Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Май 2025, 03:52

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (21)

Алтын йыуасаҡ старателдәргә эйәреп, теплякка индем. Оҙон буйлы кеше ҡырсынлы таш иҙән уртаһындағы тимер мейескә ут яҡҡас ҡына миңә һынаулы ҡараш ташланы.  

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (21)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (21)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (21)

XII

 

Аяҡ аҫтында үҫкән сүп-сар үлән, нисек кенә тапалып иҙелеүенә ҡарамаҫтан, бирешмәй, бешек була. Иң ауыр шарттарҙа ла тормошҡа яраҡлаша һәм йәшәй. Мин дә, шул cүп-сар үлән шикелле, ауырлыҡтарға бөгөлмәйенсә, бик алыҫтағы маҡсатымды тормошҡа ашырыу өсөн, бар хәлемсә, барлыҡ көсөмдө тупланым. Киләсәк маҡсатыма илткән юлдан барышлай, аламалары менән бер рәттән, иң изгелекле, намыҫлы, ярҙамсыл кешеләрҙе күпләп осраттым...

Алтын приискыһына эшкә инә алмай, бер старателдәр артеленән икенсеһенә барып ялынған сағымда, иң беренсе булып урыҫ ағайҙары ярҙамлашты.

Приискынан ҡайтҡас, башта иң яҡын дуҫыма инеп сығырға булдым.

Әсәһе менән бергә самауыр янында ултыра ине Фәйзулла.

– Мә, покамис, тамаҡ ялға, – тип ул сәй яһап бирҙе.

Шәһәрбаныу исемле дөм-һуҡыр әсәһе лә, һәрмәй-һәрмәй, ҡап-уртаға ярылған картуфтың өлкәнерәген һондо.

– Аша, асыҡҡанһыңдыр!

Мин уны алырға теләмәгәс, үпкәләне:

– Юҡҡа сирҡанаһың, аштан оло булыу ярамай, яҙыҡ.

– Әсей, һин ниңә бәйләндең әле? Бүтән һүҙ тапмаһаң, шым ғына ултыр, – тип асыуланды Фәйзулла.

Картуфҡа ҡушып сәй эскәндән аҙаҡ йылындым, күңелем дә бер аҙ күтәрелде.

– Рәхмәт!

Минең хәлемде һүҙһеҙ ҙә аңлап, дуҫым йыуатырға кереште:

– Нисауа, һин бигүк нитмә, бөтөрөнмә. Берәй әмәле табылыр. Нисек тә бергәләп түҙербеҙ. Мин кешеләргә сыуал, мейес һалырмын, ә һин миңә булышырһың. Уға саҡлы яҙ етер. Яҙ еткәс, иркенәйербеҙ. Мин алтынға бай иҫке отвалды беләм. Ҡар һыуҙары эркелеп аға башлағас та шуны бутарить итеп йыуырбыҙ. Ашаған-кейенеүҙән артҡан алтынды ҡышҡылыҡҡа әҙҙәп-әҙҙәп запасҡа йыя барырбыҙ!

Шәһәрбаныу әбей, тешһеҙ уртын күрһәтеп тамшана-тамшана, һәлмәк кенә көлдө.

– Был титек тә хыялый булырһың икән, улым! Ҡышҡылыҡҡа түгел, йәйгелеген туҡланырҙай алтын табылһа ла шөкөр ҡылыр инек!

– Әсей, һин юҡҡа юрама, – тип Фәйзулла ҡыҙҙы. – Мин әйтте тиерһең, ҡышҡылыҡҡа запас йыясаҡбыҙ. Запас – не апас! Яҙғы һыу быйыл бик күп буласаҡ. Мул һыуҙан файҙаланып, күп алтын табасаҡбыҙ һәм уның яртыһын ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра барасаҡбыҙ!

Улының уй-хыялдары тормошҡа ашмаясағын яҡшы аңлаған Шәһәрбаныу әбей ауыр һуланы.

– Әйтеүе генә анһат, улым. Ҡышҡылығын һалҡын үҙәгенә үткән саҡта меҫкен эт тә: «Ҡасан йәй етә инде? Йәй етһә, ҡышҡылыҡҡа һөйәктән йылы оя ҡорор инем», – тип әйтә, ти.

– Ҡуйсәле, әсей, беҙҙе эткә тиңдәмә, – тип асыуланды Фәйзулла. – Бик шәп булһаң, аҡыл өйрәт, хәҙер ҡалайтырға?

– Анау, Үргостағы урыҫтың файҙаһы теймәҫме?

– Эйе, – дуҫым ҡыуанысынан һикереп торҙо. – Әпәтте үҙенә малай итеп алған урыҫ ағайҙың ярҙамы, моғайын, тейер. Бар уға!

– Ниндәй урыҫ ағай ул? – тип һораным.

– Волков Лариун тигән ағайҙы белмәйһеңме?

– Юҡ.

– Ярҙамсыл, изгелекле ул ағайҙы был тирәлә белмәгән малай-шалай аҙҙыр, – тине лә Фәйзулла мине күрмәгән-белмәгән кешегә барырға өгөтләргә тотондо.

Мин ризалашмайынса, баш сайҡаным.

– Оялам.

– Покамис, өй алмай тор! Өй алырға күп аҡса кәрәк, – тип шаяртты ла, асыуланды ла ул. – Эшкә ингең килһә, оялһаң да бар ул урыҫ ағайға!

Улы әйткәнде Шәһәрбаныу әбей ҙә хупланы:

– «Ятып ҡалғансы, атып ҡал», тигәндәй, барһаң, моғайын, ауыҙыңа һуҡмаҫ. Былайтып ултырыуҙан ни файҙа? Үҙең йөрөмәһәң, берәү ҙә ҡайғыртмаҫ бит һинең йүнеңде...

Байтаҡ ваҡыт икеләнеп ултырғандан һуң, Фәйзулла менән Шәһәрбаныу әбейҙең өгөтөнә бирелеп, таныш булмаған урыҫ ағайға барырға булдым.

Ларион Матвеевич Волков, мине электән белгән һымаҡ, асыҡ сырай менән ҡаршыланы. Ниндәй йомош менән килеүемде белгәс, артығын һорашып-нитеп тормайынса, Киров исемендәге старателдәр артеле председателе Трофимов йәшәгән йортҡа алып барҙы.

– Николай, ваҡытһыҙ борсоуым өсөн, зинһар, ғәфү ит. Һиндә йәнә бер кисектергеһеҙ үтенесем бар.

– Ниндәй?

– Ошо малайҙы үҙебеҙҙең артелгә эшкә алайыҡ, – тип Волков минең яҡҡа эйәк ҡаҡты.

Трофимовтың йөҙө үҙгәрҙе.

– Ул миндә күп тапҡыр булды. Ун биш йәше саҡ тулған малайҙы ауыр эшкә алырға закон ҡушмай, Матвеич.

– Закон ҡушмағанын беләм, Николай.

– Белгәс, нимә кәрәк?

– Малай эш тапмай интегә. Уға беҙ ярҙамлашырға бурыслыбыҙ!

– Йәше тулмаған малай менән берәй хәл булһа йә шахтаға яңылыш төшөп үлһә, кем яуап бирер?

– Бик ҡурҡһаң, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам. Расписка яҙып ҡалдырайыммы? Ҡағыҙ-ҡәләм бир, – тип Волков асыуланғас, Трофимов йылмайҙы.

– Ярар, кәрәкмәй! – тип һелтәнде лә минең яҡҡа боролоп ҡараны. – Йә, нисек, малай, беҙҙең эш шарттарына сыҙай алырһыңмы?

– Сыҙармын, мин эшкә күнеккәнмен, – тинем, ҡыуанысымдан еңелсә ҡалтыранып.

– Күрербеҙ. Эшкә һынау срогы менән алабыҙ. Әгәр ҙә эшең бармаһа, үпкәләштән булмаһын. Килештекме?

– Эйе.

– Ә хәҙер, бар, өйөңә ҡайтып эшкә әҙерлән. Иртәгә иртән сәғәт һигеҙгә алтын йыуған ергә, теплякка килерһең. Унда зонд таҙартырһың.

– Ҡом һоҫорға йәйеңке көрәк табырға тырыш, – тип өҫтәне Ларион Матвеевич.

Эшкә алыныуым ҡыуанысынан мин рәхмәт әйтергә лә онотҡанмын. Аңраланыуымды өйгә ҡайтып ингәс кенә иҫләнем. Берҙән-бер киндер ыштан-күлдәгемдең йыртыҡ-йортоҡтарын үҙ белдегемә бөрөштөрөп теккәс, урыҫса үреүле сабатамды ҡаты йүкә менән яманым да өҫ кейемем менән йоҡларға яттым. Ләкин төндө үтә тынғыһыҙ уҙғарҙым. Эшкә һуңлап ҡалыуҙан ҡурҡып, һаҡ йоҡланым. Баҙ аҫтында сыйылдашҡан сысҡандар тауышын ишетеү менән йөрәгем алынып, һикереп торҙом һәм күк йөҙөндәге айға ҡарап ваҡытты белергә тырыштым.

– Ниңә беҙҙе лә, үҙеңде лә маҙаһыҙлайһың? Өлгөрөрһөң! Әле төн уртаһы ла етмәгән, – тип атайым йоҡо аралаш асыуланғас ҡына, мин байтаҡ ҡуҙғалмай ятырға мәжбүр булдым.

Үҙемде нисек кенә итеп тынысландырырға маташыуыма ҡарамаҫтан, борсолоуым кәмемәне. Үтә һағайыу менән көсөргәнешле яттым. Әтәстәр ҡысҡырышҡаны ишетелгәс тә урынымдан торҙом. Кистән бүлеп ҡалдырған бер һыныҡ икмәк киҫәген һалҡын һыуға манып ашаным да, иҫке йортономдоң бүҫек салғыйын бөрөштөрә тотоп, тышҡа сыҡтым.

Төнгө саф һауа шундуҡ йоҡомдо ҡасырҙы. Старателдәр артелендә мин эш башлаясаҡ 1940 йылдың унынсы феврале иртәһе ине... Ул башҡа ваҡытҡа ҡарағанда үтә тантаналы, һалҡын һәм шомло кеүек тойолдо.

Күм-күк Йыһан киңлеген иңләп йымылдашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар баш осо тәңгәлендә йөҙгән моңһоҙ айға ҡарап ваҡыттың иртәме-һуңмы икәнлеген белмәнем. Кемуҙарҙан һөрән һалып ҡысҡырышҡан әтәстәрҙең дә тауышы бик тиҙ баҫылды. Таң яҡтыһы һаман беленмәй. Бик иртә торҙом микән әллә? Йылыға инеп, йәнә бер аҙ көтөргәме?

«Кире боролған кешенең юлы уңмаҫ» тигән әйтем иҫемә төшкәс, индек ҡапҡа аша сыҡтым. Ауыл халҡы йоҡлай. Төнгө тынлыҡта өйҙәр тирәһендә бер генә лә йән эйәһе күренмәй.

Минут самаһы тирә-яҡҡа ҡаранып торҙом да, кәкре һаплы көрәгемде елкәм аша һалып, көләс йөҙлө түңәрәк айҙың көмөш нурҙарына ҡойонған тып-тын урам буйлап атланым. Ике урамды бергә тоташтырыусы Ҡурғашлы күперенән сыҡҡас, зыяратҡа яҡын юлдан уҙған саҡта йөрәгемде ҡурҡыу алды. Алыҫтан һерәйеп күренгән ҡайындар араһындағы ҡәбер буралары аҫтында йәшеренгән күп һанлы мәсекәй-убыр ҡарсыҡтар менән пәрейҙәр миңә ташланырҙар һәм эсәк-бауырҙарымды аҡтарып һурырҙар һымаҡ тойолдо. Уларҙан шөрләүемде белгертмәҫкә тырышып, күрше әбейҙән өйрәнгән төрлө доға-сүрәләрҙе ятҡа уҡып, тирә-яҡҡа төкөрөнә-төкөрөнә, көсөргәнешле һағайыу менән барҙым. Зыяратты имен-аман уҙғас, иркен һуланым, йөрәгем тибеше лә тигеҙләнде.

 Өс-дүрт саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы юлда бер кем дә осраманы. Быуа яры уртаһында йыуан ҡарағай бүрәнәләренән буралып эшләнгән теплякта ла кеше юҡ ине. Шунда ғына эшкә бик иртә килеүемде аңланым. Локомотив гудогы ике тапҡыр геүләп туҡталағандан һуң да миңә оҙаҡ көтөргә тура килде. Өшөй башланым. Йылынырға теләп, баҫҡан урынымда етеҙ хәрәкәтләндем, өйрөлдөм, борғаландым, сабатам үксәләрен бер-береһенә төкөтөп, тыпыр-тыпыр һикрәндәнем. Ваҡыт үтә яй уҙҙы. Офоҡ ситенә табан яҡынлашҡан ай ҙа, минең сыҙамлылығымды һынарға теләгәндәй, бер урында тик торған һымаҡ күренде.

Ай яҡтыһы юйылып, саҡ беленер-беленмәҫ ағарынған ер ситендәге тау теҙмәләренең һөлдәһе беленгәндә генә кешеләр йыйыла башланы.

Алтын йыуасаҡ старателдәргә эйәреп, теплякка индем. Оҙон буйлы кеше ҡырсынлы таш иҙән уртаһындағы тимер мейескә ут яҡҡас ҡына миңә һынаулы ҡараш ташланы.

– Эшкә килдеңме?

– Килдем.

– Ниндәй эш башҡарырға икәнлеген беләһеңме?

– Әйттеләр...

– Элгәре эшләгәнең бармы алтында?

– Алты-ете йәшемдән башлап Фәйзулла исемле малай менән һәр йәй буйы алтын йыуҙым, – тинем, һонтор ағай эшсәнлегемә ышанһын өсөн.

– Алтынды таста йыуҙығыҙмы?

– Ағас улаҡта.

– Табылдымы?

– Әҙерәк табылды.

– Сәбизник булып сезонлы эшләүе, әлбиттә, анһат. Беҙҙә, әртилдә, булдыра алырһың микән? Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ, – тип шик белдергәс, һонтор кеше үҙе менән таныштырҙы: – Бында мин ровняльщик, йәғни ошонда алтын йыуыусыларҙың хужаһымын, понимашь?

Тимер мейес алдында ҡыҙыныусы ҡатындарҙың йыуантағы хихылдап көлдө.

– Хужа, имеш, берәү! Ха-ха-ха!.. Малай алдында шапырынырға нисек оялмайһың, Иван Иваныч?

– Дуся, беҙгә ҡыҫылмаһаңсы! А то, понимашь... – Ровняльщик башлаған һүҙен әйтеп бөтөрмәне. Йөҙөн сирылтып, ҡаш аҫтынан яман ҡараны ла тепляк ишеген шартлата ябып тышҡа сыҡты.

Ул күҙҙән юғалыу менән ҡатын-ҡыҙ көлөштө, ә йыуантағы:

–  А то, понимашь! Конечно, понимашь, – тип үсекләп телен күрһәтте лә, ровняльщикка арнап таҡмаҡ сығарҙы:

 

Понимашь, Иван Иваныч,

Штаны кидай на ночь.

А как день –

Так надень!

 

Ҡатын-ҡыҙ, юҡтан мәрәкә табып, йәнә көлөштө.

Тепляктың үрге яғында ат бышҡырғаны ишетелде, бер үк мәлдә стенаға гөрһөлдәп ауҙарылған тау тоҡомдары махсус тишек аша эскә ҡойолдо. Шуны ғына көткән эҫе мейес эргәһендә йылыныусы ҡатын-ҡыҙ, фәлсәфә һатыуҙарынан тыйылып, эш башланы. Ике кеше юғарынан ҡойолған ташлы һары балсыҡ өйөмөн һыулы ағас улаҡ буйлап аҫҡа шылдырҙы. Ҡалған ҡатын-ҡыҙ маширттың ике яғына дүртәрләп сығып баҫтылар ҙа оҙон һаплы тимер көрәктәре менән тау тоҡомдарын торба тишектәренән урғылған көслө тамсылар аҫтында төрлөсә әйләндергеләп-төрткөләп иҙергә тотондолар. Ҡомло таштарға өҙлөкһөҙ бәрелеп шатыр-шотор шығырҙаған көрәк тауыштары менән һыу тамсыларының шоборҙап ағыуы бергә ҡушылғас, алтын йыуған ергә генә хас булған моң яңғыраны. Тигеҙ, бер тиҙлектә хәрәкәтләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар оҙаҡ шымып түҙмәне, үҙенсәлекле шул моңға ҡушылып эшләргә дәрт һәм сәм өҫтәүсе йыр йырлай башланылар. Урыҫ телендәге ул йырҙарҙың һүҙҙәрен йүнләп аңламаһам да, йөрәк тетрәткес хисле көйгә арбалып, мин барлыҡ донъямды оноттом.     

Оҙон һаплы тигеҙләүсе менән маширт головкаһына һәм унан аҫтағы ағас улаҡҡа ағып төшкән ҡомдо ҡат-ҡат иҙеп, аҡмай ятҡан эрерәк ҡырсын таштарын түбәнгә табан һыпырған ыңғайҙа:

– Ялға килдеңме, понимашь? Һинең өсөн зондты кем таҙартыр? – тип ровняльщик аҡырғас ҡына, һушыма килеп, тышҡа йүгерҙем.

Ағас улаҡтан аҡҡан ҡом, ысынлап та, «зонд» тип аталған тәрән соҡорҙан ашып, боҙ өҫтөнә йәйелергә өлгөргәйне. Мин, өтөлөп-янып, ҡыҙыу эшләнем. Бында иртә яҙҙан башлап, көҙгө һалҡынға саҡлы Фәйзулла дуҫым менән икәүҙән-икәү алтын йыуған ваҡыттағы күнегеүҙәремдең файҙаһы бик тейҙе. Маширт ҡойроғондағы соҡорҙан һоҫоп, ҡул тачкаһына тейәгән ҡомдарҙы отвал ситенә алып барып ауҙарҙым да йүгерә-атлай кире килдем. Алтыны йыуылған ташландыҡ тау тоҡомдары зондтың төбөнә саҡлы таҙартылғас, минең эш көйләнде. Бөтә нимәгә еңел етештем. Хатта, ваҡыт табып, тепляк стенаһының икенсе яғынан уйыулы тишектән төшөрөлгән эре таштарҙы ситкә бырағытыусы тәмәкесе ағайға булышырға ла өлгөрҙөм. Анһатҡа һалынып, ул ағай ауырыуы менән хәйләләште...

Төш еткәс, эш туҡтатылды. Көрәктәр менән ҡоралланған ҡатын-ҡыҙ урындарына таралышҡас, тауыш баҫылды. Маширт эсендә тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла тамаҡ туйҙырырға тотондо. Тик бер мин генә һеләгәйемде ағыҙып ултырҙым. Кешеләр ашағанды ҡарауы йәпһеҙ һәм ғәрлек булғанлыҡтан, көн яҡтыһы төшмәгән тепляктың бер мөйөшөнә һырығып, туҙ һағыҙымды шарт-шорт сәйнәргә керештем.

Төштән аҙаҡ асығыуым нығыраҡ һиҙелде. Арыным да. Кискә табан хәлем мөшкөлләнгәндән-мөшкөлләнә барҙы. Күҙ алдым сыбарланды, әллә нисәмә төҫлө буяуҙар менән буялған ваҡ-ваҡ нөктәләр өйөмө бер тирәлә ағылғандай тойолдо. Тәнем дерелдәне, аяҡ-ҡул быуындарым бушаны. Һабы боҙ менән уҡмашҡан йәйеңке тимер көрәгем дә ауырайғандан-ауырая барҙы. Тачкаға тейәгән тау тоҡомдарын отвал ситенә алып барып ауҙарған сағымда, башым әйләнеүгә сыҙай алмайынса, бер нисә тапҡыр ергә тәкмәстем. Әммә, йәнә эшһеҙ ҡалыуымдан ҡурҡып, хәлемде бер кемгә белгертмәҫкә тырыштым һәм аҡтыҡ минутҡа саҡлы түҙҙем.

Ҡояш байып, тепляк тирәһендәге әрәмәлек ҡараңғыға солғана башлағанда ғына минең беренсе эш көнөм тамамланды.

«Хәҙер атлап барырлыҡ та хәлем ҡалманы. Өйгә нисек ҡайтып етермен? Тамаҡ ялғарлыҡ та ризыҡ булмағас, ҡайтыуҙан ни файҙа? Берәйһенән үтескә икмәк тапмаһам, ҡалайтырмын? Иртәгә ас көйө нисек эшләрмен? Берҙән-бер ышанысым – Мозафар ағай юҡ ине. Татый еңгәйгә мөрәжәғәт итергә оялам! Буштан-бушҡа аҙыҡ һорап уға инергә баҙнатсылығым етмәйәсәк», – тип уйға ҡалып, тепляк тышында торған сағымда кемдер терһәгемә ҡағылды. Бер ни аңламай артыма боролоп ҡарағас, Ларион Матвеевичты төҫмөрләнем.

– Иҫәнмеһегеҙ?

– Арыу. Үҙең нисек эшләнең, Хамматыч? – тип йылмайып, Волков ҡул  биреп күреште.

– Һәйбәт, – тинем көс-хәлгә.

– Ныҡ арыныңмы?

– Әҙ-мәҙ... – Мин һыр бирмәҫкә тырыштым.

– Ҡайтабыҙмы? Әйҙә, ултыр, – тип Ларион Матвеевич мине үҙенең йөк санаһында алып ҡайтты.

Юлда һөйләшмәнек.

– Ауылға етер саҡта, юртып барған атын яйлатыбыраҡ, урыҫ ағай минең яҡҡа боролоп ҡараны.

– Өйөңдә ашарыңа бармы?

Дөрөҫөн әйтергә батырсылығым етмәне.

Бер аҙ шымып барғандан һуң, ул ҡабатлап һораны:

– Ниңә өндәшмәйһең? Ашарыңа бармы?

– Юу-у-ҡ, – тип берҙән-бер һүҙҙе һығып сығарҙым.

– Эштә лә ас йөрөнөңмө?

– Иртәнсаҡ ашағайным...

– Эх, кисә белгән булһамсы, – тип Ларион Матвеевич баш сайҡаны ла башҡаса ләм-мим төбәшмәне. Мине үҙҙәренә алып барғас, ярты буханка «Камай» икмәге сығарып бирҙе.

– Ағай, рәхмәт, – тип бышылданым, ә үҙемдең күҙҙәремдән бөрсөк-бөрсөк тамсылар һығылып сыҡты.

Урыҫ ағайҙың ысын ағаларса минең хаҡта хәстәрлек күреүе, иң мохтаж сағымда ярҙамлашыуы мәңге онотолмаҫлыҡ яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Артабанғы тормош юлымда ла Волков шикелле изгелекле, намыҫлы, эскерһеҙ ярҙамсыл урыҫ ағайҙарын күпләп осратырға тура килде. Улар ҙа миңә һәр саҡ теләктәшлек белдерҙе, маҡсатыма ирешергә, яҡты донъяла йәшәүемдең ҡәҙерен белергә, үҙемде бүтәндәрҙән кәмһетеп ҡарамаҫҡа, киләсәккә ышанысымды юғалтмаҫҡа өйрәтте, рухымды күтәрергә булышты...

Ауылдаштарым, күрше-тирәлә йәшәүсе таныштарым минең яҙмышыма ғәмһеҙ һәм вайымһыҙ булған саҡта,  бөтөнләй күрмәгән-белмәгән урыҫ ағайҙың изгелеген ҡасан да булһа онотоуы мөмкинме ни?! Миңә эшкә урынлашырға йәки икмәк табырға ярҙамлашыусы кеше табылмаһа, бәлки, мин яңылыш юлға баҫыр инем. Сөнки бәғзе кешеләр хөсөтөнә бирелеп, аслыҡтан интеккән сағымда холоҡ төҙәтеү колонияһына нисек тә булһа эләгеү өсөн берәр төрлө енәйәтселек ҡылырға тигән ҡот осҡос уйҙар мине бик йыш маҙаһыҙлай башлағайны. Йәнәһе, унда, холоҡ төҙәтеү колонияһында, эш бирәләр, иректә тәтемәгән ризыҡты ашаталар...

Автор:
Читайте нас