

– Әллә ел үткән, әллә ни булды ҡолағыма, һыҙлауына түҙеп кенә булһасы!.. Участковыйға барғайным, ҡарамай, минең профиль түгел ти. Ана, ЛОР-ға бар, ти. Барып етеп буламы әле уларына?! Һыу буйы сират. Алдан яҙылып килергә, ти. Эйй, заманалар!.. Уныһына яҙылыр өсөн ҡабат участковыйға эләгергә кәрәк икән. Уға яҙылғансы, тағы сират еткәнсе ике аҙна үтте лә ҡуйҙы!
– Шунан, нимә тине? – үҙе лә табиптарға йөрөмәйенсә ҡолағы ауыртыуын дауаламай үткәргән күршеһе аңлап ҡына Вәғиҙәгә йәлләп ҡараны.
– Нимә тиһен, сиратҡа яҙҙы. Өс аҙнанан ғына етә уныһы...
Төн йоҡламай үткәрҙе шул өс аҙнаны Вәғиҙә апай. Ул арала ауыртҡан ҡолаҡ тәңгәленә тоҙ ҡыҙҙырып та терәне, камфор майын да тамыҙҙы, тағы әллә кемдәрҙең әйткән дарыуҙарын да һатып алып эсте, тик береһе лә ауыртыуҙы баҫманы. Киреһенсә, ул көндән-көн нығыраҡ ауыртты. Әлеге лә баяғы, ошоларҙың барыһын да үҙ елкәһендә үткәргән Зилә күршеһе, уның хәленә кереп, бер кис сәмәй тотоп инде.
– Йонсоноң.
Ошоно ҡулланып ҡара. Исмаһам, йоҡлай алырһың... бәлкем...
Йоҡланы ти! Баяғы “бәлкем”де ҡушып, бәлки, һыҙлаған ҡолаҡты ыуырға кәрәк булғандыр. Ә былар тамаҡ төбөнә “төшөрҙө”. Вәғиҙә апай шуны ғына көткәндәй, йәшлектәге тәүге мөхәббәтен, биш былтырғы ҡайғыларын, үпкәләштәрен иҫенә төшөрөп илап та алды. Шулай хәлдән тайып, йоҡларға ятҡас, әлеге лә баяғы ҡолаҡ үҙен иҫкә төшөрҙө. Һыҙлапмы-һыҙлай шул! Тағы йоҡо ҡайғыһы китте...
Күпкә түҙгәнде, әҙен дә сабыр үткәрҙе ул. Ике көндән ЛОР-ға сират етте.
– Миңә ҡултамға ғына!
– Дарыуға рецепт алырға...
– Миңә анализдарға юллама...
– Мисәт һуҡтырам ғына...
– Табип тап ошо мәлдә инеп кенә сығырға ҡушҡайны... — Кеше хәленә кереп, Вәғиҙә апай үҙ сиратын үткәреп ебәрә яҙҙы. Ишек алдында йыйылғандарҙы саҡ йырып үтеп кабинетҡа ингәнендә, табип ҡайҙалыр йыйына ине, стеналағы сөйгә үрелеп аҡ халатын элеп тора.
– Минең прием тамам! Ишекте теге яҡтан ябығыҙ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Өс аҙна көткән сиратымды кире ҡаҡмағыҙ, ҡолағымды ҡарағыҙ, зинһар! – тип уның өҫтәле янына барып ултырҙы Вәғиҙә апай.
– Фамилияғыҙ?
– Мусина.
– Һеҙ бер сәғәт элек инергә тейеш инегеҙ, ваҡытығыҙ үткән, тәҙрәгеҙ ябылған.
– Ваҡыт... тәҙрә тип ни, мин үҙ ваҡытымда, хатта ике сәғәт алдан килеп ултырғайным ул. Ҡултамға, тип берәү алдымдан үтеп китте, ул сығыуға, дарыуға рецепт алам, тип икенсеһе инә һалды. Ҡарағыҙ, зинһар, айҙан ашыу ошо ҡолаҡ ыҙалата. Йәнем сыға инде...
– Ай буйы түҙгән ауырыуығыҙҙы мин бер минут эсендә нисек дауаларға тейеш? Фәрештә тиһегеҙме әллә? Минең ваҡытым юҡ, йүгерергә кәрәк!
– Ә мин нишләйем? Алдан яҙылғанмын, тәртипле генә көттөм... Һеҙ нимә өсөн эш хаҡы алаһығыҙ? Мин һеҙгә шаярып килгәнменме? Хәҙер минздравҡа..
– Вәғиҙә апай ҡыҙып китте.
– Эш хаҡы?! Һеҙ минең эш хаҡын тикшерергә килдегеҙме? Минздрав менән дә ҡурҡытмағыҙ, ҡурҡҡысым төшөп ҡалды минең! Көн буйы бушлай тигәндәй һәр береһен ҡарап ултыраһың, рәхмәт тә юҡ! Ул тиклем шәп булғас, түләүле табиптарға барығыҙ! Унда сират та, шурт та юҡ. Бар, сығығыҙ бынан, мин ҡабаланам! – тип ажғыр тауыш менән аҡырҙы ла, ишеген бикләп, дағалы туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып, йүгереп сыҡты ла китте ЛОР тигәндәре...
– Түләүле табиптың иҫкә төшмәүен әйт әле... – Вәғиҙә апай сараһыҙҙан поликлиниканың регистратураһына килеп, уларҙан һорашты. Юл аша ғына урынлашҡан ике түләүле поликлиниканың адресын яҙып бирҙе регистратурала ултырған сибәр ҡыҙ. Ишек төбөнән йылмайып ҡаршы алдылар ауырыуҙы баяғы поликлиникаларҙың яҡынырағында. Куртканы үҙҙәре систереп, аяҡ кейемен ап-аҡ тапочкиға алыштырып, йомшаҡ ҡына диванға уҡ алып барып ултырттылар. Бындай хәстәрлектән Вәғиҙә апайҙың күңеле йомшарып, күҙҙәре йәшләнде. Уға тиҙ генә сәй алып килделәр, арҡаһына йомшаҡ яҫтыҡ терәнеләр, хәлдәрен һораштылар. Шунда уларға бейе йәки йырла тиһәң, барыһын да эшләргә риза булырҙар һымаҡ. Сәй эсеп бөткәс, ниндәй врачҡа һәм ни өсөн күренергә теләүен һораштылар. Эргәһендә йүгереп йөрөгән ҡыҙҙарҙың шул тиклем изгелек күрһәтеүенән Вәғиҙә апайҙың хатта ҡолағы һыҙлауҙан туҡтағайны, шикелле. Ни өсөн бында ингәнлеген тиҙ генә әйтә алмайыраҡ ултырҙы әле. Шунан, кәрәкле документтар тултырып, ике биште генә түләттеләр ҙә, этеп йөрөй торған арбаға ултыртып, табипҡа индереп үк ҡуйҙылар. Ә ЛОР тигәндәре, уны ғына көтөп ултырғандай, аяғөҫтө тороп, йүгереп килеп ҡаршы алды. Ауыҙ-тирәһен ҡаплап кейгән маскаһы аша уның йылмайыуы ла һиҙелеп ҡуйҙы хатта. Ул Вәғиҙә апайҙы шул тиклем иғтибарлы тыңланы, мөләйем генә тауыш менән һөйләште. Баяғы ажғыр тауышлы табиптан һуң, быныһы бер фәрештә һымаҡ күренде апайға, ҡанаттары ғына юҡ инде! Әллә күпме аппараттар менән Вәғиҙә апайҙың ике ҡолағын, күҙҙәрен, тамаҡ төбөн, хатта танауын да ентекләп ҡараны фәрештә, әй, табип. Үҙе әйләнгән һайын, ошолайтһам, ауыртмаймы, былайтһам, ауыртмаймы, ғәфү итегеҙ, тип кенә тора. Ә ҡолаҡ... Ысынлап та инде сәпсим генә лә ауыртмайсы. Табип ниндәйҙер шыйыҡ дарыуҙарҙы күрһәтеп, уларҙың мөғжизәле шифаһы тураһында оҙаҡ ҡына һөйләне һәм Вәғиҙә апайҙың ике ҡолағына тамыҙҙы ла, йомшаҡ ҡына яулыҡ ябындырып, йомшаҡ диванға ҡыйшайтып һалып ҡуйҙы. Шул арала ике сынаяҡҡа тәмле үлән еҫтәре аңҡытып сәй яһаны, битлеген сисеп, үҙе лә сәйләргә килеп ултырҙы.
Вәғиҙә апай табипты күреп, һикереп килеп торғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Уның ҡаршыһында түләүһеҙ поликлиникала ажғыр тауышлы аждаһа, әй, ЛОР ултыра ине...
Фото: https://ru.freepik.com/free-vector