Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Февраль , 16:40

Бер тамсы ҡан Хикәйә Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА

Мине ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. ВИЧ һәм бубон чумаһынан башҡа, бер диагноз өсөн дә артыҡ хафаланырға ярамай тип уйлаусылар ныҡ хаталаналар. С гепатитын юҡҡа ғына “яғымлы үлтереүсе” тип атамайҙар бит! Был үлемесле вирус, ғәҙәттә, ҡан аша күсә. Ни өсөн “яғымлы”? Сөнки ул кешене яйлап ҡына, аҫтыртын ғына үлтерә. Кеше һуңғы һулышына тиклем үҙен һап-һау икән тип ышанып йәшәй.

Бер тамсы ҡан   Хикәйә   Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА
Бер тамсы ҡан Хикәйә Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА

 

           Йома   көнө ине.  Ямғыр һибәләй. Мин, рюкзагымды ҡосаҡлап, башымды ҡырын һалып, иҫке трамвайҙың шығырлауы ыңғайына ойоп ултырам.  Динамик, танауы аша һөйләшкәндәгеләй тауыш сығарып: “Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла! Киләһе туҡталыш – “Автовокзал” тип хәбәр итте. Их, уға аденоидтарын киҫеп  алырлыҡ отоларинголог юҡ!

          Мин, йоҡомдо еңеп, һикереп торҙом:

  • Нисек “Автовокзал”?!

Эргәмдә ултырған шаҡмаҡлы, таушалған кепка кейгән егет:

  • Нисек, нисек? Ә  бына шулай!  - тип көлөмһөрәне. – Сөнки әле

генә “Туғыҙынсы ҡала дауаханаһы”   тигән туҡталыш булды.

           Мин ябыҡ  ишеккә ташландым. Әммә трамвай тиҙлеген арттырғандан арттыра ғына  барҙы. Минең боронғо механик сәғәтем  биш минуттан һигеҙ  тула икәнлеген күрһәтте.

          Ауыҙымдан йәнем көйгәндә әйтергә яратҡан: “Күҙемә арпа сыҡһын!” тигән һүҙҙәр атылып сыҡты.  Таро кәрттәрен һалмайынса ла, һуңлауым өсөн сираттағы  шелтәне аласағым  билдәле ине.  Үҙемдең тағы бер  хурлыҡлы һуңлауымды аҡларлыҡ сәбәп эҙләп, аҫҡы иренемде тешләнем... Хәйер,  табип антында бындай осраҡтар  күҙ уңында тотолмаған. Медицина университетының алтынсы курс студенттарының күмәкләшеп декан артынан: “...һәм, аҡ халаттың намыҫына тап төшөрмәҫ өсөн,  бер ҡасан да  һәм үҙемдән тормаған теләһә ниндәй шарттарҙа ла  иртәнге оператив кәңәшмәнең бер минутын да ҡалдырмаҫҡа!” тип ҡабатлауҙарын күҙ алдына килтергәйнем, ауыҙым үҙенән-үҙе  йырыла  башланы.

          Ун минуттан һуң, тотош кварталды үтеп, күреп ҡалмаһалар ярар ине тип өмөтләнеп, артҡы ишек аша тыуған дауаханамдың хирургия  корпусына йүгереп килеп керҙем. Һуңғы көсөмдән, саҡ тын алып, өсөнсө ҡатҡа  күтәрелдем дә, ординаторҙар бүлмәһенә барып керҙем. Бында бер кем дә юҡ. Был аңлашыла ла  – бөтәһе лә оперативкала. Шым ғына конференц-залға  йүнәлдем. Кәңәшмә тамамланып ҡына тора  Халыҡ, ашыҡмайынса ғына, коридорға сыға башланы.  Миңә хәҙер кешеләр араһына сумырға ла, үҙемде бында баштан уҡ булған  кеүек тоторға ғына ҡала.  Өҫтөңдә аҡ халат менән аҡ ҡалпаҡ булғас, һөнәрҙәштәреңдән әллә ни  айырылмайһың бит инде!

         - Арина, һин тағы ла йәшенмәк уйнайһыңмы? – тип, кемдер минең ҡабырғамды семтеп алды.

          Ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, боролоп ҡараным. Антон икән. Беҙ уның менән травматология һәм ортопедия буйынса  интернатураны бергә үтәбеҙ.  Бына кемгә цирк та кәрәкмәй!  Кем тураһында булһа ла теш ҡайраһа, уға шул етә.

  • Шулай булмай ни! – тип яуап бирҙем мин. – Ысын хирургтың

ярты сәғәт йоҡо өсөн кәңәшмәгә  һуңлау ғына түгел, хатта  кеше үлтерергә лә  әҙер икәнлеген белмәһеңме ни?

  • Алтын һүҙҙәр! Мин тотош тәүлек буйы аяғөҫтөмен. Тағы бер

сәғәттән  бер  кешене  үлтереү менән генә сикләнмәҫлек дәрәжәгә етермен тип ҡурҡам.

           Төнгө сменанан һуң йоҡоһо туймаған докторҙың  тағы ниндәй ҡот осҡос аҙымдарға барыу ихтималлығын белергә тура килмәне, сөнки тупаҫ рәүештә һүҙебеҙҙе  бүлдерҙеләр.

  • Бытылдыҡтар! Эшкә тотоноғоҙ!

Был беҙҙең  кураторыбыҙ.  Уҡытыуға бүленгән академик

сәғәттәрҙе уйһыҙ рәүештә теләһә нимәгә сарыф итмәһендәр тип хәүефләнә.

  • Ә Һеҙҙән, Аҡбарова, иҫемә төшөрөгөҙ әле – нисәнсе тапҡыр

инде, минеңсә –егерменселер, эшкә ваҡытында килеүегеҙҙе һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙең артына йәшеренмәүегеҙҙе үтенәм.

            Мин, ғәйепле ҡиәфәткә кереп, коридор буйлап ашыҡтым.  Тағы нимә эшләй ала инем һуң?

           Бына әле ординаторҙар бүлмәһендә өҫтәл артында  ултырам һәм, иҫнәй-иҫнәй, ауырыуҙарҙың хәлен күҙәтеү көндәлектәрен  тултырам. Бер сәғәттән һуң обход, артабан яраларҙы бәйләү, травмпунктта эшләү.  Күңелһеҙ. Көн һайын шулай.  Антондыҡы кеүек түгел. Ул бөгөн өс операцияла ассистент буласаҡ! Быға аптырайһы ла түгел – ул, нәҡ күләгә кеүек, бүлек мөдиренең  артынан эйәреп йөрөй бит, шуға күрә   иң ҡыҙыҡлы эш  уға эләгә лә инде.

           Минең асыҡтан-асыҡ көнсөл уйҙарымды  мөйөштәге шкаф артынан сыҡҡан оҙайлы йүтәлләү өҙҙө. Мин һиҫкәнеп киттем. Тағы шул Хафиз!  Йемендән килгән ординатор. Ҡара йөҙлө, әҙ һүҙле. Дөрөҫөн әйткәндә, күптәр уны яратып еткермәй. Бының сәбәбе расизмда ла, милләтселектә лә, уның мөкиббән китеп  исламға табыныуында ла түгел. Артыҡ тел барьеры ла юҡ. Русса ярайһы уҡ яҡшы һупалай.  Тик ул бик  ябыҡ кеше. Был ғына ла түгел. Уның күҙҙәрендә гел  ғәйепләү күренә. Ул, гүйә, әйләнә-тирәләге бөтә нимәне лә ғәйепләйҙер төҫлө.  Мәҫәлән, ир-егеттәр үҙҙәре генә ҡалғанда нимә  тураһында һөйләшәләр? Дөрөҫ, эш тураһында, бик булмаһа – ҡатын-ҡыҙҙар, эскелек, футбол, һис юғында – хоккей хаҡында. Хафиз был темаларҙың береһен дә ҡәтғи рәүештә  ҡабул итмәй.  Ул туйға тиклем енси мөнәсәбәттәр тураһында уйлау ҙа ҙур гөнаһ тип фекер йөрөтә. Ә үҙе егерме һигеҙ йәшен тултырған буйҙаҡ егет. Эйе-эйе, үҙе бик тә ғорурланып әйтеүенсә, ул – саф кеше һәм түҙемһеҙләнеп үҙе бер тапыр ҙа күрмәгән кәләше менән буласаҡ  никахын көтә. Был турала бер шаян егет: “Ғүмеренең өс өлөшөн үҙен тыйып йәшәгәс, кәләшенең дә сифаты иҫ киткес түгелдер инде, -  тип төртмә телләнә. -  Уның булыуы ғына мөһимдер”.  Эскелек – шайтан ҡотҡоһо, әлбиттә.  Хафиз өсөн  футбол менән хоккей ҙа азарт уйындарға тиң.   Кешенең үҙ диненә шул тиклем дә тоғро булыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә үҙ ҡараштарын  ныҡышмалы рәүештә  башҡаларҙыҡына ҡаршы ҡуйыуы уны әйләнә-тирәләгеләрҙән ситләтә һәм ул һис кенә лә “йыл кешеһе” булыуға дәғүә итә алмай.

           Шул уҡ ваҡытта күрше бүлексәлә Мәхмүт исемле ифрат һөйкөмлө, шаян ординатор, үҙенә күра “шоколад ҡуян” эшләй.  Әйткәндәй, ул да Йемендан һәм  тән тиреһенең төҫө лә, акцент менән һөйләшеүе лә уға бөтәбеҙҙең дә, айырыуса дауаханалағы гүзәл заттарҙың яратҡан кешеһе булырға ҡамасауламай.  Ул медицинаның кешенең шәхси  һөнәри сифаттарына, уның  расаһы һәм милләтенә ҡарағанда күпкә мөһимерәк булыуының миҫалы булып тора.

           Хафиз ауырыуҙарҙың тарихтарын ҡыштырлатыуын һәм йүтәлләүен дауам итте.  Мин ҡыҙа башланым.  Исмаһам бер ҡат файҙаланыла торған битлек кейһә булмаймы икән ни  һуң? Беҙҙә грипп эпидемияһы буйынса карантин бит! Уның сираттағы оҙайлы йүтәленән һуң мин түҙмәнем:

  • Берәй дарыу эсһәңсе! Юғиһә, биологик ҡорал кеүек,

дауахананың яртыһын аяҡтан йығыуың ихтимал бит! – тинем.

  • Эйе, сирләп киттем шул... Температурам күтәрелгәнен тоям,

башым ярылып килә һәм бөтөнләй хәлем юҡ, - тип яуап бирҙе ул, миңә  ялынып-ялбарған көсөктөкө кеүек ҡараштарын йүнәлтеп.

            Мин уны йәлләнем тип әйтә алмайым, тик ниңә уның үҙ хәлен миңә асыҡтан-асыҡ һөйләп ултырыуына ғына  ғәжәпләндем. Ғәҙәттә, унан бер-ике һүҙ ҙә тартып алып булмай бит. Ысынлап та, хәле бик мөшкөл шикелле.

  • Рөхсәт һора ла, ҡайт та кит! – тинем мин.

Миңә уның үҙенең башына  шул уй килмәүе сәйер тойолдо. 

Әллә уларҙың Йеменында  эштән китеү илгә хынат итеүгә бәрәбәр һәм бының өсөн кеше үлем язаһына хөкүм ителәме икән?

  • Булдыра алмайым, - тип, ул тағы ла миңә ялбарып ҡараны. –

Минең операция яһайһым бар.

  • Әлегә яһамай тор! Бындай хәлдә операция бүлмәһенә кереү –

үҙе үк енәйәт: унда ауырыуҙың яраһына маңҡаң ағып торор!

  • Сирлене алып килгәндәр инде!!!

Ә быныһы бик насар яңылыҡ. Сөнки, ябай тел менән әйткәндә,

ауырыу ҡатынды операцияға әҙерләгәндәр һәм уға  наркоз эшләгәндәр. Унда анестезиологтың түшәмгә һикерерҙәй булып йөрөгәнлеген күҙ алдына килтерҙем. Наркоздың йоғонтоһо үтеү ваҡыты яҡынлаша, ә хирург юҡ та юҡ!

  • Үҙеңде кемдер алмаштырыуын һора! Әмәлһеҙ хәл түгел бит!
  • Бер кем дә юҡ. Антон беренсе операция бүлмәһендә, Тимур

кемгәлер ярҙамға китте. Ә Костя бөгөн республика конференцияһында телмәр тота. Һәр кемдең үҙ планы. Бәлки, һин риза булырһың?

  • Ә һин быны нисек күҙ алдына килтерәһең? Ауырыуыңды

күргәнем дә юҡ, һинең уның менән нимә эшләргә йыйыныуыңды күҙ алдына ла килтерә алмайым...

  • Унда бер ниндәй ҙә ҡатмарлылыҡ юҡ! Йәше алтмыш биште

уҙып  киткән  ҡатын һигеҙ йыл элек терһәген  һындырған. Бөгөн уның тимер конструкцияһын   алып  ташларға ғына кәрәк! – тип ул мине өгөтләргә тотондо.

            Был юлы уның тауышы нәҡ һап-һау кешенеке кеүек сыҡты.

  • Ниңә ул шул тиклем һуң мөрәжәғәт иткән һуң? Һигеҙ йыл

буйы  нисектер ҡулындағы тимер менән йәшәгән бит! Хәҙер нимә булып киткән?

  • Һауа торошо үҙгәргәндә операция эшләнгән ҡулы һыҙлай

башлаған.

  • Иҫке яраһын ҡутарғандан һуң ҡулы ауыртмай башлар тип

уйлаймы икән? – тип әйтеп ҡуйҙым мин.

            Бәлки,  мин артабан да  оло йәштәге кешеләрҙең сәйер ҡылыҡтары ураһында тел сарлауымды дауам итер ҙә инем.  Ҡапыл телефон шылтыраны.  Трубканы алып, ғәҙәттәгесә: “Алло. Ординаторҙар бүлмәһе” тип әйтергә лә өлгөрмәнем, икенсе оста кемдеңдер,  ярһып: “Операция эшләргә травматолог булмағас, ни бысағыма операция бүлмәһенә заказ бирҙегеҙ? Наркоздың ваҡыты резина түгел, һуҙылмай!” тип ҡысҡырғаны ишетелде.

           Бына хәҙер беҙ ауыр хәлдә ҡалдыҡ! Операциялар  эшләү бүлексәһендә  анестезиологтарҙы асыуландырыуҙан да ҡурҡынысырағы юҡтыр ул.  Яҡын арала беҙҙең бүлексәгә алдан планлаштырылған операцияларҙы яһау ҙа мөмкин булмаясаҡ.  Ни өсөнмө? Сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, операция барышы күптәр фекеренсә, хирургтан түгел, ә тап анестезиологтан ҡала. Һәр операция алдынан пациенттың организмында бөтә күрһәтестәр ҙә нормала булһа, анестезиолг үҙенең  ризалығын бирә, ә киреһенсә булһа – бирмәй.  Анестезиологтарҙың ауырыуға наркоз эшләүҙән баш тартыуының сәбәптәре – тотош исемлек. Өҫтәүенә, был исемлек, геометрия прогрессияһындағы кеүек, оҙонайғандан оҙоная бара. Ауырыуҙың ҡапыл күтәрелеп киткән  ҡан баҫымынан алып, кардиограммаһындағы бәләкәй генә “тешкә” лә иғтибар иәләр. Йәнәһе былар – хәүефле  хәл, шуға күрә сирленең йөрәген ультратауыш  менән  тикшереү  уҙғаралар, уны  кардиологҡа консультацияға ебәрәләр һәм шул саҡта... бәлки... (һуңғы һүҙ айырым интонация менән әйтелә!) Ҡасан да булһа...

  • Етте, Хафиз! Ауыр хәлгә тарығанһың!

Был юлы мин уны ысынлап та йәлләнем.  Анестезиология һәм

реанимация бүлексәләре менән араны боҙорға ярамай! Быны дошманыңа ла күрһәтмәһен!

             Хафиздың  йөҙө һөт ҡушылған какао төҫөнә инде. Ҡара йөҙлө кешеләр шулай ҡыҙыҡ  итеп ағаралар икән.

  • Ярай улай булғас! Әйҙә, хәлде аңлат! Тик тиҙ генә!

Телемде кем тартҡандыр инде? Ул еңел һуланы һәм, мине

кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй, тәтелдәргә тотондо:

  • Һул терһәгенең быуынында элмәкле энә остеосинтезы. Әйтәм

бит, һис ҡыйынлығы ла юҡ!

            Мин коридор буйлап сабам, ә ул минең артымдан:

  • Һүрәттәрҙе унда ҡарарһың, ә ауырыу тарихы анестезиологта, -

тип  ҡысҡырыуын дауам итте.

            Аҡ төҫкә буялған ишектең өҫтөндә: “Шым булығыҙ! Операция бара!” тигән яҙыу эленгән.  “Эйе, бара шул! – тип уйлап ҡуям мин. – Хирургығыҙ юҡ бит! Бына ул! Абына-һөрөнә  йүгереп килә.” Аҫтараҡ: “Фәҡәт аҡ халат, ҡалпаҡ һәм битлек  кейгән медперсоналға ғына керергә рөхсәт ителә” тип яҙылып ҡуйылған. Ә минең  ҡалпағым да, битлегем дә юҡ! Әммә юҡ-барға иғтибар итергә ваҡытым да   юҡ!

           Бәләкәй генә бүлмәләге ултырғыста ҡыҫҡа еңле, киң муйынлы  эске күлдәк, резиналы ыштан, медицина битлеге һәм бахиланан  торған хирургия  комплекты ята. Тиҙ генә кейемемде алмаштырҙым  да, операция бүлмәһенә  барып керҙем.

          Стена эргәһендә  торған ике ҡоро ҡайнатыу шкафының береһе, тырышып-тырмашып ҡорамалдарҙы стерилләштереп, туҡтауһыҙ гөрһөлдәй, хатта көрһөнөп тә ала. Ҡасандыр кафель плиталар менән ҡапланған стеналар урыны-урыны менән сатнағандар, онталғандар һәм  шуны йәшереү өсөн аҡ төҫтәге майлы буяу менән буялып ҡуйылғандар.

         Ҡулдарҙы эшкәртергә кәрәк. Йылдар үтеү менән һарғайышып бөткән ике раковинаның береһенә яҡынлаштым. Икенсеһендә боҙоҡ крандан һыу тамып тора.  Иҙәндә күпме йыуһаң да бөтмәй торған тутлы таптар.  Ҡулымды ҙур ҡаты щетка  һәм ҡара төҫтәге хужалыҡ һабыны менән өс тапҡыр  - тәүҙә бармаҡтарымдан алып  терһәккә тиклем, шунан һуң бармаҡтарымдан алып беләгемдең уртаһына тиклем, ниһайәт, быуындарымды йыуҙым.  Ҡулдарҙы йыуғанда һыу  бармаҡтарҙан алып терһәктәр бөкләнгән тәңгәлгә ағып торорға тейеш. Киреһенсә ярамай!  Раковина түбәндә урынлашҡанға күрә, һабындың күбеген йыуып бөтөрөү уғата ҡыйын.  Нишләптер бөтә дауаханаларҙа ла раковиналар шулай түбән, иҙәнгә бик яҡын итеп  ҡуйылғандар.  Асептиканаң бөтә ҡағиҙәләрен дә үтәү өсөн,  нәҡ йога күнекмәләрендәге кеүек, быуындарҙы төрлөсә борғоларға, шул уҡ ваҡытта ирекһеҙҙән раковинаның ситенә тейеп китмәүҙе лә  хәстәрләргә кәрәк.

            Операция бүлмәһендә иғтибарҙы иң тәүҙә... Юҡ, операция өҫтәле түгел, ә тәҙрәләр йәлеп итә. Мәктәптәрҙәге спорт залдарындағы кеүек, өс ҙур тәҙрә – шулай уҡ яланғастар һәм күңелһеҙҙәр. Ағас рамдарҙың береһенең ярығына ренген һүрәттәре шәлкеме беркетелеп ҡуйылған.

            “Эйе. Белеп башҡарылған энәле-элмәкле остеосинтез” тип баһаланым мин коллегаларымдың элекке эшен.  Ябай итеп әйткәндә: терһәк һөйәгенең өҙөлгән һынығын, урынында торһон өсөн, нәҡ сөй менән ҡаҡҡан кеүек, ике энә менән беркеткәндәр, ышаныслыраҡ булһын өсөн, һигеҙ һанына оҡшатып, тимер сыбыҡтар менән уратып ҡуйғандар.

            Тимәк, минең алдымда ике бурыс тора: бер-бер артлы энәләрҙе тартып сығарырға, шунан тимер сыбыҡты һурып алырға. Һис тә ҡатмарлы түгел.  Минең фекерҙәремде ҡәнәғәтһеҙ яңғыраған бер ни тиклем  һаҡауыраҡ тауыш  бүлдерҙе:

  • Ә! Травматологтың беҙгә - халыҡҡа, йәғни, ябай кешеләргә

 килеүеме!

            Ғәҙәттә әйләнә-тирәлә нимәләр эшләнгәнен күрмәһен өсөн ауырыуҙың йөҙөн ҡаплай торған шаршау өҫтөндә анестезиолог  Аркадий Валентиновичтың йөҙө хасил булды.  Йөҙөн ҡалын битлек ҡаплағанлыҡтан ул үҙенең хис-тойғолар палитраһын мимикаһы менән күрһәтә алмай, шуға ла һәр һүҙен мөмкин тиклем ағыулыраҡ итеп әйтте. Минең тарбайған бармаҡтарыма бирсәткә кейҙереп торған шәфҡәт туташы һәм әлеге мәлдә артымда операция эшләгәндә кейелә торған халаттың билбауын бәйләп торған санитар ҡыҙ пырхылдашып көлөп ебәрҙеләр.  Мин асыулы ҡарашымды үҙемде рәнйеткән комментарий сығанағына төбәнем.

  • Туҡта әле, ә Хафиз ҡайҙа булды?

Аркадий Валентинович,  ысынлап та, аптырап   ҡалды

күрәһең.  Әле генә ниндәй ҙә булһа травматолог таптыралар ине, ә хәҙер килеп һайланған булалар! Ҡара һин уны! Ҡыҙыҡ,  уға минең ни ерем  оҡшамай икән? Йәшерен-батырыны юҡ – был минең йәнемә тейҙе.

  • Уның температураһы күтәрелде, - тип аңлаттым мин, теләр-

теләмәҫ кенә.

  • Ә, бөтәһе лә аңлашылды! Пациенттың С гепатиты менән

ауырығанлығы  асыҡланды,  был хәлдең Хафиздың һаулығына шулай  йоғонто яһар  тип    уйламағайным. Ай-яй-яй!

  • Ниндәй мәғәнәлә?

Мин һүҙҙең нимә хаҡында барғанлығын төшөнә башлағайным

инде, тик кешенең  шул тиклем дә мәкерле булыуына һис кенә лә ышанғым килмәне.

  • Ярты сәғәт элек кенә беҙҙең лабораториябыҙҙа бынан  ике

көн  элек  алып килә торған анализдарҙы эшләнеләр, - тип, тауышындағы сарказмды йәшермәйенсә, һөйләй башланы ул.  – Хафиз һап-һау ине. Ул  исмаһам бер тапҡыр ҙа  сөскөрмәне лә.

  • Танауыма хлоформ ҡаплағыҙ! – тип аптырауымдан

медиктарҙың һүгенеүен ҡабатланым мин.

            Бына ниңә ҡара йөҙлө ординатор бик хәбәрсән булып киткән икән! Хәйләкәр йылан! Тимәк, баштан уҡ минең кешелеклегемә иҫәп тотҡан, үҙен йәлләткеһе килгән (икеле иҫәп, әлбиттә, сөнки мин кәйефемә, йоҡом туйыу-туймауға ҡарап эш итәм).  Был йәһәттән уның теләге аҡланманы. Уның ҡарауы  миндәге бөтә интерндарҙа ла була торған  хирург “ҡысыныуын” оҫта файҙаланды ул.  Бер-ике йылдан һуң күберәк операция яһау  теләге  һүнер, әлбиттә. Ә хәҙер нимә эшләргә?!

           Мине ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. ВИЧ һәм бубон чумаһынан башҡа, бер диагноз өсөн дә артыҡ хафаланырға ярамай тип уйлаусылар ныҡ хаталаналар. С гепатитын юҡҡа ғына “яғымлы үлтереүсе” тип атамайҙар бит! Был үлемесле вирус, ғәҙәттә, ҡан аша күсә. Ни өсөн “яғымлы”? Сөнки ул кешене яйлап ҡына, аҫтыртын ғына үлтерә. Кеше һуңғы һулышына тиклем үҙен һап-һау икән тип ышанып йәшәй.

          Ә хәҙер ысынбарлыҡҡа ҡайтайыҡ. Мин бер минуттан һуң ике ҡулым менән шул яуыз вирус тулы ярала эшләргә тейешмен.  “Һеҙ бирсәткә кейгәнһегеҙ бит” ҡаршы килер берәй оптимист. Һис шикһеҙ, был бик файҙалы асыш, әммә үҙемдең әлегә бик бай булмаған тәжрибәм менән уртаҡлашам:  операция барышында осло энәләр йә һынған һөйәктәр  менән эш иткәндә  бирсәткәләр даими рәүештә тишелеп тә ҡуйыусан.

           Бер генә мәлдә мин хатта ҡурҡыуынан ҡото осҡан Хафизулланы аҡлай ҙа  башланым.  Хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйып  фекер йөрөткәндә, уның урынында мин нимә эшләр инем икән? Беренсенән, ошо бирсәткәләрҙе кейгәнгә тиклем пациенттың яман сирен белгән булһам, мин  был операция бүлмәһенә аяҡ та баҫмаҫ инем! Үҙемдең көсһөҙлөгөде күрһәтергә оялмайым. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, минең дә йәшәгем килә.  Әммә  күрә-белә тороп   башҡа кешене вирус йоҡтороу ихтималлығына дусар итеү? Бындай уй минең башыма ла килмәҫ ине, зат-зәүеремдәге өс быуын педагогтар миңә   һеңдергән  саманан тыш намыҫлылығым быға юл ҡуймаҫ ине!! Әммә пациент арҡаһында үҙ ғүмереңде хәүеф алдында ҡуйырға теләмәгәнеңде иң тәүҙә – үҙ-үҙеңә, аҙаҡ – бүтәндәргә  лә  асыҡтан-асыҡ әйтергә мөмкин бит!

             Ә был ауырыуҙың ғүмеренә,  әлегә йоҡо хәлендәге С гепатитынан башҡа,  бер нимә лә  хәүеф яһамай. Әйтәйек, уның ҡулындағы тимер конструкцияларҙы алып ташламанылар ҙа  ти. Ул нисек йәшәгән, шулай йәшәйәсәк Үлемесле вирус арҡаһында бауыры эшләмәй башлағанға тиклем. Бәлки,ҡулы уны юҡ-юҡ та борсор, ләкин ул  күптән алтмышты уҙған һәм уға нәфис гимнастика буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашырға кәрәкмәй. Операция яһалған ҡулы, тулыһынса хәрәкәтләнмәһә лә, көнкүрештәге эштәрҙе башҡарырлыҡ. Шау-шыу нимәнән килеп сыҡҡан һуң? 

             Хирург ваҡытында операциянан баш тартһа,   бер кем дә  уны ғәйепләргә уйламаҫ та ине.  Ә миңә хәҙер кем шулай эшләргә ҡамасаулай? Тальк һөртөлгән бирсәткәләрме? Эҙмә-эҙлекле бул: бармағыңды мылтыҡтың көбәгенә ҡуйғанһың икән – ат!  Пациентҡа наркоз  яһалғанға тиклем операциянан баш тартырға мөмкин һәм быны һәр кем аңлаясаҡ. Ә бына бөтә кеше алдында скальпелде ташлап операция бүлмәһенең ишеген шартлатып ябып сығып китеү үҙеңдең һөнәри бурысыңды үтәмәү тип ҡабул ителәсәк.

           Ысынлап та, операция бүлмәһенән ҡасып сығып китеү ҙур хурлыҡ бит!  Әгәр ҙә мин шулай итә ҡалһам, интерндарҙың әллә нисәмә быуыны был  хаҡта мәҙәк итеп һөйләп йөрөйәсәк!  Ниңә генә был операцияға тотонорға булдым икән?  Унан кешенең йәшәү-йәшәмәүе тормай бит! Юҡ, мин хаҡлы түгел, тора – минең үҙемдең ғүмерем был операцияның нисек тамамланыуына бәйле. Әгәр ҙә мин бер минуттан операция бүлмәһенән сығып китһәм, башҡа бер ҡасан да, бер кем дә миңә етди эш ҡушмаясаҡ. Бигерәк тә ошо клиникала. Үҙ-үҙемде һаҡлау инстинкты  эсемдән атылып сығып барһа ла, мин пациентҡа табан бер аҙым яһаным. Аяҡтарым, урта быуаттарҙағы ауыр бығауҙар менән  ҡоршалғандай, ҙур ҡыйынлыҡ менән хәрәкәтләнделәр. Әммә тыумыштан бирелгән үҙ һүҙлелегем һәм иҫәрлегем (һуңғыһы өҫтөнөрәк тип уйлайым) көслөрәк булып сыҡтылар. Ҡапыл “ултырып киткәндәй” тауышымды үҙем дә танымайынса:

  • Скальпель! – тип бойороҡ бирҙем.

Йөрәгем   һуғыуҙан туҡтағандай булды.  Ҡулыма талап

ителгән ҡорамалды тотторҙолар.  Алдан йод эретмәһе менән эшкәртелгән операция яһала торған урын   аҡ төҫтәге  стериль япмалар араһында ҙур   тап булып айырылып тора.  Мин, тын алыуымды ла туҡтатып,  ауырыуҙың тиреһен,   һаҡ ҡына итеп, түңәрәкләп ҡырҡып сыҡтым. Яра эсенән ҙур ҡан тасыһы килеп сыҡты. Был тамсы минең тормошомдоң аҫтын өҫкә әйләндереү ҡеүәһенә эйә ине. Артабан хиургия өлкәһендә  эшләмәүем, оҙайлы ауырыуға дусар булыуым, ғүмеремдең ситенә генә булһа ла йәбешеп ятыуым һәм, ахыр сиктә, сәскә атҡан йәшемдә үлеп ҡалыуым   ихтимал ине.

             Бер генә тамсы ҡан...  Мейемде, параноиктарҙы эҙәрлекләгән фекер кеүек: “Бер тамсы ҡан”, “Бер тамсы ҡан”,  “Бер тамсы ҡан” тигән һүҙҙәр бырауланы. Шул һүҙҙәр, түңәрәк эсендәге кеүек, әйләнгән һайын тиҙлектәрен арттырғандан-арттыра барып, йүгерҙеләр ҙә йүгерҙеләр.   Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, тотош кәүҙәм ҡатып ҡалғандай тойолдо һәм мин бер генә мәлгә ысынбарлыҡтан төшөп ҡалдым... Был хәлдән мине наркоз эшләү ҡорамалының шығырлауы сығарҙы.

             Үҙем дә һиҙмәйенсә, бер аҙым артҡа атланым. Ниңә операция бүлмәһендә   ҡәбер тынлығы урынлашҡан? Н өсөн  бында  бөтәһе лә миңә ҡарап торалар? Ниңә тап миңә? Ә, эйе... Мин – хирург. Бына шулай. Мин – хирург... Хирург... Башымдан хәүефле уйҙарҙы  ҡыуып сығарыу маҡсатынан, мантра кеүек, бер үк һүҙҙе ҡабатлайым да ҡабатлайым...

  • Туҡтағыҙ! – Аркадий Валентинович урынынан һикереп торҙо.

Был аҡылһыҙлыҡты туҡтатырлыҡ кеше табылдымы икән һуң?! Ул:

  • Докторға тағы бер ҡат бирсәткә кейҙерегеҙ! – тине лә  центнер

ярымлыҡ кәүҙәһе менән   өйөрөлөп торған креслоға сумды.

             Тәжрибәле шәфҡәт туташы шунда уҡ анестезиологтың бойороғон үтәне.  Латекс бармаҡтарымды ныҡ итеп һығып ҡуйҙы.  Артыҡ ныҡ шикелле.  Усымды тулыһынса асырлыҡ та түгел. Миңә әлегә  хис-тойғоларымды онотоп торорға кәрәк. Һүндереп торорға!  Ниһайәт:

  • Тампон! - тип әйтә алдым.

Яраны ҡоротоп,  энәләрҙең остарын таптым.  Улар һеңер

эсендә бик ныҡ төптә булып сыҡтылар. Шуға күрә миңә үҙемдең тойомлау һәләтемде файҙаланырға тура килде. Хәҙер уларҙы распатор тип аталған  ҡорамал менән йомшаҡ туҡымаларҙан айырырға ла,  ҡыпһыуыр менән тартып алырға кәрәк. Бер энәне, осонан киҫкен генә тартып, тимерҙе һөйәктән айырҙым. Булды. Тағы бер тапҡыр тартҡайным, энәнең икенсеһе лә килеп сыҡты.

             Шул тиклем ныҡ шатландым! Инде кәрәге ҡалмаған тимер-томорҙо аяҡ аҫтымдағы эмаль тазға ташланым. Тимер-томорҙоң зарланған төҫлө шығырлауы  ғына яңғыраны.

             Ә нимә? Тормош яйға һалына шикелле! Дәртләнеп, тимер сыбыҡ билдәләрен эҙләргә тотондом.  Һөйәктең шыма урынын, миллиметр артынан миллиметрҙы ҡапшап, һәрмәп сыҡтым. Ҡайҙа һуң ул? Ниһайәт, элмәктең ситен таптым шикелле...

             Эй! Ҡулыма артыҡ һылашып торған бирсәткә, нәҡ ҡыуыҡ кеүек, шартлап ярылды ла ҡуйҙы!  Шәфҡәт туташы минең ҡулыма ярарлығын тапмағандыр, күрәһең. Һул ҡулымды ҡарайым.  Ысынлап та, тыштағы бирсәткә тишелгән.  Ҙур бармаҡтың мендәре тәңгәлендә  генә.  Әммә эстәгеһе бөп-бөтөн! Ур-ра!

  • Эшләйбеҙ!

Был бойороҡто мин эргәмдәгеләргә түгел, ә нисектер үҙемде

ҡулға алыр өсөн, үҙемә бирҙем.

             Һәр элмәкте  бәләкәй ҡыпһыуыр ярҙамында киҫергә кәрәк. Киҫтем, тартып сығарҙым! Инде финиш һыҙығына сығабыҙ! Эй! Шулай булмай торһон әле! Иҫке тимер сыбыҡтың киҫәктәрен иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, көйәләнеп киттем. Ҡулымда элмәктең яртыһы ғына ине. Күрәһең, ҡалғаны эске һөйәк каналы эсендә һынып тороп ҡалған. Инде шуны эҙләргә кәрәк.

  • Беҙ күңелһеҙ хәлгә тарыныҡ шикелле!

Шулай итеп,  мин үҙемдең  кисерештәремде  операция

бригадаһының  бөтә ағзаларына ла белдерҙем..

           – Дөрөҫөн әйткәндә, операция яңылыш эшләнде! – тип, ҡулымдағы тимер киҫәген анестезиолог яғына ҡаратып һелккеләп алдым.

             Юҡҡа ғына шулай иттем. Анестезиолог былай ҙа сығырынан сығыу хәленә еткәйне. Һөйәкте күргәс тә ул, кетәгенән һикереп төшкән тауыҡ кеүек,ҡапыл урынына ырғып торҙо.

  • Етте, егеттәр! Бөтә нәмәне лә ташларға һәм китергә мөмкин.

Тегенәбеҙ!

             Йәнәһе, ул миңә операцияны тамамларға  һәм яраны тегеп ҡуйырға кәрәклегенә ишара яһай. Был хәл иткес ҡарар  бынан ун биш минут элек яңғыраһа, мин Аркадий Валентиновичты үҙемдең ҡотҡарыусым тип иҫәпләр инем һәм операция  бүлмәһенән пуля кеүек осоп сығып тайыр инем. Әммә ул үҙенең тәҡдимен һуңлап индерҙе.

            Үҙ-үҙемде еңеп,бик тә ҡатмарлы психологик әҙерлекте юҡҡа ғына үтмәнем бит инде мин! Йәҙрә реакцияһы кеүек, процесс урынынан ҡуҙғалғайны һәм кире боролмаҫлыҡ кимәлгә еткәйне.

  • Беҙ бирегеҙ! – тип ҡәтғи тауыш менән талап иттем мин.

Тимер ҡалдығын, һаҡ ҡына ҡыланып,  һөйәктең итенән

айырып   ала башланым. Көсөргәнешемдән танауымдың ситенә тир тамсылары  килеп сыҡты. Операция бүлмәһендәге тынлыҡты минең мышнауым ғына боҙҙо. Бөтәһе лә, нәҡ  гипноз хәлендәгеләй, минең ҡулдарыма ҡарап торалар ине.

             - Дуҫтар, йоҡламайбыҙ! – тип әйттем мин. – Бөгөн минән башҡа кем дә булһа эшләргә йыйынамы?

            Санитар  ҡыҙ шунда уҡ еүеш салфетка менән минең маңлайымды һөртөп алды, ә шфҡәт туташы еңелсә ҡан һырҡып торған яраны ҡоротто. Анестезиолог та, үҙ бурысын иҫенә төшөргәндәй, шприцҡа ниндәйҙер тамсылар тултырып, капельницаға өҫтәй башланы.

           Тағы бер минуттан һуң мин эҙләгәнемде таптым!  Энә осон ҡыҫтырғыс менән эләктереп  алдым да, тартып сығарырға маташам. Тик ҡыҫтырғыстың ситтәре, табышын ысҡырған ас  пиранья кеүек,  һутлы тауыш сығарып тороп,  ҡапыл ябылдылар ҙа ҡуйҙылар.  Иң ҡурҡынысы - шул уҡ мәлдә ауырыуҙың яраһындағы ҡан минең битемә сәсрәне!

  • Тубығымда артрит булһын! – тип һүгенеп ебәрҙем мин,

үҙемдең көсһөҙлөгөмдө  тойоп.

            Бөтәһе лә ҡатып ҡалдылар. Пациенттың ғүмеренә, элеккесә, хәүеф янамай, ә минекенә...  Кем белә! Бәләкәй гнә ҡан тамсыһы күҙемә эләкһә, ғүмерем буйы инфекционистарҙа дауаланырға тура киләсәк, ә ун йылдан һуң тормоштан ваз кисергә мәжүр буласаҡмын. Әммә мин был турала һуңыраҡ уйлармын. Бынан сыҡҡас, теләһә күпме ҡурҡырмын. Дөрөҫ, әлегә бынан сығыуыма ышаныуы ҡыйын. Сөнки негатив хис-тойғоларҙан арыған мейемә  мин бында әллә нисә сәғәт соҡонамдыр кеүек. Ә әлегә операцияны дауам итергә кәрәк.

            Ҡыҫтырғыс ярҙамында яланғас тимер сыбыҡты, күп йыллыҡ әсирлектән ҡотҡарып, үҙемә тартып алдым. Бына ул! Асыуымды тыя алмайынса, уны тазға ташланым. Тик ул минең бахилама барып төштө.

Бар көсөмдән аяғымлы һелккеләп:

  • Б-р-рр! – тип олоп ебәрҙем мин.

“Ҡара йоманың”  ысынлап та барлығына тамам ышандым...

  

* * *     

Хәлдән тайып ординатор бүлмәһендә  иҫке компьютерҙың

төймәләрен туҡылдатам. Аҡ экранда: “Операцияның протоколы” тигән яҙыу килеп сыға.  Бөгөн эшләгән бөтә нәмәне лә иҫкә төшөрөргә хәтеремә Хоҙай ярҙам бирһен инде!     

             Артымда:

  • Аҡбарова! Һинең сәйер холоҡло икәнлегеңде күптән

самалайым, әммә шул тиклем дә иҫәр икәнһең тип уйламағайным! – тигән ярһыу тауыш яңғыраны. – Һинең бөгөнгө ҡыланышыңды бер нисек итеп тә аңлатырлыҡ түгел бит!

             Унан:

  • Пациент үлеп ҡалдымы әллә? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә

ҡалдым.

             Күтәрелеп ҡарарға  баҙнат итмәйенсә генә, артыма боролдом.

  • Һүҙ уның үлеүе-үлмәүе хаҡында түгел! -  тип әйтеп

ысҡындырҙы куратор. -  Хафизды алмаштырырға ризалашҡанда нимә уйланың һин?

  • Бер нимә лә уйламаным, - тип ысынын һөйләп бирҙем мин. –

Анализ һөҙөмтәләре хаҡында бөтөнләй белмәгәйнем бит.

  • Шулай ҙа булһын ти! Ә ниңә, эштең нимә менән барып бөтөү

ихтималлығын аңлағас та, операция бүлмәһенән сығып китмәнең һуң? – тип Рудольф Мирон улы мине шелтәләүен дауам итте.

  • Нисектер уңайһыҙ булды бит, - тип аҡланырға маташтым

мин. - Кешеләр әҙерләнгән, анестезия ла эшләнгәйне.

  • Һин интерн түгел, ә кунсткамера мөғжизәһе! Ниңә уңайһыҙ

булһын ти! Һин үҙеңдең иҫәр башыңды ғына үгел, ә иң тәүҙә минекен хәүеф аҫтына ҡуйҙың.  Миңә шәхси һөнәри ҡәберлегем лә  еткән,  уҡыусыларымдыҡын да асырға теләгем юҡ! - Куратор үҙ-үҙен онотоп мине әрләүен дауам итте. – Һинең ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән әсәйеңдең ҡарғышы ла миңә һис кәрәк түгел! Үҙеңдең берҙән-бер, әле башланып ҡына торған ғүмереңде хәүеф алдына ҡуйырға ни хаҡың бар? Иң  тәүҙә бына шул хаҡта борсолорға кәрәк, ә әйләнә-тирәләгеләр алдында уңайлы булыу-булмау тураһында түгел!

            Бына һиңә  кәрәк булһа! Ваҡиғаларҙың бындай боролош алырын көтмәгәйнем. Рудольф Мирон улының минең ынтылыштарымды хуплағаны булғыланы, әммә   уның шул тиклем  дә енләнгәнем күргәнем юҡ ине әле. Асыулы телмәрҙе  артабан тыңлауҙан мине   кураторҙы  сираттағы консилиумға саҡырған телефон шылтырауы ҡотҡарҙы.

           Документты баҫып бөткәс, операция яһалған ҡатындың хәлен белергә тип,  палатаға йүнәлдем.  Ул аңында ине, эргәһендә  ҡулъяулығы менән үгеҙҙекеләй йыуан муйынын һөрткөләп, хәстәрлекле пеләш башлы ире өйөрөлә ине.

  • Хәйерле көн, хәлегеҙ нисек? – тип мөрәжәғәт иттем мин

пациентҡа.

  • Хәйерле... – ул шикләнеп мине баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. – Ә

Һеҙ кем булаһығыҙ? Яңы шәфҡәт туташымы?

  • Ни өсөн шәфҡәт туташы һуң? – уның һүҙҙәре минең ныҡ

йәнемә тейҙе. – Мин бөгөн Һеҙгә операция эшләнем һәм артабан  Һеҙҙең дауалаусы табибығыҙ буласаҡмын.

  • Нисек операция эшләнегеҙ?
  • Ҡәҙимгесә, - тип яуап бирҙем, уның һорауының мәғәнәһенә

төшөнөп етмәйенсә.  – Һеҙҙең тимер конструкцияларығыҙҙы алып ташланым.

  • Һин бында практика үтәһең бит! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул,

гүйә үҙенә операцияны урындағы торлаҡ-коммуналь  хужалыҡтың сантехнигы эшләгәндәй.

  • Бындай операцияны яһау һис тә ҡыйын түгел, - тип

һөйләй башланым мин һәм  туҡтап ҡалдым, сөнки бөгөн иртәнсәктән алып  хәл-ваҡиғалар мин күҙ алдына килтәргәндәгеләй килеп сыҡмай. – Һәм шуның өсөн...

             Ул тупаҫ рәүештә минең һүҙемде бүлдерҙе:

           - Мин операцияға үҙемдең ризалығымды бирмәгәйнем!

           Мин бөтөнләй юғалып ҡалдым:

  • Туҡтағыҙ әле, ауырыуығыҙ тарихында Һеҙҙең ҡултамғағыҙ тора

бит!

  • Ә уныһында Һеҙҙең эшегеҙ юҡ! Ҡултамғамды мин үҙемде сит

ил ординаторы операция яһаясаҡ тип ышандырғандары өсөн  генә ҡуйҙым!

           Ә, эш бына нимәлә икән! Әлбиттә, сит илдеке беҙҙекенән яҡшыраҡ, әйтәһе лә түгел... Ысынлап та, ҡайһы бер кешеләрҙең ауанлығына иҫең китерлек!

  • Ғәфү итегеҙ инде, мин белмәгәйнем, - тип әсе телләнергә

теләгәйнем дә, килеп сыҡманы.         

  • Белеп тороғоҙ, әгәр ҙә минең хәлем ҡатмарлашһа, мин Һеҙҙең

өҫтөгөҙҙән ялыу яҙасаҡмын!

  • Әлбиттә, быға һис шигем юҡ! – тип, ауыҙым эсендәге әсене

йотоп, палатанан сығып киттем.     

           Тиктәҫкә рәнйетелеүҙән күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты.  Үҙемде рәхәтләнеп әрләп һәм йәлләп алыр өсөн ҡайҙа ғына йәшенәйем икән? Ер убылып, шунда төшөп китһәм, шунан да яҡшыһы булмаҫ ине!

           Беренсе ҡаттағы күтәрмә аҫтына кереп китеүҙән дә яҡшыһын уйлап тапманым.  Подвалға  алып төшә торған саңлы  ишеккә  арҡамды терәп, тубыҡланып, үҙ-үҙемде битәрләргә генә йыйынғайным, баш өҫтөмдә кемдәрҙеңдер  аҙымдары һәм ҡысҡырып һөйләшкәндәре ишетелде:

  • Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен хәүеф алдына ҡуйып, беренсеһенән

алып һуңғыһына тиклем, Ҡөръәндең бөтә тәғлимәттәрен дә боҙҙоң һин!

            Ҡыҙып-ҡыҙып һөйләүенә һәм үҙенсәлекле акцентына  ҡарап,  тауыштың Мәхмүттеке икәнлеген аңланым.

  • Динһеҙҙәргә эйәреп, һин уларҙың бөтәһен дә боҙғанһың инде,

- тип ыҫылданы Хафизулла.

         - Үҙеңде ысын диндар кеше итеп күрһәткең киләме? Шуны бел: көнөнә бишәр тапҡыр намаҙ уҡыуың  да һинең ҡурҡаҡ күңелеңде бысраҡлығынан  таҙара алмаҫ!

           Был һүҙҙәрҙе иһә смена аҙағына конференциянан әйләнеп килеп өлгөргән Тимур әйтте.

         Артабан мин аңламаған ғәрәп һүҙҙәре яңғыраны. Бик ҡыҙып әйтелгәнлектәренә ҡарап, уларҙың һүгенеү икәнлеген аңғарырға мөмкин ине. Шунан һуң бер-ике тапҡыр кемгәлер һуғып ебәреүҙәре ишетеде.

  • Эй, егеттәр! Етте һеҙгә! Беҙ бит ҡул күтәреүһеҙ генә аңлашырға

тип килешкәйнек!

              Быныһы инде Костяның башланып торған һуғышты туҡтатырға маташыуы ине.

  • Һеҙ килешкәндә мин бармаҡтарымды арҡамда киҫештереп

тотоп торҙом! – тип, Тимур туҡтарға теләмәне.  - Хафиз өсөн тамуҡта айырым таба әҙерләнеп ҡуйылған  булыуында  һис шигем юҡ! Эйе, һеҙҙеңсә – ҡыҙған ҡаҙан!

  • Икенсе вариант яҡшыраҡ булыр, моғайын, - тип шаяртты

Мәхмүт. – Сөнки ул ышаныслыраҡ та, тәрәнерәк тә!

  • Егеттәр, был эште язаһыҙ ҡалдырырға ярамай!

 Ғәҙеллек  эҙләүҙә бер ваҡытта ла Тимурға еткән кеше юҡ.

  • Туҡағыҙ, әйҙәгеҙ, тыныс ҡына тәмәке тартып алайыҡ әле, бына

шунда...

Костяның тауышы миңә  яҡынлаша барҙы. Һәм беҙ дөм

ҡараңғыла бер-беребеҙгә танауҙарыбыҙ менән бәрелештек!

  • Ә-ә-ә... Бөтәгеҙгә лә сәләм! – тинем дә, тиҙ генә аптырашып

ҡалған хеҙмәттәштәрем эргәһенән үтеп киттем. 

Күтәрмәнең бер баҫҡысын үткәс, боролоп ҡараным. Егеттәрҙең

ҡараштары минең хәрәкәттәремде күҙәтеп торалар ине. Хафизулланың һөмһөрөһө ҡойолған йөҙөн күргәс, мин үҙ-үҙемде тыя алманым:

  • Беләһеңме нимә, Хафиз? Һинең игрек-хромосомаларың

(ирҙәрҙең енси хромосомалары)мутацияланһын! – тип әйтеп һалдым.

            Һәм, бер нимә лә булмағандай, үҙ юлымдан киттем.  Игрек-хромосомалар йөрөтөүселәрәгә  минең һүҙҙәремдең мәғәнәһе    бер нисә секундтан һуң  барып етте шикелле:  улар ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.

   

                              Һуңғы һүҙ

 

Бер айҙан һуң Хафизулла үҙенең йәш ҡатыны менән тыуған

иленә ҡайтып киттеләр. Уны шәхси клиникала эшләй һәм беҙҙең коллегаларыбыҙға ҡарағанда ун тапҡырға  күберәк эш хаҡы ала тип һөйләнеләр. Мин уға көнләшмәйем, сөнки  рухи ярлылығын  аҡса менән генә байытып булмай бит инде.

            Егеттәрҙең ҡалғандары үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләүҙәрен дауам итәләр. Әйткәндәй, ныҡлы кәүҙәле ҡара йөҙлө травматологты осратһағыҙ, ул шул Мәхмүт була инде. Ул беҙҙең бик һылыу ватандашыбыҙға өйләнде һәм ихлас күңеленән бындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Яңыраҡ Мәхмүт Хафизулланың дүрт ҡыҙы бар  һәм  ул, бисара,  минең шаярып үҙен ҡарғауым ғәмәлгә ашҡан һәм уның игрек-хромосомаларын ҡаплап ҡуйған икән тип уйлай ти. Кеше шул тиклем дә         юҡ-барға ышанып барыр икән...

Врез:  Айгөл Ғәәлиәкбәрованың “Бер тамсы ҡан” хикәйәһе Мәскәү медицина университетының сит ил студенттары  өсөн дәреслек итеп файҙаланыла.

Мәрйәм МӘХМҮТЙӘНОВА тәржемәһе 

 

    

  

 

 

 

 

 

  

Автор:
Читайте нас: