Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Май 2025, 07:02

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (10)

Тормоштоң барлыҡ ауырлығы, иң оло бала булғас, минең елкәгә төштө. Мәктәптән ҡайтҡас, дәрес әҙерләргә ваҡытым ҡалманы.

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (10)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (10)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (10)

(Әҫәрҙең журнал варианты. Ҡыҫҡартып алынды).

Хәсрәтле бала саҡ

Яныбай Хамматов

(Автобиографик повесть) 10




XI

Тормоштоң барлыҡ ауырлығы, иң оло бала булғас, минең елкәгә төштө. Мәктәптән ҡайтҡас, дәрес әҙерләргә ваҡытым ҡалманы. Өйҙө йыйыштырҙым, һыу ташыным, ҡустым менән һеңлемдең тамағын туйҙырҙым, һауыт-һабаны сайҡаным, малыбыҙҙы ҡараным. Уларҙан башҡа ла ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө эштәрҙе яңғыҙыма башҡарырға тура килде. Ҡайһы саҡта үҙемдән бер генә йәшкә кесе Мөхәммәт ҡустымдың ярҙамлашыуын һораһам, атайым риза булманы. Өй эшен ағай кеше башҡарырға тейеш, тине.
Өйҙә булғанда, атайым үҙе лә бер ни эшләмәне. Әсәйем иҫән замандағы һымаҡ урындыҡ уртаһына салҡан һуҙылып ята ла, өзләүенән һирәк-мирәк бүленеп, яңынан-яңы бойороҡтар биреү менән генә сикләнде.
Көҙгө һалҡын көндәр етеп, мал урманға йөрөмәй башлағас, эшем икеләтә артты һәм уҡыуымдың рәте китте. Бер кис дәрес әҙерләргә ултырғайным, урындыҡта ятҡан атайым, өзләүенән бүленеп, баш ҡалҡытып ҡараны:
– Тимер мейес яҡтыһында нимә эшләйһең?
– Дәресте әҙерләйем, – тинем.
– Анһатҡа һалышмаҡ булдыңмы? – Атайым тороп ултырҙы. – Китаптарыңды ҡумтаңа кире һалып ҡуймаһаң, утҡа бырағытам!
– Иларҙай хәлгә етеп, атайыма ҡараным.
– Мөғәллимә апай ҡуша бит...
– Мөғәллимәң ҡушҡанды тыңлаһаң, үҙ тамағанды үҙең аҫра, – тип екеренде атайым. – Былай йәйелеп ултырғансы, бар, ишек алдындағы түмәрҙе сәрпе!
– Түмәрҙе ярып бөтөрҙөм.
– Ҡасан?
– Бөгөн.
– Атты һуғарҙыңмы?
– Һуғарҙым.
– Бесән һалдыңмы?
– Һалдым.
– Мал аҫтындағы тиҙәк таҙартылғанмы?
– Таҙартылған.
Тағы ла ниндәй йомош табырға белмәйенсә, урындыҡта борғаланды-борғаланды ла ул тирә-яғына ҡаранды.
– Мин хәҙер ҡартайғанмын. Был донъяны көтөү һәм туғандарыңды тәрбиәләп үҫтереү һинең бурыс. Улай ҡара тырышланһаң, мәктәпкә йөрөмәйәсәкһең!
Атайымдың асыуын ҡабартмаҫ өсөн, мин тауыш-тын сығарманым. Китаптарымды ҡумтаға йәшерҙем дә, юҡ эште бар итеп, тышҡа сыҡтым.
Икенсе көндө, атайым өйҙә юҡ саҡта дәресте әҙерләп ҡалайым тип, мәктәптән ашығып ҡайттым. Ләкин минең ниәтем тормошҡа ашманы. Ни сәбәп менәндер эшкә бармай, иҙән уртаһындағы йыуан ҡарағай бүкән өҫтөндә сана ҡарамаһы яндаған атайым, мине күргәс, шатланды.
– Ҡайттыңмы?
– Ҡайттым.
– Әләйһә, мә, ошо муйыл ағасынан ҡарама юнып, сана ҡарамала, – тип, ҡулындағы балта менән муйылды миңә һондо. – Бына был, исмаһам, ысын һабаҡ! Китап-митап уҡыу – ялҡауҙар өсөн. Оҫталыҡ – бөтөнләй икенсе хәл. Үҙем иҫән-һау саҡта барлыҡ һөнәремде һиңә өйрәтеп ҡалдырам.
– Асыҡтым. Тамаҡ ялғап алайыммы? – тип һораным.
– Аҙаҡтан! Тәүлә ошо ҡараманы йүнәп бөтөр.
Ул көндө лә өйгә бирелгән дәресемде әҙерләй алмауыма эстән генә үкенеп, оҫталыҡ эшенә тотондом, ә атайым минең һәр хәрәкәтемде иғтибар менән күҙәтте.
– Уң ҡулыңдағы тараҡ балта һағалдырығына яҡыныраҡ тотон, һул ҡулыңды ҡарама ағасының өҫкө яғына шылдыр. Яндалған урынын ипләберәк сап, – тип өйрәтте ул. – Ана шулай, шулай!.. Теләһәң, оҫталыҡ эшенә ҡулың ипкенә икән, яуыз бала! – Атайым ҡәнәғәтләнеп көлдө. – Бүкән өҫтөндә тап-топ өйөлмәһен. Уларҙы иҙәнгә шылдырып төшөрә бар. – Атайымдың күҙ ҡарашынан ҡурҡыуымданмы, әллә оҫталыҡ эшенә ныҡлып күнекмәүемдәнме, көсөргәнешлек менән ҡыҫып тотҡан балтам дерелдәй башланы. Бер мәлде, ҡулым бөтөнләй көсһөҙләнеп, ҡараманы ике-өс урындан яҙа саптым.
– Һәйбәт ҡараманы боҙҙоң бит, ҡәһәр һуҡҡыры! – Атайым, ҡулымдағы ҡараманы һыпыра тартып алып, мине туҡмарға тотондо.
Герҙәй тос йоҙроҡ тәнемә тейгән һайын, ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәйенсә, ғәйепле кешеләй, ялынып-ялбарып аҡырҙым:
– Атай, ата-ай!.. А-а-ай, бүтән улайтмам, улайтмам!.. А-а-ай, ауырта-а-а!..
Минең ҡысҡырып илауыма иғтибар итмәйенсә, атайым оторо ярһыны, шашты:
– Һабағыңды уҡы, ҡәһәр һуҡҡыры! Мә, уҡы, уҡы!..
Минең туҡмалыуыма өйрәнгән Мөхәммәт менән Әминә өндәшмәй генә ҡараңғы мөйөшкә барып боҫто.
Атайым, мине туҡмауҙан арығас, хәле бөтөп урындыҡҡа ултырҙы.
– Әсәйеңә оҡшап, киҫекһеҙһең, баш бирмәҫкә маташаһың... Һүҙемдән сыҡһаң, мәңге мандымаясаҡһың, – тип һөйләнеп ултырҙы-ултырҙы ла, ҡашын һалындырып, миңә асыулы ҡараны. – Нимә ҡаттың, ҡәһәр һуҡҡыры? Тап-топто яғып, иҙәнде һепер!
Өйҙө көс-хәлгә йыйыштырғас, тамағыма ашап-нитеп тормайынса, тәнем һыҙлауға шәмәреп илай-илай, йөнө ҡойолған иҫке быҙау тиреһенә уранып, башым аҫтына утын ағасы һалдым да йоҡларға яттым.
Оҫталыҡ эшенә мауыҡһам, мәктәпкә уҡырға йөрөмәүемә ныҡ ышанған атайым һәр көндө яңынан-яңы һөнәргә өйрәтергә тырышты мине. Үҙе, оҫталыҡ эшендә хаталанһам-нитһәм, туҡмарға әҙерләнеп, ҡулындағы ҡамсы менән уңға-һулға һелтәнеп ултырҙы.
Атайымдың ныҡышлығы бушҡа булманы. Уның етәкселегендә мин татар, урыҫ сабаталарын үрергә, септә һуғырға, көйәнтә юнырға, сана ҡарамаларға, төрлө һауыт-һаба, ултырғыстар, эскәмйәләр әтмәләргә өйрәндем. Ләкин, ни тиклем ҡыйын булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкә уҡырға бармай ҡалманым.
Исмаҡай ауылынан алыҫ булмаған ерҙә алтын эше асылыуын ишеткәс, атайым мине оҫталыҡ эшенә өйрәтеүҙән төңөлдө.
– Әрҙәнә әҙерләү эше ары торһон! «Большой ключ» тигән ерҙә алтын күпләп табыла, ти. Шунда барып, мин дә хазина эҙләргә тотонам. Берәйегеҙ бәхетенән, беҙгә яҙғаны көтөп яталыр әле, моғайын, – тип, дәртләнеп атын екте лә приискыға китте.
Ул өйҙә юҡ саҡта беҙ ас йәшәнек. Бер аҙнаға еткерергә ҡушып ҡалдырған ҡул икмәген сәй ҡайнатып эскән һайын баш бармаҡ ҙурлығындай ғына итеп бүлешеп ашаныҡ. Ас булғас, көндө нисек итеп уҙғарырға белмәй интектек беҙ. Ваҡыт бигерәк тә яй үткәндәй тойолдо. Эсте тиҙ һеңдермәҫ өсөн, бер урында ҡуҙғалмай оҙағыраҡ ултырырға тырыштыҡ. Асығыуға сыҙамаған һеңлем ыңһырҙай илай башлаһа, ҡояш яҡтыһы төшкән иҙәнгә йәки стенаға күмер киҫәге менән һыҙам да сыҙарға ҡушып иҫкәртәм:
– Ҡояш ошонда килеп еткәс, тамаҡ туйҙырырбыҙ!
Ҡояш, беҙгә үс иткәндәй, мин билдә яһаған урынға үтә яй үрмәләй.
– Яҡты бер ҙә ҡуҙғалмай, бер урында тик тора, – тип зарлана ҡустым да, иҙәнгә йәйелгән ҡояш яҡтыһынан күҙен алмайынса.
Үҙемдең дә ҡорһағым бушауына ҡарамаҫтан, мин уларҙы бар хәлемсә тынысландырырға, йыуатырға тырышам.
Атайымдың өйҙә булмауынан файҙаланып, ҡайһы бер көндәрҙә, дәрестән аҙаҡ, төрлө түңәрәктәрҙә ҡатнаша башланым. Класташтарым менән бергә йыйылып, балалар өсөн яҙылған хикәйәләрҙе уҡыған мөғәллимә апайҙы тыңлауы миңә ҡыуаныс була торғайны. Хикәйәләрҙәге ыңғай геройҙар кеүек бик ғәҙел, батыр, ғәйрәтле һәм гел яҡшылыҡҡа ынтылғым килде.
Мөғәллимә апай, уй-тойғоларымды һиҙгән шикелле, совет власы йылдарындағы үҙгәрештәрҙе һәм төрлө яңылыҡтарҙы һөйләй-һөйләй ҙә беҙҙе лә әҙәпле, белемле, культуралы булырға өндәй.
– Буржыйҙар, йыуан ҡорһаҡлы капиталистар заманынан ҡалған зарарлы мираҫтан ҡотолоу өсөн, бөтә нәмәне үҙегеҙ йәшәгән өйҙән башлау мөһим. Урындыҡ урынына һәр бер уҡыусы балаға айырым карауат, айырым түшәк, айырым таҫтамал тоторға кәрәк. Атай-әсәйҙәрегеҙ бындай яңылыҡҡа ҡаршы килһәләр, иҫке ғөрөф-ғәҙәттең зарарлығын төшөндөрөгөҙ!..
Ул һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңлағандан һуң, өйгә ашҡынып-талпынып ҡайттым. Ҡустым менән ҡәрендәшемә сәй ҡайнатып эсерҙем дә, ял итеп тормайынса, ең һыҙғанып эшкә керештем. Стенаның буйынан-буйына һуҙылған урындыҡтың яртыһын бысып ҡыҫҡарттым, ишек тәңгәлендә буш ҡалған урынға урындыҡ таҡталарынан оло ғына ағас йәшниккә оҡшаған карауат ишаратын әтмәләнем. Иҫке тоҡҡа бесән тултырып, матрас тектем, тоҡсайҙан мендәр эшләнем. Һелтеле һыуҙа йыуып киптергән һарғылт сепрәкте таҫтамал урынына элеп ҡуйҙым.
Эшләр нәмәмде бөтөрөп, иҙәндәге сүп-сарҙы һеперә генә башлағайным, атайым ҡайтты. Ул өйгә лас-лос баҫып ингәс, тирә-яғына алан-йолан ҡаранды ла асыуланып һораны:
– Урындыҡты ниңә быстың?
– Мөғәллимә апай беҙгә яңыса йәшәргә, культуралы булырға ҡушҡанға, – тип ғорур яуап бирҙем.
– Бесән тултырылған тоҡто ла шунда һалырға ҡуштымы мөғәллимә апайың?
– Ул тоҡ түгел, матрас!
– Матрус тигәне нимә тағы?
– Матрус түгел, ә матрас, – тип төҙәттем атайымды. Үҙем, баш-баштаҡ ҡыланышым өсөн ныҡ эләгәсәген һиҙеп, эстән «дер» ҡалтырандым. Ләкин культура һәм яңылыҡ хаҡына барлыҡ ауырлыҡтарға түҙергә тырыштым.
– Мөғәллимә ҡотҡоһон тотоп, миңә зарар яһарға булғанһың икән, – тине лә, ҡапыл ҡыҙып китеп, атайым сәпәкләне-сәпәкләне лә, ишек төбөндәге карауатымды онтап, тоҡсай менән тоҡтағы бесәнде иҙәнгә туҙҙырып һирпкәс, төшөнкөлөккә бирелде: – Ҡалайтып оҙонайтырға был урындыҡты? Бысылған нәмәне бергә ҡабат ялғарлыҡ та түгел бит, исмаһам! Яҡшылыҡты аңламағас, һалҡын иҙәнгә ятҡырасаҡмын үҙеңде! Ниңә ҡаттың? Ҡылыҡһыҙлығың өсөн йәнә эләгәүен көтәһеңме? Өйҙәге бесәнде йыйыштыр!
Мөғәллимә апай ҡушҡан изге эште аҙағына саҡлы еткерә алмауыма эсем бошоп, туҙҙырылған бесәнде тышҡа сығарып һалдым да сәй ҡайнаттым. Атайымдың ярһыуын ҡабат ҡуҙғытмаҫ өсөн, бер-беребеҙ менән һөйләшмәнек, сәй эскәндә лә һорхолдатмаҫҡа тырыштыҡ. Ләкин шунда ла бәйләнерлек сәбәп табылды. Тубығын еңелсә ҡыймылдатып ултырған Мөхәммәткә текләп ҡараны ла:
– Шайтан саҡырма! – тип, уның тубығын семетте.
Тауыш-тын сығармайынса, ҡустым урынынан ҡуҙғалманы. Сынаяғын түңкәреп, ашъяулыҡтағы икмәк валсыҡтарын сүпләп ашаны ла, күҙҙәрен бәзерәйтеп, атайымдың ауыҙына текәлде. Тешһеҙ урты менән икмәк киҫәген ауыҙында әүәләгән атайым Мөхәммәткә асыуланды:
– Оңҡот, ҡомһоҙ, ауыҙыма ҡарап, тамағымды һыҡыттың! Ғүмерең буйы туйҙыра алманым бит һине! Бүктерәйем тип, туң май эретеп эсереүемдән дә файҙа теймәгәс, ҡалайтырға һинең менән? Нисаҡты ашаһаң да, барыбер ябыҡһың. Эсеңә, моғайын, мәсекәй әбей оялағандыр – шул туйҙыртмай һине! Ашаған ризығыңды, бисмилла әйтмәгәс, мәсекәй әбей һоғоноп тик тора торғандыр. Ҡәмәр әбейҙән тағы өшкөртөп ҡарарға микән әллә? – Атайым кикерҙе. – Әлхәмдү лилләһи рабил ғәләмин, – тип шөкөрәнә ҡылды. – Хоҙай ошо ризыҡтан яҙҙырмаһын. Бүтән ерҙә аслыҡ икән. Ә беҙ, Аллаға шөкөр, алтын эше асылғас, әҙерәк иркенләнек...
Атайым үҙ алдына оҙаҡ һөйләнде. Ҡустым, уға иғтибар итмәйенсә, мөйөштә япа-яңғыҙы ултырған Әминә эргәһенә һырыҡты. Һеңлеһе ҡулындағы икмәкте алырға маташҡан Мөхәммәтең ҡыланышын күргәс, атайым йәнә асыуланды:
– Өмөт иткес әруах булдыңмы, оңҡот? Ҡәрендәшең өлөшөнә теймә! Бар, ағайың эргәһенә ултыр!
Теге, атайыма текләнеп ҡарап, минең яҡҡа шыуышты.
Сәй эскәс, атайыбыҙҙың күңеле күтәрелде. Ул, элгәрге асыуын онотоп, Мөхәммәтте һөйҙө.
– Көйҙөрһә лә, ниңәлер, ошо улымды яратам бит! Киләсәк ышанысым тик һин генә. Атай һуҡҡан баланың тәне тамуҡта янмай, ти. Шуға асыуҙанма, улым. Атай кеше үҙ балаһын әҙәм булһын, тәүфиҡлы үҫһен тип туҡмай. Минең һүҙҙән сыҡмаһағыҙ, яҡшы кеше булырһығыҙ. Исмаһам, һин юлдан яҙма. Ағайыңдан өмөт юҡ. Уҡый башлағандан бирле боҙолдо. Шуға күрә уға фатихамды бирмәйәсәкмен. Атайҙан фатиха алмаған бала мәңге йәлсемәйәсәк.
– Ағайым мине лә уҡырға апарырға теләгәйне. Мин уны тыңдаманым, – тип маҡтанды Мөхәммәт.
– Маладисһың, улым, маладисһың! Ағайың хөсөтөн тотһаң, бик алама буласаҡ.
– Ағайым һине тыңдамай, ә мин тыңдайым, – теге атайыма иркәләнде. – Һинең шикелде, мин дә уҡырға йөрөмәйем, атай! Мөғәллимә апай ҡушҡанды тыңдамайым, урындыҡты ла бысмайым...
Бысылған урындыҡ иҫенә төшкәс, атайымдың асыуы ҡабаттан ҡабарҙы.
– Мөғәллимә хөсөтө менән йөрөп өйөбөҙгә зыян килтергәс, бынан кире ағайыңды ла мәктәпкә ебәрмәйем. Үҙ исемен яҙырға өйрәнгәс еткән!..
Иртәнсаҡ минең мәктәпкә китергә йыйыныуымды күргәс, атайым асыуланып һораны:
– Кисә нимә әйттем?
Мин яуап ҡайтарманым. Ҡумтамды алдым да, сәй эсеп тә тормайынса, тышҡа сығып йүгерҙем.
– Мине тыңдамағас, өйгә ҡайтма! – тип ҡысҡырып ҡалды ул.
Өйгә ҡайтмай, ҡайҙа барайым инде? Дәрес бөткәс, туҡмаласағымды белһәм дә, ҡалтырана-ҡалтырана өйөбөҙгә яҡынлаштым.
Был юлы, ни эшләптер, атайым миңә теймәне. Хатта асыуланыуын да белгертмәне. Тыштағы эшемде бөтөрөп, яртышар биҙрә һыу алып ҡайтып еүеш сабатамды сыуал ҡашағаһы тәңгәленә киптерергә элгәндә генә ул беренсе тапҡыр һүҙ ҡушты:
– Эшең бөттөмө?
– Бөттө. – Атайымдың әҙәмсә һөйләшеүе, мәктәпкә рөхсәтһеҙ барғаным өсөн асыуланмауы мине тынысландырҙы.
– Иртәгә ғәйет икәнен беләһеңме?
– Ишеттем.
– Ишеткәс, ҡаҙан аҫтына ут яғып һыу йылыт та, ыштан-күлдәгеңде көл һелтеһендә йыуып ал!
– Өҫтөмә кейеп торорға алмаш кейемем юҡ.
– Әсәйеңдең кәзәкеһен кей.
Сыр яланғас тәнемә әсәйемдең кәзәкеһен кейеп, ҡаҙанға һыу тултыра ғына башлағайным, атайым урындыҡтан күтәрелде. Ары-бире һуғылып йөрөнө лә йыуырға әҙерләгән ыштан-күлдәгемде дөрләп янған утҡа тыҡты.
– Ай, яна бит! – тип, аҡылдан шашҡан кешеләй алға ташланғайным, мине утҡа яҡын ебәрмәҫкә тырышып, атайым юлымды быуҙы.
– Янһын, – тине ул илауыма иғтибар итмәйенсә. – Күлдәк-ыштанһыҙ йөрөп ҡара уҡырға!
– Уҡымай ярамай миңә! – тип ҡысҡырҙым.
– Яра-а-ай, – тине атайым, көлөмһөрәп. – Һин уҡырға йөрөһәң, туғандарыңды кем ҡарар? Өй эшен мин башҡарыр тиһеңме? Былай, исмаһам, бер ҡайҙа сыҡмайынса, тик кенә ултырырһың!..
Әммә ул яңылышты. Нисек кенә ауыр, ҡыйын булмаһын, уҡыуымды ташламаҫҡа булдым. Иртәнсаҡ ыштан-күлдәкһеҙ сыр яланғас тәнемә әсәйем мәрхүмәнән ҡалған оҙон салғыйлы кәзәкеһен кейҙем дә яланбаш, яланаяҡ мәктәпкә йүгерҙем. Ҡаршынан иҫкән ҡышҡы һалҡын ел, кәзәке аша тотҡарлыҡһыҙ тәнемә үтеп өшөттөрә, ап-аҡ ҡар аяғымды өтә. Ярты юлды уҙғас, түҙмәнем. Тәүҙә Мөһөйә апайҙарҙа, унан Иҡсан бабайҙарға инеп әҙерәк йылындым да тағы йүгерҙем.
Мәктәпкә атылып барып инеүемде күргәс, иптәштәрем бер аҙ шаулаштылар-шаулаштылар ҙа баҫылдылар. Дәрес башланырҙан алда килгән мөғәллимә апай ниндәй хәлдә икәнлегемә бөтөнләй иғтибар итмәне. Иң арттағы буш партаға ултырып, бөкләгән аяғымды кәзәке салғыйы менән төрҙөм дә урынымдан башҡаса ҡуҙғалманым. Тәнәфес ваҡытында ла балалар менән уйнарға мөмкинлек булманы.
Дәрестән аҙаҡ өйгә ҡайтышлай Иҡсан бабайҙарға инеп йылынырға мәжбүр булдым. Иҡсан бабай менән Көзәйнәп инәй, мине йәлләп, хәстәрлекле өтәләнделәр.
– Сыуалға яҡыныраҡ кил, балам! Көлдөксәгә ултырып йылын, – тип, күм-күк аяҡтарымды тотҡолап ҡарағас, Иҡсан бабай ҡурҡты: – Аба-а-а, балаҡай, аяҡ бармаҡтарың туңған да баһа!.. Әбей, тим, әбей, йәһәтерәк ҡар алып ин!
– Хәҙер, хәҙер әпкиләм... – Иҡсан бабай кеүек, кәүҙәгә бәп-бәләкәй, ҡаҡса, бик етеҙ хәрәкәтсән Көзәйнәп инәй алып ингән ҡар менән улар икәүләп аяғымды ышҡырға тотондо.
– Аяғың ауыртыуы һиҙеләме? – тип һораны Иҡсан бабай.
– Юҡ, һиҙелмәй, – тинем.
– Әләйһә, һаман ыуырға кәрәк!
– Оло кешеләрҙе маҙаһыҙлауыма уңайһыҙланып, ҡайтырға булғайным, Иҡсан бабай мине туҡтатты.
– Ҡабаланма, улым. Өлгөрөрһөң. Өйөңә ҡайтыуҙан ни файҙа һиңә? Теләһәң, ҡал үҙебеҙҙә. Ҡалаһыңмы?
Йылы өйҙән сығып киткем килмәһә лә, кеше өйөндә ҡалыуҙы әҙәпһеҙлек һанап, Иҡсан бабайҙың тәҡдименә риза булманым.
– Атайым һуҡраныр, – тинем.
– Уның һуҡранмаған сағы бармы? – тип һораны Иҡсан бабай, ә әбейе алдыма бер сеүәтә итле һалма килтереп ҡуйҙы.
– Тамағыңа ашап ал. Ату, асыҡҡанһыңдыр. Тамағы туҡ кеше һыуыҡта ла өшөмәй.
Баҙнатһыҙланып ҡына ағас ҡалаҡҡа үрелдем. Һалма ашаған сағымда Иҡсан бабай эргәмдә ултырҙы. Нисек уҡыуымды, өйҙә ваҡытымда нимә эшләүемде һорашып белешкәс, атайымдың бала сағын, уның киҫекһеҙлеген, ата-әсәһен һанға һуҡмай үҫеүен һөйләне.
– Әүәлге заманда беҙ күрше генә торҙоҡ, – тине ул, Көзәйнәп инәйҙән һалма өҫтәтеп һалдыртҡас. – Абдрахман олатайың менән Әсҡәп өләсәйеңдең берҙән-бер балаһы булғас, атайыңды бик тә иркәләттеләр, бер ниндәй ҙә эшкә ҡушманылар. Шуға күрә ул ялҡау, мыжыҡ, үсексән, нәфселе үҫте, гел үҙен генә ҡайғыртты. Өйҙәрендәге барлыҡ ризыҡты яңғыҙы ашап, ҡайғы-хәсрәтһеҙ үҫкәс, ул буйға ла бик тиҙ оҙонайҙы, тыйнаҡһыҙ, яман шаян булды. Ата-әсәһе әйткәнде сүп шайына ла күрмәне. Бергилке тышта уйнап арығас, мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Көлдөксә ситендә ултырып, сыуалда арҡаһын ҡыҙҙырған олатаһының эргәһенә һиҙҙермәй генә барып баҫты ла арҡаһына утлы торонбаш менән төрттө. Яланғас тәне яныуға һыҙланған ҡарт уны ҡарғаманы. «Ай, балам, бигерәк киҫекһеҙ, алйотһоң. Алйот булһаң да, йәшә, Аллаһы Тәғәлә ғүмереңде бирһен», – тип яҡшы теләктәр теләне.
Тамағымды туйҙырғас, Иҡсан бабай үҫкән улының төрлө урындан ямалған киндер ыштанын, ҡолаҡсын бүркен, тула ҡуңыслы иҫке сарыҡ ҡатаһын бирҙе.
– Мә, ошоларҙы кей. Хәйерҙән булыр. Бөгөн ғәйет көнө бит. Мал-тыуарыбыҙ теүәл, бергә-бергә, иҫән-һау йәшәүебеҙҙе телә Хоҙайҙан, – тип, ҡурайҙа уйнарға тотондо. Ҡурай ғыжғылдатып танһығын ҡандыра алмағас, Көзәйнәп инәйҙең бик боронғо һандығы төбөндә оҙаҡ йылдарҙан бирле һаҡланған иҫке думбыраһын һорап алды ла, барлыҡ донъяһын онотоп, дамбыр-домбор доңғорҙаған көй ыңғайына ниндәйҙер йырҙы һамаҡларға тотондо. Туҡталып хәл йыйған ваҡытында Иҡсан бабай кеше ҡулы менән эшләнгән нәмәлә башҡорттарға уйнауы гонаһ имеш тип, думбыра, ҡумыҙ, скрипка кеүек музыкаль ҡоралдар дин әһелдәре тарафынан тыйылыуы, уларға таҡыя башлы ҡурайҙа ғына уйнарға рөхсәт ителеүе тураһында һөйләне.
Иҡсан бабайҙарҙан оло шатлыҡ менән ҡайтып киттем. Әммә ҡыуанысым оҙаҡҡа булманы. Мәктәпкә ҡасып китеүем өсөн атай мине өйгә индермәне. Тышта тороп өшөй башлағас, хужаһыҙ эт шикелле шыңшый-шыңшый, ҡыйыҡ аҫтына күтәрелеп, сыуал мөрйәһенә һыйындым. Унда ла ныҡлап йылына алманым. Сыуал мөрйәһенә арҡам менән терәлһәм, алдым өшөй, уға алдым менән боролһам, арҡам туңа. Өй эсендә атайымдың ҡарғанған тауышы ишетелә. Барлыҡ асыуын Мөхәммәткә төшөрөп, уны әрләй, ахырыһы...
Төн еткәс, бигерәк тә һыуытты, сыуал мөрйәһенең йылыһы ла һүрелде. Өшөүемә сыҙамайынса мин аҫҡа төштөм. Аҙбарға инеп һыртаҡ һыйырҙың йылы ҡорһағына терәлеп яттым. Борғаланыуымды яратмаған һыйыр урынынан торғас, тағы ла ни эшләргә белмәнем. Тешем тешкә теймәй ҡалтырана-ҡалтырана, тышҡа сыҡҡас, күктә япа-яңғыҙы йөҙгән тулы айға ҡарап илай-илай ялынып-ялбарҙым:
– Ай, исмаһам, һин йәллә мине. Көйәнтәле етем ҡыҙ эргәһенә алһаң, бәхетле булыр инем! Ерҙә миңә ҡыйын, интегәм, бик ыҙаланып йәшәйем...
Көләс йөҙлө ай ҙа моңһоҙ ҡалды. Ул, минең зарланыуымдан көлгән һымаҡ, йондоҙҙар менән сыбарланған күм-күк йыһан киңлегендә ҡуҙғалмай тороуын белде. Уның көмөш төҫлө һалҡын нурҙары мине тағы ла нығыраҡ өшөттө.
Хәлем мөшкөлләнә башлағас, Иҡсан бабайҙарға киттем. Уларҙың өйө тәңгәленә еткәс, уятырға батырсылығым етмәйенсә, кирегә боролдом. Кәртә эсенә ингәс, ишек асылған тауышты ишетеп, мөйөшкә йәшерендем.
– Ағый!.. Ағый, һин ҡайҙа? – тип бышылдап ҡына өндәшкән Мөхәммәтте күргәс, асыҡ урынға сыҡтым.
– Атай миңә ҡайтырға рөхсәт бирҙеме?
– Юҡ. Ул һиңә һаман да асыулы, ҡарғай. Мәктәпкә йөрөүеңде ташламаһаң, өйгә индермәйем, ашатмайым да, ти.
– Туңып үлһәм үләсәкмен, уҡыуымды ҡалдырасаҡ түгелмен, – тинем ҡалтырана-ҡалтырана.
– Берәйһенә инеп йоҡла, исмаһам, – тине Мөхәммәт.
– Барыр инем... Кешеләрҙе уятырға оялам...
Үҙ өлөшөн бүлеп ҡалдырған икмәк киҫәген биргәс, Мөхәммәт керергә ашыҡты. Өйгә инер алдынан, тышҡа ябынып сыҡҡан иҫке йортонон миңә ҡалдырҙы. Ҡустым биргән икмәк киҫәген ашап, йортондо кейгәс, бер аҙ күңелем күтәрелде. Аҙбар ҡыйығына өйөп һалынған бер күбә самаһы бесәнде өңә башлағайным, тирләр хәлгә етеп йылындым. Өңөмдөң уртаһына тиклем тәрәнәйтелгән соҡорға инеп ятҡас, тишекте бесән менән көпләнем. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, ҡыҫыҡ өңөм йылынды һәм нисек йоҡлауымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын...
– Ағый, ағый, – тип шыбырҙаған Мөхәммәттең тауышына һиҫкәнеп уянғас, тишектән һонолоп ҡараным.
– Нимә?
– Һин ҡайҙа?
– Бында! – Минең бесән өйөмө араһынан сығыуымды күргәс, ҡустым ҡыуанысынан илап ебәрҙе:
– Өшөмәнеңме?
– Юҡ.
– Һине туңып үлгәнһеңдер тип ҡурҡҡайным...
– Ниңә иртә торҙоң?
– Иртә түгел бит инде. Яҡтырып килә.
– Атай ни эшләй?
– Ул, атын егеп, йәнә алтын йыуырға китте.
– Ҡасан ҡайта икән?
– Бөгөн кис ҡайтырмын, тине.
– Минең хаҡта берәй һүҙ әйттеме?
– Һаман да асыуҙана. Уҡыуын ташларға теләмәһә, өйгә индермәгеҙ, теләһә ҡайҙа йөрөһөн, ти. Көллөһө уҡый башлаһа, донъяла ҡара эш эшләрҙәй кеше ҡалмаясаҡ, ти.
Беҙ өйгә индек. Мөхәммәт йәшереп алып ҡалған икмәк киҫәген йылы һыуға ҡушып ашағас, уҡырға киттем.
Кис, мәктәптән ҡайтҡас, тағы ла бесән ҡыуышына инеп яттым. Аҙна самаһы ваҡытты шунда уҙғарҙым. Икенсе аҙнала ғына, өйҙәге эштәрҙе башҡарырға мохтажлыҡ тыуғас, атайым миңә өйгә ҡайтырға рөхсәт итте.
Мин ишектән һағайып ҡына индем. Сыуалда янған ут яҡтыһы төшкән урында урыҫ сабатаһы үреп ултырған атайым, баш ҡалҡытып ҡарамайынса, ауыҙ эсенән һөйләнде:
– Һиңә инәлә икән, тимә. Үҙеңде йәлләгәндән ҡайтарҙым. Өйҙә генә ултырырға теләмәгәс, һеҙгә үгәй әсә апҡайтам. Ул атағыҙҙы танытасаҡ, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәсәк! Әйт, уҡыуыңды ташлайһыңмы, юҡмы?
– Ташламайым! – тинем, тиҫкәреләнеп.
– Ярар, ташламаһаң, башҡаса әмәл ҡалманы. Үгәй әсәй алып ҡайтмай хәлем юҡ, – тине лә, бер аҙ өндәшмәй ултырғандан һуң, миңә ҡалдырған картуфҡа ымланы: – Ана, аша...
Ул көндө һәммәһе тыныс уҙҙы.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас