7 Аҙағы
Әсәһе: “Был тиклем дә әсәйемә оҡшар икән. Әллә теге юғалды тип үлгәнсе эҙләгән ҡыҙы ошомо икән?.. Ҡыҙғаныс, мин бәләкәй булғанмын шул. Бер нимә лә иҫләмәйем”, – тип уйланды. Уларҙың уйҙары был минутта бары Хоҙайға ғына билдәле булғандыр. Тынлыҡты башлап Нәзифә апаһы боҙҙо.
– Һеҙ, зинһар, аптырамағыҙ инде. Минең әсәйем, миңә егерме йәш тулғанда, кейәүгә сығып туй, үткәрергә әҙерләнгәндә үлде. Элек бит туйҙар никахтан һуң, хәлеңә ҡарап 4-5айға һуҙыла ине. Шул арала алдан уҡ һыҙланыңҡырап, ауырыҡһынып йөрөгән әсәй ауырып ятты ла ҡуйҙы. Биләрит балнисына һалғайныҡ, оҙаҡ ятҡырманылар. Выраштарҙың көсө етмәҫ сир булған. Хәҙер ана асыҡтан-асыҡ яман шеш тип әйтәләр, хатта ауырыуҙы йәлләп тә тормай ҡайһы берәүҙәре. Беҙгә улар, беҙҙең көс етмәй был сиргә, тинеләр, әсәйгә уколдар яҙҙылар ҙа ҡайтарҙылар. Ул шул бер аҙ һыҙланыуҙы бөтөрә торған укол булғандыр инде. Иртәле-кисле үҙем һалырға өйрәндем. Төндәрен һыҙланып уяна торғайны. Бер шулай укол һалып, хәле һәйбәтләнгәс, миңә былай тине:
– Балам, ултыр әле яныма. Һиңә һөйләр һүҙҙәрем бар. Иң тәү әйтер һүҙем шул: һин минең балам түгел. Мин уны әйтмәҫ инем, тик бына ҡустың үлеп ҡалды. Шуға һөйләп ултырам. Ул тере булһа, әйтмәҫмен тигән инем. Сирләй башлағас уҡ ҡустыңа әйткәйнем. Ул эҙләй башланы. Мин бит үҙемдең китеремде беләм. Тик бына шулай 37 йәшемдә китермен тип уйламаным. Утыҙ ете һанын мин бик тә яратмайым. Утыҙ етелә атай менән әсәйҙе ҡулға алдылар. Шуғалырмы әйтә алмайым. Гел генә шул һандан ҡурҡыу ҡалған. Беҙ етем ҡалдыҡ, тик ғәйеп таба алмағас, һуғыш башланыр алдынан икеһен дә ҡайтарҙылар. Улар һаулыҡтарын юғалтып ҡайтҡандар ине шул. Атай һуғышҡа китте, ә китер алдынан мине күрше егеткә, йәшем бәләкәй булһа ла, кейәүгә биреүҙе ойоштороуҙы күрше Сәмиғә инәйҙән һораны. Дөрөҫөрәге, вәғәҙәһен алды. Бына шулай.
– Ошоно һөйләр өсөнмө... – тип һорап өлгөрмәнем, ул ҡулын ҡалҡытты ла һүҙен дауам итте.
– Бының өсөн генә түгел. Һине нисек үҙемә алыуымды һөйләргә теләйем, – тине.
– Мине нисек табып алыуы тураһында һөйләне. Эйе, мин табылдыҡ бала, ләкин быны мин белеп үҫмәнем. Берәү ҙә белмәне, күрше инәй генә белә. Ул да шул үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығы менән әсәйҙең теленә асҡыс тапҡан. Бына шулай. Бына ошо оҡшашлыҡ менән, бәлки, мин һеҙҙең яңы табылған туғанығыҙҙыр. Мин шулай уйлайым. Туған булмаған кешеләрҙә ул тиклем оҡшашлыҡ булмайҙыр бит. Минең тәнемдә бер әллә ниндәй хайуан һүрәтенә оҡшаған миң бар. Әсәй шуны ла әйтеп ҡуйғайны. Әгәр һинең туғандарың табылһа, был миң барыбер кемеһендәлер булыр тигәйне.
Шул ваҡыт Нәсимә апай ҡулын күтәреп Нәзифә апайҙы һөйләүҙән туҡтатты.
– Туҡта, туғаным, туҡта. Артабан тыңлай алмайым. Көсөмдән килмәй. Мине ғәфү ит, – тине лә илай башланы. Уның илауына сыҙай алмай Шәһиҙә менән Хәкимйән, Вәхиттәрҙең дә ҡулъяулыҡ алып күҙҙәрен һөртөүе, ә Нәзифәнең һеңлеһен ҡосаҡлап илауы тетрәндергес күренеш булды.
Шулай байтаҡ илашҡандан һуң Нәсимә һүҙен дауам итте:
– Әсәйем миңә барыһын да һөйләгәйне. Миң тураһында ла, һинең, “з, с” хәрефтәрен “ш” тип, “р” хәрефен “ый” тип әйтеүеңде лә, теге хайуанға оҡшаған миңде һиндә кендек эргәһендә булыуын, ә үҙендә һулаҡай яҡтан арҡала, ҡалаҡ һөйәгенең аҫтында икәнен әйткәйне. Һине үҙемә оҡшағаныраҡ тигәйне. Ғәфү ит, апайым, ғәфү ит. Мин һине эҙләй белмәнем, мине донъя баҫты. Дөрөҫөрәге, эҙләмәнем тиһәм дә була. Ниңәлер мин, ул вокзалда ҡалған баланы йә урлағандарҙыр, йә аҙашып сығып киткәндер тип уйланым. Ул яҡтарҙа балаларҙы урлаусылар булдымы икән, әйтә алмайым. Ауыр мәлдә кем генә урлаһын инде, артыҡ тамаҡ бит ул. Әсәйем беҙ иҫ белгәндә гел һөйләй торғайны. “Балаҡайғынам, нисек кенә йәшәне, ниҙәр генә күрҙе икән. Бер күҙ менән күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем. Шул балам ғына йөрәкте уя”, – тип хатта илап та алғыланы. Һуңғы осорҙа бөтөнләй был донъя менән йәшәмәне. Гел генә һине һөйләне, һине саҡырҙы. Инмәй китә бит, ана, ишек шаҡый, индерегеҙ, тип беҙгә ҡысҡыра, хатта бойора ине. Күршелә йәшәгән оло ғына Вәхиҙә тигән инәй беҙгә аҙаҡ өйрәтеп ҡуйҙы. “Әсәйегеҙҙең күңелендә шул юғалған балаһына ҡайғырған кисерештәре уянған. Ул шул осорҙа йәшәй. Эҙләй. Уның ыңғайына булығыҙ. Индер тиһә, сығып йөрөп килегеҙ. Йә уйнарға киткән, йә мәктәптә тип, алдаштырығыҙ. Юҡ тип әйтмәгеҙ. Оторо һүҙҙе яңылышҡан ололарҙың күңеле ҡабул итмәй”, – тип өйрәтә. Беҙ шулай эшләнек, Атай беҙҙең һуғыштан ҡайтты. Балалары булды. Өс ҡыҙы булды. Өсөһөнә лә Нәзифә тип ҡуштылар, тик ниңәлер улар үлеп торҙо. Шул һин тере булғанға, Хоҙай үҙ ғәмәлен ҡылғандыр инде.
Уны ҡосаҡлап тыңлап ултырған Нәзифә апай кендек эргәһен әлдән-әле ыуаланы.
– Бына ул кендек, туғанҡайым, бына, – тине, кейгән кейеме тапҡырынан кендек эргәһен төртөп күрһәтеп, – ошо миң менән беҙ табышырға тейеш булғанбыҙҙыр инде. Мин таптым бит, таптым. Рәхмәт инде Вәхит ҡустыма, уның осҡор хәтерле күҙенә. Рәхмәт инде мине тыңлап бында алып килгәнгә. Ул миң ысынлап та ниндәйҙер хайуандың атлап китеп барған һыны кеүек. Бәләкәй саҡта йылғала һыу инергә төшһәк, ҡыҙҙар, һинең эсеңдә арыҫланмы, тигрмы атлап бара, ти торғайнылар. Хатта үсекләп маташтылар. Аҙаҡ мин һыу төшмәй башланым.
Бер-береһенең ҡулдарынан тотоп, ике туған бер-береһенән ғәфү үтенә-үтенә тормоштарын һөйләүен дауам иттеләр.
– Әсәй һине вокзалдағы бер ултырғысҡа ултыртҡан. Шунан һуғышҡа китеп барыусы яранан төҙәлгөн һалдаттар араһында атайҙың да булыуын белгән булған. Уны күреп ҡалырға теләп, мине күтәреп сыҡҡан. Күрәһең, атай үҙе хәбәр иткәндер. Ул ваҡытта миңә йәш тә тулмаған, ә һиңә дүртенсе йәш киткән тигәйне. Шулай ҙа һин оҙаҡ атламағанһың, һаҡау ҙа, үтә генә ябыҡ та булғанһың. Поездар үтеп, оҙатыусылар тарала башлауға һин булмағанһың. Ул эҙләгән, тик таба алмаған. Кискә тиклем йөрөгән. Бер ауылдашы аты менән уны алып ҡайтҡан. Әсәй һине шулай ҙа гел генә, ул тере, юҡ, үлмәгән. Мин эҙләй алмайым. Атайыңды ҡарарға кәрәк, ти торғайны. Атай ҙа һуғыштан ауыр яра менән ҡайтып, ун йылдан ашыу микән әсәй тәрбиәһендә йәшәп донъя ҡуйҙы. Ике улдары менән мин тере, ә ҡыҙҙары үлгәндәр.
– Мине табып алған Нәфҡиә әсәйҙең балаһы тыумаған ине әле. Ул ауырлы булған. Мине ул вокзалдың бер кеше йөрөмәгәнерәк ерендә иҙәндә ултырған ерҙән табып алған. Әсәй аҡсаһын урлатып, эшкә урынлашып, ҡайтыр өсөн аҡса булыр тип, эшләп йөрөгән булған. – Ниҙер уйлап, һеңлеһенә ҡалҡып ҡараны ла, – Һин, Нәсимә, нисәнсе йылғыһың? – тине ҡапыл ғына.
– Мин 42-се йылғы, ә һине әсәй 39-ҙың башы тине.
– Мине Нәфҡиә әсәй 42-нең мартына яҙҙырған. Унда әсәйгә 16 саҡ тулып уҙған. Ҡустым 43-төң ғинуарында тыуған. Атай менән әсәйҙе шулай иртә өйләндергәндәр. Шулай булғас, мин өс йәштән ашыуға кесе йөрөгәнмен бит.
– Әсәй мулла яҙып биргән ҡағыҙ бар, ти торғайны. Тик хәҙер бер нәмә лә юҡ инде. Әллә тикшертеп алып буламы икән? Өфөнәнме, ҡайҙан?
Улар ошолай бик оҙаҡ ултырҙылар, Шәһиҙә тышта ире менән фонарь яндырып, мал-тыуарын ҡарап инде. Шәһиҙә Нәзифәгә ҡарап:
– Мин мунса ла яҡҡайным, инәй. Әллә мунса төшөп алаһығыҙмы? Вәхит, риза булһаң, инәйҙе ҡалдырып тор. Һеҙ китер алдынан Хәкимйән алып барыр. Улымды ла больницаға барып күрһәтербеҙ. Әсәйҙең ҡустылары менән дә таныштырырбыҙ. Әсәйҙең күңеле булыр. Инәй бөгөнгә ҡалһын.
Вәхит уларҙың тәҡдименә риза булып, дуҫтары менән хушлашып, Нәзифә апаһын ҡалдырып ҡайтырға сыҡты. Әсәһе килгәне бирле ара-тирә генә: “Ҡалай ҡыҙғаныс”, “ҡалай йәл”, – тип әйтеүҙән үтмәне. Уның ҡарауы, ҡулынан ҡулъяулыҡ төшмәне. Бер туҡтауһыҙ йәшен һөртөп, күҙен ҡыҙартып бөтөрҙө. Машинаға ултырғас та:
– Бахыр ғыналар. Ҡалай ғына ыҙалап үҫкәндәр. Ярай әле, алтмыш йыл үткәс булһа ла, табылдылар. Рәхмәт инде, балаҡайым. Бына ике бер туғанды һөйөндөрҙөң. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Хоҙай ҙа бер ҡулың менән бирһәң, икенсе ҡулыңа үҙе һалыр, ти торғайны әсәйем. Уларҙың күҙ йәштәре аша әйтелгән “Рәхмәт” һүҙе һине мең бәләнән генә түгел, уттан, һыуҙан, дауылдан ҡурсыр, тиҙәр. Рәхмәт инде, балаҡайым. Улар өсөн мин бик шатландым. Алтмыш йәштәрендә булһа ла табыштылар.
Вәхит әсәһен өндәшмәй генә тыңланы ла:
– Ярай инде, өмөтләнеп килгәнгә бик арыу булды.
Машинаһының руленә тотоноу менән иҫенә Миңнуры инде. Әйтерһең, һин мине бөгөн оноттоң тигән кеүек булды түгелме, тип уйлап ҡуйҙы.
Беренсе тапҡыр Вәхит Шәһиҙә менән артыҡ тулҡынланыу кисермәй осрашты һәм шулай еңел генә хушлашты. Тимәк, беҙҙең аралашыуға ла ошо юл фажиғәһе кәрәк булғандыр инде, тип уйланы. Уның күңелендә хәҙер төп урынды Миңнур биләгәне аңына барып етте. Эйе, яҙмыш уға бына ошо һынауҙы изгелектәр аша килтерҙе, һәм ҡатынына булған хистәре яңырған кеүек тойолдо. Артта, Хәкимйәндең йортонда, алты тиҫтә йылдан ашыу юғалған, ләкин эҙләнелмәгән, табылыуға дусар булған Нәзифә менән Нәсимә һөйләшер һүҙҙәрен ашыға- ашыға бер-береһенә еткерә.
Эйе, тормош үҙе шулай һикәлтәләр, һынауҙар, ашығыуҙар, хаталар, шатланыуҙар, ғазапланыуҙар менән үрелеп баралыр ул... Ҡайһы саҡта хаталары өҫтө-өҫтөнә кәртә ҡорһа, ғәҙеллектәр эҙләп сарсап киткән саҡтарҙа, еңеүҙәреңә ирешеп шатланырға ла тура килә. Шулай ҙа тормошто ташлап китке килмәй бит ул. Миңнур был минутта нимә уйлай икән, тип уйланды...
Иртәгеһенә иртә менән машинаһын ҡараштырып йөрөгән мәлдә, ҡапҡа янына машина килеп туҡтаны ла бипелдәтә башланы. Вәхит ашығып ҡапҡаға ынтылғанда, атылып тигәндәй Хәкимйән килеп инде.
– Һин борсолоп көтөп тормаһын тип килеп еттем. Ҡәйнәм Нәзифә инәйҙе тағы берәй аҙна ятып ҡайтырға күндерҙе. Ҡайтарғыһы килмәй. Телефон аша әйтеп торғансы тип елдерҙем бында.
– Ярай һуң. Үҙ мәйелдәре. Нәзифә апай сәскәләр тип ашҡынмаймы һуң?
– Ул турала улы менән һөйләште.
– Мин дә хәбәр көтәм әле. Шылтыратырбыҙ тигәйнеләр. Моғайын, бер-ике көн уҙыр ул.
– Төнө буйы һөләштеләр ике әбей. Бахырҙарҙы йәлләп ҡуйҙым. Икеһе лә илай. Йәштәре лә бөткәндер инде. Шәһиҙә лә улар менән ҡайғырыша. Уға хатта шок булды инде. Аптырай. Шаҡ ҡата. Хатта, Нәзифә инәйҙең миңе генә уларҙы табышырға ярҙам итте, тип ебәрә. Минеңсә, ошо миң, бәлки, ышандырыу көсө булып торалыр ул.
– Әйҙә, өйгә инәйек. Әсәйемдең иртәнге табыны әҙер ул. Яңы ғына һөт үткәрҙе. Әйтәм, мал алмайыҡ, мәшәҡәт, тип. Былтыр бына һыйыр алдырҙы. Шуға район үҙәгенән йәйге осорға бында күсергә тура килде. Тегендәге өйгә ҡыш барабыҙ ҙа, апрелдән октябргә тиклем, йәки бөткәнсе тегендә ҡышлайбыҙ. Миңнур уҡырға киткәс тә күсенгәйнек. Бына ай ҙа булып китте. Теге егет ни хәлдә?
– Ошо аҙнала өйгә ҡайтарырға вәғәҙә иттеләр. Ҡултыҡ таяғына күсте, колясканан төштө. Тик берәй өс йыл ныҡ ҡына һаҡланырға кәрәк, тинеләр. Институтында ла уҡыуына академ эшләттек әле. Тик үҙе риза түгелерәк. Медицинала ситтән тороп уҡыу юҡ бит инде. Өйҙә берәй йыл күҙ алдында йөрөр. Шәһиҙә лә риза.
– Ул шулай була инде. Умыртҡа һөйәге бит. Нисәмә урындан. Өс йыл ғына түгел, ғүмер буйы һаҡланырға тура килер. Уны Шәһиҙә бик яҡшы белә. Сабырһыҙланып, ауыр әйберҙәр күтәрмәүе тәүге йылдарҙа бик кәрәк.
Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә ҡарай атланылар. Шул ваҡыт әсәһе ишекте асты ла:
– Вәхит, ана һыйырҙы сығарып күршеләрҙекенә ҡуш әле. Күрше апайың алып барып ҡушыр көтөүгә. Бөгөн көтөү тәүгә сыға бит. Бына хәйерен дә тоттор. Әҙерәк аҡса. Имен –аман ғына, бәлә-ҡазаһыҙ ғына сыҡһын инде көтөүҙе. Аҡсаһын да шул апайыңа бир. Белә ул нисек итергә, унан сәйгә инерһең. Хәкимйән, әйҙә ин, торма тышта. Йәйгә тартһа ла, әле апрель дилбегәһен майға бирмәне. Ике көндән бирәм, ти, – тип көлө-көлә инеп китте.
Вәхит һыйырҙы көтөүгә ҡушып килеүгә, кеҫә телефоны тауыш бирҙе.
– Тыңлайым... Шулаймы?.. Ҡасан?.. Нисәләргә?.. Ярай. Өлгөрөрмөн...
Ашығып өйгә инде лә:
– Әсәй, иртәгә сәғәт ун берҙә киленеңә операция яһайҙар. Мин иртәгә юлға бик иртә сығырмын. Онотоп ҡуйма.
Шунда ғына өҫтәл артында ултырған Хәкимйәнде күргәндәй булды.
– Ҡайһылай яҡшы була. Оҙаҡ та көттөрмәнеләр бит, Вәхит.
– Эйе шул. Бик яҡшы. Яҡшының аръяғы яҡшы. Ҡан кәрәк булыр, тинеләр.
– Әллә беҙ барайыҡмы?
– Барыу кәрәкмәй. Ошонда алырға була. Хәҙер барып һөйләшәм. Әгәр кискә алырға риза булһалар, ошонда йыябыҙ ҡанды. Ҡайнымдан алмаҫтар. Ул алтмышты күптән үтте бит.
– Ярай, борсолма. Бөтәһе лә иң юғары кимәлдә булыр. Һиңә лә ярҙам итмәгәс, кемгә...
***
Иртәгеһенә бөтә эшен тамамлап, ҡояш офоҡто һарғайта ғына башлаған мәлдә, Вәхит инде юлда Өфөгә елдерә ине.
Эпилог
Тормош яланы... Яҙмыш яланы. Тик уны еңел сәйәхәт юлы тип әйтеп булмай шул... Йүгереп кенә үтер юл түгел...
Асфальт юлдан бик яй ғына еңел машина килә, юлда торғандар, ултыртыуҙы һорап, ҡул күтәрәләр, тик машина яй барһа ла, туҡтарға уйламай. Рулдә ултырған машина хужаһы артына әйләнеп ҡарап-ҡарап ала.
– Һиңә, Миңнур, ҡыйын түгелме, һелкетмәйме? Ауыр булһа, әйт, туҡтап ял итербеҙ. Кискә тиклем ҡайтып етербеҙ әле. Аһа, ана мин гел генә туҡталып ашап киткән ашхана. Әллә туҡтап сәй эсеп сығабыҙмы?
– Ярай һуң. Мин дә һыуһап киттем. Мәләүезде үтһәк, урыҫ әйтмешләй, “рукой подать” инде.
Машина яйлап ҡына ашхана янына туҡтаны. Ир кеше тиҙ генә төшөп, артҡы ишекте асты. Башта ҡулына таяна торған таяғын һурып сығарҙы ла ҡатынға ярҙам итә башланы.
– Ҡабаланма, ҡабаланма. Әсәй әйткәнсә, ашыҡҡан ашҡа бешкән булыр. Аяғыңды бына ошолайыраҡ баҫ. Ана шулай. Мә ярҙамсың. Бисмиллаһиңды әйтеп атла.
– Ярай инде, Вәхит. Зерә бала кеүек әпәүләйһең. Йүнәлдем бит инде. Ары-бире генә әҙерәк була инде.
– Улай тимәле, Миңнур. Өс ай ғүмер аҙ ваҡыт түгел. Тыуған яғыңа ҡайттым тип, ашҡынып яҙа баҫып, берәй нәмә килеп сығыр. Теге медбрат нимә тип оҙатты әле. “Тише едешь, дальше будешь”. Һиңә лә ҡағыла бит ул. Абайламаған абынған да ҡолаған була.
– Үҙең уйлап әйтәңме? – тип көлөп ебәрҙе Миңнуры.
– Мин үҙемде бөгөн шул тиклем бәхетле бер егет кеүек тоям. Әйтерһең, һинең менән сәйәхәткә сыҡҡанмын, ошо тәбиғәткә.
– Миндә лә шул тойғо. Эй, донъя. Шул тиклем матур бит ул. Мин шулай комала ятҡанда бер нәмә лә белмәйем, тик... Тик һин көлмә йәме. Миңә кемдер: “Һин ташлама беҙҙе, ташлама”, – тип бышылдаған кеүек. Шунда балаларҙың фәрештә кеүек осоп “ҡалдырма беҙҙе” тип ҡысҡырғаны ишетелә. Беренсе тапҡыр күҙемде асҡанда, мин ҡайһылай ҙа матур төш күргәнмен, тип уйланым.
Вәхит ашығып килеп ҡатынын ҡосаҡланы ла:
– Тимәк, һин комала ятһаң да, беҙҙе ишеткәнһең, ҡәҙерлем. Ул мин инем, илап күкрәгеңә ҡапландым. Балалар килде. Улар ҙа мин әйткәнде әйттеләр. Тик улар: “Китһәң, беҙҙе лә алып кит”, – тип үтенделәр. Мин илайым. Мәҙинә: “Атайҙар иламай, илама”, – тигән була, – тине лә ҡатынының ирендәренә үрелде.
Улар өсөн был минутта ситтән күҙәтеүсе берәү ҙә юҡ һымаҡ ине.
– Тимәк, мин комала ятһам да, тик һеҙҙең һүҙҙәрҙе генә ишеткәнмен.
– Эй, Хоҙайым? Ҡайһылай ҙа мәрхәмәтлеһең! Ҡәҙерлеләремде минән мәхрүм итмәнең, – тип уйланып күк йөҙөнә ҡараны, әйтерһең, ул тегендә уны күҙәтә.
– Үҙен күрҙеңме? – тип, бармағын өҫкә төртөп шаяртты ҡатынын.
Шулай көлөшә-көлөшә, ипләп кенә ашханаға йүнәлделәр. Был минутта уларҙан да бәхетле кеше юҡлығын бер Хоҙай ғына беләлер... Мең бәләләр менән улар яңынан бер-береһен таптылар.
Ауылда был минутта уларҙың бөтөн туғандары йыйылып көтәләрҙер, тип уйланылар. Ниндәй бәхет!
Эйе... Донъяға килгән һәр кешенең үҙенә тәғәйен бәхет шишмәһенең бәхет һыуын эсергә хоҡуғы барҙыр. Бына беҙ ҙә Миңнур менән шул бәхет шишмәһе буйлап сәйәхәткә сыҡҡанбыҙҙыр. Аҙашҡанбыҙ, бәхет шишмәһен юғалта яҙып, яңынан тапҡанбыҙ. Бәхет тә, шул сабый баланы яратҡан кеүек, үҙен яратыуҙы оҡшаталыр. Шунда ғына һәр кемде шау бәхеткә ҡойондоралыр... Вәхит шундай хистәргә бирелеп ҡатынының күҙҙәренә ҡарарға тырышты...
Үҙҙәрен бәхетле тойған ике кеше менән баяғы еңел машина асфальт юлдан яй ғына Мәләүездән алыҫлаша бара...