

22-се өлөш
Көндәр йылытып, ташҡын ваҡытындағы боҙ китерҙән алда ғына тепляктағы беҙҙең маширтты йылға буйындағы текә ярлы асыҡ урынға күсерҙеләр. Йыуылған буш ҡом өйөмдәре һыу менән бергә туранан-тура ташҡын йылғаға ағыҙылыу сәбәпле, зонд таҙартыуҙың кәрәге булманы. Коногон итеп мине икенсе эшкә күсерҙеләр. Воротовщик вазифаһын үтәүсе танышым Ларион Матвеевич менән талсыбыҡтан үреүле оло кәрзингә тултырылған тау тоҡомдарын шахтанан сығарып ат егеүле махсус арбаға тейәйем дә йәйге маширтта алтын йыуылған ергә илтеп ауҙарам.
Ауыр йөктө көнө буйы шахтанан сығарыу, уны күтәреп тейәү һәм ауҙарыу тәнемде, билемде, аяҡ-ҡулымды һыҙлатһа ла, көсөргәнешле эшкә һис бирешмәнем. Төшкө тәнәфес мәлендә шахтёрҙар саф һауа һуларға, ял итергә тип юғарыға күтәрелгәс, уларҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлау ғәҙәтемә ингәнлектән, мин алдан уҡ хисле тантана кисерҙем. Алтын йыуыусы элгәрге эшсе-старателдәрҙең тормошона, көнкүрешенә, эштәренә бәйләнешле үтә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы тыңлаған саҡта, барлыҡ донъямды онотоп, ишеткән-белгәндәремдең һәммәһен мейемә һеңдерергә һәм күҙ алдымда һынланған күренештәрҙе мәңге-мәңге онотмаҫҡа тырыштым.
Беҙҙең Киров исемендәге старателдәр артеле икенсе ҙур, ҡеүәтле артелгә ҡушылып, артабан «Партизан» тип йөрөтөлдө. Мин шул «Партизан» артелендә тәүҙә лебёдчик булып эшләнем. Аҙаҡтан, ҡырҡ метр самаһы тәрәнлектәге шахтаның һыуын юғарыға һурҙырыу өсөн моторист итеп күсерелгәс, башҡорт һәм башҡа милли яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡырға мөмкинлек тыуҙы миңә. «Сиваш», «Аҡсарлаҡтар таң атҡанда» тигән татар яҙыусыларының китаптары менән беренсе тапҡыр танышыу ҙа минең өсөн оло асыш булды һәм ул әҫәрҙәрҙәге образдар ғүмерлеккә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Шул осорҙа уҡыған әҫәрҙәрҙәге ыңғай геройҙарҙың тормошо менән айырылғыһыҙ йәшәргә өйрәндем мин. Уларҙың көнкүреше, гел яҡшылыҡҡа ынтылыуҙары мине йәшәргә рухландырҙы, һөйөү-һөйөшөүҙәре, мөхәббәт ялҡынында дөрләп яныуҙары ла күңелемде тетрәтте, ғазап сиктерҙе.
Бер ҡасан да һөйгәнем һәм һөйөлгәнем булмағас, ысын мөхәббәт хаҡында китаптарҙан уҡып белһәм дә, һөйөүгә оҡшаған беренсе хисте өсөнсө класта аслы-туҡлы уҡып йөрөгәндә үк һиҙенгәйнем. Беренсе кластан башлап бергә уҡыған һары сәсле ҡыҙҙы тәүҙә, әкиәттәрҙәге һымаҡ, шайтан нәҫеленән булыуына оҡшаттым. Аҙаҡтан, башланғыс мәктәптең һуңғы класында уҡыған саҡта, гел уның тураһында ғына уйлана торғайным. Етен сәсле шул ҡыҙ яңылыш ҡулыма ҡағылһа йә мин ултырған партаға яҡынлашһа, үҙемде бәхетле тойҙом һәм һүҙ менән аңлата алмаҫтай кинәнеү, тетрәткес хис кисерә инем.
Йыл артынан йыл уҙған һайын, беренсе тойғоларым әкренләп тупаҫланды, бер ниндәй ҙә кисереш һиҙмәйенсә, ул ҡыҙҙы бөтөнләйгә оноттом. Балалар өсөн генә хас һөйөшөү шул булдымы икән? Ундай хистең бүтән бер ҡасан да ҡабаталанмауы ғәжәп хәл ине.
Минең һөйгәнем булманы. Әммә ҡасан да булһа оло, ысын мөхәббәткә осраясағыма, бәхетле буласағыма ныҡлы ышаныс менән йәшәнем. Шул ышаныс миңә көс өҫтәне, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, маҡсатыма ирешеү өсөн ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа өндәне, алыҫтағы яҡты маяк шикелле күренгән киләсәккә табан алға, тик алға әйҙәне.
Матурланғандан-матурлана барған тормоштоң гүзәллегенә һоҡланып һәм уҡылған әҙәби китаптарҙың шауҡымына бирелеүҙән, ашҡынып-талпынып эштән ҡайтҡас, ғәҙәтемсә, шиғирҙар яҙырға ултырҙым. Һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре рифмалашты. «Урал», «Ниңә ярһый йөрәгем?», «Фәйзулла дуҫыма», «Әсәйем яҙмышы», «Алтындамы ысын бәхет» тип исемләнгән шиғырҙарымды яҙғандан һуң да, аҡман-тоҡман бураны кеүек ҡоторонған уй-хистәрем мине һаман иҙҙе, ҡағыҙ-ҡәләмдән айырылмауымды талап итте. Уларҙан бер аҙға ҡотолорға, күңелемде тынысландырырға теләп, клубҡа барып әйләнергә булдым.
Клубтың ишеге яҡтауына һөйәлеп торҙом-торҙом да иҙән уртаһында тыпыр-тыпыр бейеүселәр эргәһенән уҙып барышлай кемдеңдер аяғына яңылыш баҫтым.
– Ай, айыу! – тип ҡысҡырҙы Мөшәрифә исемле шәфҡәт туташы.
– Яңылыш... Яңылыш баҫтым, – тип ғәфү үтенә башлағайным, уның егете Зиннур ҡабырғама төрттө.
– Аяғың аҫтына ҡарап атларға булмаймы ни?!
– Кем малайы? – тип һораны Мөшәрифә, асыуынан һүрелеп.
– Бер ҡарттың йүнһеҙ малайы!
– Эйе, ысынлап та, бик йүнһеҙ малай күренә шул, – тине ҡыҙ, миңә сирҡаныш менән ҡарап.
– Үҙенә күрә түгел, етмәһә, шиғырҙар яҙып маташа, – тине Зиннур.
– Мәрәкә икән! – Мөшәрифә ирендәрен ҡыймылдатып, мыҫҡыл ҡатыш көлдө. – Ошондай байғош та шиғыр яҙып маташыр икән!
Шәфҡәт туташы тыныс ҡына әйткән һүҙҙең йөрәгемде ҡыйпып үтеүенә сыҙай алмайынса, мин ҡысҡырҙым:
– Байғош булып ҡаласаҡ түгелмен, ишетәһегеҙме? Кешенән көлөргә хаҡығыҙ юҡ! Шағирҙар күктән төшмәй!.. Мин – шағир, күңелем менән шағирмын!..
– Ха-а-ха-ха! Эре ебәрә, байғош!
– Һинән былайыраҡтар ҙа шағир дәрәжәһенә етә алмайҙар!..
Улар һаһылдашып көлә-көлә туҙан ҡубарып бейегән йәштәр төркөмөнә барып ҡушылды.
...Наза, Наза, Наза,
Наза матур ҡыҙ бала,
Наза уҡый, Наза яҙа,
Уҡый торған замана.
Иҙән уртаһында ҡотороноп бейегән Мөшәрифә менән Зиннурҙың мыҫҡыллы һүҙҙәрен онота алмай оҙаҡ яфаландым. Уларға үс итеп, артабан уҡығым һәм һис кисекмәҫтән шағир булғым килде...
Йәштәр бейеүҙән туҡталғас, клуб мөдире усын усҡа һуғып ҡысҡырҙы:
– Иптәштәр, тыңлағыҙ әле, тыңлағыҙ! Хәҙер «Татыу тораһығыҙмы?» уйынын уйнайбыҙ. Ризаһығыҙмы?
– Йәнә бейергә теләйбеҙ!
– Аяғығыҙ әҙерәк ял итһен инде. Парлашып ултырығыҙ!
– Беҙ әҙер, – тип ҡысҡырышты йәштәр.
– Кемде уйын судьяһы итәбеҙ?
– Үҙең бул.
– Минән рәт сыҡмаҫ, – тип клуб мөдире яҫы ҡайышты алға һондо. – Йә, кем дәбрәвүлнә судья булырға теләй?
– Мин! – Аяҡтарын тыпырҙатып, Хәбир ҡул күтәрҙе.
– Әйҙә, үҙ хөкөмөңдө күрһәт!
Яҫы ҡайышты тотоп, Хәбир уртаға сыҡты. Стена буйындағы эскәмйәләрҙә парлашып ултырыусыларға күҙ йүгертеп, минең эргәмә килде.
– Ниңә яңғыҙың?
– Уйнамайым... – Мин ҡыҙарындым.
– Клубҡа килгәс, уйнарға тейешһең! – Хәбир арғы яҡ остағы ялбыр сәсле ҡыҙҙы көслөк менән эргәмә килтереп ултыртты ла, ҡайышы менән һелтәнеп, икебеҙҙе лә киҫәтте: – Татыу ғына йәшәгеҙ. Ату эләгер!
Эргәмдәге ҡыҙға күтәрелеп ҡарарға ла баҙнатсылығым етмәне. Ул, минең кеүек байғош менән бергә ултырыуынан ғәрләнеп, ситкәрәк шыуҙы. Уйында ҡатнашыусы егеттәрҙең һәр ҡайһыныһы тәңгәлендә туҡтала-туҡтала:
– Татыу тораһығыҙмы? – тип һорашып сыҡҡандан һуң, Хәбир минең ҡаршыма килеп баҫты. – Эргәңдәге ҡыҙҙы һорайҙар. Бирергә теләйһеңме?
Ҡаршылыҡһыҙ ризалашыу егет өсөн мәсхәрә һаналғанлыҡтан, ҡыҙ мине һушһынмауын һәм эргәмдән ҡасып китерҙәй булып ултырыуын һиҙһәм дә, баш сайҡаным.
– Бирмәйем!
– Әләйһә, уйын закуны буйынса, хөкөмгә тартыласаҡһың. Ҡулыңды алға һон, – тип өс тапҡыр яҫы ҡайышы менән усыма һуҡҡас, ҡаршылағы егеткә боролоп ҡараны. – Йә, хәҙер ҡәнәғәтмеһең?
– Юҡ! – Егет ҡул болғаны.
– Ҡабат возбуждаю судебное дело! – тине Хәбир. – Теге һаман ныҡышып, ҡыҙҙы үҙ эргәһенә килтерергә тырыша. Бирергә ризаһыңмы?
– Беренсе һуғылыуҙан һуң да усым төбө өтөлөп һыҙлауына ҡарамаҫтан, кешеләр алдында һыр бирмәҫкә тырыштым.
– Риза түгелмен! – тип икенсе ҡулымды алға һондом.
– Был юлы ун тапҡыр һуғылырыңды беләһеңме?
– Беләм.
Барлыҡ көсө менән усыма шапылдатып һуҡҡан һайын:
– Еттеме? – тип һораны Хәбир.
– Етмәне!
Ҡайыш менән телгеләнгән усым төбө бүртеп, күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡҡанда ла сыҙарға тырыштым.
Үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән Хәбир икенсе яҡҡа боролоп ҡараны.
– Хәҙер нисек?
– Артығын уйын закуны ҡушмағас, башҡаса хәл юҡ, – тине ҡаршылағы егет.
Хәбир ҡәнәғәтләнеп баш ҡаҡты ла сират ҡыҙҙарға етеүе тураһында белдереү яһаны. Шунан парлашып ултырған ҡыҙҙар тәңгәлендә туҡталып-туҡталып, бер үк һорауҙы бирҙе:
– Татыу йәшәйһегеҙме?
– Татыу, бик тә татыу торабыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы барыһы ла.
Минең эргәлә ултырыусы ҡыҙға ла сират килеп етте.
– Татыу тораһығыҙмы?
– Юҡ, – тине ул.
– Ни теләйһең?
– Айырылышырға.
– Яңғыҙ йәшәргә теләйһеңме?
– Миңә Зәки кәрәк, – тип ҡаршылағы егет яғына ымланы.
Хәбир ҡайышы менән һелтәнә-һелтәнә Зәки менән ярыш ултырған сыбар яулыҡлы ҡыҙ ҡаршыһына барып баҫты.
– Һинекен һораталар. Йәреңде бирәһеңме?
– Бирмәйем, – тип ҡырт киҫте лә, Хәбир ҡайышын күтәргәс, сыбар яулыҡлы ҡыҙ ҡулдарын артҡа йәшерҙе. – Ай, ҡурҡам! Зинһар, һуҡма! Ризалығымды бирәм, йәремде ал!.. Тик ул аламағолош малай эргәһенә ултыртма, теләмәйем, – тип тартҡылашты.
– Уйындың тәртибе шулай: уның эргәһенә ултырырға теләмәһәң, усыңа һуғырға тейешмен! – тип Хәбир ҡурҡытҡас ҡына, сыбар яулыҡлы ҡыҙ минең янға килеп ултырырға мәжбүр булды.
Әммә «судья» алыҫлашҡас та ситкә тартылды.
– Ой, аламағолоштан ерәнәм!
– Ултыр! – тип ҡысҡырҙы Хәбир.
– Ултырмайым, – тине лә сыбар яулыҡлы ҡыҙ тышҡа сығып ҡасты.
Мин хурлыҡҡа ҡалдым. Оялышымдан ҡасып ҡотолор урын тапмайынса, бер урында ултырып борғаландым-борғаландым да өйөмә ҡайтып киттем. Шунан аҙаҡ ундай уйындарҙа ҡатнашмаҫҡа, ҡыҙҙар эргәһенә бер ҡасан да ултырмаҫҡа тигән һығымтаға килеп, байтаҡ йылдар тыныслана алмай интектем.