

IV
Ашханала туҡланыу мәсьәләһе хәл ителмәне. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, бер һыныҡ икмәк өсөн дәрестән аҙаҡ ҡасаба кешеләренә утын бысыштым, йыуан-йыуан түмәрҙәрҙе ярып өйҙөм. Яҙ етеп көндәр йылынғас, утын киҫтереүселәр, мал аҫтын таҙарттырыусылар булмағанлыҡтан, хәлем тағы ауырайҙы.
Мин төшөнкөлөккә бирелдем. Иртәнге таң яҡтыһы беленер-беленмәҫтән уянам да ҡайҙан икмәк табыу тураһында уйланып тик ятам.
Бер мәлде түҙмәнем, йоҡлаған иптәштәремә һиҙҙермәй генә торҙом да Инйәр буйына барҙым.
Боҙҙарынан әрселгәне бирле ныҡ ташып, йыртҡыс ҡоштай шашынып-ҡотороноп, тулҡындарын ярҙарына ҡаға-ҡаға аҡҡан ярһыу йылға минең ҡайғыма ҡыуанған һәм үҙ ҡуйынына саҡырған шикелле тойолдо: «Эй, байғош, аслы-туҡлы интегеп йәшәүҙең ни ҡыҙығы бар һиңә? Килсе, ҡуйыныма һикер! Бында һиңә рәхәт буласаҡ, барлыҡ ҡайғы-хәсрәтең, бошоноуҙарың юҡҡа сығасаҡ...»
Ә мин әкиәттәге Сәмреғош булып күренгән йылға ҡуйынына һикерергә ашыҡманым. Ниндәйҙер көс мине тотҡарланы. Икеләнеүле тойғоларға күмелеп торҙом-торҙом да, йылғаның текә ярынан аяҡтарымды һалындырып ултырғас, өйрөлөп-өйрөлөп аҡҡан тулҡындарҙан күҙҙәремде алмайынса, үҙ ҡайғыларымды һөйләнем.
“Мин бәхетһеҙ, бик бәхетһеҙ, ҡыутомшоҡ булып тыуғанмын был донъяға. Бүтәндәр һымаҡ миңә ҡасан да булһа әҙәмсә йәшәргә яҙғанмы икән?”
Ажғырып аҡҡан Инйәр-Сәмреғош һаман өгөтләй, мине үҙ ҡуйынына саҡыра: “Яҡты донъяла бер ҡасан әҙәм рәтле йәшәмәйәсәкһең, һәр саҡ интегәсәкһең. Минең ҡуйынымда ғына һәйбәт буласаҡ һиңә. Кил, һикер!”
Мин йәнә өмөтһөҙлөккә бирелдем: «Ысынлап та, йәшәү-йәшәмәүемдән кемгә файҙа? Бөгөндән юғалһам да, минең өсөн бошоноусы йәки йәлләүсе кеше булмаясаҡ. Мин бер кемгә лә кәрәкмәй. Инйәр ҡуйынына һикерергә, тулҡындары араһына сумырға, батып үлергә микән әллә?.. »
Көсөргәнешле иң аҡтыҡ минутта ниндәйҙер көс алйотлоҡтан туҡтатты.
“Ҡустым, беләм, һиңә ҡыйын буласаҡ. Ләкин ауырлыҡтарға түҙергә һәм уҡырға тырыш. Уҡыған кеше генә – ысын кеше. Борон заманда Аҡмулла исемле шағирыбыҙ башҡорттарҙы юҡҡа ғына белем алырға һәм уҡырға өндәмәгән. Бала саҡтағы ҡыйынлыҡтар онотоласаҡ, һин киләсәгең хаҡында хәстәрлек күр”, тип бик күп тапҡырҙар ныҡыған Мозафар Шахниязов ағайҙың һүҙҙәре иҫемә төштө һәм үҙемде-үҙем үлтерергә уйлауым ахмаҡлыҡ һымаҡ күренде.
“Мин йәшәргә тейеш! Киләсәк хаҡына барлыҡ ауырлыҡтарға түҙергә, уларға ҡаршы көрәшеп, еңеп сығырға тейешмен!” – тип ҡысҡырҙым.
Яр аҫтындағы аҡҡан йылғаның да ныҡышмалыҡ менән үҙенә саҡырыуы кәмегәндәй тойолдо. Миндә яҡты донъяла йәшәү көсө ялҡынланды. Ҡасан да булһа бәхетле йәшәйәсәгемә ныҡлы ышанып, ятаҡҡа ыңғайланым.
Бүтән урында тамаҡ туйҙырырға мөмкинлегем ҡалмағас, тимер юл станцияһының үр яғындағы ресторанға эйәләштем. Тәүге осорҙа ҡыуып сығарҙылар. Аҙаҡтан, Наҡыя исемле йәп-йәш официантка эшләй башлағас, ҡалғандары менән дә мөнәсәбәтем яйланды. Наҡыя кешеләрҙән ҡалған икмәк киҫәктәрен йыйып алырға рөхсәт бирҙе, бутҡа йәки ҡаҙан төбөнән ҡырылған һалма сығарып ашатты. Әрәмтамаҡ булырға теләмәй, бар хәлемсә ресторанда эшләүселәргә ярҙамлаштым. Ял итергә, атай-әсәйле балалар шикелле күңел асырға, ҡайғыһыҙ-моңһоҙ йәшәргә ваҡытым ҡалманы. Урамдарҙа һәм баҡсаларҙа уйнаған бала-сағаға һәр саҡ тилмереп ҡарай торғайным. Минең дә улар һымаҡ бәхетле булғым, барлыҡ донъямды онотоп уйнағым килде...
Үҙемдән ун йәш самаһы оло официантканың һәр ҡыланышы мине һоҡландырҙы. Арыу-талыуҙы белмәй, етеҙ ҡулдары менән һауыт-һаба йыйыштырыуын, төрлө эштәрҙе йүгереп йөрөп башҡарыуын күҙәткән һайын, киләсәктә тик уға оҡшаш ҡатынға өйләнермен, тип уйлай инем.
Һөйөү-һөйөшөү тигән нәмәне кешеләрҙән ишетеп белдем. Һөйөү тураһында уҡығанда әҫәрҙәрҙәге ҡыҙға үҙем дә ғашиҡланыуымды һиҙҙем. Наҡыяның һөйгәне барлығын белгәс тә беренсе көндәрҙә ныҡ борсолдом, уның егетенә ҡарата көнсөллө үсләшеүем үҫкәндән-үҫә барҙы.
Уҡыу йылы тамамланыуға бер нисә көн ҡалғанда, кейәүгә сыҡҡан Наҡыя ҡайҙалыр күсеп китте. Шунан аҙаҡ ул эшләгән ресторанға мин дә йөрөмәнем. Ә уйҙарым ҡайҙалыр киткән Наҡыя артынан эйәрҙе. Төшөмдә лә, өнөмдә лә уны ире менән бергә итеп күрҙем. Уларҙың ярыш ултырып ҡосаҡлашыуҙарын, бер-береһен иркәләүҙәрен, шыбырлашыуҙарын күҙ алдыма килтерһәм, ниндәйҙер аңлайышһыҙ ҡайғылы һағыштарға зарығып, тиктомалға ярһыным, һыҡрандым.
V
Уҡыу йылы тамамланып Инйәрҙән ҡайтҡас, ауылда йәм тапманым. Тиңдәштәрем урам буйлап йөрөй, күңел аса, көлөшә, ә мин бер ҡайҙа сыҡмайынса, япа-яңғыҙым һөйкөмһөҙ өйҙә ултырам. Атайымдың туҡтамай мыжыуы, утын ағасы йәки йоҙроҡ менән һәр саҡ киҙәнеүе, туғандарымдың үҙ-ара сыр-сыу сыбалыуы, икенсе тапҡыр бала тыуҙырырға өлгөргән Мөьминә инәйҙең көн дә зарланыуын тыңлауы ла бүктерҙе. Бында ла үҙемде артыҡ итеп тойҙом.
Тирә-яҡты ҡояш ҡыҙҙыра, һәр урында ҡыуаныс, һөйөү-һөйөшөү, ә мин уларҙың барыһынан да мәхрүм. Мин бер кемгә лә кәрәкмәй. Яҡты донъяла минең бармы-юҡмы икәнлегем тураһында ҡыҙыҡһыныусы ла тойолмай. Әммә тынғы белмәгән күңелем ҡайҙалыр тартыла, ул киләсәк тормоштан ниҙер өмөтләнә, көтә, ваҡытлыса интектергән ҡыйынлыҡтарға сыҙарға өндәй. Тетрәткес уй-хыялдарға күмелеп, барлыҡ донъя халҡына ишетелерлек итеп шундай һүҙҙәрҙе ҡысҡырыу теләге тыуа: “Мәңге меҫкен булып ҡалмаясаҡмын, белегеҙ! Бүтәндәрҙән мин дә кәм түгел икәнлегемде барыбер күрһәтәсәкмен! Киләсәктә бәхетле, бик бәхетле йәшәйәсәкмен!..”
Урғылып-ашҡынып күңелемдә ҡайнаған хистәремдән нисек ҡотолорға белмәйенсә, шиғыр яҙырға ултырҙым. Һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре рифмалашты, ә мин уларҙы тиҙерәк ҡағыҙға теркәргә ашҡындым...
«Ситлектәге ҡошсоҡ һағышы» исемле шиғырымды тамамлап, икенсеһен яҙа ғына башлағайным, Фәйзулла дуҫым килеп инде.
– Ауылға ҡайтыуыңа аҙнанан артыҡ ваҡыт уҙҙы, ә һин хәл белешергә лә теләмәйенсә, өйҙә һаҫып ултыраһың, – тип һуҡранды ла, йөҙ битлек ҡалын дәфтәргә яҙылған шиғырҙарымды унан-бынан ҡараштырғас, ҡул һелтәне: – Юҡ нәмә менән аҙапланаһың. Былайтып ултырғансы, лутсы бергәләп алтын йыуайыҡ! Әйҙә, тор, киттек...
– Күлдәк-ыштаным ныҡ ылҡаланған... Кеше күҙенә күренеүе оят.
– Алтын йыуған ерҙә кем ҡарар һиңә? Ундағы һәр әҙәм алтын эҙләү менән мәшғүл.
– Ас эшләйемме? Икмәк һатып алырҙай бер тин аҡсам юҡ.
– Ағый, минеке бар, – тип Мөхәммәт урынынан һикереп торҙо. – Биреп торайыммы?
– Ул аҡсаны ҡайҙан таптың?
– Икмәк һатып алғандан ҡалған тиндәрҙе йыя барҙым, – тине Мөхәммәт, өс һум аҡсаны йәшергән еренән алып биргәс.
Ҡустымдың миңә ҡарата мөнәсәбәте яҡшырыуы, ихтирамлылығы, ярҙамлашырға әҙер тороуы ҡыуандырҙы. Уның холҡо ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә Фәйзулла дуҫым да ғәжәпләнде.
Мөхәммәт башҡа көндәрҙә лә иғтибарлы булырға тырышты. Мин өйҙә юҡ саҡта атайымдан ыҙаланыуы, барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыуы, атайымдан йыш туҡмалыуы аҡылға ултыртҡандыр, бәлки...
Минең китаптар уҡырға яратыуымды белеп, ҡустым ҡайҙандыр әҙәби әҫәрҙәр ташыны. Аҙаҡҡа табан, кәрәгенән артыҡ мауығып китеп, алтын приискыһынан ҡайтыуыма Маркс, Энгельс, Ленин, Лев Толстой һәм Максим Горький яҙған ҡалын-ҡалын томдарҙы әҙерләп ҡуйыуын күргәс, аптыраным.
– Ҡайҙан алдың был китаптарҙы?
– Бер ерҙән, – тине ул, серен асырға теләмәйенсә.
– Ауыл библиотекаһынан типтеңме әллә?
– Нишләп тибәйем, ти? – Мөхәммәттең кәйефе боҙолдо. – Библәтикенән тибергә бурмы ни мин?
– Ҡайҙан таптың һуң?
– Бәйләнмә, ағый! Прокурулмы ни һин минән дапрус алырға?
Уның асыуын ҡабартмаҫҡа тырышып, башҡаса төбәшмәнем.
– Рәхмәт, ҡустым. Тик быларҙы уҡырға белемем етмәй...
– Нисек етмәй? – Ҡустым аптыраны. – Хәрефтәрен танымайһыңмы ни?
– Хәрефтәр таныуҙа ғынамы? – Үҙем өсөн, ысынлап та, үтә ҡатмарлы һәм серле, аңлайышһыҙ ҡалын «Капитал» һәм Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» китаптарын тотҡолап ҡараным.
Мөхәммәт кәйефһеҙләнде.
– Ағый, һиңә йоҡағыраҡ китаптар кәрәкме?
– Башҡортса яҙылған әҙәби китаптар кәрәк миңә. Быларын әлегә аңламайым, уҡый ҙа белмәйем.
– Уҡый белмәгәс, ниңә мәктәпкә ыҙалап йөрөйһөң?
– Белмәгәнде белер өсөн йөрөйөм...
– Бер ерҙә төрлө-төрлө китаптар күп. Үҙеңә кәрәген һайлап алаһыңмы? – тип һораны ул.
– Ниндәй ерҙә?
– Барғас күрерһең.
– Был китаптарҙы ни эшләтәбеҙ?
– Утҡа яғырбыҙ. Ундай ҡалын китаптар етерлек!
– Китаптарҙы утҡа яғырға ярамай. Уларҙы урынына кире һалайыҡ.
– Аҙаҡтан апарырбыҙ.
Ҡояш байырға тышау оҙонлоғондай ҡалғас, беҙ урамға сыҡтыҡ. Клуб тирәһендә оҙаҡ йөрөнөк. «Аҡтар» менән «ҡыҙылдар» уйынын уйнаған күмәк малайҙар, һөрән һалып ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, урамдың бер осонан икенсе осона йүгерешеүен ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Класташым Хәбир Исхаҡов та «һуғышсылар» араһында бутала. Ул, малайҙарҙы тыңлата алмайынса, өҙлөкһөҙ ҡысҡыра, екеренә, әле бер, әле икенсе төркөмгә «Чапай» исемен яулау өсөн тырышҡан Үлмәҫбай уға буйһонорға теләмәне. Хәбир йоҙроҡ төйөп ниҙер ҡысҡырҙы ла, бер төркөм малайҙарҙы эйәртеп, Әүжән йылғаһы буйынан килгән «аҡтарға» ҡаршы ташланды.
– Ура, ура-ааа!..
Хәбиргә һоҡланып ҡарап ҡалған Мөхәммәт йөрәкһенде.
– Үәт баты-ыыр!.. Әйҙә, уның әтрәтенә барып ярҙамлашайыҡ.
– Ҡуй, – мин баш сайҡаным.
– Ул асыуланды.
– Уғата лупыш, ҡуян йөрәк икәнһең, – тине лә йылға буйында ыҙғышҡан малайҙар яғына йүгерҙе.
Яңғыҙым ҡалғас, йыуан ҡарағай бүрәнә өҫтөндә теҙелешеп ултырып, бер-береһе менән һөйләшкән ағайҙарҙы ирекһеҙҙән тыңланым. Бер төркөм йәш ирҙәр, умартасы Ноғман ҡартты ҡыҫырыҡлап, ныҡышмалы рәүештә үтенәләр:
– Әлегәсә ҡартаймау серең нимәнән ғибәрәт?
– Бауай, туҡһаң алты йәшкә етеп, нисек бирешмәнең?
– Сәкинә апайҙың күңелен һәр кис һайын табаңмы?
Теге, ҡыҫыҡ күҙҙәрен тағы ла ҡыҫыҡландырып, топ-тоҡос һаҡалын һыйпай-һыйпай, хәйләле йылмайҙы:
– Мин бит, уландар, умартасы. Көн дә бал ашайым, бал ҡорто инәһенең һөтөн ауыҙ итәм... Шуға күрә һаҡландым, әле һаман бирешмәйем...
– Апайҙы зарландырмайһыңмы?
– Ниңә зарландырайым, ти? – Умартасы һәлмәк кенә көлдө. – Апағыҙ минән ҡәнәғәт, харап ҡәнәғәт!
– Ай-һай, бауай, алдашмайһың микән? – Ирҙәрҙең йәшерәге баш сайҡап көлдө. – Апайҙың һинән ҡәнәғәт булыуы самалы.
Икенсеһе Ноғман ҡартты яҡлашты:
– Ниңә ышанмаҫҡа? Мин ышанам. Бауайға илле йәшенә еткәс беренсе ҡатыны үлдеме? Үлде! Ул үлгәс, икенсе бисә алдымы? Алды! Етмеш туғыҙға сыҡҡан сағында икенсе ҡатыны үлгәс, Сәкинә апайҙы алдымы? Алды! Уларҙың ҡайһыныһы бауайҙан зарланғанын ишеткәнең бар?
– Һиңә һөйләп торалармы ни улар?
– Барыбер ишетелер ине. Беренсеһе менән икенсеһе өндәшмәгәндә лә, етмеш һигеҙ йәшлек бауайға кейәүгә сыҡҡан ун ете йәшлек Сәкинә, моғайын, сыҙамаҫ ине! Уның йыл һайын бер бала тыпылдатып тыуҙырыуы нимәне аңлата?
– Мужыт, ул балаларҙың атаһы икенеселер?
– Туҡтағыҙ әле, уландар! – Ноғман ҡарт, тыныс ултыра алмайынса, борғаланды. – Минең зитымды юҡҡа ҡоротмағыҙ. Балаларымдың атаһы мин икәнлегенә ышанмаған егеткә берҙән-бер кәңәшем шул: берәй кискә киленде эргәмә килтереп һал. Аҙаҡтан килендән һорашып белерһең, йәме!
Ирҙәр һаһылдашып көлөштө.
– Үәт тондорҙо танауына!
– Һүҙ эрәтен белмәһәң, шулай була ул!..
Ноғман ҡарттың егетлегенә шик белдереүсе кеше, ҡыҙарынып, ситкә боролдо. Минең тыңлап тороуымды күргәс, ул асыуланды:
– Эй, малай, ололар һөйләшкәнде тыңларға нисек оялмайһың? Бар, табаныңды ялтырат!
Мин ҡаршылашманым, ҡабаланмай ғына «Чапай» уйынында ҡатнашыусылар яғына ыңғайланым. Бите ҡан ҡустым илап тороуын күргәс, ҡурҡтым:
– Нимә булды?
– Малайҙар таш менән һалмауырҙаны.
– Ниндәй малайҙар?
– Улар теге яҡҡа ҡасты.
– Ярар, кәрәктәрен бирербеҙ әле, – тип әүрәтеп, Мөхәммәттең ҡанлы битен йыуҙырттым. Яраһы ҙур түгел ине. – Эй, юҡҡа бәләсникләнәһең! Хәҙер бер нәмә лә беленмәй.
Ул шундуҡ тынысланды.
– Китаптар күп урынға барайыҡмы инде?
– Барайыҡ.
– Беҙ эйәртенешеп мәктәпкә төкөтөп эшләнгән таҡта келәттең асыҡ ишегенән эскә индек.
– Йәнең теләгән китапты һайла, – тине Мөхәммәт, тәртипһеҙ рәүештә туҙып ятҡан өйөмдәргә күрһәтеп.
– Был китаптар мәктәпкә кәрәкмәй микән?
– Кәрәкһә, ошолай ҡалдырырҙар инеме?
Ҡараңғыла мин һуҡыр шикелле һәрмәндем.
– Иртәгә көндөҙ киләйек микән әллә?
– Ниңә оҙаҡ бызмырҙайһың? Бер нисә китапты ал да, әйҙә, тиҙерәк шылайыҡ, – тине ҡустым, мине ҡабаландырып.
Уның һүҙенә иғтибар итмәйенсә, китаптар менән аҙапландым.
– Юҡ, бында көндөҙ килергә кәрәк, – тип келәттән сығырға әҙерләнгән сағымда, мәктәп ҡарауылсыһы Аҡсабикәнең ҡустыһы Атауллин Ниғмәтулла осраны. Ул, мине күргәс, артҡа сигенде лә һөрән һалып ҡысҡыра башланы:
– Ҡарауы-ы-ыл!.. Ҡарауыл!.. Мәктәпкә ҡараҡтар төшкән, ҡараҡтар!.. Ярҙамға-а-а!..
Мөхәммәт келәттән сығып ҡасты. Мин, бер ни аңламайынса, баҫҡан урынымда шаҡ ҡаттым. Ярыла яҙып аҡырған Ниғмәтулла килеп йәбешкәс кенә, аңыма килеп, тартҡылаша башланым.
– Ебәр!
– Ебәрмәйем, – миңә сат йәбешеп, теге һаман һөрән һалды: – Ҡарауы-ы-ыл!..
Бында тороуым яҡшылыҡ менән бөтмәйәсәгенә төшөнгәс, Ниғмәтулланы туңҡайта һуҡтым да урам буйлап йүгерҙем.
Өйҙә бер нәмә лә белгертмәнек. Иртәнге сәйҙе эсеп ултыра инек, келәттә ҡалған кейеҙ ҡалпағымды тотоп, мәктәп ҡарауылсыһы Аҡсабикә килеп инде. Рәхимә апайҙарҙа йәшәгән сағыбыҙҙа: «Тиҙерәк үҫ. Үҫһәң, һиңә кейәүгә сығам», – тип мине үсекләргә яратҡан йәш ҡатындың беҙгә килеүен үҙенсә аңлаған атайым, тешһеҙ уртын сапылдатып, тамшана-тамшана көлдө.
– Әһә-ә-ә... Өлкән улымдың төн уртаһында ҡайтыуы сәбәбенә төшөндө-ө-м!.. Бисә-һәсә өйөндә ҡалпағын ҡалдырып китергә эшкингәс, егет ҡорона етеүе ошолор инде!
Оялашынан ҡыҙарынған Аҡсабикә, күҙҙәре майланған атайыма баш ҡалҡытып ҡарарға баҙнатсылығы етмәйенсә, тотлоға-тотлоға мыңғырҙаны:
– Мин... Мин ни... Мин бүтән йо-йомош менән килгәйнем.
– Ниндәй йомош? – Атайым биш бармағын йәйеп усында тотҡан сынаяҡ аҫтын батмусҡа ҡуйҙы.
– Өлкән малайығыҙ был ҡалпағын мәктәп келәтендә ҡалдырған, – тине лә Ниғмәтулланан ишетеп белгәндәрен Аҡсабикә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.
Атайымдың йөҙө ҡарайҙы.
– Шулай йөрөүең ысынмы?
– Эйе, – тип бышылданым.
– Китап та булдымы урҙыҡ? Ашамлыҡҡа ынтылһаң, тағы бер хәл... Сүп-сар нимәгә һиңә?
– Китап сүп-сар түгел, – тинем ҡалтыранып.
– Ситтә йөрөп аҙғынланыу касафаты бит был! Аҡылға ултыртыр мәл етте, – тип мине танһығы ҡанғансы һыҙырҙы атайым.
VI
Китаптарға бәйле ваҡиға онотолорға ла өлгөрмәне, тағы ла бер бәләгә тарыға яҙҙым. Алтын приискыһынан ҡайтышлай Хәбирҙе осраттым. Ул бал ҡорттары тормошон һорашып торҙо-торҙо ла:
– Тыңлаһаң, һиңә бер йомош бар ине, – тине. – Риза булырһың микән?
Мин һабаҡташым йомошон үтәргә тырышып, әҙер икәнлегемде белдерҙем:
– Ризамын. Ниндәй йомош?
– Бөгөн кис Ғибәҙәт еҙнәйҙең дадандарындағы балды алып ашайбыҙмы?
– Мине һынар өсөн әйтәһеңме?
– Юҡ, ысын. Бик бал ашағы килде. Бөгөн бал ҡарағанында эргәһенә барғайным, ҡыуып тигәндәй ебәрҙе. Шуға асыуым килде лә үс алырға булдым.
– Урлашырға булғас, риза түгелмен, – тип ҡырт киҫтем.
– Риза булмаһаң, булма әйҙә! – Ул үпкәләне. – Һинең ярҙамыңдан башҡа ла әмәлен табырбыҙ әле. Бер-ике биҙрә һыу ҡойоп, даданын түңкәрә ауҙарабыҙ ҙа алабыҙ балын!
– Улай әрәм итәһегеҙ бит бал ҡортон.
– Әрәм булһа, беҙгә хәжәтме ни? – Хәбир көлдө.
Бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу ниәтенән, уның тәҡдименә ризалыҡ бирҙем.
– Ҡайҙа осрашабыҙ? – теге шатланды.
– Әүжән йылғаһы буйында.
– Ҡараңғы төшкәс, картуф баҡсаһы буйындағы Ғибәҙәт ҡарттың умарталарына яҡынлаштыҡ. Бер төркөм малайҙарҙы эйәртеп иң алдан барған Хәбир миңә боролоп ҡараны:
– Нисә умарта балын ҡоротабыҙ?
– Бер умарта балы еткән.
– Юҡ, ун малайға ул аҙ, – тине ул.
– Һәр умартала күпме бал барлығын беләһеңме?
– Белмәйем. Бер-ике кило барҙыр, моғайын.
Хәбир умарталыҡта бер ни ҙә аңламауын белгәс, уның ыңғайына һыпырҙым:
– Эйе, шунан ары түгел.
– Давай, башлайыҡ, – тип бышылдашты малайҙар.
– Ашыҡмағыҙ!
Иң ситтәге ике дадандың өҫкө ҡапҡасын асып, мендәр менән ҡаплаулы бер рамдағы балдың өстән бер өлөшөн киҫеп алып дегәнәк япрағына һалдым да бөтә нәмәне әүәлгесә рәтләнем.
– Был бигерәк аҙ, – тине Хәбир.
– Башҡаса юҡ, – тип алдаштым.
– Тағы береһенән алайыҡ.
Өсөнсә дадандан да шул тиклем кенә бал алғас, күмәкләшеп Әүжән йылғаһы буйына киттек. Яр тәңгәленә ултырышҡас, дегәнәк япраҡтарындағы балды Хәбир үҙе бүлде.
Өлөшөмә тейгән балды ашай ғына башлағайным, бал эсендә үлмәй ҡалған ҡорт телемде саҡты.
Малайҙар шырҡ та мырҡ көлөштө.
– Телең ауыртамы? – тип һораны Хәбир.
– Ҫыҙар әмәл юҡ. Телем оҫо фефеп ҫыҡты.
– Үтер!
– Харамлафыу миңә килефмәй, – тип ыңғыраштым.
Малайҙар, бармаҡтарын ялай-ялай, һаман көлөштө.
– Һиңә килешмәгән бал беҙгә килеште!
– Ә-әх, тәмле!..
Телем шешкәндән-шешә барҙы. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, ауыҙыма һыймаҫтай булып өлкәнәйҙе.
– Ашай алмағас, өлөшөңдө бир миңә, – тип һораны Хәбир.
– Бий-мәйем, – тинем, шешкән телемде ҡыйынлыҡ менән әйләндереп.
– Нимә эшләтәһең уны?
– Өйгә апҡайтам...
– Атайыңдан туҡмалыр өсөнмө? У-у-у, һаран!..
Уның иҫкәртеүе бер ни тиклем ҡурҡытһа ла, хуш еҫле балды икенсе кешегә биреү бик йәл ине. Сөнки өйҙә саҡта беҙгә тәм-том һирәк эләкте. Тәм-том булғанда ла һәр ҡайһыбыҙға бүлеп бирелгән бал ике-өс тамсынан артмай торғайны.
Бер мәлде атайым шаҡмаҡ шәкәрҙе ун киҫәккә ваҡлап ҡуйҙы. Күптәнге ғәҙәтем буйынса, иң аҙаҡтан ауыҙ тәмләп ҡуйыр өсөн, сәйҙе ҡоролай эстем-эстем дә, оло ҡара себен өлөшөмдө аяҡтарына эләктереп ситкә осто. Шул осмот шәкәрҙе йәлләп, мин оҙаҡ үртәләндем...
Өлөшөмә тейгән балды алып ашарға тырышҡан Хәбир, мине бер нисек тә күндерә алмағас, күңелһеҙләнде.
– Балды ҡайҙан алыуыңды атайың төбәшһә, ни әйтерһең?
– Беммәйем.
– Белмәһәң, ярар, тик беҙҙе һатма, – тип иҫкәртте лә, иптәштәрен эйәртеп, ул төнгө ҡараңғыла ирене.
Яр буйында яңғыҙым ҡалғас, оҙаҡ ултырманым. Урам яҡтағы тәҙрәнән инеп, йоҡларға ятыуымды өйҙәгеләр һиҙмәне. Сәңгелдәктәге кесе бәпес кенә бер аҙ сыйылдаған тауыш сығарҙы ла тағы шымды.
Иртәнсаҡ та телем шеше ҡайтмағайны. Һөйләшә алмауымды белгәс, атайым аптыраны.
– Нимә булды телеңә?
– Бал ҡолто ҫаҡты.
– Телде бал ҡорто нисек саға, ти?
– Бал афағанда, – тинем, артабан нисек алдашырға белмәйенсә.
– Мозафар ағайың биргәйнеме балды?
– Эйе. – Бер ни һиҙмәгән атайымдың мине бәләнән ҡотолдороуына ҡыуанып, иркен һуланым. – Ашағандан ҡалған балды алып ҡайттым.
– Ҡайҙа?
Дегәнәк япрағына ҡат-ҡат ураулы балды алып биргәйнем, атайым шатланды.
– Бына, исмаһам, иртәнге сәйҙе баллап эсәсәкбеҙ! Яҙған ризыҡ уйламаған ерҙән килә шул, – тип һөйләнә-һөйләнә балды бүлергә кереште.
– Уны ниңә ҡалдырырға? Бүлеп бөт тә ҡуй, – тине Мөхәммәт, ризаһыҙланып.
– «Күп ашаһаң,әҙ ашарһың, әҙ ашаһаң,күп ашарһың», тигән һүҙҙе ишеткәнең бармы? – Кешелеклеге, йомартлығы өсөн Мозафар ағайҙы маҡтай-маҡтай иртәнге сәйҙе эскәс, атайым бысаҡ ҡайрай башланы: – Бөгөн бер ҡайҙа ла йөрөмә, миңә кәзә тәкәһен һуйышырға булышырһың.
– Фәйзулла көтә. Алтын йыуырға барырға һөйләшкәйнек, – тинем.
– Бер көн ял ит. Мин ебәрмәне тиерһең Фәйзуллаңа.
Атайым, кәзә тәкәһен салып, тиреһен һыҙыра ғына башлағайны, ҡапҡанан инеп килгән умартасы Ғибәҙәт еҙнәй күренде.
Бәләнән нисек ҡотолорға белмәйенсә борғаландым.
– Мин... Мин...
– Нимә ҡыйҡандайһың? Тәкә тояғын тотмай, тиреһен яңылыш киҫтерә яҙҙың бит, – тип асыуланды атайым.
Ғибәҙәт еҙнәйҙең беҙгә килеүе тигенгә түгел. Даданындағы балын алыуыбыҙҙы һиҙгәндер йәки малайҙарҙан берәйһе ошаҡлағандыр тигән һығымтаға килеп, хәйләләштем:
– Атай, кәртә артына сығып киләм!
– Эсең китәме әллә?
– Эйе, – мин, түҙемһеҙлегемде юғалтып, тыпырсындым.
– Бар, йүнһеҙ бала!..
Саҡ ҡына ла туҡталып тормайынса, кәртә артына сығып йүгерҙем. Алды-артты ҡарамай һыпырттым. Үҙебеҙҙең картуф баҡсаһынан алыҫ булмаған тау һыртына күтәрелгәс кенә бер аҙ туҡталып хәл йыйҙым да артабан атланым. Төшкө сәйҙе эсергә лә ҡайтманым. Сәскәләнеп ҡатҡан ҡымыҙлыҡ менән ҡуҙғалаҡ, йыуа менән оҫҡон, бөрөләнеп саҡ йәшелләнгән шартым еләген ашап-ашап туя алмағас, ҡайтыу яғына табан ыңғайланым.
Туп-тура өйгә барып инергә ҡурҡтым. Нисек кенә ныҡ асығыуыма ҡарамаҫтан, һыйыр аҙбары мөйөшөндә йәшеренеп, Мөхәммәттең, Әминәнең йәки Мөьминә инәйҙең тышҡа сығыуын көттөм.
Миңә оҙаҡ торорға тура килде.
Утын сәрпергә сыҡҡан Мөхәммәт, мине күргәс, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ағый, көнө буйы ҡайҙа йөрөнөң? Беҙ һине эҙләп-эҙләп таба алмай интектек!
– Мине ниңә эҙләнегеҙ?
– Атай һине тыранса ярырға алып китергә булғайны...
– Шунан?
– Шул. Һин булмағас, атай урманға китмәне.
– Атай әле ҡайҙа?
– Өйҙә.
– Миңә асыуланманымы?
– Ныҡ асыуланды. Әберәкәйҙә ултырамы тиһәм, әллә ҡайҙа ҡасып йөрөй, тип асыуланды!
– Ғибәҙәт ҡарт өсөн асыуланманымы?
– Мына ҡыҙыҡ кеше! – Сарт-сорт төкөрөнөп, ҡустым ғәжәпләнде: – Ғибәҙәт ҡарт өсөн ниңә асыуланһын, ти?
– Ниңә килгәйне беҙгә?
– Атайҙан күкрәк һәнәге һорарға килгәйне... Ниңә төбәшәһең?
Миңә йән ингәндәй тойолдо.
– Буш, – тинем дә, көсөргәнешлектән ҡапыл бушанып, юҡ өсөн алданыуыма көлә-көлә, өйгә индем...
***
– Унан һуң бик күп йылдар уҙҙы.
Бер саҡ ауылға ҡайтып, Ғибәҙәт еҙнәй менән осрашҡас, уның умартаһы менән булған ваҡиғаны түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, алйотлоғом өсөн ғәфү үтендем.
– Алдашаһың, күрше, алдашаһың! Умарталарымдан йәки дадандарымдан бер ҡасан да бал урланғаны булманы, – тине Ғибәҙәт еҙнәй, мин һөйләгәнгә ышанмайынса.
– Ихлас, ихлас, – тип ҡат-ҡат ҡабатлағас ҡына, ул һиһылдап көлөргә тотондо.
– Ҡалай мәрәкә булған! Мин бит бер ни ҙә һиҙмәнем. Бал ҡорттарымды туҙҙыртмауың өсөн һиңә мең-мең рәхмәт! Йәп-йәш булһаң да, маладис эшләгәнһең. Сит ерҙәрҙә йәшәһәң дә, үҙеңә бер умарта бүләк итәм!
Умарта тотор урын юҡ бит ҡалала.
– Әләйһә, һиңә тигән умарта балын бында килеп алырһың, – тине Ғибәҙәт еҙнәй, арҡамдан һөйә-һөйә.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.