Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Февраль 2025, 06:16

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (4)

– Миңнур, балдағыңды бармағыңдан ҡырҡып алырға тура килде. Бармаҡтарың ныҡ ҡына шешенгән ине. Мин һиңә яңыны алырмын. Алла насип итһә, икәүләп һайларбыҙ, Өфөнөң үҙендә үк. Бында хәҙер әллә нисә алтын әйберҙәр һатҡан магазин бар икән, – тип башы янына  эйелеп кенә бышылданы.

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (4)Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (4)
Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (4)

4

 

– Юҡ та. Ул таныш ауылда. Ҡатыныма алам.

– Бына яҡшы. Әтүһә минән кешеләр, то есть, күп кенәләр һөйгәндәренә, ҡайһы берҙәр һөйәрҙәренә ала. Мин уларҙы танып бөткәнмен инде.

– Ҡатыным дауаханала, шуны һөйөндөргөм килде.

–  Үәт рәхмәт. Ундайҙарҙы ихтирам итәм мин.

– Сәскәләрҙе шулай гел дә һатаһығыҙмы?

   – Шулай тура килә. Улымдың бизнесы. Атаһы ташлап киткәс, түләп торған бар алимент аҡсаһын улым исеменә йыйып барғайным. Ул  юғары уҡыуға инде лә икенсе йылына ошо бизнес менән шөғөлләнде.

– Шулай үҙе йөрөп бизнес астымы?

– Юююҡ. Берәүҙән һатып алды ла хәҙер үҙенеке итте инде. Закон менән ти үҙе. Уға тиклем шул үҙ-ара килешеү төҙгәнме, белмәйем. Дүрт йыл шулай эшләне. Бына икенсе йылға китте үҙенеке. Мин ярҙам итәм. Ике ҡыҙым ярҙам итә. Ошолай һатышабыҙ. Бәләкәй генә магазин асып ташланы.

Вәхит сәғәтенә күҙен һалды ла:

– Рәхмәт, апай, килемегеҙ булып торһон! – тине лә китергә ашыҡты.

– Ярай, ҡатынығыҙ һауыҡһын. Мин гел ошонда торам. Көн дә ала алаһығыҙ сәскәләрҙе, – тип, ҡул болғаны.

Был минутта Вәхитте баштағы уйы тағы әсир итте. “Нисек оҡшағандар. Шулай ҙа һорашыр өсөн генә булһа ла бында килермен әле”, – тип уйланы.

Апаһының янына ашыҡты. Күңеле менән бер сәғәттән артыҡ булмаясағы тураһында уйлап, еҙнәһенең өйҙә булмауын теләне. Апаһы ла күп һөйләй ул, тик уға ҡарағанда еҙнәһе тап һүҙ бутҡаһы. Бөтә нәмәне белә. Уның һөйләгәненә лә, һорауҙарына ла ҡай берҙә йөҙәп бөтә. Бәхеткә күрә, еҙнәһе өйҙә булмай сыҡты. Балалар баҡсаһы төҙөгән ергә прораб итеп эшкә күсергәндәр икән.

– Башта риза булмағайны, аҙаҡ өйгә яҡын  булғас, ризалашты, – тип аңлатты апаһы. 

– Мин, апай, бик аҙ ваҡытҡа ғына. Килергә тура килер әле. Киленең юлда аварияға эләгеп, бында килтерҙеләр. Мин инде как врач түгел, ә эргәһендә тәрбиәләп, ҡараштырып торорға килдем.

– Теге юлы ҡайтҡанындамы әллә?

    – Шунда шул. Әллә ниңә ашыҡҡан. Автобус менән ҡайтһа ла була бит. Таксиға ултырған. Ашыҡҡан инде.

– Шул инде. Ашыҡҡан ашҡа бешкән. Үҙең нисек уйлайһың? Өмөт бармы?

– Бар ҙа, юҡ та...

– Иллегә илле тиең инде. Өмөтһөҙ шайтан булып торма. Өмөт ит. Бар белемеңде ек. Врачтарға үҙең ярҙам ит. Нимә өсөн уҡының?

– Үҙебеҙҙә лә былай өмөтләндерәләр инде. Бер нисә операция булыр, тигәйнеләр. Уныһын беләм дә ул. Организмы күтәрә алырмы... – Бер аҙ өндәшмәй торғас: – Бына шуға ғына бошонам. Коляскала ултырып ҡалһа ла балаларым, әсәйем хаҡына ризамын, – тип өҫтәне.

Икеһе лә ниндәйҙер  уйға батып, табын тынлығы урынлашты.

– Апай, бөтөнләй сит ерҙә, сит кешеләр бер-береһенә оҡшарға мөмкинме?

– Әйтә алмайым, энекәйем.

– Һин психолог кеше әйтмәгәс...

     – Әллә инде. Ҡылыҡтары менән бер ни тиклем оҡшауы мөмкин. Тик бына төҫтәре менән... Юҡтыр.. Былай мин Американың мәғлүмәттәре тураһында бер нисәүҙе уҡығаным бар. Ундай кешеләр бер-береһе менән осрашҡас, шуларҙың береһе үлә икән. Былай ғалимдарҙың үҙ фекерҙәре, үҙ асыштары барҙыр. Тик миңә ул мәғлүмәт килеп ишетелгәне юҡ әле. Ниңә һорайһың әле?

– Бына бөгөн “Йүрүҙән” магазины эргәһендәге сәскә һатыусыны күреп шаҡ ҡаттым. Әле шуның исемен дә һорашмағанмын тип уйлап ултырам.

– Ниңә? Һорарһың әле, Нәзифә апай булһа, шунда гел һата. Улына ярҙам итә. Былтыр пенсияға сыҡҡайны. Гел ултыра.

Һүҙ ошо урында өҙөлдө. Бибинур апайына эшкә саҡырып шылтыраттылар, бергә сығып китергә тура килде. Вәхит эстән генә, бына ҡалай шәп булды, хәҙер Миңнурымдың уяныуына барып етәсәкмен, тип  уйланы. Шул минутта уҡ, баяғы сәскә һатыусы Нәзифә исемле ҡатын менән осрашып һөйләшеп алырға кәрәк, тигән уй ҙа килде. Ул ҡатындың алсаҡлығы уны әсир иткән булһа, тағы ниңәлер, Шәһиҙә менән берәй бәйләнеше юҡмы икән, тигән уй ҙа күңеленә инеп ҡалды.

Машинаһын туҡтатып, алған сәскәләрен ипләп кенә ҡулына алды, әйтерһең дә, ватыла торған һауыт. Ашығып дауаханаға инеп, кейемдәрен палатаға ингәндә кейә торғандарына алмаштырғансы, уның күңеленә оҙаҡ ваҡыт үткән кеүек тойолдо. Ул ингәндә, Миңнуры әле уянып етмәгәйне. Шәфҡәт туташы ишекте асып ым менән саҡырып алды.

– Ваҡытынан алда уянғайны, тик хирург борсомаҫҡа ҡушҡайны. Ул был юлы йоҡлап китте, шикелле. Мин йоҡлағанға ғына уны ҡалдырып торҙом, – тине, аҡланғандай. – Һеҙ уятмаҫҡа тырышығыҙ инде. Хирург та... – тигәйне, Вәхит уны бүлдерҙе.

– Борсолмағыҙ, һылыу, мин үҙем дә врач. Рәхмәт. Мин эргәһендә ултырып торам, – тигәс, шәфҡәт туташы артына боролоп ҡарай-ҡарай икенсе палатаға инеп китте.

Вәхит эстән генә, тимәк, бында ла ауыр хәлдәге ауырыу янына инергә рөхсәт ителмәүе һаҡлана. Шулай ҙа республика дауаханаһында шарттар башҡасараҡ инде. Ана бит үҙҙәрендә нисек, тип сағыштырып уйлап алды. Район үҙәгендә бер дауахана. Әлеге осраҡта, ана, күрше ятҡан дауаханаларға ла ебәрҙеләр бит, тип әсенде. Табиптар етешмәй шул. Анау Ҡазан ҡалаһынан килгән хирургты бик көслө тип маҡтайҙар. Миңнуры менән булған хәлдән һуң ишеткән фекерҙәрҙең дөрөҫ булыуына ла ҡыуанып, эстән генә ҡәнәғәтлек кисерҙе.

Йәшәгән ерҙәренән ҡайтҡандарына ла күп түгел әле. Шулай ҙа уны ла күптәнге коллегалары кеүек ҡабул иттеләр. Аҙ ваҡыт эшләһә лә, эшлекле коллектив туплай алған, тип тағы шул врач тураһындағы уйға күсте. Шунан ҡапыл ғына, әйтерһең,  мин бер тикшереүсе, шуның кеүек уйлап ултырамсы, тип үҙе тураһында уйлап, эстән генә йылмайғандай булды. Йөҙө шуға оҡшап яҡтырып, битен ике ҡулы менән һыпырып алды.

Шулай уйланып ултырып, үҙенең усындағы  Миңнурының бармағы һелкенгәндәй тойҙо. Ул Миңнурына ҡалҡып ҡараны. Ысынлап та, уның йөҙө уянырға тырышҡан кешеләй алһыуланып, бит мускулдары хәрәкәткә килгәндәй булды. Был юлы уның йөҙө маңлай тирәһенән уралған һәм күҙҙәре асыҡ ҡалдырылған. Ҡатынына ҡарап, тағы ла теге сәскә һатыусыны иҫләп алды. Төҙәлеп кенә китһен, һис шикһеҙ, мин уны ла алып барып күрһәтәсәкмен, тип уйланы. Һөйгәненең бармаҡтары тағы хәрәкәткә килде, тик күҙҙәре асылмағайны. Ул эйелеп бышылдап ҡына ҡатынына хәбәрен һөйләне.

– Мин апайға барып килдем. Бына һиңә юлда сәскәләр алдым. Беләһеңме, мин кемде күрҙем? Ике тамсы һыу кеүек Хәкимйәндең ҡатынына оҡшаған сәскә һатыусыны күрҙем. Һин дә уны шул тип йә уның апаһы тип уйлар инең. Улының бизнесы үҫһен тип ярҙам итеп, сәскәләрен һата. Бына һиңә лә алып килдем. Әсәйем: “Ҡыҙыма көн дә яңы сәскәләр алып бар палатаһына,   сәскәләр уға ярҙам итеп, тиҙерәк терелтерҙәр. Ул бит һәр сәскәнең исемен генә түгел, еҫен дә таный”, – тип бойорҙо. Бына һиңә – тәүге көн сәскәһе. Бында тик ҡыҙыл раузалар ғына, – тине лә, кемдәндер ярҙам һорағандай, башын ҡалҡытып, нимә әйтергә тигәндәй, йән-яғына ҡараны. Тағы эйелде лә, – тереләбеҙ,  күҙ нурым, тереләбеҙ, – тип ҡулынан һыйпаны.

Вәхиттең һәр көнө ошолай ҡабатланып үтә торҙо, сәскә алырға алыҫ булһа ла, шул “Йүрүҙән” туҡталышына йөрөнө. Нәзифә апай менән дә, уның Зифа исемле ҡыҙы, улы Нәзиф менән дә танышырға өлгөрҙө. Бер көндө хатта Нәзифә апаһы уны сәйгә лә саҡырҙы.

– Ҡустым, һин мине бынау шаҡы-шоҡо әйберҙәрем менән өйгә алып бар әле, ҡыйын булмаһа. Мин Зорге урамында йәшәйем. Такси яллаһам да була ла, тик бына көн дә машина менән сәскә алырға миңә килгәс, ҡустым кеүек күреп киттем үҙеңде. Һатыу иткән ерҙе күрҙең, йәшәгән ерҙе лә күр инде,– тигәс, баш тартманы.

     Уның шулай ихласлығына ҡарап,  Нәзифә апай ауылдан килгәндер,  тип уйлап алды. Нәҡ ауылса аралаша. Уға ҡала шарттары бик инеп бөтмәгәнме, әллә уны үҙ итмәйме, тигән уйға төштө.

Бына улар Зорге урамындағы яңы танышының сәй өҫтәле артында ултыралар. Вәхиттең иң тәүҙә күҙенә ташланғаны: матур йыһазландырылған ҡунаҡ залы менән йәнәш тик ауылса ғына биҙәлгән икенсе бүлмә ине. Ул әсәһенең өйөндә үҙенең бала сағын иҫкә алғандай булды. Дөрөҫөрәге, күҙ алдына баҫты. Уның әсәһе лә өйҙө шулай йыйыштыра ине бит. Урындыҡ, түшәлгән балаҫ, арҡыры, буй матур ҡорамалы түшәктәр. Иҙәндең бер уңайлы урынында һандыҡ, уның өҫтөнә һәр төрлө ҡорамалар менән эшләнгән юрғандар өҫтөндә һәр береһенә тәғәйен яҫтыҡтар...

– Ҡустым, һин аптырама, мин – ауыл кешеһе ул. Бик бәләкәй сағымды хәтерләмәйем, ә бына иҫ белеп, уҡырға барғанда, нәҡ бына ошондай өйҙә йәшәй инек. Бындағы әйберҙәр бары ла шунан килгән. Минең иҫтәлегем тиһәм дә була. Ауылды һағынһам, ошонда инеп аунап-аунап күңелемде тынысландырам. Әсәйемде һағын­һам, ошонда инеп, тағы ла шул аунап тәгәрәп илап алам. Тик мине ғүмерем буйы бер уй биләй. Уны балаларға һөйләгәнем дә юҡ. Бик түгелеп һөйләйһе килә. Уларҙың үҙ донъялары, үҙ эштәре. Мине, бәлки, аңламаҫтар ҙа. Бары йәлләрҙәр генә...

 

Һөйгәндәр бәхетле булһындар...

 

Вәхит сәғәтенә ҡарап алды ла:

– Нәзифә апай, мин Миңнурым эргәһенә китәйем инде. “Тихий час” бөтөп килә. Мин бит көн дә мөғжизә көтәм. Балалар менән дә һөйләшәһе бар. Әлдә генә өйгә телефон ҡуйҙыртҡанмын. Шуға улар менән дә көн аша  шылтыратышып торам. Балаларҙан бигерәк әсәй көтә.

– Әсәйеңдең килене өсөн өҙгөләнеп тороуы яҡшы инде. Ә минееең, – тине лә, ҡул һелтәп, тынып ҡалды. – Йә ярай, ҡуҙғал улайһа. Көн дә килеп сәскәләр алып тороуыңа рәхмәт. Һинең өсөн генә иң эсвижейҙәрен ҡуям. Кеше һораһа, ҡалдырып торҙом йә ҡустымдыҡы тип кенә ебәрәм. Улыма ла әйттем әле, айырым матур сәскәләрҙе бер гөлләмә яһарлыҡ килтер, тип. Көн дә онотма тим. Ярай тигән була, хәҙер инде танышбыҙ бит, тип өҫтәй һала.

Сәскә  һатыусы Нәзифә апаһы хәҙер инде яҡын танышына әйләнде. Ул эстән генә: “Бөгөн дә уның ҡай яҡтарҙан Өфөгә килеп төпләнеүен һорай алманым”, – тип уйланы ла, тағы ҡулындағы сәғәтенә ҡарап алды.

Миңнуры ошо хәлгә юлыҡҡаны бирле ул ҡулындағы сәғәтенә йыш ҡарарға ғәҙәтләнеп китте. Кеше тормош юлында йылдарҙың ашығып үтеүен һиҙмәй  ғүмер итә икән, тип уйлап алды.

...Һөйгәненең тыуған көнөнә сәскәләр гөлләмәһе һайлап, һатыусылар менән һөйләшеп торғанда, Миңнурҙың  “Рубин” магазинына инеп барғанын күреп ҡалды. Ул күрҙеме, юҡмы, тик Вәхит, сәскә ала һалып,  ресторанға ашыҡты. Улар бөгөн шунда осрашырға тейештәр. Вәхит күңеленән генә ошо гөлләмәләрҙе бүләк итеп, уға тәҡдим яһарға ниәтләгәйне. Был көн – уның тыуған көнө. Шуға хәтерҙә нығыраҡ ҡалһын тип уйланы. Уның инде күптән Хәкимйән дуҫы кеүек бала һөйөп, донъя ҡороп йәшәгеһе килә. Ашығып ресторанға килеп, алдан яһаған заказы буйынса күрһәтелгән урынға ултырып, Миңнурын көтә башланы. Урыны ла уңайлы ғына. Тыштан ҡараусы эстә ни барын күрмәһә лә, эстәге кеше тышты күҙәтә. Вәхит тә Миңнур килер юлды күҙәтте.

Һөйгәне килеп инеү менән, Вәхит уға ҡаршы барып, ҡулындағы әйберҙәрен алып, кейем элгән ергә илтеп бирҙе:

– Әйҙә, Миңнур, беҙҙең урын ана теге тәҙрә янында. Уңайлы ғына тип, вазаға гөлләмә ҡуйылған өҫтәлгә алып килде.

– Яңы тәртипме, сәскәләр ҙә ҡуйылған икән.

– Юҡ. Мин алып килдем. Был беҙҙең сираттағы отпускыбыҙҙың тап килеүе уңайынан һиңә бүләк итергә  алдым, – тип әйтергә ашыҡты.

Официант килеп үҙ эшен башҡарғас, ул һүҙен тағы ялғап алып китте.

– Миңнур, рөхсәт итһәң, мин үҙемдең тыуған көнөмдә һиңә тәҡдим яһарға булдым. Инде бер-беребеҙҙе шаҡтай таныныҡ. Үҙең әйткәнсә, бер-беребеҙгә өйрәндек. Миңә һин оҡшайһың.  Яҙмышымды башҡа менән күҙ алдына килтерә алмайым. Ни өсөн бөгөн тиерһең.

– Ни өсөн?

– Бөгөн минең тыуған көнөм дә, һиңә тәҡдим яһаған көнөм дә булып тарихҡа инһен тинем, – тине лә көлөп ебәрҙе.

Миңнур ҙа көлөп ебәрҙе лә, кеше ни уйлар тигән шикелле,  эргәләге өҫтәлдәргә күҙ һалды.

Был мәлдә официант өҫтәлдәргә бирелгән заказдарҙы ултыртып бөтөп, фужерҙарға шампан ҡоя ине.

– Ә мин иҫәүән, минең тыуған көнгә сәскә килтергән икән, ҡайҙан белде икән, тип уйланым, – тип, Миңнур яңынан ихлас итеп көлөп алды.

– Һинең дә бөгөнмө? Ярай, улай булғас, хатаны төҙәтәбеҙ, ресторандан сыҡҡас, “Рубин “ магазинынан күңелеңә оҡшаған бүләкте бергәләп һайларбыҙ. Бая һин шунда инеп бара инең, тимәк, үҙеңә бүләк һайланың инде.

– Юҡ. Һинең тыуған көнөңә һайланым. Бына, әгәр оҡшатһаң кейеп ал, – тип, матур футлярҙы өҫтәлгә һалып, ҡалтыранған ҡулдары менән алдына этте.

Вәхит футлярҙы асты һәм бик матур итеп сәғәткә “Һөйгәндәр бәхетле булһын! Миңнур”. тигән яҙыуҙы күрҙе. Был көн уның ныҡ хәтерендә ҡалды. Икеһенең дә тыуған көндәре бер көнгә тап килеүе бигерәк тә. Ундай парҙар һирәктер, тип уйлап та ҡуйҙы.

Сәғәткә ҡараған һайын Миңнурының ҡыҙарған йөҙө менән ҡалтыранған ҡулдары күҙ алдына килә. Булып үткән хафалы мәлдән һуң был сәғәтте ул бер нисә тапҡыр сисеп ташларға ла уйланы. Сәғәт текелдәп Миңнурының ҡалған ғүмерен һанаған кеүек, тик кире уйланы. Унда һөйгәненең күңел хисе өс һүҙгә һыйған бит. Эйе, улар бәхетле булырға тейеш... Шуға Миңнуры иҫһеҙ ятҡаны бирле, сәғәтте көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡарай, әйтерһең, үҙенең бөтә әйтергә теләгәнен ошо сәғәт аша еткерә. Эйе, был сәғәт Миңнурға мине ташлап китергә рөхсәт итмәҫ...

Ҡараған һайын үҙенең бала саҡтан уҡ бик хисле булыуына тағы бер ҡат ышана. Әсәһенең гел генә: “Әллә ниңә ҡыҙҙар шикелле хислеһең. Әҙерәк ир-егеттәр ҡылығы менән ҡатыраҡ булманың. Тас ҡына үҙемә оҡшаның да ҡуйҙың. Улай өҙгөләнһәң, йөрәгең бөтөр. Әҙерәк сабыр ҙа, тыныс та бул. Ул йөрәк бит кешенең иң кәрәк чәсе. Ул ныҡ ҡына көйһәң дә, бына шаттанһаң да уйнап ала ла китә. Шуға бит ана дарыуым кеҫәмдә йөрөй”, – тигәне хәтеренә төшә.

Ул шулай уйланып, дауаханаға етеп туҡтағанын да, ҡатынының палатаһына ингәнен дә хатта тоймағандай булды. Ингәндә шәфҡәт туташы Миңнурға зонд аша тамағына ашатып булыша ине. Ҡатынының  эргәһенә ултырып шәфҡәт туташының эшен күҙәтте. Ауыр сирлеләр ятҡан ергә тәжрибәлерәктәрен ҡуялар. Бар ерҙә лә бер тәртип. Бында айырыуса булырға тейеш. Һәр кемдең яҡынының һуңғы өмөтө ошо палатала йә һүнә, йә яңынан йәшәүгә талпына бит...

Шулай уйланып ултырып, шәфҡәт туташының эшен тамамлап палатанан сығырға йыйыныуын да абайламаған.

– Вәхит Вәдүтович, мин һеҙгә ҡамасауламайым, бер сәғәттән уға система ҡуйырға инәм. Йоҡлағанында уның пульсы нормалләшкән ине. Өлкән хирург шуны күҙәтеп тороғоҙ тигәйне.

– Ярай борсолмағыҙ, минең кем икәнде беләһегеҙ бит. Шуға дауалау режимын боҙорға тырышмаһағыҙ була.

Шәфҡәт туташы сығып киткәс, ул ҡатынының йөҙөнә ҡараны ла, тәжрибәле врач булараҡ, һығымта яһап ҡуйҙы: тереләбеҙ. Система ҡуйғас, әсәйгә, балаларға, ҡайныма ла шылтыратып алырмын тип,  тағы сәғәтенә ҡарап ниҙер уйланы. Сәғәтте бик йомшаҡ ҡына итеп һыйпап алды. Ипләп кенә ҡатынының ҡулына ҡағылды, унан уң ҡулының бармағындағы балдағының урынын һыйпаны.

– Миңнур, балдағыңды бармағыңдан ҡырҡып алырға тура килде. Бармаҡтарың ныҡ ҡына шешенгән ине. Мин һиңә яңыны алырмын. Алла насип итһә, икәүләп һайларбыҙ, Өфөнөң үҙендә үк. Бында хәҙер әллә нисә алтын әйберҙәр һатҡан магазин бар икән, – тип башы янына  эйелеп кенә бышылданы.

Шул ваҡыт уға ҡатынының керфеге һелкенгәндәй тойолдо. Маңлайына  ҡулын ҡуйып, башын ураған повязканы төҙәтергә теләне. Уң ҡулы менән төшкән сәсен һыйпарға уйлағайны, ниҙер күргәндәй тертләп китте. Ҡатынының маңлай тирәһендәге сәсен ҡырмағайнылар, ә ул ағарған. Тимәк, Миңнурым йәшәй, тереләсәк, тип уйлап ҡуйҙы. Ике көн элек тә шулай башын яҫтыҡҡа йүнәтеп һалып, сәсен һыйпаштырғайны, тик унда сәс улай түгел ине. Тимәк, ул команан сыға башлаған булып сыға түгелме?! Ул шатлығынан тиҙерәк операция яһаған хирургка барырға уйланы, тик шәфҡәт туташының килеп етеүен көтөргә булып туҡтап ҡалды. Ҡатынының ҡулын тотоп тағы нимәләрҙер бышылданы, тик нимә һөйләгәнен был юлы үҙе лә аҙаҡ хәтерләй алмаҫ ине, сөнки ул иң яҡшы бүләк алған бала кеүек хисләнде.  Ысынбарлығы менән төшө буталған кеүек тойолдо.

Шәфҡәт туташы килгәс, ул шатлығын уртаҡлашырға, кәңәшләшергә хирург бүлмәһенә китте, тик ул урында булманы, операцияла икән. Оҙаҡ уйламай,  туғандарына барырға булып,  сәскә һатҡан яңы танышы – Нәзифә апайы янына ашыҡты. Шатлығын уртаҡлашырға уйланы, ярай, улай ашыҡмайым әле,  тип үҙен тынысландырҙы.

Сәскә алғанда шатлығын Нәзифә апаһы менән бүлешмәк булды ла тағы кире уйланы. Шулай ҙа уйланып тороп,  барыбер еткереүҙе ҡулай күрҙе.

– Ҡустым, һинең шатлығыңа мин дә ҡушылам. Теге ней, һин миңә бик оҡшап ҡалдың бит әле. Минең ҡустым һымаҡһың. Ул да шулай кеше менән тиҙ таныша, тиҙ аралаша торғайны.

– Ниңә улай үткән заманда  әйттегеҙ?

      – Үлеп ҡалды шул. ВУЗ-ға инәм, кеше булырға кәрәк тип киткәйне. Нимә булғандыр, белеп тә булманы. Аҡса кәрәк тип вагон бушатҡан ерҙә үлеп ҡалды. Йөрәге туҡтаған тинеләр. Нимә эшләйһең инде. Әсәй ҙә ауырыу ғына ине. Ул да артынса китте, ҡайғыны күтәрә алманы. Мин ни, бер үҙем ҡалдым. Кейәүгә сығып өлгөрҙөм, тик туй үткәрмәгәйнек. Әсәй төҙәлһен тип көткәйнек. Ана ҡалай килеп сыҡты. Һин, ҡустым, әллә ҡайҙағы апайыңа китеп барғансы, миңә генә барып шатлыҡ сәйе эсеп алырбыҙ.  Бәлки, йоҡларһың да. Инде көн кискә ауышты бит инде, – тине лә әйберҙәрен йыя башланы.

Вәхит эстән генә, әйтерһең, Зорге урамы Октябрҙең 50 йыллығы урамынан яҡын, тип уйланы.

– Әйҙә, әйҙә, икеләнмә, бынау әйберҙәремде машинаңа һал. Мин Нәзифкә килеп йөрөмәҫкә ҡушып шылтыратайым да, эш кәнис, – тип ҡулына телефонын алды.

Вәхиткә ҡаршы килергә урын ҡалдырмай,  Нәзифә апаһы уны үҙе менән алып китте. Вәхит тағы сәғәтенә ҡарап алды. Юююҡ! Сәғәт ҡалған ғүмерҙе һанамай, ә өҫтәлә торған ғүмерҙе текелдәп тәртипкә килтерә. Кем нисек уйлайҙыр инде. Һөйгәндәр генә түгел, бар тормош яратҡан кешеләр бәхетле булһын, тип уйҙарына киң күңеллелеген дә өҫтәп ҡуйҙы. Вәхит тағы хистәрен тыя алмай,  өндәшмәй генә Зорге урамына ҡарай боролдо...

Автор:
Читайте нас