

II
Инйәрҙәге тормошҡа тиҙ күнектем, яңылыҡтарға ла өйрәндем. Беренсе көндәрҙәге ғәжәпләндергес нәмәләр хәҙер ғәҙәти күренде. Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тигәндәй, ашханала бушлай ашап, ятаҡта ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәгәс, уҡыуым да ыңғайланды. Бөтә фәндәр буйынса тиерлек «яҡшы» һәм «бик яҡшы» билдәләренә өлгәштем. Бигерәк тә мине башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғүмәр Хәсән улы Латипов уҙғарған дәрестәр ҡыҙыҡһындырҙы. Уның һәр һүҙен, хатта тын алышын отоп алырға, мейемә һеңдерергә тырышып, әҙәбиәт дәресе ваҡытында көсөргәнешле ултырҙым.
Ғүмәр ағайҙың әҙәбиәтте яратыуы, башҡорт яҙыусыларының ижадын төплө белеүе, һәр теманы үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, ысын артистарса тауыш менән ентекле аңлата белеүе, шиғырҙарҙы оҫта уҡыу һәләтлеге кластағы һәр бер уҡыусыны дәртләндерҙе һәм әҙәбиәт ҡанундарын өйрәнергә мәжбүр итте.
Урам буйлап ел бер иҫерек менән
Гуләйт итеп ҡайтып килә ине.
Ә Имай ҡарт, йүнһеҙ, ҡулына көрәк тотоп,
Йорт алдында ҡарҙар өйөрә ине, –
тигән юлдарҙы ятҡа уҡыған саҡта Ғүмәр Хәсәновичтың һәр һүҙгә тейешле баҫым яһап, берсә күтәренке, берсә түбән тауышы, мәңге ҡабатланмаҫ моңға әүерелеп, бөгөн дә ҡолағым төбөндә яңғырай, ә артистарса хәрәкәте, ҡыланышы, мимикаһы күҙ алдымда тора.
Тулҡынланып йөрөй торғас, мин дә беренсе шиғырҙарымды яҙҙым. Уларҙың ҡайһы берҙәрен «Йәш төҙөүсе» гәзитенә ебәрҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шиғырҙарымдың береһе лә баҫылып сыҡманы. Шулай ҙа бер шиғырыма ҡарата редакциянан яуап хаты килде.
«...Инйәр йылғаһына бағышлап яҙған шиғырыңды газетаға биреп булманы. Ул хөрт яҙылған. Һөйләмдәр төҙөлөшө һәм рифмалары ҡытыршы. Улар һаҙлыҡтағы тумарҙар араһынан барған арба тәгәрмәстәрен хәтерләтә.
Сәләм менән, Яҡуп Ҡолмой».
Гәзит биттәрендә шиғырҙарым баҫылмаһа ла, тәжрибәле, оло кеше һымаҡ күҙ алдыма килтергән Яҡуп Ҡолмой исемле шағирҙан хат алыуым минең өсөн генә түгел, класташтарым өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Оло кеше, тәжрибәле тигән Яҡуптың үҙенә лә ул заманда ни бары ун һигеҙ йәш самаһы ғына булған икән...
Шиғырҙар яҙыуымдан туҡталманым. Шиғырҙарым берәй ваҡыт донъя күрәсәгенә, шағир дәрәжәһенә етәсәгемә ышаныс тотоп, үҙ маҡсатыма ирешеү өсөн барлыҡ көсөмдө һалдым.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҙур уңыштарға ирешеп тә урыҫ телен һәм урыҫ әҙәбиәтен әүәлгесә ныҡлы өйрәнә алманым. Вера Ивановна дәресендәге бер ваҡиға әле лә иҫемдә һаҡлана.
Уҡытыусының талабы буйынса, Гоголдең «Ревизор» әҫәрендәге персонаждарға анализ бирергә керештем.
– ...Вообшем-то, Вообшинский-Дообшинский был такуй. Он уся бүлнә мнуга ашал, его курсак бәлшуй-бәлшуй была... Добшинский, вообшем... – тип һөйләй башлағайным, Вера Ивановна түҙмәне, пырхылдап көлөп ебәрҙе. Уның ыңғайына балалар ҙа көлөргә тотондо.
Ниңә көлөүҙәрен аңламайынса, ҡыҙарынып-бүртенеп, ыҡ-мыҡ килеп торҙом-торҙом да рөхсәтһеҙ-ниһеҙ урыныма барып ултырҙым. Уҡытыусының яңынан торғоҙоп һөйләтергә тырышыуы уңышһыҙ тамамланды. Шунан аҙаҡ урыҫ теле һәм урыҫ әҙәбиәте буйынса дәрестә ҡара таҡта эргәһенә сығып һөйләүҙән ҡырҡа баш тарттым.
Үҙ хатаһын аңлаған Вера Ивановна минең менән аулаҡта ултырып бер нисә ҡат һөйләшкәс кенә ҡарашым яҡшырҙы һәм бишенсе класты яҡшы тамамлауға өлгәштем.
Әсә теленә һәм туған әҙәбиәткә мөхәббәт тыуҙырырға һәләте еткән Ғүмәр ағай Латипов, урта мәктәп директоры булараҡ, өйҙәге көнкүрешемде, тормошомдо, хәлемде белмәне, аңларға ла теләмәне. Икенсе йыл уҡырға килгәс, ул мине үҙ бүлмәһенә саҡыртты. Тормошом менән ҡыҙыҡһынып та тормай:
– Мырҙам, һине быйыл ашханала буш ашата алмайбыҙ. Сөнки атайың иҫән. Аталылар ашханала ай һайын утыҙ һум аҡса түләп туҡланырға тейеш, – тине.
– Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табайым, ағай? – Минең күҙем дүрт булды.
– Атайың ебәреп торор.
– Атайым ҡайҙан тапһын?
– Кеше булырыңды, артабан уҡыуыңды теләһә, табыр. Был турала һеҙҙең ауыл Советы председателе Байымов иптәш ебәргән справка бар мәктәптә.
Атайымдың ай һайын утыҙ һум түгел, утыҙ тин аҡса ла таба алмаясағын аңлап, тыным ҡыҫылды, күҙҙәремә йәш эркелде.
– Атайым ярҙам итә алмаясаҡ… Ул ҡарт…
– Ҡарт булғас, утыҙ һумдың яртыһын түләрһең.
– Яртыһын түләрлек тә хәленән килмәйәсәк. Беҙҙең өйөбөҙҙә…
– Ярар, һатыулашмайыҡ! – Ғүмәр Хәсән улы, минең аңлатыуымды аҙағына саҡлы тыңлап бөтмәйенсә, ашығыс бүлдерҙе. – Ваҡыт наҡыҫ, мырҙам. Бында бер һин генә түгел бит. Анһыҙ ҙа ярты хаҡын кәметтем.
– Ғүмәр ағай!..
– Бөттө, мырҙам, бөттө. – Мәктәп директоры, ул заманда бик һирәк осрай торған алтын перолы ҡара ручкаһы менән өҫтәлдәге исемлеккә ниндәйҙер билдә яһаны ла ҡысҡырып һораны: – Сиратта тағы кем? Керегеҙ!..
Шул көндө директор бүлмәһенә саҡыртҡан уҡыусыларҙың дүрттән бер өлөшө, ашханаға аҡса түләп туҡланырға хәлдәре етмәйәсәген аңлап, өйҙәренә ҡайтып китергә тейеш булды. Улар араһында бик һәләтле балалар ҙа бар ине. Минең менән бер класта уҡыған Әҙелғужин фамилиялы малай бишенсе класта уҡ математиканы бик яҡшы белә ине. Өйгә бирелгән мәсьәләләрҙе сисә алмаған туғыҙынсы һәм унынсы класс уҡыусыларына ла ярҙамлашыуы бөтә балаларҙы хайран ҡалдыра торғайны. Ата-әсәһеҙ, бер ниндәй туған-тыумасаһыҙ үҫкән һәләтле, үтә тыйнаҡ Әҙелғужиндың уҡыуын ташлап ҡайтасағын белгәс, барлыҡ малайҙарҙың да йөҙө бойоҡланды.
Барлы-юҡлы нәмәләре тултырылған тоҡсайын яурынына аҫҡас, барыһы менән ҡул биреп хушлашты ла Әҙелғужин минең тәңгәлдә туҡталыбыраҡ торҙо.
– Һин ҡалаһыңмы?
– Ҡалам, – тинем.
– Ашханаға түләй алмағас, ҡалайтырһың?
– Белмәйем…
Мин, ысынлап та, бер ниндәй ярҙамһыҙ-ниһеҙ нисек йәшәремде белмәнем. Шулай булһа ла, өйгә ҡайтыуҙан бында ҡалыуымды өҫтөн күрҙем.
Аңҡы-тиңкеләнеп аҙна-ун көн самаһы йөрөгәндән һуң, күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем. Асыға башланым. Дәрестә ултырған ваҡытта ла, ятаҡҡа ҡайтҡас та гел икмәк табыу тураһында уйландым. Дәресте аңлатҡан уҡытыусы ауыҙына шаҡ ҡатып ҡараһам да, бер ни тыңламаным һәм ишетмәнем. Бер һыныҡ икмәк табыу тураһында хыялланып, уйҙарым алыҫҡа таралды. Асығыуҙан бер туҡтауһыҙ көтөрләгән ҡорһағымды ҡуш ҡуллап ҡыҫам да уй-хыялдарға күмеләм, ә күҙ алдымда – икмәк, тик икмәк…
Көҙгө айҙарҙа тупраҡ араһында ҡалған картуфты ҡабаттан ҡаҙып алырға һәм уны Инйәр яры буйында бешереп ашарға мөмкинлек бар ине. Һалҡын көндәр етеп, ҡар яуғас, хәлем мөшкөлләнде – тәүлектәр буйына бер ҡабым ризыҡ күрмәй йәшәргә тура килде. Яҡын-тирәләге ауылдарҙағы малайҙарға посылка килгән саҡта бигерәк тә ҡыйын була торғайны. Уларҙың берәй нәмәһе юғалдымы, ас йөрөүемде белеүҙәре сәбәпле, урлашыуҙа мине ғәйепләнеләр. Нахаҡ рәнйеүҙән дә ҡыйын нәмә булманы…
Бер көндө дәрестән ҡайтҡас, Нурислам Ғүмәров тигән һимеҙ малай карауаты аҫтындағы ағас һандығында һәрмәнеп-һәрмәнеп эҙләгән нәмәһен таба алмағас, миңә ташланды:
– Бир, иҫән сағыңда биреп ҡотол! Бирмәһәң, ҡабырғаңды һанайым!
– Нимәне «бир»? – Бер ни аңламайынса урынымдан күтәрелдем.
– Белмәмешкә һалышма! – Йоҙроҡтары төйөүле Нурислам түҙемһеҙләнеп, ҡаршыма килеп баҫты. – Бир тигәс, бир!
Үҙем дә белмәгән нәмәне таптырыуына асыуым ҡабарып, мин ҡалтырандым:
– Юҡҡа бәйләнмә, кит!
– Нимә кит? Нимә кит, аламағолош! – Ул һаман әтәсләнде. – Хәҙер дөмбәҫтерәм бит, дөмбәҫтерәм!..
Беҙҙе ятаҡтағы малайҙар уратып алды. Уларҙың күбеһе, ни өсөн ыҙғышыуыбыҙ сәбәбен белмәһәләр ҙә, уны яҡланы.
– Тондор әйҙә аламағолоштоң яңағына, тондор!
– Эйе, бер үк һүҙҙе ниңә күп ныҡырға?!
Һуғыштың ҡотолғоһоҙ икәнен һиҙенеп, нәфрәтләнеү ҡатыш йөрәгем ҡыҫылды.
– Нахаҡтан бәйләнмәгеҙ! – тип ҡысҡырып ебәрҙем мин.
Малайҙар шаулашты:
– Оһо, энә йотҡан эт шикелле ас йөрөүенә ҡарамаҫтан, ырылдап маташа!
– Үҙенә күрә түгел!
– Аҫтыртын, үәт аҫтыртын!
– Әй, Нурис, ниңә ҡаттың? Томшоғона берҙе тондор!
Үткер күҙҙәре менән миңә тишерҙәй булып ҡараған Нурислам, һуғышырға теләмәйенсә, һаман ниҙер таптыртты:
– Яҡшылыҡ менән биреп ҡотол, тим!
– Алмаған нәмәңде нисек бирәйем?
– Танаһыңмы һаман? – Теге алға эйелеберәк, яурыны менән күкрәгемә төрттө.
Малайҙар, ҡысҡырып көлөшә-көлөшә, уны дәртләндерҙе:
– Нығыраҡ, кеше нәмәһенә теймәҫтәй итеп тондор!
– Бер башлағас, атаһын таныт!..
Нурис мине иҙәнгә тәкмәстерә һуҡты.
– Ал өлөшөңдө, аламағолош!
Малайҙар, һаһылдашып көлөшә-көлөшә, кемуҙарҙан ҡысҡырышты. Уларҙың ҡыланышы зитыма тейҙе. Иҙәндән һикереп торҙом да Нурисҡа йәбештем. Ике-өс тапҡыр битенә тондорҙом, унан иҙәнгә йыҡтым, тас та тос битен сәпәкләнем.
– Нахаҡ ыҙалатаһыңмы, суҡыш морон! Әйт, ыҙалатаһыңмы?!.
Иптәштәре яҡлашырына ышанған Нурислам туланы, тибенде. Ә мин, ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, барлыҡ интегеүем һәм нисәмә көндәр әрнеүемдең үсен унан алдым.
Беҙҙе уратып алған малайҙар, Нурисламды яҡлашырға ҡыймайынса, ҡысҡырышты:
– Үлтерә, һығып үлтерә бит уны!
– Әллә ҡоторонғанмы?
– Ҡоторонмаһа, шулай ҡыланамы?
– Уның ене һуғылмаһын!..
Кемдеңдер көслө ҡулы яурынымдан умырып тотто. Күтәрелеп ҡарағас, мискә менән ятаҡҡа һыу ташыусы ағайҙы күрҙем.
– Ниңә һуғышаһың? – тип һораны ул, асыуланып.
– Нахаҡтан бәйләнгән өсөн!
– Бер ҙә нахаҡтан түгел! – Нурислам, иҙәндән күтәрелеп, кейеменә йәбешкән сүп-сарҙы һыпырғылап ҡаға-ҡаға, ҡаш аҫтынан томорайып ҡараны. – Ул минең күлдәгемде урлаған!
– Ниндәй күлдәгеңде урлаған? – тип һораны йыйыштырыусы ҡатын.
– Сыбар күлдәгемде.
– Ул күлдәгеңде миңә йыуырға бирҙең дә баһа, – тине апай. – Оноттоңмо ни? Ах, һин, оятһыҙ малай! Кешене нахаҡ рәнйетеү яраймы? Улай ҡыланышыңды мәктәп директорына әйтһәм, икегеҙгә лә эләгә бит!
Беҙ өндәшмәнек.
Аҙаҡ ятаҡта йәшәүсе малайҙарҙың мөнәсәбәте миңә ҡарата яҡшырҙы. Ашағандан ҡалған икмәк киҫәктәрен һәм көршәк төбөнә йәбешкән ҡалдыҡ-боҫтоҡ бутҡаларын миңә бирә барҙылар. Нурис менән дә дуҫлаштыҡ. Көршәк тултырып һимеҙ ит бешергән һайын ул миңә һөйәктәр кимерергә бирҙе, итенән ауыҙ иттерҙе, төрлө йомош ҡушты.
Бер ял көнө, Нуристың ите бешкән көршәкте мейес эсендәге ҡуҙҙың иң ҡыҙыу урынына ҡуйырға маташып, икенсе һауытта ҡайнаған ашты иҙәнгә ауҙарҙым. Эргәмдә торған дуҫым, тирә-яҡҡа боролоп ҡаранды ла, аштың хужаһы күренмәгәс, ҡабаландырҙы:
– Хәҙер эләгә һиңә! Йә, ашты кәтилүгенә йәһәтерәк йыйып һал!
– Нисек йыйырға?
– Услап.
– Иҙән бысраҡ бит!
– Булһын. Ғарифтан туҡмалғың киләме? Туғыҙынсы класта уҡыған Ғариф минең ише генә түгел, көслө!
Туҙанлы иҙәнгә йәйелгән итле ашты усым менән һоҫоп-һоҫоп буш һауытҡа кире һалдым да, һурпа урынына һыу ҡойоп, уны ҡабаттан ҡайнатырға ҡуйҙым.
Тыштан ингән Ғариф бер ни ҙә һиҙмәне. Ашын сеүәтәгә һалып ашай башлағас ҡына ғәжәпләнеп, үҙ алдына һөйләнде.
– Күпме тоҙ һалып, тоҙо сыҡмаған, һөҙлөк тәме лә беленмәй. Иттең күплегенә ҡарағанда, ашым бик татлы булырға тейеш ине…
Бер-береһенә күҙ ҡыҫышҡан малайҙар, Ғарифҡа бер ни әйтмәйенсә, һиһылдашып көлөштө.
III
Беренсе сирек аҙағында ла, ҡышҡы каникул ваҡытында ла ауылға ҡайтмайынса, һөйкөмһөҙ, буп-буш булып ҡалған һалҡын ятаҡта япа-яңғыҙым йәшәнем.
Ҡышҡы каникулдан һуң «суҡыш морон» Нурис та, ятаҡта минең менән бергә йәшәүсе күпселек малайҙар ҙа Инйәргә уҡырға килмәне. Ярҙамлашыусы иптәштәрем булмағас, мин тағы асығыуҙан интектем. Ҡышҡы айҙар һалҡын торҙо. Кейем туҙҙы. Алыҫтағы ҡояштың ҡасан байыуын көтөп көн дә тәҡәтем ҡороно. Күҙ алдымда ҡып-ҡыҙыл нөктәләрҙән торған бик күп өйөрмәләр әйләнде, битем янды, тәнем һыуыҡтан баҙланы. Ундай минуттарҙа донъяла йәшәүемдән бүгеп, үҙемде-үҙем мәңгелеккә юҡ итеү тойғоһо тыуҙы. Әммә ҡот осҡос фажиғәле ваҡиғаны тормошҡа ашырырға хәлемдән килмәне. Интегеп булһа ла һаман йәшәй бирҙем.
Дәрес тамамланғас, геү-гөж килеп торған мәктәптә тынлыҡ урынлаша. Бүлмәләрҙә һәм коридорҙа бер кеше лә ҡалмай. Мин генә, ҡайҙа барырға белмәй, класта япа-яңғыҙым ултырып ҡалам. Ятаҡҡа ҡайтыуҙан файҙа юҡ. Бүтән ергә барһам да яңғыҙымды бик тиҙ күрәләр. Алам-һалам кейемемде ялпылдатып, ас көйө бер ҡайҙа сыҡҡым да, йөрөгөм дә килмәй. Миндә бер кемдең эше юҡ. Класс етәксеһе Хаммат Фәтих улы Моратов әллә нисәмә тапҡыр мине ашханаға буш ашатыуҙы юлларға вәғәҙә биреп тә һүҙендә торманы.
Эңер яҡынлашты. Класс эсе ҡараңғыланып күҙ алды бәйләнә башлағас, ҡабаланмай ғына урамға сыҡтым. Ләкин ятаҡҡа ҡайтырға ашыҡманым, мәктәп янындағы баҙарға табан ыңғайланым. Унда кешеләр таралып бөткәс, тып-тыныс. Икмәк магазины тәңгәлендә туҡталыбыраҡ торҙом. Инйәргә килгән йылы мине тиктомалға туҡмап киткән урам малайҙарының береһен осратҡас, кире боролорға булғайным:
– Туҡтале, туҡта, ҡасма! – тип ул ҡаршыма сыҡты.
– Нимә кәрәк? – Һағайып ҡына, тирә-яғыма ҡарандым.
– Ҡурҡма, теймәйем, – тине хулиган малай.
– Мин ҡурҡмайым.
– Шулай булғас, ниңә ҡасаһың?
– Бер ҙә ҡасмайым. – Үҙем еңелсә ҡалтырандым.
– Ниндәй ауылдан һин?
– Алыҫтан...
– Инйәрҙән нисә саҡрым? – теге һаман төпсөштө.
– Урау юлдан барғанда, йөҙ-йөҙ егерме саҡрым самаһы булырҙыр.
– Атай-әсәйең бармы?
– Улар һиңә нимәгә? – Мин асыулана башланым.
– Атай-әсәйең ярҙам итмәйме ни?
Мин яуап ҡайтарманым.
Хулиган малай бөрөштөрә ямаулы йыртыҡ-йортоҡ киндер ыштаныма, мамыҡтары тырпайышып сыҡҡан иҫке көпөмә, бүркемә, ныҡ тапалған сабатама күҙ йөрөтөп сыҡҡас, тәмәке төтөнөнә ыҫланған һап-һары тештәрен күрһәтеп, ауыҙын ҡыйшайтты.
– Ата-әсәң булһа-булмаһа ла хәлең мөшкөл... Минең менән дуҫлашһаң, өҫтөң-башың бөтөн, тамағың туҡ булыр.
– Аҡсаһыҙ-ниһеҙме?
– Бик теләгәндә аҡса табыуы че-пу-ха! Дуҫлашһаҡ, аҡса табыу юлын өйрәтәсәкмен. Теләйһеңме?
– Белмәйем, – мин икеләндем.
– Иртәгә дәрестән сыҡҡас та минең янға кил, – үҙен нисек эҙләп табырға икәнлеген әйтте лә ҡулын һондо: – Таныш булайыҡ, Федя Исянгулов.
Икенсе көндө, алдан билдәләнгән ваҡыт еткәс, яртылаш емерек өйгә барҙым. Унда Федя яңғыҙы түгел ине. Эргәһендә ултырған Калугин тигән бәндәне танығас, теҙ быуындарым ҡалтыранды.
– Етем бала ошомо? – тип һораны хулигандар атаманы Калугин.
– Эйе, – Иҫәнғолов эргәмә килеп баҫҡас, яурынымдан дуҫтарса ҡаҡты. – Уға беҙҙең ярҙам кәрәк.
– Уйлашырбыҙ, – тине атаман.
Төпкө бүлмәләге малайҙар ҙа беҙҙең яҡҡа сыҡты. Сүп-сар менән тәмәке төтөнө тулған, көн яҡтыһы бер ваҡытта ла үтмәгән ҡыҫыҡ өйҙөң бер мөйөшөндә өйөлөшөп, улар миңә төбәлде. Бында хужа икәнлеген күрһәтергә теләп, Калугин кемдәргәлер бармаҡ янаны ла, ҡупырайған төҫөн үҙгәртмәйенсә, миңә һынаулы ҡараш ташланы.
– Ниндәй һөнәрең бар?
– Нисек? – Уның нимә теләгәнен аңламаным.
– Ниндәй кәсебең бар? Берәй кешенең берәй нәмәһен типкәнең бармы?
– Юҡ, – тинем.
– Бер ниндәй кәсебең булмағас, ниңә килдең беҙгә?
Минең өсөн Федя яуап ҡайтарҙы:
– Ул малай ас, ҡыйынлыҡ менән көн уҙғара... Өйрәтһәк, беҙҙең һөнәргә бик тиҙ өйрәнәсәк. Башҡаса хәле юҡ!..
Мине ниндәй һөнәргә өйрәтергә самалауҙарын һиҙеп үкендем: «Нисек килеп эләктем бында? Ас тамағым, тыныс ҡолағым... «Бурҙың башы хур», тип тигенгә әйтмәгәндәр... Берәйһе бында килеүемде белһә, әҙәм мәсхәрәһенә ҡаласаҡмын. Йәһәтерәк шылырға кәрәк».
Уйымды һиҙгән шикелле, сатай-ботай тештәрен ыржайтып Калугин көлдө.
– Яҡшы, килештек. Уның менән бөгөн беренсе һынау уҙғарам.
– Ниндәй һынау? – тип һораны Федя.
Уның һорауын яуапһыҙ ҡалдырып, Калугин миңә өндәште:
– Пацан, бөгөн һин станциялағы кешеләр кеҫәһендәге аҡсаны тибергә тейешһең. Тотолһаң, беҙҙе ҡыҫылдырма. Беҙҙең хаҡта берәр һүҙ яңылыш ысҡындырһаң – һиңә үлем!
Атамандың һүҙен Иҫәнғолов дөрөҫләне:
– Эйе, беҙҙең өҫкә сүп-сар өйгән бәндә донъяла оҙаҡ йәшәмәй. Закон – тайга!..
Бурҙар атаманы ҡушыуына ирекһеҙҙән буйһоноп, башымды эйҙем.
Кешеләр менән шығырым тулы тимер юл станцияһына барғас, бер төркөм бурҙар ишек төбөндә тороп ҡалды. Калугин, мине эйәртеп, төпкә уҙҙы. Билет һатылыуын көтөп сиратҡа теҙелешкән пассажирҙарҙан күҙ яҙҙырмай ҡараған Калугин баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы. Билет һатыла башлағас ҡына, кассанан өсөнсө пассажир яғына ымлап, ишетелер-ишетелмәҫ шыбырҙаны:
– Бар, аҡсаһы уң яҡ түш кеҫәһендә!
Үҙемде упҡынға сумып барғандай һиҙеп ҡалтырандым. Сиратта тороусы кешеләр яғына ике-өс аҙым яһағас та аяҡ быуындарым бушаны, тәнемә бөрсөк-бөрсөк һалҡын тир тамсылары ҡалҡып сыҡты, дарҫ-дорҫ типкән йөрәгем туҡталып-туҡталып ҡалғандай тойолдо, тыным ҡыҫылды, башым әйләнеп, күҙ алдым сыбарланды.
– Бу-бу-улмай!.. Лутсы мине үлтерегеҙ, – тип ситкә тартылдым.
Калугин ҡабырғама йоҙроҡлап төрттө. Мин шунда ла ҡуҙғалмағас, Иҫәнғоловҡа эйәк ҡаҡты. Тегеһе, ҡаршылыҡһыҙ буйһоноп, алға ыңғайланы. Уның сираттағы кешеләр араһында буталыуынан файҙаланып, һиҙҙермәй ҡасырға булғайным, ишек янындағы бурҙар юлымды кәртәләне.
– Атамандан рөхсәт бармы? Булмаһа, бар, һөнәргә өйрән. Һинең өсөн Федя тырыша, – тип төрткөләй-төрткөләй, мине эскә ҡыҫырыҡланылар.
Калугин эргәһенә ҡабат барып баҫҡас, ҡалтырана-ҡалтырана касса тәңгәлендә өйрөлөп-cөйрөлөп йөрөгән Федяның һәр хәрәкәтен күҙәттем. Билет алырға маташҡандай, ул сираттағы кешеләргә нығыраҡ һыйынды. Калугин күрһәткән пассажир кассаға һонолғас та, артҡа тартылды һәм күҙ асып йомғансы әллә ҡайҙа юҡ булды. Калугин менән ишек тәңгәлендәге бурҙар төркөмө лә эҙһеҙ юғалды. Мин яңғыҙым ғына ни эшләргә белмәйенсә бер урында ҡатып торҙом да торҙом.
– Ике мең һум аҡсамды сәлдерҙеләр! Түш кеҫәмде киҫеп алғандар! – тип аҡырған тауышты ишеткәс кенә, аңыма килеп, урамға сыҡтым. Станция тирәһендә бурҙар юҡ ине. Көпә-көндөҙ кеше аҡсаһын урлаған малайҙарҙы тоттороу теләге менән кире боролдом.
– Туҡта, ҡайҙа бараһың? – Ишек артында торған бурҙарҙың береһе миңә яҡынлашты.
Калугиндың алдан иҫкәртеүен иҫләп, аҙымды яйлаттым.
– Нимә?
– Ҡайҙа бараһың?
– Һеҙҙе эҙләйем, – тип алдашырға мәжбүр булдым.
– Унда беҙҙекеләр юҡ. Федя һине клуб янында көтә. Шунда бар!
Бурҙарҙы тотторорға маташһам, бәләгә ҡаласағымды аңлап, клуб яғына киттем. Мин барыуға унда бер кем дә юҡ ине. Ахырҙа тирә-яғыма ҡарана-ҡарана, станция тәңгәленән үргә һуҙылған урам буйлап атланым.
Ятаҡҡа етер сағымда мине Иҫәнғолов ҡыуып етте.
– Ниңә көтмәнең?
– Мин ауырыйым.
– Асыҡҡанғалыр. Тамағыңды туйҙырһаң, шәбәйерһең, – тип Федя миңә ун һум аҡса һондо.
– Кәрәкмәй, – ҡулдарымды артҡа йәшерҙем.
– Аҡсаны алмай, беҙҙе һатырға булдыңмы?! – Уның күҙе бәзрәйҙе. – Был хаҡта берәй һүҙ ысҡындырһаң, бөтә бәләне һиңә ауҙарасаҡбыҙ, үле кәүҙәңде мәкегә ырғытырбыҙ!
Яҙмышым бурҙар ҡулында икәнлеген аңлап, Федя биргән аҡсаны алдым.
– Теләһәң-теләмәһәң дә, хәҙер беҙ бер шайка, – тине лә Иҫәнғолов станция эргәһендәге ресторанға китте.
Ун һум аҡсаны йәһәтерәк туҙҙырырға тырышып, баҙар тәңгәлендәге магазиндан ярты килограмм хәлүә һәм бер буханка икмәк һатып алдым. Ләкин, нисек кенә ҡорһағым асығыуыма ҡарамаҫтан, билет кассаһы эргәһендә аҡырған кешенең күҙ йәшенә еүешләнгән һымаҡ тойолған ризыҡтың валсығын ауыҙ итергә лә күңелем тартманы. Икмәкте йәки хәлүәне семетеп ҡапһам, уҡшып ҡоҫормон һәм ғүмерем буйы ауырыуҙан интегермен, бер ваҡытта ла мандымаҫмын кеүек күренде.
Хәлүә менән икмәкте магазин эргәһендә ҡалдырып, ҡалған аҡсаны ятаҡ мөйөшөндәге ярыҡҡа ҡыҫтырғас ҡына күңелем бер аҙ тынысланды. Ләкин үҙ шайкаһына ылыҡтырырға тырышҡан малайҙарҙан ҡурҡып, оҙаҡ интектем. Мәктәпкә барғанда ла, мәктәптән ҡайтҡанда ла класташтарымдан ҡалмаҫҡа тырыштым.
Станциялағы ваҡиғанан аҙаҡ Калугин менән Иҫәнғоловты һәм башҡа бурҙарҙы ла осратырға тура килмәне. Уларҙың эҙһеҙ юғалыуы мәңгегә сер булып ҡалды. Минән йүнле бур сыҡмаясағын аңлап, бәлки, күренергә теләмәгәндәрҙер...
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.