

V
Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ныҡ ышанған Исмаҡай халҡы шайтандан, ен һуғылып ауырыуҙан, дин әһелдәре ҡарғышынан һәм ҡәһәр һуғылыуынан йөрәге алынып ҡурҡты. Шулай ҙа мәсеттән яһалған клубҡа кешеләр йөрөй башланы. Ундай хәбәрҙе беренсе тапҡыр ишеткәс, әсәйем ихлас аптыраны.
– Әғүзү билләһи минәш шайтани ражим! Ахырзамана яҡынлашһа, әҙәм балаһының аҙғынланыуы, шайтандар менән кешеләрҙең бергә аралашып йәшәүҙәре ысын микән әллә?
– Клупҡа мин дә барғайным, әсәй. Шайтан-маҙар унда күренмәне, һәммәһе лә үҙебеҙҙең ауыл йәштәре йыйналғайны, – тине Сәхибә апай.
– Бушты һөйләмә, ҡыҙым, – тип әсәйем һаман үҙ хәбәрен ныҡыны: – Һиңә генә шулай тойола торғандыр. Улар, бәлки, Ҡәмәр инәй әйтмешләй, кеше сүрәтенә ингән шайтандарҙыр?
– Түгел, әсәй, түгел! Барыһы ла мин белгән йәштәр унда, – тип ҡабатланы Сәхибә апай, ялҡынланып. – Кисә кис, күмәкләп йыйылышып, беҙҙең урам ҡыҙҙары клуптағы эспитәкелде ҡарарға барғандар икән. Әй, ҡыҙыҡ, мәрәкә, ти! Ҡурайсы Иҡсан бауайҙың өлкән улы Мортаза ағай, бисәләр кейемен кейенеп, башына яулыҡ ябынған да мулланың йәш кәләше булып ҡыланған, имсәген өшкөрткән булған, ти. Кешеләр һындары ҡатып көлөшкәндәр! Бөгөн дә ҡыҙыҡлы уйын ҡуялар, ти, клупта. Мин дә барып күрәйемме, әсәй?
– Юҡ, юҡ, гонаһ шомланып, ике аяғыңдың берен баҫаһы булма ул ергә! Аллам һаҡтаһын, – тип төкөрөнә-төкөрөнә, әсәйем ҡоштабаҡта ҡамыр иҙә башланы. – Мынан кире бер ҡайҙа ла йөрөтмәйем һине. Ирҙәр араһында йөрөп исемең сыҡһа, үҙеңде берәү ҙә һоратмаясаҡ бисәлеккә. Тигеҙ хоҡуҡ тигәс тә, күрәһең бит тормошто. Ҡыҙ бала яманаты анһыҙ ҙа бик йәһәт тарала...
– Бүтән ҡыҙҙар йөрөйҙәр ҙә баһа клупҡа! Уларҙан минең ҡайһы ерем кәм, әсәй? Бик ышанмаһаң, исемем сығыуҙан шикләнһәң, өлкән ҡустымды эйәртеп барайым, – тип Сәхибә апай үҙе менән бергә мине клубҡа ебәреүҙе һораны.
– Әллә тағы?.. – Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, әсәйем теләр-теләмәҫ ризалашты. – Ярар, бик тә теләгәс, әләйһә, барып кил. Унда барғаныңды балаларҙың атаһы белмәһен. Бер-бер һораша-нитә башлаһа, күршеләрҙә ултырҙыҡ, тиерһең.
– Ул бөгөн зауыттан әллә ҡайта, әллә юҡ. Мин өйҙә юҡ саҡта ҡайтһа, берәй һылтауын табырмын, – тип Сәхибә апай клубҡа китергә әҙерләнә башланы.
Ҡараңғы төшкәс тә, етәкләшеп беҙ урам буйлап атланыҡ. Клуб алды, уға ярыш яңыраҡ ҡына һалдырылған ауыл мәктәбе тирәһе йәштәр менән шығырым тулы.
– Оҙаҡ бызмырҙап һуңлағанбыҙ, ахырыһы. Йә, һыҙылып-мыҙылып килмә, шәберәк атла, – тип ҡабаландырҙы апайым мине.
Клуб эсендә лә, тыштағы шикелле, йәштәр бик күп ине.
Сәхибә апай мине аулаҡ мөйөштәге оҙон эскәмйәгә алып барып ултыртты. Үҙенең дебет шәле менән мине ябындырғас, тороп йөрөмәҫкә ҡушып ҡат-ҡат әйтте лә иҙән уртаһында бейегән бер төркөм йәштәр араһында юғалды.
Таҡмаҡ сығарып, берен-бере бейеткән йәштәр сыр-сыу килә. Уларҙың аяҡ аҫтынан урғылған ҡуйы саң өйөмө тын алырға ҡамасаулай, тамаҡҡа ултыра. Ҡулға-ҡул тотошоп иҙән уртаһында бер туҡтауһыҙ өйрөлгән күмәк кешеләр араһында апайым да күренә. Уны күҙәтеп, төрлө тауыштарға ойоп ултыра торғас, арҡам менән стенаға терәлдем һәм нисек йоҡлап китеүемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Сәхибә апайҙың йылы ҡулы битемә ҡағылыуына уянғас, һуғышыусыларҙы күреп ҡурҡтым. Һуғышҡан кешеләр, йоҡо аралаш, мәсет баҙы аҫтынан сыҡҡан пәрейҙәр менән албаҫтылар һымаҡ күренде миңә.
– Беҙҙе клупта уйнатмаҫҡа тырышҡандары өсөн дөмбәҫтәйҙәр. Бик шәп итәләр, бүтәнсә бында тығылмаҫтай булырҙар, – тип һөйләнә-һөйләнә, апайым мине тышҡа алып сыҡты.
Клуб мөйөшөндә беҙҙе урта буйлы егет ҡыуып етте. Ул, тыш та мыш һулап, Сәхибә апайҙы ҡосаҡлап үпте лә бышылдап һораны:
– Ҡайтма, ҡайҙа ҡабаланаһың, бәғрем? Әҙерәк бергә булайыҡ. Берәй аулаҡ ерҙә танһығыбыҙ ҡанғансы һөйләшәйек, исмаһам!
– Төн уртаһы ауышҡан бит инде. Анһыҙ ҙа оҙаҡланым. Әсәйем һуҡраныр, – тине апайым.
– Йәнә ҡасан осрашырбыҙ?
– Белмәйем шул, Әһел...
– Иртәгә килерһеңме?
– Әсәйем ебәрһә, килермен.
– Ебәрмәһә, ҡасып булһа ла кил! Мин һине бик яратам, өҙөлөп һөйәм! Иҙелбашындағы өс айлыҡ курсты бөтөрөп ҡайтҡас та һине һоратып яусы ебәрәм.
– Әсәйем менән ағайым ризалыҡ бирмәһәләр, ҡалайтырбыҙ? – тип һораны Сәхибә апай, тауышын ҡалтырандырып.
– Улар ризалыҡ бирмәһәләр ҙә, ҡауышырбыҙ. Элгәрге заман түгел бит хәҙер. – Егет мине апайымдан кәүҙәһе менән кәртәләне.
– Әһел, Әһелкәйем, – тип теге ниҙер шыбырҙаны.
Минең турала бөтөнләй онотоп, улар үҙ-ара оҙаҡ сөкөрҙәште. Бик өшөй башлағас, апайымдың күлдәге итәгенән тарттым. Ул миңә иғтибар итмәне, егете менән ҡосаҡлашып, тыш та пыш һөйләшеүен белде.
Клубтан ҡыуылып сыҡҡан егеттәр яҡынлаша башлағас ҡына Әһел кире яҡҡа йүгерҙе. Беҙ иһә Иҡсан бабайҙарҙың кәртәһе эсенә инеп йәшерендек тә егеттәр үтеп киткәс, ҡурҡа-боҫа ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.
Таң яҡынлаша. Төн һалҡын. Ауыл әтәстәре үҙ-ара ҡысҡырышып туҡталыуға кәзә-һарыҡтарҙың баҡырышыуы, арғы остағы эттәрҙең өрөүе ишетелде.
Сәхибә апай өйгә инерҙән алда, тирә-яғына һағайыулы ҡаранғылап, мине иҫкәртте:
– Әһел менән ҡосаҡлашыуымды әсәйгә әйтмә.
Уларҙың ҡосаҡлашып үбешеүен иғтибарға ла алмағайным. Уның ошо һүҙенән һуң ғына, үбешеү әсәйем өсөн сер булып ҡалырға тейешлеген аңлап аптыраным.
– Әсәй төбәшкәндә лә әйтмәйемме?
– Әйтмә.
– Ниңә?
– Миңә оят була.
– Ниңә оят була?
– Теге яуап ҡайтарманы.
Йоҡларға ятҡас та апайымдың мәҙәк ҡыланышы, ҡосаҡлашыуын ни өсөн әсәйгә әйтмәҫкә ҡушыуы миңә тынғылыҡ бирмәне.
Иртәнсаҡ, күмәкләшеп сәй эсергә ултырғас, әсәйем клубтағы уйын тураһында һорашты. Сәхибә апай минең яҡҡа һағайыулы ҡараш ташланы ла күргән-белгәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләргә тотондо.
– Ул шымғас, әсәйем миңә ҡараны.
– Ә һин, улым, унда нимә эштәнең?
– Ҡарап ултырҙым.
– Иланыңмы?
– Иламаным.
– Үәт, маладис, өлкән булып үҫкәс, иламаҫһың шул, – тип маҡтап, Хәжғәли таҙ малайының таҙын башыма һөрткәндән һуң ҡалған ҡутырҙың өҫтөнә ниндәйҙер май һөртөп, ҡабырғамдан һөйҙө. – Апайың бейенеме?
– Бейене, – тинем дә, Сәхибә апайҙың иҫкәртеүен иҫемә төшөргәс, артыҡ һүҙ ысҡындырыуҙан ҡурҡып, ауыҙымды ҡуш услап ҡапланым. – Юҡ, бүтәнен әйтмәйем!
– Тағы нимәһен?
– Тышта апайым менән бер ағайҙың ҡосаҡлашыуын һораһаң да әйтмәйем!
Әсәйемдең йөҙөндә борсолоу билдәһе барлыҡҡа килде:
– И, Хоҙайым! Былай булғас, әҙәм мәсхәрәһенә ҡалабыҙ икән, – тип ыңһырҙап, ул ҡуш усы менән йөҙөн ҡапланы. – Үәт ләғнәт төшкөрө! Тағы ла ниндәй аҙғынлыҡ! Үбешеүегеҙҙе берәйһе күрһә, ояты ни?! Мәкегә төш тә үл!..
Сәхибә апай уны әүрәтә башланы:
– Әсәй, әсәкәйем, беҙҙең торғанды берәүһе лә күрмәне. Әһел булдыҡлы, һәйбәт егет! Ул мине кәләш итеп һоратам тип һүҙ бирҙе.
– Кәләш итә, имеш! Ул зимагурға ышан! Бөтә ирҙәр ҙә шулай алдаша... Әҙәм көлкөһөнә ҡалдыралар ҙа аҙаҡтан баш тарталар!.. Ундай аҙғын клупҡа бүтәнсә бармайһың, ике аяғыңдың береһен дә атламайһың! Былайтып егеттәр менән ыҡшандарҙай булғас, исемең сыҡмаҫтан элгәре Хәлиткә кейәүгә бирәм!
– Хәлитте йәнем тартмай, – теге үкһеп-үкһеп иларға тотондо. – Әһелдән башҡа кеше кәрәкмәй миңә! Хәлиткә көсләп бирһәгеҙ, аҫылынып үләм йәки сит яҡҡа ҡасып китәм!..
Һаҡһыҙ һүҙ ысҡындырып, Сәхибә апайҙы ниндәй оло ҡайғыға ҡалдырыуымды мин аҙаҡтан ғына аңланым.
Әсәйем, йөрәге әрнеп, уны әүрәтте, ниндәйҙер һүҙҙәр әйтеп өгөтләне, иркәләне, ләкин Хәлиткә кейәүгә биреү тураһында фекерен үҙгәртмәне.
Атайым Әүжән баҙарынан ҡайтҡас, Сәхибә апайҙы Хәлиткә кейәүгә бирергә килештеләр. Уларға никах уҡытҡас, туй уҙғарып аҙапланманылар. Бер самауыр сәйҙе күмәкләп ултырып эстеләр ҙә күҙ йәштәрен түгеп зар илаған апайымды кейәүе өйөнә оҙаттылар.