормошҡа еңел-елпе ҡараған ҡатын менән бәйләһен инде. Хәйер, ундайҙар үҙҙәре лә оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле матур егеттә уйынсыҡ ҡына күрҙе шикелле. Тел төптәренә ҡарағанда, бизнесмен атайҙары күптән инде капитал арттырырлыҡ кейәү һайлап ҡуйған, ҡыҙҙары быға күнгән. Ә әлегә, никах ҡамыты кейгәнсе, күңелдәренә оҡшаған егет менән еңелсә мөхәббәт уйнарға мөмкин, тип һанайҙар. “Етди хистәр булһа, никахтан һуң да айына бер нисә мәртәбә һулаҡайға йөрөргә мөмкин”, – тип асыҡтан-асыҡ уйнашлыҡҡа төрттөргән ҡыҙҙарға күңеле ҡалып бөттө егеттең. “Бындайҙарға өйләнһәң дә “мөгөҙлө” ир булып йөрөйәсәгем билдәле инде”, – тип уйланы. Ә Гөлһыу уға тәү башлап хистәрен белдермәне, сабыр булды, башҡа егеттәрҙе лә яҡын юлатманы.
Ике ут араһында янған Азаматтың түбәһе күккә тейҙе – һуңғы курста уҡығанда ҡыҙ уны ата-әсәһе менән таныштырҙы. Гөлһыу дуҫтарын йыйып, тыуған көнөн билдәләне. Ата-әсәһе, башҡа туғандары булырын әйткәс, берәй сәбәп табып, баш тартырға ла уйлағайны егет. Тик һөйгәненең күңелендә шик уянырынан ҡурҡты. Шул уҡ ваҡытта ике йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәс, барыһының да уны Гөлһыуҙың егете, тип ҡабул итеп, кинәйәләп булһа ла ғаилә тормошона төрттөрөүҙәре бар бит әле. Ә ул быға бөтөнләй әҙер түгел – маҡсаты икенсерәк. “Ярай, вәғәҙә биргәнем, мөхәббәт аңлатҡаным юҡ әле. Яңы йыл кисәһендә үбешкәнде иҫәпкә алмағанда, етдигә алырлыҡ мөнәсәбәттәре булманы. Ҡотлағанда уҡ, дуҫлыҡ өсөн рәхмәт, һин миңә һеңлем кеүек яҡын кешеһең, тип туғандары алдында үҙемде башҡалар кеүек ябай дуҫ икәнемде аңлатырмын”, – тип уйланы.
Ҡаланың ҡиммәтле бер ресторанына килеп ингәс тә аптырап ҡалды. Мул һыйҙан торған табынды күргәс, әллә яңылыш килдемме, тип үтергә ҡыймай торғанында, Гөлһыу ҡаршы килеп етәкләп алды:
– Азамат, рәхим ит әйҙә. Мин дуҫтар менән еңелсә генә табын ойошторормон, тигәйнем дә, атай менән әсәй оло бер йыйынға әүерелдерҙе лә ҡуйҙы. Имеш, берҙән-бер балаларының 25 йәшлек юбилейын лайыҡлы билдәләргә тейештәр. Әллә күпме туған-тыумаса, ғаилә дуҫтары йыйылған. Шуға һабаҡташтарыма, дуҫтарыма уңайһыҙ булмаһын өсөн ситкәрәк айырым өҫтәл ҡуйҙырттым. Бындағы ҡайһы берәүҙәрҙең әллә кем булып ҡыланыуҙарына иғтибар итмәй генә, шунда ултырығыҙ, йәме. Ә мин ҡотлауҙар тамамланғас, һеҙҙең янға күсермен.
– Ҡаланың иң ҡиммәтле ресторанында тыуған көн билдәләрлек булғас, ата-әсәйең ябай кешеләр түгел инде...
– Иғтибар итмә. Атайым бизнесмен ул, республикала бер нисә машиналар салоны бар. Ә әсәйем – туристик фирма хужаһы.
Азамат ишеткәндәренән күңеле күтәрелеп китте. Тик быны ул Гөлһыуға һиҙҙермәҫкә тырышып, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды:
– Мине бер аҙ аптырауға ҡалдырҙың әле. Быға тиклем һине үҙем кеүек ябай ҡыҙ, тип уйлап, киләсәккә пландар ҡороп йөрөй инем. Хәҙер икеләнеп ҡалдым. Гөлһыу, асыҡтан-асыҡ әйтмәһәм дә, һин бит минең хистәрҙе беләһең, аңлайһың. Ә хәҙер нимә эшләргә лә белмәйем: ата-әсәйең атһыҙ-затһыҙ тигәндәй егетте ҡабул итмәҫ инде...
Ҡыҙ уны ҡосаҡлап алды:
– Азамат, һис борсолма! Беренсенән, үҙемә тормош юлдашын үҙем һайлаясаҡмын. Һин дә миңә оҡшайһың. Икенсенән, атай менән әсәйгә һинең турала күптән һөйләнем инде. Бер нәмә өсөн улар һине ныҡ ихтирам итә – минең намыҫыма ҡул һуҙмай, һаҡлап, хөрмәтләп тороуыңа. Шуға борсолма, йәме. Бер аҙ ойоштороу эштәрен тамамлап, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып бөтәйек тә, һеҙҙе таныштырырмын.
Азамат һиҙҙермәй генә ресторандан сыҡты ла, такси алып яҡындағы сауҙа үҙәгенә елдерҙе. Һәм шул көндө үк һөйгәненә бар ҡунаҡтар алдында ҙур гөлләмә һәм алтын балдаҡ бүләк итеп, өйләнешергә тәҡдим яһаны. Ике айҙан, Гөлһыу диплом алыуға, никах уҡыттылар, көҙгә туй үтте. Егеттең хыялы тормошҡа ашты: ҡайныһы өс йыл уны үҙе янында йөрөтөп, бизнесҡа өйрәтте лә, үҙаллы бизнесҡа тотонорға тәҡдим итте. Университеттың төҙөлөш һәм архитектура бүлеген тамамлаған кеше булараҡ, Азамат ошо юлды һайланы. Ҡайныһы аҡса менән дә, ныҡлы команда менән дә ярҙам итте. Һаман да кәңәшенән ташламай, абруйлы туғандары, дуҫтары аша мөһим проблемаларҙы хәл итеп тора. Ҡатыны дөрөҫ әйтә, Азамат уға өйләнмәһә, бөгөнгө бейеклектәргә өлгәшә алмаҫ ине. Үҙе лә ул берҙе биш итеү өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәй. Әммә белә – ҡайныһының капиталы, ярҙамы булмаһа, ул берәй ойошмала иң күп тигәндә бүлек етәксеһе булып ултырыр ине. Ә әлеге ваҡытта баш ҡаланың иң ҙур төҙөлөш фирмаларының береһен етәкләй.
Гөлһыуҙы һаман да ярата, ихтирам итә Азамат. 12 йыл буйына ситтәргә күҙ һалманы, хатта уйында ла булғаны юҡ. Яҙмыш бүләге булған ҡатынына тап төшөргөһө килмәй. Уйлап ҡараһаң, уларҙың бит идеаль ғаилә – бөгөнгө көнгә тиклем бер-береһенә тауыш күтәргәндәре лә, етди бәхәсләшкәндәре лә булмаған. Ир урынынан тороп ишеккә йүнәлде: проблеманы ваҡытында хәл итеп, ғәфү үтенергә кәрәк. Эшлекле кеше булараҡ белә: аңлашылмаусанлыҡтар араларҙы боҙа. Малайҙар темаһынан бәхәс сыҡҡайны бит әле, ниндәй эш боҙҙолар икән?
Иренең сыҡҡанын күреп, Гөлһыу урынынан торҙо ла, тәрилкәләргә аш бүлә башланы. Азамат килеп, ҡатынын еңелсә генә ҡосаҡлап, битенән үпте:
– Ғәфү ит, ҡәҙерлем, һаҡһыҙ рәнйеттем һине.
– Барыһы ла онотолор. Әгәр ҡабат иҫкә төшөрмәһәң... Хәҙер малайҙарҙы табынға саҡырам да, үҙем сығып торам. Һөйләшеп ал әле. Ниңәлер Ринат менән Уралдың аралары боҙолоп торған кеүек. Миңә һиҙҙермәҫкә тырышалар. Бәлки һиңә һөйләрҙәр.
– Ярай.
– Егеттәр! Ашарға сығығыҙ! Атайҙы көттөрөү ярамай!
Ун бер, һигеҙ һәм алты йәшлек малайҙар бүлмәләренән сығып, өҫтәл артына ултырҙы.
Азамат ҡулына ҡалағын алды ла, малайҙарына ҡараш ташланы:
– Йә, бөркөттәр, һөйләп ебәрегеҙ, хәлдәрегеҙ нисек? Уҡыуҙар барамы?
– Нормально... – олоһо Ринат артыҡ һүҙ әйтмәне. Урал иһә һыуытҡыстан соус алған кеше булып, һөйләшеүҙән бөтөнләй ҡасты. Илүс кенә ихлас күңел менән балалар баҡсаһындағы, бейеү түңәрәгендәге хәлдәрҙе һөйләргә тотондо.
Атай кеше кинйәһенең хәбәрен тыңлаған арала һиҙҙермәй генә оло улдарын күҙәтте. Ҡатыны дөрөҫ әйтә: араларынан ҡара бесәй үткәнгә оҡшай. Бер-береһенә һүҙ ҡушыу түгел, ҡараш та ташламайҙар.
– Тәк, егеттәр, бер тәҡдим бар һеҙгә. Быныһында булмай, әйҙәгеҙ, киләһе ялдарҙа Урал йылғаһына һеҙҙе балыҡҡа алып барам? Теләһәгеҙ, палаткаларҙа йоҡларбыҙ, теләмәһәгеҙ, берәй турбазала туҡтарға була...
Малайҙарҙың ауыҙҙары йырылды. Ринат барыһынан да алда:
– О-о! Шәп! Палаткала йоҡлайыҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Ура-а-а! – Илүс ултырғысынан уҡ төшөп, һикерәңләргә тотондо. – Көндәр йылынһа, һыу инергә лә була...
– Эй һин, кинйәпас, шуны ла белмәйһең: балыҡ тотҡан ерҙә һыу инергә ярамай!
Азамат ике улының көңгөрләшкәнен тыңлаған арала күҙ сите менән генә Уралдың һөмһөрө ҡойолғанын күреп ҡалды.
– Урал, ә һин ниңә өндәшмәйһең? Шат түгелһеңме ни?
– Барырға ваҡытым да, теләгем дә юҡ.
– Ваҡытың була, ул мәлгә имтихандар тамамланып өлгөрә. Теләк тә табырһың. Сөнки ғаилә менән бергәләп тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге гел булып тормай.
– Барғым килмәй!
– Ниңә?
– Нянька булғым килмәй. Былай ҙа Ринатты көн һайын мәктәптә ҡарап йөрөй торғас, арыным. Исмаһам, һеҙ балыҡта саҡта ял итермен.
– Ул ни тигән һүҙ ул? Һеҙ бит туғандар!..
– Туған булһаҡ, миңә генә көс төшөргә тигәнме? Вообще-то Ринат миңә ағай, ул беҙҙе ҡарап, яҡлап йөрөргә тейеш. Бешмәгән! Ҡыҙҙар кеүек көсһөҙ!
– Аңламаным...
– Ә нимәне аңламаҫҡа? Класташтары араһында үҙен үҙе яҡлай алмай. Бынан һуң уға ярҙам итмәйәсәкмен, туҡмаламы, телефонһыҙ йөрөймө – теләһә нимә эшләһен! Ул бит егет кеше, һуғышып өйрәнһен. Күпме әйтәм, минең менән бокс секцияһына йөрө, тип. Юҡ, музыкант, имеш! Ҡотлайым, атай, оҙаҡламай оло улыңа һаҡсы ялларға тура киләсәк!
– Минең кешегә ҡул күтәргем килмәй... Был йыртҡыстарса ҡыланыу була.
– Тә-әк, был ниндәй хәл ул? Мәктәптә шундай тәртипһеҙлектәр бармы? Ниңә мин был турала яңы белеп торам?
– Сөнки ошаҡлашыу егетлек түгел.
– Егетлек түгел, имеш... – Урал ағаһына ҡарап, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Ә туҡмалыу, мыҫҡыллауҙарға түҙеү егетлекме?
– Мин бары тик уларға иғтибар итмәйем. Арыһалар, туҡтарҙар.
– Ә мин шундай бешмәгән ағайым булғанға ғәрләнәм. Быйыл йәй йә мине, йә уны икенсе мәктәпкә бирегеҙ. Уның менән бергә йөрөмәйем. Етлекмәгән! – малай ағаһына ҡарап тағы бер ҡысҡырҙы ла, өҫтәл артынан тороп, сығып китте.
Азамат ишеткәндәренә һағайып та, тетрәнеп тә ултырып ҡалды. Ринат менән Илүс тә шым ҡалды. Һауыт-һаба йыйырға ингән Гөлһыу төҫө боҙолған ирен, бына-бына иларҙай булып ултырған Ринатты күреп, өндәшмәне.
...Бер нисә көн үткәс, Азамат Урал улы янына таң менән инеп, икәүҙән-икәү генә бер ергә барып ҡайтырға саҡырҙы. Теге юлғы ҡылығы өсөн яза көтөп йөрөгән малай һағайып ҡына ризалашты. Быға тиклем ул атаһын күргән һайын ҡысҡырыуын, ризаһыҙлыҡ белдереүен көтә ине. Тик ул әле лә бер ни булмағандай ҡылана: көн торошон маҡтай-маҡтай машинаһын ҡала ситенә сығарҙы ла, йәшел аҡлан уртаһынан барған асфальт юлдан зәңгәр офоҡҡа ҡарай юл тотто. Артабан һүҙ бокс буйынса ярыштарға барып тоташты, класташ малайҙарын да һорашты атаһы. Һәр әйткән һүҙен үлсәп кенә һөйләп ултырған малайының шөбһәләрен таратырға була Азамат:
– Мин һине үҙем тыуып үҫкән яҡтар менән таныштырырға булдым. Үҙем дә ун йыл ҡайтҡаным юҡ...
Ул бер ваҡытта ла кешеләргә, хатта ҡатынына ла ауылы, ғаиләһе тураһында ентекләп һөйләгәне булманы. Иртә етем ҡалыуын, берҙән-бер ҡустыһының да үлеп ҡалыуын әйтте лә, шуның менән вәссәләм. Быға тиклем ул бала сағы, үҫмерлек йылдары тураһында артыҡ уйланғаны булманы. Ҡорған тормошонан ҡәнәғәт булып, йәшәп ятты. Тик улдары менән булған хәлдән һуң ир ауыр уйҙарға батты. Дөрөҫөрәге, күсермә кеүек үҙен ҡабатлаған Урал уны борсоуға һалды, йөрәген тетрәндерҙе. Шуға ла ул кисә үткән тормошон байҡап ҡайтыу өсөн улы менән юлға сығырға ҡарар итте.
Тау йылғаһы буйындағы асыҡлыҡта ултырған бәләкәй ауылға еткәс, ир рулде аҫҡы урам яғына борҙо ла, һыланмаған шифер башлы өйҙәр араһындағы буш урын тапҡырында туҡтаны. Бейек булып үҫеп килгән үлән араһында унда-бында һерәйеп торған бағаналар, нигеҙ ташы өйөмдәре һәм яртылаш ҡорой башлаған алма һәм груша ағастары ғына бында ҡасандыр кешеләр йәшәгәнен хәтерләтә кеүек.
– Бына, улым, мин ошо урында тыуып үҫтем. Хәҙер генә ошолай ҡотһоҙ, ташландыҡ булып ултыра. Ә беҙ бәләкәй саҡта бында тормош гөрләп торҙо. Олатайың менән өләсәйең Урал яғынан, институтты тамамлағас уларҙы эшкә ебәргән булғандар. Был ауылда уларҙың нәҫел-нәсәбе булмаһа ла, кешеләр ихтирам итте. Ошо яҡта баҡса булды, – тип Азамат емеш ағастары яғына күрһәтте. – Мин иҫ белгәндә улар сибек кенәләр ине әле. Шулай ҙа емештәрен татып өлгөрҙөм... Әйҙә, зыяратҡа барып киләйек, уларҙың мәңгелек йорттары шунда.
Һөҙәк тау битендәге зыяратлыҡта ул яҡын кешеләренең ҡәберен тапмай оҙаҡ йөрөнө. Ун йыл элек өйләнеп, эшләй башлағас, ҡайныһынан машина алып тороп, кәртә, таштар алып ҡайтып ҡуйып ҡына киткәйне. Ни заман үткән, тапмаҫлыҡ та шул – ул аралыҡта ҡәберҙәр артҡан, ағастар үҫкән. Етмәһә, кәртәләрен яңыртҡанда зыяратты ҙурайтып, инер урынын күсергәндәр икән. Ингәс тә һулға боролорға тип иҫләй ине, шул яҡҡа йүнәлгәс, бөтөнләй ситкә киткән. Сәғәттән ашыу йөрөй торғас, яҡындары ятҡан урынды саҡ тапты Азамат. Атаһының ҡәбер ташы аушая төшкән икән – аҫтына таш ҡыҫтырып, саҡ рәтләне. Әсәһенең фотоһы бөтөнләй юйылған.
– Ғәфү итегеҙ, ҡәҙерлеләрем. Мин һеҙҙе һис кенә лә онотҡаным юҡ, һәр ваҡыт иҫтәһегеҙ. Яратам, юҡһынам. Һәм һеҙҙең алда кисерә алмаҫлыҡ ҙур хата эшләүемде яңы аңланым кеүек... Инде күпме генә үкенһәм дә, үткәндәрҙе ҡайтарып та, үлгәндәрҙе терелтеп тә булмай. Һүҙ бирәм, ант итәм – Искәндәрҙең ҡәберен табып, хөрмәт күрһәтермен, һеҙҙең янға ла ҡайтып йөрөрмөн. Бөгөнгә мин Урал улым менән генә ҡайттым. Ә улар миндә өсәү. Уларҙың дуҫлығы, берҙәмлеге мөһим икәнен әле килеп кенә аңланым шикелле. Ғәфү итегеҙ мине, ҡәҙерлеләрем...
Бер талай ваҡыт ҡәбер янында торғас, зыяраттан сыҡтылар. Ҡайтыр юлға ҡуҙғалыр алдынан тағы ла бер урынға – шишмә янына туҡталды. Уралына тап ошонда һөйләр һүҙе бар ине Азаматтың. Ҡатыны пакет менән һалған ризыҡты юлсылар өсөн ҡуйылған өҫтәлгә теҙҙе лә, термостан сынаяҡтарға сәй ҡойҙо. Тик тамағына тәғәм ҡабыр хәлдә түгел ине ул: күңеле тулды.
– Урал, һин әле бәләкәйһең, мине аңлап та етмәҫһең. Шулай ҙа һиңә бала сағымды, олатайың менән өләсәйеңде, Искәндәр ҡустымды һөйләп үткем килә. Мин бына ошо кескәй генә ауылда тыуып үҫтем. Бәхетле инем. Тик быны ваҡытында аңламағанмын. Миңә – ун, ҡустыма ете йәш саҡта әсәй ҡаты ауырыуҙан вафат булды. Шул саҡта ғына тормоштоң аяуһыҙ икәнен аңланым. Атай һәйбәт кеше ине, әммә тормош тотҡаһы әсәй икән. Өйҙөң ҡото китте, мәктәптә лә йәм юҡ. Ярты йыл үткәс, атайҙы димләп өйләндереп ҡаранылар, әммә яңы ҡатыны менән килешеп йәшәп китә алманы... Ул күңелһеҙләнде, бойоҡто, бер заман донъянан ваз кисә башланы. Көндәр буйы ишек алдындағы түмәрҙә тәмәке тартып ултыра йә зыяратҡа китә лә, әсәй ҡәбере янында тора ине. Кеше менән аралашмай, донъя көтөү тураһында уйламай. Эшен алып бара алманы, шуға ла уҡытыусылыҡтан сығарып, тәүҙә – завхоз, аҙаҡ ҡарауылсы итеп ҡалдырҙылар. Ҡустым менән икебеҙ хужалыҡты алып барырға тырыштыҡ, тик бәләкәй инек шул. Аслы-туҡлы йөрөгән мәлдәр башланды. Көсө самалы Искәндәр асыуымды ҡабарта ине – башҡарған эшенең бер рәте юҡ. Балыҡҡа барһаҡ, бер бөртөк тә эләктерә алмай. Еләк-емеш йыйғанда тиҙ арый ҙа, ҡайтайыҡ, тип илай башлай. Ашарға ла бешерә белмәй, өҫ-башын тиҙ бысрата. Уның артынан ҡарауыллап йөрөү, тәрбиәләү оҡшамай башланы. Уҡыуға ла барымы юҡ, дәрес әҙерләткәндә һәр һүҙҙе сәйнәп ҡаптырырға кәрәк. Етмәһә, туҡтауһыҙ мыжып, илап, йәнемде үртәй. Тик ҡул һелтәп тә булмай: күршеләр һөйләүе буйынса, әгәр ашарыбыҙға булмаһа, мәктәпкә дәрес әҙерләмәй, өҫ-башыбыҙҙы ҡарамай йөрөһәк, беҙҙе тартып алыуҙары мөмкин икәнен аңлағайным.
Йәй аҙағы яҡынлаша башлағас, ҡоро-һары утын ташый башларға булдыҡ. Ҡар яуа башлауға әҙер утын һатыусылар була, әммә көҙҙөң ҡаты һыуыҡтарында ла өй йылытыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Урман яҡын ғына ул, көнөнә әллә нисә урарға була. Тик беҙҙең көс менән күпме генә алып ҡайтаһың инде?! Искәндәргә урман ситендәге йығылып ятҡан ҡоро-һарыны ташырға ҡуштым да, үҙем төпкәрәк индем. Юл уңды – ҡороп, кибеп яртылаш йығылған ике саған осраны. Көсөм еткән тиклем уны ботап, һөйрәп тә, күтәреп тә ҡайтырлыҡ утын әҙерләп, көн кискә ауышҡас, ҡайтырға сыҡтым. Ҙур ғына ике түмәрҙе ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алғайным, ҡайтҡансы йән сыға яҙҙы. Асығып, арып ҡайтып инһәм, Искәндәр һуҙылып йоҡлап ята. Ашарға бешмәгән, исмаһам, картуф та әрсеп ҡуймаған. Алып ҡайтҡан утыны серей башлаған, яғырға эшкинмәгән ҡайын. Асыуымдан Искәндәрҙе туҡмай башлағайным, илаған тауышын ишетептер, ҡайҙандыр атай ҡайтып инде.
– Эй балаҡайҙарым, зинһар, мине ғәфү итегеҙ... – тип Искәндәрҙе ҡосаҡлап үҙе лә иларға тотондо. Әрләмәне лә, йыуатманы ла.
Иртәнсәк йоҡонан тороуға ул сәй ҡайнатҡайны. Тамаҡ туйҙырғас, ул көрәк менән бәләкәй күнәк алып, беҙҙе эйәртеп ошо шишмә янына алып килде. Юл ыңғайы ике имән үҫентеһе ҡаҙып алдыҡ. Килгәс, анау яҡ ситтәрәк шуларҙы ултырттыҡ. Искәндәр һыу ташып ҡойҙо, мин соҡор ҡаҙҙым. Аҙаҡ атай ҡаҡ ергә сүгәләне лә, беҙҙе янына ултыртты, иңебеҙҙе ҡосто. Бер аҙҙан:
– Улдарым, һеҙ ике бөртөк кенәһегеҙ. Ошо имәндәр кеүек бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, тормош юлын икәүләшеп бергә үтегеҙ. Яңғыҙ булһаң, ауыр ул. Яңғыҙ ағасты ел-дауылдар шартлап һындыра, юҡҡа сығара. Мин дә бына тыуған еремдән, туғандарымдан айырылғас, ауыр ҡайғы менән япа-яңғыҙ торҙом да ҡалдым. Үҙемә лә ауыр, һеҙҙе лә ҡарашырлыҡ кешеләрем юҡ, – тине. Шунан миңә айырым өндәште. – Азамат улым, һиңә Хоҙай Тәғәлә көстө лә, аҡылды ла юҡҡа бирмәгән. Ҡустың һинең яҡлауға мохтаж. Туғанлыҡ ул аҡса, мал, көс менән билдәләнмәй. Ҡан тартыуы, йән йылыһы – иң ҙур хис. Иртәгә нимә булырын белеп булмай, әгәр мин булмаһам, тормош юлын икегеҙ бер булып үтегеҙ. Шул саҡта беҙҙең күңел тыныс булыр...
Аҙаҡ юл төшкән һайын шишмә буйына килеп, имәндәрҙе ҡарап ҡайтыр булдыҡ – мал тапамағанмы, берегеп киткәндәрме? Икенсе йылына яҙ улар япраҡ ярып, ҡәҙимге теремекләнеп китте. Атай уларға шатланып бөтә алманы. Тик Искәндәр менән икебеҙҙең ара артыҡ яҡынайманы. Ул нисектер үҙ-үҙенә бикләнде, һөйләшмәҫ булды. Атай ҙа шәм кеүек һүнә барҙы. Вафатынан һуң ғына уның яман шеш менән ауырығанын белдем.
Беҙҙе балалар йортона урынлаштырҙылар. Мин тормошта уңыш ҡаҙаныу өсөн төплө белем алырға, аҡса тупларға кәрәк икәнен аңлағайным инде. Шуға ла интернат режимын еңел генә ҡабул иттем дә, тырышып уҡып киттем. Ҙурыраҡтарҙан туҡмалмаҫ өсөн характер күрһәтергә лә өйрәндем. Мәктәпте тамамлау менән әрме хеҙмәтенә барып ҡайттым, институтҡа уҡырға индем. Аҙаҡ әсәйең менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Ә бына Искәндәр... Балалар йортон бөтөнләй ҡабул итә алманы. Тәүҙә карауаттар йәнәш булды – төнө буйы илап сыға. Ә мин йыуатыр урынға киреһенсә асыуланам: иртәнсәк уҡырға торорға кәрәк, йоҡо туймай. Ҙур малайҙар бәйләнһә лә, ҡаршы һуғышып өйрән, тип яҡлашмайым. Ә ул ниңәлер бер ваҡытта ла ҡаршы ҡул күтәреү түгел, һүҙ ҙә әйтмәне. Бер нисә тапҡыр балалар йортонан ҡасып китте, табып килтерҙеләр. Аҙаҡ бөтөнләй аралашмаҫ булдыҡ. Бер үк интернатта йәшәп, аҙналап күрешмәй инек. Яңы килгәндәр беҙҙең туғандар икәнде лә белмәне.
Ауылдағы иҫке генә булһа ла йортобоҙ ултырғас, етем балаларға тейешле фатир беҙгә тәтемәне. Уҡырға ингәс, дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәй башланым. Ҡустымды эҙләргә тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Хәҙерге аҡылым булһа, уны табып, ошо ауылға алып ҡайтыр инем. Өйҙө бер аҙ ремонтлаһаҡ, йәшәрлек булыр ине. Сөнки ул ҡала шау-шыуын, режим менән йәшәүҙе, бер төрлө кейенеүҙе ҡабул итә алманы. Аҙ-маҙ ашарына, кейеренә ебәреп торһам, ошонда йәшәр, миңә лә ҡайтып йөрөр нигеҙ булыр ине. Тик ул саҡта үткәндәр менән хушлашырға ла, тиҙерәк яңы тормош башларға хыяллана инем. Мәктәпте тамамлағанға тиклем Искәндәр ҡасһа, табып алып ҡайта торҙолар. Аҙаҡ, мәктәпте тамамлап, үҙ яйына ҡалғас, асарбаҡ тормошо менән йәшәй башлаған, тинеләр. Һигеҙ йыл элек туңып үлгән, тип хәбәр иттеләр. Ауылға алып ҡайтып ерләү тураһында ла уйламағанмын. Ҡайҙалыр шундай кешеләрҙе күмгән зыяратта ята. Яҙмыш тарафынан да, минән дә йәберләнгән, ҡәҙерһеҙ кеше булған икән туғаным.
Атай менән әсәйҙең ҡәберенә таш ҡуйырға ҡайтҡанда ла ошонда килгәйнем. Теге имәндәр үҫеп китә алмаған – ҡороғандар. Хәс тә Искәндәр ҡустым кеүек юҡҡа сыҡтылар. Атай васыятын үтәй алманыҡ: бер-беребеҙгә тормошта терәк булманыҡ. Шөкөр, тормошомда матур күңелле әсәйең осраны, уға тиң булырға тырышып үҙем дә һәйбәт ир, атай булырға ынтылам. Ғорурлығым булған һеҙ – улдарым бар. Әммә минең сер бүлешерлек, ауыр саҡта ҡосағына һыйынып иларлыҡ туғаным юҡ. Ә тормошта шундай кешеләр кәрәк. Әгәр ҡуйған маҡсаттарыма ирешә алмаһам, яңылышлыҡ менән мине кәм күргән кешегә өйләнһәм, тормошом нисек булыр ине икән? Кем ярҙам итер ине лә, кем тура юлға баҫтырыр ине? Хатта ҡайтып йығылыр өйөм дә булмаҫ ине, сөнки йылдар буйы ул ҡарауһыҙ тороп юҡҡа сыҡты. Шуға ла һеҙҙең өс таған булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Бер туған булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙе өс төрлө итеп яралтҡан. Ринат ағайың йомшаҡ күңелле, әммә талантлы кеше. Илүс төптән уйлап, яйлап, әммә еренә еткереп эшләй. Ундайҙар ҙа көс ҡуллана белмәй. Ә һине тәбиғәт көс, характер менән бүләкләгән. Юҡҡа ғына әле үк ҡала чемпионы булып йөрөмәйһең бит. Тик ул көс менән үҙеңде генә түгел, туғандарыңды ла яҡла. Ҡурсалауың әле кәрәк, ә аҙаҡ, уларҙың яҡлар кешеһе барлығын белһәләр, йәберләүҙәр туҡтаясаҡ. Шуны ла онотма, бәлки 10 – 15 йылдан ағайың билдәле музыкант булып китһә, һин ултырырһың әле: “Минең туғаным ул!” – тип ҡыуанып, ғорурланып.
Азамат та, улы ла оҙаҡ ваҡыт шым ултырҙы. Улар ваҡыттың алға сапҡанын да һиҙмәне кеүек. Сынаяҡтағы сәйҙәре һыуынды, ел алдындағы ризыҡтарҙы ла киптерә башланы.
– Атай, ә ике имән урынына өсәүҙе ултыртһаҡ, үҫерҙәрме икән?
– Әлбиттә, улым. Әлбиттә. Ҡайтырбыҙ, ултыртырбыҙ...
– Бөтәбеҙ бергә ҡайтып, йәме.
– Ярай. Тыуған ауылымды ғаиләмә күрһәтергә кәрәк бит. Йыл һайын ҡайтып торорбоҙ...
Урал атаһына һыйыныбыраҡ ултырҙы.
Фото Лоон.сите сайтынан алынды