Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Февраль 2025, 08:01

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (2)

– Йәшәр йылдарыңды ташлама! Морат менән Мәҙинә, минең хаҡыма. Беҙ һине яратабыҙ. Мин яратам һине. Мине ташлама! Һин йүнәлергә тейеш – тейеш, – тине ул бышылдап ҡына.

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (2)Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (2)
Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (2)

2
 
 
 Вәхит

 

Вәхит ауылға ҡайтһа ла сығып йөрөмәне, ғүмерен хәрбиҙәр тормошона бағышланы. Хәкимйән, уның ҡайтҡанын ишетһә лә, барып күреүҙе йә саҡырыуҙы урынһыҙ тип уйланы. Нисек кенә уйлаһалар ҙа, уларҙың араһында Шәһиҙә тора ине. Күңелдәренең ҡайһылыр урынында ошо һын уларҙы эскерһеҙ ҡатнашырға ирек бирмәне, шикелле. Икеһе лә шулай уйланылар. Береһе һөйгәнен юғалтыуҙан, икенсеһе дуҫлыҡҡа хыянат итеүҙән ҡурҡтылармы, уныһын икеһенең береһе лә әйтә алмаҫ ине. Тик Шәһиҙә генә улар араһында ошондай һөйләшеү булғанын белмәне. Уның ошо ике ир уртаһы еткән класташының аралашыуын бик теләһә лә, ире Хәкимйәндең Вәхит тураһында һүҙ сыҡҡанда өндәшмәй ҡалыуында ниндәйҙер сер бар тип кенә уйланы һәм ошо ынтылыштан башҡа ҡыйыулыҡ күрһәтмәҫкә тырышты. Улар класташтар осрашыуына ла йөрөмәнеләр. Башҡалар сәбәбен һорай башлаһа,  һәр саҡ ваҡыт тығыҙлығына, бушай алмауҙарына  япһарҙылар, йә булмаһа, ҡайҙалыр барырға тура килгәнен еткерә торҙолар.

Шулай ҙа әле Вәхит, әсәһен ҡарарға кеше юҡ, ике туғаны ла эш урындарынан ҡайта алмайҙар тип, үҙе пенсияға сыҡҡас, күсенде лә ҡайтты. Ҡатыны Миңнур ҙа ҡаршы килмәне. Әсәләрен район үҙәгенә күсереп, ҙур ғына йорт та һатып алып, бына ике йыл инде ошонда йәшәйҙәр. Ауылдағы өйҙәрен дә һипләп ултыртып ҡуйҙылар. Йәйгелеккә ял итергә әллә ҡайҙа сығып та йөрөмәйҙәр, шунда ял итәләр, тәүге йылы ҡаҙҙар алып үҫтерҙеләр. Башҡортостандың төрлө төбәктәренә барып күреп, ял итеп тә ҡайтырға план ҡороп ҡуйҙылар. Шулай ике йылдан ашыу ике дуҫ осрашырға ынтылманылармы, әллә тура килмәнеме, үҙҙәре лә аңламанылар.

Вәхит ваҡыты менән хатта ҡыуанып та ҡуя. Уның күңел түрендә һаман да Шәһиҙә мөһим урында ине, шикелле. Уның уңыштарын күреп, үҙен бәхетле тип иҫәпләгән кеүек. Бына быйыл уға “Медицина хеҙмәткәре отличнигы” исеме  бирелеүгә лә бик шатланды. Дауахананың залында күргәс, “Ҡотлайым, класташ!” – тип, ҡулын ҡыҫып китеүенә лә үҙенсә бер ҡыуаныс кисерҙе. Ләкин үҙен тота белде. Ошонан артыҡ ул бер ниндәй ҙә осрашыу, һөйләшеү кеүек сәбәптәр эҙләмәне.

Әле Вәхит дауаханаға етеп барараҡ тағы ла телефонына күҙ һалды. Ҡатыны берәй хәбәр яҙмағанмы, әллә шылтыратып та машина тауышына  ишетелмәгәнме тип тә уйланы, ләкин бер нимә лә юҡ. Дауахананың өлкән хирургы уны, бик тиҙ килеп ет, тип саҡырыуына ла ул бер ни тиклем шөбһәләнеп алды. Әллә...

Юҡ, юҡ. Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ, тип күңелен йыуатты.

Ҡатыны Миңнурҙы ул хәрби врач булып практика үтергә барғанда күрҙе.  Ул ваҡытта бер төркөм ҡыҙҙар медицина хеҙмәткәре булып хеҙмәт итергә барғайнылар. Араларында ике башҡорт ҡыҙы бар, тип ишеткәйне етәксеһе хирург Шәйнуровтан. Практиканың икенсе көнөндә ул ашығып килеп ингән бер ҡыҙ менән ишек алдында бәрелештеләр. Бәрелештеләр... Вәхит шул минутта ул ҡыҙҙың ниндәйҙер һыҙаттарын Шәһиҙәгә оҡшатты ла шаяртып шул исем менән өндәште.

– Ипләп, Шәһиҙә. Бынауы әзмәүерҙәй ирҙе ишек менән бәрҙереп йығылта яҙҙығыҙ бит.

– Юҡ, яңылыштығыҙ. Мин Шәһиҙә түгел, Миңнур. Шәһиҙәгеҙ икенсе яҡталыр ул.

– Әәй, онотҡанмын, Миңнур бит әле исемегеҙ, – тине, бар ҡыйыулығын йыйып.

– Тик мин һеҙҙе күргәнем юҡ, тәүгә. Шулай булғас, исемем дә таныш түгел. Тағы бер ҡыҙығыҙ менән бутанығыҙ түгелме?

– Ә мин ҡыҙҙар менән шулай танышам. Исемең кем тип һорап булмай бит. Ҡыҙҙар шул ыңғай әллә нимә уйлай башлар, тием. Былай аңғармаҫтан исемен әйтә. Унан инде икенсегә исеме менән өндәшеп, яҡшы таныштарға әйләнәң бит инде, – тине.

– Улай булғас, һеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙың был нисәнсеһе икән, тип уйлай тороғоҙ, мин кисә отравление алған егеттәрҙең хәлен тикшереп киләйем. Ошонда осрашырбыҙ, – тип шаяртты.

Бына шунда улар Миңнурҙың институтын    бөтөүгә, Вәхиттең хәрби хеҙмәтен тамамлауға өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Вәхит уны бик ныҡ яраттым тип тә әйтә алмай. Тик йөҙөндәге Шәһиҙәһен хәтерләткән ике сикәһенең соҡорланып, көлгәндә мөләйем итеп тороуы уны арбаны. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар, башҡа төрлө матурлыҡ булмаһа ла, уны мөләйем күрһәтә, тип уйланы. Миңнур иһә артыҡ әһәмиәт бирмәй.

– Әсәйем гел генә: “Һине икебеҙ ҙә бер юлы ярата инек. Хоҙай шуға, һинең сикәләрең беҙ үпкән һайын һалпайып китмәһен тип, соҡорайтып ҡуйған”, – ти торғайны, – тип яуаплай.

Миңнур яраттыра белде. Бер ваҡытта ла турһайып, үпкәләп, әллә нимәләргә дәғүәләр итеп йөрөмәне. Һәр саҡ асыҡ сырайлы, мөләйем, ихлас булыуы менән Вәхиткә Шәһиҙәһен һағынып, уйланырға ваҡыт ҡалдырманы. Яратаһыңмы тип һораусы булһа ла, аныҡ ҡына эйе тип әйтә алмаһа ла, унһыҙ бер көндө лә күҙ алдына килтерә алмай. Әле бына командировкаға китеп байтаҡ булғайны, һағынып бер булды. Балаларынан бигерәк үҙе һағыныуын аңланы. Әле лә дауахана тупһаһына менгәс, ҡаршыһына уҡ килеп сыҡҡан хирург коллегаһы Әсҡәт Мирасовичҡа аптырап ҡараны. Уныһы ҡаршы уҡ килеп:

– Вәхит Вәдүтович, зинһар, үҙегеҙҙе ҡулға алырға тырышығыҙ. Беҙҙең эшкә күптәрҙең һаулығы бәйле, – тине.

– Нисек, әллә Миңнур ҙа бармы? Тел төбөңдән шул аңлашылған кеүек.

– Эйе. Тик уға операцияны һин яһамайһың. Допускать итмәйем. Был операцияла, судтағыса әйткәндә, туғандың булыуы кәрәкмәй. Бүлек етәксеһе Салауат Сафич та шулай тине. Һеҙ переживаниеға бирелерһегеҙ. Ошибка. Нейрохирург саҡырттыҡ. Өфөнән сыҡтылар. Хәҙер килеп етәләр. Һеҙгә бер йәш егет тура килә. Ул да бик ауыр хәлдә. Тик ул һеҙҙең йүнәлештәге яралар менән. Кем әле фамилияһы. Хәҙер, – тип ҡағыҙҙарын ҡараны. – Яналин Әбүзәр Хәкимйәнович. Ун һигеҙ йәш.

Вәхит уның һөйләгәненән бер нимә лә аңламаны. Ул Миңнурының исемен ишетеү менән, ҡолағы шаулап, томаланған кеүек булыуын аңланы.

– Вәхит Вәдүтович, мине ишеттегеҙме? Аңланығыҙмы? Һеҙгә бер ассистент, ике операционный медсестра. Икеһе лә тәжрибәле. 2-се дауахананан ебәрҙеләр. Анестезиолог урынында, – тине лә, тупһала уҡ бар күрһәтмәләрен бирер өсөн врачтарҙы ҡаршы алып тороуы аңлашылды. Һеҙҙең менән эш бөттө тигән шикелле, ситкәрәк китеп баҫты.

Вәхит нимә уйларға ла белмәй, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тулҡынланыуһыҙ операция яһай алмаясағын аңланы.

Ул көндөҙ ҙә, төнөн дә  аяҡ өҫтө операция өҫтәле янында  булды. Тик таңға ғына ҡатыны Миңнур ятҡан реанимация палатаһына инде. Миңнуры бөтә ере бинтлы булып, үҙе комала ята.

– Ул һеҙҙе ишетмәйәсәк, борсомағыҙ инде, – тип инәлеп тигәндәй бышылданы шәфҡәт туташы.

Вәхит себен ҡыуған кеүек  хәрәкәт яһаны ла инеп китте. Килеп ултырғыс алды ла ҡатынының ҡулын ҡулына алды. Уның ҡул һыртын үбеп, устарын һыйпаны.

– Йәшәр йылдарыңды ташлама! Морат менән Мәҙинә, минең хаҡыма. Беҙ һине яратабыҙ. Мин яратам һине. Мине ташлама! Һин йүнәлергә тейеш – тейеш, – тине ул бышылдап ҡына.

Миңнурға тоташтырылған медицина аппараттарының төҙөклөгөн тағы бер ҡарап сыҡты ла нейрохирургка китте. Нейрохирург уның һорауҙарына бары:

– Һеҙ үҙегеҙ хирург, улай ғына түгел – һеҙ медицина аллаһы. Барыһын да беләһегеҙ. Күңел йыуатырлыҡ һүҙ көтөп ингәнһегеҙҙер. Һәр нәмәгә һалҡын ҡанлы, реаль күҙлектән ҡарайыҡ. Дөрөҫ, йөрәк бар, тиерһегеҙ. Быны ла инҡар итеп булмай. Яҡшыға өмөт итәбеҙ. Гиппократ антын боҙманыҡ. Әлегә бер үлем булыуы ихтимал, иҫенә килмәй һаман. Йәш бала, дүрт йәш, ике кеше ауыр хәлдә. Ике кеше комала, уларға ла өмөт итәбеҙ. Ниндәйҙер осложнение килеп сыҡмаһа. Бөтәһе ун ете кеше. Водитель менән дүрт кешегә генә психолог ярҙамы кәрәк. Ҡатынығыҙға килгәндә, ул быға тиклем бер ҙә ауырымаған, организмы таҙа. Шуға күрә Вәхит Вәдүтович, өмөт, өмөт... Теләгән ваҡытта янына инеп һөйләшеп сығығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ҡолағы һиҙгер була. Ваҡытын үҙегеҙ беләһегеҙ. Врач врачҡа өйрәтмәҫ инде.

Вәхит ҡайтырға тип иртәнсәк, балаларын йыуатырға, әсәһен күрергә тип сығыуға, залда күҙҙәре шешенгәнсе илаған Шәһиҙәне күрҙе. Бына бит, ҡайҙа һәм нисек осрашалар...

    – Шәһиҙә?!

– Эйе, мин. Вәхит, минең улымды, зинһар, һауыҡтырығыҙ! Ул да ошо автобус менән ҡайтырға сыҡҡайны. Әгәр уның менән берәй нәмә булһа, мин  йәшәй алмам. Мин уны йәнемде биреп тигәндәй таптым. Башҡа балабыҙ юҡ. Ул – минең йәнем, – тип, Вәхиттең күкрәгенә башын һалып илай башланы.

– Шәһиҙә, борсолма, хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Әле генә Өфө врачтары ла шул турала белдерҙеләр, – тине, тик үҙенең дә ҡатыны комала ятыуын әйтмәне.

Ошо ваҡытта ишектән ярһып инергә ынтылған ҡәйнәһе күренде, тик уны шәфҡәт туташы ингән ерҙә нимәлер һорап тотҡарланы.

– Хәкимйән ҡан биргәйне кисә, бөгөн тағы, көсләшеп, ҡан бирәм тип, лабораторияға китте. Кисә алғас, бөгөн алмайҙар, тип торам, тыңламай.

Вәхит лабораториялағы ҡыҙҙарға шылтыратып алды. Улар уға:

– Беҙ унан анализға алған кеүек кенә алдыҡ та әле тынысландырыу өсөн укол һалдыҡ. Кисәге исемлектә ул бар бит. Улым өсөн тип тик тора, – тинеләр.

– Ярай, Шәһиҙә, мин кисәнән өйгә ҡайтмағанмын, балалар ҙа көтә торғандыр. Улыңды килгәс тә инеп ҡарармын, бөтөрөнмә. Операцияны мин яһаным, – тип, китергә ашыҡты.

Ишек төбөндә ярһып-ярһып, шәфҡәт туташына ниҙер аңлатып торған ҡәйнәһе, Вәхитте күргәс, артына боролоп ҡарай-ҡарай сығырға ыңғайланы. Башын эйеп, ауыр уйҙарға бирелгән Вәхит уны күрмәне.

Ауыр хәлдәгеләр араһында Шәһиҙәнең дә улы бар шул. Тимәк, хәҙер ул ике кеше өсөн үҙен яуаплы тойғандай булды. Өйҙә уны балалары менән әсәһе тилмереп көтә торғандыр инде. Уларға бар дөрөҫлөктө аҡтарып асмаҫ. Ҡайтып еткәнсе шул турала уйлап ҡайтты. Нисек итеп әйтергә, ә ҡайтҡас бары:

– Миңнур яраланған, операция яһаныҡ, берәй аҙна янына инергә ярамай, – тип башта әсәһенә ярты алдаштырыңҡырап әйтте.

Тамағына ашаны ла тағы дауаханаға ашыҡты. Ярай әле балалары өйҙә булманы, тип күңелен тынысландырырға тырышты. Хәҙер ул Шәһиҙә өсөн дә, Миңнур өсөн дә үҙен яуаплы тойғандай булды. Тура ҡатынының палатаһына инде.

– Миңнур, мин килдем. Балалар һине һағынғандар, – тип тағы ла хәйлә менән башланы, уйланып ултырҙы ла ипләп кенә, – мин һине яратам, Миңнур. Ташлама мине, балаларҙы ташлама. Хәтерләйһеңме, беҙ нисек танышҡанды. Әле шуны уйланым. Һин бит миңә ҡыйыулыҡ биреп тороусы бер алиһәм, ташлама! Һинһеҙ мин йәшәй алмам. Теге ваҡыт мин һине күргән минуттан үҙгәрҙем: уйҙарым, тормошҡа, кешеләргә ҡарашым, алдыма алған маҡсаттарым менән үҙгәрҙемме, үҙгәрергә тырыштыммы, хатта әйтә лә алмайым. Һине күргәнгә тиклем мин хыялый кеүек инем бит. Шул йәшемә етһәм дә, дуҫлашҡан ҡыҙым булманы. Уны мин һиңә һөйләмәнем. Көлөрһөң тип уйланым. Әле һин ишетәһең. Мин беләм. Аҙаҡ миңә һөйләп көлөрһөң әле. Һин бит – минең туң күңелемде иретеүсе ҡояшым. Китмә. Китергә  уйлама ла. Китһәң, мине лә ал... Китһәң, мин һине кисерә алмам. Китмә, һөйөклөм, мин һинһеҙ йәшәй алмам. Нисә йылдар яратам тип әйтергә баҙнат итмәй йәшәнем. Яратам, яратам һине, Миңнур! – Ҡапыл күкрәгенә ятып һулҡылдап тороп иланы ла күҙҙәрен һөрттө: – Класташым Хәкимйән менән Шәһиҙәнең дә улы ауыр хәлдә ята, шуның хәлен белеп киләм. Көтөп кенә ят, – тине лә, ашығып палатанан сығып китте.

Бына ул Шәһиҙәнең улы ятҡан палатала. Егет, ул инеү менән, күҙҙәрен асып ҡараны. Шәһиҙәнең күҙҙәре. Хатта төҫө менән дә Шәһиҙә ята ине. Ул бер килке таныш йөҙҙән, беренсе мөхәббәтенең таныш һыҙаттарын тапты ла айырыла алмай ҡарап торҙо. Егет тә уға ҡарап тын ғына ятты, унан ҡапыл ҡулын күтәрергә уйланы, тик Вәхит алдан өлөгөрөп ҡулын тотто.

– Һиңә, егет кеше,   хәрәкәтләнергә  ярамай. Тәнегеҙ һөйәктәре бер нисә урындан һынған, әле күтәргән ҡулығыҙ ҙа ике урындан һынған. Ҡабырғағыҙ ҙа һынып, эске органдарҙы зарарлаған. Һин автобуста уң яҡта булғанһыңдыр. Ул яҡтағыларҙың тән яралары алғандар күп. Һиңә лә ҡатмарлы операция яһалды. Атайың ике көн һиңә ҡан бирҙе. Бер үк врачтың ғына түгел, шәфҡәт туташтарының да күрһәтмәләрен үтәһәгеҙ, тиҙ төҙәлерһегеҙ. Шунһыҙ булмай. – Егет нимәлер әйтергә уйлағайны, туҡтатып – һөйләшергә лә ярамай. Бына шулай килгән кешеләрҙе күҙ менән ҡаршылап, күҙ менән оҙатып торһағыҙ, бер егерме көндән аяҡҡа баҫырһығыҙ, бәлки, оҙағыраҡ та булыр, сабыр итергә тура килер.

Палатанан ҡаршылыҡлы уйҙар менән сыҡты. Бында уның  үҙен белгәндән алып яратҡанының улы, ә тегендә уны өнһөҙ-һүҙһеҙ ғүмер буйына уны яратырға, уның күләгәһе булырға әҙер булған, артығынан тыш ихтирам иткән кешеһе ята. Икеһе лә уның өсөн ҡәҙерле. Яратҡанының улын төҙәлергә булышлыҡ итмәһә, ул үҙенең күңел түрендә урын алған һөйгәненә хыянат итеү була, ә тегендә ятҡан, уның яҙмышын уртаҡлашҡан, уның өсөн балалар үҫтергән, уның тормошон үҙенеке иткән Миңнурының терелеүенә бар белемен һалмаһа, ул балаларының бәхетенә аяҡ салыусы булып ҡаласаҡ, тип уйланы. Ул был ике кешенең ғүмерен яратҡан, яратмаған, һөйгән, һөймәгән тигән ҡәтғилек тыуҙырыусы үлсәүҙәргә һалырға хаҡы юҡ. Ул медицина әһелдәренең антына тоғро ҡалырға тейеш. Үткәндәрҙе кире ҡайтарып, күңел яраларын шулар ярҙамында төҙәтеү мөмкин түгел. Күңел яраларын бары ҡылған ҡылыҡтарың менән ваҡыт ҡына дауалай ала, тигән уйҙар менән Миңнурының янына ашыҡты.

Юл фажиғәһенә осрағандарға ярҙам менән ауыр ике тәүлек үтеп китте.

Дауахананың баш врачы уға ҡатыны янында булыр өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.

– Вәхит Вәдүтович, һеҙгә мин ҡатынығыҙ янында булыу өсөн бер аҙна ваҡыт бирәм. Мөһим операцияларға ғына һеҙҙе саҡырырбыҙ. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер шәфҡәт туташы ла беркеткәнбеҙ. Ул бик тәжрибәле. Кәрәк саҡта ул һеҙҙе алмаштыра алыр.

– Кемде инде?

– Ләйсән Даяновнаны. Ни тиһәң дә, ул операционныйҙа оҙаҡ  эшләгән кеше. Бик тәжрибәле.

– Яҡшы. Мин ҡайтып өйҙәгеләрҙе тағы бер тынысландырып киләйем. Әсәй менән ҡәйнәм бик борсола.

– Ярай, ярай. Ҡәйнәгеҙҙе әйтә алмайым, тик ҡайнығыҙ бик шумный кеше икән.

– Шулайыраҡ шул. Пенсияға сыҡҡансы етәксе булып эшләгән бит ул.

– Күренеп тора. Әллә нисә инеп сыҡты. Бойорорға ярата.

– Шулай инде. Былай үҙе тиҙ генә отходчивый.

– Уныһы ла дөрөҫ. Үҙенә ҡулайлашып һөйләшкәнде лә үҙ итеңкерәй.

   – Между прочим, беҙ үҙебеҙ, подчиненныйҙар, етәкселәрҙе шулай өйрәтәбеҙ ҙә инде.

   – Уныһы ла дөрөҫ. Был минең огородҡа камень, – тип көлөп ебәрҙе, – былай мин ғәҙел бәхәс булһа, бер ҡаршылығым да юҡ. Унан яраҡлашырға тырышып һөйләшкәндәрҙе лә бигүк өнәп тә бөтмәйем. Кеше хәленә инергә тырышам инде. Былай оҙаҡ та эшләгән юҡ әле. Һеҙ эшкә килгәндә, мин тик эште ошо вазифала башлап ҡына тора инем.

– Ярай, рәхмәт, мин ҡайтып ҡына киләйем әле, – тип һүҙҙе тамамларға ашыҡты.

– Ярай, ярай, ҡайтығыҙ, атыу күп һүҙ китапҡа яҡшы тигән кеүек һөйләшеп ташланыҡ.

     Вәхит шәп-шәп атлап ҡатыны ятҡан палатаның ишеген асты, унда Ләйсән Даяновна Миңнур янында ултыра ине. Ишек тауышына боролоп ҡараны.

– Мин ҡайтып киләм, Ләйсән Даяновна, Миңнур – һеҙҙең ҡарамаҡҡа.

Юл буйына ул күңеле менән күҙ алдында ике кеше портретын ҡараған кеше кеүек уйҙарға бирелде. Миңнур, Шәһиҙә... Шәһиҙә, Миңнур...

     Юл ҡыҫҡа булдымы, әллә уйы оҙон булдымы, ул бер ниндәй ҙә һығымтаға килә алмай, “эйе, улар миңә икеһе лә яҡын, икеһе лә ҡәҙерле”, тигән уйҙар менән машинаһын бикләп, ихатаһына йүнәлде. Шул ваҡыт ул бик йылы булғандай тойоп, башта артына, аҙаҡ күк йөҙөнә ҡараны. Бына бит марттың һуңғы көнө кисә ҡыш менән алышып, еңеүҙе үҙ ҡулына төшөрөп, ҡояшты әсирлектән алып сыҡҡан. Яҙ, яҙ инде ул, тип уйлап ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫлыҡ дәрт менән егеттәрсә, ике баҫыр урынға бер баҫып, ишекте асып өйөнә атылды.

     Өйҙә әсәһе уның яратҡан бишбармаҡ ашын бешереп көтә ине. Балалар әле һаман мәктәптә. Әсәһе өҫтәлгә табын әҙерләгән ыңғайы:

    – Шунан килендең хәле нисек?  Кисә иртәнсәк бер ни ҙә әйтмәй ашыҡҡас, бик ҡурҡып ҡалғайным.

– Әсәй, киленеңдең хәле ауыр, тик өмөт итәйек, әле ул комала. Балаларға дөрөҫөн әйтмә, арыулана тиген. Берәй ун көндән уларҙы алып барырмын.

– Ҡәйнәң килгән ине, бик сарғайлана, беләһең бит инде.

– Эйе шул. Ҡайным да тегендә үҙен танытып өлгөргән әле. Ярай, иғтибар итмәйек, балаһы бит.

– Шулай шул. Бына яратҡан ашыңды бешерҙем. Ауылдан Шәһиҙәнең, ана теге класташыңдың, әсәһен күрҙем магазинда. Ул да сирләңкерәп йөрөй икән. Йәшәргә Шәһиҙәләр үҙ янына алғандар. Йүнәлгәс, ҡайтырға уйлай. Уның да ейәне ауыр хәлдә, ти. Шәһиҙә Хәкимйән менән балнистан ҡайтҡандары юҡ икән. Дуҫтарың бит, ярҙам ит.

– Әсәй, был беҙҙең бурыс. Был урын блат менән нимәлер ала торған урын түгел. Мин уға операция эшләнем. Уның хәле яҡышырыр, ә бына...

– Киленең тиһеңме. Ул да һинең бурысың. Минең ҡыҙымдай күргән киленемдең ғүмере өсөн тырыш. Бар белемеңде һал. Кәрәк икән, бар көслө выраштарға башың эй, тик ул мине ташламаһын. Рәнйермен.

Шул ваҡыт һөйләшә-һөйләшә Морат менән Мәҙинә килеп инде.

– Урра!  Атай ҡайтҡан. Әсәй нисек? Йүнәләме. Ҡасан ҡайта?

– Йүнәлә, операция яһаныҡ, шулай булғас, берәр ай көтөрһөгөҙ инде.

– Беҙ ҡасан барып күрәбеҙ?

– Берәй ун көндән булыр ул.

– Оҙааҡ. Минең хәҙер күргем килде, – тип шыңшып иларға әҙерләнде Мәҙинәһе.

     – Оҙаҡ түгел, бәләкәсем, бына ике көнө үтеп тә бара бит. Тиҙ генә һигеҙ көнө лә үтә ул. Бына был аҙна уҡып, ике көн ял итһәгеҙ, тағы бер көн уҡыһағыҙ, – тип ейәнсәрен йыуата башланы өләсәһе Гөлъямал әбей.

– Әбәә, ул барыбер оҙааҡ, – тип, һүҙгә ҡушылды Морат.

    – Морат, һин ҙурһың бит инде, сабыр тигән нәмәне беләһең бит.

– Сабыр төбө һары алтын тиһеңме? Ну мин бит һағындым, тегендә, – бармағы менән ҡайҙалыр төртөп, – егерме көн йөрөнө. Нимәлер уҡырға ебәрҙеләр, тине. Хәҙер тағын ун, – тине, ул да иларға етешеп.

– Ярай, ярай, мин һеҙҙе йәшереп кенә күрһәтермен, тик ул һөйләшмәй, ҡысҡырып һөйләшергә ярамай. Ҙур врачҡа күренмәй генә бер минут булырһығыҙ, – тип йыуатты Вәхит балаларын.

Балалары өҫтәл артына ашарға ултырғас, ул тынысланып, дауаханаға китер өсөн һәр береһенең сикәләренән үбеп, хушлашып сығып китте. Ишек тә уның артынан, илаған кеүек тауыш сығарып, шығырлап ябылды. Быға иғтибар иткән Гөлъямал әбей, ниҙер һиҙенгәндәй,  ултырып уҡынып алды.

Был минутта балаларына, әсәһенә әйткән һүҙҙәренә үҙе лә ышанмайыраҡ уйға тарып, Вәхит дауахана тупһаһында тора ине. Кейемдәрен ишек төбөндәге йыйыштырыусыға ташлап, икенсе ҡаттағы реанимация бүлегенә атылды. Әйтерһең, ул юҡта ҡатыны менән ниҙер булған. Килеп инде лә Ләйсәнгә лә иғтибар итмәй, ҡатыны эргәһенә килеп, уның ҡулын ҡулдарына алды.

– Ҡәҙерлем, мин был юлы оҙағыраҡ булдым. Балаларҙың мәктәптән ҡайтҡанын көттөм. Улар һине һағынған. Көтәләр. Ҡәйнәң дә һағынған. Ҡыҙымды йүнәлт, тип кенә бойора. Саҡ  тынысландырҙым өсөһөн дә. Үҙем дә һине һағындым. Егерме көнөң йылдай тойолдо, – тине лә бер ҡауым тынып торҙо. – Миңә һине борсоп күп һөйләргә кәрәкмәй, һиңә тауыш ярамай. Мин һинең яныңда тын ғына ултырырмын, – тине бышылдап ҡына.

Автор:
Читайте нас