Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Май 2025, 06:58

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (14)

– Мин уҡырға тейеш!.. Мин бәхетле!.. Мин киләсәктә белемле, бик белемле кеше буласаҡмын!..

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (14)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (14)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (14)

XIX

Мин тырышып уҡыным. Ләкин яҙ етеп көндәр йылынғас, алтын приискыһындағы эш ыңғайлағас, өйгә бирелгән дәресте әҙерләргә ваҡыт ҡалманы. Мәктәптән сыҡҡас та өйгә ҡайтып арлы-бирле тамаҡ туйҙырам да, Фәйзулла дуҫыма эйәреп, ауылдан ике саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы алтын йыуған ергә йүгерҙем.
Үҙем тапҡан алтын бөртөктәрен тотонманыҡ. Йәй уртаһы еткәс кенә, ауырлыҡтар менән йыуған алтынды прииск кассирына тапшырып, уның урынына бирелгән өс һум бонға – старателдәр өсөн махсус аҡсаға – һатып алған он менән бесән сабыласаҡ урынға күсеп киттек.
Беҙ бесән сапҡан ерҙең тәбиғәт күренеше әле лә күҙ алдымда. Ваҡ-ваҡ яландарҙан торған сабынлыҡ ҡайын, ҡарағай, ҡарағас, уҫаҡ һәм башҡа ағастар үҫкән ҡуйы урман менән уратылып алынғайны. Беҙ ҡорған ҡыуыш эргәһенән генә сылтырап аҡҡан шишмәнең Әүжән йылғаһына барып ҡушылған урын иҫ китмәле матур ине. Ҡайҙа ғына барма – төрлө төҫтәге хуш еҫле ялан сәскәләре күҙҙең яуын алып торҙо. Емеш-еләккә, төрлө ҡош-ҡортҡа, ҡырағай хайуандарға ла ғәжәп бай, үтә һоҡландырғыс, гүзәл урын булды ул тирә. Кис еттеме – ҡоралайҙар, боландар баҡырышыуы, ҡуяндар зыңҡылдашыуы ишетелеп торҙо. Тәбиғәттең матур күренешенә һоҡлана-һоҡлана, мин дә атайым менән бергә бесән саптым, кипкән бакуйҙарҙы йыйып күбәләнем, кәбән ҡойошорға ярҙамлаштым.
Бесән мәлендә атайым бисәлеккә алған инәй ҙә ҡул ҡаушырып ултырманы. Ул беҙгә ашарға хәстәрләне, быҙау менән һыйырҙы көттө, бейәне һауып ҡымыҙ беште, Әминәне ҡараны.
Эшкә мауығып, йәйҙең нисек үтеп китеүен дә һиҙмәй ҡалғанмын. Йәй аҙағында икмәк бешерергә онобоҙ бөткәс, атайым ҡушыуы буйынса, ризыҡ табырға ниәтләнеп ауылға киттем. Шәйәхмәт еҙнәй, уға ғына хас яғымлылыҡ менән, мине ҡысҡырып ҡаршыланы:
– Оһо-һо-һо!.. Беҙгә, ызнащись, ҡәйнеш килә ята ла баһа! Егерме бишенсе августа иптәштәреңдең Инйәргә уҡырға китерен ишетеп килдеңме?
Яңылыҡты ишетеүҙән йөрәгемә ут ҡабынғандай тойолдо.
– Ишетмәнем. Атайым һеҙҙән он һорап торорға ебәргәйне, – тинем.
Атайымдың йомошо тураһында һүҙгә Шәйәхмәт еҙнәй иғтибар итмәне.
– Иптәштәрең менән бергә китмәйһеңме ни уҡырға?
– Белмәйем.
– Нисек белмәйһең?
– Кейәренә ыштан-күлдәге булмаған көйө, нисек уҡырға барһын, – тине Рәхимә апай. – Ана, күр, ыштан урынына әллә ниндәй иҫке сепрәк ҡаплаған.
– Туҡтале, апаһы! Ызнащись, беҙ һөйләшкәнгә ҡыҫылмай тор, – тип асыуланды ла, тауышын үҙгәртеп, Шәйәхмәт еҙнәй һорауын ҡабатланы: – Йә, ҡәйнеш, нисек, иптәштәрең менән уҡырға китергә теләгең бармы?
Оялышымдан ҡыҙарына-бүртенеп, берҙән-бер һүҙҙе көскә һығып сығарҙым:
– Б-ба-ар...
– Булғас, ызнащись, һәйбәт, бик тә һәйбәт! – Уның йөҙө тағы ла нығыраҡ алсаҡланды. – Атайыңа, ызнащись, ҡайным ҡартҡа, бер бот он биреп торам. Ҡапылда шул етер. Ул ондо атайыңа, ызнащись, ҡайныма, апарып бир ҙә үҙең беҙгә кире кил! Егерме өсөндә килерһеңме?
– Килермен!
– Хәҙер, бар, – тип Шәйәхмәт еҙнәй мин алып китәсәк ондо Ҡола бейәнең һыртына һалды, теҙгенде тотторғас, тағы бер тапҡыр иҫкәртте: – Онотма, ҡәйнеш, ызнащись, мин әйткән көнгә килеп етергә тырыш!
Яңылыҡты, көтөлмәгән ҡыуаныслы хәбәрҙе атайым менән уртаҡлашырға ашҡынып, менгән атымды ҡабаландырҙым.
– Ҡола бейә, малҡай, шәберәк, шәберәк, тиҙҙән мин алыҫҡа уҡырға китергә тейешмен! Э-эх, белһәң ине, саҡ ҡына булһа ла аңлаһаңсы минең ҡыуанысымды!..
Күңелемдең иң төпкөл өлөшөндә шуғаса ойоп ятҡан уй-хыялдарым тормошҡа ашасағын белгәс, ярһығандан-ярһый барҙым. Алыҫ яҡтарға уҡырға барһам, бөтә нәмә яйланыр, үҙенән-үҙе ыңғайлар һымаҡ тойолдо. Был минутта ашарыма ризыҡ, кейеремә ыштан-күлдәк булырмы-юҡмы икәнлеге хаҡында уйлап та ҡараманым. Ҡыуынысым күкрәгемә һыймайынса, ат һыртында өҙлөкһөҙ борғалана-борғалана, яҡты донъяла йәшәүем бушҡа түгеллеген бар халыҡҡа белгертергә теләгәндәй, ҡысҡырып йырланым, һөрән һалдым, ҡоторондом.
– Мин уҡырға тейеш!.. Мин бәхетле!.. Мин киләсәктә белемле, бик белемле кеше буласаҡмын!.. Мозафар ағай һымаҡ, мин дә ике бүлмәле өй һалдырасаҡмын, бал ҡорттары үрсетәсәкмен!..
Урмандағы ағастар ҙа, мин һыбай барған һуҡмаҡ юлға ярышлап аҡҡан Әүжән йылғаһы ла, әрәмәлектә сутылдашҡан ҡош-ҡорттар ҙа ҡыуанысымды уртаҡлашҡандай күренде.
Мине кисеү тәңгәлендә ҡаршы алған атайым, йөҙөмә текләп ҡараны ла ҡыуанысымды үҙенсә аңланы.
– Еҙнәңдәрҙән байып килдеңме әллә, улым?
– Байыным! – Шатлыҡлы хәбәрҙе әйтеүҙе юрамал һуҙҙым.
– Йә, ауыҙың йырылыуы тикмәгә түгелдер, – тип атайым ат һыртындағы онло тоҡто һәрмәкләне. – Бында күп ризыҡ юҡ. Утыҙ-утыҙ биш ҡаҙаҡ самаһы ғына...
– Шәйәхмәт еҙнәй йәнә бирергә вәғәҙә итте.
– Рәхимә апайың һуҡранманымы?
– Юҡ.
– Ул һаран, бик һаран шул. Кейәү йомарт булмаһа, Рәхимәнән бер һыныҡ икмәк алып та булмаҫ ине.
– Атай!..
– Нимә? – Ул, тоҡтағы он менән аҙапланыуҙан тыйылып, миңә ҡараны. – Бер-бер хәл булдымы әллә?
– Булды, атай! – Эсемә һыймаған һөйөнөслө хәбәрҙе нисек әйтергә белмәйенсә, тулҡынландым. – Мин Инйәргә уҡырға китәм! Егерме өсөндә Шәйәхмәт еҙнәй үҙҙәренә килергә ҡушты.
Уның алсаҡ йөҙө ҡарайҙы, һаҡал-мыйығы тырпайҙы, оҙон йөнлө ап-аҡ ҡашы күҙенә һалынып төштө:
– Оҙаҡҡа китәһеңме?
– Белмәйем. Уҡырға булғас, оҙаҡҡалыр инде...
– Ауылда уҡығаның етмәгәнме? – тип һораны ла танауын тызҡылдата ҡыҫып екеренде: – Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Иң оло балам булараҡ, һин туғандарыңды аҫрарға тейешлеһең! Мин хәҙер ҡарт. Был донъяны көтөү, закун ҡушыуы буйынса, һинең бурысың!..
Минең ҡыуанысым юҡҡа сыҡты. Атайым тағы ла әллә ниҙәр һөйләнде. Төшөнкөлөккә бирелеп, уны ишетмәнем дә, тыңламаным да. Тағы ла көс еткеһеҙ ҡайғы-хәсрәткә күмелдем. Ашағаным – аш, эшем – эш, йоҡом йоҡо булманы.
Башыма төшкән яңы бәләнән нисек ҡотолорға белмәйенсә, бер туҡтауһыҙ уйландым. Бер тына бесән сабып ҡыуышҡа ялға ҡайтҡас, эсем бошоуын баҫырға теләп илай-илай ҙа, ялан уртаһындағы талсыбыҡтар өйөмө араһында ултырып, ҡасандыр әсәйем мәрхүмәнән ишеткән моңдо сеңләй йәки ҡурай көпшәһен ғыжғылдаттым. Шунан һуң ғына тау-тау булып өйөлгән күңелемдәге ауырлыҡтар әҙерәк кәмегәндәй була. Шәйәхмәт еҙнәй әйткән көн яҡынлашҡан һайын, тынғыһыҙланыуым һәм борсолоуым артҡандан-арта барҙы.
Бер һыуһын бесән сабып төшкө ашҡа ҡайтҡас, атайым, ғәҙәтенсә, ял итергә ятты. Ул хырылдап йоҡлай башлағас та, һыу буйына төшкән һылтау менән, ауыл яғына ҡасып киттем. Бер ерҙә лә туҡталып торманым. Алты-ете саҡрым араны тиҙерәк үтергә тырышып, йүгерҙем дә йүгерҙем. Әүжән кисеүе аша өсөнсө тапҡыр сығып, ауылға яҡынлаша башлағанда ғына, бер аҙ тынысланып, аҙымды яйлаттым.
Хәҙер ҡотолдом. Ауылға ҡайтып етһәм, Шәйәхмәт еҙнәй мине әрсәләйәсәк, тигән уй менән аръяҡ урамы осондағы әрәмәлеккә яҡынлаштым.
Шул саҡ, ерҙе һелкетә баҫып, доп-доп килгән ат тояғы ҡолағыма сағылды. Уның алдамы әллә арттамы икәнлеген белмәйенсә, юл ситендәге ҡыуаҡлыҡтар артына йәшеренергә булғайным, өлгөрмәнем. Ҡола бейәне ҡамсылай-ҡамсылай йән-фарман сабып килгән атайым күренде. Ул, атын туҡтатмайынса, ҡулындағы ҡамсыһы менән яланғас тәнемә өс-дүрт тапҡыр һыҙыра тартты ла, аҫҡа эйелеп, мине елкәмдән эләктерҙе.
– Минән ҡасып ҡотолорға теләнеңме, ҡәһәр һуҡҡыры! Бындай ҡыланышың өсөн үлтерәсәкмен, – тип аяҡтарымдан баштүбән тотоп, ҡыуышҡа кире алып ҡайтты ла ергә бырағытты.

XX

Атайымдан туҡмалғандың иртәгеһе көндө, аяҡ-ҡулым һыҙлауына интегеп, хәрәкәтһеҙ яттым. Ике көн уҙғас, үҙ һүҙемдә тормауыма аптырап, беҙ бесән сапҡан ергә Рәхимә апай килде.
– Ҡайҙа өлкән ҡустым? – тип һораны ла, мине күргәс, төҫөн үҙгәртеп, баҫҡан урынында шаҡ ҡатты. – Нимә булды һиңә? Атай туҡманымы әллә?
Мин өндәшмәнем.
Рәхимә апай һаман төбәште:
– Уҡырға ебәрмәҫ өсөн туҡманымы?
Бер яҡ ситтә торған атайым түҙмәне, асыуы ҡабарып, апайыма екеренде:
– Уның туҡмалыуы-туҡмалмауында ни ҡыҫылышың бар?! Туҡмаһам да, үлтерһәм дә үҙ ихтыярымда!
– Яңылышаһың, атай!
– Беҙгә ҡыҫылма!
– Аҡырма миңә! – Атайымдың асыулы күҙ ҡарашынан Рәхимә апай ҡурҡманы. – Ҡустым яҙмышына ҡыҫылырға хаҡым бар! Яман-яҡшы булһа ла, ят кеше түгел ул миңә.
– Атайыңа аҡыл өйрәтергә килдеңме?!
– Һиндә минең эшем юҡ. Өлкән ҡустымды алып ҡайтырға килдем.
– Бүтәнсә ул һеҙҙең өйөгөҙгә ике аяғының береһен дә баҫасаҡ түгел! Ниндәй һәйбәт эшләп йөрөгән малай һеҙҙең хөсөтөгөҙҙө тотоп боҙолдо.
Рәхимә апай атайыма башҡаса иғтибар итмәне. Битемә уҡмашып ҡатҡан ҡанды еңелсә ышҡып, ҡамсы менән телгеләнгән тәнемде һыпырғыланы ла:
– Әйҙә, йыйын, еҙнәң һине алып ҡайтырға ҡушты, – тине.
– Ул бер ҡайҙа ла бармаясаҡ! – тип атайым урынынан ҡуҙғалғайны, апайым мине кәүҙәһе менән кәртәләне. – Ҡағылаһы булма!
– Бик шашһаң, икегеҙҙе лә сырҡырата һуғам!
– Самалап ҡара! – Теге ярһыған атайымдың һуғышырға ҡырсыныуынан саҡ ҡына ла ҡурҡманы. – Бәләкәй сағымда туҡмауың да еткән. Хәҙер ҡағылһаң, аҙаҡтан үҙеңә үпкәлә!
Уға ҡағылырға батырсылығы етмәйенсә, атайым миңә ажғырҙы:
– Кил был яҡҡа! Кеше хөсөтөн тотһаң, үлтерә һуғам!
– Аҙағыңды уйламаһаң, ҡағылып ҡара, – тип, Рәхимә апай мине үҙенән ебәрмәне. – Әгәр ҙә тейһәң, атай булһаң да, ҡаршы һуғышасаҡмын!
Минең өсөн, ысынлап та, һуғышырға, хатта үлергә әҙер торған Рәхимә апайға текләнгән атайым, ни эшләргә белмәйенсә, баҫҡан урынында тыпырсынды-тыпырсынды ла ҡапыл бәлйерәне, һығылып-һығылып иларға тотондо. Уның шулай меҫкенләнеүен күреп, минең йөрәгем әрнене, әлегә саҡлы ыҙаланыуым да, ҡайғы-хәсрәттәрем дә онотолдо.
Бер аҙ тынысланғас, һаҡал-мыйығын еүешләгән күҙ йәше тамсыларын еңе осона һөрткөләп, атайым көрһөндө.
– Замана шулай ҡушҡас, ҡалайтайым инде, китһен... Тик минең ярҙамға ышанмаһын, үҙ йүнен үҙе күрһен, – тип Мөьминә инәйгә сәй ҡайнатырға ҡушты.
Күмәкләшеп ултырып сәй эскәс, атайым киндер ыштаны бөрмәһендә йәшереп йөрөткән ун биш тин аҡсаһын миңә бирҙе.
– Бөтә байлығым ошо, бүтәне юҡ! Ауылға саҡлы һеҙҙе апарам, – тип, оҙон билле арбаға атты екте.
Беҙҙе ҡаршылаған Шәйәхмәт еҙнәй, ауыҙын йырып йылмайыуынан туҡталмайынса, ҡысҡырып һораны:
– Һеҙ, ызнащись, күмәкләп килдегеҙме? Беҙҙе көттөрөп, ниңә ваҡытында килмәнең, ҡәйнеш?
– Ул ауырып ятҡан, – тине Рәхимә апай һәм, аты менән аҙапланған атайым яғына эйәк ҡағып, ниндәйҙер ишара яһаны.
Еҙнәй барыһын да аңланы. Шулай булһа ла, бер ни белмәмешкә һалышып, атайым эргәһенә барҙы.
– Ҡайным, ызнащись, ҡәйнеште уҡырға ебәрергә ниәтләнеп, һәйбәт иткәнһең. Әйҙә, атыңды туғарып, алдына үлән һал да беҙҙең менән сәй эсергә ин.
Атайым инәлтмәне. Сәйҙән аҙаҡ ул бошонҡоланды.
– Кейәренә ыштан-күлдәге булмаған көйө ситкә нисек китер инде был малай?
– Юҡ өсөн ҡайғырма, бар хәлебеҙсә, һәммәһен әҙерләнек, – тип Рәхимә апай иренең һүтеп тегелгән ыштан-күлдәген, салбарын, пинжәген, кәзә йөнөнән бәйләнгән өр-яңы ойоҡ менән бер аҙ кейелгән татар сабатаһын миңә бирҙе: – Мә, ошоларҙы кей!
– Мин кейенгәс, барыһы ла һоҡланып ҡараны.
– Мына, исмаһам, егет – артың дегет булды! – Рәхимә апай һиһылдап көлдө.
– Әҙәм балаһын, ызнащись, кейем үҙгәртә, – тине еҙнәй.
Һөмһөрөн ҡойоп аяғы аҫтына ҡараған атайым ғына бер һүҙ өндәшмәне...
Рәхимә апай, ҡайҙалыр йөрөп килгәс, тулҡынланып әйтте:
– Иртәгә китәләр икән! Ҡустыны ултыртып апарыр кеше лә таптым. Тик юлына-маҙар етерлек аҡса ғына таба алманым.
– Үҙеңдеке булмаһа, кешенән табыуы ҡыйын шул, – тине Шәйәхмәт еҙнәй.
– Йәнә кемгә барып ҡарарға икән?
– Мозафарға барып ҡарайым микән? Ярҙам итһә, ул ғына итер. Бүтәндәргә ышаныс юҡ, – тип атайым урынынан торҙо.
Ул яңылышмаған. Мозафар ағай, өс һум аҡсаға өҫтәп, үҙенең күн тышлы иҫке бүркен, телогрейкаһын, яғаһы әҙерәк ҡырылған һорғолт күлдәге менән бейәләйен биреп ебәргәйне.
Иртәнсаҡ арбаға тейәлгән һабаҡташтарым менән бергә үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр алыҫ юлға сыҡтым:
Ауыл кәртәһенән сығырға ла өлгөрмәнек, беҙгә туған тейешле бер кешенең өйө янында күңел асҡан ауылдаштар төркөмөн күрҙек. Шау-шыу ҡубарып, улар ҡысҡырышты, таҡмаҡ әйтеп тыпыр-тыпыр бейене. Шуны күҙәткән күсер баш сайҡаны:
– Ай-һай, яман ҡылана бит туғанығыҙ! Өсөнсө аҙна буйы теттерә! Бағырашты буйында тапҡан самаруткаһын эсеп бөтөрмәйенсә туҡталмаҫ, ахыры!
Асыҡ тәҙрәнән ишетелгән патефон тауышын тыңлап торған ҡатын-ҡыҙ араһында торған туған ағайыбыҙҙың ҡатыны Хәлимә еңгәй, беҙҙең арба тиңләшкәс, ҡул болғаны:
– Саҡ ҡына туҡтағыҙ әле! Хәҙер сығам, көтөп тор, – тине лә өйөнә инде. Ул оҙаҡ көттөрмәне. Үҙе менән алып сыҡҡан ярты буханка самаһы икмәкте миңә бирҙе. – Мә, һинең шикелле етем байғошҡа артыҡ булмаҫ! Әпәр итеп ал, ағайыңдың тағы ла күпләп алтын табыуын телә!..
– Теләрмен. Рәхмәт, – тинем.
Әүжән яры буйындағы күмер яндырыу мейестәренә еткәс, ҡулымдағы икмәкте тотҡолап ҡарап күсер үҙ алдына һөйләнде:
– Ныҡ һимергән тауыҡтың арты бөрөшә, имеш, тигәндәре бик тә хаҡ. Шул саҡты алтын табып, ҡаты-ҡото икмәк һынығынан башҡаны тапмаған. Аслыҡ, йотлоҡ йылы булһа тағы бер хәл. Ах, һаран, бик тә һаран! Улай һаранлашыу килешмәй. Аҙналар буйы һөйрәлеп эсергә белә, уҡырға барасаҡ ҡустыһына ярҙамлашырға теләмәй...
Күсерҙең һүҙенә артыҡ иғтибар итмәнем. Сөнки беҙҙең менән аралашмаған ағайҙы туғанға һанаманым. Минең өсөн иң мөһиме шул: иптәштәрем менән бергә уҡырға китеп барам. Эргәмдә ултырған һабаҡташтарым шаяра, көлөшә, ә мин, уҡырға барыу бәхетенә ирешеүемә ҡыуанып, юл буйындағы тәбиғәт күренеше менән һоҡланам. Ҡайҙа ҡарама – йәм-йәшел урман, ҡая-ташлы тауҙар теҙмәһе.
Ҡояшлы көн йәйгесә йылы. Күм-күк һауа йөҙөндә болот әҫәре күренмәй.
Ҡуйы ағастар араһынан һалынған бормалы-бормалы арба юлы буйлап оҙаҡ барҙыҡ.
Күк менән тоташҡан ер сиге яп-яҡын һымаҡ күренһә лә, беҙҙән юрамал ҡасып, алыҫланғандан-алыҫлашҡан һымаҡ.
Ҡуҙғалмай ултырыуы ялҡыта башланы. Ә бараһы ерҙең сиге һаман юҡ та юҡ.
– Ай, арытты, – тине тиңдәштәремдән кемдер.
– Сыҙағыҙ! – Күсер сыбыртҡыһын болғаны. – На-а-а, һәй, талау, шәберәк атла! Бараһы юлыбыҙ бик тә оҙон. Был бит әле юл башы ғына.
Эйе, ул минең өсөн, ысынлап та, артабан бик күп йылдар буйы үтәсәк юлдарымдың башы ине...

***
Урманлы тау-таштар араһынан һалынған тимер юлы аша биш-алты тапҡыр сығып, «Ялан» тип исемләнгән станция тәңгәлендә туҡталып, бер аҙ ял иттек тә тағы ҡуҙғалдыҡ. Ҡояш байыр алдынан ғына ауылдан утыҙ алты саҡрым алыҫлыҡтағы «Ишлә» станцияһына барып еттек.
Тыуған ауылымдан башҡаны күргәнем булмағас, бындағы өйҙәр ҙә, халыҡтың көнкүреше лә, уларҙың ҡыланыштары ла бик мәҙәк тойолдо. Беҙ станция ҡаршыһындағы йәшел сиҙәм өҫтөндә өйөлөшөп ултырҙыҡ. Арабыҙҙан иң көслө, ике-өс йәшкә олораҡ Хәбир үҙен тәкәббер тотто. Малайҙарға үҙен атаман итеп танытырға теләп, әле берәүгә, әле икенсегә бәйләнде лә миңә йомош ҡушты:
– Мынау шешә менән һыу алып кил!
– Ҡайҙан? – тип һораным.
– Ҡайын башынан! – Хәбир ҡупырайҙы. – Телең бармы? Булһа ҡайҙан табырға икәнлеген һорашырһың.
– Пуйыз килеп ҡуйһа? – Мин яңғыҙым тороп ҡалыуҙан ҡурҡтым.
– Поез тиҙ килмәйәсәк. Килһә, һине көтәрбеҙ, – тине ул.
Малайҙар, нимәнәндер мәрәкә табып, үҙ-ара көлөштө.
Мин, поездан тороп ҡалыуҙан шикләнһәм дә, Хәбиргә ҡаршылашырға баҙнатсылығым етмәйенсә, һыу эҙләп киттем. Тимер юл буйлап барған ике кешене осратҡас, туҡталыбыраҡ, һораным:
– Ағайҙар, бынан һыу алыҫмы?
Майлы комбинезон кейгән кешеләр, аптырашып, бер-береһенә ҡарашты:
– Нәрсә сөйли бу малай?
– Белмим.
– Мин дә бер ни аңламим...
Татар ағайҙарҙың башҡортса аңламауҙарына ғәжәпләнеп, мин русса һупаланым. Шунан һуң ғына, нимә һорауыма төшөнөп, уларҙың йөҙө асылды.
– Су еракмы, дисең икән!
– Су ерак түгел, ана, биредә генә! – тинеләр ҙә көлөшә-көлөшә артабан атланылар, ә мин әрәмәлеккә табан йүгерҙем.
Алып килгән һыуҙы Хәбир малайҙарға бүлеп эсерҙе.
Поезд һаман килмәне. Тирә-яҡ ҡараңғылана башланы. Төн уртаһы етте. Беҙ, өшөп-туңып, бер-беребеҙгә һырығыштыҡ.
– Алмашлап йоҡлайыҡ, – тине Хәбир.
Шул саҡ ауыр һулаған һәм урманды яңғыратып геүләгән тауыш ишетелде. Өйөлөшөп ултырған балалар, һикерешеп торғас, тимер юлы буйындағы өйҙәр артынан күренгән яҡты утҡа күрһәтеп, кемуҙарҙан ҡысҡырышты:
– Килә!
– Ана, килә!
– Иң беренсе булып мин күрҙем!
– Юҡ, мин!..
Станцияға яҡынлашҡан поезды өҫтөмә менеп барған һымаҡ тойоп, ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәрҙем:
– Ай, тапай, барыбыҙҙы тапай бит!
Малайҙар, зыҡ-ҡубып, минән көлдө:
– Суйын юлы буйлап барған пуйыз нисек тапаһын, ти?
– Уғата мәрәкә икәнһең!
– Ошоғаса пуйыз күргәне лә юҡ икән!..
– Мин өндәшмәнем.
Вагондарға руда тейәүле поезд, бөтөнләй кире, Белорет яғына китеп бара икән. Ул станцияла оҙаҡ торманы.
– Беҙ, моңайышып, тағы ла бер ергә өйөлөштөк.
– Был узкоколейка поезы нимә генә, фу! Өфө тирәһендәге оло-оло поездарҙы күрһәгеҙ, иҫ-аҡылығыҙ китәсәк! – тип Хәбир үҙе белгәндәрен беҙгә һөйләне. – Өфө ыстансаһы ла мындағы ише түгел. Ой шәп, бик тә шәп! Ә Өфөлә инде әртистәр, рәсем яһаусылар ҙа, яҙыусылар ҙа күп...
Хәбирҙе ауыҙ асып тыңлаған малайҙарҙың береһе, көнсөллөгө килеп, ауыҙ эсенән генә уны маҡтаны:
– Шәп кеше икәнһең һин. Күпте беләһең. Өфөгә ҡасан барғайның?
– Өфөгә барғаным юҡ, – теге дөрөҫөн әйтергә мәжбүр булды.
– Бармағас, оло поездарҙы нисек күрҙең?
– Сәлимйән еҙнәм күргән уларҙы.
– Еҙнәң күргәнде тыңлауы ҡыҙыҡ түгел.
– Эйе, – тип дөрөҫләне икенсе малай.
Кәйефһеҙләнгән малайҙарҙы ҡурҡытырға теләп, Хәбир һикереп торғайны, станция бинаһынан сыҡҡан кеше һәр ҡайһыбыҙҙан икешәр һум аҡса йыйырға ҡушты.
Мозафар ағай биргән өс һумдың ике һумын биреү йәл булһа ла, ҡалайтаһың, ризалашмай мөмкин түгел ине.
Аҡса йыйып алған кеше китеүгә күп тә уҙманы, беҙ көткән поезд станцияға яҡынлашты.
Беҙҙе буш күмер вагонына урынлаштырҙылар. Бер мөйөшкә өйөлөшөп ултырыу менән иптәштәрем йоҡоға сумды. Мин яңғыҙым ғына, үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр күргәндәремдән тәьҫирләнеүемдән һәм киләсәк яҙмышым нисек булыры хаҡында уйланып, йоҡлай алманым. Алда нимә көтә икән? Башлап сыҡҡан юлымдан уңырмынмы, әллә туңырмынмы?..
Ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғоларым үҫкәндән-үҫә барҙы. Уларҙан мине ҡотолдорторға теләгәндәй, вагон тәгәрмәстәре һамаҡлаған ыңғайға йоҡо аралаш бер һүҙ ҡат-ҡат ҡабатланыуы ишетелде:
– Уңырһың, уңырһың, уңырһың...

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас