3
Өндәшмәй байтаҡ ултырғандыр, тик яурынына һаҡ ҡына берәү ҡулын һалдымы, әллә төрттөмө, аңғарманы, күҙе йоҡоға эленгән икән. Күҙҙәрен асып артына боролдо. Артында Ләйсән Даяновна ҡулы менән уны уятырға тырышҡан хәрәкәт яһай ине.
– Һеҙҙең ҡулығыҙҙағы ҡулының һуҡ бармағы ҡыбырҙаны, – тине ул ашығып.
Вәхит ырғып тороп ҡан баҫымын, йөрәк тибешен ҡараны ла:
– Миңнурым, йәшәйбеҙ, йәшәйбеҙ! – тип, башын ипләп кенә уның күкрәгенә һалды. – Йәшәйбеҙ, ҡәҙерлем. Минең һөйөүем, әсәйем менән балаларыңдың яратыуы һине ғазраилдан тартыр. Йәшәйбеҙ, тимәк, йәшәйбеҙ, – тип ипләп кенә күҙ йәштәре аша Ләйсән Даяновнаға ҡарап йылмайҙы.
– Әлбиттә, әлбиттә! Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Әле генә күрше палаталағы егет тә “Әсәй!” тип әйткән, ул да йәшәйәсәк. Баш врач, ошо ике ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырһаҡ, был ДТП-ны еңгән булырбыҙ, тине.
– Ә теге бала?
– Ул теге дауаханала ине бит –1-селә. Ул да үлмәгән. Әсәһе лә һау-сәләмәт, яурыны ғына сыҡҡан булған. Балам үлмәгән тип, уны моргка ебәртмәгән. Уларҙың ире буранда килеп етмәгән әле. Сығырлыҡ түгел, ниндәйҙер төпкөл ауылдан, ти. Ә бала ике сәғәттән һуң иҫенә килгән, ти. Уйҙырма булмаһа. Бына баш врач белә инде. Вадителде генә психиатр яйға һала алмай әле. Уға ныҡ ҡына шок булған. Анһатмы, 17 кеше... Теге бала үлгән тигәс, ул ныҡ биреште. Бер илай, бер көлә, бер өндәшмәй тик ултыра, ҡапыл йөрөп алып китә, ти. Уколдар ярҙамында ғына әле. Бына шулай әле хәлдәр, – тине лә сығып китте.
Вәхит шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Күңелендәге өмөтһөҙ уйҙар, үҙе лә теләмәгән, уйларға ла ҡурҡҡан минуттары ҡапыл ғына юйылғандай булды. Эй, Хоҙайым, әгәр һиңә ышанмаған минуттарым булһа, ғәфү ит. Минең ике балаҡайымды етем итергә юл ҡуймауың менән мин һиңә бурыслымын. Ошонан ғына минең ҡатыныма был һынауҙы, сирҙе еңер көс бир, мине тормош терәге – ҡатынымдан мәхрүм итмә. Эй, Хоҙайым... Балаҡайҙарым өсөн һорайым тип, әле бала сағында әсәһе өйрәткән “Фатиха” сүрәһенең онота биргән өлөштәрен хаталыраҡ булһа ла уҡып сығып, ҡулдарын күкрәк тәңгәленә килтереп торҙо ла: “Был ауыр хәлгә тарығандарҙың барыһына ла имен ҡалырға яҙһын инде. Ҡайғылары бәхетле шатлыҡ менән алмашынһын. Эштәребеҙгә барыбыҙҙың да ыңғайлыҡ килһен. Ҡатыным һауыҡһын!.. Әсәйемдең, ҡатынымдың әсәһе менән атаһының, балаларымдың, Шәһиҙә менән Хәкимйәндең улы өсөн ҡайғылары бөтһөн. Уларға ла, барлыҡ яҡындарыма ла күҙ йәше түгергә ирек бирмә инде, Хоҙайым”, – тип битен һыпырып ҡуйҙы ла ҡулдарына Миңнурҙың ҡулын алды. Уныһы баяғы һуҡ бармағы тағы икенсе бармағы менән уны тотҡан хәрәкәт яһаны.
Вәхит, үҙен белештермәйенсә, ҡатынының бармаҡтарын ҡат-ҡат үбергә тотондо. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнә ине.
– Ташлама, бәғерем, ташлама, һөйөклөм! Һин ташлаһаң, мин йәшәй алмам, алмам... Йәшәйек, ер өҫтө үҙе ожмах бит ул. Ашыҡма, ожмахты ҡалдырырға! – тине.
Әкрен генә палата ишеге асылды. Унда Хәкимйән менән Шәһиҙә тора ине, тик улар Вәхитте был хәлендә күреп инергә баҙнат итмәй, кире ишекте япты...
Вәхит ошолай күпме ултырғандыр, уны палатаға ингән Ләйсән Даяновна килеп яурындарынан тотто ла:
– Һеҙҙе баш врач саҡыра, ә дауахана тупһаһында ике бала “Атайымды көтәбеҙ” тип тора. Һорағайным, һеҙҙе әйттеләр. Әсәйемде күрергә килдек, тиҙәр, атайым индерәм тип әйтте, ти бәләкәсе. Уныһы улығыҙҙан ҡыйыуыраҡ. Ҡасан әйтеүегеҙҙе һорағайным. Әле ҡайтҡан ваҡытығыҙҙы әйтте улығыҙ.
Вәхит ашығып, тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән палатаның ишеген дә япмай сығып китте. Тышта уны ысынлап та балалары көтә ине.
– Һеҙ мине ошонда ғына көтөгөҙ, ана эргәләге магазинға инеп әсәйегеҙ яратҡан мандаринды алығыҙ, анау скверҙағы эскәмйәлә ултырып тороғоҙ. Мин сыҡмайынса кешегә әсәйем шулай, әсәйем былай тип һөйләп ултырмағыҙ. Мине баш врач саҡыртҡан. Шунан килермен, – тине лә ашығып кире инеп китте.
Ләкин уны баш врач ғәҙәти йомош менән түгел, ә мөһимерәк мәсьәлә менән саҡыртҡан.
– Вәхит Вәдүтович, Миңнур Сөләймәновнаны Өфөгә ебәрһәк нисек булыр? Мин Республика дауаханаһының баш врачы менән һөйләштем, ул алырға риза. Һеҙҙең ризалыҡ кәрәк. Ул – минең Мәскәүҙә бергә уҡыған дуҫ, Виктор Валерьянович. Ул ғәжәйеп шәп кеше, ә замы – минең однокурсник.
– Ярай, уйлармын.
– Юҡ, оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Бөгөн, хәҙер, ошо минуттарҙа.
– Улай булғас, минең балалар килеп көтөп тора, инеп күрһендәр әле. Әсәй илар инде. Ҡыҙым кеүек бит ул, ти ҙә ҡала ине.
– Ә һеҙ, Вәхит Вәдүтович, үткән заманға күстегеҙ түгелме. Өмөт итәйек. Ул төҙәлер. Үҙебеҙҙең сотрудниктан ошо минутта ваз кисергә тораһығыҙ түгелме?! Ул бит һеҙҙең ҡатынығыҙ. Барығыҙ, балаларығыҙҙы алып килегеҙ. Улар менән үҙем һөйләшәм, әйҙә, ана тупһала көтәйем.
Дауахана алдында балалары, мандаринды күпләп алып, көтөп тә тора ине. Атаһы икенсе врач менән сыҡҡас, бөршәйешеп, ниҙер урлап тотолған кешеләй тын ҡалдылар.
– Вәхит Вәдүтович, һеҙ ситкәрәк китегеҙ, мин һөйләшәм дә уларҙы ҡатынығыҙ янына индерермен, ә һеҙ аҙаҡ инерһегеҙ, – тип, ситкә ебәрҙе.
Баш врач нимә тураһында, нисек һөйләшкәндер, балалары йүгереп тигәндәй баш врачтың артынан инеп киттеләр. Вәхит көйрәтеп торған тәмәкеһен ташлап, аяғы менән иҙҙе лә арттарынан китте. Ул ингәндә, балалар әсәһенең ҡулдарын тотоп, бышылдап ҡына нимәлер һөйләйҙәр, тик иламайҙар ине.
– Әсәй, беләңме, һине бөгөн Өфөгә атай менән алып китәләр, һин шунда төҙәлеп ҡайтаң.
– Беҙ ҡартәсәй, өләсәйҙәр менән һине самолеттан ҡаршы алабыҙ, һин атлап төшәң. Өләсәйҙәргә әйтмәҫкә ҡушты. Ҡартәсәйгә генә әйтәбеҙ, атыу улар тауышланалар.
– Әсәй, һин абизательно төҙәл, беҙ бит көтәбеҙ. Ҡабат беҙҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмә. Китһәң, беҙҙе үҙең менән ал. Беҙҙең һинең менән булғыбыҙ килә. Пака, әсәй, – тип, сығырға булып боролғайнылар, атаһының ишек яҡтауына һөйәлеп илап торғанын күрҙеләр.
Мәҙинәһе атаһының ҡулынан тартып, үҙенә эйелдерҙе. Ҡулы менән уның йәшен һөрттө лә:
– Атайҙар иламай. Атай, илама. Анау выраш олатай әсәйҙе йүнәлә тине. Шуға беҙгә иларға ҡушманы. Һиңә әйтмәнеме әллә? Илама, йәме, атыу илаһаң, йүнәлмәй. Атайҙар илаҡ булмай. Пака, беҙ ҡайтабыҙ. Выраш беҙгә тиҙ генә ҡайтығыҙ тине, – тип, атаһының ҡулынан алды, – әйҙә, беҙҙе оҙат, иптәш атай-врач, – тип, сығырға ыңғайланы.
Тик бына Вәхит балаларының нисек килгәнен дә, нисек ҡайтыуҙарын да һорашманы, ә аҙаҡ уйлап үҙенә үҙе аптыраны. Ара ла яҡын түгел бит.
Дауахана тупһаһында балаларын оҙатып уйланып торғанда ғына янына Хәкимйән менән Шәһиҙә килеп торҙо.
– Тик яҡшыға юрайыҡ та шуға өмөт итәйек, Вәхит. Өмөт кешене йәшәтә бит, – тип, Хәкимйән дуҫының яуырынына баҙнатһыҙ ғына ҡулын һалды.
Нисә йылдар дауамында дуҫтар йөҙгә-йөҙ ҡарап, ихлас теләк менән осрашҡандары юҡ ине, ул да ҡулын Хәкимйәндең яурынына ҡосаҡлаған кеүек итеп һалды, шул ваҡыт ул өсөнсө ҡәҙерле кешеһенең эскерһеҙ тауышын ишеткәндәй булды. Янында Шәһиҙә икәнен тойҙо.
Шәһиҙә Вәхиттең ҡулдарынан тотто. Өс дуҫ нисә йылдарҙан һуң барлыҡ яһалма кәртәләрҙе емереп, бер-береһенең ҡайғылары менән бер булып торалар ине.
Был мәлдә уларҙың күңел йылылығын тағы арттырырға теләгәндәй, Йыһандың бер бөртөк хужаһы, эшен тамамлап китергә әҙерләнә башлаған ҡояш та сағыу нурҙарының йылыһын тик уларға ғына ебәрергә теләгәндәй яҡтыртып ебәрҙе.
Һәр береһенең күңелендә өмөт баҙлатып, терелергә, янырға әҙерләнгән ҡуҙҙай йылылыҡ таратты. Ҡайғы бүлешеү – борондан ҡалған изге йола бит ул. Ҡайғы ауырлығын ҡайғы күргәндәр генә беләлер, сөнки ундай кешеләр уның ауырлығынан бөгөлөп төшәләр. Ғүмерҙәренең ҡыҫҡарыуын тоймай, шуның әсирлегендә яңғыҙ ҡалыу – ауыр һынау. Күптәр уны еңеп сыға ла алмай, еңелә. Әле Вәхит яңғыҙ түгеллеген тойҙо. Был минутта дуҫы Хәкимйән өләсәһенән бала саҡта ишеткән бер һөйләгәнен хәтеренә төшөрҙө:
“...Бер оло ҡайғыға тарыған әҙәм ауылындағы аҡыл эйәһенә барған, ти.
– Мин һеҙгә кәңәшкә килдем. Ҡайғынан тамам миктәнем, тамағыма ризыҡ бармай, башыма ошо ҡайғынан башҡа уй килмәй, ятһам – йоҡо алмай,– тип әйтә икән, – ни эшләргә кәрәк миңә, хөрмәтле аҡыл эйәһе? – тип һорау менән тамамлаған, ти, әҙерләп килгән бер кәлимә һүҙен.
– Дуҫтарыңа хәлеңде һөйләп баш эйгәнең бармы? – тип һораған аҡыл эйәһе.
– Юҡ шул.
– Туғандарыңдың хәлен белеп барғаның бармы? – тип һораған тағы аҡыл эйәһе.
– Уларҙан башҡа ла үҙ хәлем үҙемә саҡ, – тигән тупаҫыраҡ итеп.
– Һиңә, туған, бер генә кәңәш тә бирә алмайым. Бер тәҡдимемде ҡабул итһәң, яңынан килерһең, – тигән аҡыл эйәһе.
– Ниндәй кәңәш?
– Дуҫтарыңа барып башың эй, уларҙың хәлен бел. Туғандарыңдың хәлдәрен бел. Уларҙың да үҙ ҡайғылары, бошоноуҙары менән көһәндәре тулған. Бушатыш, – тигән.
Ваҡыт үткәс, теге бисара тағы килгән. Был юлы ул бик ҡупшы кейенгән, йөҙөндә нур уйнап тора, ти. Аҡыл эйәһе үҙе һүҙ башлаған.
– Күренеп тора, һин дуҫтарыңа башың эйеп, туғандарыңдың хәлен белгәнһең. Дуҫтарға дуҫ булып, туғандарыңдың хәлдәрен белеп, ҡан туғанлығыңды белдереп йәшәмәһәң, эт-бесәйең үлемен дә еңел үткәрә алмайһың икәнде хәҙер аңлағанһыңдыр.
– Эйе, аҡыл эйәһе, дошманлашып бөткән бөтөн дуҫтарыма баш эйеп ғәфү үтендем, барлыҡ туғандарымды, йән тартмаһа, ҡан тарта икән, тип сәй табынына саҡырҙым. Ҡайғымды барыһы ла уртаҡлаша. Йәшәү күңеллерәк, ҡайғы еңелерәк булып ҡалды. Рәхмәт һеҙгә, аҡыл эйәһе, – тип, баш эйеп сығып киткән.
– Өләсәй, ниңә әле уны һөйләйең?
– Бәс, һөйҙәмәйсе, ниңә Вәхит менән дуҫлығыңды өҙҙөң?
– Ә һин нисек белдең?
– Белмәйсе. Күҙ – даръя, барын күрә.
– Былай беҙ дошманлашманыҡ. Просто аралашмайым.
– Пырусты тип ултырма. Иң яҡын дуҫ ул – бала саҡ дуҫы. Ул шул ҡәҙәр яҡын була, гүпсем, туған кеүек инде...”
Өләсәһенең шул әйтеүе, Хәкимйәндең башынан ел кеүек хәтерен ҡуҙғатып үтте.
Ул дуҫының ҡулын ҡыҫты, баҙнатһыҙ ғына был аҙым уларҙың бер-береһен ҡосаҡтарына алып, арҡаларынан тупылдатып һөйөүгә әйләнде.
– Өмөт итәйек, Вәхит. Өмөт. Өмөттө үлтермәйек. Барыһы ла һәйбәт булыр. Мөғжизә булмай ҡалмай. Йәшәргә, яратҡан кешенең ғүмеренә Алла ла баҙнат итмәҫ. Өмөт...
Өс дуҫ, байып барған ҡояш йылыһына ирәбеләнеп киткәндәй, бер-береһенә эскерһеҙ дуҫлыҡ ҡарашы менән күңел йылыһын уртаҡлаша инеләр...
Өфө юлы, Өфө һауаһы...
Вәхит баш врачтың тәҡдименән бик тиҙ, ҙур өмөттәр менән, Миңнурының һауығыуын күҙ алдына килтереп, риза булды. Дауаханалағы барлыҡ эшен үҙе кеүек үк яңыраҡ килеп эшләй башлаған йәш терапевт Ислам Ринат улына тапшырҙы. Үҙе ҡараған, оперция яһаған ауырыуҙарҙы реанимация палатаһынан алып дөйөм палаталарға тиклем бергәләп кискә табан булһа ла йөрөп ҡарап сыҡтылар. Терапевт ыңғайы бер улар менән йөрөгөн шәфҡәт туташына күрһәтмәләрен бирә барҙы. Был минутта Вәхит табип тураһында ла өмөтлө белгес тип уйлап өлгөрҙө.
– Ярай, Вәхит Вәдүтович, борсолмағыҙ, мин бик тырышып, ауырыуҙарҙы йүнәлтермен. Һеҙ килеүгә улар йүгереп ҡаршыларҙар, – тине, ярым шаяртып.
Тапшырыу эшен тамамлағас, ҡайтырға ашыҡты. Иртәгә ҡатынын Өфөгә вертолет менән ебәргәс, үҙе машина менән барырға уйланы. Был турала баш врач менән дә килеште. Шулай дауаханалағы эшен тамамлап ҡайтыуға сыҡҡанда, көн дә мәшәҡәтле эшен бөтөрөп, ҡояшты офоҡҡа оҙата башлағайны. Байып барған ҡояш менән ярышып тигән шикелле ҡапҡаһы төбөнө килеп туҡтаны. Уның алдынан ғына ҡайныһы менән ҡәйнәһе, уларҙың өйө янынан ҡуҙғалып, ауылдары яғына юлға төштөләр. Вәхит өйгә ингәндә, әсәһенең күҙе ҡыҙарған, ҡулындағы сынаяҡ таҫтамалы менән битен һөртөп тора ине. Ул килеп инеү менән, Морат менән Мәҙинә икеһе бер тауыштан:
– Атай, әйт ҡартәсәйгә, иламаһын. Илаһаң, төҙәлмәй, тине бит теге выраш олатай. Әйт, атай. Ана өләсәйҙәр, һине әллә ниндәй ҡатын менән ҡосаҡлашып тора, ҡыҙымдың үлгәнен дә көтмәй, тип ҡартәсәйҙе әрләнеләр, – тип ярышып ошаҡлаша башланылар.
– Тынысланығыҙ, яраймы. Улай ошаҡлашырға ла ярамай. Әсәйегеҙ, һис шикһеҙ, йүнәләсәк. Берәү менән дә ҡосаҡлашманым, буш хәбәр. Мин бер егеткә операция яһағайным. Шул егеттең әсәһе миңә рәхмәт әйтеп торҙо залда. Бәлки, өләсәйегеҙ шуны яңылыш аңлағандыр. Ул ҡатын – минең класташым, ауылдашым, дуҫымдың тормош иптәше, – тип аҡланғандай итеп әйтеп ҡуйҙы. – Әсәй, иртәгә иртә менән мин үҙ машинам менән юлға сығам. Миңнурҙы вертолет менән алып китәләр. Уға Өфөлә дауаланыуҙы дауам итергә тура киләсәк. Мин дә бергә барам. Уға бер нисә операция яһаласаҡ. Унан һауыҡтырыу саралары юғары кимәлдә булған дауаханала дауам ителәсәк.
– Ул нәмәгеҙҙе белмәйем дә, һөйләмә лә. Киленемде һауыҡтырып ҡына алып ҡайт, үәт шул әйтер һүҙем. Былай ҙа мынау ҡоҙағый телдән ҡалдыра яҙҙы, күрә һуҡыр. Үҙ ауылына күрше генә булған ауыл кешеһен танымай түгел инде. Етмәһә, Шәһиҙә шунда фершер түгелме?
Һөйләшеү шулай тамам булды. Киске ашау тын ғына уҙҙы. Һәр кем үҙ уйына бирелдеме, тик балалар ҙа һүҙ ҡыҫтырманы. Иртәнсәк балалар торғансы, Вәхит юлға әҙерләнде, ҡатыны өсөн дә һаҡлыҡҡа кейемдәр алырға уйланы, тик бер аҙ торғас, алмаҫҡа булды. Кәрәк булһа, тегендә һатып алыр. Магазиндар донъя. Шулай уйлап, әсәһе менән хушлашты ла сығырға ашыҡты. Балалары уянып ҡуймаһын тип, хатта уларҙы һөйөп тә алманы.
Өфө юлы оҙон, ә уйҙар унан да оҙонораҡ. Ҡатынын вертолетҡа тейәп алып киткәс, ул да артынан ҡуҙғалды. Эйе, ҡатыны менән үткән тормошон яңынан күҙ алдына килтереп, һәр шатлыҡлы минуттарын уйларға тырышып ярты юлды үтте, ахырыһы. Тик үҙенең, теге коллегаһы әйткәнсә, үткән заманда уйлауын аңғарҙы. Шул ваҡыт уның башына киҫәк кенә бер уй килде. “Ниңә үткән заманда уйларға. Һис шикһеҙ, яҡшы булыр, тип балаларҙы, әсәйҙе ышандырып, үҙем ышанмай тартҡылашам түгелме? – тип уйлап алды. – Юҡ, юҡ. Ул йәшәйәсәк. Минең менәнме, минһеҙме, аяҡҡа баҫасаҡ!” Мәләүезгә етәрәк ауылда уның бер хеҙмәттәше йәшәгәне иҫенә төштө. Шылтыратып алырға булды.
– Мәхмүт, алло! Һаумыһығыҙ! Был мин әле.
– Һаумыһығыҙ? Ҡайҙан шылтыратаһың, Вәхит?
– Ауылығыҙ тапҡырында.
– Әәә, улай булғас, мин заправкала. Шунда борол. Беләһеңдер. Миңә бергә барырбыҙ. Өйҙә балалар ғына. Ҡатын күрше ауылдағы апаһына киткәйне. Хәҙер еҙнәһе алып килер. Шылтыратам уға ла. Үәт әй... Күпме ваҡыттан һуң осрашабыҙ.
Оҙон юлды юлдаш ҡыҫҡарта, ауыр уйҙан дуҫ арындыра, хәлеңә инә, тип уйлап алды ла бер-ике саҡрым аралыҡтағы заправкаға боролдо. Мәхмүт машинаһын яғыулыҡ менән “туйындырып” бөтөп кенә тора икән. Икеһе лә бер-береһенә ҡаршы килеп, ҡосаҡлашып алдылар.
– Мәхмүт, бына нисә йылдан һуң осраштыҡ. Монголиянан ҡайтҡаныңа ла инде нисә йыл. Бер генә шылтыраттың. Унда ла телеграфтан ғына. Ярай шунда бына ошо телефон номерын биргәнһең.
– Уның ни яңы сыҡҡан сағы. Ә һиндә булмаған да икән. Эй шылтырата был тип көтөп арыным. Һаман телефон алмаған был, тип уйланым.
– Алыуын-алдым да ул. Тик нисек йөрөтөргә, өйрәнмәгәс, һалып онотоп, ырғып тороп сыға ла китәм. Шулай юғалта-юғалта саҡ өйрәндем. Һинең хәлдәр?
– Әйҙә, беҙҙә һөйләшәйек. Бында аяҡ өҫтө тороп түгел. Урыҫ әйтмешләй, “в ногах правды нет”. Әйҙә, әйҙә. Ҡатын бик иртә тороп беҙҙең бишбармаҡты бешерҙе. Үҙе булһа, туҡмас бешерә ул. Бөгөн ҡайтмайым, тигәйне. Әле шылтыраттым. Бажа уже юлға сыҡҡан, алып килә. Нажиә минең шулай оперативный кеше ул, – тип ҡатынын да маҡтарға онотманы.
Вәхит бергә хеҙмәт иткән дуҫына барып, бер аҙ ял итеп, артабан юлын дауам итергә була бик тиҙ ризалашты. Өйҙә уларҙы Нажиә көтә ине. Вәхит аптырап һорап ҡуйҙы.
– Нимә, әллә мин килмәһен тип Нажиәне апаһына китте тип алданыңмы? Бына тора түгелме?
– Ауыл яҡын ул. Ҡәйенбикәнең бер эшен эшләшергә сығып киткәйне. Ярай, иртәгә барыр. Йылдың көнө бер түгел. Бажаның машинаһына ней 15 минутлыҡ юл.
Шулай байтаҡ һөйләшеп, бер аҙ күңеле лә күтәрелеп, ҡалған юл Вәхит өсөн бик тиҙ үтелгәндәй тойолдо. Республика дауаханаһына барғанда, Миңнурҙы инде операцияға әҙерләгәндәр, Вәхитте генә көтәләр. Ашыҡтырып уны бүлек мөдире янына инергә ҡуштылар. Унан тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырып, операция яһаусылар урындарына йүнәлделәр. Вәхиткә бары залда көтәһе генә ҡалды.
Шулай уйланып, операция ишегенән ингән, сыҡҡан кешеләрҙе һағайып ҡына күҙәтеп күпме ултырғандыр, онотолоп уйға бирелдеме, әллә йоҡлап киттеме – тойманы. Кемдер һаҡ ҡына яурынына ҡулын һалғас, күҙен асып ҡараны. Алдында операция яһаған өлкән хирург тора ине.
– Һеҙме Миңнур Исламованың ире? – Яуап көтмәй һүҙен дауам итте. – Операция уңышлы үтте. Борсолмағыҙ. Бер яҡҡа сығып йөрөп килһәгеҙ ҙә була. Ҡасан наркоздан сығырын самалайһығыҙ бит. Һеҙҙе хирург тигәйнеләр. Шуға әйтәм, – тине лә өлкән хирург тип яҙылған бүлмәгә инеп китте.
Вәхит уның артынан барып ишектәге яҙыуҙы ҡараны. Өлкән хирург Вәлиева Светлана Дамировна тигән яҙыуҙы уҡыны. Нисек мөрәжәғәт итергә икәнен уйланымы, яйлап атлап беренсе ҡатҡа төшөп китте. Тышҡа сығып бер килке йән-яғына ҡарап торҙо. Унан ниндәйҙер уйға килеп, машинаһына табан шәп-шәп атлап килеп ултырҙы ла Октябрь проспектына ҡарай йүнәлде. Ул тик бер генә нәмәне уйланы. Тиҙерәк барып ике туған апаһын күрергә, һөйләшеп, күңелендәге ауыр йөктө бушатырға теләне, ахырыһы.
“Йүрүҙән” магазинына инеп күстәнәс алды ла, сығып барғанда, ишек янында, март айы яңы ғына бөтөүгә ҡарамаҫтан, сәскә һатып торған урта йәштәрҙәге ҡатын янына килде. Палатаға сәскә индереп ултыртырға теләне. Уға ҡараны ла, аптыраған кеүек туҡтап ҡалды. “Шәһиҙә!.. Мөмкин түгел...” – аҡылы менән шулай уйланы. Уның алдында ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ҡатын тора, тик бер аҙға ғына олораҡ. Шәһиҙәнең апаһы юҡ, тип уйланы. Ҡатындан сәскәләрен алды ла:
– Ғәфү итегеҙ, минең бер танышыма бик ныҡ оҡшағанһығыҙ, шуға һеҙгә ҡарап аптырап торҙом.
– Булыр, булыуы мөмкин. Ерҙә бихисап кеше бит. Хоҙай ҙа ҡайһы берҙә яңылышып китәлер. Онотоп, бер барлыҡҡа килтергән кешеһен икенсегә ҡабатлайҙыр. Үәт әй. Әәәй, һүҙгә әүрәп, сәскәләр алығыҙ. Моғайын, шул танышығыҙғалыр.