Айгөл Ғәлиәкбәрова
Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА – Учалы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, медицина фәндәре кандидаты. Рус телендә яҙылған фантастик әҫәрҙәре республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә донъя күрҙе. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдә уҙғарылған әҙәби конкурстар лауреаты. Былтыр Парижда “Ҡатын-ҡыҙҙар ҡарашы” проекты уның бер нисә хикәйәһен иң яҡшыларҙан тип таныны.
Яҙылып бөтмәгән картина (Хикәйә)
синыф уҡыусылары тауышлана башланылар, кемелер ҡәләменең осо менән Йәзиләнең арҡаһына ауырттырғанса төртөп ебәрҙе.
тамсы һыу кеүек!
Бер минут элек проекторҙың экранында бөйөк рәссам Леонардо да Винчиның “Джиневра де Бенчи портреты” күрһәтелгәйне. Киң яңаҡлы, монголдарҙыҡына оҡшап торған ҡуңыр күҙле урта быуат шағирәһенең ҡаҡса ғына башҡорт ҡыҙы менән шул тиклем дә ныҡ оҡшаш булыуҙары уҡыусылар араһында шау-шыу тыуҙырҙы, бөтәһенең дә тулҡынланыуҙарына “ғәйепле” ҡыҙҙың йөҙө алһыуланып китте.
Өйҙәренә ҡайтып барғандарында һүҙсән күршеһе Самира синыфташының Флоренция аристократына оҡшауы менән һоҡланыуын дауам итте, бер-бер артлы һорауҙарын яуҙырҙы:
һуң? Сәйер!
тәңгәлендәге туҙып киткән сәстәрен төҙәткеләп. – Минең өләсәйем француз ҡыҙы булған бит. Төнъяҡ амурҙары тураһында ишеткәнең бармы? Наполеонға ҡаршы һуғышта Париждың үҙенә барып еткән башҡорттарҙың атлы ғәскәрҙәре тураһында?
булған бит!
быуын олатайым шул ваҡытта Франциянан кәләш алып ҡайтҡан. Уның исеме Брижит, ә сәстәре ерән төҫтә һәм бөҙрә булған.
Үҙен ихтирам иткән һәр башҡорт ғаиләһенең әллә күпме быуаттар элек йәшәгән унарлаған тоҡом быуындары күрһәтелгән генеология ағасы бар. Ғәҙәттә, уларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемдәре теркәлмәй, әммә тоҡомға сит-ят ерҙән килгән ҡандың ҡушылыуын шәжәрәгә индереүгә лайыҡлы ваҡиға тип ҡабул иткәндәр.
Риүәйәткә ярашлы, йөрәген әсир иткән һуғыш батыры менән Брижит үҙенең атаһының йортонан ҡасып сығып киткән. Тыуған иленә ҡайтҡас, олатайыбыҙ уға өйләнергә булған, шуға ла француз ҡыҙы ислам динен ҡабул иткән һәм исемен Сабыриә тип үҙгәрткән. Уларҙың дүрт балаһы тыуған. Ҡасандыр үтә лә наҙлы булған ҡулдары менән ул бейә һауырға, ҡымыҙ бешергә һәм йорттағы бөтә эштәрҙе лә башҡарырға өйрәнгән. Тиҙ арала ул башҡорт телен үҙләштергән һәм йәйләүҙә үҙ кешегә әүерелгән. Тик егерме йылдан һуң уның ире икенсе ҡатын алырға теләк белдергән. Йәшен һәм сафын. Ислам ҡанундары быны рөхсәт итә. Француз ҡаны тәүҙә быға ҡаршы килгән, тик оҙаҡҡа түгел. Олоғайып барған, ҡулдары һөйәлләнеп ҡатҡан ҡатын ҡайҙа барһын инде! Кире Парижға китһенме? Унда ата-әсәһе күптән баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙер, туған-тыумасалары иһә, осраһалар ҙа, танымаҫтар! Балаларын ҡалдырып, уларҙы башҡа бер ҡасан да күрмәҫ һәм күкрәгенә ҡосмаҫ өсөнмө? Уға оҙаҡ йылдар буйы сит-ят ерҙәргә көн итергә, бындағы тәртипкә һәм йолаларға яраҡлашып йәшәргә тура килгән. Бәхетле булдымы икән һуң ул? Ҡасандыр һуҡыр мөхәббәтенә эйәреп киткәненә үкенмәнеме? Был билдәле түгел. Тик, юҡ-юҡ та, ҡасандыр сит ил ҡыҙы менән “төнъяҡ амуры” араһында ҡабынған ялҡынлы хис-тойғоно хәтерләтеп, һәр быуыныбыҙҙа исмаһам бер генә булһа ла ерән сәсле бала тыуа.
Йәзилә, уйҙарынан арына алмайынса, ихатаға табан атланы һәм шул мәлдә Ғәрибә апайҙың асыулы итеп ҡысҡырыуынан тертләп китте.
һеңлеңдең көршәген йыуырға ялланмағанмын! Ҡыҙҙың өҫтөнә һейҙек еҫе сыҡҡан йылымыс шыйыҡлыҡ ҡойолдо. Апаһы уның башына сабыйҙың көршәген түңкәрҙе. Күңеле ныҡ әрнегән Йәзилә апаһының аяҡ кейеменә ҡоҫоп ебәрҙе.
Ярты йыл самаһы элек, әсәһе ҡапыл киҙәү тапмаһынан вафат булып киткәс, бәләкәсенә өс ай ғына булғанда балаларҙың атаһы Яҡуп, мосолман йолаһы буйынса, үҙенең ике туған ағаһының ике ҡыҙы булған тол ҡатыны менән никах уҡытты.
Ҡырҡ йәшлек Йәзилә, ниңәлер үҙенең бала сағын хәтерләп, онкология диспансерының ихатаһындағы эскәмйәлә ултырҙы. Түшендә яман шеш бар тигән ҡот осҡос диагноз, гүйә, уның яһалма абруйлы тормошоноң ҡаплауысын алып ташланы. Бәлиғ булып та өлгөрмәгән ҡыҙҙы туғандары үҙе яратмаған кешегә көсләп кейәүгә бирҙеләр. Исрар менән ике тиҫтәнән ашыу йыл йәшәне ул. Тиран менән көн итеү ҡәҙимге тормошона әүерелде. Бәхете булманы, әммә ҡатын үҙен: “Күптәр шулай йәшәй бит” тип тынысландырҙы. Ауыр, әммә күнегелгән. Күңелһеҙ һоро томош, шуға ярашлы һоро күлдәге, арзан пластик тирәс менән нығытылған сәс өйөмө, ауыртҡансы ҡыҫҡан сикәләр. Бөтә ғүмере – ауыртыныу. Дауалап булмаған мигрень кеүек, яйлап ҡына, әммә ысын мәғәнәһендә аҡылдан шаштырырлыҡ. Бәғзелә Йәзиләгә бәхетһеҙ яҙмышы хаҡында үҙе Күктәр менән тыумаҫтан элек килешеү төҙөгән кеүек тойола. Шунан да насарырағы булмаҫ һымаҡ.
Һәм ҡапыл шундай сир! Күңеле әрней. Бәләкәй улы өсөн генә түгел, әллә нисек уҙып барған ғүмере өсөн дә уның бүре кеүек итеп олоғоһо килә.
Тормош түгел, алдаҡ – буш грек сәтләүеге кеүек. Нимә эшләне һуң ул? Ниңә шундайға әйләнде? Ғүмерендә үҙе өсөн бер нимә лә эшләмәне. Ҡыҙыҡ, бәхет ниндәй була икән? Уның тормошонда булдымы ул? Исмаһам бер генә тапҡыр, әҙгә генә? Аңы тотоп ҡалған берҙән-бер ваҡиға – мәктәптәге рәсем дәрестәре. Аяуһыҙ ысынбарлыҡтан хыял диңгеҙенә илткән үҙенә күрә бер ҡыуаныс. Баҡтиһәң, һуңғы тапҡыр ҡыуаныс тойғоһо ҡыҙсыҡты ун ике йәшендә, үҙен бөйөк рәссам тип күҙ алдына килтереп, акварель буяу менән һүрәт төшөргәнендә биләгән көн булған икән.
Йәзилә, дауахананан ҡайтышлай, бер генә минутҡа илһамланып китеп, һандар ярҙамында эшләнә торған ҙур һүрәт һатып алды. Һүрәт, ысынлап та, ныҡ ҙур булып сыҡты – оҙонлоғо бер метрҙән ашыу ине. Саҡ өйгә алып ҡайтты, тын алды ла, Леонардо да Винчиның “Йәшерен кис” сюжетының күсермәһен асты. Дәртләнеп, буярға тотондо, әммә тиҙҙән башы әйләнеп китте, хәле бөттө. Көн һайын, химиотерапия яһап ҡайтҡас, ул ҡулына бумала алды. Эш бик ауыр барҙы. Тамам йонсоп, сиратта һүрәт эргәһенә килгәнендә, әсенеп: “Бына, буяп ҡына бөтәм дә, үлһәм дә була” тип әйтеп ҡуйҙы.
Шул көндән алып уға эше ырай башлағандай тойолдо. Әллә сәмләнде, әллә бүтән сәбәп бар ине. Әммә сирле ҡатын, үҙенең тиҙҙән яҡты донъяны ҡалдырасағы менән килешеп, быны яҙмыш билдәһе тип ҡабул итте. Үҙенең фәжиғәле йәрәбәһенә буйһоноп, рәхәтлек тойғоһо кисереп йөрөүе аш бүлмәһендә, төнгә лампаны ҡабыҙып, мауығып һүрәтте буяп торған ирен күргәненә тиклем дауам итте. Йәзилә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы Иренең йөҙө шәүлә аҫтында, ә ҡулындағы бумалаһы, наҙлап, Иуда Искариоттың утыҙ көмөш тәңкә һалынған тоҡсайын буяй ине.
Шаҡ ҡатҡан ҡатын, шым ғына:
Исрар, һиҫкәнеп, йөҙөн яҡтыға борҙо һәм Йәзилә, ҡото осоп,
аңланы: уның ире ҡара йөҙлө бит! Бер секунд эсендә Исрарҙың ен-пәрейлек асылы тулыһынса сағылды. Хатта бер мәлгә генә теге донъяның әскелтем еҫе сыҡҡандай ҙа тойолдо. Ҡатын, тетрәнеп, ҡалтыранып, карауатына барып ятты һәм юрғанына уранды. Үҙен ялмап алған асырғаныу тулҡынынан ул аҫылынып үлерек хәлдә ине.
Йоҡоһоҙ т үткәргән төндән һуң, иртәнсәк, ашыҡ-бошоҡ ҡына балаһын кейендереп, өлкә үҙәгендә йәшәгән һеңлеһенә китте.
Уныһы, тупһанан уҡ икеһен дә ҡосаҡлап алып:
Санта-Клаусҡа ҡунаҡҡа алып барғанлығығыҙ иҫемдә. Шенген мультивизаһын да бер йылға эшләгәнһегеҙҙер, моғайын. Шулаймы? Шулай... Тик һин әрләшмә һәм баш тартаһы булма! Юбилейыңа бүләк итеп йәй көнө үк Леонардо да Винчиның күргәҙмәһенә билет һатып ағайным. Һин Парижға осаһың. Ура! Һәм үҙеңдең Исрарыңды онот! Уның йүнһеҙ тәбиғәте хатта фамилияһында ла сағыла бит: Италмаҫов! Унан хатта эт тә ерәнә, ә һин уға йәбешеп ятаһың.
ишегегеҙҙең тупһаһы аша үҙ аяҡтарың менән атлап сығып китәһең!. Сәстәрең ҡойолған өсөн Париждан баш тартаһыңмы?Юҡты һөйләмә! Хәҙер үк бөҙрәханаға барабыҙ. Һиңә бына тигән прическа яһатабыҙ! “Һалдат Джейн” фильмындағы кеүек. Һинең башыңдың формаһы бик матур, апай. Боевиктың героиняһын хәтерләйһеңме? Һин дә унан һис кенә лә кәм түгелһең!
Йәзилә үҙенең Францияның баш ҡалаһына осҡан самолетҡа нисек барып эләкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҙур булмаған Бове аэропортынан автобуста бер сәғәт самаһы барғас, ул мәшһүр Триумфаль арка янында ине. Иң тәүҙә винт рәүешендәге күтәрмәнең бөтә баҫҡыстарын да һанап сыҡты һәм арканың күҙәтеү майҙансығы юғарылығынан ҡаланың панорамаһы менән һоҡланып торҙо. Шунан һуң шау-шыулы, музыканттар һәм артистар тулы, ғөмүмән - халыҡ мыжғып торған проспект, Елисей яландары буйлап үтте. Көн кискә ауышҡанда - бында килеүенең төп маҡсаты: донъялағы иң бөйөк музейҙарҙың береһе – Лувр. Ҙур сират тороп, тулҡынланып, ниһайәт, быяла пирамида аша эскә үтте.
Италияның Милан ғибәҙәтханаһынан алып киленгән рәссам үҙе иҫән сағында эшләнгән “Йәшерен кис” фрескаһының күсермәһе менән һоҡланып торғанында Йәзилә үҙенең тамамланмаған эшен хәтерләне һәм әрнеп йылмайҙы. Ҡыҙыҡ, шаҡшы ире үҙенең ҡара эшен ул юҡта ла дауам итәме икән?
Ә бына Вашингтондың милли сәнғәт галереяһынан килтерелгән картина – “Джиневра портреты”. Дөрөҫөн әйткәндә, Йәзилә Луврға Леонардо да Винчиның бөтә халыҡ һоҡланған “Мона Лиза”, “Ҡаяларҙағы Мадонна” кеүек шедеврҙарҙын күреү өсөн килергә ынтылманы. Уның күңеле ниңәлер артыш ҡыуағы үҙенсәлекле нимб менән уратып алған изге йөҙгә тартылды. Тәнҡитселәр бөйөк рәссамдың ханымды һалҡын ҡарашлы итеп һүрәтләүен хупламаһа ла, Йәзилә бының йәш синьоринаның эске һыҙланыуҙарын йәшереүсе битлек икәнлеген тойомланы. Уның ап-аҡ ҡайғылы йөҙө һәм ҡуңыр күҙҙәрендәге өмөтһөҙләгө бер тигеҙ йәлләү тойғоһо уята инеләр. Йәзилә Флоренция шағирәһенең нескә тәбиғәтенең асылын аңланы.
Яҡтылыҡ менән шәүләнең уйыны булдымы, әммә аристократ ханым, башын эйеберәк, ҡарашын Йәзиләгә йүнәлтте. Был ҡараш һүрәт алдында шаҡ ҡатып баҫып торған ҡатынды ныҡ тетрәндерҙе. Уның аңын уйсан силуэттан ағылған иҫ китмәле йылы яҡтылыҡ биләп алды. Туҡтауһыҙ ағылған халыҡ Йәзиләне һүрәттән ситкәрәк этергә тырышты. Әммә ул, яңғыҙ ҡая төҫлө, үҙенсәлекле хәлгә инеп, боронғо образ менән бер бөтөнгә әүерелгәндәй, иҙәнгә йәбешкәндәй, ҡатып ҡалды. Яланғас сымдарҙағы электр тогы үҙенә эләккән кешене ебәрмәй тотоп торған кеүек, музейға килеүсене ниндәйҙер мәғлүмәт кимәле ҡоршап алды. Бәлки сәйер тойолор, әммә Джиневраның портреты феномены Йәзиләне ниндәйҙер бер айырыуса хис-тойғо хәленә керетте. Ул һүрәтте күҙе менән генә күрмәне - тойҙо, ишетте, һиҙҙе: ҡарағай урманындағы саф һауаны, еңелсә елдең үҙенең битен һыйпауын, япраҡтарҙың шыптырлашыуын, ағастарҙың тирбәлешеүен, һыу өҫтөндә ут емелдәүен һәм артҡы пландағы бәләкәй йылғаның сылтырауын, түшендәге ынйыларҙың күтерелеүе аша Джиневраның тын алышын... Изге йөҙҙөң, ҡыҙыҡһынғандай, ҡарашы үҙгәрҙе. Ҡаштары күтәрелде, ап-аҡ йөҙө алһыуланды. Ваҡыт арауығында ҡатып ҡалған һәм ниндәйҙер мөғжизә менән бер мәлгә генә терелгән шағирә, гүйә, заманалар күпере аша сәйәхәтсенең уй-кисерештәрен, әрнеүҙәрен аңланы. Йәзиләнең аң сиктәре киңәйҙе һәм ул һүрәттәге ҡойолай төпһөҙ күҙҙәрҙә үҙенең йәшлеген һәм байлығын елгә осорған яратмаған кешегә кейәүгә сығырға мәжбүр булған ҡыҙҙың шатлыҡ-ҡыуанысһыҙ тормошон һиҙемләне. Йәзилә, әллә нисә йылдан һуң тәүге тапҡыр көҙгөгә ҡараны ла, шаҡ ҡатты. Үҙен күрҙе һәм шул тиклем ныҡ йәне көйҙө. Уны быға тиклем үҙе инҡар иткән фекер – тормоштоң иҫ китмәле ғәҙелһеҙ икәнлеген аңлау ныҡ тетрәндерҙе. Ниһайәт, уның асыуы ҡабарҙы. Флоренция һылыуының ярһыу күңеле тыйнаҡ көнсығыш ҡатынында, көтөлмәгәнсә, баш күтәрергә ынтылыш уятты. Йәзиләнең күкрәге эҫеле-һыуыҡлы булып китте һәм унда азатлыҡ яулап алыу теләге уянды.
Леонардо да Винчиның сираттағы бөйөк эшенең йөкмәткеһе ысын мәғәнәһендә асылды. Уның һүрәттәренең айышына төшөнөп була! Артефакттарҙың “асҡысы” – күҙәтеүсенең хис-тойғоларының радионың айырым тулҡындарға көйләгән кеүек йоғонтоһо – рәссам ижадының үҙенсәлеге! Мәҫәлән, “Джиневра де Бенчи” портреты һыҙланыу һәм яңғыҙлыҡ призмаһы аша асыла. Күрәһең, һәр һүрәт өсөн шәхси торош кәрәк. Бары тик шул ғына. Иҫ китмәле табыш! Йәзилә ваҡыт тойғоһон тамам юғалтты һәм ысынбарлыҡтан төшөп ҡалды. Бәхеткә ҡаршы, ҡапыл уның иңбашына ҡағылдылар һәм шығырҙыҡ ҡарт тауыш саф рус телендә:
Уның эргәһендә селтәрле эшләпә кейгән оло йәштәге ҡатын
баҫып тора ине. Йәзилә, ирендәренең сите менән генә йылмайҙы ла:
оҡшағанбыҙ, тик ул яман сирҙән яфаланмаған, - тине һәм, аҡланғандай, пеләш башын һыйпаны. Синетиканан эшләнгән арзан паригын ул самолетта уҡ сисеп ташлағайны.
бирер тип уйлайым.Бындай оҡшашлыҡ шуға ишара, - ҡарсыҡ селтәрле бирсәткә кейелгән ҡулының кәкерәйгән бармағы менән сәнғәт әҫәренә төрттө. – Был һүрәттең үҙенсәлекле икәнлеген беләһегеҙме? Ул ике ҡатлы. Образды уратҡан артышты күрәһегеҙме? Һүрәттең артында ныҡлыҡ һәм рух көсөнөң символы булғын гел йәшел артыш ботағының эмблемаһы ҡабатлана. Төнъяҡ халыҡтары юҡҡа ғына уның ярҙамында ауырыуҙарҙы ҡыумағандар. Һеҙ ҙә ҡыуасаҡһығыҙ. Һис шикләнмәгеҙ!
Иртәгеһенә Париж Йәзиләне яңы бешкән кофе һәм әле генә мейестән сыҡҡан күмәс еҫе менән уятты. Ҡабаланмайынса ғына иртәнге ашты ашағас, Йәзилә һыҙаттары менән мәңгелек мөхәббәт символы – тюльпан сәскәләрен хәтерләткән Марэ кварталына йүнәлде. Ике йөҙ йыл элек тап шул кварталда йәш француз ҡыҙы менән башҡорт батыры араһында мөхәббәт уты тоҡанған да инде. Ерән сәсле Брижит исемле һылыуҡайҙың тыуған йорто тап шунда, Сена йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан бит.
Гениаль Леонардо да Винчи әҫәренең ҡабатланмаҫ тәъҫире ҡатынды эҙәрлекләүен дауам итте.Йәҙилә, үҙ ҡалаһын танып, иҫ китмәле тулҡынландырғыс хистәр кисерҙе. Ә ҡала, үҙ сиратында, ниндәйҙер әкиәти рәүештә, нәҫел кимәлендә тип әйтерлек, уның менән мәғлүмәти бәйләнеш яланы булдырҙы.
Үҙенең күңел ҡылдарын көнкүрештең бик нескә кимәленә килтереү ҡапыл Йәзиләгә үҙенең өләсәһенең яҙмышын ҡабатлағанлығын һиҙҙерҙе. Тап шул ерән сәсле ҡатындан алып нәҫелдә “яраҡлашыу” тигән тамыр барлыҡҡа килгән икән. Заманында мөхәббәттән башын юғалтҡан француз ҡатыны тыуған иленән, туғандарынан, хатта үҙенең исеменән дә баш тартҡан бит! Үҙенә бирелгән исемдең ҡеүәтен сабырлыҡҡа алмаштырған! “Брижит” - еңелмәҫ һәм көслө рух тигәнде аңлата бит, ә “Сабыриә” – буйһоноусанлыҡ һәм сабырлыҡ. Артабан нәҫелдән килгән шым булыу йәшәү ысулына һәм ата-бабаларҙан ҡалған: “Түҙ, риза бул, йәшә” тигән вариҫҡа әүерелгән.Тик быуаттар буйы һеңдерелгән йәшәү рәүеше ҡасан да булһа, боҙолоп, кешене һәләкәткә илтә - үҙ-үҙен юҡ итеү программаһын эшләтә башлай. Ысын мәғәнәһендә үҙ-үҙеңде ҡарғауға әйләнә! Йәзилә өсөн дә шулай булды.
Үҙ тормошоңдың нигеҙенә ата-бабаларҙың яҙмышын һалырға кәрәкмәй! Ябыҡ түңәрәктән сығырға һәм һәм алама йәрәбәне урап үтергә кәрәк! Ҡолдарса буйһонорға ярамай! Мотлаҡ атрибут - рәшәткәләр булған ҡолдарса фекер йөрөтөүҙән ҡотолоу зарур!
Һәм Йәзилә тәүге тапҡыр тулы күкрәге менән тын алды. Ул хәҙер ни өсөн Париждың Европа ихтилалдарының баш ҡалаһы икәнеген аңлай башланы. Париж һауаһын һулау – тимәк, азатлыҡ һауаһын һулау!
Ҡатынды үҙе быға тиклем бер ҡасан да татымаған бәхет тойғоһо, биләп алды, ул тормоштан иҫерҙе. Рус яҙыусыһы Илья Эренбургтың: “Парижды күрергә лә үлергә” тигән һүҙҙәре иҫенә төштө. Йәзилә: “Был дөрөҫ түгел! Парижды күрергә һәм ҡайтанан йәшәй башларға!” тип үҙе өсөн һығымта яһаны. Уның өсөн хәҙер Париж – шәхси көс сығанағы! Был ҡалала үткәрелгән бер көн тиҫтәләгән йылдарға ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк!
Йәшәү дәрте! Йәзилә Парижда кисергән хәл тап шулай атала. Ниһайәт, ул күкрәгендә шаулап, тулҡынланып торған, йөрәгендәге таныш булмаған хистәргә аңлатыу тапты! Гүйә, уның бөтә органдары ла бер юлы донъяның сигналдарын күпкә тәрәнерәк ҡабул итә – тоя, ишетә, күрә башланы! Бына, мәҫәлән, тату-салон, уға элек иғтибар ҙа итмәгәйне. Әле иһә уның эргәһендә туҡтатыуҙарын һораны. Бер-ике сәғәттән һуң, иңбаштарын күтәреп, юғары даирәләрҙәге ханымдар һымаҡ текә баҫып, пеләш башына ҡына менән яһалған уттай сағыу һүрәт менән килеп сыҡты. Ҡаршыһына һирәк-һаяҡ осраған кешеләр уға ғәжәпләнеп әйләнеп ҡаранылар. Шәп-шәп атлап, ҙур булмаған сауҙа үҙәгенә ыҡсым ғына көршәктә үҫкән артыш һатып алырға кергәнендә һәр кемде шаҡ ҡатырҙы. Үҙен батша ҡыҙы кеүек тотоп, аҡ пальтоһының төймәләрен ҡаптырып та тормайынса, ҡолаҡтарына иңбаштарына тиклем һәленеп торған эре милли алҡалар таҡҡан Һәм соңҡаһына сәскә атҡан ғүмер ағасы төшөрөлгән ханымды йыш осратып булмай шул.
Тупһа аша атлап үткәс тә, пальтоһын һәм аяҡ кейемен һалып та тормайынса, ҡатын аш бүлмәһенә табан атланы. Артыштың бер-ике ботағын һындырып алды ла, яндырырға маташты. Ыҫмалалы, ҡороп етмәгән ағасҡа ут тоҡандырыу еңел булманы. Шулай ҙа ботаҡтарҙың остары бер аҙ алһыуланды. Шуға һоҡланып, Нәзилә тәмле еҫле төтөндө үҙе тирәләй өс тапҡыр әйләндерҙе.Үҙе: “Нәҡ “Вий” фильмындағы яманлыҡтан ҡурсалап үҙен ыҡсым түңәрәк менән уратҡан Хома Брут кеүек” тип уйланы. Ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Быға үҙе лә аптырап китте. Сөнки һуңғы тапҡыр ҡасан күңел асҡанын күптән онтҡайны. Уға ла өйөндәге яманлыҡтан күптән ҡотолорға кәрәк булған! Тормошон һәм үҙен быуған, һәләкәткә илткән бөтә нәмәнән дә арынырға! Йәзиләнең күҙҙәре йәшләнде, тамағына ниндәйҙер төйөн тығылды, ул йүтәлләй башланы.Унда бығаса булмаған еңеллек, тормошто башҡасараҡ ҡабул итеү тойғоһо уянды. Артыш яндырыу тигән боронғо башҡорт йолаһы ла тап шулай үткәрелгән. Ҡасандыр, бала сағында ҡарт бағымсы: “Артыш төтөнө кешеләрҙең тормош һуты менән туҡланған ен-пәрейҙәрҙе ҡыуа” тип аңлатҡайны.
Йәзиләнең башына: “Паразиттар кешенең көсөнә мохтаж, әммә уларҙың матдәләр алмашыныуы фәҡәт түбәнге тулҡындарҙа ғына бара. Шуға ла үҙҙәренең ҡорбандарының хис-тойғоларына шом, ҡурҡыу һәм нәфрәт һеңдерәләр” тигән уй килде. Уның менән күп йылдар буйы тап шулай эшләнеләр ҙә. Ха! Был яғына ул кемгәлер ризыҡ булырға теләмәй! Шуға ла үҙенә ҡурҡырға рөхсәт итмәйәсәк! Үҙенең ауыр йәрәбәһен ул мотлаҡ үҙгәртәсәк! Бының өсөн хәл-ваҡиғалар орсоғон кире яҡҡа өйөрөлтөргә кәрәктер моғайын. Тормошондағы бөтә насарлыҡты ла һепереп сығарып ташлау өсөн хәҙер уның көсө лә, йәшәргә теләге лә бар. Шаман йолаһы уны ялмап алды...
Шул саҡта, өс көн ҡырынмаған ире, яңағын тырнап, килеп керҙе һәм, һәр ваҡыттағыса:
тип яуап бирҙе уға Йәзилә.
Исрар ҡапыл кибеп киткән телен саҡ әйләндерә ине.
шашҡан әсәйеңде!
яһаны.
Юҡҡа шулай эшләне. Юҡҡа!
Хужабикә иренә ҡул аҫтына килеп эләккән тоҙло ҡыяр
банкаһын ырғытты. Уныһы, он тулы тоҡ кеүек, ауып китте, өҫтөнә быяла ватыҡтары һәм тоҙло һыу ҡойолдо. Ҡарашында: “Нисек ҡыйыулығың етте?” тигән һорау яҙылғайны.
түгел! Иртәнсәк мин торлағыма “хәүеф төймәһе” ҡуйҙырттым. Хәҙер форма кейгән егеттәр киләсәк, улар менән аңлашырһың
Енләнеп Йәзиләгә табан боролған Исрарҙы законлы ҡатынының уҫал ҡарашы туҡтатты.
тешләп алырмын!
Йәзилә, туҡтай алмайынса, ҡысҡырып көлөргә тотондо. Ире иһә ҡурҡыуынан дер ҡалтырай башланы.
– тура тамуҡҡа ебәрәсәкмен! Эй ҡыуанырҙар! Йоҡлап ятҡаныңда һуйып үлтерәм, ә миңә бының өсөн бер нимә лә булмаясаҡ. Төрмәгә ултырып та өлгөрмәйәсәкмен, сөнки мин оҙаҡламай үләм! – тип һөйләнде ул – Ишетәһеңме, мин хәҙер бер нимәнән дә ҡурҡмайым!
Уның күҙҙәре, бәлә вәғәҙә иткәндәй, ҡара упҡынға әүерелделәр. Ҡуҙғыуҙан һәм адреналины артыуҙан ҡан йөрөш ҡолаҡтарында һулҡылданы. Ире хаҡында, һуңлап булһа ла: “Йүнһеҙ, ҡурҡаҡ мәхлүҡ” тип һығымта яһаны. Ниңә ул Исрарҙан ҡото осоп йәшәгән икән? Ниңә уға көндән-көн үҙенең күңеленән эрен ағыҙырға юл ҡуйған? Ни өсөн уның ҡатынын юҡҡа сығарырға тырышып әйткән һүҙҙәренә, һөлөктәр кеүек, үҙенең шәхесенә үтеп инергә, психикаһын емереүенә, ысынбарлыҡты яңылыш ҡабул итеүенә юл ҡуйған?
Ниһайәт, ул аңына килде! Һәм килеп тыуған хәлдән түгел, ә үҙен ҡоршап алған яман көбөнән сыҡты ла, ҡанаттарын йәйҙе...
Исрар хәлһеҙ, көсһөҙ ине, ә ҡарашы ҡатыныҡы менән осрашҡас,бөтөнләй ҡаушап ҡалды һәм ишек яңағына һөйәлде. Тонған күҙҙәрендә ҡурҡыуы сағылды. Ә бер минуттан һуң, тын алырға ла өлгөрмәйенсә, бер ҡулына таушалған аяҡ кейемен, икенсеһенә – совет заманынан ҡалған иҫке сумаҙанын тотоп, сығып тайҙы.
Ҡатын еңел һуланы, битараф ҡиәфәттә быяла ярсыҡтары аша атлап үтте, үҙенә кофе яһап алды һәм, талдан үрелгән креслоға йәйелеп ултырып, аяҡтарын тәҙрә төбөнә һалды ла, әсе эсемлекте йотоп ебәрҙе.. Уның күңеле күп йылдарҙан һуң тәүге тапҡын иҫ китмәле тыныс ине.
Һуңыраҡ ул үҙен дауалаусы табиптың телефон номерын йыйҙы:
иткәйнегеҙ. Мин ризамын, - тине.
Операция алдынан стеналаға матур рам эсенәҡуйылған
эшләнеп бөтөлмәгән “Йәшерен кис” репродукцияһын тамамланы тип әйтерлек... Сөнки Иуданың тоҡсайы буялмаған килеш ҡалды.
Мәрйәм Мәхмүтйәнова тәржемәһе.