

XIV
Татый еңгәй биреп ҡайтарған ризыҡты ашап бөтөрөүебеҙгә атайым да ҡайтып инде. Яңғыҙы түгел – ҡор санаға йәйәүле бесән өҫтөндә ҡыҫҡа буйлы, йыуантаҡ, боғаҡ үңәсле апай ултыра ине.
Ул үҙен егеттәрсә тотто. Ҡатынды өйгә алып ингәс:
– Балалар, бына һеҙгә яңы әсәй! Уны яратығыҙ, ҡушҡан һәр йомошон тыңлағыҙ. Ҡарышһағыҙ-нитһәгеҙ, мине беләһегеҙ бит, һеҙҙе сыбыртҡы көтә! – тине.
Йыуантаҡ апай урынынан ҡуҙғалманы. Беҙҙең мөшкөл өй күренешенә иҫе киткән һымаҡ, тауыш-тын сығармай байтаҡ ваҡыт шымып торғандан һуң, ашыҡмай ғына сисенде. Уның яй ҡыланышы, тотлоға-тотлоға һөйләшеүе атайымдан ҡасып киткән йәш ҡатындан ҡайтыш, йәмһеҙерәк төҫө беҙгә оҡшаманы.
Тыштағы ваҡ-төйәк нәмәләрен алып ингәс, атайым миңә асыуланды:
– Нимә шаҡҡатып ултыраһың? Сыуалға ут яғып, йәһәт кенә самауыр ҡайнат!
– Ҡуйсәле, атаһы, балаларға ҡаты һуғылма, – тип йәшме-ҡартмы икәнлеге беленмәгән ҡатын мине яҡлашты.
– Уларҙы артыҡ иркәләтергә ярамай. Артыҡ иркәләтһәң, башыңа менеп ултырасаҡтар!
Атайымдың киҫәтеүенә иғтибар итмәйенсә, апай беҙҙе берәм-берәм һөйөп сыҡты.
– Минең исемем Мөьминә булыр. Татыу йәшәйек. Мине һушһынһағыҙ, «әсәй» тиегеҙ. Теләмәһәгеҙ, үҙ ихтыярығыҙҙа, «апай» тиһәгеҙ ҙә ризамын.
– Нисек инде «апай»? – Атайымдың йөҙө томрайҙы. – Уларға апай булырға сит кешеме ни һин? «Әсәй» тип йөрөттөрт! Шулайтмаһалар, кәрәктәрен аласаҡтар!
– Ҡуйсы, атаһы, балаларҙы улай ҡурҡытма. Уларҙың үҙ ыңғайҙарына ҡуяйыҡ.
– Ярамай, ярамай уларҙы буйҙатырға, – һаман ныҡышты атайым.
– Балалар тәүфиҡлы, бик һәйбәт күренәләр. Ошоғаса үҙем кейәүгә сыҡмағас, бала-саға тапмағас, уларҙы үҙ балаларым кеүек көтәсәкмен, – тип үгәй инәй беҙҙең алда һаман юхаланды.
– Кәрәкмәгәнен һөйләмә инде. Кейәүгә элгәре сыҡҡанһыңмы-юҡмы икәнлеген белеү нимәгә уларға? – тине атайым, ризаһыҙлыҡ белдереп.
Мөьминә, башымдам һыйпап, миңә сәй ҡайнатырға ярҙамлашты.
– Мине һин нисек йөрөтөргә теләйһең?
– «Инәй» тиһәм, нисек – яраймы? – тип һораным, бәйләнсек ҡатынға ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап.
– Теләһәң ни эшлә. – Ҡатын көслөк менән йылмайҙы.
– Нисек инде «теләһәң ни эшлә»?! – Атайыма беҙ һөйләшкәне оҡшаманы. – «Инәй» тип беҙҙә сит ҡарсыҡҡа әйтәләр. Әле һин йәш. Һүҙ рәтен белмәһәләр, һабаҡтарын уҡытырмын мин уларҙың, – тип миңә бармаҡ янаны: – Һөйләшергә лә эшкинмәгәс, бар, атҡа бесән һалып, һыртына септә яп!
Атай менән инәйҙе күрмәҫтәй булып, мин тышҡа сыҡтым.
Бер аҙ ваҡыт уҙғас, атайым алып ҡайтҡан ҡатын аҡылға еңелерәк булыуы асыҡланды. Шулай булһа ла, үгәй әсәй беҙҙе ҡыйырһытманы. Өй эшен үҙе башҡарҙы, өҫ-башыбыҙҙы таҙартты, йыуҙы, яманы, яғымлы һәм кешелекле булырға тырышты.
Яңы инәй беҙҙә йәшәй башлағандан бирле минең хәл һәйбәтләнде. Дәрес әҙерләп, көн дә уҡырға йөрөргә мөмкинлек тыуҙы. Хатта имсе-томсо Ҡәмәр әбейгә барып төрлө бәйеттәрҙе, мауыҡтырғыс әкиәттәрҙе тыңларға, Ҡөрьәндең айырым доғалары менән сүрәләрен өйрәнергә лә ваҡыт табылды.
Инәйҙең беҙгә ҡарата яҡшы мөғәлмәлә лә булыуы, мине эшкә ҡушмауы, үҙ ихтыярыма ҡуйыуы атайыма оҡшаманы. Ул, асыуын белгертмәҫкә тырышып йөрөүенән тәҡәте ҡороп, көс-хәлгә сыҙап йөрөнө-йөрөнө лә тырҫ-мырҫ өндәште:
– Балаларҙы боҙаһың! Улар алдында ярамаһаҡланыуың һис килешмәй миңә. Былайтып йәшәһәк, мандымаясаҡбыҙ...
– Нисек ярамаһаҡланам, ти? – Һауыт-һаба менән аҙапланған инәй, күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап, атайыма һораулы ҡараш ташланы.
– Балалар ниңә өйҙә ултырмай?
– Бәйләп ултыртайыммы ни уларҙы?
– Беләм мин хәйләңде!.. Һинән элгәрге йәш бисә шикелле ҡыланмаҡсы булаһыңмы?
– Ниндәй йәш бисәне әйтәһең? – инәй аптыраны.
Уға яуап ҡайтармайынса, атайым екеренде:
– Мин өйҙә юҡ саҡта яңғыҙ ни эшләйһең? Балаларҙы ситтә йөрөтөп, үҙең икенсе ирҙәр менән шыйҡандайһыңмы?
– На-а-а-хаҡ... Ҡайһылай нахаҡ! – Мөьминә инәй ағарынды. – Ай, Хоҙайым... – Ул, нисек аҡланырға белмәйенсә, ауыҙын асҡан көйө ыҡ-мыҡ торҙо-торҙо ла, ауыр һулап, шып-шым булды.
Атайым, киреһенсә, был ҡатыны йыуаш, үҙен-үҙе яҡлай алмаясағын аңлағас, оторо ярһыны:
– Бер ауыҙым бешеүе лә еткән!.. Һиңә тиклемге бер шалҡы алама аҙапланғас та, әҙәм көлкөһөнә ҡалдым. Бынан кире, аулаҡта ирҙәр эйәләштереп, уйнаш иттертмәйәсәкмен өйөмдә! Эйе, бер һемәйеүем дә баштан артҡан!.. Ауыҙлыҡтап тотасаҡмын!.. Минән ҡасып китһәң, үлтерәсәкмен!..
– Нимә һөйләйһең һин? – Ныҡ ҡурҡынған инәй, бер ни аңламайынса, ағарынып ҡалтыранды.
– Белмәмешкә һалышма!
– Минең һы-һы-ы.. ғәйебем ю-у-уҡ!..
Нахаҡтан рәнйетелгән инәйҙе йәлләп, мин яҡлаштым:
– Беҙгә бер кемдең дә килгәне юҡ, атай!
– Алдашма! – Атайым, ажарланып, миңә йоҙроғон төйҙө. – Теләһә ҡайҙа аҙып-туҙып йөрөгәс, нимә беләһең һин, әрәмтамаҡ! Бынан кире, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәйһең. Инәйеңә кем килеүен, уның кем менән һөйләшеүен аңдып, өйҙә генә ултырасаҡһың!
– Уҡыуымды ташламаясаҡмын, – тинем, тиҫкәрләнеп.
– Тыңдамаһаң, бер ҡайҙа йөрөй алмай итеп, аяҡ-ҡулыңды һындырасаҡмын!..
«Дыулар-дыулар ҙа, ярһыуы баҫылғас, һәммәһен онотор әле» тип уйлап, мин өндәшмәнем. Ләкин яңылыштым. Атайым, мине бер ҡайҙа йөрөтмәҫ өсөн, аяҡтарымды бығаулап ҡалдырҙы.
Ат бығауын аса алмай, өҙгөләнеп-тартҡыланып, илай-илай йәшәй торғас, үҙ яҙмышыма күнектем. Аҙаҡтан, бығауҙан ҡотолғас та, атайымдың язаһынан ҡурҡып, бер ҡайҙа сығып йөрөмәйенсә, өйҙә генә ултырырға мәжбүр булдым.
Эштән йөрөп ҡайтҡан һайын атайым гел бер үк һорауҙы бирҙе:
– Мин өйҙә юҡ саҡта кем килде?
– Бер кем дә килмәне, – тип яуап ҡайтарҙым.
– Атайым ышанманы.
– Инәйеңә һатылғанһың. Шуға күрә уның ҡыланышын йәшерәһең. Йә, әйт, беҙгә кем килде? Берәйһенән дөрөҫөн белешһәм, икегеҙҙе лә һау ҡалдырмаясаҡмын, – тип бәйләнде ул.
Ғәйепһеҙ инәйгә атайымдың бәйләнеүе мине көйөндөрһә, Мөхәммәт ҡустымды һөйөндөрҙө.
– Ул инәй беҙгә кем? Үҙ әсәйебеҙме ни? Бубиситель-бубка ҡатынды яҡлашып, атай менән асыуланышҡансы, юҡты бар итеп әйт тә ҡуй, – тине ул, хәйләле көлөп.
Мин асыуланғас, үпкәләне һәм атайға алдыҡ һүҙҙе ошаҡлашып беҙҙән үсен алды.
Алама ҡыланышын ташлатырға тырышып, мин Мөхәммәтте туҡманым, ә ул мине атайымдан туҡматты. Беҙ әкренләп-әкренләп бер-беребеҙҙән ситләштек һәм дошманлаштыҡ.
Атайыма арҡаланып, ҡустым миңә дәрес әҙерләргә лә ҡамасауланы. Бер кисте, сыуал яҡтыһы төшкән ергә ултырып өйгә бирелгән эште яҙған сағымда, юрамал терһәгемә төрттө йәки дәфтәремде сыйҙыртты.
– Етте, йәнә тейһәң, кәрәгеңде алырһың, – тинем.
Теге мин әйткәнде ҡолағына ла элмәне. Ситкә китеп әҙерәк ултыра ла тағы ҡамасауларға тотона. Ахырҙа түҙмәнем, асыуым ҡабарып, уның башына тондорҙом. Ул миңә ҡайтарып һуҡты. Шунан тас та тос һуғыша башланыҡ.
– Туҡталығыҙ, әтәстәр, туҡталығыҙ, – тип сыйылданы инәй.
Беҙ туҡталманыҡ, һаман һуғыштыҡ.
Урындыҡта һуҙылып ятҡан атайым тороп ултырҙы. Ул беребеҙҙе лә яҡлашманы. Беҙҙең һуғышыуыбыҙҙан мәрәкә табып, бер туҡтауһыҙ көлдө. Мөхәммәтте ныҡлап дөмбәҫтәүемә иғтибар иткәндән һуң ғына:
– Ҡустыңды йәллә, – тип иҫкәртте.
Мин туҡталғайным, Мөхәммәт ҡабат килеп йәбеште.
– Менә шулай, улым, бирешмә! – Атайым, көлә-көлә, кесе малайын дәртләндерҙе: – Ағайыңдың томшоғона тондор, томшоғона! Нығыраҡ, тим, нығыраҡ!.. Әнә шулай, маладис!.. Һе-һе-һе... – Тешһеҙ уртын шар асып көлгән сағында атайымдың төкөрөк тамсылары битемә сәсрәне, һаҡалы елпенде. – Йәлләмә көсөңдө!.. Ике йоҙроҡлап һуғыш!..
Мөхәммәт ажарланды. Баш бармағымды тешләп, битемде ҡаната сапсығайны, асыуым ҡабарып, танауына йоҙроҡлап тондорғас, ул аҡырып ебәрҙе һәм урғылып ҡан аҡҡан танауын ҡуш ҡуллап ҡапланы.
– А-а-а!..
Көлөүенән тыйылған атайымдың йөҙө ҡарайҙы. Өндәшмәй-нитмәй урындыҡтан шыуып төшкәс, ул мине туҡмарға кереште.
Ҡурҡышынан йөрәге алынырҙай хәлгә еткән инәй, мине әрсәләп, атайҙың беләгенә йәбеште.
– Ҡуй, баланы имгәтәһең бит!
Ярһығандан-ярһый барған атай ҡатынын иҙәнгә тәгәрәтә төрттө лә шашынып-шашынып мине туҡманы.
Иҙәндән күтәрелгән инәй илай-илай мине кәүҙәһе менән кәртәләгәс, атайым бөтөнләй ҡоторондо.
Беҙҙе алмашлап туҡмауҙан хәле бөткәс, тышылдаша-тышылдаша, сыуал көлдөксәһенә барып ултырҙы ла икебеҙҙе ҡарғаны.
XV
Беренсе туҡмалыуҙан уҡ Мөьминә инәй бөршәйҙе, еңел аҡыллы икәнлеге нығыраҡ беленде. Шуғаса башҡарған эшенән тамам төңөлөп, иҙән йыуырға, кер сайҡарға, тишек-тошоҡло кейемгә ямау һалып ямарға, һыуға барырға, хатта ҡаҡашланған һауыт-һабаны йыуырға ла күңеле төшмәне уның. Сөйҙәнгән шикелле, иртәнән кискә саҡлы бер урындан ҡуҙғалмай ултырҙы ла ултырҙы. Ҡайһы бер ваҡытта ҡайнар күҙ йәштәрен ағыҙып илай-илай ҙа ҡайғыһыҙ-моңһоҙ уҙғарған йылдарын һағынып иҫкә ала торғайны.
Иҫән-һау, тап-таҙа, утыҙ-утыҙ биш йәш самаһындағы ҡатындың төшөнкөлөккә бирелеүен, үҙен бөтөнләй аҡылһыҙ, хыялый һымаҡ тотоуын мин дә ауыр кисерҙем. Бер туҡтауһыҙ мыжыуына, тиктомалға бәйләнеп ыҙалатыуына донъяла иң ғәмһеҙ, иң вайымһыҙ, иң бошонҡоһоҙ мәхлүк сыҙамаҫ ине, моғайын. Беҙ, ярай, бындай тормошҡа тыумыштан күнеккәнбеҙ. Ә инәй бахырға һәр тупаҫлыҡты ишетеү – үлемгә тиң!
«Балаларға талапсан була белмәйһең, уғата йомшаҡһың. Ҡәһәр һуҡҡыры балаларҙы ҡыҫып тот, тыңдамаһалар – туҡма», тип үгәй әсәйгә ныҡыған атайым беҙгә бөтөнләй киреһен әйтте: «Нисек кенә ярамһаҡлашырға тырышһағыҙ ҙа, ул һеҙгә сит кеше...»
Беҙҙе – инәйгә, инәйҙе беҙгә ҡаршы ҡуйырға тырышҡан атайым ниндәй маҡсат тотоуы сәбәбен әле лә аңламайым.
Мөьминә инәйҙең яҙмышын әсәйем мәрхүмәнекенә оҡшатыуҙан йөрәгем әрнене. Бер көндө, атайым алтын приискыһына эшкә киткәс, түҙмәнем:
– Инәй, үҙ ғүмереңде беҙҙең менән заяға уҙғарыуҙан ни файҙа һиңә? – тип һораным.
– Бәхетем шул булғас, ҡалайтайым? – ул бойоғоп ҡына баш ҡалҡытып ҡараны. – Мин, һинеңсә, нимә эшләргә тейешмен?
– Беҙҙән китһәң, һәйбәт булыр, тим.
– Ҡайҙа барайым?
– Һаралы ауылына ҡайт.
– Ҡурҡам... – Күҙҙәрен аландырып, инәй бөршәйҙе.
– Кемдән?
– Атайыңдан... Бәҙретдин менән Хәблетдин ҡустыларым да һыйҙырмаясаҡ. Улар уҫал. Бәхетеңә тура килгән ирҙән китһәң, ҡабырғаңа ҡабыҡ бәйлә, тип ҡалдылар...
– Бүтән ергә барырға мөмкин түгелме ни?
– Барыр ерем булһа, бында йәшәр инемме?
«Мин дә ҡасып китерҙәй булам был өйҙән», тип уйланым. Беҙ шымып ҡалдыҡ.
Киләсәккә өмөтөн юғалтҡан үгәй әсәнең төҫө бер аҙ асылып ҡалғандай тойолдо. Уйланып ултырҙы ла, бер һүҙ өндәшмәйенсә, ваҡ-төйәк нәмәләрен яулыҡҡа төрә башланы.
– Китәһеңме? – тип һораным.
– Китәм, – ул шәмәреп иланы. – Ас тамағым, тыныс ҡолағым, тигәндәй, Хоҙай Тәғәлә берәй ярҙамын бирер әле. Сыҙар әмәлем ҡалманы башҡаса. Ғәйепкә алмағыҙ, бәхил булығыҙ, балалар!
Үгәй әсә киткәндән аҙаҡ өй эсе буп-буш булып ҡалғандай күренде. Уға ныҡлап эҫенергә өлгөргәнбеҙ икән. Шуға күрә өйөбөҙҙөң ҡото бөттө. Бындағы бөтә нәмә, Мөьминә инәйҙе юҡһынып, ҡайғы-хәсрәт кисергән шикелле тойолдо.
Ҡояш байығас, өй эсе тиҙ ҡараңғыланды. Атайым эштән ҡайтһа, миңә ныҡ эләгәсәген аңлап, тәҡәтем ҡороно. Бүтән ваҡытта ап-аруҡ яҡтыртҡан һуҡыр шәм дә, бөгөн инәй булмағас, иренеп янғандай булды. Уның төтөн ҡатыш һонолған оҙон теле өҙлөкһөҙ елпенә, борғалана, юғарылағы тимер ҡалпаҡты ялай. Ҡасандыр матур сәскәләр төшөрөлгән ул тимер ҡалпаҡ ҡоромға ыҫланған һәм, ниңәлер, әсәйемдең күм-күк йөҙөн хәтерләтте. Әсәй... Ниндәй ыҙалыҡтар күргән ул бахырҡай!.. Бала өсөн әсәйҙән дә һөйкөмлө, ғәзиз, яҡын һәм яғымлы кеше бар микән донъяла?! Әсәйем иҫән ваҡыттағы минуттар бер ҙә генә онотолмай, ул саҡтағы күренеш күҙ алдымдан китмәй. Аслы-туҡлы йәшәһәк тә, әсәй бар саҡта ниндәй бәхетле булғанбыҙ икән!.. Ә әсәй? Ул үҙе бәхетле инеме һуң?..
– Инәй һинең хөсөтөң менән китте, – тип ҡустым илай башланы. – Атай ҡайтһа, ошаҡлайым!..
– Ошаҡлаш, ошаҡ сәрмәһе, – тинем, асыуланып.
– Ошаҡлашам!
– Инәй кәрәк булдымы хәҙер? Юҡ нәмәне бар итеп атайға әйтмәһәң, моғайын, китмәҫ ине.
– Атайҙан һине лә туҡматам, – тип ажарланды Мөхәммәт.
– Уға бер нимә лә әйтмә...
– Әйтәм! – тип ул битемә төкөрҙө.
Атайыма ошаҡлашмаһын өсөн, нисек тә булһа тауыш ҡубармаҫҡа тырыштым.
– Кешегә төкөрөргә ярамай. Төкөргән кеше үлгәс, теге донъяла эҫе таба ялатырҙар, ти.
– Минән түгел, атай үҙеңдән ялатыр эҫе табаны! Атайға барыһын да әйтәм.
– Әйтерһең, тик аҙаҡтан, атайҙың ярһыуы әҙерәк баҫылғас ошаҡлаш, – тинем.
– Атайға ошаҡлашмаһам, миңә нимә бирәң? – тип һораны Мөхәммәт, еңмешләнеп.
– Һиңә бирерҙәй нәмәм юҡ.
– Улай булғас, әйтәм, барыбер әйтәм, – ҡустым ҡоторондо.
Уны әүрәтеп-әүрәтеп бер нисек тә туҡтата алмағас, аптыраным. Атайым ҡайтһа, ныҡ туҡмаласағымды аңлап, урамдағы һәр тауышты көсөргәнешлек менән тыңлауҙан туҡталмайынса, көршәккә картуф бешерергә һалдым.
Ишек алдындағы аяҡ тауышын ишетеп ҡалтырандым.
«Атайым микән әллә?» тип тышҡа сығырға булғайным, Мөьминә инәй кире ҡайтты.
– Китмәнеңме ни?
– Атайыңдан ҡурҡам. Унан барыбер ҡотола алмаясаҡмын. Мине таптырып, һине лә имгәтәсәк, – тине ул, ҡалтыранып.
– Һеҙгә былай ҙа эләгәсәк, – тип ҡупырынды Мөхәммәт. – Атай ҡайтһа, икегеҙҙе лә туҡматам!..
Уның тантана кисереүенә иғтибар итмәҫкә тырыштым. Ләкин ул, көҙгө бәйләнсек себендәй эргәмдә уралып, бешкән картуфтың эҫе һыуын тасҡа түгергә ҡамасауланы.
– Кит, – тинем.
Мөхәммәт, мине тыңламайынса, еңелсә терһәгемә ҡағылды.
– Бешкән кәртүкте тотошлай миңә бирһәгеҙ, атайға ошаҡлашмайым. Бирәһегеҙме?
– Бер һинең тамағың ғына бармы? Бер-икеһен артығыраҡ бирербеҙ.
– Бирербеҙ, – тип инәй ҙә ризалашты.
– Юҡ, миңә тотошо кәрәк!
– Бик ныҡышҡас, бир тотошон, – тине Мөьминә инәй.
Мин риза булманым.
– Уға яртыһы еткән, – тигәйнем, теге үсекте:
– Тотош бирмәһәгеҙ, инәйҙе бер кешегә һатты тип алдашам атайға!
– Ай, Аллам! – инәй, нахаҡ туҡмаласағынан ҡурҡып, Әминә эргәһенә шыуышты.
– Оңҡот, ошаҡ сәрмәһе, мә, тығын, – тинем дә, ҡапыл ҡыҙып китеп, оло картуфты уның битенә сырҡылдата һуҡтым.
– А-а-а! – Эҫе картуф йәбешеп янған битен һыпырғылаған Мөхәммәт илай бышлағас ҡына, ҡотом аланып, уның алдында ялына башланым: – Йә, йә, бөттө!.. Тыныслан!.. Көршәктәге кәртүктең тотошон ал!..
Ул, мин әйткәнде тыңламайынса, аҡырып илауын белде.
– А-а-а!.. Атайға ошаҡлаша-а-ам!.. Икегеҙҙе лә туҡмата-а-ам!..
Бәләнән нисек ҡотолорға белмәнем.
Бик аптырағас, Иҡсан бабайҙан ишеткәнемде иҫемә төшөрөп ҡысҡырҙым:
– Әйҙә, ошаҡлаш, ошаҡ сәрмәһе! Атай үҙе лә алама булған малай сағында. Олғайған олатайҙы интектереп, яланғас тәненә утын торонбаш менән төрткән!
Мөхәммәт янған битен ыуа-ыуа, баҫҡан урынында тыпырсынып, һаман иланы.
– Атайҙың яманатын сығарған өсөн дә кәрәгеңде аласаҡһың!.. Ай, ауырта, бик ауырта янған битем!..
– Етте, бәләсникләнмә, – тинем асыуланып, ҡустымды яҡшылыҡ менән тынысландыра алмағас.
Бәлә һалырға тырышып, Мөхәммәт һаман иланы. Тышта ат бышҡырыуы, Аҡтырнаҡтың шатлыҡлы шыңшыуы ишетелгәс, ул оторо шашты:
– Ай, битем!.. Би-и-те-ем!..
Уның тауышын ишеткән атайым өйгә ингән ыңғайҙа асыуланып һораны:
– Нимәгә ыҙғыштығыҙ?
– Ағайым, ағайы-ы-ым... битемде кәртүк менән яндырҙы-ы-ы!..
– Ҡайҙа әле? – Атайым, ҡустымдың ныҡ ҡыҙарған битен күргәс, яман томорайып, миңә ҡаҙарылды: – Ниңә улай иттең?!
Минең өсөн Мөхәммәт яуап ҡайтарҙы:
– Инәйгә алама хөсөт биргәнен һиңә әйтәм тигәнгә... Ул, ағайым, һине лә яманланы...
– Нимә тип яманланы? – Атайым, мине туҡмарға ҡырсынып, ҡамсы алды.
– Олатайҙы ыҙалатыуыңды, киҫекһеҙ, яман малай булыуыңды әйтте...
– Бындай хәбәрҙе ҡайҙан ишеттең? – тип асыуланып һораны атайым.
– Иҡсан бауайҙан, – тигәйнем, атайым, ҡапыл бөршәйеп, урындыҡ ситенә сүкәйҙе лә Иҡсан бабайҙы ҡарғарға тотондо:
– Ҡәһәр һуҡҡын уны!.. Яманатымды сығарған өсөн, яманатымды һатҡан өсөн, ғүмере буйы мандымаһын, уландарының изгелеген күрмәһен. Олғайған көнөндә балаларынан яҙып, интегеп йәшәһен!..
Мине туҡмарға ғәйрәтләнгән атайымдың шәмәреп илауын һәм Иҡсан бабайҙы өҙлөкһөҙ ҡарғауын күргәс, аптырап ҡалдым. Мөхәммәт тә, аҡырып илауынан тыйылып, Әминә эргәһенә барып ултырҙы. Атайымдың бындай ҡыланышы ҡустыма оҡшаманы...
Беҙҙе тыңлаусан, әҙәпле, кешелекле булырға, алдашмаҫҡа өндәгән атайым, үҙенең кире яғы менән асылыуына ғәрләнеп, һаман үртәләнде:
– Минең яманатымды сығарып, нимә отто икән, ҡәһәр һуҡҡан бәндә?!. Үҙ балаларының изгелеген күрмәһен!..
Әллә атайымдың ҡарғышы төштөмө, әллә шулай тура килдеме, Иҡсан бабай, ысынлап та, уландарының изгелеген күрә алманы. Йәш сағында ат ҡарағы исеме менән дан яулаған йырсы, ҡурайсы һәм оҫта думбырасы Иҡсан бабайҙың иң оло улы Мортаза, ат урлап һуйып тотолғандан һуң, төрмәгә оҙатылғас, эҙһеҙ юғалды. Уртансы улы Динислам эскегә бирелде. Аҙаҡтан, Мөхәммәтшин Сәғит тигән кеше менән нимәгәлер асыуланышып аҫылынды. Иң кесе улы – Үлмәҫбай, элемтә бүлегендә эшләгән осорҙа хөкүмәт аҡсаһын туҙҙырған өсөн ҡулға алынып, холоҡ төҙәтеү колонияһында үлде.
Ҡартайған көнөндә Иҡсан бабай менән Көзәйнәп инәй икәүҙән-икәү генә тороп ҡалды.
Көзәйнәп инәй үлгәндән һуң да Иҡсан бабай оҙаҡ йылдар йәшәне. Уландары менән әбейе үлеменә ҡайғырып илай-илай, уның ике күҙе лә һуҡырайҙы, ә үҙе, туҡһан йәшен тултырып, ҡырҡ туғыҙынсы йылдың аҙаҡтарында ғына яҡты донъяны ташлап китте.
Альбина Таҡалова һүрәте.
Дауамы бар.