Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Февраль 2025, 05:33

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (6)

– Хәкимйән, өйгә индермәйенсә генә беҙҙе киске саф һауа менән һыйламаҡсы булдыңмы?  Килеп сыҡмаҫ. Ошонан ғына боролорға беҙ үткенсе түгелдәйе.  Нәзифә апай менән Өфөнөң үҙенән килеп, еңел генә ҡотолтмабыҙ. Шулай бит, Нәзифә апай?!

Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (6)Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (6)
Һин ҡалдырма беҙҙе Повесть Рәйсә ИҪӘНБАЕВА (6)

6

 

– Әллә инде. Ултыр әле яныма. Һиңә әйтер һүҙем бар, тыңла, бүлдермә, йәме.

– Әсәй, бына һиңә сәй эсерәм дә,  – тигәнем хәтерҙә.

– Балам, сәй ҡайғыһы юҡ миндә, бала ҡайғыһы.

– Һаман шул. Үлгән артынан үлеп булмай бит. Үҙең әйтәңдәйе. Һәр нәмәнең үҙ мөҙҙәте.

– Һүҙем ҡустың түгел, һинең турала, – бер аҙ уйланғандай итеп тын ғына ултырҙы ла дауам итте, – Нәзифә, һин минең ҡыҙым түгелһең.

Мин аптырап, ауыҙымды астым да ярға ташланған балыҡ  кеүек, һауа етмәгәндәй үрһәләндем, уның күкрәгенә ҡапландым.

– Улай тимә, әсәй. Мин һинеке, һинеке, – тип илай башланым.

Ул көсһөҙ ҡулдары менән минең башымды ҡалҡытты ла шундай ялбарып ҡараны. Бына шул ҡарашты мин әле лә онота алмайым. Нисек мин уныҡы түгел?.. Нисек?..

– Эйе, һине мин вокзалда табып алдым. Һин иҙәндә бер икмәк ҡатыһын мөнйөп ултыраһың. Күҙ йәштәреңде бысраҡ ҡулдарың менән һөртөп битеңде бысратып бөткән инең. Үҙең һаман да һулҡылдап илайһың. Мин иремде һуғышҡа оҙатып: аҡсамды юғалтып, вокзал хужаһы менән һөйләшеп, бер ай эшләп, шул эш хаҡына ҡайтырға тейеш инем. Үҙем ауырлымын, хужа минең буйыма ҡараны ла, эсемә ымлап, ”Ҡасан?” – тип һораны. Өс айҙан була тигәнде ишеткәс, мине ике айға эшкә алды. Бына шунда һине мин табып алдым. Исемеңде һорағайным, әллә Нәшифә тинең, әллә Кәшифә тинең,  аңламаным. Әсәйеңде, атайыңды, белмәнең, үҙеңдең торған ереңде лә әйтә алманың. Нисә йәш тигәйнем, бер күрһәтһәң – өс, бер күрһәтһәң биш бармаҡ күрһәтәһең. Һүҙ менән әйт тиһәм, әллә өш, әллә биш тейең Аңлашылмай ине. Шунан һине вокзал нәшәлниге алып ҡайт, үлеп ҡуйыр, тине. Бына әҙерәк вокзал паегынан бирәбеҙ, берәй әмәлен табырбыҙ тигәс, мин һине алып ҡайттым. Үҙем дә йәшмен, әсәй ҙә аслыҡтан шешенеп үлгәйне. Мине күрше егете кейәүгә алды. Алты ай йәшәп ҡалдыҡ, уны ла һуғышҡа алдылар. Атай ҙа һуғышта үлде. Уны пахарункаһын әсәйгә күрһәтмәй йыйғайным, ҡайғыртмайым тип, ә ул,  мин ашаһын тип,  үҙе ас йөрөгөн. Күршеләге Сәмиғә инәй шулай тине: “Киндер тоғон ике ҡатлы итеп тегеп, һиңә сөхәрей әҙерләнем, тине. Моғайын, өйөгөҙ башына ҡуйғандыр. Мейес яба торған биҙрәһе унда берәү була торғайны. Атайың киткәне бирҙе, унда икәү булып китте. Береһен ныҡ япҡан. Миңә әйткәйне. “Апай, һин һауһаҡһың, һәр үлән шифаһын беләң. Мин улай түгелмен. Бала саҡтан сирҙәшкә булдым. Нәфҡиәмде һиңә тапшырам инде, үлеп китһәм”, – тине әсәйең. Сәмиғә инәй шулай шәп кенә ине әле. Күргәнен генә һөйләй. Шул һөйләй, был һөйләй, тип ғәйбәткә сырамытҡан нәмә һөйләп йөрөмәне. Үҙе ярҙамсыл күрше. Һорамаһаң да ярҙам итеп, кәңәш бирә торған ғәҙәте лә булды. Тик бер нәмәһе  уны башҡаларҙан айырып торҙо. Уның һөйләгәнен кеше ысын дәлил кеүек ҡабул итте. Әйтерһең, ул закун тигән нәмәнең башынан аҙағына тикле белә. Уға ҡаршы сығып әрләшеүсе, бәхәсләшеүсе лә булманы. Бер ваҡыт әсәйем  уға ҡаршы сығып әрләшкән икән. Сәмиғә инәй: “Белер- белмәҫ хәбәрең менән һүҙ ҡайышлап торма. Башта бел, күр, тот, унан хәбәреңде һөйҙә”, –  тип тыйған. Шуға күрә уға ҡаршы сығып, әрепләшеүсе  булманы. Шулай бер әйтер, берәгәй әйтер ине. Ауылда бер апай депутат булды. Кеше уға кәңәш йә ярҙам һорап барманы тип әйтерлек. Ошо Сәмиғә инәйгә күберәк киләләр. Аҙаҡ улар икәүһе ҡоҙағый ҙа булып киттеләр шул депутат менән. Ауылда “Беҙ ҡапсыҡта ятмай” тип, туй мәлендәге бер ҡыҙыҡты ла һөйләй торғайнылар. Теге депутат ҡоҙағыйы Сәмиғә инәйгә: “Һин зерә минең алға төшөп китмәле”, – тигән икән, Сәмиғә инәй: “Аҡылың буйламаҫ нәмәне һөйләп, кеше башын күп ҡаңғыртмаһаң, мин алдыңа сыҡмам. Әлегә минең кешегә ҡапҡам да, күңел ишегем дә асыҡ. Урыҫ әйтмешләй, ызнашит, һинең умаң етмәгәндә, миңә киләләр. Үпкәләшеп юҡҡа кәртә ҡуйма. Хәҙер был табында беҙҙең дәрәжә бер, һин дә, мин дә – ҡоҙағый”, – тигән.

Мине шул Сәмиғә инәй ана шул күрше егеткә бирҙе лә инде. “Ашағаның аш булһын, эшләгәнең эш булһын, ғәйбәтте ишетмә, ишеткәнеңде һөйҙәмә”, – тип аҡыл өйрәтте. Бына үҙе лә үлмәй генә һуғышты сыҡты. Теге сөхәрийҙәрҙең  яртыһын сысҡан ашап бөткән ине. Ҡалғанын шул Сәмиғә инәй башта ҡыҙған мейестә, төтөндә тотто. Унан ебетеп таҙаланы, аҙаҡ беҙгә өйрә итеп ашарға өйрәтте. Бына улымды шулай таптым, үлтермәй үҫтерҙем. Ауыр саҡты үткәс кенә китте бит. Шунда Сәмиғә инәй: “Әллә инде сысҡан ашағанды ашаның, тубырлаулы булманың, тик балаңа зәхмәте бирелмәһә инде”, – тигәйне.

Бына шундай ауыр мәлдә, ауырлы сағымда  һине вокзалдан табып алып ҡайттым. Килеп алыусы ла, әмәл ҡылыусы ла булманы. Һуғыш мәле уның ҡайғыһымы. Мине сплавҡа ебәрҙеләр, ә Сәмиғә инәй һеҙҙең икегеҙҙе лә алып ҡалды. Хәлемдән киһә, мин уға урҙин бирер инем. Күп ҡатындарға ярҙам итте ул. Ҡайһы берҙә дүрт-биш баланы алып ҡала ине. Хәллерәктәр нисектер ятып ҡала. Сәмиғә инәй миңә: “Һапһыҙ ҡара балталар йөрөй инде был эшкә”, – тип оҙатты. Минең ир ҡайтманы. Артыҡ яратыу булмағас, ныҡлап ҡайғырманым да, тик ныҡ ҡына йәлләнем. Йәшләй китте. Атайҙы ҡайтыр тип көттөм. Ҡайтманы. Ә һин үҫтең. Кем ташлағандыр инде, әллә аслыҡ яфаһынан мәрхәмәтле кеше күрер тип ҡалдырҙымы, белмәйем. Һуғыш тынғас та эҙләп килеүсе булманы. Үҙем нисек итергә белмәнем. Аҙаҡ инде һиңә эҫендем. Үҙ баламдай ҡурсыным, белдермәнем. Сәмиғә инәйҙең дә күңелендә һәр хәбәр ҡәберен таба ине. Ауыҙы йоҙаҡлы уның, ти торғайнылар. Башҡа ҡыҙыҡһыныусы кеше булманы. Егермеләп кенә өйҙә берәү берәү менән ҡыҙыҡһынманы. Бары староста кеүек бригадир Хәләфетдин генә йөрөнө. Ҡатын­ҡыҙҙарҙы ыҙалатты инде. Күптәре унан ҡасып шул сплавҡа китеп бөттө.

Минең, ҡыҙым, һиңә һөйләрем был да түгел. Мин шулай һиңә һиҙҙермәй генә төрлө төбәккә таныштар аша ауыл советтарына хат ебәреп, берәй ҡатын юғалған балаһын эҙләмәйме, әллә юғалтҡанмы,  тип шул турала белештем. Иманым камил. Мин улымды ун етем тулмаҫтан алда таптым. Һин, моғайын, унан берәй дүрт йәшкә олораҡһыңдыр. Тамағың ашҡа туйынып, кәүҙәңә ит ҡуна башлағас, шулай уйланым. Шулай булғас, мин ун өс йәшемдә һине таба алмайым бит. Шуға һине мин ҡустыңдан бер йәшкә генә ҙур итеп яҙҙырҙым. Уны ла шул вакзал хужаһының ярҙамы менән. Шундай һәйбәт кеше ине. Үҙен дә һуғышҡа алдылар. Сатаныраҡ ине, алдан шуға ҡалдырған булғандар, ә һуғыш ана оҙаҡҡа китте. Шулай итеп, унда сатан-сулаҡтар ҙа кәрәк булғандыр инде. Ә бына Хәләфетдин уң ҡулының бармаҡтарын үҙе сабып өҙгән тинеләр. Һуҡ бармағы менән баш бармағы бар ине. Һуғыштан Сәмиғә инйәҙең кесе улы ҡайтҡайны. Шул һөйләне. Башта уны серҙәш күреп уға инәлеп йөрөгән икән. Шул Самат ағай менән аҙаҡ улар дошманлашып та бөттөләр. Бына шул Самат ағай һине был Биләрит вокзалына ҡай яҡтан килеүҙәрен белешеп, шулай алыҫтаныраҡ эҙләргә ҡушҡайны. Шуға ана ҡустыңа ла йәшереп кенә һөйләгәйнем. Ул эҙләрмен тигәйне, тура килмәне инде. Шунан һуң күп тормай, әсәй минең туйҙы ла үткәрә алмай үлеп ҡалды. Мин, бына круглый етем ҡалып, ошо йәшкә еттем инде. Ирем менән айырылыштыҡ. Ниңәлер, ата-әсәле үҫкәнгәме, үҙен бик һауалы тотто. Ҡәйнәм мине гел генә “табылдыҡ” тип рәнйетте. Бер эшемде  лә оҡшатамны. Шулай ҙа ике бала булғансы тороп, айырылырға тура килде. Иремде ҡәйнәм өгөтләп, димләп ире үлгән бер ҡатынға өйләндерҙе. Ул ҡатын минән байыраҡ, ата-әсәле ине, шикелле, ҡыҙыҡһын­маным. Ауыр булды, тик  һыр бирмәнем, түҙҙем. Шулай ҙа бер нәмәһен генә белдем. Ул көмөшкә эшләп һата икән. Ирем эскесегә әйләнеп, ҡышҡыһын юлда туңып үлгән. Ҡәйнәм килеп, илай-илай һөйләп ҡайтты. “Һин ата-әсәле булһаң, торғоҙор инем, шуға торғоҙманым, – ти, оялмай ҙа. – Унан һин бит “табылдыҡ”. Вокзалда табылғанһың. Һине әсәйең үҙе тапмаған бит. Кем балаһы икәнеңде белмәй эҙләгәнен миңә һөйләне, ауырып ятҡанында. Әллә, айыртмаһам, йәшәр ҙә ине улым. Шул һиңә киләм тип сығып китеп, селләлә туңып үлде инде. Ҡатынына ла әйтеп сыҡҡан. Килен ни, сыҡма, йөрөмә тимәгән инде. Нимәгә ул эскесе тигәндер. Үҙе эсереп өйрәтте лә. Мин дә инде, йәнәһе, улыма тиңде һайлайым. Улым һайлаған оҡшамай. Һуң,  улым тормошо минеке түгеллеген белмәгән ҡарт ишәкмен бит инде мин”, – тип үҙен әрләп ҡайтып киткәйне. Оҙаҡ йәшәмәне, китте яҡты донъянан.

Ә әсәйем бик аҙарынып: “Һин, балам, бынан алыҫыраҡ урындан үҙеңдең тамырҙарыңды эҙлә. Ҡыҙғаныс инде. Бына ҡырҡты үткәс кенә,  үлеп-фәлән китһәм, һине терәкһеҙ ҡалдырам инде. Шуға үҙ терәгеңде тап. Ир терәк булһа ла, туғандар яҡыныраҡ бит. Ҡан туғаныңды тап, тим. Ирең менән нисек йәшәрһең, әйтә алмайым. Ҡәйнә кешене ут тиҙәр инде. Ирен быҙау итеп, үлемен йәһәтләне, тиҙәр.  Ауыл кешеһе шулай инде. Былай ире ауырыу, һуғыш яраһынан миктәп, йүнкеп китә алмаған икән”, – тип үтенеп һораны.

Бына шулай, ҡустым, мин шул һин әйткән кешене эҙләргә булып, һеҙҙең яҡҡа барам инде. Бәлки, ул кешеләр һуғыш ваҡытында Биләриттә вокзалда булғандарҙыр, тиеп ымһыныуым. Әсәй кешене әйтә алмайым, әллә баяғы һин белгән кеше аша берәй төйөн сиселмәҫме.

Нәзифә бер килке өндәшмәй барҙы. Вәхит боролоп ҡарап аптырап китте. Апайы бит тауыш тынһыҙ ғына илап бара. Күҙенән аҡҡан йәштәрен дә һөртмәй. Бер нөктәгә текләгән дә, ҡатырылған кеүек, машина ыңғайына ғына сайҡалып ала

– Һис шикһеҙ, барам, алып барам. Таныштырам. Ысынлап та, шулай уйығыҙ тормошҡа ашһа, Нәзифә апай, һине мин үҙем апай итеп яһап алам. Әсәйемә ҡиәмәтлек һеңле, бәлки, булырһың. Әсәйемә алтмыш бер йәш тула көҙгә. Ул да шул һуғыш балаһы инде.  

Һүҙ ошо урында өҙөлдө. Икеһе лә тын барҙылар. Кем нимә уйлағандыр, уныһын инде бер кем дә белә алмаҫ. Бер ҡәүм барғас, Нәзифә телгә килде.

– Һин шулай тиһең, ҡустым, ә мин шатлыҡтан илап барам. Юҡ, мин күңелемдәге тойғоларҙы тыя алмай, күҙҙән  үҙенән-үҙе йәш аҡты. Һин аптырағанһыңдыр инде, ҡарап алаһың. Телем дә  әйләнмәй һиңә һүҙ ҡушырға. Ете ят кеше һине үҙ туғаны яһарға әҙер. Мин нисә йыл бер ниндәй туғанһыҙ – улым, ҡыҙым менән генә ҡәнәғәтләнеп тип әйтәйемме, Аллам биргәненә шөкөр тип йәшәп ятам. Аңлата ла алмайым. Бына тағы ҡиәмәтлек булһа ла туғандарым барлыҡҡа килергә тора. Насип итһә, тағы ла табылыр әле.

     – Юлдаш булһа, юл ҡыҫҡара, тиҙәр. Бына бер нисә саҡрым ғына ҡалды. Бер егерме минуттан беҙҙә булырбыҙ. Әсәй көтәлер инде. Мунса ла әҙерләй ул.

– Мәшәҡәтләнмәһә лә була инде. Әәәй, мин тиле, һин ҡайтаһың бит әле. Ауыл мунсаһы йәнгә рәхәтлек, тәнгә дауа бит ул. Шуға ана Нәзиф тә, ҡартәсәйҙеке һымаҡ ауыл мунсаһы төҙөйөм, тип янып йөрөй.

– Беҙҙең балалар ҙа ауыл мунсаһын яраталар. Бигерәк тә йәйгеһен. Еләктән ҡайтҡас, мунса төшөп тәгәрәшеп ятып йоҡлап китәләр. Иртәнсәк мыжып, арыныҡ тип тормайҙар. Ҡартәсәләрен тағы еләккә әйҙүкләйҙәр. Ял көндәрендә мин машина менән алып барып та ҡуям. Бына беҙҙең ауыл инде. Район үҙәгенән алыҫ түгел, бер биш саҡрым ғына. Беҙ бала саҡта, өлкән кластарҙа шунда йөрөп уҡый инек. Хәҙер үҙенең ун йыллыҡ мәктәбе бар.

Улар йәшел ҡапҡалы йорт алдына килеп туҡтауға, балаларын етәкләп Вәхиттең әсәһе килеп сыҡты. Аталарының машинанан төшкәнен саҡ көтөп, ҡосаҡлап алдылар. Шул ваҡыт әсәһе ашығып, Нәзифә ултырған яҡтың ишеге алдына килде лә: 

– Иии, балам, миңә ҡунаҡ та алып килгән. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. Аяҡтарығыҙ ойоп та киткәндер инде. Ни тиһәң дә, өс-дүрт сәғәтлек юл бит. Ипләп кенә төшөгөҙ. Ҡана, сумкағыҙҙы миңә бирегеҙ, – тип таныш булмаған ҡунағына хөрмәт күрһәтә башланы.

– Әллә ни арытманы ла әле ул. “Һә” тигәнсә килеп еттек.

– Ярай әләйһә. Минең сәйем дә, ашым да әҙер. Мунсамды ла яғып, томалап ҡуйҙым. Тандырланып торһон. Мунса төшкәндә, тандыр булһа, рәхәт бит ул, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡунағын алдына төшөрөп, урамға инеп киттеләр.

Балалар, атаһын һағыныуын белдереп, әсәһенең хәлен һорашып, атаһы янында уранғыланылар. Өйгә ингәс, Нәзифә яҡ-яғына ҡаранып алды ла:

– Эй яратам мин ауыл өйөн. Ауылда торорға яратам. Шул тиклем ауылда йәшәгем килә.

– Ҡала кешеһенә шулай танһыҡтыр инде. Мин үҙем былай ҡала тормошон өнәп етмәйем. Таныштар булмай. Аралашыр кеше юҡ. Ни Аллаға, ни муллаға тип йәшәгән кеүек күрәм. Бына Вәхиттәр торғанда, уларға һағынып бер көн барам да иртәгеһенә ҡайтырға төйнәнә башлайым. Үҙ төлөгөм – үҙ өйөм, тим. Йәштән торһаң, бәлки, икенсерәктер. Әйтә алмайым.

– Мин дә ауылда торҙом ул, тик иремдең өләсәһе ҡалала йәшәгән.  Ул үлгәс, донъяһы иремдең әсәһенә ҡалды. Ҡәйнәм беҙҙе шунда Өфөгә күсерҙе. Үҙе ауылда йәшәне. Хәҙер юҡтар инде. Ирем беҙҙе ташлап китте. Ҡәйнәм ут булды инде. Беҙгә йәшәргә көн бирмәне тиһәң дә була. Ул да үлде.

Улар шулай донъя хәлдәрен һөйләй-һөйләй, үҙҙәре менән бер-береһен  таныштырҙылар. Бер-береһенең йәштәрен һорашып белгәндән һуң, Вәхиттең әсәһе Нәзифә апаһынан ике йәшкә  хатта кесе булғаны беленде.

    Улар шулай ҙа ашап-эсеп алғандан һуң, мунса төшөп тормай, күрше ауылға,  Хәкимйәндәргә барырға булдылар. Мунсаға балалар менән Вәхиткә генә кинәнергә тура килде. Хәҙер көндәр,  яҙға тартып, ныҡ ҡына йылына. Көндөҙөн хатта йәйге көн кеүек була башланы, тип балалары шатланып үҙҙәренә яҡын хәлдәрҙе атаһы менән уртаҡлашты.

 

Туғандарҙың танышҡан сағы...

 

Кискә ҡарай, көтөү ҡайтып, кешеләр мал- тыуарҙарын һарайына бикләгәс, кеше аяғы урамда ишетелмәгән бер мәлдә, урамда эттәр хужалыҡты ҡабул итә. Бына ошо мәлдә Вәхит машинаһын ҡабыҙып күрше ауылда ғына йәшәгән Шәһиҙәләргә ыңғайланы. Машинала бик ҡаушаған ҡиәфәттә әсәһе менән Нәзифә ултыра.

– Һин артыҡ болоҡһома, әллә ҡаушама тип әйтәйемме. Үҙеңде ҡулға ал. Бәлки, былай ғына оҡшашлыҡтыр. Асыҡлыҡты, кәнишнә, Шәһиҙәнең әсәһе әйтер. Ул да хәҙер алтмышты күптән уҙған инде. Яңғыҙы балаларын аяҡҡа баҫтырҙы. Тормош уны тирмән ташында өйрөлттө тиһәм дә була. Ул да ошо арала ейәненең сире арҡаһында ныҡ ҡына ауырып тора, ти. Теге ваҡыт Шәһиҙә бында мәктәпкә медосмотрмы, нимәлер  үткәрешергә килгәндә инеп сыҡҡайны. Былай улы төҙәлеп килә, ти.

– Әсәһе хәҙер ҡайҙа? Улын әллә өйөнә үк ҡайтарғандармы?

– Шундалыр. Өс көн элек кенә күргәйнем. Улынмы, юҡ әле, ҡайтармағандар.

Шулай һөйләшеп, Шәһиҙәләргә лә барып еттеләр. Уларҙың нимәгә кисләтеп килеүе тураһында Шәһиҙә менән Хәкимйән белһә лә, Шәһиҙәнең әсәһе белмәй ине әле. Машина килеп туҡтауға, Хәкимйән менән Шәһиҙә лә ҡаршыларға сыҡтылар. Икеһенең дә йөҙөндә аптырау ҡатыш шатлыҡ тойғоһо сағыла. Әллә ҡайҙан йылмайып килеп  Хәкимйән дуҫын ҡосаҡланы, уның артында Шәһиҙә, әйтерһең, сиратта торған кеүек. Тик уның йөҙөн берәүгә лә аңлашылмаған аптырау, нимәнелер күргән кеүек тойғо сағыла. Ҡаршыһында  торған Нәзифәгә ҡараған да ҡатып ҡалған. Уға ҡараған Нәзифә ҡапыл йөрәген тотоп, ҡалтыранған  ҡулдары менән сумкаһынан ниҙер эҙләй башланы. Башлап Шәһиҙә телгә килде. Ул инде Вәхит янынан китә биреп, Нәзифәгә яҡынланы.

– Ыста, ят кешеләр тамсы кеүек бер-беренә оҡшауҙары мөмкин тигәнгә бигүк ышанмай торғайным. Бына ышандым. Апай, һеҙ йәшерәк булһағыҙ, кеше беҙҙе игеҙәктәр йәки бер туғандар тиерҙәр ине, ивет?!

– Мин ана  шул Вәхит ҡустымдың әйткәненә ышанып, миңә оҡшаған кешене күрергә килдем дә инде. Әле бына ниңәлер йөрәгем сәнсеп китте.  

– Борсолмағыҙ. Миндә дарыуҙар бар. Хәҙер өйгә ингәс...

Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, икеһе лә бик тулҡынлана кеүек. Уларҙың был хәлен һиҙгән Вәхит, миңә ҡушылырға кәрәк тигән кеүек:

– Хәкимйән, өйгә индермәйенсә генә беҙҙе киске саф һауа менән һыйламаҡсы булдыңмы?  Килеп сыҡмаҫ. Ошонан ғына боролорға беҙ үткенсе түгелдәйе.  Нәзифә апай менән Өфөнөң үҙенән килеп, еңел генә ҡотолтмабыҙ. Шулай бит, Нәзифә апай?! Ул минең һеҙ белмәгән апайым. Исемен белдегеҙ. Ҡиәмәтлек апайым.

     – Әйҙә, әйҙә. Көтәбеҙ. Әсәй ҙә бында. Беҙҙе күргәс, ул да аптырар әле. Бына ҡыҙыҡ буласаҡ, – тине Шәһиҙә.

Бергәләп өйгә йүнәлделәр. Тупһаға  килеп етеүгә, улар ҡаршыһына Шәһиҙәнең әсәһе килеп сыҡты.

– Әкиәттәге кеүек, былар сыҡты ла батты, кемдәр килде, ни булды икән тип сығып килеүем әле, – тине лә, Нәзифәгә бер ҡарап, Шәһиҙәгә боролоп ниҙер һорарға теләгәндәй ауыҙын асып ҡатып ҡалды. – Шәһиҙәәә, – тине лә сайҡалып китте.

Шәһиҙә ашығып әсәһен ҡултыҡлап алды.

– Әсәй, әсәй, ни булды?! Бая Нәзифә апай ниңәлер үҙен насар тойоп киткәйне. Әйҙәгеҙ тиҙ генә өйгә инәйек әле. Икегеҙгә лә дарыу биреп, әҙерәк тынысландырып алайым. Беҙҙең оҡшашлыҡ ҡына шулай иттеме һеҙҙе?

Етәкләшеп тиерлек барыһы ла өйгә инде. Шәһиҙә вәғәҙә иткән дарыуҙарын биреп, әсәһенә ниндәйҙер укол һалды. Барыһы ла тынысланғандай булдылар. Шул ваҡыт Шәһиҙәнең әсәһе илай башланы.

– Әсәй, әсәй, нимәгә улай илайһың. Тыныслан инде.

– Ярай, ярай, хәҙер. Әсәй иҫкә төштө. Апайҙы күргәс, минең алдымда әсәй терелеп килеп баҫҡандай булды бит. Шуға илайым, хәҙер үтә ул, – тине, бер аҙ тынысланып.

– Ярай, ярай. Хәҙер икегеҙ ҙә тынысланырһығыҙ. Аш әҙер, сәй ҙә хәҙер генә өҫтәлгә киләм тип, самауырымда борҡой.

    Вәхит Шәһиҙәнең шулай уҡығанда уҡ һүҙҙе йомоп, серлерәк итеп һөйләй торған ғәҙәте барлығын хәтеренә төшөрөп, йылмайып ҡуйҙы.

Нәзифә ҡапыл тынысланғандай, үҙенең шулай кешеләрҙе борсоп сыҡҡан юлы өсөн үкенгәндәй булып, уңайһыҙланып уйға тарыны.

    Аш табыны ла, сәй эсеү ҙә артыҡ әңгәмә менән үтмәне. Һүҙҙәр ниңәлер бер-береһендә бәйләнеш тапманы. Осраҡлы юлдаштар артабан ни булыр тигән уйҙа ултырған кеүек үтте. Табындан торғас, башлармын тип ултырған Нәзифә:

– Мин башта, бушҡа ғына сыҡтым,  тип юлда уҡ уйланғайным. Бушҡа түгелдер. Бына ҡыҙығыҙ миңә оҡшаған булыуы, ә һеҙҙең мине күргәс, таныш йөҙҙө күргәндәй борсолоп китеүегеҙ мине тынысландырғандай итте.  Мин шул оҡшашлығым менән Вәхитте лә аптыраттым, аҙаҡ бына туғаным кеүек яратып өлгөрҙөм. Ул ана мине хатта апай итеп яһарға ла вәғәҙә бирҙе. Ул әйтте әле миңә шулай үҙенең бер класташ ҡыҙының миңә оҡшауы тураһында. Бына ике аҙнанан ашыу шул турала уйландым да Вәхиттән үтенеп һораным. Мине алып килеп, миңә оҡшаған кешене күрһәтергә ул риза булды.

Табын артында өнһөҙ тынлыҡ урынлашты. Себен осҡаны ла ишетелер ине.

Шәһиҙә бик бәләкәй ине шул өләсәһе үлгәндә. Ул уны артыҡ хәтерләмәй. Йөҙөн дә онотоп бөткән. Тик үҙенең өләсәһенә оҡшауын ул әсәһе менән атаһынан ишетеп үҫте. Әсәһе һәр ваҡыт: “Иии, минең алтынымды, шул тиклем өләсәңә оҡшамаҫһың. Шуның кеүек изгелекле булһаң ине”, – тип һөйгәне хәтерҙә. Атаһының: “Ҡәйнәмә оҡшатып ҡарайһың, мин хатта тертләп китәм. Хәҙер бер замечание яһай был, тип уйлап ҡуям. Ҡәйнәм шулай ҡараһа, көт тә тор,  ул һинең берәй етешһеҙлегеңде иҫкәртеп ҡуясаҡ. Уҡымаған ғына. Уҡыһа, ғәләмәт талапсан уҡытыусы булыр ине. Ана, урамдағы бөтөн мал- тыуарҙы, эт менән бесәйҙе лә үҙенсә өйрәтеп бөттө. Һалдат кеүектәр. Бында баҫ, тегендәрәк тор. Ҡайҙа бараң? Улары уның әйткәнен ишетеп, үтәп торалар бит әле. Әсәйең ҡәйнәмдән һуң саҡ үҙенә өйрәтеп алды”, – ти торғайны.

Автор:
Читайте нас