

VII
Нәғимовты ерләгәндең өсөнсө көнөндә атайымдың белеше Дмитрий ҡайҙалыр китеп барышлай беҙгә фатирға төштө. Уның ниндәй маҡсат менән йөрөүен әле булһа ла төшөнә алманым. Ҡунағын оҙатҡас, атайымдың: «Рәсәй батшаһын дөмөктөргән бәлшәүник белешем ана шул инде! Хәҙер бик тә оло урында ултырыуына ҡарамаҫтан, мине онотмаған. Үҙенә тиң күреп, көнө буйы минең менән һөйләшеп ултырҙы, кәңәшләште, ауыл кешеләренең тормошо тураһында һорашты», – тип ғорурлыҡ менән һөйләне.
Атайымдың Дмитрий исемле белеше менән маҡтаныу сәбәбенә әсәйем төшөнмәне. Ҡунағы һорауы буйынса сусҡа ите бешерелгән сөгөн көршәгебеҙҙе көл һелтеһе менән ышҡып йыуа-йыуа, сирҡанышынан йөҙөн сирылтып, өҙлөкһөҙ уҡшыны.
– И, Хоҙайым, сусҡа ла булдымы мал?! Сусҡа итен бешереп биреп гонаһ шомло ғына булдым бит! Уның еҫенә сыҙамай, фәрештәләр ҡасып киткәндәрҙер инде өйөбөҙҙән. Һауыт-һаба ла бысранды. Уларҙы нисек таҙартырға инде?
– Митрий белеш көн дә килеп йонсотмай. Ҡыйынһынһаң да, сыҙа, юҡ өсөн һуҡранма, – тине атайым, асыуланып. – Улайтып зарланғансы, көршәгеңде берәй сүплеккә апарып бырағыт!
– Көршәгемде сүплеккә бырағытһам, өйрәне нимәлә бешерермен аҙаҡ?
– Берәй әмәлен табырһың әле.
Үҙ алдына ниҙер һөйләнә-һөйләнә, сөгөн көршәген көл һелтеһе менән ышҡыуын белде әсәйем. Гонаһлы булыуынан ҡурҡып, шунда ла тыныслана алмағас, көршәген тышҡа сығарып ҡуйҙы.
Үҙ ғүмеремдә белмәгән, бер тапҡыр ҙа күрмәгән сусҡа донъяла иң хәшәрәт, иң әшәке, әкиәттәрҙәге аждаһалар менән дейеү пәрейҙәре кеүек ҡот осҡос ҙур һәм оло мәхлүк һымаҡ булып тойолдо миңә. Сусҡаның уҫал һәм көслө булыуы хаҡында, ул хатта үҙ балаларын бүреләрҙән һаҡлап алып ҡала, имеш, тигән хәбәрҙе атайымдан күп тапҡырҙар ишеткәнлектән, ундай мәхлүккә ҡарата кире мөнәсәбәтем икеләтә артты.
Ошо хайуан тураһында бар белгәндәремде, уның итен ашаған кеше иманынан яҙыуы, мәңге ожмахҡа инмәй, тамуҡ утында яна икән тигән ҡурҡыныслы һүҙҙәрҙе үҙемдән ике-өс йәшкә генә оло Фәйзулла исемле малайға ла әйттем. Мин һөйләгәндәргә ул саҡ ҡына ла аптыраманы.
– Юҡ, сусҡа улай яман түгел, – тине Фәйзулла.
– Ҡайҙан беләһең? – тип һораным.
– Күргәнем бар.
– Алдашма! – Мин уға ышанманым.
– Ниңә алдашайым, ти? – Фәйзулланың хәтере ҡалды. – Күмер яндырған мейестәр араһында йөрөгәндәрен күрҙем.
– Улар һине баҫтырманымы?
– Юҡ.
– Уларға күренмәй ҡастыңмы?
– Күрендем.
– Теймәнеләрме?
– Мин яҡын барманым. Теләһәң, әйҙә, бергә барып күрәйек.
– Ҡурҡам.
– Улай шөрҙәмә сусҡаларҙан, – тип тынысландырҙы Фәйзулла. – Бер-бер яман хәл булһа, беҙҙе әрсәләрҙәй кеше бар унда.
– Кем?
– Хөпөтдин еҙнәм күмер яндырыу мейесендә эшләй. Сусҡалар беҙҙе баҫтыра башлаһа, уға ҡысҡырырбыҙ!
Бик ныҡ ҡурҡһам да, сусҡаларҙы үҙ күҙем менән күрергә теләүем өҫтөнлөк алды. Фәйзуллаға эйәреп, үҙебеҙҙең урам осона табан ыңғайланым. Тумарлы һаҙлыҡта кәкре-бөкрө, ергә ҡуша тапалып үҫкән зәғиф сауҡалар араһынан уҙғас, тау итәгендәге күмер яндырыу мейестәре төҫмөрләнде. Уларҙың оҙон ағас торбаларынан сыҡҡан ҡуйы төтөн күккә ағыла.
– Был мейестәрҙә яндырылған ағас күмеренең нимәгә кәрәк икәнлеген беләһеңме? – тип һораны Фәйзулла, аҙым һайын тиерлек туҡтала-туҡтала. – Иҙелбашындағы суйын ҡойоу зауыты тураһында ишеткәнең бармы? Был күмерҙәр ана шул зауыт өсөн әҙерләнә.
– Ул зауыт бынан алыҫмы?
– Бик алыҫ, ти әсәйем.
– Ә күмерҙәрҙе нисек апаралар шунда?
– Ялан ыстансаһына тиклем күрепкә тейәп апаралар. Унда еткәс, күрептәге ағас күмерҙәрҙе вагундарға ауҙаралар ҙа сөгөн юлы буйлап Иҙелбашындағы зауытҡа оҙаталар.
– Ҡайҙан беләһең?
– Хөпөтдин еҙнәм һөйләне. Ул Ялан ыстансаһында күп мәртәбә булған. Ике рәт Иҙелбашына лы барып ҡайтҡан.
– Аҙашмағанмы унда?
– Аҙашмаған. Хөпөтдин еҙнәм аҙаша торғандарҙан түгел, – тип маҡтанды Фәйзулла.
Ул тағы ла әллә нимәләр тураһында бик күп һөйләне. Ләкин мин, сусҡалар тураһында уйлап, Фәйзулланы артабан тыңламаным.
Мейестәрҙең юғарғы яғында тау-тау булып өйөлөп ятҡан ағас күмерҙәрен күргәс, Фәйзулла туҡталды.
– Уларҙы ошо тирәлә осратҡайным.
Беҙ аҙым һайын тиерлек төрлө яҡҡа ҡарана-ҡарана, һағайып ҡына алға атланыҡ. Ҡайын әрҙәнәләр өйөмөнә еткәс, Фәйзулла шып туҡталды һәм ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ана!
– Нимә?
– Сусҡалар!..
– Ҡа-ҡайҙа? – Ҡотом алынып, мин тирә-яғыма ҡарандым, тубыҡтар ҡалтыранды.
– Ул яҡта түгел. Был яҡта, әрҙәнәләр өйөмө аръяғындағы асыҡ урынға ҡара, – тип Фәйзулла күлдәгемдән тартты.
Хорхолдаша-хорхолдаша, йәмһеҙ томшоҡтары менән йәшел сиҙәмде аҡтарып, тыныс ҡына йөрөгән бәп-бәләкәс мәхлүктәрҙе күргәс, аптырап ҡалдым.
– Беҙҙең Аҡтырнаҡтан да бәләкәйҙәр ҙә улар!
– Былары бала сусҡалар. Ололары ана тегендә, уларҙан арыраҡ.
– Улары ла өлкән түгел бит.
– Уларҙан да өлкәнерәк сусҡалар булмай, – тине Фәйзулла.
– Шулай булһалар ҙа ташланалармы кешегә?
– Балаларына тейһәң, ташланалар. Әйҙә, яҡыныраҡ барып ҡарайыҡ.
Мин, ҡурҡыуымдан йөрәгем алынып, баҫҡан урынымда тапандым. Фәйзулла, киреһенсә, үҙенең батырлығын күрһәтергә тырышып, ашыҡмай ғына алға табан ыңғайланы. Өлкән сусҡалар ҙа уға ташланманы. Улар, беҙгә иғтибар итмәйенсә, йәм-йәшел кәҫте томшоҡтары менән аҡтара-аҡтара, бер тирәлә аҙапланды. Ләкин мин, атайым менән әсәйем сусҡалар тураһында яман фекерҙә булыуҙарын иҫләп, һаҡлығымды юғалтманым.
– Был сусҡалар йыуаш. Ҡурҡма, яҡынараҡ кил. Улар эргәһенән уҙабыҙ ҙа, тегендә эшләгән Хөпөтдин еҙнәмә етеп ҡайтырбыҙ, – тип Фәйзулла мине үҙе торған ергә саҡырҙы.
Байтаҡ ваҡыт икеләнеп торғас, сусҡаларҙан күҙҙәремде алмайынса, Фәйзуллаға яҡынлаштым. Ҡорһағы батҡаҡҡа буялған оло инә сусҡа, хорх-хорх итеп, нимәнелер сәйнәүҙән туҡталмайынса, күҙҙәрен миңә бәзрәйтте. Ул яман, бик яман һымаҡ булып күренде миңә. Тәүәккәлләнеп, тағы ла бер нисә аҙым алға атлағайным, оло сусҡа ауыҙын шапылдатып сәйнәүенән тыйылды. Бәләкәй күҙҙәрен ялтлатып, йәлпәк томшоғон тағы ла йәлпәкләндереп хорхолдай-хорхолдай, мине күҙәтте.
Был мәхлүк мине ашарға уйлайҙыр, ахырыһы, тип, артым менән сигенә генә башлағайным, аяғым ағасҡа эләгеп, ергә йығылдым.
– А-а-ай!..
– Нимә булды? – Бер нисә һикереүҙә Фәйзулла минең эргәмә килеп етте.
– Сусҡа мине ашай! – тип ҡысҡырҙым.
– Ашамаҫ, – тине лә оло күҫәк менән ҡоралланған дуҫым сусҡаларҙы баҫтырып алып китте. Кире килгәс, сыйылған балтырымды хәстәрлек менән һыйпаны. – Ауырттымы?
Сусҡаларҙы баҫтырып ебәргән Фәйзулланың абруйы минең күҙ алдымда үҫте. Уның изгелеклеге, ярҙамлашырға әҙер тороуы, уға ҡарата ниндәйҙер ышаныс, йылы тойғо уятты. Шул хис бер-беребеҙгә яҡынайышыуға, ҡыйынлыҡтарға осрағанда бер-беребеҙгә ярҙамлашырға һәм артабан дуҫлашыу өсөн этәргес көскә әүерелде.
– Еҙнәм эшләгән ерҙе лә барып күрәйекме? – тип һораны Фәйзулла.
– Барайыҡ, – тип ризалаштым мин.
Күмер яндырыусы эшселәрҙең төшкө тамаҡтарын туйҙырған ваҡытҡа барғанбыҙ икән. Биттәре ҡараға буялған ирҙәр менән тамаҡ туйҙырып ултырған Хөпөтдин, беҙҙе күргәс, үҙе эргәһенә саҡырҙы:
– Әй, ҡәйнеш, кил бында!
Беҙ яҡынлашҡас, оло икмәк киҫәген умырып тешләп, һыңар ҡулындағы бер шешә һөттө һемерә-һемерә:
– Ниңә килдегеҙ? Әллә йомош менән ебәрҙеме апайың? – тип һораны.
– Күмер яндырған ерҙе ҡарарға килдек, – тип яуап ҡайтарҙы Фәйзулла.
– Ә быныһы кем малайы?
– Минең кем икәнлегемде Фәйзулла әйткәс, йәш эшселәр, бер-береһенә ҡарашып, көлөштө.
– Ә, ул ҡарттың малайы икән!
– Ҡарт булһа ла, бисәһен көнләшеп маташа, тиҙәр әле.
Уларҙы тыңлауы миңә ҡыйын һәм оят ине. Беҙҙән өс өй аша ғына йәшәгән Хөпөтдин дә атайымдың яманатын сығарыу буйынса башҡаларҙан ҡалышманы: булмаған, күрмәгән, ишетмәгән нәмәләрҙе лә үҙенән сығарып һөйләне-һөйләне лә ашағандан ҡалған икмәген Фәйзуллаға һондо:
– Мә, ҡәйнеш, һин дә тамаҡ ялғап ал!
– Икмәкте бүлешеп ашайыҡ, – тип Фәйзулла миңә һонғайны, уны еҙнәһе тыйҙы:
– Улай килешмәй, ҡәйнеш. Дуҫың тәүҙә бер ергә барып килһен, – тип миңә йомош ҡушты: – Эй, малай – арты ҡалай, ысталауайға барып, бутҡа ашарға ҡалаҡ алып кил!
– Кемдән әпкилергә? – тип һораным.
– Унда бер һары сәсле мәрйә эшләй. Шунан һора.
– Мин урыҫса белмәйем.
– Өйрәтермен, – тип, көлә-көлә, Хөпөтдин ҡалаҡтың исемен урыҫса нисек әйтергә икәнлеген аңлатты.
– Ул әйткән ике генә һүҙҙе мин отоп алырға тырыштым.
Хөпөтдин күрһәткән бер ҡатлы ағас өйгә ингәс, өҫтәлдәге тимер тәрилкәләрҙе йыйған аҡ халатлы йәп-йәш ҡатын минең яҡҡа боролоп ҡараны ла ниҙер әйтте.
Уның һүҙен аңламайынса, йомошомдо әйттем. Йәш ҡатын, күкһел күҙҙәрен сырт-сырт йомғолап, миңә уҡталды:
– Чего, чего?..
Ҡатындың бер ни төшөнмәүенә асыуым килеп, Хөпөтдин ағай өйрәткән һүҙҙе тағы ла бер нисә тапҡыр ҡабатлағайным, теге аптырап ҡалды. Шунан, ҡапыл ҡыҙарынып, елкәмдән умырып тотто ла, мин белмәгән әллә ниндәй һүҙҙәрҙе әйтеп әрләй-әрләй, асыҡ ишектән тышҡа алып сыҡҡас, осама типте.
Минең илай-илай килеүемде күргәс, Хөпөтдин ҡысҡырып һораны:
– Мәрйә бирмәйме?
– Бирмә-ә-әй!.. – тип яуап ҡайтарҙым.
Күмер яндырыусы ауылдаштарым барыһы бер ыңғай һаһылдашып көлөшә башланы. Олораҡ ағай асыуланды.
– Сабыйҙы шулай ҡыландырыу егетлекме? Оят һүҙ өйрәткәнсе, малайҙың киләсәге хаҡында хәстәрлек күрер инегеҙ!..
Уның яҡлашыуына күңелем тулыуҙан әсенеп иларға тотондом.
Йәп-йәш йөрәгемә ағайҙар мәңге уңалмаҫлыҡ яра һалыуҙарын Фәйзулла ла аңланы. Минең менән бүлешергә һаҡлаған икмәк киҫәген еҙнәһенә бирҙе лә:
– Һеҙ аламалар, – тип ҡысҡырҙы ла беләгемдән тотто: – Әйҙә, киттек!
Мине етәкләп бер аҙ барғас, Фәйзулла артҡа әйләнеп ҡараны ла ололарға йоҙроҡ күрһәтте.
– Мына һеҙгә!..