Бөтә яңылыҡтар
10

Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел

“Эшемде бер яҡтан ауыр, икенсенән еңел тиергә лә була. Ғөмүмән, яратып башҡарһаң, барыһы ла уң килеп сыға! Быға мин күптән инанғанмын”, — ти ул.

Бәхет өсөн  күп тә кәрәк түгел
Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел

Һауынсы... Был һөнәрҙең асылы бихисап кешегә яҡшы таныш. Күптәрҙең бәләкәй саҡта ата-әсәһенә эйәреп фермаға йөрөгәне барҙыр. Ә танауға силос, һөт еҫе килеп бәрелһә, үҙеңдән-үҙең хәтирәләргә бирелеп, алыҫта тороп ҡалған йылдарға ҡайтҡандай булаһың... Бөгөн һауынсыны башҡа төрлө атайҙар — һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторы. Күгәрсен районынының Прогресс утарында йәшәүсе Гүзәл Ратмир ҡыҙы МӨФТӘХЕТДИНОВА ошо һөнәр эйәһе.
“Эшемде бер яҡтан ауыр, икенсенән еңел тиергә лә була. Ғөмүмән, яратып башҡарһаң, барыһы ла уң килеп сыға! Быға мин күптән инанғанмын”, — ти ул.

Таңғы биштәр тирәһе. Утар әле йоҡлай. Бары бер нисә өйҙә ут ҡабынды. Шундай йорттарҙың береһендә Гүзәл эшкә йыйына. Юҡ, ул күп һылыу заттар һымаҡ биҙәнеп-төҙәнеп, матур күлдәктәр һайламай. Уның эшендә уңайлы, йылы өҫ кейеме, һыу үткәрмәҫлек, бысраҡтан ҡурҡмаған аяҡ кейеме кәрәк. Ә толом булып төшкән бөҙрә сәсен ул яулыҡ аҫтына йәшерә. Гүзәлдең хәрәкәттәре етеҙ, әммә ипле. Өс балаһын йоҡоларының иң тәмле мәлдәренән уятып ҡуймаҫҡа тип тырыша. Бер сынаяҡ иртәнге сәй эсеп алғас, ул эш яғына ҡуҙғала.
Әле ҡыш яҙға урын бирергә ашыҡмай. Таңда күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы. Ярай, Алла бирһә, йәйе лә етер. Ул ваҡытта мәшәҡәттәр артһа ла, ҡоштар һайрауын тыңлай-тыңлай эшкә атлауы күңеллерәк һымаҡ. Ә әлегә аяҡ аҫтында төндә яуған ҡар шығырлауы ғына ишетелә. Гүзәлде был ҡараңғылыҡ та, йоҡоһонан уянырға теләмәгән утар тынлығы ла ҡурҡытмай. Эшенә илткән юлды ул үҙенең биш бармағы һымаҡ белә. Бәй! Һауынсы булып эшләүенә егерме өс йыл була бит! Һай, ғүмер тигәндәре, күҙ асып йомған арала үтеп бара төҫлө.
Әле генә Гүзәл үҙе бала ине. Атаһы, әсәһе янында ҡолонсаҡтай уйнап, иркәләп йөрөгәне һаман күҙе алдында. Хәтирәләр йомғағын һүтә башлаһаң инде... Тыуған ауылы Исемдең иң беренсе булып тәбиғәте, Оло Эйек буйҙары иҫенә төшә. Атаһы, әсәһе, ағаһы, Гүзәл үҙе, һеңлеһе бер арбаға тейәлеп урманға китеп баралар. Хәҙер улар еләк-емеш йыясаҡтар, ә аҙаҡ аталары ут яғып, һыу ҡайнатып, донъялағы иң тәмле үлән сәйе менән һыйлаясаҡ. Ғаилә менән бергә үткәргән бындай ялдар уларға һирәк эләгә. Атаһы Ратмир Фәтҡулла улы, әсәһе Рәшиҙә Зөфәр ҡыҙы — совхозда тир түккән кешеләр. Эштәренән ал да, ял да юҡ. Шуға был көндәрҙең һәр минуты алтынға тиң булып, хәтерендә уйылып ҡалған. Атаһының был донъянан киткәненә инде дүрт йыл була. Әсәһе, шөкөр, имен-һау. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, ҡулынан бәйләмен төшөрмәй. Хатта МХО-ла ил һаҡлап йөрөгән егеттәргә утыҙ бер пар ойоҡ бүләк итте.
Уйҙарға сумып, фермаға нисек килеп еткәнен дә һиҙмәне Гүзәл. Бында уны елендәре һөт менән тулышҡан малҡайҙар көтә. Ике һауынсыға — өс йөҙҙән ашыу баш. Гүзәлдең таныш аҙымдарын ишеткәс тә һыйырҙар һиҫкәнеп, баштарын борғолап ҡуя.
— Шунан, нисек төн үткәрҙегеҙ? Хәҙер мин һеҙҙе һауырмын, еңелерәк булып ҡалыр, — тип һауыу аппаратын тоҡандырған Гүзәл һыйырҡайҙарына өндәшә.
Малҡайҙар бит барыһын да аңлай. Маҡтап, йылы тауыш менән өндәшһәң, мөлдөрәп кенә күҙеңә ҡарайҙар. Ҡатыраҡ итеп әйтһәң, үпкәһен белдереп, эймәгән булалар. Һыйырҙар кәйефеңде лә тоя. Быны Гүзәл бала сағынан белә. Әсәһенә эйәреп фермаға күпме йөрөнө икән? Һанап бөткөһөҙ. Ун ике йәшендә бер төркөм һыйырҙы үҙ-аллы һауа алғас, моғайын, әсәһенә йыш ярҙамлашҡандыр.
Сәйер, ул заманда Гүзәл һауынсы булам тип тә уйламаны, шикелле. Исем ауылы мәктәбен тамамлағас, Мәләүездәге училищеға инеп, һатыусы, контролер-кассирға уҡып сыҡҡайны. Әммә һөнәре күңеленә хуш килмәне. Шуға ла ул белгән, күреп үҫкән ергә — Исемдең һөт-тауар фермаһына урынлашты. Башта алмаш һауынсы булды. Аҙаҡ “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһына һыйырҙарҙы машина ярҙамында һауыу операторы талап ителгәс, ҡыҙыҡ күреп, эшкә төштө.
Шул көндән алып ике тиҫтә йыл да үтеп киткән икән, һай! Ә ниндәй бәхетле йылдар бит әле! Үкенерлек түгел. Әлбиттә, бәхет ҡояшы Гүзәлгә гел яҡтыртманы. Тормоштоң болотло көндәре лә, аяҙ көндә йәшен атҡандай мәлдәре лә булды. Шулай ҙа, үлсәүгә һалғанда, шатлыҡтары, ҡыуаныстары күпкә ауырыраҡ тарта. Бәхетенә күҙ теймәһен! Тәүәкән фермаһына эшкә урынлашҡанда уға ни бары егерме өс кенә ине. Эх, йәшлек — яҙғы сәскә төҫлө миҙгел! Күңелдең һөттәй аҡ, пак сағы. Ә йәш йөрәккә һис ни кәрәк түгел, бер утлы ҡараш та етә! Ул ҡарашты Гүзәлгә ваҡытында ошо уҡ фермала мал ҡараусы булып эшләгән Айҙар исемле егет ташлағайны...
Ҡауышып, өйләнешкәндәренә нисә йыл була? Шулай уҡ егермегә етеп килә, ахыры. Инде улар береһенән-береһе ҡәҙерле өс балаға атай, әсәй. Өлкән ҡыҙҙары Айзилә быйыл мәктәпте тамамлай. Гүзәлдең төп ярҙамсыһы, уң ҡулы, серҙәше уҡырға китһә, нисек кенә күнегеп китерҙәр? Һағындырыр инде, унһыҙ ҙа булмай. Ярай, ҡайҙа ғына йөрөһә лә имен-һау булһын! Данис улдары ла туғыҙҙы тамамлай. Уға техника ене ҡағылған, бала саҡтан уйлағаны шул булды. Ошо ғына йәшендә тракторҙың һәр детален белә тиерлек. Кинйәләре Ғәҙел әле биштә уҡый. Уның ат тип иҫе китә. Киләсәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә хыяллана. Теләктәре ҡабул булһын! Иң мөһиме — Гүзәл менән Айҙар балаларына эште һөйөргә, олоно оло тип, кесене кесе тип белергә, бер-береһенә терәк-таяныс булырға өйрәттеләр. Бала кешелекле булып үҫһә, бәхет ишектәре лә, һис шикһеҙ, асылыр.
Үткәндәргә әйләнеп ҡайтып, хәтирәләрҙе барлап, иртәнге һауын аҙағына яҡынлашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды Гүзәл. Ярата ул үҙенең эшен. Тап шуға ла ул — Күгәрсен районының алдынғы һауынсыларының береһе. Гүзәлдең хеҙмәтен күреп, лайыҡлы баһалап торалар. Район, ферма етәкселегенән иҫәпһеҙ-һанһыҙ Рәхмәт хаттары, почет грамоталары быны дәлилләй.
Сәғәт ун. Иртәнге һауын тамам. Киске биштә Гүзәл йәнә фермала буласаҡ. Ә шуға тиклем ҡайтып үҙ хужалығын ҡарарға кәрәк. Уларҙың да бит кәртә тулы малы бар. Апрелдә, Алла бирһә, ҡош-ҡортон да алырҙар, баҡсаһын да сәсерҙәр. Малдарҙы тәрбиәләгәс, балалары мәктәптән ҡайтыуҙарына төшкө аш әҙерләйәсәк. Шөкөр, туңдырғыс тулы үҙҙәре эшләгән тултырма, ҡаҙылары, баҙ тулы турама, ҡайнатмалары бар...
Ана шулай көндәлек мәшәҡәттәр менән таң ата ла кис була. Әммә Гүзәлгә бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Уның өсөн иң мөһиме — яҡындарының имен-һау булыуы, балаларының йылмайыуын күреү, туған-тыумаса менән аралашып, татыу йәшәү. Алла бирһә, яҡты хыялы ла тормошҡа ашыр һәм улар ҙур йорт һалып сығыр. Мәле еткәс, Гүзәл менән Айҙар унда балаларын, кейәү, килендәрен йыйып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бергә-бергә тәмле үлән сәйе эсерҙәр... Ошо үҙе түгелме ни бәхет?!

 

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: