

(Әҫәрҙең журнал варианты. Ҡыҫҡартып алынды).
Хәсрәтле бала саҡ
Яныбай Хамматов
(Автобиографик повесть) 8
VIII
Ауыл халҡының яҙғы йортҡа күсенер мәле лә килеп етте. Йылдан-йылға ҡабатланған боронғо йоланан атайым менән әсәйем дә ситтә ҡалманы. Ҡышлауҙағы өйөбөҙ тәҙрәләрен тышҡы яҡтан урындыҡ таҡталары менән көпләгәс, оҙон билле арбаға егеүле ҡола бейәгә ярышлап һыртаҡ һыйырыбыҙҙы бәйләне, ваҡ-төйәк ҡаралтыларыбыҙҙы тейәне лә атай әсәйемде ҡабаландырҙы:
– Йә, йә, оҙаҡ аҙапланма! Балаларың менән арбаға менеп ултыр ҙа, көн эҫетмәҫ борон ҡуҙғалайыҡ!
– Арбаға ултырмай, арттан ҡара кәзәне ҡыуып барайым микән әллә? – тип һораны әсәйем, беҙҙе арбалағы әйберҙәр араһына урынлаштырғас.
– Йәйәү бара, тиме ни? Бәрәстәренең аяҡтарын бәйләп, арбаға һалһаҡ, ҡара кәзә үҙе беҙгә эйәреп барасаҡ, – тине атайым.
Ҡалған эште әсәйем бик йәһәт, етеҙ, ихлас һәм шатланып башҡарҙы. Атайым да күсенә торған был көндө алсаҡ, үтә иғтибарлы ине. Бүтән ваҡыттағы һымаҡ беҙгә тиктомалға екеренмәне. Уның күтәренке кәйефтә булыуы барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы. Беҙ, балалар, арбала ултырған көйө, ҡасан ҡуҙғалып китеребеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөп, һәр нәмәнән мәрәкә, уйын табып, ҡыуаныша-ҡыуаныша үҙ-ара көлөштөк.
Бына ҡуҙғалыр ваҡыт та етте. Ҡапҡанан сығып, эргәбеҙҙәге тыҡрыҡ аша тау һыртына табан күтәрелә башланыҡ. Ауыл осондағы ҡайынлыҡтар араһындағы туҙанлы оло юлға еткәс, күсенеүсе халыҡ ағымы күбәйҙе. Кешеләр ҡысҡырышып көлөшә-көлөшә үҙ-ара ығы-зығы ҡуптара. Уларға ҡушылып, һыйырҙар, быҙауҙар, кәзә-һарыҡтар баҡырыша, бәрәстәр тезелдәшә. Оҙон тояҡлы, көлтә ҡойроҡло ҡолон да, көндөң матурлығына, йәшел үләнгә, мул иркен ергә күсенеп барыуға ҡыуанғандай, өҙлөкһөҙ уйнаҡлай. Уйнаҡлап бара-бара ла, йөк тейәүле ауыр арбаны көс-хәлгә һөйрәгән әсәһенең борсоулы тауышы сыҡҡас, кирегә сабып килә. Ҡола бейә, атлап барған ыңғайында, уң яҡтан тәртәгә бәйләүле һыйырға асыуланып башын сайҡай ҙа барлыҡ иғтибарын ҡолонона йүнәлтеп кешәннәй. Нимә әйтелеүен аңлаған һымаҡ, ҡолон икенсе яҡҡа сабып сыға, әсәһенең ҡорһағына һырығып имергә маташа. Ҡола бейә үҙ телендә һуҡрана-һуҡрана әле уңға, әле һулға тайшанлап тибенә. «Бушамауымды күрмәйһеңме, сабыр ит, ҡамасаулама, берәй урында туҡталғас имерһең», – тип әйтә торғандыр, ахыры.
Инәһе иҫкәртеүенә иғтибар итмәй ҡолон. Нисек тә булһа тәртә аша үрелеп имергә тырыша. Буйы етмәгәс, янбашына ҡунған күгәүенгә ҡойроғо менән һелтәнде лә, киң урайлы башын сайҡай-сайҡай, муйынын дуғаландырып, тағы ла алға сабып китте.
Төш ваҡыты яҡынлашҡас, көн эҫетте. Ныҡ ҡыҙҙырған ҡояшҡа асыуланып әйткәйнем, атайым ҡурҡты.
– Алйот, ҡояшҡа шулай яман һүҙ әйтәләрме ни! – тип асыуланып, миңә сыбыртҡыһы менән һелтәнде. – Ҡояшһыҙ донъя юҡ... Аллам һаҡлаһын!..
– Улай һөйләнеүе гонаһ, яман гонаһ, – әсәйем дә орошҡас, ҡыуанысымдан бер ни ҙә ҡалманы.
Мулланан ишеткән-белгәндәрен атайым ныҡыны:
– Нимә генә әйтһәң дә, фәрештәләргә билдәле. Уң яҡ яурыныңдағы фәрештә – яҡшылыҡты, һулдағыһы гел яманлыҡты яҙыр, ти...
Һул яҡ яурынымды тотоп ҡараным да, фәрештә барлығы беленмәгәс, уның язаһынан нисек тә булһа ҡотолорға теләп, арҡан менән арбаға ҡуша бәйләнгән иҫке еҙ самауыр артына йәшерендем.
Ярты юлды уҙғас, ағас баштарын шаулатып, киҫкен ел сыҡты. Ул шәбәйгәндән-шәбәйә барҙы, ер ситенән ҡыуып алып килгән болот өйөмөн беҙҙең баш осо тәңгәленә яҡынайтты. Борсаҡ ҙурлығындай беренсе тамсылар тыпырҙашып тамды. Уларҙың ҡайһы берҙәре, туҙанға йомарланып, эҙһеҙ юғалды. Болоттарҙы арҡыс-торҡос телгеләгән йәшен уты балҡыны. Ул туҡталыр-туҡталмаҫтан бөтә донъяны тетрәтеп күкрәне. Ҡайҙалыр яҡында ғына нимәнелер йәшен атты.
Күҙ сағылдырғыс йәшен уты ялтлаған һайын, атайым менән әсәйем белгән доғаларын уҡыны. Беҙҙең дә «бисмилла» әйтеп, тирә-яҡҡа төкөрөнөүебеҙҙе талап иттеләр.
Өҙлөкһөҙ йәшен ялтлауына һәм күк күкрәүенә үҙемде ғәйепле һанап, ҡурҡышымдан дер ҡалтырандым. Ҡояш тураһында улай әйтмәһәм, моғайын, бындай хәл булмаҫ ине, тип уйлап, ерҙең ете ҡатына инеп йәшенерҙәй булдым.
Ямғыр тиҙ баҫылды. Күм-күк һауа йөҙө ялбыр болоттарҙан әрселгәс, ҡояш нурҙары тағы ла ергә һибелде. Ямғырҙан йыуылған урман йәм-йәшел булып күренде. Ағас япраҡтарындағы ҡояш нурҙарына сағылып ялтыраны. Ерҙәге үләндәр, төрлө-төрлө төҫтәге сәскәләр, туҙандан таҙартылған тау-таштар ғәжәп һоҡландырғыс ине.
Тәбиғәт күренешен үҙенсә аңлаған атайым, йәшен атыу ҡурҡынысы бөткәс, ҡулына тотҡан дилбегә осон еңелсә ҡыймылдатып, иҫән ҡалыуына шөкөр итте.
– Бәләнән ҡотолдоҡ. Йәшен уты, беҙҙең урынға, ағастарҙы атты, – тине лә муллаларҙан һәм мөәзиндәрҙән ғүмере буйы ишетеп белгәндәрен беҙгә аңлатты: – Ямғыр яуып, йәшен йәшенләүе бер ҙә генә юҡҡа түгел. Болоттар өҫтөнән шатыр-шотор пәйғәмбәр үтеүе шулай ишетелә икән. Ул шайтанды баҫтыра, ти. Сыбыртҡыһын һелтәгән һайын утлы ялағай ялтлауы күренә, ти. Пәйғәмбәр баҫтырып йөрөткән шайтан, ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәйенсә, йә ағас ҡыуышына, йә тау-таштар араһына, йә кеше ауыҙына барып инә, ти. Шул саҡ, шайтанды тотам тип, пәйғәмбәр йә ағасты, йә кешене үлтерә ата, ти. Шуға күрә, күк күкрәп, көслө ямғыр яуған саҡта «бисмилла» тип әйтергә онотмағыҙ, балалар. Бисмилланан шайтан ҡурҡа, ти. Кешегә яҡын да юламай, ти.
Урманға уҙғас, кесерткән менән алабута үләндәре араһындағы өйҙәр менән асыҡ яланға барып сыҡтыҡ. Киң үҙәндең был яғында туҡталып тормайынса, шарлап аҡҡан тау йылғаһы яры буйлап артабан ыңғайланыҡ. Яландың арғы яҡ ситендәге йүкәле тау урманына барып етергә ярты саҡрым самаһы ара ҡалғас, ҡола бейә һулға боролдо. Йүкә ҡайыры менән ҡыйығы ябыулы тәп-тәпәшәк бәләкәй генә йорт алдына еткәс, атайым дилбегәһен тартты.
– Тыр-р-р, хайуанҡай!.. Бына килеп тә еттек. – Ул беренсе булып ергә төштө. – Бисмиллаһи рахман ыррахим!.. Иҫән-һау, бала-сағаларым менән бергә-бергә, яҙғы йортта ҡыуаныс менән йәшәргә насип булһын, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә яҙғы йорттоң йүкә ҡабығынан эшләнгән ишеген асты. – Йә, әсәһе, арбалағы нәмәләрҙе бушата башла.
Әсәйем эшкә тотондо, мин уның аяғы аҫтында уралдым. Әминә менән Мөхәммәт йорт күләгәһе төшкән урынға барып ултырҙы. Атайым да йорт алдындағы кәртә-ҡаралтыны рәтләне, һыртаҡ һыйырыбыҙҙы тәртәнән сисеп, икенсе ергә алып барып бәйләне, атты ялан уртаһында тышаулы ла, арбалағы әйберҙәр ҡасан бушатылыуын көтөргә теләмәйенсә, әсәйемә икенсе йомош ҡушты:
– Әсәһе, юҡ-бар эшеңде әлегә ҡуйып тор. Билбау аҫты бушаны, тамаҡ кипте. Кәзә менән һыйырыңды һау ҙа, йәһәт кенә сәй ҡайнат!
Тамағын туйҙырғас, атайымдың донъяһы теүәлләнде. Ул, үҙенә яйлы эш тапмағандай, арлы-бирле һуғылып тик йөрөнө. Хәстәрлекле кеше һымаҡ, мүкһеҙ, кәкре-бөкрө уҫаҡ бүрәнәләренән буралған йорттоң стеналарын һәрмәкләп, бер нисә урындан емерелгән сыуалға ҡарап торҙо-торҙо ла Әминә менән Мөхәммәт эргәһенә барып ултырҙы.
– Э-эх, ниндәй йәмле саҡ! Тирә-яҡ сәхрә бит! – тип йәм-йәшел тәбиғәт күренеше менән һоҡланды, салҡан ятып ниндәйҙер көйҙө һөзләргө кереште. Күләгә, саф һауа әкренләп-әкренләп уны әлһерәтте һәм нисек йоҡлап китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Бер әсәйем генә тынғылыҡ белмәне. Кәзә менән һыйырҙы киске үрешкә ҡыуғас, йорт эсендәге сыуалды һылаштырҙы, ишек алдына урынлаштырылған ҡаҙанда һөт ҡайнатты, аласыҡты, ылашты төҙәтте, былтырҙан бирле туҙанланған урындыҡты ҡырып йыуып, әйберҙәрен йыйыштырҙы ла беҙҙе йыуындырҙы.
Ҡояш байыр алдынан ғына уянды атайым. Унда ла, торорға ялҡауланып, кирелә-һуҙыла оҙаҡ ултырҙы. Йоҡомһораған төҫ менән, көс-хәл ерҙән күтәрелгәс, әсәйем эшенә ризаһыҙланып, үҙ алдына һөйләнде:
– Уғата оҙаҡ бызмырҙайһың, әсәһе! Көн кискә һарыҡҡан, ә һин һаман да эшеңде бөтөрмәгәнһең!
– Эште бөтөрөп буламы ни? Ҡатын-ҡыҙ эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәйәсәк. Һәммәһенә бер ыңғай етешә алмағас, ҡалайтайым инде? – тип аҡланды әсәйем.
– Элгәре етешә инең дә баһа! Ҡартаяһың, ахырыһы, әсәһе, ҡартаяһың! Ярар, сәй ҡайнат, тамаҡ кипте...
Әсәйем бәхәсләшмәне.
– Һыу бөттө. Хәҙер, һыуға ғына барып киләм дә, – тип күнәктәре менән көйәнтәһен алғайны, атайым асыуланды:
– Мин уянғанды көттөңмө?!
– Өлгөрә алмайым бит...
– Өлгөрә алмайым тип, әллә ни ҡыйратаһың инде!
Әсәйем һыуға киткәс, ҡасан сәй ҡайнауын көтөп ала алмаған атай үҙенә урын тапманы. Ахырҙа, көтөп ултырырға сыҙамлығы ҡалмағас, мине етәкләп, ҡаршылағы һөҙәк тауға табан атланы. Тау итәгендә ул ниҙер эҙләне.
– Иртәрәк шул әле. Ҡаҡы ла, оҫҡон менән йыуа ла күренмәй.
Беҙ юлыбыҙҙы дауам иттек. Киң ҡоласлы эре-эре ҡарағайҙар үҫкән ергә етер саҡта атайым яйланы.
– Ай-һай, донъяның йәмлелеге! Уға ҡарап танһығың ҡанырлыҡ түгел, – тип һоҡланып, ул тирә-яҡҡа ҡаранды.
Ысынлап та, ләззәтләнмәй мөмкин түгел ине шул ул тирәләге тәбиғәт күренешенең матурлығына. Юғарыла, һөҙәк тау һыртында, ҡарағайлыҡ урманы. Ә аҫта, йәм-йәшел киң яландың ҡап урта өлөшөндә, яҙғы йорт күренеше йәйелгән. Көслө ағымлы бәләкәй генә тау йылғаһының ике яҡ яры буйлап теләһә ҡалай һибелгән һәр йорт үҙенсәлекле күренә. Уларҙың алдында кешеләр төркөмө ҡайнай. Һәр ғаилә һуғым һуйып, яҙғы йортҡа күсенеп килеү ҡыуанысын байрам итергә йыйыла, ахырыһы... Йылғаның теге яҡ яры буйындағы бер йортта Рәхимә апай менән Шәйәхмәт еҙнәй урынлашҡан. Уларҙың йорто эргәһендә лә кемдәрҙер бар. Тик беҙҙең йорт алды ғына тып-тыныс. Унда әсәйемдән башҡа бер кем дә төҫмөрләнмәй.
Ҡулын артҡа ҡуйған атайым, ашыҡмай ғына атлап, һыртҡа табан үрелгән Туҡан ҡасабаһы юлына сыҡты. Текә ҡыҙыл яр тирәһендә сыр-сыу килеп уйнаған малайҙарға саҡлы ун-ун биш аҙым ҡалғас, беҙ кирегә боролдоҡ. Тау итәге буйлап Көртмәле тауға табан ыңғайланыҡ.
– Ошо ерҙәрҙә минең дә яланбаш, яланаяҡ, йән-фарман йүгереп йөрөгән малай саҡтарым бар ине, – тине атайым, йәшлеген һағынып. – Рәхимә апайыңдың әсәһе менән дә гел килә торғайным ошонда... Һинең әсәйең шикелле түгел ине ул мәрхүмә... Минең асыуланғанымды һиҙһә, юхаланып, алсаҡ йөҙ менән ҡаршыма килә торғайны... Үҙе ас ҡалһа-ҡалыр ине, мәрхүмә, мине ас итмәне. Ризыҡтың иң шәбен ашатырға тырышты, ял иттерҙе, ҡаты эште ҡулыма ла тейҙертмәне. Күлдә һалабаш ебеткән йәки урманда берәй ағас юнған сағымда, япраҡлы ҡайын сыбығын елпендерә-елпендерә, минең тирәлә осҡан күгәүендәр менән себендәрҙе, серәкәйҙәрҙе ҡыуып тора торғайны...
Әсәйемде яманлап, үлгән ҡатынын һәр саҡ маҡтап иҫкә алған атайымды тыңлауы мине ялҡытты. Өндәшмәй, тауыш-тынһыҙ ғына эйәреп барһам да, бер ваҡытта лы күрмәгән һәм белмәгән Рәхимә апайҙың әсәһенән атайымды көнләшеп, әсәйемде йәлләнем һәм ғәрлегемдән илағым килде. Атайымдың бындай һүҙҙәренән һуң әсәйем дә бик ныҡ кәйефһеҙләнә, хатта ауырыуға һабышыу хәленә етә торғайны...
Минең уйҙарымды һиҙгәндәй, атайым һөйләнеүенән тыйылды. Ул, сәскәләрҙән-сәскәләргә осоп бал йыйған йөнтәҫ иңкештәрҙең, бал ҡорттарының геүләүен һәм урман тулы башҡа тауыштарҙың һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлап торғандан һуң, һүҙ йүнәлешен үҙгәртте:
– Ярлы-ябағаға хәҙер хөрриәт! Кешеләр иркен, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәй. Малдары өсөн көтөүлек тә мул. Элгәре, мин малай саҡта, барлыҡ ошо ерҙәргә бер Бәхмәт бай менән уның улдары хужа ине. Бәхмәт байҙың йылҡылары ғына ла ун-ун биш мең баштан күберәк була торғайны. Ул бесән әҙерләтеп маташманы. Йөк аттарынан башҡа йылҡылары тибенлектә йөрөп ҡышланы. Бәхмәт бай ҡышҡылығын да, йәйгелеген дә күпме йылҡыһы үлеүен белмәне. Бик бай булһа ла, һаран һәм ҡырыҫ булды. Сәй эскәндә, алдынан бал менән май өҙөлмәне. Шуларҙың осмотон да эләктермәне ярлыларға. Хәҙер замана үҙгәрҙе. Уның ҡәҙерен генә белеп еткермәйбеҙ бәғзе саҡта. Үлгән бейә һөтлө була тип, үлгән кешене маҡтарға ҡушмаһалар ҙа, Хәмзә ағайың мәрхүмде бындай саҡта иҫкә төшөрмәй булмай. Ул бик тә дөрөҫ кеше ине. Хәмзә ҡушҡандарҙың барыһын да тайпылышһыҙ башҡара торһаҡ, яңылышмаҫ та инек. Ул үҙе лә иҫән ҡалыр ине...
Беҙ һаман алға барҙыҡ, мин асыҡтым, аяҡтарым да бик ныҡ талды. Ләкин, атайымдың асыуланыуынан ҡурҡып, хәлемде белгертмәнем.
Көртмәле тауына барып еткәс, ҡайтыу юлына боролдоҡ. Тирә-яғына ҡарана-ҡарана барған атайым, ҡайын олонондағы ороно күргәс, ҡыуанды.
– Ороло ҡайындар бында байтаҡ икән! Былай булғас, эшебеҙ уңа, улым, – тип, бер ҡайындан икенсе ҡайынға йөрөнө. – Был ҡайын ороларынан бик күп сеүәтә, туҫтаҡ, алдыр, табаҡ эшләргә була бит! Ҡалған эшкә ҡар яуа, тигәндәй, оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк! Быларҙы иртәгүк бысып алып ҡайтам да ең һыҙғанып эшкә тотонам!
Яҙғы йортобоҙға барып еткәнсе ялҡынланып барҙы атайым. Тик уның дәрте бик тиҙ һүрелде. Икенсе, өсөнсө көндө, аҙна аҙаҡтарында ла, оҫталыҡ эшенә тотонорға ялҡауланып, йәмле тәбиғәт ҡосағына һоҡланып, һаман ял итеүен белде.
Уның ялҡауланыуына, ваҡытты әрәмгә уҙғарыуына эсе бошҡан әсәйем көн дә бер үк һүҙҙе ныҡыны:
– Атаһы, бесән мәле яҡынлаша бит. Онобоҙ ҙа бөттө. Ҡайын ороларын килтереп, һауыт-һаба эшләйһеңме әллә? Ризығыбыҙ аҙнанан да артыҡҡа бармаҫ...
– Башымды юҡ-бар менән ҡатырма. Яҙған ризыҡты бирер әле Хоҙай Тәғәлә. Кәзә менән һыйыр һауҙыртҡан саҡта балаларың астан үлмәҫ!
– Хәстәрлеген күрмәйенсә, кем бирһен, ти, беҙгә ризыҡ? Һөттән башҡаһы ла кәрәк бит!..
– Ярар, яңшаҡланып, теңкәмде ҡоротма!
– Ваҡытты бушҡа уҙғарабыҙ бит, атаһы.
– Тый телеңде! Йәнемде көйҙөрмә, ҡәһәр һуҡҡыры! – Атайым ажарланып ер иҙәнде аяҡтары менән төйҙө.
– Ярар, теләһәң ни эшлә, – тип, кәртә эсендәге ҡаҙанда эркет ҡайнатҡан әсәйем шымғас, ярһыуынан бик тиҙ баҫылған атайым үлгән ҡатынын маҡтаны-маҡтаны ла кәртә буйында үҫкән яңғыҙ сауҡа күләгәһенә барып ятты.
Ҡаҙанда ҡайнатылған эркет һыуынғас, әсәйем киндер тоҡ алып сыҡты. Эркетте шул тоҡҡа ҡойоп, һыуын һарҡытты, йәш ҡоротто ылашҡа йәйә башланы. Үҙе, арыуҙың сигенә етеп, илай-илай торомошона зарланды.
– Бигерәк тә бәхетһеҙмен, ҡыутомшоҡмон шул! Хәлем көндән-көнгә мөшкөлләнә барыуын бер кем дә белмәй. Былайтып тағы күпме ыҙаланыр икән? Бесән мәле етеп килә. Көбө төбөндә бер баҫырҙай онобоҙ ҡала... Ниндәй оҫта булып, оҙон көнө буйы ҡыл да ҡыймылдатмай бит, исмаһам!..
Әсәйемдең үҙ алдына һөйләнеүен йоҡо аралаш ишеткән атайым, һағыҙаҡтан сағылғандай, урынынан һикереп торҙо.
– Ялҡыттың, буйтым ялҡыттың бит, ҡәһәр һуҡҡыр бисә! Тартай теленән таба, тигәндәй, бер туҙһам, яман буласаҡ, – тип, ул аяғы аҫтында уралған Мөхәмәтте төртөп ебәрҙе лә ярылырҙай хәлгә етеп аҡырҙы: – Бар, атты алып килеп арбаға ек! Ҡайын ороларын бысышырға үҙеңде апарам!
Әсәйем бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Сит-сото туҙып ылҡаланған яулығын төҙәтеп ябына-ябына, ҡола бейәне эҙләргә китте. Атты алып ҡайтып, арбаға еккәс:
– Һәммәһен өлгөрттөм, атаһы. Хәҙер барабыҙмы инде? – тип һораны.
Атайым шунда ла ҡабаланманы. Бер яндау айранды һемереп эскәс кенә, еүешләнгән һаҡал-мыйығын ең осо менән һөрткөләп, арбаға менеп ултырҙы.
Улар урманда оҙаҡ йөрөнө. Арбаға өйөп тейәүле ҡайын оролары менән йүкә түмәрҙәрен йорт алдына килтереп ауҙарғас, атайым оҫталыҡ эшенә кереште. Бер ҡыҙып алғас, ул һәр нәмәне мауығып башҡарҙы. Ағас ороларын балта менән өңөп, йүкә түмәрҙәрен тыштан яндағандан һуң, уларҙы артабан сапҡы, һулҡы, ҡыйғаҡ, соҡоғос, юнғыс исемле оҫталыҡ ҡорамалдары ярҙамында соҡоно, өңдө, эске яҡтан юнды, тигеҙләне, шымартты, ә тышҡы яғын төрлө һүрәттәр менән биҙәп аҙапланды. Уның ипле, оҫта ҡулы тейгән һәр ҡайын ороһо – матур итеп йыһазландырылған туҫтаҡҡа, сеүәтәгә, алдырға, табаҡҡа; ҡайын киҫәктәре – сүмескә, ижауға, ҡалаҡҡа, бешкәккә, һулпыға, һелкәүескә; йүкә түмәрҙәре көбөгә, күнәккә, батманға, яндауға һәм башҡа һауыт-һабаға әүерелде.
Атайымдың оҫталыҡ эшенә ныҡлап тотоноуын һәм һоҡландырғыс нәмәләр эшләп һатырға тейеш икәнлеген ишетеп, ғүмере буйы беҙҙең тупһа аша уҙмаған ауылдаштарыбыҙ ғына түгел, хатта күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүсе кешеләр ҙә йыйыла башланы. Улар, маҡтай-маҡтай, атайым эшләгән йә бер, йә икенсе һауыт-һабаны алырға һатыулашты. Үҙе эшләгән нәмәләрҙе һатыуға атайым ҡыҫылманы, һәммәһен әсәйем ихтыярына ҡуйҙы.
«Аҡсаны ашап булмай», – тип һауыт-һабаны әсәйем тик онға йәки кәртүккә алмаштырҙы. Тейешле хаҡын бирмәһәләр, уларҙы бөтөнләй һатырға теләмәне. Байтаҡ һауыт-һаба һатылмай ҡалғас, атайым ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Нимәгә һаҡлайһың уларҙы? Осһоҙораҡ хаҡҡа бир ҙә ҡуй!
Әсәйем риза булманы, аҙна аҙағында, йәкшәмбе баҙарына бер көн ҡалғас, ҡола бейәне екте лә, ишек алдындағы һауыт-һабаны тейәп:
– Атаһы, әйҙә, Әүжән баҙарына апарып һатайыҡ, – тине.
– Юҡ менән аҙапландыраһың бит мине, – тип асыулынһа ла, атайым ҡаршы килмәне.
Беҙҙе Рәхимә апайҙарға ҡалдырып, малдарыбыҙҙы ваҡытында ҡарап тороу бурысын күршеләргә йөкмәттеләр ҙә улар Әүжәнгә китте.
Ике-өс көн ваҡыт уҙғас, атайым менән әсәйем Әүжән баҙарынан бик байып ҡайттылар. Дүрт-биш тоҡ он менән тары ярмаһынан башҡа, төрлө тәм-том да алып ҡайтҡайнылар.
Шул ваҡыттағы аҡ сәскәле йәшел үлән төшөрөлгән ҡағыҙ тышлы кәнфит иҫемдә ҡалған – үтә татлы ине. Унан бирле нисәмә йылдар уҙҙы, һәм төрлө-төрлө кәнфитте ауыҙ итергә тура килде, әммә малай сағымда ашаған аҡ сәскәле кеүек кәнфитте осратманым. Уның баллы тәмен әле булһа ауыҙымда тоям һәм ундай кәнфитте үҙ ғүмеремдә бер ҡасан да таба алмам кеүек... Сөнки ул кәнфит мәңге ҡабатланмаясаҡ һәм сабый сағымды ныҡ хәтерләткән берҙән-бер бәхетле минутым ине...
Әүжәнгә барғандағы оҙон юл килешмәнеме, әллә интегеп йәшәүе сәбәп булдымы, баҙарҙан ҡайтҡас, әсәйемдең һаулығы киҫкен рәүештә хөртәйҙе. Шулай булһа ла, хәлен белгертмәҫкә тырышты. Ул, быуындары ныҡ шешенгән аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡарышлауыҡтай аҙым менән ығыша-мығыша һыуға барҙы, кер йыуҙы, ашарыбыҙға хәстәрләне, һыйыр менән кәзәне һауҙы, ваҡ-төйәк өй эштәрен туҡтамай эшләүен белде.
Әсәйемдең ауырыуына атайым ышанманы. Юрамал хәйләләшә тип, уға шунда ла ярҙамлашманы. Ашарына ризығы булғас, уның донъяһы теүәл ине. Оҙон көндәр буйы бер ни ҙә эшләмәйенсә күләгәлә ятты, өзләне, ҡола бейәне һауып әсәйем әҙерләгән ҡымыҙҙы эсте. Ауырыуы ныҡлап көсәйеп, әсәйем түшәгенән бөтөнләй тора алмай башлағас ҡына, атайымдың борсолоуы һиҙелде.
– Өшкөртөргә кәрәк, – тине Ҡәмәр әбейҙе алып килеп. Өшкөртөүҙең, имсе-томсо ҡарсыҡтарҙың әмәленән дә файҙа теймәгәс, йылға буйындағы ҡомло ҡырсында тәрән соҡор ҡаҙып, уның эсенә ҡыҙыу итеп ут яҡты. Ныҡ ҡыҙған ҡом өҫтөнә ҡат-ҡат аҫҡорһаҡ үләнен түшәп, әсәйемде соҡор төбөнә һалды, өҫтән аҫҡорһаҡ үләне менән ҡапланы һәм йылы ҡом менән күмде.
– Соҡорҙа ошолай күмелеп ятыуҙың шифаһы бигерәк тә шәп. Борон, бик борон замандан бирле ныҡ ауырыған кешене соҡорға күмеп дауалағандар. Улай дауаланған кеше йүнәлмәй ҡалмаған. Аяҡтан бөтөнләй яҙғандарҙы ла аяҡҡа баҫтырта торғайны бындай әмәл. Һин дә һауығырһың, Алла бойорһа, йүгереп йөрөрһөң!
– Белмәйем инде, атаһы, белмәйем. Балаларыбыҙ хаҡына, исмаһам, иҫән ҡалынһа ине. Бигерәк тә бәләкәйҙәр шул әле, – тине әсәйем, атайымдың хәстәрлегенә ҡыуанып.
Үкенескә ҡаршы, эҫе соҡорға күмелеп ятыуҙан да файҙа теймәне. Әсәйемдең ауырыуы киҫкенләшкәндән-киҫкенләште. Ул, һыҙланыуына сыҙай алмайынса, төнө буйы интекте. Уның ыңғырашыуын тыңлап, мин дә йоҡламаным. Таңға табан инәһенән айырылған өйрәк себеше беҙҙең йорт эсенә килеп инде. Уның өҙлөкһөҙ сипылдауы, әсәйем ыңғырашыуына ҡушылып, ниндәйҙер ҡот осҡос күренеш тыуҙырҙы. Себеш һүрәтенә ингән шайтан әсәйем йәнен алырға килгән һымаҡ итеп тойоп, мин ҡурҡышымдан дер ҡалтырандым.
Иртәнсаҡ тороп сәй эскәс, атайым ҡола бейәне арбаға екте.
– Әсәйегеҙ ныҡ ауырый, балалар, бында ятып төҙәлмәҫ, – тине лә әсәйемде Туҡан дауаханаһына алып китте.
Уларҙы Ҡыҙыл яр тәңгәленә саҡлы оҙатып ҡалған Рәхимә апай, беҙҙе үҙҙәренә алып ҡайтып, ойотҡан туҡып бирҙе. Әсәйем ауырығандан бирле атайым менән Рәхимә апайымдың бер-береһенә асыуланышмауҙары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре яҡшырыуы Шәйәхмәт еҙнәйҙе лә ҡыуандырҙы.
Өс көн ваҡыт уҙғас, Мөхәммәт менән Әминәне күрше йортта йәшәгән әбейгә ҡалдырып, Рәхимә апай мине һабантуй уҙғарылған ергә алып барҙы. Ул замандағы һабантуйҙан бер генә күренеш иҫемдә һаҡланған.
Бер төркөм ауыл егеттәре ун аршин самаһы киңлектәге тәрән соҡор аша оҙон бүрәнә һалғандар ҙа соҡор төбөнә өйөүле ҡоро утынды тоҡандырҙылар. Ут ҡыҙғандан-ҡыҙа, ялҡынлы осҡондарын сәсеп, шәбәйгәндән-шәбәйә барҙы. Шул саҡ һабантуйға килгән күрше ауылы мөәзинен етәкләп алып килделәр ҙә баҫма кеүек итеп соҡор аша һалынған бүрәнә тәңгәленә килтереп баҫтырҙылар.
– Беҙгә килеп, халыҡ араһында алама ҡотҡо таратыуың оҡшаманы. Өгөт-нәсихәтеңә ышанһаң, сират күпере урынына һалынған ошо баҫма буйлап икенсе ярға үт! Ожмах, тамуҡ уты теге донъяла бар, имеш, тигәнең дөрөҫ булһа, ҡоламаҫҡа тейешһең, ҡорбан салған ваҡытта халыҡтан йыйып алған һарыҡ тиреләре янғындан һаҡлаясаҡ һине...
– Мин теләмәйем, уландар, – тип, мөәзин артҡа тартылды.
– Теләмәһәң, халыҡҡа ҡотҡо таратҡаның өсөн һине төрмәгә оҙатасаҡбыҙ, – тип ҡысҡырышты ауыл егеттәре.
Йәштәрҙән нисек ҡотолорға белмәгән меҫкен мөәзин, баҫҡан урынында тыпырсына-тыпырсына, һаман инәлде.
– Йәмәғәт, зинһар, ярлыҡағыҙ! Бүтәнсә аяғымды ла баҫмаясаҡмын был ауылға!.. Кешеләргә минең аламалығым булманы. Бар хәлемсә...
Йәштәр шаулашты:
– Беләбеҙ, һөйләмә хәбәреңде!
– Сират күпере менән кешеләрҙе ҡурҡытып, фытыр йыйып йөрөүең зыян түгелме?
– Йә, бар, атла!
– Эйе, фәрештәләр һине нисек ҡотҡарыуын үҙ күҙебеҙ менән күрәйек!
Ялынып-ялбарып үтенеүенән файҙа булмаясағын аңлағас, мөәзиндең асыуы ҡабарҙы.
– Аллаһы Тәғәләнең ҡаты ҡәһәре һуҡһын һеҙҙе, коммундар! Мәңге бәхетһеҙ булығыҙ, мандымағыҙ был донъяла! – тип ҡысҡырҙы ла соҡор аша һалынған бүрәнә буйлап ынтылды.
– Ай, тотоғоҙ!
– Хәҙер ҡолай бит, – тип ҡысҡырышып, йәштәр ҙә алға ябырылды. Ләкин өлгөрмәнеләр: мөәзин, кәүҙәһен тота алмайынса, соҡор ситенә тәкмәсте.
– А-а-а-а!..
Йәштәр соҡор төбөнә төштө. Ҡото алынып ағарынған мөәзинде өҫкә һөйрәтеп сығарғас:
– Бер нимә лә булмаған бит быға!
– Булмаһа ла, яман шырылданы!
– Саҡ ҡына һуңлаһаҡ, өтөлә ине, – тип шаулашып, еңелсә көйгән мөәзиндең һаҡал-мыйығын ыуҙылар, бишмәтенең салғый ситендәге утты һүндерҙеләр.
Һабантуй уҙғарылған яҡтан бер төркөм һыбайлылар сабышып килеүе күренгәс, кемдер иҫкәртте:
– Егеттәр, хәҙер беҙгә эләгәсәк! Силсәүит пырсиҙәтеле менән әллә ниндәй ағайҙар килә ята!
Йәштәр, мөәзиндең яңғыҙын ҡалдырып, әрәмәлеккә табан йүгерҙе.
Дин әһелен үҙ хөкөмдәре менән язалаған йәштәргә асыуланған ауыл советы рәйесе ниҙер ҡысҡырынды-ҡысҡырынды ла:
– Уларҙың ҡыланышы миңә оҡшамай! Был хаҡта тейешле сараһы күреләсәк. Әммә һинең башыңдан да һыйпамаясаҡбыҙ, – тип мөәзингә бармаҡ янаны.
Дауамы бар.