

Икенсе киҫәк
I
Инйәрҙә беҙҙе ҡасаба уртаһындағы дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Ике бүлмәле ағас өйҙөң төпкөһөндә – юғары класс уҡыусылары, биргеһендә минең кеүек утыҙ һигеҙ малай йәшәнек. Һәр балаға айырым тимер карауат, һалам тултырылған матрас менән мендәр, икешәр простыня, йоҡа юрған бирҙеләр. Элгәре баш аҫтыма утын ағасы һалып, йөнө ҡойолоп бөткән быҙау тиреһенә төрөнөп йоҡлап йөрөгәнлектән, минең өсөн был ысын ожмах ине.
Ике ҡатлы ағас мәктәп менән ашхананың ятаҡтан алыҫ булмауы ла яйлы. Уҡытыусыларыбыҙ һәм класс етәкселәре лә бик яғымлы, мөләйем күренде. Мәктәп директоры Ғүмәр Хәсән улы Латипов ятаҡҡа килә. Кемдәрҙелер ашыҡтырып, әле бер, әле икенсе нәмә эшләргә ҡуша. Кис, ҡараңғы төшөрҙән алда, ятаҡта йәшәйәсәк балаларҙы йыйып һөйләште лә:
– Уҡыу башланырға тағы өс көн ҡалды. Шуғаса хәл йыйығыҙ. Ә хәҙер һеҙгә, балалар, тыныс йоҡо теләйем, – тип өйөнә ҡайтып китте.
Ҡалған ваҡытты беҙ нисек уҙғарырға белмәнек. Ашханала тамағыбыҙҙы туйҙырғас, Инйәр урамдары буйлап йөрөнөк, тимер юл станцияһы ҡаршыһындағы ҡуйы урманлы тауҙарға менеп төштөк, бер ҡарағайҙан икенсе ҡарағай ботағына һикергән тейендәр менән һоҡландыҡ. Икенсе көндө суйын иретеү заводының ҡалдыҡ-боҫтоҡтарын ҡараныҡ, Инйәр йылғаһы буйын ҡыҙырҙыҡ.
Минең өсөн Инйәрҙең урамдары, өйҙәр, мәктәп эргәһендәге оло баҙар, тимер юл станцияһының юғарғы яғындағы леспромхоз контораһы менән клуб, ярға төкөлөп эшләнгән ике ҡатлы магазин менән ресторан, башҡа төрлө һәр нәмә өр-яңы асыш булды. Яп-яҡын һымаҡ булып күренгән ер сигенең Исмаҡай ауыл тирәһендә генә бөтмәүе ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Беренсе сентябрҙә уҡыу башланғас, беҙҙән башҡорт һәм урыҫ теле дәресендә диктант яҙҙырҙылар. Әсә телендәге диктант өсөн миңә «яҡшы», а урыҫ теле буйынса «ноль» билдәһе ҡуйылыуы тураһында уҡытыусы әйткәс, класташтарым аптыраны.
– «Ноль» ниндәй билдә һуң?
– Ундай билдә әлегәсә ҡуймай инеләр!..
Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вера Ивановна Аверьянова еңелсә ҡыҙарынып йылмайҙы:
– Да, верно. Такой оценки, в общем-то, нет, но... Дело в том, что Хамматову я не смогла поставить даже «плохо» или «очень плохо». Вот, смотрите сами, – тип, ҡыҙыл ҡәләм менән сыбарланып бөткән диктантымды күрһәтте.
Оялышымдан ни эшләргә белмәйенсә, ҡысҡырып иларҙай хәлгә еттем.
– Моя, пазалуста, обратна дамуй ни гоняй. Моя ущинь, ущинь ахута ущится, – тип рус телен вата-онтай мәктәптән ҡыуып ҡайтармауҙарын үтенеп көс-хәлгә аңлатҡайным, уҡытыусы мине тынысландырҙы:
– Ну что ты! Никто не собирается тебя выгонять. Хочешь учиться, учись. Только придётся постараться. Русский язык знать нужно. Он тебе пригодится. Понимаешь?
– Бүлнә панимайыш, – тинем.
Ирен сите менән генә йылмайып, уҡытыусы класҡа мөрәжәғәт итте:
– Да, я поставила Хамматову «ноль», но не думайте, что у остальных всё хорошо. Мало кто из вас может похвастаться своей грамотностью. Значит, стараться нужно всем. А что значит стараться? Много работать, прилежно выполнять домашние задания и все требования учителя. Но чтобы научить вас, как следует, русскому языку, одной мне не справиться. Нужны помощники. Кто будет мне помогать заниматься с отстающими? Кто из вас хорошо знает русский?
Балалар шып-шым булды.
– Неужели никто не знает? – Вера Ивановна ҡабатлап һораны.
Был юлы ла берәү ҙә өндәшмәгәс, парта артында тыныс ултыра алмаған Хәбир борғалана-борғалана ҡул күтәрҙе:
– Я! Я! Никто тут не знает русский, как я!
Уҡыусылар үҙ-ара бышылдашып көлөштө.
– Маҡтансыҡ!
– Маҡтансыҡтың арты асыҡ!..
Вера Ивановна балаларҙың һөйләшеүенә иғтибар итмәне. Берәйһе тағы ҡул күтәрмәҫ микән тигәндәй, минут самаһы шымып торғандан һуң, Хәбир ултырған яҡҡа боролдо.
– Как твоя фамилия?
– Исхаков.
Диктант нисек яҙыуын ҡарап сыҡҡас, уҡытыусы апай һораны:
– Ну как, Исхаков, будешь мне помогать обучать односельчанина русскому языку?
– Буду! – Хәбиргә маһайыулы төҫ инде. – Я быстро его научу!
Иптәштәремә мәшәҡәт тыуҙырыуыма һәм иң хурлыҡ һаналған «ноль» билдәһе алыуыма оялып, мин һаман тыныслана алманым. Ентекләп ниҙер аңлатҡан уҡытыусының оҙонса аҡ йөҙөнә текләгән көйө шаҡҡатып ултырҙым да ултырҙым.
«Мәктәптән ҡыуһалар, киләсәктә нисек йәшәрмен?» тигән ҡурҡыныслы уй минең эсемде бошорҙо, йөрәгемдә телгеләне.
Тәнәфес ваҡытында Хәбир минең янға килде.
– Аҡсаң бармы?
– Бер тәңкә лә ун биш тин, – тинем.
– Ни эшләтәң уны?
– Дәфтәр менән ҡәләм һатып алам.
– Аҡсаң ҡайҙа?
– Бер тәңкәһен старостаға бирҙем.
– Ниңә?
– Дәфтәр алырға.
– Ун биш тине ҡалдымы?
– Ҡалды.
– Шул аҡсаңа баҙарҙан симешкә һатып алып кил!
– Миңә симешкә кәрәкмәй, – тинем.
– Һиңә кәрәкмәһә, миңә кәрәк, – тип ул елкәмдән ҡыҫып тотто. – Буштан-бушҡа өйрәтер тиһеңме һине урыҫсаға. Буштың атаһы күптән үлгән!
– Дәрескә һуңлаһам?
– Баҙар яп-яҡын бит, һуңламаҫһың. Бар!
Мине урыҫса һөйләшергә һәм урыҫса яҙырға өйрәтергә тейешле үҙемдән ике йәшкә оло һәм көслө малай менән мөнәсәбәтемде боҙорға теләмәйенсә, баҙарға йүгерҙем. Һатып алған көнбағышты кеҫәмә һалдырттым да мәктәпкә ашыҡтым. Эргәмдән уҙыусы бер төркөм ҡасаба малайҙары туҡтап, тиктомалға битемә, башыма лас-лос һуҡҡылап киттеләр.
Туҡмалыуыма ғәрләнеп, бар хәлемә барыуыма ҡарамаҫтан, тәнәфес бөткәйне инде. Бер аҙ һуңлап булһа ла класҡа инергә ниәтләнеп коридор буйлап барған сағымда, беҙҙе математиканан уҡытасаҡ Ҡаҙаҡҡолова Нәсиха Абдулла ҡыҙы осраны.
– Ниңә дәрескә һуңланың?
– Баҙарға барғайным, апай, – тинем, йыш-йыш һулап.
– Ниңә?
– Буш...
– Алдайһың бит! Кеҫәңдә нимә ул?
– Симешкә...
– Үәт киҫекһеҙ малай! – Уҡытыусы асыуланды. – Мәктәпте ҡыйҙарға булдыңмы? Кеҫәңдәге симешкәне ошонда түк! – тип коридорға табан асылған мейестең ишегенә күрһәтте.
– Апай, зинһар, түктертмә симешкәне. Мәктәпте ҡыйҙамайым. Ул Исхаҡов Хәбир өсөн...
– Кем өсөн икәнлегендә эшем юҡ. – Нәсиха Абдулловна мейес ишеген асты: – Симешкәңде бушат ошонда!
– Апай...
– Бушатмаһаң, директорға әйтеп, мәктәптән ҡыуҙыртам!
Мәктәптән ҡыуыласағым тураһында ишеткәс, ҡотом алынды. Көнбағышты түгеү нисек кенә йәл булһа ла, уҡытыусы ҡушҡанға буйһонорға мәжбүр инем. Минең һәр хәрәкәтемде күҙәткән Нәсиха Абдулловна бушаған кеҫәмде һәрмәне лә мейестәге көнбағышты көлгә бутаны.
– Симешкә йөрөткәнеңде тағы һиҙһәм, аҙағы насар бөтәсәк, – тип, ул артабан атланы.
Яртылаш ҡараңғы коридорҙа япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Дәрескә ныҡ һуңлағас, класҡа инергә батырсылығым етмәйенсә, мейескә ҡул тығып ҡараным. Көнбағышты көл араһынан айырып алыу мәғәнәһеҙ икәнен аңлағас, дәрес тамамланыуын көттөм.
Ҡыңғырау зыңғырҙауы ишетелеү менән, шау-шыу ҡубарып ҡысҡырыша-ҡысҡырыша балалар коридорға атылып сыҡты. Уларҙы этә-төртә Хәбир минең яҡҡа ыңғайланы.
– Йә, әпкилдеңме?
– Юҡ.
– Ниңә?
Математика уҡытыусыһы кеҫәмдәге көнбағышты көлгә бутауы тураһында әйткәйнем, асыуы ҡабарған Хәбир ҡабырғама төрттө.
– Фу, бешмәгән!
– Мин... Мин ни...
– Ярар, кит бынан, – тине ул, мине тыңларға теләмәйенсә.
Нимә генә эшләһәм дә ипкенмәүемә, һәр нәмә уңышһыҙ бөтөүенә эсем бошоп, ситкә киттем. Иптәштәрем менән бергә уҡый башлауым ҡыуанысынан бер ни ҙә ҡалманы. Дәрестә ултырған сағымда ла, үҙемә үҙем ризаһыҙлыҡ белдереп, зарланыуымдан тыйыла алманым: «Ниңә гел кире икәнмен? Атайым әйтмешләй, донъяға артыҡ йән, ҡыутомшоҡ бәндә һымаҡ тыуғанмындыр...»
Уҡыу тамамланып, ятаҡҡа ҡайтҡас та борсолоуым кәмемәне. Унда ла бер-бер яман хәл килеп сығыр, юҡ-бар нәмәгә бәйләнеп, берәйһе тауыш ҡубарыр кеүек күренде. Ундай шикле тойғо көн дә тиерлек ҡабатланды. Кис, карауатыма ятҡас, оҙаҡ йоҡлай алмай интектем.
Әммә ятаҡта йәшәүем насарлыҡҡа булманы. Иптәштәрем менән аралашыуым үҙем белмәгәндәрҙе уларҙан өйрәнергә, коллектив фекере менән иҫәпләшергә, ялған дуҫты яҡшынан айыра белергә, үҙ холҡомдағы айырым етешһеҙлектәрҙән ҡотолорға ярҙамы тейҙе.
Ул йылдарҙа мин бигерәк тә бер ҡатлы инем. Иң ябай нәмәләрҙең дә серенә төшөнә алмай аптырай торғайным. Бер мәлде уҡыуҙан ҡайтҡас, стенаға беркетелгән түп-түңәрәк ҡара тәрилкә эсенән кешеләр һөйләшкән тауышты ишетеп, ғәжәпкә ҡалдым:
– Нимә ул?
– Радио, – тине Зәйни исемле малай.
– Нисек «радио»?
– Беҙ дәрестә саҡта ҡуйғандар.
– Ниңә?
– Тыңларға.
– Нисек тыңларға?
– Ҡолаҡ менән, – теге көлдө. – Һин танауың менән тыңлайһыңмы әллә?
– Кешеләр шул радио артында торалармы?
– Ниндәй кешеләр?
– Тауыштары ишетелгән кешеләр ҡайҙа?
– Мәскәүҙә.
– Алдашма, – тинем асыуланып.
– Ни эшләп алдашайым, ти? – Уның хәтере ҡалды. – Миңә ышанмаһаң, бүтәндәрҙән һораш!
Түңәрәк тәрилкә ҡалпаҡ бер аҙға шымып ҡалды. Шунан, саф башҡортса тауыш менән Баныу Вәлиева йырларға тейеш икәнлеге тураһында хәбәр итеү менән, һандуғас һайрауға тиң булырҙай йән тетрәткес көслө моң яңғыраны.
Бер мин генә түгел, ятаҡтағы барлыҡ малайҙар ҙа, хайран ҡалып, стеналағы ҡара ҡалпаҡҡа уҡталды. Күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәлдергән көслө моң тәьҫиренә бирелгән малайҙарҙың бер нисәһе, йәшләнгән күҙҙәрен ус һырттары менән ышҡый-ышҡый, үҙ-ара шыбырҙашты:
– Мына йырлай, исмаһам!
– А-аааһ, йөрәккә ут һала!
– Аҙаҡтан һөйләшерһегеҙ! Тыңларға ҡамасаулайһығыҙ бит!..
Мин, йотлоғоп тыңлауымдан бүленмәйенсә, йырсы Баныу апайҙы кеше итеп түгел, кеше тауышын алған ҡара ҡалпаҡ эсендәге шайтан тип хис иттем. Уның әллә нисәмә йөҙәр саҡрым алыҫлыҡтағы Өфөнән йырлауына һис кенә лә ышанманым...
Концерт тамамланғандан һуң да, моң тәьҫиренә бирелеп, мин оҙаҡ тыныслана алманым. «Ҡара ҡалпаҡ эсендә йәшеренгән ҡатын тауышлы шайтандың йыры күңелемде арбауы тигенгә түгел. Ҡәмәр инәй өйрәткән доғаны уҡып, ҡара ҡалпаҡҡа эйәләшкән шайтанды ҡыуырға кәрәк», – тип уйлап, юғарыға үрелеп ҡараным. Унда бер кем дә күренмәгәс, карауаттың ситенә баҫып, ҡара ҡалпаҡ төбөндәге магнитты, нәҙек тимерсыбыҡты тотҡолап ҡараным.
– Эй, ни эшләйһең? Боҙһаң, эләгә бит үҙеңә! – тине Динислам.
– Мин боҙмайым, радиолағы шайтанды ғына ҡасырам, – тигәйнем, малайҙар һаһылдашып көлөргә тотондо.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.