Шоңҡар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Ғинуар , 09:10

Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы

Айгиз Ғиззәт улын шатлығы менән уртаҡлашабыҙ, киләсәктә лә ижади ҡомар теләйбеҙ!

Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы
Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовҡа Алматы ҡалаһында "Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы" ("Почетный писатель Казахстана") исемен тапшырып, хөрмәт йөҙөнән сапан япҡандар. Был хаҡта Айгиз Ғиззәт улы үҙенең сәхифәһендә шатлығы менән уртаҡлаша.  "Әлбиттә, бындай иғтибар өсөн туғандаш халыҡҡа рәхмәтем ҙур.Ҡаҙағстанда ижадым ярайһы уҡ билдәле тип әйтә алам", - тигән яҙыусы. Ысынлап та Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын Ҡаҙағстанда беләләр, яратып уҡыйҙар, төрлө осрашыуҙарға саҡыралар. 

Мәҫәлән, "Ҡалдырма, әсәй!" китабы ҡаҙаҡса 10 тапҡыр,  "Әкиәтһеҙ бала саҡ" китабы  4 тапҡыр нәшер ителгән. Ә "Урам балалары", "Алдаҡсы", "Ҡошҡа әйләнермен мин" китаптары ҡаҙаҡ телендә донъя күргән. Бихисап әҫәрҙәре ҡаҙаҡ илендә рус телендә лә баҫылған.  Яҙыусының Ҡарағанды, Кокчетав, Тараз, Шымкент, Жетисай театрҙарында әҫәре буйынса спектаклдәр бара. Шулай итеп, йәш яҙыусының ҡаҙаҡ телендәге китаптарының дөйөм тиражы 100 000 ашып китә. Айгиз Ғиззәт улы бик күп ҡаҙаҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

Фото: Айгиз Баймөхәмәтовтың сәхифәһенән. 

 

Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы
Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы
Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы
Айгиз Баймөхәмәтов - Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: