

XII
Үҙ вәғәҙәһен атайым үтәне. Старателдәр магазинынан һатып алған аҙыҡ-түлек менән бергә, егерме биш-егерме ете йәш самаһындағы ҡатынды санаһына ултыртып алып ҡайтты. Улар, яҙылышмаһалар ҙа, бер-береһе менән ирле-ҡатынлы шикелле йәшәй башланы.
Йәш ҡатын беҙгә килгән көндән үк атайымдың ҡырыҫ, тупаҫ холҡо ла яҡшылыҡҡа үҙгәрҙе. Ул, ҡатынына әүрәп, балалары донъяла барлығын да онотто, һыланып-һыйпанып йөрөргә, үҙенән йәшерәк күренергә тырышты. Иртәнсаҡ, йоҡоһонан торғас та, яртылаш ағарған ерән һаҡалын бәке менән мөнтәне, мыйығының сит-сотон ҡырҙы, таҙартынды, йыуынды ла, ҡарт әтәс шикелле ҡупырайып йәш ҡатыны эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөнө. Уға нисек тә булһа оҡшарға, яғымлы, әҙәпле, иғтибарлы күренергә тырышты. Йәш ҡатын, иркә ҡолонсаҡтай ҡыйтаңлап наҙланды, тиҙ үсекте, турһайҙы, күңеленә оҡшаған нәмәләрҙе атайымдан таптырып интектерҙе.
Бер көндө, кирелә-һуҙыла түшәгенән торғас, ул үҙ тормошона зарлана башланы.
– Былайтып йәшәү ялҡытты. Бер ҡайҙа бармай, бер кемде күрмәй ултырыуы күңелһеҙ бит.
– Ҡайҙа барырға теләйһең, әйҙә, апарам, – тине атайым.
– Ҡайҙа апарыр инең? – Йәш ҡатын, эргәһендә өлтөрәп торған атайыма күҙ йүгерткәс, шарҡылдап көлөргә тотондо: – Ха-ха-ха!.. Беләһеңме, ҡартлас, мин ахмаҡ бит! Эйе, ахмаҡмын шул!
– Ниңә улай тиһең? Һин шәп, аҡыллы...
– Ю-у-уҡ, алдашаһың! – Теге, сәстәрен ялпылдатып, башын сайҡаны. – Мин ысындан да ахмаҡ, алйоттоң-алйото! Ейәнсәрең йәшендәге ҡатын булыуыма ҡарамаҫтан, һинең шикелле ҡартҡа әүрәүем алйотлоҡ түгелме ни? Һинең менән йәшәүҙең ни ҡыҙығы бар миңә? Нимәгә ҡыҙыҡтым икән? Эргәмдә сөсөкәйләнеп йөрөүең дә ялҡытты! Үҙгәрешһеҙ бындай тормоштан буйтым бүктем. Әгәр ҙә мәгәр мине һушһынһаң, эшеңдән ике-өс көнһөҙ ҡайтма.
– Нисек ҡайтма?..
– Миңә ял кәрәк. Теләмәйһең икән, бөгөн үк китәм!
– Ҡайҙа китәһең? – Атайым ҡурҡты.
– Ҡайҙа барыр еремде һинән һорарға тейешме ни мин? – тип ҡатын асыуланғас, ҡаршылыҡһыҙ ризалашты.
– Ярар, ярар, барыһы ла һин теләгәнсә булыр, – тине лә, беҙгә апайҙы тыңларға, теңкәһенә теймәҫкә, ҡушҡан һәр эшен эшләргә, үҙе өйҙә юҡ саҡта үҙебеҙҙе нисек тоторға икәнлеген ҡат-ҡат ныҡығандан һуң, атын егеп, приискыға китте.
Шул уҡ көндө кис, беҙҙең өйгә йәш ағайҙар менән апайҙар йыйыла башланы. Уларҙың һәр ҡайһыныһын асыҡ сырай менән ҡаршыланы атайымдың ҡатыны.
– Үтегеҙ, түргә үтегеҙ! Мин һеҙҙе күптән көтәм!
– Ниңә саҡырғайның? – тип һораны олораҡ ҡатын, йәш ирҙәр алдында шырҡандап көлә-көлә.
– Ҡунаҡҡа!
– Һыйың ҡайҙа?
– Үҙегеҙ әҙерләрһегеҙ, – тип ул әле бер, әле икенсе ҡатынға йомош ҡушты: – Әнисә, һин ҡамыр баҫ! Минжиһан, һиңә һалма киҫергә, ә һин, Ғәйникамал, өмә-мөшәне табала бешер!..
Ауыл йәштәре менән бергә мәктәптә бер ай самаһы уҡытҡан Ғата исемле йәш мөғәллим дә килгәйне беҙгә.
Үҙен баш, үҙен түш итеп тойған атайымдың ҡатыны, егеттәрҙең әле береһе, әле икенсеһе менән әҙәпһеҙ ҡыланып, шырҡ-мырҡ төрткөләшә-төрткөләшә, туҡталмай маҡтаныуын белде:
– Ниндәй оло ҡартты ла аҙҙырҙым бит! Ул минең өсөн сүп! Бөтә нәмәне үҙ ыңғайыма ҡуйҙы. Теләһәм, минең өсөн йәнен бирәсәк!
– Уның нимәһенә ҡыҙыҡтың? – тип һораны ҡамыр баҫҡан ҡатын.
– Үҙем дә аптырайым! – Хужабикә шарҡылдап көлдө. – Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, ти. Самарутҡа табып, алтын лафкаһынан бик күп ашамлыҡтар һатып алыуына ҡыҙыҡҡанмындыр, бәлки? Ниңә, төрлө ирҙе һынап ҡарау насармы ни?
– Түгелдер...
– Түгел булғас, юҡ-барҙы төбәшмәгеҙ. Ашамлыҡтар бар саҡта һыйланып ҡалырға һәм күңел асырға тырышығыҙ!
Ҡунаҡтар, уның һүҙен хуплап, ҡысҡырышты:
– Дөрөҫ!
– Дөп-дөрөҫ!
– Һыйланыр һыйы булғас, һыйланайыҡ!..
Бөтә нәмә әҙерләнеп бөткәс, һый башланды. Ағайҙар менән апайҙар беҙгә, балалар барлығына, иғтибар итмәйенсә шау-шыу ҡубарып, ашанылар, эстеләр, бер-береһен мәрәкәләп әллә ниндәй алама хәбәрҙәр һөйләнеләр...
Әҙәпһеҙлеккә, аҙғынлыҡҡа бағышланған мәжлес оҙон төн буйына һуҙылды. Таң алдынан ғына йәштәр таралыша башланы. Йәш ҡатын Ғата исемле мөғәллим менән икәүҙән-икәү ҡалғас, түрбашта ҡоролған шаршау артында юғалды. Уларҙың шырҡ-мырҡ көлөшөүҙәренә асыуыбыҙ ҡабарып, беҙ һаман йоҡлай алмай интектек.
– Әсәй тере булһа, уларҙы яҡын да юлатмаҫ ине, – тип шыбырҙаным Мөхәммәткә.
– Әй, шашып ҡалһын, әйҙә. Атай ҡайтһа, кәрәген бирер әле ул апайҙың!
Таң яҡтыһы ныҡлап беленгәндә мөғәллим ҡайтып китте. Шаршау эсендә яңғыҙы ятып ҡалған апай ҡояш баш осо тәңгәленә еткәнсе йоҡланы.
Кис атайым ҡайтты. Бите, танауы, күҙ төптәре шешенгән апай ишек төбөндә шаҡ ҡатып торған атайыма оятһыҙ күҙҙәрен ялтлатып ҡараны ла хихылдап көлдө.
– Йә, ҡартлас, ҡайттыңмы?
– Ҡайттым, – ыһылдағанға оҡшаған тауыш сығарҙы атайым.
– Ни әйтерһең хәҙер?
– Нисек? – Ул яурындарын ҡыймылдатты.
– Күрмәйһеңме?
Атайым, бысраҡ өй күренешенә, йыуылмаған һауыт-һабаға, туҙҙырылған икмәк һыныҡтарына күҙ йөрөтөп сыҡҡас, миңә боролоп ҡараны.
– Нимә булды бында?
– Нисек яуап ҡайтарырға белмәй, баҫҡан урынымда тыпырсындым.
– Мин... Мин... Мин ни...
– Нимә һин? – Асыуы ҡабарған атайымдың йоҙроҡтары төйөлдө. – Әйт, телеңде йоттоңмо әллә? Хәҙер онтай һуғам!
– Туҡта, ҡартлас, балаға теймә. Уның бында ҡыҫылышы юҡ. Бик теләһәң, аҙаҡтан, мин юҡ саҡта, дөмбәҫтерерһең ул малайҙы, – тип, йәш ҡатын атайымдың ҡаршыһына сығып баҫты. – Мине ошо өйгә алып килгән сағыңдағы вәғәҙәң иҫеңдәме?
– Ниндәй вәғәҙә? – Атайым, уға тура ҡарарға баҙнатсылығы етмәйенсә, күҙҙәрен аҫҡа текләне.
– Оноттоңдамы?
– Нимәне?
– Алтын йыйған ерҙе... Һөйгән йәремдән айырылып китергә теләмәгәйнем, нимә тинең, ҡартлас, тел биҫтәһе?
– Бер нимә лә әйтмәнем.
– Әйтмәнеңме, ҡартлас, әһә, әйтмәнеңме? Иҫеңә төшөрәйемме?
– Кәрәкмәй.
– Юҡ, тыңла!
Ҡобараһы осҡан атайым, барлыҡ асыуын беҙгә төшөрөп, сабаталы аяҡтарын тыпырҙатты:
– Ололар һүҙен ниңә тыңлап ултыраһығыҙ, ҡәһәр һуҡҡырҙар!
– Беҙ һөйләшкәнде тыңламайыҡ тип, ҡайҙа барһын улар? – Атайымды еңеүенә ҡыуанған ҡатын, шырҡылдап көлә-көлә, нисек итеп күңел асыуы тураһында үҙе һөйләне.
Атайым шунда ла шау-шыу ҡубарманы. Ул, артабан тыңларға теләмәйенсә, тешһеҙ уртын ҡымтып ҡыҫып, буйһонмаған ирендәрен көскә ҡыймылдатты:
– Кә-кә-кәрәкмәй, шайтан би-бисә, етте!
– Үҙең һораша башлағайның бит, ҡартлас, – тине йәш ҡатын, әрһеҙлеккә һалышып. – Тыңла...
– Тый телеңде, шаҡшы бисә!
– Яман исем тағырға булдыңмы миңә? – Ҡатындың шешенгән күҙҙәре тәүәккәлле ялтланы. – Былай булғас, барлыҡ халыҡ алдында мәсхәрә итәм, аҡылһыҙ ҡартлас!
– Ярар, ярар, бөттө. – Ниндәй дыуамал, ярһыу һымаҡ күренгән атайым, ҡапыл йыуашайып, түбәнселек менән юхалана башланы. – Бер-беребеҙгә тексәйешмәйек. Мин өйҙә юҡ сағымда күңел асыуыңа асыу тотмайым. Яҙған ризыҡ табылыр әле. Самарутканы Хоҙай бирҙе, Хоҙай үҙе алды...
– Асыуланмағас, килештек. – Йәш ҡатын тынысланды. Еҙ ҡомғанға һыу ҡойоп битен йыуҙы ла, ҡаҫмаҡланған сәсен тарап үргәс, ваҡ-төйәк әйберҙәрен яулыҡҡа төрҙө.
– Ҡайҙа китергә йыйындың? – тип һораны атайым.
– Китәм...
– Исмаһам, йәнә бер аҙ торһаңсы.
Тегеһе, уны тыңларға теләмәйенсә, ҡырт киҫте:
– Үҙеңә тиңдәш бисә тап, ҡартлас! – Бер нисә аҙым ишеккә табан барғас, туҡталыбыраҡ, беҙгә боролоп ҡараны: – Мине ғәйеп итмәгеҙ, балалар. Бәхил булығыҙ!..
Ялтлас башын һалындырып урындыҡ ситендә бөкрәйгән атайым ҡыҙғаныс, үтә меҫкен һәм йәл күренде...
шашып ҡалһын, әйҙә. Атай ҡайтһа, кәрәген бирер әле ул апайҙың!
Таң яҡтыһы ныҡлап беленгәндә мөғәллим ҡайтып китте. Шаршау эсендә яңғыҙы ятып ҡалған апай ҡояш баш осо тәңгәленә еткәнсе йоҡланы.
Кис атайым ҡайтты. Бите, танауы, күҙ төптәре шешенгән апай ишек төбөндә шаҡ ҡатып торған атайыма оятһыҙ күҙҙәрен ялтлатып ҡараны ла хихылдап көлдө.
– Йә, ҡартлас, ҡайттыңмы?
– Ҡайттым, – ыһылдағанға оҡшаған тауыш сығарҙы атайым.
– Ни әйтерһең хәҙер?
– Нисек? – Ул яурындарын ҡыймылдатты.
– Күрмәйһеңме?
Атайым, бысраҡ өй күренешенә, йыуылмаған һауыт-һабаға, туҙҙырылған икмәк һыныҡтарына күҙ йөрөтөп сыҡҡас, миңә боролоп ҡараны.
– Нимә булды бында?
– Нисек яуап ҡайтарырға белмәй, баҫҡан урынымда тыпырсындым.
– Мин... Мин... Мин ни...
– Нимә һин? – Асыуы ҡабарған атайымдың йоҙроҡтары төйөлдө. – Әйт, телеңде йоттоңмо әллә? Хәҙер онтай һуғам!
– Туҡта, ҡартлас, балаға теймә. Уның бында ҡыҫылышы юҡ. Бик теләһәң, аҙаҡтан, мин юҡ саҡта, дөмбәҫтерерһең ул малайҙы, – тип, йәш ҡатын атайымдың ҡаршыһына сығып баҫты. – Мине ошо өйгә алып килгән сағыңдағы вәғәҙәң иҫеңдәме?
– Ниндәй вәғәҙә? – Атайым, уға тура ҡарарға баҙнатсылығы етмәйенсә, күҙҙәрен аҫҡа текләне.
– Оноттоңдамы?
– Нимәне?
– Алтын йыйған ерҙе... Һөйгән йәремдән айырылып китергә теләмәгәйнем, нимә тинең, ҡартлас, тел биҫтәһе?
– Бер нимә лә әйтмәнем.
– Әйтмәнеңме, ҡартлас, әһә, әйтмәнеңме? Иҫеңә төшөрәйемме?
– Кәрәкмәй.
– Юҡ, тыңла!
Ҡобараһы осҡан атайым, барлыҡ асыуын беҙгә төшөрөп, сабаталы аяҡтарын тыпырҙатты:
– Ололар һүҙен ниңә тыңлап ултыраһығыҙ, ҡәһәр һуҡҡырҙар!
– Беҙ һөйләшкәнде тыңламайыҡ тип, ҡайҙа барһын улар? – Атайымды еңеүенә ҡыуанған ҡатын, шырҡылдап көлә-көлә, нисек итеп күңел асыуы тураһында үҙе һөйләне.
Атайым шунда ла шау-шыу ҡубарманы. Ул, артабан тыңларға теләмәйенсә, тешһеҙ уртын ҡымтып ҡыҫып, буйһонмаған ирендәрен көскә ҡыймылдатты:
– Кә-кә-кәрәкмәй, шайтан би-бисә, етте!
– Үҙең һораша башлағайның бит, ҡартлас, – тине йәш ҡатын, әрһеҙлеккә һалышып. – Тыңла...
– Тый телеңде, шаҡшы бисә!
– Яман исем тағырға булдыңмы миңә? – Ҡатындың шешенгән күҙҙәре тәүәккәлле ялтланы. – Былай булғас, барлыҡ халыҡ алдында мәсхәрә итәм, аҡылһыҙ ҡартлас!
– Ярар, ярар, бөттө. – Ниндәй дыуамал, ярһыу һымаҡ күренгән атайым, ҡапыл йыуашайып, түбәнселек менән юхалана башланы. – Бер-беребеҙгә тексәйешмәйек. Мин өйҙә юҡ сағымда күңел асыуыңа асыу тотмайым. Яҙған ризыҡ табылыр әле. Самарутканы Хоҙай бирҙе, Хоҙай үҙе алды...
– Асыуланмағас, килештек. – Йәш ҡатын тынысланды. Еҙ ҡомғанға һыу ҡойоп битен йыуҙы ла, ҡаҫмаҡланған сәсен тарап үргәс, ваҡ-төйәк әйберҙәрен яулыҡҡа төрҙө.
– Ҡайҙа китергә йыйындың? – тип һораны атайым.
– Китәм...
– Исмаһам, йәнә бер аҙ торһаңсы.
Тегеһе, уны тыңларға теләмәйенсә, ҡырт киҫте:
– Үҙеңә тиңдәш бисә тап, ҡартлас! – Бер нисә аҙым ишеккә табан барғас, туҡталыбыраҡ, беҙгә боролоп ҡараны: – Мине ғәйеп итмәгеҙ, балалар. Бәхил булығыҙ!..
Ялтлас башын һалындырып урындыҡ ситендә бөкрәйгән атайым ҡыҙғаныс, үтә меҫкен һәм йәл күренде...
XIII
Ҡунағыбыҙ киткәндән һуң өйҙә эс бошорғос тынлыҡ урынлашты. Үҙ ағышы менән барған үҙгәрешһеҙ тормошобоҙҙоң ҡото юғалыуы барыбыҙҙы ла иҙҙе. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән атайым, аңҡы-тиңкеләнеп, бер нимәгә лә иғтибар итмәҫ булды. Ул йүнләп ашаманы, эсмәне, төндәр буйы йоҡламай ятты. Төҫкә-башҡа һурыҡты. Етек сәсен алдырырға ла, һаҡал-мыйығын рәтләргә лә күңеле төшмәне. Эштән ҡайтып сисенгәс тә, йәш ҡатын кире әйләнеп килмәҫме икән тигәндәй, ниҙер өҙлөкһөҙ көттө, һағайып тыңланы, тәҙрәнән үрелеп ҡараны, әлдән-әле тышҡа сығып инде. Уның көн дә хыялый кеүек ҡыланыуы, ҡартайған башы менән аҡылын юғалтып әллә ниндәй ҡатын өсөн яфаланыуы, әсәйем мәрхүмәнең иҫтәлегенә хыянат итеүе асыуымды ҡабартты һәм ниндәйҙер ҡурҡыныс тыуҙырҙы. Яман-яҡшы булһа ла, атай кеше бит. Ҡайғы-һағышына сыҙамай үлһә-нитһә, беҙҙе кем аҫрар? Ҡустым менән һеңлемде нисек итеп үҫтерермен?
Бер аҙна самаһы уҙғас, атайым аңына килгәндәй булды. Беҙҙе ризыҡһыҙ ҡалдырған ҡатынды танһығы ҡанғансы ҡарғаны-ҡарғаны ла:
– Былайтып йәшәү килешмәҫ. Аҙаҡҡы көндәрҙә йыуған алтынымды кәссиргә апарып тапшырам да ашамлыҡ, ваҡ-төйәк нәмәләр һатып алам. Шунан, балалар, һеҙгә икенсе әсәй алып киләм, – тип ҡайҙалыр китергә йыйынды.
Атайым икенсе, өсөнсө көндө лә, аҙна аҙағында ла ҡайтманы. Кәзә менән һыйырға ашатырға кәртә башында бесәнебеҙ бөттө, яғып йылынырға утыныбыҙ ҡалманы. Тап-топ йыйып яғырлыҡ та рәт ҡалмағас, уҡырға бармайынса, бәләкәй сана һөйрәп урманға утынға киттем.
Март айы башланыуға ҡарамаҫтан, көндәр һалҡын торҙо. Туҡталмай иҫкән ел өшөттөрҙө. Иҫке Әүжән яръяғындағы урманға барып еткәс, ҡояш Бешәтәк тауы артынан күтәрелде. Ергә һибелгән уның тәүге нурҙары мине шатландырҙы, аҙналар буйы күңелемдә эркелгән барлыҡ ауырлыҡтарҙың әкренләп-әкренләп тарҡалыуын һәм яҡты донъяла йәшәүҙән ниндәйҙер мәғәнә барлығын тойҙом. Аҡлан уртаһында япа-яңғыҙы торған тармаҡ ботаҡлы ҡарт ҡайын олонона һөйәлеп, мин ҡояшты күҙәттем. Көләс йөҙлө, яғымлы ҡояш юғарыға күтәрелә барған һайын, ер өҫтөндәге барлыҡ нәмә йәнләнде. Аяҡ аҫтындағы боҙло ҡар епшене, ваҡ-ваҡ ҡына йылғалар барлыҡҡа килеүе беленде. Ниндәй рәхәт! Ҡояш ошолай ҡыҙҙырһа, бер нисә көн эсендә тәбиғәт күренеше үҙгәрәсәк. Йылғаларҙың ташыуы ла, үләндәрҙең үҫеүе лә, ағастарҙың йәм-йәшел төҫкә әүрелеүе лә, сәскәләрҙең сәскә атыуы ла, ҡош-ҡорттарҙың ығы-зығы ҡубарып ҡысҡырышыуҙары ла, хатта атайым йәшендәге ҡарт-ҡороларҙың йөрәгендә ғишыҡ уты барлыҡҡа килеүенә лә ҡояш сәбәптер, ахыры...
Саф, тап-таҙа һауаны иркен һулап, ала-солаға әйләнгән ялан уртаһынан артабан атланым. Сауҡалар араһындағы ҡоро, ҡаҡ ағастарҙы берәм-берәм йығып, бәләкәй санаға тейәй генә башлағайным, ниндәйҙер осло тимергә балта һағалдырығы эләкте. Былтырғы ҡыу үләндәр араһынан тупаҡ осо күренгән тутыҡ штыкты күргәс, аптыраным. Шунан, уны алырға тырышып, туң ерҙе балта менән соҡорға тотондом. Балта йөҙө нимәгәләр тейеп, саҡылданы. Граждандар һуғышы йылдарынан бирле һаҡланған хәрби патрондар ине улар...
Ололарҙан ишетеп белеүемсә, граждандар һуғышы йылдарында ошо тирәлә ҡаты һуғыштар барған. Беҙ, ярлы балалары, байҙарҙан иҙелмәһен, уҡыһын, белем алһын, киләсәктә ирекле һәм бәхетле йәшәһен өсөн, ҡыҙылармеецтарҙың ҡаны ҡойолған, ғүмерҙәре өҙөлгән бит ошо урында! Ирек, азатлыҡ яулау өсөн көрәшеүсе ир-егеттәрҙең ҡояш йылыһына кинәнеп йәшәй алмауҙары, көндән-көнгә төрләнә, матурлана барған тәбиғәт күренешен бер ҡасан да күрмәйәсәктәре ҡыҙғаныс тойолдо миңә... Беҙ бөгөнгө тормошобоҙ менән кемдәргә бурыслы икәнлегебеҙҙе онотмаҫҡа өйрәтәләр өлкәндәр. Азатлыҡ өсөн ҡорбан булған ата-олатайҙарыбыҙ даны менән ғорурланыу, уларҙың рухында йәштәрҙе тәрбиәләү – һәр кеше намыҫында...
Урманда байтаҡ ваҡыт аҙапландым.
Өйөп утын тейәлгән бәләкәй сананы көс-хәлгә һөйрәтеп ҡайтҡас, Мөхәммәт менән Әминә, минән ризыҡ таптырып, илаша башланы:
– Ағый, асыҡтыҡ!
– Икмәк, икмәк бир!..
– Юҡ икмәкте ҡайҙан алайым һеҙгә! – тип асыуландым.
Улар шунда ла аңларға теләмәнеләр, кемуҙарҙан ҡысҡырышып, икмәк таптырҙылар.
– Икмәк бер семтем дә юҡ. Ут яғып, хәҙер кәртүк бешерәм, – тип сыуалға ҡаҡ утынды өйөп яҡтым.
Минән бер йыл да ике айға ғына йәш булып та анһатҡа һалышырға өйрәнгән Мөхәммәт, ярҙамлашырға теләмәйенсә, ашарына һорап теңкәмде ҡоротто:
– Кәртүк оҙаҡ бешә, мин асыҡты-ы-ым!..
Минең асыуым ҡабарҙы:
– Оҙаҡ та оҙаҡ тигәнсе, исмаһам, бешерергә булыш!
– Һин ағай кеше, барыһын да үҙең эшлә, – тип тиҫкәреләнде ул, ауыҙын турһайтып урындыҡҡа менеп ултырҙы.
– Ярҙамлашмаһаң, атайға әйтәм!
– Әйт. – Мөхәммәт миңә арты менән боролоп ултырҙы. – Атай үҙе тыңдамаҫҡа ҡушты һине. «Йомош ҡушып ыҙалатһа, утын ағасы менән башына тондор», – тине.
– Алдашма!
– Миңә ышанмаһаң, атайҙың үҙенән һорарһың.
– Ҡушҡас, кил, тондор! Теге урынынан ҡуҙғалманы.
Уның менән минең мөнәсәбәтемде боҙорға, бер-беребеҙҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйырға, үсләштерергә, үҙ-ара ыҙғыштырырға тырышҡан атайымды мин аңламаным. Беҙ нимәгә булһа ла бәхәсләшә башлаһаҡ, әтәстәр талашҡанды күреп ләззәтләнгән һымаҡ, бер-беребеҙ менән һуғышырға өндәй торғайны. Мин атайымдың ҡотҡоһона бирелмәҫкә тырыштым, ә ҡустым, киреһенсә, ҡоторондо. Әле шул хаҡта иҫемә төшөрөп, Мөхәммәтте иҫкәрттем:
– Атай беҙҙе юрамал ыҙғыштыра. Татыу йәшәргә тырышайыҡ. Һуғыш суҡмары булырға ярамай. Утын ағасы күтәрһәң, мин дә ауыҙ дә эйәрҙем. Ҡыйпыш ҡушаматы менән йөрөтөлгән Ғәйфулла исемле күрше малай йолҡоп биргән кишерҙе шатырҙатып кимерә генә башлағайным, эргәмдә собалған олораҡ йәштәге малай-шалайҙар, пыр туҙышып ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, төрлө яҡҡа һирпелде. Мин, уларҙың ниңә ҡасыуы сәбәбен аңламайынса, яңғыҙым ҡалып, ҡулымдағы кишерҙе кимереүҙән бүленмәнем.
Малайҙарҙы баҫтырған Татый еңгәйҙең әрнеүле тауыш менән ҡысҡырыуы сәбәбенә лә иғтибар итмәйенсә, урынымдан ҡуҙғалманым. Малайҙарҙы тота алмайынса, минең янға килеп баҫҡан Татый еңгәйҙең аңлайышһыҙ телдә ярһып-ярһып һөйләнеүенә аптыраным. Ул саҡта, бик бәләкәс булғас, апайҙың кем икәнлеген һәм ниндәй телдә һөйләшкәнен аңламаным. Уның «кахар хуккырдар» тип әйткән һүҙе генә иҫемдә һаҡланған...
Йәшелсә баҡсаһының байтаҡ өлөшөн ҡоротҡан малайҙарға ҡарата булған асыуын миңә төшөрөп әрләне-әрләне лә, ашай башлаған кишерҙе алып итәгенә һөртөп ерҙән таҙартты ла кире бирҙе һәм икенсе ҡулымдан етәкләп атайыма алып барҙы.
Минең яҡҡа ымлап ниҙер һөйләгән еңгәй артынса беҙҙең өй ишеге ябылғас та, атайымдың йөҙө томрайҙы. Яҡтауға ҡыҫтырыулы сыбыҡты алды ла, асыулы тауыш менән үҙ алдына ниҙер һөйләнә-һөйләнә, ыштанһыҙ осамды танһығы ҡанғансы һыҙырҙы. Әммә шунда ла, үтә йәш сабый булғанлыҡтан, ниңә туҡмалыуымды белмәнем. Бер аҙ үҫеп, Мозафар ағай менән аралаша башлағас ҡына, кеше баҡсаһынан кишер урлап ашауым өсөн язаланыуымды аңланым.
Теге апай бик уҫал һымаҡ тойолдо. Шунан бирле Татый еңгәйҙәрҙең өйөн урап уҙҙым йәки, уның ҡаршымдан килеүен күреп, кирегә йүгерҙем. Был юлы аҙыҡ тураһында уйланып килеп ҡурҡманым…
Мине күреп, Татый еңгәй мәҙәк кенә ҡараны ла, бер аҙ уҙып киткәс, кире боролдо.
– Хин, кайныш, бушхынмы?
– Буш, – тинем, уға баш ҡалҡытып ҡарарға баҙнат итмәйенсә.
– Мина утын бысырға вахыт табырхынмы? – тип һораны ул, украин теленә баҫым яһабыраҡ.
– Бысырмын, еңгәй.
– Алайха, айда, киттек.
Мин Татый еңгәйгә эйәрҙем.
Шахниязовтар үҙебеҙҙән бер өй аша ғына йәшәй ине. Улар йәшәгән өйҙөң тышҡы күренеше башҡа кешеләрҙекенән ныҡ айырылып тора торғайны. Таштан буралған өйҙөң нигеҙе бейек, ҡыйығы тимер менән ябылғайны, ҡапҡалары, тәҙрәләре матур һырыулы булды.
Күркәм, ҡупшы бейек өйгә яҡынлаша башлағас, ҡыйыуһыҙландым.
Алдан барған Татый еңгәй ашыҡтырҙы.
– Кайныш, кабалан, калма, – тип мине өйөнә алып инде.
Ишек менән тәҙрә яҡтауҙары, түбә таҡтаһы – аҡҡа, иҙәне һап-һары буяуға буялып, стеналарына сәскәле обой йәбештереүле, үтә таҙа һәм яп-яҡты өй эсендә беренсе тапҡыр булғанлығымдан, иҫ-аҡылым китте.
Йорттоң бүлмәләре лә бөтөнләй башҡаса: биргеһендә – оло урыҫ мейесе, түр башындағы тәҙрә тәңгәлендә өҫтө ялтырауыҡлы өҫтәл менән ялтырауыҡлы ултырғыстар, төрлө һауыт-һаба. Бүлмәнең бер яҡ стенаһына ҡылыс, хәнйәр, мылтыҡ эленгән, икенсеһенә – һары рамға ҡуйылған портреттар, төрлө фото-рәсемдәр һәм тағы ла әллә нисәмә нәмәләр, өсөнсө стенала ҡалын-ҡалын китаптар ҡуйылған ялтырауыҡлы оло китап кәштәһе. Төпкө бүлмәләрендә киң тимер карауат тора ине...
Өйҙөң эске күренешен ожмахҡа, әкиәттәрҙәге батша һарайына тиң күреп, уның саф һауаһын күкрәк тултырып һуларға һәм тап-таҙа иҙәненә баҫып торорға ла уңайһыҙландым.
– Ишык тубында турма, кайныш. Турга ут, тамағынды туйдырып ал, – тип хужабикә мине өҫтәл артына ултырырға саҡырҙы.
Мозафар ағайға бер ниндәй туғанлығым булмаһа ла, Татый еңгәйҙең һәр саҡ «кайныш» тип өндәшеүе һәм яғымлылығы, уның баҡсаһына төшкән ваҡыттағы ваҡиғаны оноттортоп, күңелемде арбаны, бер аҙ тартыныуым да кәмене. Урыҫ мейесе эсендәге сөгөн көршәктәге итле ашты оло тәрилкәгә тултыра ҡойоп тамағымды туйҙырғансы ашатҡас, мине тышҡа алып сыҡты.
– Хәдер, хал йыйғас, эшлярға да була!
Татый еңгәй менән мин утын быса башлағас, ҡайҙалыр йөрөгән Мозафар ағай ҙа ҡайтты.
– Һеҙгә ярҙамсы кәрәкмәйме? – тип һораны ла, балта алып, беҙ бысҡан утын түмәрҙәрен ярырға кереште. Үҙе, туҡталып-туҡталып, мине маҡтаны: – Ай, маладис икәнһең, Хәшимов! Эшкә бешекһең бит!
– А ниңа Хашимов? – Татый еңгәй аптыраны. – Хин, Музахфар, кайныштың атахы Абдрахманов тигайның тугылмы ни?
Мозафар ағай, тыш та мыш ауыр һулап, киң маңлайы менән түңәрәк йөҙөндәге тир тамсыларын ҡулъяулығы менән ағай менән Татый еңгәйҙең изгелеге, яҡшылыҡҡа өндәүсе өгөт-нәсихәттәре онотолмай, киреһенсә, яңынан-яңы үҙенсәлектәре менән һынлана. Улар менән бергә булған бала сағымдағы күренеш күҙ алдымдан китмәй һәм уларҙы төшөмдә лә бик йыш күрәм.
Дауамы бар.