5
Нәзифә
Нәзифә юл буйына, өйөнә еткәнсе, шул ҡустыһын уйланымы, әллә әсәһен уйланымы – аңлашылманы. Бер нөктәгә текләп тик барҙы. Теге сәскә һатып торған, асыҡ, әллә ҡайҙан йылмайып торған Нәзифә апайҙы алмаштырып ҡуйғандай ине. Юлдашы һүҙ ҡушмағас, Вәхит тә өндәшмәй генә барыуҙы хуп күрҙе. Бер тапҡыр машина тәҙрәһенән офоҡҡа күҙ һалды ла эстән генә, “Дәә, бөгөнгө эшен дә тамамларға йыйына ҡояш”, тип уйланы.
Өйө янына еткәс кенә Нәзифә апайы теремекләнеп, хәбәрҙәрен һөйләп, йүгереп йөрөп әйберҙәрен ташыны ла:
– Ҡустым, машинаңды анауындараҡ, эскәрәк ҡуй. Бында тыныс ул. Нәзиф тә шунда ҡуйһа, ике-өс көн ултыра, ыш та итмәй, – тип, подъезға ыңғайланы.
Вәхит машинаһын ҡуйған арала, Нәзифә апайына ҡаршы килеп, тегендә йоҡларға китәм тип әйтергә уңайһыҙланыуына ла, тағы үҙенең шул кәрәкмәгән урында баҙнатһыҙ булыуына көйөндө. Йәш кешеме ни инде баҙнат итмәй торорға. Ниҙер иҫенә төшөп, телефонына йәбеште. Яйлап өйҙәгеләре, ҡайныһы менән һөйләште. Улар менән һөйләшкәндә, уның “ярар, ярар, шулай итермен, эйе” тигән һүҙҙәрен ишеткән кеше был хужаһы менән һөйләшәлер тип уйлар ине. Апайына шылтыратҡанда, бары бер генә һөйләм әйтте. “Апай, һаумы, бөгөн һиңә бара алмаҫмын, аҙаҡ һөйләрмен әле”, – тине лә, телефонын кеҫәһенә тығып, Нәзифә апаһының өйөнә йүнәлде.
Өйгә инеп, сәй эсергә ултырғас, уның күңеленә Нәзифә апай менән Шәһиҙәнең оҡшашлығы иҫенә төштө лә:
– Һеҙҙең беҙҙең яҡта туғандарығыҙ юҡмы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, һеҙ ана ҡай яҡтан да мин ҡай яҡтан. Мин ни Биләрит яғынан да ул. Ниңә улай тип һорап ҡуйҙың әле?
– Юҡ та. Былай ғына.
– Былай ғына түгелдер ул. Моғайын, бер ғилләһе барҙыр бит. Тиккә генә һинең ише уҡыған кеше һорамаҫ бит, – тип, Вәхиткә үтә ҡарап, тынып ҡалды.
Вәхит тә бер аҙ уйланып өндәшмәй ултырҙы, унан Нәзифә апайҙың йөҙөнә ҡараны.
– Юҡ та. Минең бер класташыма бик ныҡ оҡшағанһығыҙ. Тәү күргәндә үк шулай оҡшаттым. Һеҙҙе шуның туғанымы тип һорарға уйлағайным. Бына һораным, ғәфү итегеҙ инде, оҡшамағансараҡ килеп сыҡты.
– Юҡ. юҡ. Белмәгәнде белергә теләп һорау ғәйеп эш түгел. Минең әсәй Биләриттә вокзалда йыйыштырыусы булып әҙерәк эшләгән. Һуғыш бөткәс, тағы килеп эшләгән. Беҙ шуның янындағы бер бәләкәй генә өйҙә торҙоҡ. Атай һуғышта. Миңә алты йәшме шул, ҡустыма ике генә йәш булған. Мин ныҡлап хәтерләмәйем дә инде.
– Әсәйегеҙ бик иртә киткән икән.
– Шулай шул. Тик мине иң аптыратҡаны шул булды. Дүкәмиттәр араһында минең тыуған йылым тураһында бер мәғлүмәтле ҡағыҙ киҫәге булманы. Ҡустымдыҡы бар. Әсәйҙең үҙенеке лә бар. Әсәйемдең ҡустым тыуғанда ун ете йәше лә тулмаған. Шунан мин уйлайым, мине нисә йәшендә генә тапҡан. Мәктәпкә барғанда, мин ҡәҙимге ҙур ғына кәүҙәле инем. Кластағылар араһында мин иң ҙуры. Мине балалар “инәй” тип үсекләп бер булдылар. Уҡытыусы тәү көндә үк аптыраулы ҡарап ҡаршы алды. Әсәйгә ниҙер әйтергәме, һорарғамы уйланымы икән, әсәй ҡулы менән ауыҙын бикләп күрһәтте уҡытыусыға. Унан көлөштөләр ҙә шуның менән бөттө. Атай һуғыштан ҡайтманы вит инде. Ҡустымды мәктәпкә бер йыл һуңлатып бирҙе. Биләриттә бер апайға һалып уҡытты. Мин дә шул апайҙа яттым. Ул апай гел генә минең башымдан һыйпай ҙа: “Эй, етемәгемде”, – тип һөйә торғайны.
– Әсәй бар ҙа инде. Берәүе лә булмаһа, етем була, – тип ҡаршылашҡан булам.
– Эйе лә баһа. Онотоп торам, – тигән була торғайны.
Ул апай әсәйҙең әсәһенең һеңлеһе Менәүәрә исемле булды. Бер ҡулы зәғиф ине. Үҙен берәү ҡарай торғайны. Мин барып ятҡас, ул йөрөмәне. Хәҙер уйлайым да аптырайым. Ул апай хәҙергесә әйтһәң, ғәләмәт законды яҡшы белгән булған. Кеше берәй ниндәй йомош менән килһә, төп нөсхәһенә төшөп һорашмайынса сығармай торғайны. Уға кеше күп килде. Ғәләмәт күп белде. Кешенең бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмай торғайаны. “Депутат апай”, йә “засидәтел апай” тип килә торғайнылар.
– Хәҙер оло ғыналыр инде.
– Юҡ. Ул күптән мәрхүм инде. Кинәт кенә фалиж һуҡты. Әләй ҙә генә оҙаҡ ятманы. Бер аҙна булдымы икән, хәтерләмәйем. Әсәй килеп ҡарап йөрөй торғайны. Хәҙер уйлайым: эшен эшләй ҙә бында йәйәүләп йүгерә. Тышылдап килеп инә лә:
– Ярты юлды йүгереп үттем. Ҡараңғы төшмәҫ элек, – ти.
Иртә менән тағы сығып йүгерә. Беҙ уҡыуға киткәндә, апайҙы бикләп китәбеҙ. Аҙнанан ашыу ҙа ятҡандыр, хәтерләмәйем. Хәтер тишелгән, – тип йылмайып ҡуйҙы.
Улар шулай икәүләп байтаҡ һөйләштеләр. Иртәнсәк Вәхит Нәзифә апайын сәскә һатҡан урынға алып барып ҡуйҙы. Унда улы сәскәләрен алып килеп, бер ҡатын менән йүнәтеп теҙеп ултыртып йөрөйҙәр.
– Быныһы тағы кем? – тип, улына ҡалҡып ҡараны.
– Киленеңдең начальнигы. Киленең бөгөн поликлиникаға бара, анализдар биреп, тикшерелергә уйлай. Хужаһын эш урынына алып барам. Машинаһын СТО-ға ҡуйған.
Ошо урында әсә менән улдың иртәнге аралашыуы тамам булды. Вәхит тә, артыҡ таяҡ башы булып тормайым тип, машинаһы янына йүнәлде. Кисә Нәзифә апай ниҙелер һөйләмәне, тигән уй менән ҡатыны янына елдерҙе, хатта гөлләмә лә алырға онотто. Нәзифә, “әллә ниңә барыһын да һөйләмәнем, бәлки, минең ысын туғандарымдың береһе терелер, шул Вәхиттәр йәшәгән яҡталыр”, тип уйланып тороп ҡалды. Хатта Вәхиткә сәскә лә тәҡдим итмәне.
Вәхит ҡатыны ятҡан палата эргәһенә килеп етеүгә, унан шәфҡәт туташы ниҙер ҡысҡырып атылып сыҡты ла өлкән табип бүлмәһенә инде, ниҙер әйтеп, кире ашығып килеп етте. Вәхитте күреп:
– Ағай, ҡатынығыҙ күҙен асты бит! Ниҙер әйтте, мин тыңламаным, тегендә хәбәр иттем, – тип, билдәһеҙ яҡҡа төртөп күрһәтте.
Шул ваҡытта ике-өс табип килеп инде лә Миңнур янына ашыҡты. Тулҡынланыуын баҫырға тырышып, улар артынан Вәхит тә Миңнуры янына барып баҫты. Йөҙөнә бер аҙ алһыулыҡ йүгергән Миңнур ауырлыҡ менән күҙен асып, Вәхитте күрҙеме, әллә янындағы табиптарғамы йылмайғандай итте. Шул ваҡыт өлкән табип Вәхиткә сығып торорға ҡушып:
– Һеҙ, Вәхит Вәдүтович, булмаһа сығып тороғоҙ әле, беҙ һөйләшеп кәңәшләшкәнсе. Бына бит, һеҙгә лә тынысланырға ваҡыт етеп килә, – тип, уны етәкләп тигәндәй палатаның ишеге янына килтерҙе.
Вәхиткә буйһоноуҙан башҡа сара юҡ ине. Башына төрлө уй бер юлы килдеме, әллә ныҡ шатландымы, ошо минутҡа әҙер булғандай булһа ла, аңлайышһыҙ тойғо кисерҙе. Йөрәге ситлегенән атылып сығырға ынтылғандай туланы. Шул ваҡыт ул кеҫәһенә дарыу һалып йөрөмәгәненә үкенгәндәй итеп, тәҙрә янына ашыҡты. Күптәргә өйрәткән тын алып йөрәкте көйләү сараһын үҙе эшләй башланы. Бер аҙ тынысланғас, палата янына барып эскәмйәгә ултырҙы. Эстән генә ҡатынының нисә көн комала ятыуын иҫәпләне. Күңеленән үҙен битәрләп алды. Мин бит уның терелмәүенә әҙер инем, шулай ҙа, Аллам, һин мине был ауыр ҡайғынан ҡотҡарҙың бит! Эй, раббым! Балаларымды етемлектән азат ҡылаһың! Әсәйемдең борсолоу менән түгәсәк күҙ йәштәрен тыйҙың, уны йәлләнең, тип уйланы ла кеҫәһенән ҡулъяулығын алып маңлайынан атылып сыҡҡан тирен һөртөп алды.
Шул ваҡыт палатанан табиптар һөйләшә- һөйләшә килеп сыҡты. Өлкән табип Вәхит янына килеп:
– Вәхит Вәдүтович, ҡатынығыҙ өлөшлөмө, һеҙме, хәҙер уның терелеүенә ышаныс ныҡ. Ике көндән тағы бер операция яһайбыҙ, ә һеҙгә балаларығыҙ янына ҡайтып килергә лә була. Операция буласаҡ көнгә килерһегеҙ. Хәбәр итербеҙ. Улар көтәләрҙер. Ни икәнен артабан һөйләп тормайбыҙ, һеҙ үҙегеҙ ҙә бик яҡшы аңлайһығыҙ, – тип китеп барҙылар.
Улар китеү менән, Вәхит ҡатыны янына ашыҡты. Карауаты янына етеү менән ҡатынының ҡулдарынан тотоп, шәфҡәт туташының барлығына ла иғтибар итмәй, уны үбә башланы
– Рәхмәт, Миңнурым, рәхмәт! Кире ҡайтҡаныңа рәхмәт! Мин төңөлөп бөтә яҙғайным, тик әсәйемде, балаларҙы йәлләп һиҙҙермәгәйнем. Шулай ҙа күңелемдең ҡайһылыр бер ҡылына һинең беҙҙе ташларға көсөң етмәҫ тигән уй йәбешеп ҡалғайны. Ғәфү ит мине, шулай уйлаған өсөн. Был минең барлығымдағы иң насар уйым. Һиңә генә систем уны. Һин мине аңларһың. Мин шундай хәлдә ҡалһам, һин дә шулай уйлар инең. Ғәфү ит мине, Миңнурым! Шулай ҙа, беҙҙе ташлмаһын, тип мин Хоҙайға көн дә үтендем. Әсәй ятлатҡан доғаларымды яңынан иҫкә төшөрҙөм. Мин яңғыҙ булманым, янымда Хоҙайым булды. Беҙгә ҡайттың... Бөгөн – һинең икенсе тыуған көнөң. Был 22 апрель. Ҡара әле, Миңнур! Был көн Лениндың тыуған көнө бит! Тимәк, февралдең 29-сы числоһы булмағанда, 22 апрель йыл да була. Значит, һинең тыуған көндө дүрт йылға биш тапҡыр билдәләйбеҙ.
Тынып ҡалды ла ҡалҡып, ярҙам һорағандай, шәфҡәт туташына ҡараны.
– Һеҙ сығып торһағыҙ, мин апайҙы тәрбиәләп алыр инем, унан күрше палаталағы яңы килгән сирлене операцияға әҙерләргә кәрәк, – тигәс, ул ипләп кенә ҡатынының ҡулын һалды.
– Мин хәҙер киләм, балаларға шылтыратып шатландырып алайым. Мин ҡайтып еткәнсе, ҡыуаныстан, Мәҙинә ҡыҙың әйткәнсә, гөрләшеп алһындар, – тип ишек яғына атланы, боролдо ла, – мин һиңә гөлләмәләр килтерәм, – тип, ашығып сығып китте.
Машинаһы янына еткәнсе әсәһенә шылтыратып, ҡайныһына ла хәбәр итергә өлгөрҙө. Унан “Йүрүҙән” туҡталышына ашыҡты. Нәзифә апаһы менән шатлығын уртаҡлашыу ине уйы. Барып еткәс, нимә тип әйтермен, тип тә уйланы. Бында Нәзифә апаһы уны бөтөнләй икенсе хәбәр менән ҡаршыланы.
– Ҡарале, Вәхит, мин һинең менән һеҙҙең яҡҡа барайым. Һин әйткән миңә оҡшаған ҡатынды күрәйем. Бына юлда мин һиңә нимә икәнен аңдатырмын. Шөйлө туғанһыҙ түгелмендер әле. Бәлки, әсәйҙең туғандары шундалыр, – тине.
– Бик яҡшы, мин кискә ҡайтырға сығам.
– Нимә, әллә килен менән...
– Юҡ, юҡ! Бер ни ҙә. Ул иҫенә килде. Врачтар миңә ҡайтып килергә рөхсәт бирҙеләр. Бер нисә көндән тағы бер операция була. Унан инде беҙ йүнәләбеҙ тигән һүҙ, Нәзифә апай!
Шулай ҙа Нәзифә апаһы иң ҙур сер төйөнөн сисмәне әле, тип уйланы Вәхит. Ярай, юл оҙон, ул сер ҙә асылыр, моғайын. Шәһиҙәнең әсәһе менән берәй бәйләнеше барҙыр, тигән уй менән ул өйгә ҡайтыуға ҡала күстәнәстәре алырға уйлап, Нәзифә апаһы тирәһенән китергә ашыҡты. Уныһы:
– Мин һине ике сәғәттән көтәм, шатлыҡ сәйе эсеп алырбыҙ. Юлға сығыр алдынан бик яҡшы була ул. Дәртләнеп, ҡәнәғәтләнеп барырға тура килһен миңә лә, – тине.
– Дүрт сәғәттән була, мин әле Миңнур эргәһенә барам, – тип ҡысҡырҙы, әйтерһең, хәбәрҙе яурыны аша ғына ташланы, боролоп ҡараманы.
Вәхит вәғәҙә иткән дүрт сәғәтте Нәзифә оҙон көндәй итеп саҡ еткерҙе. Уныһының машинаһын күреү менән, теҙеп ҡуйған сәскәләрен йыя башланы, үҙе эстән генә, ҡасан ғына улым ошонда сәскә һата торған киоск ултырта инде, ошолай мәшәҡәттәре булмаҫ та ине, тип уйлап алды. Вәхит әйткән ваҡытҡа килеп етеү менән:
– Дүрт сәғәт тигәнең миңә оҙон көн кеүек тойолдо. Ҡартая башлаһаң, бала аҡылы инә, ти торғайны әсәйем. Мин дә бөгөн үҙемде шулай уйлап алдым әле. Һинең менән барам тип уйлауым булды: тиҙҙән ҡулыма кәнфит алам тигән бала шикелле осондом да киттем. Бына хатта күңелем күтәрелеп китте әле, ҡустым, – тип ҡаршыланы уны Нәзифә. – Бына сәскәләрҙе генә алайыҡ та. Алай ҙа ғына улыма бөгөн сәскәләрҙе әҙ килтер тигәнем. Ана өс кенә гөлләмәһе ҡалды. Бер дүрт-бишен анау ситтәге һеңлекәшкә һатырға ҡалдырҙым. Йәл, бигерәк матурҙар. Моғайын, алырҙар. Был өсәүһен дә ҡалдырыр инем инде, тик бына күрше подъездағы ҡатын өс гөлләмә алырға ҡушҡайны. Һеңлеһенең тыуған көнөнә ике ҡыҙы менән баралар икән. Шуға ғына алып ҡайтам.
Вәхит Нәзифә апаһының бик асыҡ һәм һүҙсән булыуын да Шәһиҙәнең әсәһенә оҡшатып ҡуйҙы. Ул да шулай бер һөйләй башлаһа, әллә ҡайҙағы ваҡиғаларға барып тоташҡансы һөйләп ташлай. Тыңлаусыһы ғына булһын, тип хәтерләп алды.
Ниһайәт, Нәзифәнең өйөнә барып, әйберҙәрен ҡалдырып, сәй ҙә эсеп тормайынса, юлға сығырға булдылар. Шул ваҡыт уның кеҫә телефоны тауыш бирҙе.
– Вәхит, хәйерле көн! Һин ниңә кисә килмәнең? Эй көттөм.
– Һаумыһығыҙ! Апай, мин килә алманым шул. Бер һөйләрмен әле.
– Берҙе көтә алмайым, хәҙер кил! Әсәй килгәйне, һеҙгә барам, тип ултыра. Әллә алып ҡайтаңмы тип тороуым.
– Апай, бөгөн булмаҫ ул. Әле генә Миңнур иҫенә килде. Миңә бик ҡабалан юлға сығырға тура килде. Өйҙә бер көн булам да яңынан киләм. Операцияға килеп өлгөрөргә кәрәк.
– Тағы ниндәй операция? Нисәнсеһе була инде? Йәнгенәһе ҡалманы, бахырҡайҙың.
– Тағы яһайҙар шул. Шулай итеп йәнен һаҡлайҙар инде, апай. Инәй берәй аҙна һеҙҙә тороп торор инде. Операциянан һуң алып ҡайтырмын. Был юлы әсәйҙе ике шатлыҡ менән ҡыуандырайым әле.
– Ниндәй ике шатлыҡ тағы?
– Һуң, бер тигәс тә инәй киләсәк, инде йыл булып килә бит күрешмәгәндәренә. Ике тигәс тә килене йүнәлеүгә юл алды.
– Әәә, ярай әләйһә, хәйерле юл! Борсомайым, – тип, телефонын һүндереп ҡуйҙы.
Вәхит апайының улай ҡапыл ғына хәбәрҙән туҡтамағанын белгәнгә күрә, әллә үпкәләттем инде, ҡылтайҙы, ахырыһы, тип уйланы.
Юлға сыҡҡас, байтаҡ ваҡыт икеһе лә һөйләшмәй тын барҙы. Вәхит эргәһендәге ҡатындың кемлеге тураһында баш ватһа, Нәзифә нисегерәк һүҙ башларға икән тип уйланып барҙы. Икеһенең дә йөҙөндә көсөргәнешлек сағыла.
Бер боролошҡа еткәс:
– Әллә инде, бушҡа сыҡтым микән, тип уйҙанып киләм әле, ҡустым. Әллә, һин бер апайға оҡшатыуыңды әйткәс, ашҡындым да ҡуйҙым шул.
– Нәзифә апай, шаяртманым. Ысынын әйттем. Мин дә бит инде ҡырҡтың өҫтөнә сыҡҡан ир. Шаяртыу, алдау тигән нәмәләрҙе инде ун биш-ун алты йәштәрҙә үк онота башланым шул.
– Шулайҙыр инде. – Бер аҙ тын барҙы ла, һүҙен бик йонсоған кешеләй итеп, көсһөҙ генә тауыш менән башланы: – Һөйләгәс-һөйләйем инде. Бына һинең мине кемгәлер оҡшатыуың шаңҡытты. Минең әсәй ҡапыл ғына ауырый башланы, балнисҡа ятырға өгөтләһәм дә – тыңламаны. Бары, улым саҡыра, унда ла ярҙам кәрәктер инде, тип ҡул һелтәне. Бер көнө янына мине саҡырып алды ла:
– Балаҡайым, мин китеп барһам, бер үк ҡәберемде етемһерәтмә, саң ҡунмаһын тимәйем, ҡый баҫмаһын, селек үҫмәһен. Тегендә селек өҫтөндә йөрөтөрҙәр. Күп йыллыҡ сәскәләр ултырт, – тине.
– Әсәй, ҡабаланма, бына туй үткәрәйек, унан һине беҙ үҙебеҙгә күсереп алырбыҙ, бергә торорбоҙ. Һин мине ташлап китәләр тип уйлама. Унан унда һиңә урын ҡалмаҫ тейеңме, әллә һин барһаң, ер ҡуйыны тулырмы, – тип йыуатам.
– Йыуатма, балам. Кемгә оҡшағанһыңдыр инде. Бер генә сырай һытып йөрөмәнең. Миңә түгел инде, – тине. – Ана, мин саҡ ҡына бошонһам да ике-өс көнһөҙ яҙыла алмайым.
– Шуға ла һин тиҙ ауырыйһың, бирешеп бараһың, ивет? Ә мин атайыма оҡшағанмын атыу.