

95 йәшен тултырған йор һүҙле, хәтере яҡшы, етеҙ Зөһрә ҠУЖИНАға ҡарап, ҡартлығың тап ошо сифатта килһен ине, тип теләйһең. Тыл ветеранының тормошто ярата белеүе лә — күптәргә өлгө.
Уҡыуын ҡалдырырға тура килә
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Зөһрә Юлыҡ ауылында IV класта уҡый. Ғаиләлә иң оло балаға, 1942 йылда атаһы яуға юлланғас, мәктәпте ҡалдырырға тура килә. Атаһы китеп күпмелер торғас Миңнияр ҡустыһы тыуа. Әсәһенең башы колхоз эшенән сыҡмай. Үҫмер ҡыҙҙың иңенә, береһенән-береһе бәләкәс туғандарын ҡарау менән бергә, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт эштәре лә төшә. Баҡса эштәрен дә яңғыҙы башҡара, донъяһын да көтә. Етмәһә, тиҙҙән уның йәшенә еткән һәр кешегә йылына алтмыш көн эш көнө йөкмәтеп ҡуялар. Йәйен — утауға, көҙөн ураҡҡа сығалар, Һалам да өйәләр.
1944 йылда атаһы Әхмәтша яраланып ҡайта. “Ҡыҙым бик зирәк, уға артабан да белем алырға кәрәк”, — тип, атаһы Ҡауарҙы ауылына уҡырға ебәрә. Ике йыл өйҙә ултырғандан һуң, йәше олораҡ булһа ла, V класҡа уҡырға бара.
— Һуғыш бөтөү хәбәрен Юлыҡтан ун биш саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Ҡауарҙы ауылына ун өсләгән бала уҡырға китеп барғанда ишеттек. Дөрөҫөрәге, Юлдашев фамилиялы мәктәп директоры беҙҙе һыбай ҡыуып етеп һөйөнсөләне. Был көндө уҡыу булмаҫын аңлап, кире боролорға уйлағас, ул, мәктәпкә барып етегеҙ, демонстрация буласаҡ, тип ары китеп барҙы. Флагтар тотоп, музыка аҫтында көнө буйы бер-беребеҙҙе Еңеү менән ҡотлашып йөрөнөк. Ауылға ҡайтһаҡ, мәсет янында халыҡ байрам итә. Хәҙисә апай мандолинала уйнай, ауылдаштар бейейҙәр, илайҙар, көләләр... Дүрт йыл буйы һөрөм баҫҡан күңелебеҙҙе май ҡояшы менән еңеү шатлығы шул хәтлем нурландырҙы. Шул ваҡыттағы йәнлелек һаман да күҙ алдымда ғына тора, — ти һикһән йыл элек Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған көндө Зөһрә әбей.
Совет Армияһы еңеүгә өлгәшһә лә, тылдағы хәлдәр шул килеш ҡала әле. Төп көстәр булып һаман да ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоролар һанала. Дәрестәр тамамланыу менән уҡыусылар утауға йөрөй башлайҙар. Йәйге селләлә лә һыуы һалҡынса ҡалған Еҙем йылғаһын ялан аяҡлы балалар эшкә барған-ҡайтҡан саҡта кисеп йөрөйҙәр. Көнө буйына аслы-туҡлы йөрөһәләр ҙә, һуғыш тамамланыу шатлығы уларҙы төшөнкөлөккә бирҙертмәй, арыу-талыуҙы ла һиҙмәйҙәр. “Йәш көстәр” тип аталған колхоздың стенгазетаһында тап улар кеүек үҫмерҙәрҙең хеҙмәте күрһәтелеп бара, унда Зөһрәнең исеме йыш телгә алына.
Кулак балаһы тип комсомолға алмайҙар...
Юлыҡ ауылында заманында дүрт кешегә кулак мөһөрөн тағалар. Шуларҙың береһе Сөнәғәт Ҡужин була. Улар йәшәгән йортто тартып алалар, ғаилә башлығын күпмелер ваҡыт Телмәйгә (Белорет районындағы леспромхозға) һөрҙөрәләр. Шулай булһа ла, бирешмәйҙәр. Хәләл көстәре менән ҡабаттан донъя көтә башлайҙар. Кәшфулла Сөнәғәт улы бәләкәйҙән зирәк, белем алыуға теләге ҙур була. Шуға ла башҡа тиңдәштәре кеүек беренсе класта уҡып, хәреф өйрәнеп ултырмай. Уҡырға төшөү менән икенсе класҡа ултырталар. “Кулак” мөһөрө балаларына ла ҡағыла. Уларҙы комсомолға алмайҙар.
Махсус белеме булмаһа ла, математиканы яҡшы белгәс, Биштар леспромхозында хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында иһә колхозда ошо эшен дауам итә. 1942 йылда, Стәрлетамаҡ педтехникумында уҡып йөрөгән сағында, яуға саҡыралар.
Кәшфулла башта разведчик булып хеҙмәт итә. Йәйге эҫе бер көндө разведкаға китә ҡыйыу һалдат. Тирә-яҡ тып-тын. Көтмәгәндә ул фашистарҙың траншеяһына барып сыға. Фрицтар кәйеф-сафа ҡороп ултыра. Хәлде аңлап алған һалдат юғалып ҡалмай, тиҙ генә арыш баҫыуы араһына кереп йәшенә. Иҫтәренә килгән гитлерсылар автоматтан ут яуҙыра башлай. Тик етеҙ егет уларҙан имен-аман ҡотола ала. Полкташтары янына көс-хәл менән ҡайтып етә.
Артабан Кәшфулла Сөнәғәт улы фронтта 227-се дивизияның 239-сы батальонында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Бурысы — катушкаларын, тимер сыбыҡтарын һөйрәп, алғы һыҙыҡ менән командование араһындағы бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәҫкә тейеш. Һуғыштың тәүге сирҡанысын Воронеж янында, Дон йылғаһы буйындағы көслө һөжүм ваҡытында ала. 1943 йылда Курск-Орлов дуғаһындағы ҡаты алышта яралана.
Госпиталдә дауаланғандан һуң, уны һауа-десант ғәскәренә алалар. Ун ете тапҡыр парашюттан һикерергә тура килә уға. Сталинград өсөн барған алыштарҙа, Финляндия, Польша, Венгрия, Австрияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Венгрияның баш ҡалаһы – Будапештта ҡаршы ала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Кәшфулла Сөнәғәт улы III дәрәжә Дан ордены, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Юғары баш командующий И. Сталиндың өс тапҡыр Рәхмәт хаты бирелә, бынан тыш, бихисап миҙалдар менән наградалана.
Юлыҡ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 194 ир-егет ҡатнаша. Шуларҙың 87-һенә генә имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙа. Яуҙа башын һалғандар араһында Кәшфулла Сөнәғәт улының бер туғандары ла була. Унан алда киткән Лотфулла менән ҡустыһы, яуға юлланғанда бер йылға йәшен ҙурайтып күрһәткән Шәһитулла тыуған ерен һаҡлап шәһит китә. Кәшфулла иһә 1947 йылдың 15 мартында ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Мәктәп яугирҙы судҡа бирә
Тыуған яғына ҡайтҡас, һалдат оҙаҡ буйҙаҡ йөрөмәй. Ике аҙна үтеүгә, ун ете йәшлек Зөһрәгә яусы ебәрәләр. Ҡыҙҙары йәш булһа ла, уңған, тәртипле, тәрбиәле, аҡыллы балалар үҫтергән ғаиләгә килен итеп бирергә ата-әсәһе лә ҡаршы килмәй. Был ваҡытта буласаҡ кәләш VII класта ғына уҡып йөрөй.
ЗАГС ҡағыҙы булмайынса, йәштәргә никах уҡыуҙан мулла баш тарта. Кейәүгә сығырға йәше етмәгән ҡыҙ менән егетте өйләндереү закон тарафынан да тыйыла. Яуҙа төрлөһөн күргән һалдат юғалып ҡалмай. Ауыл хакимиәте башлығы Кәшфулланың класташы була. Йәш кәләшен тышта ҡалдырып тора ла, уның менән яңғыҙы ғына кереп һөйләшә. Килешәләр. Тик һуңынан да был йәш парҙы ҡаршылыҡтар һағалап ҡына тора. Оҙаҡламай мәктәп уҡыусыһына өйләнгәне өсөн яугирҙы судҡа бирә. Закон алдында ҡотола алалар, әммә яҡшы уҡыған Зөһрәне ете йыллыҡ мәктәптең сығарылыш имтихандарына керетмәйҙәр. Шулай итеп, ул артабан уҡыуын дауам итә алмай ҡала.
Артабан Кәшфулла Сөнәғәт улы ғүмерен иҡтисад өлкәһенә бағышлай. 1949 йылда гәзиттә иғлан күреп ҡалып, Ҡырмыҫҡалылағы бухгалтерҙар курсына уҡырға китә. Архангел районында практика үткәндә, шунда эшкә ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, әсәһе уларҙы ебәрмәй. Улы менән килененең ауылда төпләнеп ҡалыуын теләй. Ҡырҡ биш йыл ғүмерен туған “Мағаш” колхозында иҡтисадсы, баш бухгалтер вазифаларын намыҫлы башҡара кисәге яугир. Ипле һүҙле, кешелекле итеп белә уны ауылдаштары.
1958 йылда “Мағаш” колхозы татлы сөгөлдөр үҫтерә башлағас, Зөһрә әбей сөгөлдөрсө эшенә ныҡлап тотона. Ауылдаш ҡатындар Зәйнәб менән Фәүзиә Юлыҡова, Мәүлиҙә Шафиҡова, Зөһрә Фәхретдинова, Фатима Урманшина, Мәүлетбикә, Сара Дәүләтбаевалар менән бергә, сөгөлдөрҙән тыш, колхоздың башҡа төрлө эштәрендә йөрөйҙәр. Ул ваҡытта ауылдан ун саҡрым самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан сөгөлдөр баҫыуына көн дә йәйәү йөрөйҙәр. 1978 йылдарҙа ғына “Беларус” менән йөрөтә башлайҙар. 1971 йылда “Мағаш” колхозындағы ете сөгөлдөрсөнө йәшен атыу тарихы тотош республиканы ҡайғыға һалған мәлдә улар ҙа ошо баҫыуҙа була. Ут йомғағынан мәрхүм булған беренсе звенолағы гүзәл заттар ҡыуышҡа йүгерә. Ә Зөһрә әбейҙәр тал ҡыуаҡлыҡтарына боҫа. Шул уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
“Төндәрен һаташа ине”
Зөһрә менән Кәшфулла Ҡужиндар матур тормош юлы үтә — һигеҙ балаға ғүмер бирә. Рәшиҙә менән Рауилдан һуң тыуған ике бала, бер йәштәре тулғас, ҡапыл ғына үлеп ҡалалар.
Ике яҡтан ата-әсәләре лә уларға һәр ваҡыт ярҙам итә. Кәшфулланың атаһы күршелә генә торған улы менән килененең йоҡоларынан уяныуға малдарын тәрбиәләп ҡуя. Ә Зөһрә апайҙың әсәһе Фәйрүзә балаларын тәртипкә, таҙалыҡҡа өйрәтә.
— Өләсәйемдең аҡ яулығының осо урамдың теге яғынан күренеүе була, йүгереп йөрөп өйҙө йыйыштыра, һауыт-һаба, иҙән йыуа торған инек. Һәр нәмәнең үҙ урынында булыуын, тәҙрә, көҙгө һымаҡ нәмәләр ялтырап тороуын талап итте. Ә атайым яҡлап Белорет яғынан килен булып төшкән Шәрғиә өләсәйем ысын мәғәнәһендә урман әбейе ине. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем төрлө үлән, емеш-еләк йыйырға өйрәтте. Ошондай өләсәйҙәр һәр осорҙа ла булһын ине. Йәш быуынға уларҙың тәрбиәһе әйтеп бөткөһөҙ ҙур, — тип хәтерләй бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре.
Һәр балаһын өйҙә табып, өс айы тулыр-тулмаҫтан эшкә сыҡҡан Зөһрә әбей юҡлыҡ осоронда ла ғәзиздәрен башҡаларҙан кәм-хур итеп үҫтермәй. Егәрленең ҡулы ете, тиҙәр бит. Йылына һәр береһенә өсәр пар, һарыҡ йөнөн эшкәртеп, күпереп торған башалтай-бейәләйҙәр бәйләй. Әсәләре булмаған йә мохтажлыҡ кисергән күрше-тирәләрендәге балаларҙың да аяҡ-ҡулдарын йылыла йөрөтөргә тырыша. Шәп тегенсе лә була. Байрам һайын ҡыҙҙарына күлдәк, итәк, сарафандар тегә. Телевизорҙар өй түренә килеп ҡунаҡлағас, ундағы дикторҙарҙың кейемдәренә ҡарап та модалы нәмәләр тегеп һоҡландыра. Аш-һыуға ла оҫта. Әлеге ваҡытта әсәләре менән бергә ҡартайып килгән балалары: “Уның күпереп бешкән икмәктәре, тарыны төйөп икмәк мейесендә бешергән ҡоймаҡтары, балан, муйыл бәлештәре тәме тел осонда ғына тора”, — тиҙәр.
— Атайымдың һуғыш тураһында һөйләгәнен иҫләмәйем дә тиерлек. Чехословакиялағы алышта өсәр-дүртәр көн дауамында бер ҡабым ризыҡ ҡапмауҙарын, һыу эсеп, баҫыуҙағы көнбағыш ашап ҡына гитлерсыларға ҡаршы барыуҙары тураһында һөйләп, өҫтәлдәге ризыҡтың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәткәнлеге хәтергә ныҡ һеңеп ҡалған. Йәнә төндәрен ныҡ һаташа, ваҡыты менән ҡысҡырып та ебәрә ине. Күрәһең, яу яланындағы мәхшәр төштәренә кереп ыҙалатҡандыр. Тормошта ул ныҡ тыныс, итәғәтле кеше булды, — ти ҡырҡ йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Рәйлә.
Кәшфулла Сөнәғәт улын бала ҡайғыһы аяҡтан йыға. 1995 йылда, ҡырҡ биш кенә йәшендә, өс балаһын етем ҡалдырып, оло ҡыҙы Рәшиҙә баҡыйлыҡҡа күсә. Оло юғалтыуҙы атай кеше ауыр кисерә. Һуғышта алған яралары ла үҙен көндән-көн һиҙҙертә. Ике йылдан һуң үҙе гүр эйәһе була. Әсәһен яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн, Саҡмағош районынан улы Ришат менән килене Нәфисә ике балаһы менән ауылға ҡайтып төпләнәләр. Әлеге көндә лә улар — атай нигеҙенең ҡотон һаҡлап тороусылар. “Иртә торһаң, ит бешә, һуңға ҡалһаң, бит бешә”, — тип һәр иртәлә ҡояш менән бергә торған Зөһрә әбей балаларына. Ун бер ейән-ейәнсәренә, егерме бер бүлә-бүләсәренә, ике тыуасарына йор һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән терәк-таяныс була белгән ағинәй ҙә әле беҙҙең Зөһрә әбей.
Рәзинә УРМАНШИНА.
Ғафури районы.