Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Май 2025, 04:50

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (18)

– Эйе, – тинем, эргәмдә торған Мозафар ағайҙы күргәс, һәм күҙ йәштәремдән оялып, ситкә боролдом.

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (18)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (18)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (18)

VII

Умартасылыҡ һөнәренә, бал ҡорттарын тәрбиәләргә мине Мозафар ағай Шахниязов электән үк өйрәткәйне. Үҙ балалары булмағас, күңел бушлығын бер аҙ тулыландырыу маҡсатынанмылыр, ул мине үҙенә эйәләштерҙе. Үҙем дә уға тиҙ эйәләштем.
Шахниязовтарҙың ғаиләһе үтә татыу, үтә кешелекле ине. Мозафар ағай, Татый еңгәй менән аралашыуым миңә аңлайышһыҙ сер булып һаналған бик күп нәмәләрҙе асыҡларға һәм донъяла йәшәүемдең мәғәнәһен аңларға мөмкинлек бирҙе. Ағай бала сағынан уҡ тормоштоң әсеһен-сөсөһөн ныҡ татып үҫкән, совет власының еңеүе өсөн дошмандарға ҡаршы йәнен-тәнен аямай көрәшеүсе батырҙарҙың береһе ине. Үҙ заманына күрә белемле, культуралы, булмышы менән яҡшылыҡҡа ынтылыусы берҙән-бер кеше булды ауылда. Донъяла йәшәү ҡәҙерен белергә кәрәклеген аңлатты, уҡырға, белем алырға өндәне ул. Мин уның һәр һүҙен күңелемә һеңдерә барҙым һәм, ауырлыҡтар менән иҫәпләшмәйенсә, белем алырға тырыштым.
Алдынғы кеше булып, һаулығы ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, Мозафар ағай илебеҙҙәге ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына ине. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдырыу менән сикләнмәйенсә, әҙәби китаптарҙы ла үтә мауығып уҡый торғайны. Шул уҡ ваҡытта белгән-күргәндәрен миңә лә һөйләне, умартасылыҡ һөнәренә генә түгел – күнәк төпләү, самауыр-сәйгүн йәки башҡа төрлө нәмәләрҙе төҙәтергә, өйрәтергә тырышты.
Миңә башҡа нәмәләргә ҡарағанда Шахниязовтарҙың баҡсаһындағы умарталарҙа йәшәүсе бал ҡорттары оҡшаны. Уларҙың эшсәнлеге, үҙенсәлекле тормошо, умарталағы бал ҡорттарына хужа булған инәнең тәүлегенә дүртәр меңгә яҡын йомортҡа һалыуы, көҙ яҡынлаша башлау менән әрәмтамаҡ эре ҡорттарын берәм-һәрәм үлтереп ташлауҙары тураһында һөйләгәнде тыңлауы бигерәк тә ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс ине.
– Инә ҡорт әбей батша һымаҡ икән, – тигәйнем, Мозафар ағай ялтас башын ыуа-ыуа яғымлы йылмайҙы.
– Дөрөҫ, дөп-дөрөҫ! Кешелек донъяһында ла, тәбиғәттәге шикелле, башлыҡһыҙ тормош көтөү мөмкин түгел. Бөтә нимә батшаларға һәм етәкселәргә бәйләнгән. Бал ҡорттары ла етәксеһеҙ йәшәй алмай. Инә ҡорт йәш һәм эшсән булһа, уның етәкселегендәге бал ҡорттары ла балды күпләп йыя. Шуға күрә инә ҡортто йылдың-йылы алмаштырып торорға кәрәк. Йәш инә ҡорт ҡына күсте арттыра, балды күпләп йыйҙырта ала...
Бал ҡорттарын нисек итеп тәрбиәләргә, күс айырылған ваҡытта ни эшләргә икәнлеген төшөндөргәс, Мозафар ағай бөтә нәмәне миңә башҡарырға ҡушты, ә үҙе ситтән күҙәтте. Умартасылыҡ эшенә мин бик тиҙ төшөндөм һәм Мозафар ағайҙың яҡын ярҙамсыһына әйләндем.
Бер көндө бал ҡорттарының эшен ҡарап, уларҙы тейешенсә тәрбиәләп йөрөгән сағымда умарталағы геүләүгә ҡушылып ишетелгән ниндәйҙер моңға хайран ҡалдым. Йырҙы билдәһеҙ ҡыҙ йырлай ине. Үҙенсәлекле, тетрәткес көслө моңға сихырланып урамға сыҡтым. Балалар баҡсаһы тәңгәлендәге кырандаста ултырған ун ете-ун һигеҙ йәштәр самаһы мәрйә ҡыҙының йырлауын күргәс, ғәжәпкә ҡалдым. Ҡасандыр әсәй мәрхүмә йырлағанға ла, алтын приискыһында эшләүсе мәрйәләрҙең буҙлауына ла оҡшамаған бөтөнләй яңы, таныш булмаған моң тәьҫиренә бирелеп, барлыҡ донъямды оноттом. Ә ҡыҙ, миңә иғтибар итмәйенсә, кырандастан һалындырған аяҡтарын бәүелдерә-бәүелдерә, билдәһеҙ йырҙарҙы йырлауын белде. Уның һәр йыры, ҡанаттарын елпеп һауала иркен осҡан мәғрур ҡоштай, мине алыҫтарға китергә өндәгән кеүек, күңелемдең иң төпкөл, нескә өлөшөнә үтеп инеп, йөрәгемде елкендерҙе. Һүҙҙәре аңлайышһыҙ көслө моңға күңелем арбалып торҙом-торҙом да, сыҙай алмайынса, бүҫелеп-һығылып иларға керештем. Таныш булмаған билдәһеҙ ҡыҙ иһә, йәнемде юрамал телгеләргә тырышҡан һымаҡ, бер туҡтауһыҙ йырланы ла йырланы...
– Мәрйә йырлауын тыңлайһыңмы, ҡустым?
– Эйе, – тинем, эргәмдә торған Мозафар ағайҙы күргәс, һәм күҙ йәштәремдән оялып, ситкә боролдом.
Ул өндәшмәне. Байтаҡ ваҡыт уҙғас ҡына бер ни ҙә булмағандай:
– Даданға ябылған бал ҡорто айыра, ҡустым. Ситкә осоп китмәҫ элек, тотайыҡмы әллә? – тине.
– Тотайыҡ. – Шәмәргән йөҙөмдө ең осо менән ышҡый-ышҡый, ҡарашымды күкте иңләп осҡан бал ҡорттарына күсерҙем.
– Бөгөн, ниңәлер, моторым шаяра, – тип Мозафар ағай йөрәге тәңгәлен тотто. – Минһеҙ нисек, яңғыҙыңа ҡыйын булмаҫмы?
– Самалап ҡарайыммы?
– Самала, – тине лә, яңғыҙымды ҡалдырып, үҙе ҡайтып китте.
Мин эшкә тотондом. Ҡара тупраҡ бөртөктәрен һауаға услап-услап һирптем дә ҡорттар осҡан яҡҡа миндек менән һыу сәсрәттем. Бер тирәлә ығы-зығы килеп ҡайнашҡан бал ҡорттары ергә һибелгән тамсылар ыңғайына аҫҡа табан төшөп, ҡойма тәңгәлендәге йыуан, бүкәнгә өйөлөштө. Оло ҡара бүрек кеүек бер ергә уҡмашҡан бал ҡорттарын моҙғаға туҙ ҡалаҡ менән һоҫоп тултырҙым, инәһен айырып махсус ситлеккә бикләгәс, икенсе умартаға урынлаштырҙым.
Мозафар ағай мине маҡтаны:
– Маладис, отҡор икәнһең, ҡустым. Эшкә ҡулың ипкенә. Былай булғас, һине солоҡҡа ла алып барам!
– Ҡасан?
– «Ашыҡҡан ашҡа бешкән» тигән мәҡәлде ишеткәнең бармы? Ҡабаланмайыҡ, өлгөрөрбөҙ, – яурыныма уң ҡулын ҡуйып, ул яғымлы йылмайҙы. – Солоҡ ҡарар мәл етһен. Әлегә иртәрәк. Июнь айы аҙаҡтарында барырбыҙ.
– Бесән сабыр мәл етһә, атайым ебәрер микән?
– Уның күңелен тапһаҡ, моғайын, ҡаршы булмаҫ, – тип, Мозафар ағай ярты туҫтаҡ самаһы бал бирҙе. – Ошо бүләкте атайыңа алып ҡайтып бир.
Китергә йыйыныуымды күреп, ул мине туҡтатты.
– Ҡабаланма әле, ҡустым. Асыуланмаһаң, һиңә бер кәңәшем бар. Асыуланмаҫһыңмы?
– Юҡ, – тинем һағайып.
– Әләйһә, тыңла. – Мозафар ағай кәртә эсендәге бүрәнәгә ултырҙы. – Етешһеҙ һәм ыңғай яҡтарыңды мин күптән күҙәтәм. Эшсән һәм нескә күңелле булыуың миңә бик тә оҡшай... Балалар баҡсаһы тәңгәлендәге кырандаста ултырған урыҫ ҡыҙы йырын йөрәгең менән тоя белеүең күп нәмәне аңлата... Әммә һин артыҡ оялсанһың, баҙнатһыҙһың, үҙ көсөңә ышанмайһың, һәр нимәгә икеләнеп ҡарайһың... Уларҙан ҡотола алмаһаң, киләсәктә үҙеңә ҡыйын буласаҡ. Етешһеҙ холоҡтан ҡотолоуы, әлбиттә, еңел түгел. Шулай ҙа, барлыҡ көсөңдө туплап, самалап ҡара... Бының өсөн, коллективтан айырылма, иптәштәрең менән бергә булырға, һәр саҡ аралашып йәшәргә тырыш. Иң мөһиме – уҡыуыңды ташлама. Беләм, уҡыу ҡыйын, бик ҡыйын. Сөнки ярҙамлашыр кешең юҡ, тик үҙ көсөңә ышан. Тормош юлың ҡытыршылыҡлы, ҡатмарлы, ауыр буласағын алдан белеп тор. Шулай ҙа яҡты киләсәгең хаҡына һәммәһенә түҙ, сыҙа. Бала саҡтағы ыҙалыҡтар нисек тә үтә. Юлыңда осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алһаң, олоғайғас, бәхетле йәшәйәсәкһең. Был турала һис онотма, һәр саҡ иҫеңдә тот, йәме?
– Тотормон, – тинем, уның һәр һүҙен мейемә һендерергә тырышып.
Яҡтылыҡҡа өндәгән Мозафар ағайҙың кәңәше, ысынлап та, онотолманы. Бар хәлемсә, ул өйрәткәнсә йәшәргә тырыштым. Тормош юлымда төрлө ҡыйынлыҡтар, кәртәләр осраған һайын, шул замандағы һөйләшеүебеҙҙе иҫләп, үҙемде-үҙем тынысландырҙым, үҙ алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешеү өсөн арымай-талмай көрәштем.
Муса Мортазин шәхесе менән ҡыҙыҡһыныуыма ла Шахниязовтар сәбәпсе булды.
Данлыҡлы комбриг менән элекке эскадрон командирының дуҫтарса мөнәсәбәттәре өҙөлмәне. 1936 йылдың йәйендә, алдан хәбәр итмәйенсә, һыбайлы һаҡсыларын эйәрткән Муса Мортазин Исмаҡайға Мозафар ағайҙың хәлен белергә килде. Элекке көрәштәштәр бер-береһен бүлдермәй тыңлауы миңә бик ныҡ тәьҫир итте.
Улар һөйләшкәнгә ҡыҫылмайынса, Татый еңгәй һый әҙерләне. Төпкө бүлмә иҙәненә йәйеүле келәм уртаһындағы ашъяулыҡҡа ашамлыҡтар ҡуйған саҡта ул миңә еҙ тас менән еҙ ҡомған тотторҙо һәм ҡунаҡтарҙың ҡулын сайҡатыуымды һораны. Уның ҡушыуын үтәгәс, көн яҡтыһы төшмәгән мөйөшкә һырыҡтым һәм ағайҙарҙың һөйләшеүен ҡыҙыҡһынып тыңлауымды дауам иттем.
Мосолмандарса аяҡ салып ултырып төшкө тамаҡты туйҙыра башлағас, өтәләнеп йөрөгән Татый еңгәйгә һиҙҙермәй генә ымлап, Муса ағай һораны:
– Йә, нисек, килен башҡортса һөйләшергә өйрәнәме?
– Ауылға ҡайтып йәшәй башлағандың тәүге йылында башҡортса һөйләшергә ҡыйынһына ине. Кер йыуған сағында керле һыуға төшөргән һабынды алып бирҙем дә: «Башҡортса был һабын тип атала. Йә, «һабын» тип әйт әле, тинем. Ул мин әйткәнде ҡат-ҡат ҡабатланы: «Ха-хабын, хабын». Бер ваҡыт йыуынғанда һабынды юрамал төшөргәйнем, үҙем күрмәмешкә һалыштым. Ул миңә: «Мозафхар, Мозафхар! Хабын, хабын!..» – ти. Мин һиҙҙермәйенсә генә ҡыуандым. Шунан аҙаҡ башҡортса һөйләшергә ихлас өйрәнде. Хәҙер, украин акцентын иҫәпкә алмағанда, башҡортса һәйбәт һөйләшә.
– Мин дә, һин дә ҡатындан уңдыҡ, – тип үҙенең ҡатыны менән Татый еңгәйҙе маҡтаны-маҡтаны ла абруйлы ҡунаҡ тирә-яҡҡа ҡаранды. – Бында саҡырған думбырасы-ҡурайсы ағай ниңә һаман юҡ?
– Мин бында, – тип теге иҫәнләште лә граждандар һуғышы йылдарында Муса Мортазинға арнап сығарған көйҙө ҡурайҙа уйнап ебәрҙе, ә комбригты оҙатып йөрөүселәр уға ҡушылып йырланы:

Беҙгә ҡыуаныс һине тәбрикләү –
Ҡыйыу батырҙарҙың-батырын!
Һинең кеүек ир-егет булғанда,
Башы хур булмаҫ башҡорттоң.
Мин данлайым һине, батырым,
Баш-аҙағы юҡ йырымдың.
Йөрәгем яна табалмайса
Һине данларҙай һүҙҙәрҙе.

Ер-һыу һатҡан һатлыҡ тархандар
Ҡан илатты беҙҙе, кәмһетте.
Яуыҙ воеводаларға ҡойроҡ болғап,
Башҡортҡа башҡортто һөзләтте.

Улар ҡыйратты бергәләп,
Яуға сыҡҡан меҫкен башҡортто.
Ирек бирәбеҙ, тип алдай-алдай,
Барлыҡ мөлкәтебеҙҙе ҡоротто.

Тәмле-татлы һүҙгә ышанма һин,
Улар ялған, улар ағыулы.
Онотма һин, Муса, хәҡиҡәтте:
Яманлыҡ ул дошманды аяуы...

Ҡурайсы йәнләндергән мәжлес, ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, төн уртаһына саҡлы һуҙылды. Иртәгеһе көндө ҡайтып китергә әҙерләнгән Муса Мортазин менән уның һыбайлы һаҡсыларын барса ауыл халҡы оҙатты. Ҡунаҡтар күҙҙән юғалғансы ауылдаштарым урындарынан ҡуҙғалманы. Малай-шалайҙар ғына, Муса ағай кеүек батыр булырға тырышып, Әүжән йылғаһы буйындағы асыҡ ерҙә ҡыҙылдар һәм аҡтар булып, һуғыш уйынын уйнаны.
Ҡәҙерле ҡунағын оҙатҡандан һуң Мозафар ағай күңел төшөнкөлөгөнә күмелеп йөрөнө.
Утыҙ етенсе йылдың яҙғы каникулында Инйәрҙән ауылға ҡайтҡайным, арҡамдан һөйөп, ул көслөк менән йылмайҙы.
– Уҡыуың барамы, ҡустым?
– Әлегә бара, ағай, – тинем.
Матди яҡтан ыҙа сигеүемде белгертмәҫкә тырышыуыма ҡарамаҫтан, Мозафар ағай хәлемде һиҙҙе.
– Уҡы, ҡустым, уҡы. Көс еткеһеҙ ҡыйынлыҡтар булғанда ла, берәй әмәлен табып, уҡыуыңды ташлама. Белем алһаң ғына киләсәгең бәхетле буласаҡ, ә малай саҡтағы ыҙаланыуҙарың олоғайғас онотоласаҡ, – тип ул миңә ун һум аҡса, бәләкәйләтелгән кейемдәрен бирҙе һәм ғәрәпсә яҙылған хатты Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе Игликов Ғәлимйән исемле татар егетенә тапшырыуымды үтенде.
Инйәргә барғас, Игликов йәшәгән өйгә инергә баҙнатсылығым етмәйенсә, көн дә бер тирәлә уралдым. Ахырҙа түҙмәнем, ағас өй мөйөшөндәге бәләкәй ҡапҡаны асып индем дә, күтәрмәлә ултырыусыларҙы күргәс, ҡапыл ҡаушаным.
– И-и-игликов тигән ағай ошонда йәшәйме?
– Эйе, мин – Игликов, – тип урынынан торған ағайға кеҫәмдә йөрөтөп таушалған хатты тапшырҙым да, туҡталып тормайынса, кирегә йүгерҙем.
Ул ағайҙы бүтән бер ҡасан да осратманым, ә уның исем-фамилияһы ошоғаса иҫемдә һаҡлана. Игликов Ғәлимйәнгә хатын тапшырыуымды Мозафар ағайға ла әйтә алманым. Йыл аҙағында ауылыма ҡышҡы каникулға ҡайтыуыма, ул Граждандар һуғышы йылдарында Муса Мортазиндың бригадаһында эскадрон командиры вазифаһын башҡарған өсөн ғәйепләнеп, НКВД кешеләре тарафынан ҡулға алынғандан һуң, Себергә оҙатылғайны.
Ошо хәбәрҙе бик ауыр кисерҙем. Ҙур ҡайғы булды был минең өсөн. Оло дуҫымды ныҡ юҡһындым...

VIII

Тыранса ярып урмандан ҡайтҡас, Фәйзулла дуҫым менән алтын йыуыу эшенә ныҡлап тотондом. Старатель хеҙмәте ауыр, үтә ҡатмарлы, мәшәҡәтле, әммә мауыҡтырғыс, һис көтмәгәндә ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бәйләнешле. Алтын приискыһына килгән һәр кеше, төн йоҡоларын ҡалдырып, арыу-талыуҙы белмәй тәүлектәр буйы соҡсона, таныш булмаған ерҙәрҙе өҙлөкһөҙ гиҙеп сыға. Хазина артынан йөрөп эҙләнә торғас, бәхетлеләр, алтын «ояһы» тупланған бай һыҙатҡа эләгеп, шатлыҡ кисерә; ҡалғандары, ғүмерендә бер тапҡыр кинәнеп йәшәйәсәгенә өмөтләнеп, дәрт һәм сәм менән ер аҫты ҡатламдарын аҡтарып йыуа ла йыуа...
Бала сағымдағы берҙән-бер яҡын, иң ғәҙел, ярҙамсыл Фәйзулла дуҫым менән оло старателдәрҙән ҡалышмай эшләнек. Тас һәм матиг менән ҡоралланып, шахта тирәһендә ҡойолған тау тоҡомдарын йыйып йыуыусы малай-шалайҙар һымаҡ аҙапланманыҡ. Яҙғы һыу ныҡ ташҡан осорҙа икешәр йөҙ йыл самаһы элгәре алтыны бер ҡат йыуылып ташланған тау-тау өйөмдәрҙе бутарить иттек, йәғни йәйгелеген һыу аҙайған урындарҙа, ябай ағас улаҡты файҙаланып, иҫке отвалдарҙы йыуҙыҡ.
Алтын эше буйынса Фәйзулла дуҫымдың тәжрибәһенә, һиҙгерлегенә һәм ғәҙеллегенә ышандым. Алтын ҡайҙа бар икәнлеген ете ҡат ер аҫтынан үтәнән-үтә күргән һымаҡ тойолдо ул. Фәйзулла алдаша белмәне. Табылған алтын бөртөктәрен ҡап уртаҡ бүлешергә тырышты. Алтынға бай ер табылһа, унан бер аҙым да ситкә китмәй торғайныҡ. Шунда эшләнек, шунда тамаҡ туйҙырҙыҡ, кистәрен аҫтыбыҙға сыбыҡ-сабыҡ йәйеп, шунда ял иттек, йоҡланыҡ. Еңел табыш эҙләүсе зимагорҙар эргәбеҙҙә урала башлаһа, үҙебеҙ тапҡан алтынлы ер өсөн алышырға әҙерләнеп, ҡайһы бер төндәрҙә йоҡламай ыҙаланыҡ.
Алтынға бай ерҙәрҙе йыуыуға ҡарағанда ваҡытыбыҙҙы бушҡа уҙғарған көндәребеҙ күберәк булды. Аҙналар буйы соҡсоноп та тамаҡ туйҙырырлыҡ алтын бөртөктәрен тапмаған саҡтарыбыҙҙа, төшөнкөлөккә бирелеп, төндә оло старателдәр эргәһендә булдыҡ. Ҡыҙыу итеп яғылған утты уратып һәммәһе лә ултырышҡас, аҙмы-күпме тормош тәжрибәһе булған һәр кеше үҙе күргән-белгәндәрен һөйләй, уй-хыялдары менән уртаҡлаша, ҡайһы ваҡытта, һунарсылар шикелле, әҙәм ышанмаҫтай юҡ-бар нәмәләр менән ҡупырынып-маҡтанып, кәрәгенән артыҡ алдаша.
Халҡыбыҙҙың Октябрь революцияһына тиклемге көнкүреше, Уралдағы алтын приискыларына, рудниктарға француз, инглиз, немец миллионерҙары, үҙебеҙҙә Рәмиев кеүек байҙар хакимлыҡ иткән заманда элекке старателдәрҙең тормошо, эше, көнкүреше тураһында ла беренсе тапҡыр шул ваҡытта ишетергә тура килде миңә. Уларҙы ни тиклем күберәк тыңлаһам, халҡыбыҙҙың үткәндәре менән шул тиклем күберәк ҡыҙыҡһындым.
Революционерҙар ярҙамында аң-белем алған урыҫ һәм башҡорт егеттәре етәкселегендә, байҙарға ҡаршы көрәшеүселәр, стачка, забастовка ойоштороусылар, революцияла һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы кешеләр хаҡында ишетеүе миңә бигерәк тә тулҡынландырғыс ине. Шул йылдарҙа старателдәрҙән ишеткән һәр нәмәне мейемә һеңдерергә, отоп алырға тырыштым. Ниндәйҙер тетрәткес тойғоларға күмелеп, старателдәрҙән ишетеп белгән айырым ваҡиғаларҙы яҙып та ҡараным. Әммә эш сыҡманы. Шиғырҙарым, киреһенсә, бик еңел яҙылды.
Улаҡ эсенән шоборҙап аҡҡан һыу тауышы ла, алтын йыуған саҡта көрәктәргә төртөлөп шаҡыр-шоҡор килгән таштар ҙа, кәйләнең саҡылдауы ла, әрәмәлектәге ағастарҙың ел иҫкән ыңғайға эйелеп-бөгөлөп сайҡалыуы ла, салт аяҙ күктә йөҙгән ҡоштар ҙа яңынан-яңы шиғырҙар ижад итергә дәртләндерҙе. Эшләгән, хатта йоҡлаған ваҡытымда ла бер туҡтауһыҙ рифмалашҡан һүҙҙәр башымда буталды. Яҙған шиғырҙарым ҡасан да булһа матбуғат биттәрендә баҫылып сығасағына өмөтләнеп, киләсәктә шағир булыу тураһында хыялландым. Шул тойғо миңә көс, сәм, илһам өҫтәне, яҡты донъяла йәшәү дәртен арттырҙы, артабан да уҡырға һәм белем алырға илһам бирҙе. Иртәнге таңдан алып киске ҡараңғыға саҡлы ауыр тау тоҡомдарын аҡтарып йыуа-йыуа, арып-талып, бер аҙ хәл йыйып алырға ултырғас та башымда буталған әҙер шиғри юлдарҙы ҡағыҙға яҙырға ашыҡтым. Шул саҡта, йөрәгемә ялҡынлы үрт ҡабынғандай итеп тойоп, барлыҡ донъямды оноттом.
Фәйзулла дуҫым мине аңламаны. Алтын бөртөктәрен тоторға йәтешләп ҡуйылған ҡайын сыбыҡтарҙы улаҡ төбөнән аҡтарып, шлихтар ҡатыш ваҡ-ваҡ ҡомдарҙы сайҡатып, ҡәҙерле һары бөртөктәрҙе сүпләгән ваҡытында йәки отвал ситенә яурыны менән терәлеп тәмәке көйрәткән сағында, ул гел бер үк һүҙҙе ныҡыны:
– Ҡуйсәле, юҡ менән мәшәҡәтләнмә. Шиғыр-миғыр яҙыуҙан тамаҡ туямы? Лутсы берәй күләгәгә ятып ял ит йә серем итеп ал!..
– Шиғыр яҙыу – миңә ял. Күңелемә ныҡ оҡшаған нәмәне яҙһам, болоттарҙан да өҫтәрәк осҡан ҡыйғыр ҡоштай хис итәм мин үҙемде, – тинем.
Фәйзулла аптыраны.
– Әллә инде... Шиғыр-миғырҙың ни ҡыҙығын таба торғанһыңдыр? Миңә һин үҙең йәл. Шуны яҙған ваҡытында аҡылһыҙ диуанаға йәки хыялый кеше шикелле ҡыланғаныңды үҙең күрһәң, моғайын, шиғыр-миғырыңа күңелең төшмәҫ ине.
– Яңылышаһың.
– Бер ҙә яңылышмайым! – Фәйзулла, көнгә янған оҙонса битен сирылтып, ҡоңғорт күҙҙәрен ҡыҫыҡландырҙы. – Дөп-дөрөҫ, ып-ысынын әйтәм...
– Старателдәргә арналған берәй шиғырымды уҡып ишеттерәйемме?
– Белмәйем. – Икеләнеберәк торғандан һуң, күңелемде табырға тырышып, ул теләр-теләмәҫтән ризалашты: – Бик теләгәс, беҙҙең шикелле старателдәр тураһында булғас, ярар инде, уҡы.
Ашҡынып-талпынып шиғырҙарымды тыңлаған сағында, аяғы аҫтында ятҡан кәйлә-көрәгенән уйсан күҙҙәрен алмайынса, дуҫым шып-шым ғына торҙо. Аҙаҡҡа табаныраҡ, йөҙөн үҙгәртеп, елкәһен ыуҙы, терпе энәләре кеүек тырпайған сөм-ҡара сәсен ойпаланы.
«Шиғырҙарымды тыңлауҙан ялҡты, ахыры», тип уйланым.
Мин шымғас та Фәйзулла урынынан ҡуҙғалманы.
– Йә, нисек, әҙерәк оҡшанымы? – тип һораным.
Ул яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Байтаҡ ваҡыт өндәшмәй торғандан һуң ғына, ергә сүкәйеп, тәмәке ураны.
– Кәнишнә, дөрөҫөн яҙғанһың, – тине ҡуйы тәмәке төтөнөн борхолдата-борхолдата. – Сәүит власының таянысы, уға файҙа килтереүсе, покамис, беҙ – старателдәр. Старателдәр булмаһа, түрәләр нимә ҡыйрата алырҙар ине? Рәзвитчиктәр, фу, нимә ул? Алтын эше әүәл-әүәлдән дә, боронғо олатайҙар заманынан, беҙҙең шикелле старателдәр ярҙамында барлыҡҡа килгән. Беҙҙең ауыл тирәһендәге алтын ятҡылыҡтарын да старателдәр асҡан, ти. Рәзвитчиктәр анһат йәшәй. Улар, покамис, старателдәр асҡан юлдан бара. Ә һин уларҙы маҡтап яҙғанһың. Улай килешмәй, һис тә килешмәй!
– Шиғырҙарымдың береһе лә оҡшаманымы ни?
– Әллә... – Фәйзулла, нисек яуап ҡайтарырға белмәйенсә, елкәһен ыуҙы. Шунан йылға тәңгәленән өңөлгән забойҙың иң төбөндәге оло ташты кәйләһе менән соҡоп сығарҙы ла бер аҙға туҡталып торҙо. – Бик ныҡышҡас, әйтәйем инде... Әҙәм көлдөрөп, шул шиғыр-миғырыңды яҙма!
– Атайым һымаҡ, һин дә...
– Эйе, – ул мине ашығыс бүлдерҙе, – дөрөҫ, дөп-дөрөҫ! Атайың менән һөйҙәшеп торғаным бар. Ул да минеңсә уйлай. Әллә ҡайҙа китеп, интегеп уҡып йөрөүеңә ҡарағанда, ошолайтып алтын йыуыуыбыҙ насармы ни? Алтының булһа, лафкала йәнең теләгән нәмәләрҙе һатып алырға мөмкин. Әлегәсә берәүҙең дә уҡып кинәнеп йәшәгәне юҡ. Шәйәхмәт еҙнәң Хәнәфиә ҡустыһын көсләп уҡытҡайны. Барыбер рәт сыҡманы. Инйәргә барып унынсыны бөткәс, көтөүселеккә ялланды. Һыйыр көтөргә баш кәрәкмәй, уҡымайынса ла булдыра алам!
– Хәнәфиәнән башҡа бүтән кеше юҡмы ни?
– Бүтән кем бар? – Фәйзулла ярһыны. – Яхин Хәжғәлиҙең ҡустыһы Хәжмөхәммәттән тулк сыҡтымы? Унынсыны ыҙалап бөткәс, үлде лә ҡуйҙы!
– Мин ҡапылда үлергә теләмәйем.
– Хәжмөхәммәт үлергә теләгәнме? Уҡып интекмәһә, моғайын, йәшәр ине. Ҡуйсы, әллә ҡайҙа китеп шиғыр-миғыр яҙырға өйрәнгәнсе, ошолайтып бергә-бергә йәшәйек!
– Уҡымауы һәм шиғырҙар яҙмауы минең өсөн – үлем, – тинем дә, һыуҙы күберәк ағыҙып, улаҡҡа һалынған тау тоҡомдарын көрәгем менән иҙергә тотондом, ә үҙем уйға күмелдем. Инйәрҙә уҡығанда әҙәбиәтте ихлас яратырға өйрәткән Ғүмәр ағай, директор булараҡ, шәхси тормошом менән ҡыҙыҡһынмаған кеүек, Фәйзулланың да минең уй-хыялдарымды аңларға теләмәүе эсемде бошорҙо.
Алдан әҙерләнгән оло өйөмдәге тау тоҡомдары йыуылып бөткәс, ул кәйләһен ситкә бырағытты ла миңә боролоп ҡараны.
– Уҡырға ҡасан китәһең?
– Егерме һигеҙенсе августа.
– Яңғыҙым ҡалайтырмын?
– Алтын йыуырһың.
– Кем менән?
– Ауылда кешеләр бөткәнме ни? Солтанов Ғилман, Хафизов Вәлит...
– Ҡуй әле! – Асыу менән ҡул һелтәп, дуҫым йәшләнгән күҙҙәрен ыуҙы. – Уларҙың береһен дә хушһынмайым!
Был минутта Фәйзулла йәл, үтә ҡыҙғаныс ине. Ләкин киләсәк яҙмышыма хыянат итергә теләмәйенсә, уҡырға тигән фекеремде үҙгәртеү мөмкин түгел ине.
Уның менән һәр саҡ бергә булдыҡ. Табылған алтынды ла, магазиндан һатып алған икмәкте лә, ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙы ла уртаҡ бүлештек. Шуныһы үкенесле, күпме генә ыҙаланһаҡ та, тир түгеп эҙләгән алтын бөртөктәре ашарыбыҙға икмәк һатып алыуҙан артманы. Әллә нисәмәшәр көн отвалдар тирәһендә соҡсоноп бер ни ҙә тапмаған саҡтарыбыҙҙа, аптырап, маширт соҡорға бара торғайныҡ. Унда кем етеҙ, кем өлгөр, кем беренсе булып хужаһыҙ ҡалған маширтҡа барып етә, шул ота. Сөнки күмәк малайҙар араһынан беренсе барыусы маширттағы алтын бөртөктәрен тишек-ярыҡтан соҡоп алырға өлгөрә.
Еңел кәсепкә ынтылыусы малайҙарҙан беҙ ҙә ҡалышманыҡ. Мин ҡарауылда торҙом, ә Фәйзулла маширт головкаһын кәүҙәһе менән ҡаплай ҙа, алтын бөртөктәре ярыҡ-йороҡҡа ҡыҫылып ҡалған бүтәндәрҙе ебәрмәйенсә, яңғыҙы аҙаплана торғайны.
Маширттар ҡарауылсыһы йәки берәй түрә-фәлән яҡынлашыуы тойолһа, ҡурҡыныс барлығын белгертеп, дуҫым яғына таш ырғыттым. Тирә-яҡты һағайып тыңлай-тыңлай, маширт соҡоған Фәйзулла отвалдар артына сығып йәшеренергә тырыша. Эшенә мауығып, йәшеренергә өлгөрмәгән сағында, һунарсыға айыуҙы яҡын ебәрмәҫкә тырышҡан ышаныслы эт шикелле, ҡарауылсыны алдатып ҡысҡыра-ҡысҡыра, үрһәләнә инем...
Бер көндө, маширт соҡоуҙан да, алтын йыуыуҙан да уңмай, бойоғоп ҡына ҡайтып бара инек, юлда ятҡан баҡыр киҫәген алып уртаға һындырҙы ла бәләкәйерәген миңә һондо.
– Мә, ал.
– Нимәгә миңә баҡыр?
– Кәрәгер. Мәрәкә булһын өсөн, самарутка таптыҡ тип алдашып, кешеләргә күрһәтербеҙ.
– Алдашыуҙан ни файҙа?
– Исмаһам, бер мәртәбә данланғым килә! Самарутка тапҡан кешене нисек данлауҙарын беләһеңме?
– Юҡ менән аҙапланма.
Фәйзулла дуҫым мине тыңламаны. Ике киҫәк баҡырҙы кеҫәһенә тыҡты ла:
– Өлкән самарутка таптым! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра өйөнә ҡайтып китте.
«Фәйзулла ат башындай алтын тапҡан, имеш» тигән хәбәр ауыл халҡына йәшен тиҙлегендәй таралды. Һәр кеше, үҙе теләгәнсә үҙгәртеп, ваҡиғаны ҡуйыртты һәм ығы-зығы арттырыуҙа, уның данын ҡупыртыуҙа ярҙамлашты. Фәйзулла, алтын йыуған ерҙән ҡайтып килгән сағында, имеш, ҡәҙер төнө асылған, был байлыҡ һораған да, фәрештәләр уға самородка ташлаған...
Төрлө имеш-мимеш һүҙҙәре ҡуйыра башлағас, баҡыр тигән нәмәнең ысын самородка булыуына үҙе лә ышанырға өлгөргән Фәйзулла атылып килеп инде лә хәле бөтөп ҡысҡырҙы:
– Малай, йәшәйбеҙ икән!.. Беҙ байыҡтыҡ!.. Лафкалағы барлыҡ нәмә беҙҙеке буласаҡ!.. Беҙ тапҡан нәмә ысын самарутка!..
– Кем әйтте?
– Бөтә халыҡ һөйләй! Бер нисә кеше һатып алырға ла ныҡышты. Уларға һатманым. Әйҙә, Әүжәнгә приискы кәссиренә тапшырайыҡ та, бон алып, лафканан нәмәләр һатып алайыҡ!
– Яңылышаһыңдыр...
– Бер ҙә яңылышмайым! – Фәйзулла ҡыҙҙы. – Алтын эшен ныҡ белгән ағайҙар ҙа дөрөҫләне. Әйҙә, йыйнал, киттек Әүжәнгә...
– Бармайым.
– Бармаһаң, барма! – тине ул асыуланып.
– Әҙәм көлдөрөп, һин дә йөрөмә.
– Теге ҡул һелтәне лә тышҡа сығып йүгерҙе...
Әүжәндән бойоғоп ҡына ҡайтты ул. Мине осратҡас, иларҙай хәлгә етеп, зарлана башланы:
– Алдандым, бик тә алдандым! Самарутка тигәнем, ысындан да баҡыр булған икән. Алтын кәссире кислотаға һалғайны, күгәрҙе лә ҡуйҙы.
Бар хәлемсә, ҡайғыға ҡалған дуҫымды йыуатырға тырышып оҙаҡ өгөтләнем.
...Июль урталары еткәс, беҙгә айырылышырға тура килде. Атайымдың теләге буйынса, беҙ бесән әҙерләнәсәк урынға күсеп киттек. Ә йәй аҙағында, бесән эшен бөтөүен дә көтмәйенсә, ваҡ-төйәк нәмәләрем тултырылған тоҡто елкәмә аҫтым да Инйәргә табан юл тоттом.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас