Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Май 2025, 05:37

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (20)

– Маңҡа, мейеңде сәсрәтә һуғыуымды теләйһеңме? – Хәжғәли кеҫәһенән сығарған сөгөн бирсәткәне уң яҡ йоҙроғона кейҙе.

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (20)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (20)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (20)

20 өлөш


XI

 

Мине, тәжрибәһеҙ, педагогик белеме булмаған йәп-йәш малайҙы, Өмөтбай ауылының башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләнеләр. Әммә унда ярты айҙан артыҡ эшләргә тура килмәне. Атайымдың мыжыуы, ғаиләне аҫрарға теләмәй, сит ауылға ҡасып китте, тип Байымов Мырҙабайҙан район түрәләре исеменә бер туҡтауһыҙ шикәйәт яҙҙыртыуы сәбәпле, уҡытыу эшен ташларға мәжбүр булдым.

Ауылға ҡайтҡас, Фәйзулла Бикбаев дуҫым менән тағы алтын эшенә тотондом. Көҙ етеп, ер өҫтө шыҡайып туңғас, эшебеҙ туҡталды. Тамаҡ туйҙырыу мәсьәләһе ҡатмарланды.

Аңҡы-тиңкеләнеп бер нисә көн йөрөнөм дә, аптырап, алтын приискыһына киттем.

Эшкә ялланырға маташыуым килеп сыҡманы: старателдәр артеленә йәшең тулмаған тип алманылар. Участок етәксеһенә мөрәжәғәт итеүемдән дә файҙа сыҡманы.

Асығыуыма түҙмәйенсә, утын эшенә ялландым. Мине урман эсендәге оло ағас баракка урынлаштырҙылар. Унда йәшәгән кешеләр артыҡ күп булғанлыҡтан, иҙән уртаһындағы тимер мейес ҡаршыһында йоҡлап йөрөнөм.

Йыуан-йыуан ҡарағайҙарҙы йығыуы минең кеүек малайға еңел булманы. Оҙон көн буйы көсөргәнешлек менән эшләүҙән уң яҡ беләгемдең һөйәге дуғаланып кәйкәйҙе, яурыным, билем, теҙ быуындарым һыҙлап, төндә йоҡлай алмай интектем. Барактағы мейес тәңгәленә эленеүле еүеш силғауҙар, сабаталар, өҫ кейемдәре боҫланып кибә башлаһа, тын алырлыҡ һауа ҡалмай торғайны.

Минең менән бергә ҡаҡ иҙәндә ятҡан йәш егет, тонсоғоуға сыҙамай барак ишеген асһа, олораҡ ағайҙар шау-шыу ҡубарҙы. Теге, үҙ ғәйебен һиҙеп, тын алырға ла ҡурҡты.

Ике ҡатлы урындыҡтарҙа ятҡан кешеләр, әллә бетләүҙән, әллә ҡандаланан таланыуҙан төнө буйы ҡашынып һүгенделәр, бер-береһен әрләнеләр. Барак эсе һыуынып, таң яҡынлаша башлағанда ғына тынлыҡ урынлаша. Ләкин иртәнге тынлыҡ та оҙаҡҡа һуҙылмай.

Кемдәрҙер ыҙғыша башлағас, эргәмдә ятҡан егет йоҡо аралаш күтәрелеп асыуланды:

– Кешеләргә пакуй бирәһегеҙме, юҡмы?

– Шәп булһаң, бар, туҡтат, – тине урындыҡта ятыусыларҙың береһе.

– Нимә булған?

– Нимә булғанын күргең килһә, тор ҙа ҡара!

Барактың иң төпкөл мөйөшөндә кемдәрҙеңдер тас та тос һуғышыуҙарын ишетеп, кешеләр урындарынан торҙо.

– Унда кемдәр һуғыша?

– Хәжғәли менән Хөпөтдин!

– Нимә бүлешә алмайҙар?

– Хөпитдиндең баш осондағы нәмәләрҙе Хәжғәли ҡараҡ урлаған!

– Ниңә айырмайһығыҙ?

– Хәлдәре бөткәс, үҙҙәре лә тынысланыр әле...

Йоҡоларынан уянған урман киҫеүселәр, һуғышыусыларҙы уратып алып, бер-береһенә ҡаршы ҡотортто:

– Хөпитдин, бурҙың кәрәген нығыраҡ бир!

– Хәжғәли, бирешмә!..

Һуғышыусыларҙың икеһе лә беҙҙең урамдан ине. Шуға күрә уларҙың береһен дә яҡлашманым. Ныҡ ярһыған Хөпөтдин дошманының муйынынан һыҡты. Шул саҡ, Яхин Хәжғәлигә ҡарата булған элгәрге асыуымды онотоп, Хөпөтдиндең беләгенә йәбештем.

– Ағай, үлтерәһең бит!

– Маңҡа малай, һиңә ҡараҡ йәлме? – тип теге икенсе ҡулы менән яңағыма тондорҙо. Күҙҙәремдән утлы осҡондар сәсрәне.

Хәжғәли, минең ярҙамдан файҙаланып, үҙе һөжүмгә күсте. Ҡан ҡатыш төкөрөнә-төкөрөнә, йыртҡыстай ажарланып, утын ағасы менән Хөпөтдинде дөмбәҫләне.

– Утын ағасын ташла! – тип урынымдан ҡуҙғалғайным, эшселәр асыуланып мине ситкә төрттө.

– Ниңә әле береһен, әле икенсеһен яҡлашаһың?

– Яҡлашыр булғас, береһен генә яҡлаш!..

Уларҙы тыңларға теләмәйенсә, һаман алға тартылдым.

– Ебәрегеҙ! Ағайҙарҙың икеһе лә беҙҙең урамдан! Былай һуғышыу ғәҙел түгел!

Кешеләр көлөштө.

– Һуғышыу ғәҙел буламы?

– Был малайға әҙерәк эләккән икән. Күберәк эләкһә, бер ҙә улайтмаҫ ине!

– Ололар һуғышҡанда ниңә ҡыҫылаһың?

Һуғышыусыларҙы күҙәтеп, мин урынымда тыпырсындым.

– Ҡарап тороп үлтертәһегеҙ бит!

Көрмәкләшеп йөрөй торғас, һуғышыусылар тимер мейес өҫтөнә барып йығылды. Шунан һуң ғына тыныс ҡарап торған ирҙәр бер ыңғай хәрәкәтләнде. Хөпөтдин менән Хәжғәлиҙе, икеһен ике яҡҡа тартҡылап, көс-хәлгә айырҙылар.

Һуғышыусылар, ярһыуҙарынан баҫыла алмайынса, киҫкен хәрәкәтләнеп, кешеләр ҡулынан ысҡынырға һәм бер-береһенә ҡабаттан ташланырға ажарланып һаман тартҡылашты. Хөпөтдинде әүрәтеп урындыҡҡа ултырт­ҡайнылар, Хәжғәли ҙә тынысланды. Ул, һынған тешен тел осо менән һәрмәкләп, ҡан ҡатыш иҙәнгә төкөрҙө лә ҡайҙалыр китеп, күҙҙән юғалды.

Иртәнге сәйҙе эскәс, улар яңынан дуҫлашты, ә мин үҙемде ғәйепле һымаҡ һиҙҙем. Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай шул... Хәжғәли менән Хөпөтдин был ваҡиғанан аҙаҡ минең менән һөйләшмәне, осраған саҡтарында мине күрмәмешкә һалышып уҙҙылар.

Өс-дүрт көн үткәс, утын киҫеүселәргә эйәреп барыуымды күреп, Хәжғәли мине үҙенә саҡырҙы. Еңелсә ҡабырғама төртөп иҫкәртте:

– Бер туҡмайым әле һине!

– Ни өсөн?

– Кешегә яраҡлаша белмәгән өсөн, – тине лә ҡул биреп хушлашты.

Шунан аҙаҡ ул баракта күренмәне.

Балта менән аҙапланыуымдан файҙа сыҡмағас, Фәйзулланы ла утын киҫергә күндерҙем. Икәү эшләгәс, утын әҙерләүе еңеләйҙе. Ике аҙна эсендә байтаҡ утын бысылды. Күптәнән бирле игәлмәгән бысҡы тештәре үтмәҫләнһә лә, балта туҡылдатыуға ҡарағанда, ағас бысыуы еңелерәк ине.

Ике ҡолас йыуанлығы ағастарҙы йығыуы үтә мәшәҡәтле һәм хәүефле. Саҡ ҡына иғтибарһыҙландыңмы – бөттөң!..

Бер йыуан ҡарағайҙың ҡайһы яҡҡа йығылырын яңылыш билдәләүем арҡаһында бәлә-ҡазаға тарыға яҙҙым. Ағас гөрһөлдәп йығылған ыңғайҙа, саҡ ситкә һикереп өлгөрҙөм, маңлайымдан битемә ҡан аҡты. Ярамды сепрәк-сапраҡ менән ураным да баракка ҡайттым.

Иртәгеһе көндө, суғырмаҡланып ҡан ҡатҡан яралы башым һыҙлауына иғтибар итмәйенсә, тағы эшкә сыҡтым. Йығылған сағында мине үлтерә яҙған йыуан ҡарағай ботаҡтарын ботай ғына башлағайныҡ, тәрән көрттө йырып, беҙгә Хәжғәли яҡынлашты.

– Йә, малайҙар-арттарығыҙ ҡалайҙар, эштәрегеҙ нисек?

– Ҡапылда арыу, – тип яуап ҡайтарҙы Фәйзулла.

Йыуан түмәрҙе бүкән һымаҡ ҡуйып ултырғас, Хәжғәли хәрәкәтһеҙ ҡалды. Үҙенә эш тапмай, эсе бошоп, беҙҙең бысҡыны мылтыҡ шикелле тоҫҡап ҡараны.

– Бының ыразвуты бөткән бит!

– Ул бысҡы һинеке бит. Үҙең йүнләп ҡарамағас, беҙ ҡалайтайыҡ? – тине Фәйзулла.

– Нисек минеке? – Хәжғәлиҙең төҫө үҙгәрҙе. – Ниңә һорамай алдығыҙ?

– Уны Хөпөтдин еҙнәмдән һорап алдыҡ.

– Минең бысҡыға еҙнәң хужамы ни? – Тәмәке төтөнө менән ыҫланған серек тештәрен шығырҙатып, Хәжғәли ауыҙын ҡыйшайтты. – Йүнһеҙ малайҙар икәнһегеҙ!

Ағас ботағына килеп ҡунған ала ҡарға, уның ҡысҡырыуынан ҡурҡып, артабан осто.

– Юҡҡа аҡыраһың, ағай. – Ботаҡ ботауҙан туҡталып, Фәйзулла иҙеүен ысҡындырҙы. – Үткерләп, ыразвутлап бирербеҙ.

– Һеҙ тотонған бысҡы миңә кәрәкмәй. Уны үҙегеҙгә алып, тейешле хаҡын түләгеҙ!

– Аҡсабыҙ юҡ.

– Аҡса урынына, бысылған ағастарығыҙҙың өстән бер өлөшөн бирегеҙ.

– Улай бармай, – тип мин дә һүҙгә ҡушылдым.

– Минең бысҡы булмаһа, шул тиклем быса алыр инегеҙме?

– Юҡ менән башыбыҙҙы ҡатырма, ағай. Бысҡыңды ал да бар, кит, беҙгә ҡамасаулама, – тине Фәйзулла, асыуланып.

Беҙҙең менән килешә алмаясағын аңлағас, Хәжғәли юхалана башланы.

– Кеше утыны миңә кәрәкмәй, малайҙар. Прогул яһағанһың тип, күреннәй мастер бәйләнеренән шөрҙәйем. Беләһегеҙ бит, прогул өсөн баштан һыйпаймайҙар. Закун ҡаты хәҙер. Былай күреннәй мастерҙы алдатыу өсөн генә утынығыҙҙың өстән бер өлөшөн минең фамилияға яҙҙыртһағыҙ, аҡсаһы үҙегеҙгә булыр.

– Нормағыҙ тулманы тип, беҙгә асыуланмаҫтармы?

– Нимә һеҙгә, йәше тулмаған малай-шалайға нурма?

Беҙ риза булмағас, асыуы ҡабарған Хәжғәли ҡулындағы бысҡыны өйөлөп ятҡан түмәрҙәр өҫтәнә бырағытты. Илаған тауыш сығарып, бысҡы зыңланы.

– Аламағолоштар, миңә лә йомошоғоҙ төшәр әле бер заман, – тип мығырҙанған Хәжғәли китеп күҙҙән юғалағас, Фәйзулла көлдө.

– Беҙгә бәйләнергә ҡурҡты!..

Көн аяҙытҡас, һыуытты. Бер ҡатлы киндер ыштан аша үткән һалҡын өшөттөрә.

– Бөгөнгә етер, баракка ҡайтайыҡ инде, – тинем.

– Ҡайтайыҡ, – дуҫым бер һүҙһеҙ ризалашты.

Баракка ҡайтып йоҡланыҡ та, иртәнге ҡараңғынан тороп, тағы эшкә барырға әҙерләндек.

Делянкаға етеп, кис кенә өйөп ҡалдырған утыныбыҙҙың бер ағасы ла ҡалмауына аптырашып, бер-беребеҙгә ҡараштыҡ.

– Нимә булған бында? Ҡайҙа беҙ бысҡан әрҙәнә?

– Ҡар ҙа ныҡ тапалып бөткән...

Тирә-яҡты тикшереп сығып, бер ни ҙә таба алманыҡ.

Көн ныҡлап яҡтырғас ҡына мәсьәлә бер аҙ асыҡланды. Беҙ әҙерләгән утындар, саналарға тейәлеп, ҡайҙалыр оҙатылғайны.

Саналар эҙе буйлап байтаҡ ер үттек. Оло юлға еткәс, уларҙың ҡайһы яҡҡа китеүен белмәнек.

– Беҙ бысҡан утынды урлағандар, – тине Фәйзулла.

– Кемдәр икән?

– Белмәйһеңме? – Көсөбөҙ әрәм булыуына яфаланған дуҫым иларҙай хәлгә етте. – Хәжғәли ҡараҡтың аҙабы был! Хөпөтдин еҙнәм менән һуғышҡан сағында уны юҡҡа әрсәләшкәнһең!

– Беҙҙе рәнйетеп, барыбер мандымаясаҡ, – тинем.

Утын киҫергә башҡаса күңелебеҙ төшмәне. Барлы-юҡлы нәмәләребеҙ һалынған тоҡсайҙарыбыҙҙы елкәбеҙгә аҫтыҡ та Хәжғәлиҙе эҙләп киттек.

Һунарсыға ҡаршы йыртҡыс үҙе килә тигәндәй, уны оҙаҡ эҙләргә тура килмәне. Приискы контораһындағы кешеләр араһында торған Хәжғәли беҙгә ҡарап йылмайҙы ла:

– Малайҙар, һеҙгә йомошом бар. Әйҙә аулаҡта һөйләшәйек әле, – тип беҙҙе тышҡа алып сыҡты.

– Нимә кәрәк тағы? Беҙ бысҡан ағастарҙы ни өсөн урланың? – Фәйзулланың йоҙроҡтары төйөлдө.

– Кем урлаған? – теге бер ни белмәмешкә һалышып асыуланды: – Мине кемгә һанайһығыҙ, малайҙар? Мин һораған дүләне бирмәҫ өсөн ҡыланаһығыҙмы шулай?

– Беҙҙең ағастарҙы кемгә һаттың? – тип һораны Фәйзулла, ниңәлер икеләнеберәк.

– Ҡыуаҫың бармы? – Хәжғәли ата ҡаҙҙай муйынын һоноп, күҙҙәрен аҡайтты. – Берҙе тондорор инем – еҙнәң хаҡына, йәлләйем.

– Беҙҙе ҡурҡыта алмаҫһың. Утындар тейәүле ылауҙарҙың береһенә ултырып барыуыңды бер кеше күргән. Утын һатҡан аҡсаларҙы булһа ла бир, – тип дуҫым ныҡышты.

– Яңылыш күргәндер. Минән башҡа кеше юҡмы ни? Бүтән берәйһе урлағандыр. Эҙләгеҙ, табығыҙ. Шахталарға креплениелар өсөн бая бик күп ағастар килтереп ауҙарғайнылар. Мужыт, шундалыр утынығыҙ, – тип Хәжғәли китергә булғайны, Фәйзулла уның ҡаршыһына сығып баҫты.

– Туҡтале!

– Кит юлымдан!

– Беҙҙең аҡсаны бирмәйенсә, ебәрмәйем.

– Маңҡа, мейеңде сәсрәтә һуғыуымды теләйһеңме? – Хәжғәли кеҫәһенән сығарған сөгөн бирсәткәне уң яҡ йоҙроғона кейҙе.

Балталарыбыҙҙы тотоп, беҙ ҙә һуғышҡа әҙерләндек.

– Китегеҙ юлымдан! – Хәжғәли сөгөн бирсәткәле йоҙроғо менән һелтәнде.

Ярһыған Фәйзулла ҡапыл алға ынтылды. Хәжғәлиҙең уң ҡулын шаҡара тотоп, йоҙроғонан һурылған сөгөн бирсәткәһен алып бырағытты ла оҙон бармаҡтарын дошманы муйынына батырҙы.

Ғыжылдаған Хәжғәли, яйын табып, Фәйзулла ҡулынан ҡотолғас, ажарланып үҙе йәбеште. Улар, ҡарға тәгәрәп, берен-бере алмаш-тилмәш ойпалай башланылар.

Ярҙамлашырға ынтылыуымды күргәс, дуҫым мине киҫәтте:

– Беҙгә ҡыҫылма!

– Ул бит...

– Ҡыҫылма, тим! – Бер елкенеүҙә ул өҫкә ҡалҡты. – Беҙҙең аҡсаны бирәһеңме, юҡмы?

– Ҡулында бысаҡ! – тип ҡысҡырып, Хәжғәлиҙең ҡулына йәбештем.

Бысағын һыпыра тартып алғайныҡ, теге ҡапыл епшене.

– Малайҙар, етте... Ебәрегеҙ...

– Аҡсаны бирмәһәң, үлтерәбеҙ, – тине Фәйзулла.

Беҙҙең тауышҡа кешеләр йыйыла башлағас, кеҫәһендәге аҡсаны Хәжғәли тотошлай бирергә булды.

Тауыш ҡубармаҫҡа килешеп, беҙ һәүетемсә айырылыштыҡ.

Автор:
Читайте нас