Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Апрель 2025, 07:48

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (3)

– Иреңдән әҙ эләгә һиңә! Тартай теленән таба, тигәндәй, һәммәһенә үҙең ғәйепле икән! Минең балам тураһында сәүиттә ошаҡлашһаң, ҡабырғаңа ете ҡат ҡабыҡ бәйлә, иреңдән туҡматасаҡмын!

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (3)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (3)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (3)

III

 

Өс тәүлектән артығыраҡ ваҡыт уҙғас ҡына ҡайтты әсәйем. Уның йөҙө үтә йонсоу, ныҡ һурыҡҡан, бойоҡ ине.

Иҙән уртаһына ҡуйылған йыуан ҡарағай бүкәнгә кәкре ҡайын осон терәп, ҡамыт ағасын яндаған атайым, ишек асылған тауышҡа боролоп ҡараны ла, аҫҡа эйелеп, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Оҙаҡ шымып ултырғандан һуң үҙе һүҙ башланы.

– Ситтә ҡасып йөрөп, инәлтергә теләгәйнеңме? Мин һиңә инәлмәнем, инәләсәк тә түгелмен. Сабый һинһеҙ ҙә асҡа үлмәне, – тип сабата кейгән аяғы менән иҙәндәге тап-топ өйөмөн көлдөксәгә яҡыныраҡ шылдырҙы.

Әсәйем өндәшмәне. Сәңгелдәктәге сабыйҙы ҡулына алғас, уның борсоулы йөҙө саҡ ҡына яҡтырып ҡалғандай күренде. Бәпесен имеҙеп, ҡоро сөрөк онтағы һалынған сепрәккә төрөп биләгәс, ҡыймылдаған һайын тәне һыҙлауына сатырайып, ыңғыраша-ыңғыраша, ишек төбө тәңгәлендәге урындыҡҡа арҡыры ятты һәм тәүлектәр буйынса ҡуҙғала алманы шул урынынан.

Бер аҙ һауығып, өй эсендә ығыша-ығыша йөрөй башлағас та атайыма ҡарата булған әсәйемдең һалҡынса мөнәсәбәте үҙгәрмәне.

Ир ғорурлығын һаҡларға тырышҡан атайым да һыр бирмәне. Ул, нисек ҡыланһа ла, хаҡы бар икәнлеген белгертергә маташып, бер ни күрмәмешкә һәм ишетмәмешкә һалышты. Шулай ҙа шымып оҙаҡ сыҙаманы. Әсәйемдең тырҫ-мырҫ йөрөүенә, үҙе башлап һүҙ ҡушмауына, элеккесә ялынырға теләмәүенә асыуы ҡабарып ажғырҙы:

– Ниңә һаман тексәйәһең? Мине әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырып, өйҙән сығып ҡасыуың етмәгәнме? Ярһытма! Йәнә ҡыҙҙырһаң, үҙеңә ҡарап үпкәлә!

Әсәйем тауыш-тын сығарманы. Ул, атайымдың ҡысҡырыныуын ишетмәгәндәй, тере мәйет шикелле, күңелендә мәңгелеккә шыҡыйып аҙапланыуын белде.

Көсөргәнешле күренеш киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә, көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Ололарҙың бер-береһенә ҡарата булған үҙ-ара мөнәсәбәте беҙгә, күп нәмәне аңламаған балаларға, икеләтә ҡыйын булды. Беҙҙең өсөн улар икеһе лә кәрәкле, ҡыҙғаныс һәм аяныслы ине. Ләкин мин әсәйемде ҡәҙерле һәм яҡыныраҡ күрҙем, уның туҡмалыуын ауыр кисерҙем. Юҡ-бар ғәйеп табып, уға ҡаршы ҡуйырға маташҡан атайымдың өгөт-нәсихәте мине бүктерҙе һәм үҙенә ҡарата тыуҙырған яман фекерҙе үҫтерҙе.

Әсәйемдең мөшкөл хәле, уның күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүе, яҡты донъяла йәшәүенән йәм тапмауы, йүнләп һөйләшергә теләмәүе барыбыҙҙы ла иҙҙе һәм интектерҙе.

Әсәйемдең өндәшмәүенә талағы ташып йөрөгән атайҙың ярһыуы, яңы көс менән ҡабаттан шартлар ваҡыты яҡынлашҡан саҡта, беҙгә күрше ҡатын килеп инде. Уның шыбырҙап ҡына ниҙер әйтеүен тынғыһыҙ тыңлаған атайым, асыуынан дер ҡалтыранып, ашыҡ-бошоҡ кейенә башланы. Ишектән сығырҙан алда кире боролдо.

– Әйҙә, Рәхимә апайыңдарға бергә барайыҡ, – тип ул мине ашыҡтырҙы.

Сәхибә апай ярҙамында, иҫке-моҫҡо кейемемә төрөнөп, тула ҡуңысы өҙгөләнеп, табаны бер нисә урындан тишелгән ҡатамды аяғыма ҡуңалтаҡ кейҙем дә, атайыма эйәреп, Рәхимә апайҙарға киттем. Юлда барышлай, үҙемсә төрлөсә уйландым. Беҙ улар менән һирәк аралаштыҡ. Шулай ҙа Рәхимә апай атайымдың йот йылдарында асығып үлгән Бикә исемле беренсе ҡатынынан ҡалған япа-яңғыҙ ҡыҙы икәнлеген һәм уны йәне һөймәгән Шәфиҡ тигән оло ғына йәштәге кешегә көслөк менән биреүен ишеткәнем бар ине.

Беҙ артыҡ ашыҡманыҡ. Мине етәкләп, атай яй ғына атланы.

Рәхимә апай йәшәгән ике бүлмәле өйҙөң биргеһендә беҙҙе Шәфиҡтың оло ҡатыны ҡаршыланы. Ул, сәтерҙек тауыш менән ниҙер ашығып-йотлоғоп аңлатты ла, төпкө бүлмә ишеген шар асып, тоҡос һаҡаллы Шәфиҡ ҡарт менән ҡапма-ҡаршы тексәйеп ултырған Рәхимә апайға эйәк ҡаҡты.

– Ана, маҡтаулы һылыу ҡыҙыңды күр! Ул мине, оло көндәшен түгел, хәләл абышҡаһын да һанға һуҡмай!

– Ни эшләй? – тип һораны атайым.

– Ни эштәгәнен үҙе әйтер, яман ҡылана!

Лас-лос баҫып атайым түргә уҙҙы. Урындыҡ ситендә аяҡтарын һалындырып ултырған меҫкен ҡиәфәттәге Шәфиҡ кейәүе тәңгәленә еткәс, туҡталды.

– Нимә булды?

– Теге, көмөрәйеп, бер һүҙ өндәшмәне.

– Әллә ни ҙә бер мәртәбә килгән ҡайныңды шулай хөрмәтләйһеңме, кейәү? – тип һораны атайым, ярһыуынан көскә тыйылып.

– Бик тә хөрмәтләр инем, ҡайным... Үҙең күрәһең бит, тормошобоҙ боҙолобораҡ тора әле, – тине Шәфиҡ, иларҙай хәлгә етеп, урындыҡ өҫтөндә борғалана-борғалана.

– Нимә бүлешә алмайһығыҙ?

– Бүлешерҙәй нәмәбеҙ юҡ, ҡайным. Донъябыҙ, Аллаға шөкөр, теүәл, ашар-эсеребеҙгә, кейенеребеҙгә лә бар. Тик ҡыҙың һушһынмай мине. Юҡ йомошон бар итеп әллә ҡайҙа сығып китә лә, әллә ҡайҙа йөрөй!

– Ҡайҙа булһын, ти? Билдәле инде. Аръяҡ урамындағы Шәйәхмәт исемле кеше менән көн дә осраша ла, өйгә ҡайтҡас, беҙҙе сүп шайына ла күрмәй, – тип сәтерҙәне Шәфиҡтың оло ҡатыны.

– Атайымдың асыулы күҙ ҡарашы беҙгә арты менән әйләнгән Рәхимә апайға йүнәлде.

– Шундай хәбәр ысынмы, ҡыҙым?

– Беҙҙең тормошҡа, зинһар, ҡыҫылма, атай, – тине Рәхимә апай, тура яуап ҡайтарырға теләмәйенсә. – Хәҙер элгәрге заман түгел, сәүит власы заманы. Үҙемдән егерме йәшкә оло, йәнем һөймәгән кеше менән йәшәргә теләмәйем!..

Бындай һүҙҙе һис тә көтмәгән атайым өсөн аяҙ көндә йәшен атҡан менән бер булды. Ул, ни эшләргә белмәй, бер урында торҙо-торҙо ла, Шәфиҡтың өлкән ҡатыны һонған ҡамсыны һыпыра тартып алып, ҡыҙына шап та шоп һуҡҡылай башланы. Ҡапыл янтайған Рәхимә апай тышҡа сығып ҡасҡас, ярһыуынан баҫыла алмайынса, кейәүенә ташланды. Шәфиҡҡа ҡамсы менән һуҡҡан һайын ыһылдай-ыһылдай бышылданы:

– Мыныһы – боламыҡ булғаның өсөн! Мыныһы – ҡатыныңды буйҙатҡанға!.. Мыныһы – ир һыныңды юғалтҡанға!..

Шәфиҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Ҡамсы тейгән һайын, борғалана-борғалана, яман аҡырҙы. Шунан күберсеп-күберсеп сыҡҡан тәнен ыуа-ыуа, бер мөйөшкә барып һырыҡты.

– А-а-а-ай, ҡарауыл!.. Ҡарауыл!.. Үлтерә, үлтерә бит мине-е!.. Ҡотҡарығы-ы-ыҙ!..

Шәфиҡтың өлкән ҡатыны, сыр-сыу ҡубарып, ҡамсыға килеп йәбешкәс кенә ҡотороноуынан тыйылды атайым.

– Бисәләр тиклем дә түҙемлегең юҡ икән. Ирме ни һин! Шуға күрә буйҙатҡанһың Рәхимәне! Тфу, кәпәс кейеп йөрөүең харам, – тип ҡысҡырҙы ла, мине етәкләп, тышҡа сыҡты.

Өйҙә лә уның ярһыуы кәмемәне. Рәхимә апайҙың туп-тура Шәйәхмәт эргәһенә барыуын һәм уның менән бергә йәшәй башлауын ишеткәс, ул үҙен-үҙе өҙгөләрҙәй хәлгә етте.

– Ни булды был донъяға? Бисәләр ирҙәрҙе һанға һуҡмай, балалар ата-әсәне тыңламай, ҡыҙҙар кейәүҙәрен һушһынмай... Никахлы хәләл абышҡаһын ҡалдырып китеп, икенсегә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ иргә сығыуы хурлыҡ түгелме инде ата кешегә?! Йорт-ҡаралтыһы теүәл, кәртәһе эсе тулы мал, төҫкә-башҡа ҡупшы ир тапҡан булһа, тағы бер хәл! Шәйәхмәттең нимәһенә ҡыҙыҡты икән Рәхимә? Нисәмә йылдар буйы әрмелә хеҙмәт итеп, ҡоро бер шинель менән ҡайтҡан зимагур менән мәңге мандымаҫын аңламай микән? Әх, аҡылһыҙ, ҡалай алйотланды был Рәхимә! Ҡарт кейәү ҡуйынында ҡалас бар, йәш кейәү ҡулында ҡамсы бар, тип тигенгә генә әйтмәгән боронғолар.

Ир бала, исмаһам, теләһә ҡалай йөрөһә лә, арты ла, алды ла һаҫымай, тигәндәр. Ҡыҙ бала юлдан яҙһа, бәләнең бәләһе! Уның яҡты донъяла тыуғандан тыумағаны мең артыҡ! Рәхимә мине күп оятҡа ҡалдырҙы. Һуғыштан аҙаҡҡы йот йылдарында ла зар илатты. Ауыр саҡтарымда, әҙ-мәҙ мандымаммы тип, уны күрше ауылда йәшәгән бай малайына кейәүгә биргәйнем. Уны ла һушһынманы. Мозафар Шахниязов әтрәтендә бандиттарға ҡаршы һуғышып йөрөгән бер егеткә эйәреп китте лә барҙы. Мин алған ҡалымды ҡоҙаларға ҡанлы күҙ йәш менән кире ҡайтарып бирҙем. Ата ризалығы бумағас, барыбер йәлсемәне ул иренән... Бандиттарҙың береһе гармунсы ирен үлтергәс, ауылға ҡайтып килде. Йүнле донъя көтһөн тип, Шәфиҡҡа кейәүгә биргәйнем, йәнә икенсе иргә ҡасып китте. Рәхимә мыныһы менән дә йәлсемәйәсәк!..

Үҙ алдына оҙаҡ һөйләнеүҙән ялҡҡас, сыуал мөрйәһен уратып бәйләнгән тимер сыбыҡҡа ҡыҫтырылып киптерелгән тула силғауын аяғына урап, сабатаһын кейгәс, атайым, ауыр һулап, биләүҙәге сабыйын ҡуш ҡуллап ҡосаҡлаған әсәйемә сәнскеле күҙ ҡарашын һирпте.

– Үсәйһеңме?.. Һинең шикелле, Рәхимәнең дә киҫекһеҙ, мине тыңламауына ҡыуан!

Ни тураһындалыр уйланып ултырған әсәйем өндәшмәне. Сыйылдаған сабыйын тынысландырғас ҡына, эскә батҡан тоноҡ, түм-түңәрәк өлкән күҙҙәре менән бер яҡ ситкә ҡарап, иламһыраған ҡайғылы тауышын беренсе тапҡыр сығарҙы:

– Кешеләрҙә ни ҡыҫылышым бар минең? Үҙ ҡайғым да башымдан ашҡан! Бәпесемдең ҡаты ауырыуы борсолдора мине... Тәне уттай өтөлөп бара. Үпкәһенә һыуыҡ тейгәндер, ахырыһы. Үлһә-нитһә, ҡалайтырмын? Хоҙайым, үҙенң ярлыҡа... 

Сабыйҙың ауырыуы атайымды борсолдорманы.

– Юҡ өсөн шыңшыма, төҙәлер, – тине ул асыуланып. – Бала ауырымай торамы ни? Тәҡдире етмәһә, йәшәйәсәк. Һәммәһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡулында. – Талҡыла талҡынғандан һуң, килелә төйөп йомшартҡан бер ҡосаҡ киндерҙе күтәреп тыштан ингән Сәхибә апайҙы күргәс, күҙҙәрен таһырайтып, һүҙ йүнәлешен үҙгәртте: – Ҡыҙым, һине көтөп ултырам. Бында әрәм тамаҡ булып ултырғансы, әйҙә, йыйнал, китәбеҙ!

– Ҡайҙа? – тип һораны теге, бер ни аңламайынса.

– Күмер яндырыу мейестәре өсөн әрҙәнә әҙерләргә китәбеҙ.

– Оҙаҡҡамы?

– Ике аҙнаға.

– Ауырыу бәпесе менән ауырыу әсәйемде кем ҡарар?

– Уларҙа ни ҡыҫылышың бар? Ҡушҡанды эшлә, – тип екеренде атайым.

Сәхибә апай, ҡаршылашырға баҙнатсылығы етмәйенсә, ҡыштыр-мыштыр юлға йыйнала башланы.

Үҙенә ярҙамлашырҙай ҡыҙын алыҫҡа ебәрергә теләмәһә лә, әсәйем өндәшмәне.

Мөйөштә ултырған Мөхәммәт менән Әминә эргәһенә һырығып, өйҙәге һәр күренеште күҙәттем. Атайымдың ҡыланышы миңә оҡшаманы. Әсәйемде үсекләр, теңкәһен юрамал ҡоротор өсөн аҙапланғандай күренде. Ул, тоҡҡа тыҡсып тултырылған аҙыҡты, ваҡ-төйәк нәмәләрҙе кире туҙҙырып ташлар ҙа, сирхау бәпесен ҡосаҡлап, мөйөштә бойоҡ ҡына ултырған әсәйемә йыртҡыстай ажарланып ташланыр һымаҡ тойолдо миңә. 

Беҙҙең бәхеттән, был көндө атайым тауыш ҡубарманы. Ауыр тоғон, ваҡ-төйәк әйберҙәрен, балтаһы менән ике һаплы бысҡыһын санаға урынлаштырғас, ҡола бейәне Сәхибә апайға егергә ҡушты ла:

– Оҙаҡ бызмырҙамайыҡ. Беҙгә күптәнән ҡуҙғалып китергә ваҡыт, – тип иҫкәртте.

Ат егелгәс, апайым ҡыйыуһыҙланып ҡына һораны:

– Әсәйемә берәй көйәнтә һыу алып киләйемме?

– Һыуға үҙе барыр. Яңғыҙы ҡалып бер аҙ интекһә, бәлки, ҡәҙерҙе белерҙәй булыр.

Сәхибә апай ҡаршылашырға булғайны, ығыша-мығыша тышҡа сыҡҡан әсәйем, шау-шыу сығыуҙан ҡурҡып, уны бүлдерҙе:

– Минең өсөн борсолма, ҡыҙым. Иҫән-һау кешегә берәй әмәле табылыр. Өлкән улым менән бергәләп һыуға барып килербеҙ. Барығыҙ, барығыҙ инде!

Атайым менән Сәхибә апай урманға киткәс, мәйет алып сыҡҡан саҡтағы һымаҡ, өй эсе тып-тын булып ҡалды.

Урынына барып ятҡас, әсәйем ҡуҙғалманы. Ниндәйҙер күңелһеҙ уйҙарға күмелеп, оҙаҡ ятыуынан ялҡҡас, терһәктәренә таянып, башын ҡалҡытты. Өсөбөҙҙө лә үҙенә саҡырып, һәр ҡайһыбыҙҙы берәм-берәм һөйгәс, оҙаҡ иланы. Уның ҡайнар күҙ йәштәре ялтлас башыма тып-тып тамды.

Бер аҙ тынысланғас, еүеш күҙҙәрен еңе осона ышҡып һөртә-һөртә, әсәйем йән әрнеткес тауыш менән яй ғына йырлап ебәрҙе. Бик боронғо оҙон йырҙың һүҙҙәрен отоп алмаһам да, ҡайғы-һағышҡа һуғарылған зауыҡлы көйҙө ҡолағым төбөндә яңғырағандай тойоп, әле булһа ла эсем боша, йөрәгем әрней, һыҡранам, һыҙланам...

Күҙ йәштәрен ағыҙып әсәйем йырлаған ваҡытта барлыҡ донъя дөм-ҡараңғыға сумып, ниндәйҙер төпһөҙ упҡынға батып барғандай хис иттем. Ул барлыҡ күңелен биреп, ихлас йырланы. Уның йыры һыҡрана, кемделер үҙенә ярҙамға саҡыра, һөрән һала, мәңгелеккә ҡабатланмаясаҡ алыҫ үткәндәре зарыҡҡандай яңғыраны.

Туҡталмай йырлай торғас, күңелендә күп йылдарҙан бирле эркелгән ауыр тойғоларҙан бушанып, бөтөнләй тынысланғандай тойҙо үҙен әсәйем. Ул, байтаҡ ваҡыт шымып ултырғандан һуң, ауыр тын алып, сәңгелдәктә ятҡан сабыйына сепрәктән яһалған имеҙлекте ҡаптырҙы ла ыңғыраша-ыңғыраша, кәүҙәһен көс-хәлгә ҡыймылдатып, урындыҡ ситенә шыуышты. Ахылдай-ухолдай кейенгәс, көйәнтәһе менән силәктәрен алып һыуға китте.

Әсәйем оҙаҡ йөрөнө. Бүҫкә генә һыулы силәктәрен ике яҡ осона элгән көйәнтәһен яурынына һалып, ҡыйынлыҡ менән өйгә ҡайтып ингәс, әлһерәп, иҙәнгә сүкәйҙе лә, туҡталмайынса йүткерә-йүткерә, йыш-йыш ауыр һуланы. Бер аҙ хәл йыйғас, көлдөксә ситенә тотоноп, урынынан ҡалҡынды. Аяҡтарына баҫа алмағас, тоноҡланған күҙҙәрен мөлдөрәтеп миңә текләнде.

– Улым, мулла өйөн беләһеңме? Белһәң, өҫтөңә кейен дә, Маҙғар мулланың әсәһе Ҡәмәр әбейгә бар. Бәпесебеҙ сирхауланған, тиң. Йыбанмаһа, йәһәт кенә килеп, сабыйҙы өшкөрһөн.

Әсәйемдең йомошон тиҙерәк йомошларға ашыҡтым. Индек ҡапҡабыҙ араһынан сыҡтым да урам буйлап йүгерҙем. Юл ситендә бер төркөм малайҙар менән шау-шыу ҡубарып уйнаған Хәжғәли исемле бай малайы, мине күргәс, кәртә эсенән лауылдап өрөп сыҡҡан сәүек этте һөсләне.

– Һө-ө-өс, Кетмер, һөс!

Хужаһы ниәтен аңлаған сәүек эт, сәүкелдәп өрә-өрә, минән саҡ ҡына ла ҡалмайынса, бер нисә тапҡыр бәкәлемдән яҙа-йоҙа эләктереп алды.

Минең аҡырып илауыма һәм этенең ҡыланышына ҡыуанған малай, һаһылдап көлә-көлә, ҡаршыма йүгереп сыҡты.

– Әй һин, ялсы улы, ҡайҙа шулай йүгерәһең?

– Ҡәмәр инәйгә-ә-ә, – тинем, ҡысҡырып илай-илай.

– Ҡәмәр инәйгә лә йомошоғоҙ төштөмө, эттән тыуған йолҡоштар, – тип ҡупырайҙы Хәжғәли. – Һинең кеүек байғоштарҙың ата-әсәләре мулла хәҙрәт менән беҙҙе күрә алмайҙар ине! Хәҙер, йомошоғоҙ төшкәс, ҡәһәрләнгән мулланың әсәһе лә кәрәк булдымы?

Яуап ҡайтармайынса, ҡасып китергә булғайным, теге юлымды быуҙы.

– Туҡтале, ҡабаланма! Беҙҙең мал аҙбарындағы тиҙәкте таҙартырға ниңә килмәне атайың?

– Белмәйе-е-ем...

– Атайың өйҙәме, ыштаны бауы сөйҙәме? – тип һораны Хәжғәли, хихылдап көлә-көлә.

– Өйҙә юҡ, – тинем.

– Ҡайҙа?

– Белмәйем.

– Нимә беләһең һуң һин, аламағолош – ни йомош?

Беҙ һөйләшкәнде тыңлап тороусы үҫмерҙәрҙең береһе атайымдың өйҙә юҡ икәнлеген, күмер яндырыу мейестәре өсөн урманға әрҙәнә ҡырҡырға китеүе тураһында әйткәс, уның өсөн үс ҡайтарырға тырышып, күрше малайы ҡоторондо.

– Атайың беҙҙең хеҙмәтсе икәнлеген оноттомо ни? Ашарға кәрәк булһа, теләнселәп беҙгә килә, үҙе сәүит мейесенә әрҙәнә ҡырҡамы? Уның өсөн мин таҙартырға тейешме ни аҙбар тулы тиҙәкте?! – тип ажарланып, ул миңә йоҙроҡлап һуҡты-һуҡты ла, таҙ малайҙың бүркен сисеп, уның башындағы ҡутырҙарҙы аҡтарып, бәке менән тап-таҡыр ҡырылған ялтлас түбәмде тырнарға тотондо. Әле таҙ малайҙы, әле минең башымды бер нисә тапҡыр алмаш-тилмәш тырнап та үсен ҡандыра алмағас, мине ҡарға йығып типкеләне-типкеләне лә малайҙар ҡулындағы һыҙма мылтыҡты алды.

– Хәҙер атып үлтерәм, – тип, мылтығы көбәген ҡолағыма терәне лә яһауһыҙ көйө пистон ҡуйылған мылтыҡ сирткесен ысҡындырҙы. Көбәктән зыңҡыған тауышҡа ҡолағым тоноп, мин ергә йығылдым.

Хәжғәлиҙең аҡылһыҙ ҡыланышынан мәрәкә табып, малайҙар ҡысҡырып көлөштө.

– Дөмбәҫтерҙең бит!

– Ҡара-ҡара, үлеләй ағарынды!..

Ниндәйҙер кешеләр яҡынлаша башлағас, малайҙар, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, ситкә йүгерҙе.

Оло ғына йәштәге апай мине өйөбөҙгә саҡлы оҙатып ҡуйҙы.

Ҡәмәр әбей йәшәгән өйгә барып етмәй, туҡмалып ҡайтыуымды күргәс, әсәйемдең ҡобараһы осто. Кулактарҙы ауылда былай ҙа өнәп еткермәйҙәр, ә бында шундәй хәл.

– Сәүит заманында ярлылар хужа, имеш, тиһәләр ҙә, һаман да байҙар шаша. Яхиндың малайына ни ҡалған тағы? Атайыңды нисәмә йылдар буйы буштан-бушҡа эшләтеүҙәре етмәгән, хәҙер баламдан үс алалар! Кулак малайы ҡыланышын былай ҡалдырыу килешмәҫ. Әсәһенә барып әйтеп, уны әҙерәк аҡылға ултыртырға кәрәк, – тип, әсәйем урындыҡтан торҙо.

Уға бик тә ҡыйын ине. Ҡыйын булһа ла, мине етәкләп, урамға сыҡты. Яхин йәшәгән өй тәңгәленә ҡабат уйнарға сыҡҡан малайҙар ҡасып китеп бөткәс тә, Хәжғәлиҙең әсәһе күренде. Ул, ниңә килеүебеҙҙе белгәс, малайын яҡлашып, әсәйемде яманларға кереште:

– Иреңдән әҙ эләгә һиңә! Тартай теленән таба, тигәндәй, һәммәһенә үҙең ғәйепле икән! Минең балам тураһында сәүиттә ошаҡлашһаң, ҡабырғаңа ете ҡат ҡабыҡ бәйлә, иреңдән туҡматасаҡмын!

Күрше ҡатынына ҡаршы ни әйтергә лә белмәне әсәйем. Нахаҡ йәберләнеүенә рәнйеп ҡайтҡас, мине яҡлаша алмауы өсөн ғәфү үтенгәндәй, оҙаҡ ғазапланды.

– Был фани донъяла ғәҙеллек табыуы ҡыйын, улым. Сәүит власы тиһәләр ҙә, ярлы-ябағаға һаман да элгәрге байҙар хужа. Бай балаһы – бай, ярлы балаһы, нисек кенә тырышмаһын, барыбер ярлы була, ғүмере буйы мандымай. Боронғоларҙың «әҙәм бәндәһе тыуғанда маңлайына ни яҙылһа, шуны донъялыҡта күрмәй ҡалмай» тигәне дөрөҫтөр, ахырыһы. Хәҙер барлыҡ өмөтөм бер һиндә генә, улым. Йәһәтерәк үҫһәң, минең таянысым, терәгем, ярҙамсым булырһың...

Ҡышҡы ҡыҫҡа көн бик тиҙ үтте.

Ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ышаныр кешеһе ҡалмағас, барлыҡ өй эшен әсәйем үҙе башҡарҙы.

Сыуалға яғылған утын янып бөтөп, өй эсе ҡараңғыланғас, әсәйем һуҡыр шәмде тоҡандырҙы. Кәрәсине наҡыҫланған шәм йүнле янманы. Уның яҡтыһы тиҙ тоноҡланды. Сытыр-мытыр осҡондарын сәсеп, былҡ-былҡ елпенде лә ҡапыл һүнде.

Аҙым һайын «бисмилла»ны ҡабатлап, Алланы иҫенә төшөргән әсәйем, энә менән шәм фитилен таҙартты. Шәмде ҡабаттан тоҡандырған сағында, хәлһеҙ бармаҡтарын ипкендерә алмайынса, төшөрөп ебәрҙе. Аҡтыҡ кәрәсин түгелеп, урындыҡҡа йәйелде.

– Бындай хәл бер ҙә тикмәгә түгел, бәлә яҡынлаша, – тине әсәйем, ҡурҡып.

Уның юрауы, ысынлап та, дөрөҫләнде. Төн уртаһында әсәйемдең быуылып-быуылып илауына уянғас, бәпәйҙең үлеүе тураһында белдем.

Автор:
Читайте нас