

IX
Инйәр урта мәктәбендә дүртенсе йыл уҡығанда, беренсе тапҡыр атайымдан килгән хатты алып: «Тиҙ арала ҡайтып ет. Бик ауыр хәлдәмен», – тип яҙған һүҙҙәрҙе уҡығас, йөрәгемде ҡурҡыу солғаны. Үлем хәлендә ауырып ятҡан һымаҡ хис иттем атайымды. Уны иҫән сағында күреп бәхилләшеү өсөн илай-илай ҡайтырға йыйындым.
Класташтарым мине тимер юл станцияһына саҡлы оҙатып килде. Тәүлегенә бер тапҡыр йөрөгән поезға билет алырҙай аҡсам булмағас, проводникка һиҙҙермәй генә эскә инеп, күмәк кешеләр теҙелешеп ултырған урындыҡ аҫтына йәшерендем.
Поезд ҡуҙғалғас, кешеләр аяғы аҫтынан башымды һоноп, иркенләберәк яттым. Хәҙер ҡурҡыныс түгел. Йылы вагонда Ишләгә саҡлы барыуы бер ни түгел, тип уйлап күҙҙәремде йомғайным, нисек йоҡлап китеүемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Поезд күпме барғандыр, кемдеңдер көслө ҡулы аяғымды ҡыҫып тотто ла урындыҡ аҫтынан һөйрәп сығарҙы.
– Ҡайҙа билетың?
Алдымда контролёр тороуын күргәс, йөрәгем алынды. Ялынып-ялбарып үтенеүемә лә, илауыма ла иғтибар итмәй, ул мине вагондан ҡыуып төшөрҙө.
Поездан тороп ҡалырға теләмәнем: составтың икенсе яғына сыҡтым да, башҡа ваҡыттарҙағы шикелле, йөк вагоны түбәһенә күтәрелгәс, ағас күмере араһына күмелеп яттым. Төндә ныҡ һыуытты. Өшөй башланым. Өшөһәм дә, түҙергә тырыштым.
Ишләлә поездан төшөп ҡалып, вокзалға барып ингәс, башына – иҫке будёновка, аяғына – итек, өҫтөнә шинель кейгән урта буйлы кеше минән һыны ҡатып көлдө-көлдө лә:
– Малай, ер аҫтынан сыҡтыңмы әллә? Шул тиклем ҡайҙа бысрандың? – тип һораны.
Инйәр урта мәктәбендә уҡып йөрөүемде, атайымдың үлем хәлендә ятыуын, уны күреү өсөн өшөп-туңып күмер араһында төнө буйы килеүемде белгәс, таныш булмаған ағайҙың йөҙө үҙгәрҙе.
– Ишләнән ҡайҙа барырға?
– Исмаҡай ауылына, – тинем.
– Бараһы юлың бик алыҫ икән шул. Утыҙ саҡрымдан ашыу ерҙе йәйәү үтеү еңел булмаясаҡ, – тине лә ҡараңғы мөйөштә япа-яңғыҙы ғына ултырған ҡатынға күҙ һирпте: – Эй һин, бисәкәй, шып-шым ултырып ялҡманыңмы әле?
Ҡатыны яуап ҡайтармағас, ҡул һелтәне лә таныш булмаған ағай миңә йомош ҡушты:
– Ҡустым, һин минең бисәне бер ҡайҙа сығармай, ошонда ҡарауылла. Берәй сит абышҡа менән һөйләшһә йәки күҙ ҡыҫышһа-нитһә, миңә әйтерһең. Бер ергә барып килеүемде көт. Тиҙ килермен.
Ире тышҡа сыҡҡас та мөйөштәге йәш ҡатын миңә яҡыныраҡ шыуҙы.
– Ағай һине аптыраттымы?
– Юҡ, – тинем.
– Уның холҡона аптырамаған кеше юҡ.
– Ниңә?
– Күрмәйһеңме ни? Юҡ-бар кешенән ҡыҙғанып маташа бит!
Ни тип әйтергә белмәйенсә, сәйерһенеп, яурынымды йыйырҙым, ә йәш ҡатын моң-зарын тиҙерәк һөйләп ҡалырға ашыҡты:
– Уның һәр ирҙән көнләшеүе тәҡәтемде ҡоротто. Мине һиңә ышанып ҡалдырыуына ла иҫ-аҡылым китә. Хатта малай-шалайҙарҙан да көнләшеп интектерә бит. Берәйһенә баш ҡалҡытып ҡарар әмәл юҡ...
Будёновкалы ағай кире ингәс, тирә-яҡҡа һағайыулы ҡараш ташланы.
– Мин юҡта бында берәү ҙә булманымы?
– Булманы, – тинем.
– Уның менән үҙең дә һөйләшмәнеңме?
Минең өсөн ҡатыны яуап ҡайтарҙы:
– Һөйләшмәне!
– Әләйһә, ярар, – ағай тынысланды. – Маладис малай икәнһең! Өлкән үҫкәс, һинән рәт сығасаҡ. Тик тырыш, уҡы, әҙәм бул. Беҙ малай саҡта, һинең шикелле, бер етем була торғайны. Ул да ыҙалыҡ менән үҫте. Аҙаҡтан сыҙай алмайынса ауылдан ҡасып сығып китте. Ун йылдан артығыраҡ дәүер уҙғас, уны Туҡанда музыка менән ҡаршыланылар. Элгәрге алама бәндәләр, ярамһаҡланып, уның тирәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөнө. Сөнки белем алып, ул оло түрә дәрәжәһенә еткәйне. Бына бит ул тормош нисек! Уның оло түрә булырын алдан белгәндәрме ни? Белһәләр, моғайын, ыҙалатмаҫтар ине... Әле һин дә интегәһең. Алда ни булырын кем белә? Ошолай алам-һалам йөрөһәң дә, бәлки, һин дә бер заман түрәлеккә үрләрһең, һине лә ҡәҙерләп ҡаршыларҙар... – Ул, һүҙенән бүленеп, тәҙрәнән ҡараны. – Ана, беҙҙең ылау килеп етте. Ялан станцияһына саҡлы беҙҙең менән бараһыңмы, ҡустым?
– Барам, – тинем ҡыйыуһыҙ ғына.
– Барһаң, әйҙә.
...Иҫке Ишлә ауылына етер саҡта ире эргәһенә ярыш ултырған йәш ҡатындың асыҡ йөҙөн күргәс, ғәжәпкә ҡалдым. Ул да мине таныны, ахырыһы, өндәшмәҫкә ҡушып күҙ ҡыҫты ла ситкә боролдо. Барлы-юҡлы ашамлығыбыҙҙы туҙҙырған атайымдың бер нисә көнлөк һөйәркәһе менән ҡабаттан осрашыу мине тетрәтте. Иренең холҡо боҙолоуына был апай үҙе ғәйепле булырға тейеш, тигән уй менән башымды эйҙем.
Ялан станцияһы аръяғына яңғыҙым йәйәү киттем. Атайымды иҫән сағында күреп ҡалырға тырышып ҡабаландым. Ул күптәнән үлгәндер, етем ҡалған туғандарымдың сыр-сыу аҡырышып һалҡын өйҙә ултырыуҙарын күҙ алдыма килтергәс, йөрәгем әрнене. Яман-яҡшы булһа ла, үҙ балаларын үҙе аҫрай ине атайым. Ул үлгәс, туғандарым менән ҡалайтырмын тип борсолдом.
Епшек ҡар яуа башланы. Алды йыртыҡ калушымды бәйләр өсөн йыш туҡталырға тура килде. Асыҡтым. Тоҡсай төбөн әйләндереп тә бер ни таба алманым. Эре-эре ҡарағайҙар ҡатыш ҡайындар үҫкән урманды уҙып һөҙәк аҡланға сыҡҡас, ҡаршымда оло эт күренде. Ул эргәмдә үрһәләнә башлағас, күрше Ғибәҙәт ҡарттың овчаркаһы икән тип уйлап, атлап барышлай ҡулымды алға һоноп, үҙемә эйәртергә тырыштым.
– Һаҡҡолаҡ, Һаҡҡолаҡ, әйҙә, бергә ҡайтайыҡ! Миңә иптәш булырһың, яңғыҙыма күңелһеҙ!
Теге, минең теләгемде аңлаған һымаҡ, бер туҡтауһыҙ уйнаҡлап-һикерәндәп, бер алдыма, бер артыма сыҡты.
– Һаҡҡолаҡ, ризык өмөт итәһеңме? Бик тә һыйлар инем, икмәгем юҡ шул, – тип һөйләнә-һөйләнә һаман алға барҙым.
Эт бик аҡыллы күренде. Ул нимә һөйләгәнемде аңлаған һымаҡ, төрлө тауыштар сығарып шыңшый-шыңшый, эргәмдә һикерәндәүен белде.
– Эх, Һаҡҡолаҡ, Һаҡҡолаҡ!.. Иптәшлеккә әлдә тап булдың әле, – тип мин һөйләнеүҙән туҡтаманым.
Байтаҡ ерҙе бергә уҙғас, миңә эйәреп килеүҙән ялҡҡан эт, юлдан ҡайырылып, ҡыуаҡлыҡтар тәңгәлендә тороп ҡалды. Нисек кенә саҡырһам да, ҡабат яҡынлашманы.
Ул олой башлағас, ҡотом алынып, тәнем зымбырҙаны. «Бүре! Эт тигәнем бүре булған» тигән ҡурҡыныслы уй йөрәгемде ҡыйпып уҙҙы, ҡапыл хәлһеҙләндем, аяҡ быуындарым бушаны...
Шул заманды күҙ алдыма килтерһәм, тәнем әле лә эҫеле-һыуыҡлы булып китә, теҙҙәрем ҡалтырай, йөрәгем ҡыҫыла.
...Аҙаҡтан, бүрегә осрап та тере ҡалыуымды һунарсы ағайҙарға һөйләнем. Улар, ғәжәпләнеп, сәбәбен аңлатты:
– Бөтә нәмә ҡурҡмауыңа бәйләнешле. Бүре, һарыҡ ҡасҡан кеүек, һинең дә йүгереп китеүеңде көтөп, ырылдай-ырылдай уйнаҡлаған. Унан ҡурҡып ҡасһаң, баҫтырып барышлай, елкәңдән умырып тешләр ҙә, ергә йығып, өҙгөләп ташлар ине... Ғүмерең булғас, ҡурҡмағанһың. Бәлә-ҡазанан фәрештәләр һаҡлаған...
Бүре менән ҡабат осрашыуҙан ҡурҡһам да, һаман алға ыңғайланым. Атайым үлеме, туғандарымдың яҙмышы тураһында борсолоуым бүренән ҡурҡыуҙан да көслөрәк булғандыр. Шул тойғо мине һаҡланы, ауылға саҡлы барып етеүгә ярҙамлашты.
Үҙебеҙҙең урамға яҡынлаша барған һайын, борсолоуым артҡандан-арта барҙы.
Ана, алда беҙҙең өй. Уның кәртә-ҡураһы туҙған. Кәртә эсендәге мал тиҙәге таҙартылмаған. Аҙбар ҡыйығында бесән дә бөткән. Ҡапҡаны уҙғас, тирә-яҡҡа ҡаранып оҙаҡ ҡуҙғалмай торҙом. Урындыҡта һуҙылып ятҡан атайымдың мәйетен күреүҙән шикләндем. Шулай булһа ла, йәнемде ус төбөнә һығып тотҡандай хәлгә етеп, өйгә индем.
Аяҡ салып урындыҡта ултырған атайымдың иҫән-һау икәнлеген күргәс, үҙ күҙҙәремә ышанмайынса, баҫҡан еремдә аптырап ҡалдым. Шунан, ҡапыл хәлһеҙләнеп, урындыҡ ситенә сүкәйҙем дә буҫлығып-һығылып иларға тотондом.
Минең уй-хистәремде аңламайынса, атайым асыуланды:
– Ниңә шәмәрәһең?!
– Мин... Мин... – Бер ни әйтә алмайынса, быуылдым.
– Өшөнөңмө? Мәтрүшкә сәйе эсһәң, йылынырһың. Кил, ултыр, – тип, ул миңә сәй яһатты.
Урынымдан ҡуҙғалырға һәм аяғыма ҡат-ҡат ураулы еүеш сепрәк-сапраҡты сисергә хәлем етмәйенсә, ыңғырашҡан тауыш сығарҙым. Әммә ғәмһеҙлеккә һалышҡан атайым минең менән ҡыҙыҡһынманы, үҙ яҙмышына зарланыуын белде.
– Тормошом мөшкөл, улым. Ҡартайылды ла... Етмәһә, миңә үсләшкәндәй, инәйең өсөнсө бәпесен тапты, – тип биләүҙәге сабыйын имеҙгән Мөьминә инәй яғына ымланы. – Хәҙер үҙем кеше көнлө. Итәк тулы балаларҙы аҫрарҙай хәлем юҡ... Мөхәммәт ярҙамлашырмы икән тигәйнем, өйҙән ҡасып китеп, алтын йыуған ерҙәге зимагурҙар араһында йәшәй. Хәҙер берҙән-бер таянысым һин, улым. Закун ҡушыуы буйынса, балаларҙы һин аҫрарға тейешһең. Шуға саҡыртып ҡайтарҙым һине.
– Уҡыуымды ҡалдыра алмайым, атай, – тинем, бер аҙ тынысланып.
– Әлеге уҡыуың да башыңдан ашҡан, – тип ул ҡырт киҫте. – Әлегәсә сит ерҙә етерлек һикерәнләнең. Мынан кире аҙҙырмаясаҡмын, ауыҙлыҡлап тотасаҡмын!..
– Атай, теләһәң ни эшлә, уҡыуымды ташлар хәлем юҡ!
– Мин ҡушҡас, ташламай ҡара...
Яңы, бөтөнләй көтөлмәгән бәхетһеҙлектән нисек тә булһа ҡотолорға тырышып, сигенергә теләмәнем.
– Юҡ, атай, бығаса уҡыуымды ташлата алмағаныңды, киләсәктә лә ташлатмаясаҡһың!
– Атайың менән шулай телләшәһеңме, аҙғын тыума?! Күптәнән аҡылға ултыртҡаным булмағанға шашаһың, – тип ул ҡамсы алғайны, мин көлдөксәләге утын ағасын күтәрҙем.
– Тейеп ҡара!
– Атайыңа ҡаршы һуғышырһыңмы, ҡәһәр һуҡҡыры?!
– Етерлек туҡманың, бынан кире туҡмалмаясаҡмын!
Бындай киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтеремде башына ла килтермәгән атайым, ныҡ ағарынып, баҫҡан урынында шаҡ ҡатты. Мине туҡмарға батырлығы етмәне. Ҡулымдағы утын ағасына текләп торҙо-торҙо ла, ҡамсыны ситкә бырағытып, ашыҡ-бошоҡ кейенә башланы.
– Атайың менән һуғышырға ҡайтҡанһың икән. Миңә ҡул күтәргән, ҡаршылашҡан өсөн, Мырҙабай ҡоҙаға әйтеп, һине баструкта серетәсәкмен!.. Ситтә йөрөп аҙҙың, бик аҙҙың... Элгәре тыңдай, нимә ҡушһам да һүҙемдән сыҡмай инең, ҡәһәр һуҡҡан бала!..
Уның ҡасан кейенеп бөтөүен көтмәйенсә, мин тышҡа сыҡтым.
– Хушығыҙ!
– Туҡта, ҡәһәр һуҡҡыры, туҡта!
Мин туҡталманым. Фәйзулла дуҫым эргәһенә барып төндө уҙғарҙым да иртәгеһенә иртүк тороп кирегә табан юл тоттом.
Көс-хәлгә, төрлө ыҙа сигеп, Инйәргә ҡабат барып еттем. Дәрестән аҙаҡ, тимер юлында эшләүселергә ярҙамлашып тамаҡ туйҙырҙым, ауылға барып, атайым менән осрашҡан ваҡыттағы күңелһеҙ күренеш онотолоп, әкренләп-әкренләп тынысланырға ла өлгөрҙөм. Ләкин ул эҙһеҙ ҡалманы.
Дәрестән һуң тамаҡ туйҙырған сағымда Хәбир ҡайтты.
– «Металл өсөн» гәзитен уҡыныңмы?
– Уҡыманым. Нимә бар унда? – тип һораным.
– Ауылдағы мин белмәгән әллә ниндәй кеше тураһында яманлап яҙылған.
– Ниңә яманланған?
– Мә, үҙең уҡып ҡара! – Ул дүрткә бөкләнгән район гәзитен кеҫәһенән сығарып бирҙе.
Байымов Мырҙабай ҡул ҡуйған «И. Абдрахмановҡа сара күрелһен» тигән бәләкәй генә мәҡәләне уҡып сыҡҡас, аптыраным. Мәҡәлә авторы, мәсьәләне асыҡлап-нитеп тормайынса, мин атаһын туҡмап ҡасҡан, имеш, тип яҙғайны. Тик фамилиямды бутаған, исемемдең баш хәрефен дә үҙенсә үҙгәрткән ине...
– Уҡыныңмы? – Хәбир түҙемһеҙләнде.
– Уҡыным.
– Атаһын туҡмаған Абдрахманов тигән кешене беләһеңме?
– Белмәйем, – тинем.
– Беҙҙең ауыл исемен һатып, тайыш аяҡ Байымов алдашҡан! – Уның асыуы ҡабарҙы. Район гәзитен йомарлап, осаһын ышҡыны ла мейескә тыҡты. – Алдаҡсы, ошаҡсы гәзитте уҡыуы харам! Бындай мәҡәләне яҙғаны өсөн Байымовтың һабағын уҡытырға ине!..
Был мәҡәлә тураһында бүтәнсә иҫкә алыусы кеше булманы.
Х
Яйы табылғас, башҡаса артыҡ интекмәнем. Ҡышҡы һалҡын көндәр артынса – яҙ, яҙ артынса йәй етеп, уҡыу йылы тамамланды.
Йәйге каникулды уҙғарырға ауылға ҡайтҡас, Фәйзулла дуҫым менән приискыға киттем. Табылған алтынға һатып алынған ыштан-күлдәгемде, ботинкамды, бүркемде, көпөмдө кейеп ҡабаттан уҡырға килгәс, мине мәктәп директорына саҡырттылар.
– Ниңә ашханала туҡланмайһың? – тип һораны директор.
– Айына ун биш һум түләргә хәлем етмәй, – тинем.
– Хәлең етмәгәс, ниңә ғариза яҙманың?
– Элекке мәктәп директоры Ғүмәр ағай, атайың бар тип, ашханала ашау хаҡын кәметергә теләмәне.
– Ай һайын биш һум түләргә хәле етерме?
– Юҡ шул, ул үҙе ярҙамға мохтаж, – тигәйнем, яңы директор беҙҙең класс етәксеһен саҡыртып серләште лә мине ашханала бушлай ашатырға бойороҡ бирҙе.
Бынан һуң эшем бөтөнләй көйләнде, донъям теүәлләнде, бер ниндәй ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәй башланым. Шул уҡ аҙнала мине яңы ятаҡҡа күсерҙеләр.
Ятаҡ коменданты элекке эсерҙар партияһы ағзаһы Маруся исемле йәһүд ҡатыны үҙ ҡарамағындағы һәр уҡыусыны ҡәҙерле балаһылай күреп, яҡшы тәрбиәләне. Аҙна һайын мунса индерҙе, түшәк кәрәк-яраҡтарыбыҙҙы алмаштырҙы, ыштан-күлдәгебеҙҙе йыуып бирҙе, яманы. Һап-һары итеп йыуылған иҙәндә ойоҡсан ғына йөрөргә рөхсәт итте.
Кистәрен ятаҡта йәшәүсе малайҙар барыһы бергә йыйылғас, балаларҙы йырлатты, мандолинала уйнауҙарын һораны, үҙенең үҫмер сағын, революция йылдарында террор менән шөғөлләнеүе, төрмәләрҙә ултырып сығыуы, бер атышта ҡаты яраланып, һыңар аяғы мәңгегә аҡһаҡ булып ҡалыуы тураһында һөйләне.
Маруся комендант булған ятаҡта йәшәгән ваҡытым, ғүмеремдең бер яҡты сағылы булып, күңелемдә мәңге онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Сөм-ҡара бөҙрә сәсле, оҙон үңәсле, ҡаҡса йөҙлө, үтә талапсан, ғәҙел, ятаҡта йәшәгән башҡорт һәм урыҫ малайҙарын үҙ-ара дуҫлаштырыусы, бер-береһенә ярҙамлашырға, иғтибарлы булырға ихлас күңеленән өйрәтеүсе кешене онотоуы мөмкинме ни?!
Уның талабына буйһоноп, беҙ, ятаҡта йәшәүсе башҡорт һәм урыҫ балалары, бер-беребеҙ менән аралашыр, бер-беребеҙҙең телен өйрәнер өсөн карауаттарыбыҙҙы аралаштырып ҡуйҙыҡ. Минең бер яғымда – Безекин Евгений, икенсеһендә ағалы-энеле Семён менән Анатолийҙың карауаттары торҙо. Улар менән бергә йәшәгән осорҙа мин урыҫса апаруҡ һөйләшергә өйрәндем, ә улар башҡортса һөйләшергә тырышты.
Безекин, дуҫтарса шаяртып, миңә «Мишка» ҡушаматы таҡты. Мин дә бурыслы булып ҡалманым – уға арнап таҡмаҡ сығарҙым:
Безекин ағай килгән,
Ҡама бүреген кейгән.
Мейес башында ятҡан саҡта
Ҡабырғалары көйгән...
– Ниңә ҡабырғаларым көйгән? – тип һораны Безекин, таҡмаҡ мәғәнәһен аңламай аптырап.
– Үтә ябыҡһың бит. Ҡабырғалары көйгән малай ғына һинең шикелле ябыҡ була, – тип аңлаттым.
– Ә һин – Мишка, Мишка!.. Михал Иваныч! – тине ул, шаяртып үсекләй-үсекләй. – Сөнки һин йыуантыҡ, айыу балаһы шикелле!
– Дөрөҫ. Танмайым.
Мине үсектерә алмағас, Безекин икенсе ҡушамат таҡты:
– Юҡ, һин – Иҫке бай!..
Уның был ҡушаматы бүтәндәргә лә оҡшаны. Шунан һуң, мине «Иҫке бай» ҡушаматы менән йөрөтә башланылар...
***
...ВЛКСМ Белорет район комитетының беренсе секретары булып эшләгән сағымда Инйәргә барҙым. 1948 йылда ла Маруся апай ятаҡ коменданты ине. Беҙ йәшәгән замандағы тәртип һаман да һаҡланыуын күргәс, шатланып бөтә алманым. Тик ул ваҡытта уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, уҡыу мөдире лә, мәктәп директоры ла алмашынғайны, ә ҡасандыр мин уҡыған урта мәктәп бинаһы урынында янғындан һуң көлө генә өйөлөп ята ине...
1981 йылдың көҙөндә, бер төркөм яҙыусылар менән бергә, Инйәр урта мәктәбендә тағы булырға һәм балалар менән осрашырға тура килде. Әммә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ҡалманы. Ун һигеҙ йыл самаһы эшләгән урта мәктәп директоры, уҡытыусыларҙың да әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмауы, ҡасандыр шул мәктәптә уҡыуымды, роман яҙып яҙыусы дәрәжәһенә етеүемде белмәүҙәре, ҡайһы берәүҙәренең минең хаҡта хатта ишетмәүҙәре ғәжәпкә ҡалдырҙы.
Элгәре беҙ йәшәгән ятаҡ та, уның коменданты Маруся апай ҙа юҡ ине инде. Ҡасандыр тейендәр һикерешкән ҡуйы ҡарағай урманлы тауҙар ҙа, ағастары киҫелгәндән һуң, таҙ кешенең ялтлас башын хәтерләтеүе эс бошорғос күренеш булды.
Инйәр яҡтарында йөрөп ҡайтҡас, Өфөнөң Ленин урамында элекке һабаҡташым Иванов Семёнды осраттым. Ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт уҙғандан аҙаҡҡы үҙгәрештәрҙе, күренештәрҙе, Инйәрҙә уҡып йөрөгән саҡтағы ваҡиғаларҙы иҫләп, беҙ оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Һүҙҙән-һүҙ сығып, Безекин Евгений Ивановичтың Башҡортостан Республикаһы дауаханаһында хирург булып эшләүе тураһында ишетеп белгәс, фатирына шылтыраттым. Телефон трубкаһын үҙе алды.
– Ҡасандыр Инйәр урта мәктәбендә бергә уҡып, бер ятаҡта йәшәгән кеше борсой һеҙҙе, – тип исем, фамилиямды, хатта элгәрге ҡушаматымды әйтеп, уға атап сығарған таҡмағымды һамаҡланым.
Безекин оҙаҡ өндәшмәне.
– Иҫләмәйем, – тип ул берҙән-бер һүҙҙе көскә сығарҙы.
– Беҙҙең ятаҡ коменданты Маруся апайҙы хәтерләй торғанһығыҙҙыр, бәлки?
– Мин ятаҡта йәшәгән ваҡыттан бирле күп йылдар үтте бит... Бер ни хәтерләмәйем...
– Һеҙгә арнап сығарған таҡмаҡ та онотолғанмы? – тип һорап, таҡмаҡты ҡабаттан һамаҡланым.
– Үкенескә ҡаршы, онотҡанмын, – телефон трубкаһында ауыр һулаған тауыш ишетелде.
– Йәл, – мин кәйефһеҙләндем.
Телефон трубкаһын һалмайынса, Безекин һаҡлыҡ менән генә һораны:
– Үҙегеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
– Өфөлә.
– Ҡайһы урамда?
– Цюрупа урамындағы «Океан» магазины өҫтөндә.
– Беҙ күршеләр икән дә баһа! – Уның тауышында ғәжәпләнеү һиҙелде. – Мин яҡында ғына йәшәйем.
Беҙ осрашырға һөйләштек. Ләкин үткәндәре хаҡында бөтөнләй иҫләмәгән кеше менән осрашасаҡ минуттан ҡыуаныс көтмәнем.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.